Архив рубрики: Дин

Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон...

                                       Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон...
     Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон... «Инсан исемле Сер» китабынан, Нуриман Мусин.
     Бушҡа үткән ваҡытыбыҙ, юҡ-барға сарыф ителгән ғүмеребеҙ – тәүбәләр өсөн төп сәбәп. Ваҡытты бит һатып алып та, һаҡлауға һалып та ҡуйып та булмай. Үлемдең хәҡиҡи асылын белгәндәр фани донъяның үтә торған ләззәттәренә алданмай. Юлы ҡайҙа алып барғанын белгән әҙәмдең ер тормошоноң бер минутлыҡ рәхәтлектәренә күҙе ҡыҙмай. Донъяның бөтә байлыҡтарын йыйып, мең йыл йәшәгән сүрәттә лә бәндәгә ниндәй файҙа? Бер көн килеп, байлығы ла юҡҡа сығасаҡ, үҙе лә ҡара ер ҡуйынына инеп ятасаҡ.
     Әҙәм ғүмере ҡапма-ҡаршы ике нөктә — «йәшәү шатлығы» һәм «үлем ҡурҡынысы» араһында бәүелгән маятник ише. Башкөллө фани донъя ығы-зығыһына сумған бәндә үлемдең хәҡиҡи асылын, әҙәмдең был донъяға килеү серен һәм хикмәтен аса алмай. Ғаләмдең кескәй генә күсермәһе булған тәнебеҙҙә меңдәрсә күҙәнәк һәр даим тыуа һәм үлә. Тән был донъя менән оҡшаш: унда «бәпесләү бүлектәре» лә, «зыяраттар» ҙа бар. Нәфесебеҙ был донъяла ирешкән бөтә бейеклектәр балалар диңгеҙ янында төҙөгән ҡом ҡәлғәләргә оҡшаш — килтереп бәргән тәүге тулҡын менән улар йыуылып юҡҡа сығасаҡ. Читать далее

Яуҙа үлгәндәр шәһитме? Иман

                                            Яуҙа үлгәндәр шәһитме? Иман
     Бөгөн интернет киңлегеңдә лә һәм былай аралашҡанда ла берәй һалдат үлгәнен ишетһәләр: урыны йәнәттә булһын тип әйтеп ҡуялар. Был дөрөҫмө?
     Кеше ҡайһы осраҡта шәһит үлеме менән үлгән булып иҫәпләнә? Әйҙә ошо мәсьәләләрҙе ҡарап үтәйек. Әйе донъябыҙҙан шәһит китеүселәр һәм шәһит үлеме менән үлеүселәр бар. Эс ауыртып, утта янып, һыуға батып үлеү ҙә шәһиттәр үлеме менән китеүгә инә. Сөнки кеше ғаҙапланып үлә. Ҡатын-ҡыҙҙар бала тапҡанда йән бирһә, шәһиттәр үлеме менән киткән булып иҫәпләнә. Бындай үлемдәрҙең ябай үлемдән айырмалығы ниҙә һуң? Шәһит китеүселәр һәм шәһит үлеме менән үлеүселәр хисап бирмәйенсә, туранан-тура йәннәткә инәләр, тиелә. Читать далее

Иблис, Дәджәл, QR-код

иблис

сатана

                                Иблис, Дәджәл, QR-код
    Был мәҡәләне элек яҙа башлағайным, тик интернет киңлегенә бындай мәғлүмәттәргә тыйыу булды бит, әлегә был тынып ҡалған мәсьәләне тиҙҙән ҡабат күтәрерҙәр һәм беҙҙе яңынан «ауыҙлыҡтарҙар»!
     QR-кодтарҙа Дәджәл фетнәһенең килеп етеү сағылышы. Кем ул Дәджәл? Дәджәл исеменең мәғәнәһе «алдаҡсы», «ялғансы», «хаҡлыҡты ялған менән йәшереүсе» тигән мәғәнәне белдерә, «хәҡиҡәтте – ялған һәм яҡшыны яман менән бутаусы» һүҙҙәренә тап килә. Һис шикһеҙ, Дәджәл фетнәһе – әҙәм балаһы күрәсәк иң бөйөк фетнә һәм беҙ әле шул бола заманында йәшәйбеҙ. Дәджәлдең халыҡ араһына киләсәге тураһында Ҡиәмәт көнөнөң кесе билдәләре булып үткәс Хисап көнөнөң ҙур билдәләренең тәүгеһе булараҡ булыр тиелә.
     Ҡиәмәт яҡынлашыуының кесе билгеләре булып Ер йөҙөндә һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһис-сәләмдең тыуыуы һәм үлеме, шулай уҡ, бейек өйҙәр һалыныуы, ихласлыҡтың, ғилемдең кәмеүе; хәмер эсеүселәрҙең, йырсыларҙың күбәйеүе; боҙоҡлоҡтоң, зинаның, алдыҡтың, ғәҙелһеҙлектең таралыуы; ялған пәйғәмбәрҙәр, байҙар, ҡатын-ҡыҙҙар һанының, үлемдең, ер тетрәүҙәренең, төрлө фажиғәләрҙең, дауылдарҙың артыуы; ваҡыттың шәбәйеүе һ. б. тора. Читать далее

Тәһәрәтһеҙ кеше

                                                              Тәһәрәтһеҙ кеше
     Һорау: мәйет йыуыусы тәһәрәтле булырға тейешме?
     Яуап: мәйет йыуыусы кешенең тәһәрәтле булыуы яҡшы, ләкин был шарт түгел, тәһәрәтһеҙҙә ярай.
     Тәһәрәтһеҙ кешенең намаҙ уҡыуы бер ваҡытта ла дөрөҫ түгел, әгәр бер кеше тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡылһа, Аллаһы Тәғәләнең ғибәҙәтен мыҫҡыл иткәнгә хисапланалыр. Бындай эштәр боҙоҡ ғәмәлдәрҙән булғанға күрә уны ҡылыуҙан һаҡланырға кәрәк. Тәһәрәтһеҙ кешегә Ҡөръән тотоу ҙа ярамай, бер генә аят яҙылған булһа ла һаҡланырға тейеш. (Ҡайһы бер ғалимдар Ҡөръәнде танышыу маҡсатынан, мәҫәлән: һатып алыу тарафынан тәһәрәтһеҙ тоторға була тиҙәр һәм айырым ҡағыҙҙарҙағы ғәрәп телендәге аяттар Ҡөръән булып һаналмай тигән фекерҙә). Бар мәғәнә Аллаһ китабы булған Ҡөръән Кәримде хөрмәт итеү. Тәһәрәтһеҙ көйөнсә йыназа намаҙы уҡыу һәм сәждә-и тиләүәт яһау ҙа ярамайҙыр. Әммә Ҡөръәнде сумкаға (портфель, папка, берәй туҡымаға төрөлгән килеш) һалған көйөнсә тотоу, күңелдән ятлаған Ҡөръәнде уҡыу, мәсеткә инеү, ҡәберлеккә барыу тәһәрәтһеҙ кешегә лә дөрөҫ була. Әгәр берәр кеше быларҙы ла тәһәрәтле килеш ҡылһа, бигерәк тә яҡшы булыр. Читать далее

Балаға ниндәй исем ҡушырға?

                                             Балаға ниндәй исем ҡушырға?
     Ҡыҫҡаса балаға исем ҡушыу йолаһын ҡарап үтәйек. Интернет киңлектәрен ҡарап сыҡһаҡ, балаға исем ҡушыу ҡағышлы төрлө йолалар, ырым-шырымдар яҙғандарын күрәбеҙ. Шуға ла борондан килгән исемгә ҡағышлы ышаныуҙар арҡаһында төрлө буталсыҡтар һәм аңлайышһыҙлыҡтар килеп сыға, Ислам дине тарафтарынан хупланмаған мәсьәләләр килеп тыуа. Шул ҡайһы бер бәндәләрҙең наҙанлығы арҡаһында миңә лә, мулла булараҡ кешегә, йәшерен исем ҡушығыҙ тип, өндәшеүселәр бар.

     Әйҙәгеҙ бына берәүҙең, дингә ҡағылышы булмаған бәндәнең «Презентация», доклад на тему «Балаға исем ҡушыу йолаһы»н ҡарап үтәйек. Был кеше үҙ маҡсатын: «Фәнни-тикшеренеү эшемдең актуаллеген» асыҡлай инде. Диндән йыраҡ булған берәй студенттыр инде, ярай инде, Аллаһ ғәфү итһен яңылышлығын.
     Артабан уҡыйбыҙ: хәҙерге ваҡытта йолалар юғалып бара, элеккесә теүәл үтәлмәй. Йолаларға рус, татар йолаларының ҡайһы бер элементтары ла ҡушылған. Был йолаларҙы хәҙерге заманда яраҡлы итеп ҡулланыу. Читать далее

Һаҡал-мыйыҡ йөрөтөү

                                                          Һаҡал-мыйыҡ йөрөтөү

 

БОРОДА

борода мусульманина

      Интернеттә, контакт социаль селтәрендә ошо скриншот (һүрәт) йөрөй. Кемдер наҙан булыуы арҡаһында һаҡалһыҙ кешегә имам булыуҙы тыйған. Был мәғлүмәт сәләфит-ваһһабтарҙың «Ваҡыт» гәзитенән булырға тейеш.
     Бында яҙылған: һаҡалды ҡырыу ҙа, ҡыҫҡартыу ҙа тыйылған. Был гонаһ, ә уны эшләүсе – боҙоҡ кеше (фәсих), тип яҙғандар.
     Бындай фәтүә биргән ахмаҡ аңлатһа ине, йылдар буйы оҙон булып үҫкән һаҡалды муйынға шарф урынына уратып алып йөрөйөкме әллә ергә һөйрәтеп саң һөртәйекме? Нисегерәк ул һаҡалға баҫмай атлап, йөрөйөк әй?
     Һаҡалды ҡырыу ҙа тыйылған, тигән бит әле. Бетләп китһәк, ни эшләргә ә? Күҙ алдына килтерәһегеҙме битен сикһеҙ йөн баҫҡан, һаҡал-мыйығы араһынан ауыҙы ла күренмәгән, бысраҡ, майлы, ризыҡ ҡалдыҡтары, маңҡа-төкөрөк менән уҡмашып ҡатҡан йөнтәҫ маймыл ҡиәфәтендәге имамды. Шул бәндә Ислам өлгөһөнең мосолманымы?
     Һаҡалды ҡырыу ҙа, ҡыҫҡартыу ҙа гонаһ тигән. Уны эшләүсе боҙоҡ кеше (фәсих) тип, хөкөмдә сығарған. Читать далее

Ямғыр һәм зекер

                                                      Ямғыр үә зекер (вәғәҙ)

     Әлхәмдүлилләәһ, Аллаһ насип иткәс ҡышта етеп килә, тышта ҡар бөртөктәре төшә. Әммә һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙҙә бик һирәк кенә ҡарҙар яуа, әҙ генә ямғырҙар һибәләй, шул арҡала йәшеллек кибә, һыуҙар ҡорой, урман-далалар яна, ел-дауылдар көсәйә. Сәбәбе нимәлә һуң? Әйҙәгеҙ ҡараштырып үтәйек.
     Нимә ул ямғыр? Ямғыр ул Аллаһы Тәғәләнең беҙгә оло бер бәрәҡәте һәм ҙур бер рәхмәте. Беҙҙең был донъялағы төп йәшәү сығанағы – һыуҙарыбыҙҙы тулыландырып торған бөтмәҫ ниғмәт үә мөғжизә ул. Хатта яңы тыуған баланың тәне 90- 97 процент һыуҙан тора һәм кеше ҡартая килә 60-80 йәштә уның кәүҙәһендә һыуҙың кимәле 50 процентҡа ҡала. Ғалимдар әле һаман һыуҙың нимә икәнен аңлата алмайҙар. Ул Аллаһ Тәғәләнең бөйөк мөғжизәһе ул. Читать далее

Ситек, мәсех

                                          Ситек, мәсех

     Мәсех хаҡында, ситеккә мәсех ҡылыу мәсьәләләре.

     Мәсех – шайтан ашығын, шайтанашыҡты (лодыжка, щиколотка) һәм аяҡтың шул өлөшөн ҡаплай торған ситекте (итек, ичиг и кожанные носки) һалмаған хәлдә ситек өҫтөнән йеүешләп һыпырыу ул. Ҡайһы бер китаптарҙа, бигерәктә татар телендәгеләрҙә тубыҡты ҡаплап торған ситекә мәсех, йә иһә тубыҡҡа тиклем тәһәрәт алығыҙ тип яҙылғанын уҡырға була. Улар телендә беҙҙең шайтанашыҡты ( үксә эргәһендәге түңәрәк (йоморо) һөйәк) тубыҡ мәғәнәһендә. Ә беҙҙә тубыҡ, урыҫса – колено.
     Мәсех ҡылғанда, ситек тәһәрәтле ваҡытта кейелгән, күндән эшләнгән булырға тейеш. Ҡул бармаҡтары һыуға сылатылып, ике ҡулдың өс урта бармаҡтары ситектәрҙең өҫтөнә тейҙереп, ситектең өҫкө алғы ҡуңыстары өҫтөнәндә һыпырыла, шунан һуң ситектәр өҫтөндә өс бармаҡтан ҡалған еүеш һыҙыҡ эҙҙәре хасил була. Мәсехте төрлөсә бармаҡтар менән һыпыралар, бер юлы ике ҡул менән дә, йәки уң яҡты уң ҡул, һул яҡты һул ҡул менән, йәки усты ла тулыһынса аяҡ осоның бармаҡтарынан алып, ситеккә тейҙереп өҫкә табан һыпырабыҙ. Читать далее

Бала фотоларын инстаграмга ҡуйыу

                       Бала фотоларын инстаграмға ҡуйыу наҙанлыҡ
     Үкенескә ҡаршы, сихыр, боҙом күп таралды һуңғы арала. Хатта, газеталарҙа ла «һөйгән йәреңде ҡаратырға булышам, иреңде ғәиләгә ҡайтарам» кеүек эстәлектәге иғландар баҫыла, әпсен-төпсәнгә өйрәтә торған китаптар һатыла. Медицина ла сихырҙың барлығын таный. Дауалауҙың шифаһы теймәһә, үҙҙәре табибтар үк өшкөртөп ҡарарға кәңәш итә. Сихырҙың билдәләре, унан һаҡланыу юлдары тураһында 20 йылдан артыҡ сихыр сығарыу менән шөғөлләнгән, Татарстан Республикаһы Изге Ҡөръән һәм Пак Сөннәт өйрәнеү үҙәге баш мөдире Фәрит хәҙрәт Сәлмән менән һөйләштек.
     - Фәрит хәҙрәт, һуңғы арала сихыр ни эшләп киң таралды икән?
     - Ҡиәмәт алдында йәшәйбеҙ, был мәғлүм нәмә. Сихыр — ул Аллаһы Тәғәлә яҙғанды яһалма рәүештә үҙгәртергә тырышыу. Сихыр — ете оло гонаһтарҙың береһе. Сихырсы үҙен Аллаһы менән бер дәрәжәгә ҡуйырға теләй. Ул Аллаһы теләмәгәнде эшләй. Сихырсы Раббыбыҙҙың ҙур дошманы. Бик күбәйҙе шул сихырсылыҡ. Кеше ҡәнәғәтһеҙ, көнсөллөк көндән көн арта бара. Берәүҙә ике-өс машина булһа, икенсе берәүҙә берәү ҙә юҡ. Асыуҙан кеше бер нимәлер үҙгәртергә теләй, ниғмәткә, дәрәжәгә, ғәилә бәхетенә көнләшә. Читать далее

Төш күреү

                                                      Төш күреү
     Төш, кешенең йоҡлағанда йә иһә бер аҙ серем иткән мәлдә аңға ингән төш күреү нимә ул? Ғүмеребеҙ буйы беҙҙең аҡыл-рух-йән-тән эргәһенән айырылмай уларҙы оҙатып йөрөгән төштө нимә менән аңлатып була? Әлбиттә әҙәм балаһының төшөн, йән-рухын – уның тәбиғәтең кешелек аңлата алмай. Ҡайһы бер фән ғалимдардары төштө ул кешенең көндөҙ кисергән аҡыл эшмәкәрлегенең төнгө ярһыуы тип әйтергә маташһаларҙа ул тураға килмәй, сөнки беҙ төшөбөҙҙә үткән көндөң ваҡиғаһындағы ғына түгел, ә әллә ниндәй аҡыл етмәҫлек төштәрҙә күрәбеҙ. Был төштәр беҙҙе был донъяға яралтҡан Аллаһ Тәғәләһенәндер һәм Аллаһ үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша беҙгә төштәр тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирә.
     Аллаһ Тәғәлә көн менән төндө булдырған кеүек, әҙәм балаһын көндөҙгө тормоштан айырып төнгө йоҡоға талдыра һәм кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡола үткәрә. Ғалимдар бөгөн дә нимә ул йоҡо тигән һорауға аныҡ яуап таба алмай. Йоҡо – ул Аллаһы Тәғәләнең бер мөғжизәһе. Йоҡола саҡта кешеләргә төрлө төштәр килә, ҡурҡынысы ла, ләззәтлеһе лә. Кәүҙәләребеҙ татлы тыныслыҡта ҡалып, донъя мәшәҡәттәренән азат булған да, беҙ өнөбөҙҙәге һымаҡ тулы тормош менән йәшәй бирәбеҙ, төнгө йоҡола, төш күреү сәйәхәттәребеҙҙә ҡайһы берҙә өңдәге проблемалар менән ҡабат осрашабыҙ, үҙебеҙҙә һиҙмәҫтән уны хәл итеү юлдарын табырға тырышабыҙ. Йәки төштә ҡайҙалыр икенсе матур, йә иһә ҡурҡыныс донъялар, таныш йә сит кешеләрҙе, йәки үлеп ҡалған туғандарҙы, башҡа мәрхүмдәрҙе күрәбеҙ. Ҡайһы берҙә был төштәге хыялый донъяны ысынбарлыҡтан айырыу ҙа ҡыйын. Ана шулай кеше ғүмере буйы ике барлыҡта йәшәй, йәнебеҙ осоп йөрөгән төшөндә һәм уяу сағындағы фани донъяла. Уяу сағында тормошҡа ашмағынын ул төшөндә ысынбарбарлыҡ итә, төштәрдә күргәненән өңөндә һабаҡ ала. Читать далее