Архив метки: бала

Балаға ниндәй исем ҡушырға?

                                             Балаға ниндәй исем ҡушырға?
     Ҡыҫҡаса балаға исем ҡушыу йолаһын ҡарап үтәйек. Интернет киңлектәрен ҡарап сыҡһаҡ, балаға исем ҡушыу ҡағышлы төрлө йолалар, ырым-шырымдар яҙғандарын күрәбеҙ. Шуға ла борондан килгән исемгә ҡағышлы ышаныуҙар арҡаһында төрлө буталсыҡтар һәм аңлайышһыҙлыҡтар килеп сыға, Ислам дине тарафтарынан хупланмаған мәсьәләләр килеп тыуа. Шул ҡайһы бер бәндәләрҙең наҙанлығы арҡаһында миңә лә, мулла булараҡ кешегә, йәшерен исем ҡушығыҙ тип, өндәшеүселәр бар.

     Әйҙәгеҙ бына берәүҙең, дингә ҡағылышы булмаған бәндәнең «Презентация», доклад на тему «Балаға исем ҡушыу йолаһы»н ҡарап үтәйек. Был кеше үҙ маҡсатын: «Фәнни-тикшеренеү эшемдең актуаллеген» асыҡлай инде. Диндән йыраҡ булған берәй студенттыр инде, ярай инде, Аллаһ ғәфү итһен яңылышлығын.
     Артабан уҡыйбыҙ: хәҙерге ваҡытта йолалар юғалып бара, элеккесә теүәл үтәлмәй. Йолаларға рус, татар йолаларының ҡайһы бер элементтары ла ҡушылған. Был йолаларҙы хәҙерге заманда яраҡлы итеп ҡулланыу. Читать далее

Бала төшөрөү (аборт)

                                                 Бала төшөрөү (аборт).
     Әсә ҡарынында ятҡан баланы төшөрөү, икенсе төрлө әйткәндә абортты хәҙерге заманда бер ауырыу органды, миҫалға: шешкән һуҡыр эсәкте ҡырҡып алыу ташлау һымаҡ күрә күрә башланылар. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар уның сәләмәтлеккә ниндәй ҙур зыян килтереүе тураһында ла, йәмғиәттебеҙҙә, бигерәктә динебеҙҙә хупланмаған ғәмәл булыуы тураһында уйламайҙар ҙа. Ә бит бала төшөрөүҙе диндәр ҙә тыя. Исламда был оло гонаһ һанала. Сөнки бала төшөрөү – был донъяға тыуып, йәшәргә теләгән балаға, ҡаршы енәйәт ул, нисек инде йөрәген аҫтында йәнәшә типкән кескенә йөрәкте үлтерәһең?
     Әгәр ҡатын-ҡыҙ ауырға ҡалһа, тыуасаҡ сабыйы өсөн доға ҡылып, уны көтөргә кәрәк. Кемдер буласаҡ баланан ҡотолорға теләй, ә шул уҡ ваҡытта күпме ҡатын-ҡыҙ бала табыу һәләтенән мәхрүм? Донъябыҙҙа күпме ҡатын-ҡыҙ бала таба алмай илай. Улар барыһын да бирер ине, ә бала юҡ. Ошо шатлыҡ өсөн был бәхетһеҙҙәр бөтә донъяһын бирергә әҙерҙәр, әсә булырға теләйҙәр. Улар әсә булыу тураһында хыяллана, бәпестәрен күкрәктәренә ҡыҫып, яратып, үбәһеләре килә. Ошо абортҡа барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәләкәй генә бәпесте ҡулына алып, иркәләһе, кескенә генә ҡулдарынан үбеп, үҙ балаһының еҫен тояһы килмәне микән? Донъяға ауаз да һалмаған баланы нисек инде юҡ итеп була? Тормош булғас, төрлө осраҡтар була, төрлә һынауҙар, ҡаршылыҡтар килә, һүҙ ҙә юҡ. Ләкин, яуаплыҡтан ҡурҡып ҡына кеше ғүмерен өҙөү дөрөҫ түгел һәм был хаҡта бер аҙ уҡып китәйек. Читать далее

Тәрбиәле бала

Ризаитдин бин Фахретдин

                       Тәрбиәле бала

   Алтындан баһалы, ожмах ниғмәттәренән ҡәҙерле булған нәмә-тәрбиәле балалыр. Ата үә әсә өсөн тәрбиәле бала дәрәжәһендә олуғ байлыҡ һис булмаҫ. Тәрбиәле бала донъяла йәнгә үә әхирәттә йөҙгә аҡлыҡ килтерер. Тәрбиәле бала донъя байлығына ла бирелмәҫ,үә бер мәмләкәт батшалығы менән дә алмаштырылмаҫ; уны һәр кем яратыр үә маҡтап һөйләр, ниндәй йомош һораһа ла, бирерҙәр. Тәрбиәһеҙ баланы бер кеше лә яратмаҫ, йомош бирмәҫтәр, бәлки хурларҙар үә кәмһетерҙәр. Тәбиәле бала бөтмәҫ үә төкәнмәҫ хазина булһа ла, тәрбиәле булмаҡ та бик еңелдер. Тәрбиәле бала булырға һәр баланың ҡулынан килер, көсө етер. ,,Атам-әсәм шатланһын, кешеләр миңә рәхмәт әйтеп, мине яратһындар һәм мине үрнәк итеп һөйләһендәр,”-тигән балаларҙың барыһы ла тәрбиәле бала була алырҙар. Тәрбиәле бала бик билгеле булыр. Эшләгән эштәре тәрбиәһен күрһәтеп, белдереп торор. Тәрбиәле балаларҙың ни рәүешле булғандарын ошо урында һеҙгә белдерәбеҙ, уҡып аңларһығыҙ һәм рәхәтләнеп, үә күңелләнеп, тәрбиәле балаларҙың ғәҙәттәре менән ғәҙәтләнерһегеҙ. Тәрбиәле балаларҙың ғәҙәт үә холоҡтары ошо рәүештә булыр: Читать далее