Ураҙа һәм һаулыҡ
Рамаҙан ураҙаһы һәм башҡа нәфел ураҙалары беҙгә ниндәй файҙа килтерә һуң?Рамаҙан ураҙаһының беҙҙең өсөн фарыз икәнлеген беләбеҙ һәм шул арҡала ураҙа тотоп Аллаһ Тәғәләгә үҙебеҙҙең тәүәккәл икәнлегебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тырышабыҙ.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән «Әй мосолмандар, һеҙ оло бер мөбәрәк айға индегеҙ. Был ай — сабырлыҡ айы, сабырлыҡтың һауабы йәннәт буласаҡ. Иманлы бәндәләрҙең тормошына бәрәкәт, тәндәренә сихәт, ризыҡтарына муллыҡ бирер һәм ҡылған гонаһларын ярлыҡар, күңелдәренә нур һалыр».
Ә икенсе яғы, тәнебеҙгә ниндәй сихәт килтерә һуң, сәләмәтлегебеҙгә ниндәй файҙа? Аллаһ Тәғәлә кешегә ял итергә төн биргән һымаҡ, беҙ ашҡаҙаныбыҙға ла ял бирергә тейешбеҙ. Беҙҙең кәүҙә ағзалары ялға мохтаж. Ә беҙҙең ашҡаҙаныбыҙ ял иткәне бармы? Бер туҡтауһыҙ ашап, уны тултырып торабыҙ түгелме? Уның төпһөҙ мискә икәнең онотоп бер туҡтауһыҙ тултырабыҙ, шул ваҡытта нисек халыҡ быға тиклем ас-һуғыш замандарында йәшәгән икән — тип уйлайбыҙ. Аллаһ Тәғәлә уларҙы һынау үткәреп, ҡайҙандыр ризыҡ биреп йәшәтеп, шуларҙан тыуып үҫкән бәндәләр беҙ түгелме?
Шуға ла беҙ ризыҡтын ҡәҙерен белеп, ошо ураҙала һыуҙың алтынға тиң икәнең аңларға тейешбеҙ. Үҙҙебеҙҙең ашҡаҙанды һаҡларға кәрәк. Уны бер туҡтауһыҙ тултырып торһаҡ, эшсәнлеге, ҡеүәте кәмей. Шуға ла көндөҙ ураҙа тотҡас, ашҡаҙан бер аҙ ял итә. Унда йыл буйы йыйылған, эшкәртелгән ризыҡтан ҡалған ағыулы-кислоталы ҡалдыҡтар ошо ураҙа ла организмдән сығарыла.
Күп ашауҙы Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм кәферҙәрҙең ғәҙәтенә оҡшатып шул хаҡта әйткән: “Мосолман кеше бер ҡорһаҡҡа, кәфер кеше ете ҡорһаҡҡа ашай” — тигән. Шулай түгелме? Бына уйлап ҡараһаҡ, беҙ күпме артыҡ ауырлыҡ алып йөрөйбеҙ. Бер нисә килограмм ғына түгел бит әле, ҡайһы берҙәр ғүмер буйы тигәндәй артыҡ кәүҙә ауырлығын тоҡҡа һалып йөктәп алып йөрөй түгелме? Күп ашау нәфсеһен ана шул ураҙа ниәте генә туҡтата.
Бөйөк төрки мосолман ғәлиме һәм табибе Әбүғәлисина әйткән мәшһүр һүҙҙе иҫкә төшөрәйек: «Бөтөн ауырыуҙарҙың тамыры кешенең ашаған һәм эскән ризыҡтарына барып тоташа». Бөтә ауырыуҙарыбыҙ шул ашҡаҙандан, шул нәфсебеҙҙе тыя алмай ашағандан.
Боронғо Рим философы Сенеканда шундай фекер әйтә: «Сирҙәрҙең һанын белергә теләһәгеҙ, ризыҡ төрҙәренең, һанын белегеҙ». Ә ниндәй генә ризыҡ юҡ хәҙер, бер ниндәй ҙә ГОСТта, бер ниндәй ҙә медик-һаулыҡ тикшереүҙәр юҡ, тик кәсеп өсөн генә, химик мәтдәләр ҡушып тәмләтеп, үҫтереп, күберәк ашаһындар — тип һаталар. Таҙа ризыҡ, һыу эскәнегеҙ бармы?
Тағын бер ғәлим Әр-Раүи ураҙа хаҡында шулай тигән: «Ураҙа организмдың сирҙәргә ҡаршы тороусанлығын арттыра. Был мөһим хаҡыйҡәте Ислам дине асҡан һәм уны үҙенең биш шартынын береһе иткән». Ана шул ураҙа тотоп бик күп сирҙәрҙән, хроник ауырыуҙарҙан арынырға мөмкин. Күп кеше Аллаһ Тәғәләгә ышанып, шулай сараһыҙҙан (табиб, дарыуҙарҙан файҙа булмағас) һауығам тип, Аллаға өмөт итеп тырышыуы арҡаһында, тик Аллаһынан ярҙам һорауы арҡаһында һауыға. Бындай мәҫәлдәр донъя тулы. Беҙҙең әҙәмдәрҙең Аллаһ Тәғәләне таныу ваҡытты — шул һынауҙар, ауырыуҙар төшкән мәлдә. Әммә онотмағыҙ, беҙ ошо йәшәгән ваҡыттың көтмәгән мәлендә ошонан әхирәткә күсеүебеҙ бар. Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә, шуға ла Уны таныйыҡ әжәл етмәҫ борон.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән: “Алтмыш йәшкә етеп Аллаһ Тәғәләне танымаған кешегә минең хөрмәтем булмаҫ — тип әйткән Аллаһ Тәғәлә”. Күптәребеҙ шул ҡартайғас, аҡылыбыҙ зәғиф бала аҡылына ингәнең көтә түгелме, шунаң һуң намаҙ, ураҙа тотам тип?
Аллаһ Тәғәлә әмер иткән бөтөн ғибәҙҙәтәрҙеке кеүек үк, ураҙаның да бихисап файҙалары бар. Киләсәктә лә ураҙаның әлегә ҡәҙҙәр беленмәгән файҙалы яҡтары асыласағы шикһеҙ. Ураҙа беренсе нәүбәттә дини фарыз булһа ла, уның кеше сәләмәтлеге өсөн шифаһы бик ҙур. Ураҙаның һаулыҡ-сәләмәтлек өсөн ысын файҙаһын хәҙерге заман фәнни-тикшеренеүҙәр иҫбат итте. Хатта мосолман булмаған кешеләр ҙә, туҡланыу режимы йәки диета тигән исемдәр менән ураҙа тотоп, сихәткә ирешергә тырыша. Төрлө сирҙәрҙе дауалау маҡсаты менән диета боронғы замандарҙа уҡ ҡулланылған. Әлеге табибтар әйтеүе буйынса, мосолман ураҙаларындағы кеүек асығып, һыу эсмәй асығыу дөрөҫ. Шулай итһән кеше шешенмәй генә ябыға, артыҡ кәүҙә ауырлығын яндыра.
Күп ашау кешене ауырыу иткәнен белептә, инде тыйылмаһаҡ, ғәйепте ҡайҙа эҙләргә? Әлеге әйтем буйынса: “әҙәм балаһы ярты ғүмерен мал йыя, ярты ғүмерен шул йыйған малы менән үҙен дауалау” — тиҙәр.
Ҡөръән Кәримдә: “Ашағыҙ, эсегеҙ, тик исраф тимәгеҙ” — тип әйтелә. Самаһын белеп ашағыҙ — эсегеҙ тип аңлағыҙ. Тик беҙҙен халыҡ аңларға тырышамы? Ураҙа түгел харамдан тыйылмай, әлеге шул күңел асып ашап-эсеп ҡалайыҡ тиҙәр. Иблестен һүҙҙәрен тыңлайҙар шул, урындары шул ҡәһәр менән тамуҡта булыр.
Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: “Тулып тороуҙан иң ҙур зарар күргән һауыт – ашҡаҙан” — тигән. Күп ашау ниндәй зарарлы булһа, ә әҙ ашау шул ҡәҙәр файҙалы була. Әҙ ашауҙын файҙаһын һанап бөткөһөҙ. Кем беҙҙең өләсәй-олатайҙар һымаҡ сабып-хәрәкәтләнеп йөрөй? Кемдең уларҙыҡы һымаҡ тештәре теүәл? Бында харамға яҡын бармаған, диндә булған ололар тураһында һүҙ.
Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: “Ураҙа тотоғыҙ, сәләмәт булырһығыҙ” – тигән. Һәр нәмәнең зәкәте бар. Тәндең зәкәте ураҙа. Биргән зәкәт малды артырып, бәрәкәт бирһә, ураҙала шул тәнде таҙартып, ғүмерҙе оҙонайта, кешене йәшәртә.
Бер ғәлим – табиб ураҙаның тәҫирен тикшергәндән һуң: “Уны бысаҡһыҙ башҡарылған операция” — тип атай. Хәҙерге заман ғәлимдәре сир менән ашҡаҙан араһындағы бәйләнеште бик яҡшы аңлайҙар, шуға ла саманы ашауҙа-эсеүҙә белергә ҡушалар. Харам ризыҡтарҙан да тыйылырға, уларҙын инде зыяны бик яман. Белә күреп тә тыйылмаһағыҙ, Аллаһ Тәғәләғә ҡаршы сығыусы булырһығыҙ.
Һуңғы фәни-ғилем тикшереүҙәре буйынса ураҙа ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә, ҡанда холестерин артыуына, ҡан баҫымы күтәрелеүенә, һимереүгә, инфарктҡа, ангинаға, ашҡаҙан яраһына, эсәк ауырыуҙарына, диабетҡа, үт ҡыуығы һәм бөйөр ауырыуына ҡаршы бынамы тигән дауалау сараһы булып тора.
Ураҙаның ашҡаҙан ауырыуҙары өсөн зарары бармы тигән һорау бик күптәрҙе борсой. Фәнни тикшеренеүҙәр ошоно күрһәтә: Ураҙа тотоу организмда протеин алмашыныу процессына тиҫкәре тәҫир итмәй. Ас торған саҡта, организмда углеводтар арта, бер-нисә йөҙ граммға етә. Был миҡдар организмдың ярты көнлөк ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Был процессҡа майҙар ҙа ҡушыла. Бер-нисә аҙна ас торғанда ғына, протеин мәтдәһендә тиҫкәре нәтижәләр күренә. Ураҙалы кеше, мәғлүм булғанса, тәүлеккә кәмендә ике мәртәбә ашап-эсә. Измир ҡалаһы Эге университеты ғәлимдәре махсус электрофорез алымы менән үткәргән тикшеренеүҙәре ураҙаның протеиндарга бер ниндәй насар йоғонты яһамауын иҫбатланылар.
Хәҙер ашҡазаны йәрәхәтенә киләйек. Был ауырыу ҡайһы бер йыл миҙгелдәрендә (фасылдарында) аҙып китә. Табибтар беҙҙе ас йөрөүебеҙҙен ашҡаҙан һәм унике илле эсәккә тиҫкәре йоғонты яһарға-мөмкинлеге тураһында иҫкәртә. Тик шуныһы ла мәғлүм булһын: ураҙа бары тик ашҡаҙан йәрәхәте аҙып киткән айҙарҙа (ул, ғәҙәттә, көҙ йәки яҙ айҙары) туры килгәндә генә сәләмәтлеккә зыян килтерә ала.
Был осраҡ өсөн иһә динебеҙҙең, әмере бар: хроник ауырыу көсәйеп киткән ваҡытта ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә, йәғни ауырыған саҡта тотолмаған ураҙа йәки үтәлмәгән ғибәҙәт ҡазаға ҡала.
Пакистандың Декар һаулыҡ институтында үткәрелгән клиник һәм биохимик тикшеренеүҙәр нәтижәһендә ураҙаның бөйөргә, ҡан әйләнеше системаһына һәм ҡан үҙенсәлегенә (составына) бер ниндәй тиҫкәре йоғонтоһы булмауы асыҡланған. Шулай уҡ Төркийәнең Ваҡыф Ғүрәба клиникаһында 20 йыл дауамында ураҙа тотоуҙың ашҡаҙан йәрәхәтенең тишелеүе менән бәйлелеге тикшерелгән һәм Рамаҙан айында бындай ауырыуҙарының әллә ни артмауы асыҡланған.
Нәтижә яһап шуны әйтергә мөмкин: ураҙа тотоуҙың ашҡаҙанға ниндәйҙер насар тәҫире юҡ.
Яңыраҡ ифтар мәжлесендә таныш хәҙрәт һөйләне: “иптәш егет ашҡаҙан ауырыуы менән ыҙалай ине, ураҙа тоторға кәңәш бирҙем — тине. Яйлап бер көнләп, аҙналап тотто. Хәҙер инде ай буйы тота тине. Ауырыуы ла үтеп бара, Аллаға шөкөр” — тине.
Аллаһ Тәғәлә әйтә бит: “Ауырыуҙарҙа минән һеҙгә кәфәрәт өсөн, һауығып китеүегеҙҙә минән – тине, шөкөр итегеҙ”. Аллаһ Тәғәлә барығыҙғала һаулыҡ, иман насыйп итһен һәм ҡушҡанын теүәл үтәргә яҙһын.