Пәйғәмбәребеҙ ауырыуҙар хаҡында
Пәйғәмбәребеҙҙең тыйб ғилеме.
Донъя көткәндә бәндә белергә тейешле ҡанун- ҡағиҙәлөр бәндәгә Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр, әүлиәға тиң ғалимдарҙың, хикмәтле нәсихәттәре менән аңлатып бирелә.
Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: ”Бер-береһенә, ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәттә, һөйөү һәм теләктәшлектә иманлы бәндәләр, бер тән кеүек: тәндең бер ере ауыртһа; башҡа ерҙәре лә уға һыҙланыу менән яуап бирә”, — тигән.
Мосолман — мосолмандың көҙгөһө, мосолмандың — ҡәрҙәше, уға ул — терәк. Кәрәк-ярағын табырға ярҙам- итә, үҙе юғында мал-мөлкәтең һаҡлап тота. Уға ҡарата хыянатҡа бармай. «Зәғифтәргә һәм фәҡирҙәргә иғтибарлы булығыҙ. Сөнки шундайҙарҙың булып ҡына тороуы сәбәпле Аллаһ һеҙгә ярҙам итә, рәхмәтенән ташламай ”. ”Әгәр ҙә бөкөрөһө сығып бөткән ҡарттар, әсә күкрәгенән айырылмаған сабыйҙар, болондарҙа үлән уртлап йөрөгән көтөү-көтөү малдар булмаһа, әҙәм башынан йөрөргә генә торған бәләләрҙә бөтмәҫ ине” — тигән ул.
”Хәрәмдәрҙән Һаҡлан — ғибәҙәтең тулы камиллыҡта булыр; Аллаһ биргәндәргә риза бул (кеше хаҡына инергә тырышып, — артығын эҙләп йөрөмә; ҡулымда бар ваҡытта сумырып ҡалайым тип тә уйлама) — һинән бай кеше булмаҫ; күршеңә ҡарата яҡшы бул — иманы камил мөьминдәрҙәң булырһың; үҙең өсөн нәмә теләр булһаң, башҡаларға ла шуны телә — мосолмандарҙың иң яҡшыһы булырһың; Күп көлмә — күп көлөү күңелде ҡатыра”, тигән ул. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: ”Эй, Аллаһ ҡолдары! Ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, Аллаһы Тәғәлә һәр ауырыуҙы дарыуы менән бергә бар итте, бары тик ҡартлыҡҡа ғына дауа юҡ’’, — тигән.
- Дауалау Аллаһы Тәғәләнең тәҡдирен үҙгәртәм әллә?- тиҙәр сәхәбәләр.
- Дауаланыу, сихәт табыу — үҙе үк Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире, — ти пәйғәмбәр, ғәлләйһис-сәләм.
Күп кешеләр бөгөн ауырыуҙарҙы үҙҙәре эҙләп йөрөй, үҙҙәре таба, үҙ ғәйебе менән ауырыуға һабыша. Донъялағы бөтә ауырыуҙар бөгөн — Аллаһы Тәғәләнең тыйғандарынан тыйыла белмәү сәбәпле, килгән ауырыуҙар.
Дарыу тигәндәренең дә хатта күбеһе бөгөн байып ҡалыу өсөн генә эшләнә.
Әле теге заманда уҡ пәйғәмбәребеҙ өйрәткән:»Биш нәмә килмәҫтән элек биш-нәмәңде ғанимәт (байлыҡ, бәхет, уңыш) тип бел, тигән.
Улар — үлемеңдән алда — йәшәүеңде; ауырып киткәнсе — сәләмәт сағыңды, эштән башың сыҡмаҫтан алда — буш ваҡыттарыңды, ҡартлыҡ килерҙән алда — йәшлегеңде, фәҡирлеккә төшөү ихтималынан алда — барлы ваҡыттарыңдың ҡәҙерен белеү”.
Бына шуны белмәүҙәре сәбәпле күп кешеләр — матди һәм мәғәнәүи бәхеттең нимә булыуын аңламай юҡ-бар артынан ҡыуып ғүмерен заяға үткәрә. Аллаһы Тәғәлә тәүфиҡ биргән кеше аҙ ғына ғүмерҙән дә күп нәмә алып, үҙенә лә, үҙенән һуң йәшәйәсәктәр ҙә файҙаланып ҡына торорлоҡ хәйерле эштәр эшләргә өлгөрөп ҡала.
Ундай кешеләр йәшәгән йылдарында уҡ яҡшы ниәт, сәләмәт күңел, изге — ғәмәлдәрҙе үҙенә юлдаш итеп һайлай белә.
”Раббыңдан, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, тән сәләмәтлеге менән күңел сәләмәтлеген Һорап ҡына тор”.
Ауырыуҙарҙы дауалау табиптар һәм дарыуҙар менән генә сикләнмәй, ауырыу кешенең иң элек рухын дауаларға кәрәк.
Кешенең рухын, йәнен, тимәк, бөтә -булмышын паклап ҡына тороу юлдарының иң камилы тәрбиә һәм тәрбиәсенең дә тәрбиәле булыуы. Тәрбиәнең иң оло дәреслеге — Ҡөрьән.
”Ҡөрьән аяттарын уҡы һәм уҡығанды ҡабатлап ҡына тор, — тип өйрәтә ул, — Намаҙ уҡы. Кешене ул донъя керенән, аҙғынлыҡтан тыя. Аллаһты зекер итеп кенә, тороуҙың файҙаһы бик ҙур. Һеҙҙең нимә эшләп йөрөгәндәрҙе ул күреп кенә тора”. "Ғәнҡәбүт”, «Үрмәксе” сүрәһе, 45-нсе аят.
Күңелдең пак, малдың, кейемдең, ризыҡтың хәләл, эштәрҙең игелекле булыуын һөйә дин. Сәфәрҙәрҙә йөрөгәндә лә пакланьп ҡына торорға бойора.
Ауырыуҙар эргәһенә барған ваҡыттарында пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, уның күкрәгенә йә булмаһа маңлайына ҡулын ҡуйып, Аллаһтан ауырыуҙың хәлен еңеләйтергә ярҙам итеүен үтенеп доға ҡыла торған була.
»Бөтәһе лә яҡшы. Аллаһ теләге менән һин дә һауығыу табырһың”, -тип йыуата.
Хәҙис Шәриф.
Хәйбәрҙә ваҡытында йәһүд ҡатындарынан берәү Пәйғәмбәребеҙгә ағыу һалып бешерелгән һарыҡ ите килтерә. ”Был нәмә?” — ти пәйғәмбәр. ”Бүләк” — ти ҡатын. Пәйғмбәребеҙ менән уның сәхәбәләре һарыҡ итен ашай башлай. Шул ваҡыт пәйғәмбәребеҙ үҙе лә ашауҙан туҡталып ҡала, "Туҡтағыҙ!” — тип башҡаларҙы ла туҡтата. ”Был һарыҡты һин ағыулап килтергәнһең”- ти пәйғәмбәр ҡатынға ҡарап. ”Был хаҡта һиңә кем әйтте?” — ти ҡатын. "Бына был һөйәк!”- ти пәйғәмбәр ҡулындағы һөйәккә күрһәтеп ”Эйе, ағыуланым”, — ти ҡатын. ”Ә ниңә?” "Белер өсөн. Әгәр ҙә һиң ялған пәйғәмбәр булһаң, кешеләр һинән ҡотолоу табыр; әгәр ҙә һин ысын пәйғәмбәр булһаң, иттең зыяны теймәҫ, — тип уйланым”, — ти ҡатын.
Ашауҙан туҡталып ҡалған пәйғәмбәребеҙ һәм сәхәбәләр арҡаһынан, Аллаһ илсеһенең үҙенең тәҡдиме менән, өс тапҡыр ҡан алалар. Шулай ҙа сәхәбәләрҙән ҡайһы берәүҙәр шифа таба аламай үлеп ҡала.
Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс, пәйғәмбәребеҙҙең дә ауырыуы көсәйә. "Үлемем яҡынайып килгән был көндәрҙә мин ағыулы ит ашауҙың эҙҙәрен тойоп торам”, — тигән ул.
Ғалимдар өйрәткән: ”Аллаһ ихтыярындағы үҙенә тейешле бөтә әжер-сауаптарҙы үҙе алып ҡалһын тип, Аллаһ Үҙе маңлайына яҙып ҡуйған тәҡдире бойомға аша һәм пәйғәмбәребеҙ тәнендә ҡалған ағыу яңынан көсәйеп, ул шәһидтәр үлеме менән үлә”, — тигән.
Пәйғәмбәребеҙ йәшәгән йылдарҙа берәү яраланып, тамырҙарында ҡан ойошоп ҡала. Шул ваҡыт пәйғәмбәребеҙ бәнү Әмр ҡаүеменән булған ике кешене саҡырып ала:
”Һеҙҙең арағыҙҙан ҡайнығыҙҙың тыйб ғилеменән хәбәре бар? — ти. ”Ә һуң дарыу ҡулланырға мөмкинме?” — ти ғәрәптәрҙең береһе. ”Ауырыуҙарҙы яралтып бар иткән зат уларҙы дауалау юлдарын да яралтып бар иткән”, — ти пәйғәмбәр.
Был хәҙискә ҡарағанда тормоштоң, төрлө даирәләрендә белгестәргә, үҙ эшендә оҫта булған кешеләргә, дини мәсьәләләргә килгәндә инде дин ғалимдарына, остаздарға мөрәжәғәт итергә кәрәклеге көн кеүек асыҡ.
Ғалимдарҙан ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренә, ҡарағанда бәндәләрҙең ерҙәге эштәре, шул иҫәптән ауырыуҙар һәм уларҙы дауалау өсөн дә яуаплы итеп Аллаһ үҙенең фәрештәләрен ебәрә. Әсә ҡарынында яралғы сағынан башлап улар ғүмер буйы бәндәләргә күҙ-ҡолаҡ булып йөрөй.
Дарыуҙарҙың икенселәре ямғыр һыуҙары менәй төшә, ямғыр. Һыуҙары үҫемлектәрҙең үҫеп китеүенә сәбәп була. Тау-таштарҙан ағып төшкән төрлө минералдар, баҫыу киңлектәрен тултырып үҫкәп ашлыҡтар, емеш-еләктәр, сәскәләр, шишмә һыуҙары — бөтәһе лә шифалы дарыуҙар сығанағына әйләнә, — тиҙәр.
Аллаһтың беҙ үҙ ҡолдарын гонаһтар менән һынап ҡына тороуын беләбеҙ. Гонаһтарҙан ҡотолоу юлы тәүбә. Ауырыуҙар менән дә бәндәләрҙе һынай ҡына тора Ул.
Ауырыуҙарҙан һауығыу юлы — дауалана һәм дауалай белеү.
Бында бик ҙур хикмәт бар.
Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: Үҙ һөнәрендә оҫталығы Һәм ғилеме етешмәгән көйө ауырыуҙарҙы дауалап йөрөгән кеше Ҡиәмәт көнөндә бының өсөн дә яуап бирәсәк”, — тигән. Сөнки улар ҙа ғәмәл дәфтәренә яҙылып бара.
Шуның өсөн ғәмәл булған ерҙә, әлбиттә, имандың да ҡатнашы булырға тейеш. Иманлы кеше дарыуҙарҙан да, Ҡөрьән аяттарынан да ҡеүәт таба.
Хәҙистәрҙә әйтелә: ” Йәһүдтәр сихыр менән сырхау ебәргәндә пәйғәмбәребеҙҙең баш осонда бер, аяҡ осонда икенсе фәрештә ултырған була”. ”Уның менән нимә булды?”- ти береһе. ”Сихыр шауҡымы ҡағылды”, — ти икенсеһе. ”Был сихыр уға ҡайҙан килде?” — ти береһе. Фәлән-фәлән йәһүдтән”, — ти икенсеһе. ’’Ябраил, ғәләйһис-сәләм, килде лә:
”Эй, Мөхәммәд! Һин ауырыуҙарҙан зарланаһыңмы?” — тине. ”Эйе”, — тине пәйғәмбәр.
”Бисмилләһир-рахмәәнир-рахим! Үҙеңә килеү ихтималы булған төрлө ауырыуҙарҙан, ямаң күҙҙәрҙән һәм ямаң рухтар зарарынан, көнсөлдәрҙең көнсөллөгөнән, күҙ тейеүҙәрҙәң ҡурсалап ҡына тороуын теләп, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылам. Иншаъ Аллаһ, Ул һиңә шифаһын бирер”, — ти.
Аяттарҙа ла бит әйтелә: ” Ҡөрьәндә Беҙ иманлы бәндәләребеҙ өсөн шифалы дауа һәм үҙебеҙҙең рәхмәтебеҙ булырҙай хикмәттәрҙе генә индерәбеҙ. Иманһыҙҙар өсөн улар, юғалтыуҙарҙы ғына арттыра”.
”Үҙ рәхмәтенән башҡа Аллаһтың Һиңә биргән бәрәкәттәре лә күптән күп”. “Әл-Исра”,”Төндәге күсереү” сүрәһе, 82,87 — нсе аяттар.
”Бер ваҡыт мин, ауырып киттем, — тип һөйләр булған Сәғид ибн Әбү Ваҡҡас, — Хәлемде белергә тип пәйғәмбәребеҙ килде. Ҡулын күкрәгемә ҡуйып, уңың һалҡынлығын тоя башлағансы тотоп торҙо. "Йөрәгеңдән зарланаһыңмы?” — Ҫәҡиф ҡаүеменән булған табиб Әл- Харис ибн Ҡаләдәгә барып ҡара. Дауалау юлдарын ул яҡшы белә. Мәҙинәлә үҫкәндәрен һайлап ете хөрмә емеше алһын да, уларҙы төштәре менән бергә ыуалап һиңә бирһен”, — ти. Хөрмә емешенең яңы ғына йыйып алынғанын да, киптерелгән емештең йөрәк ауырыуҙарын дауалау өсөн шифалы булыуы ғәрәптәргә билдәле була.
Дауалау өсөн хөрмәнең етеһен һайлап алыу — сер. Уны Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәлә менән пәйғәмбәр үҙе генә белә.
Шул уҡ Әбү Ваҡҡастан риүәйәт булып ҡалған тағы ла бер хәҙистә уның: Иртәләрҙә Мәҙинәлә үҫкән ете хөрмә емеше ашап ғәҙәтләнгән кешегә ағыу ҙа, сихыр ҙа зыян итә алмаҫ”, — тигән һүҙҙәре килтерелә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, хөрмә емеше тәнгә эҫелек һәм көс бирһә, ҡыяр иһә кәрәк ваҡытта тәндә һалҡынлыҡ булдырырға ярҙам итә.
”Мин үтә лә сибек инем, кешеләр миңә тулыланыуға ярҙам итерлек берәр нәмә табырға кәңәш бирҙе, — тип һөйләр булған Ғәйшә рази Алла ғәнһә, — Хөрмә менән ҡыярҙы ҡушып ашай башлағас ҡына миңә шундай мөмкинлек тыуҙы”.
Әлбиттә, һәр төбәктең тәбиғәте төрлө булған кеүек, төрлө төбәктә йәшәгәндәрҙең тәне лә шул шарттарға, шунда үҫкән емеш-еләккә, ризыҡтарға күнегеп бөткән була. Тимәк, ризыҡтың да, емештең дә бер яҡта йәшәгәндәр өсөн шифаһы, икенсе яҡтағылар өсөн зыянлы булыуы бар. Үҙ ҡәрҙәшенә пәйғәмбәребеҙ ҙә бит бер ҙә юҡҡа ғына табибҡа барырға бойормай.
Кеше бит ул ғәҙәттә пәйғәмбәрҙәр һүҙенә ҡолаҡ һала, әммә тирә-йүндә даны таралған табибтар һүҙенә нығыраҡ ышанып бара.
Пәйғәмбәребеҙ биргән кәңәштең рухи һәм матди яҡтан да, мәғәнәүи яҡтан да әһәмиәте бына шунда.
Көндәлек тормошта пәйғәмбәребеҙ яңы ғына өлгөрөп еткән хөрмә емешен оҙон-оҙон сортлы ҡыяр менән ҡушып ашарға яратҡан. Һәр емештең файҙа менән бергә зарарлы яҡтары ла була, тиҙ боҙолоусан хөрмә емешенең һыуһауға, тештәрҙе, ҡанды боҙоп, баш өйәнәгенә сәбәп булыуын, иҫәпҡә алып, ул емештең был етешһеҙлектәрен ҡыяр ярҙамында юҡҡа сығарған.
Ҡыяр орлоҡтарын онтап һәм иләп, ғәрәптәр теш таҙартыу һәм уны ағартыу өсөн паста әҙерләгәңдәр. Онталған ҡыяр орлоғон пәйғәмбәребеҙ йөҙөм емеше менән бергә ҡатнаштырып, бинт рәүешеңдә ҡуланған, бындай, бинтты ҡоторған эт тешләгән урынға ябыу бик файҙалы, тип өйрәткән.
”Һәр ауырыуҙың үҙенә генә хас, дарыуы була. Сырхауына ҡарап уңы ҡуллана ла белһәң, Аллаһ рәхмәте менән уның шифаһын да табырһың тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Ауырыуҙар эргәһенә барғанда беҙҙә был яҡтар өсөн бөтөнләй ят булған емеш-еләк алып барыу ғәҙәте бар.
” Аллаһ, — тип өйрәткән, ул, — Бер үк ваҡытта сиренә дауа булырлыҡ дарыуҙарын да булдырмай тороп бер ниндәй ауырыу бирмәгән”. Ризыҡ менән дә шулай.
Һәр кемдең үҙе, үҙ халҡы өсөн күнегелгән ризығы булған- кеүек, үҙенә генә шифа бирер дарыуҙары ла була.
Табибтың ауырыуға дарыуҙар биргәндә хаталаныуы зыянлы булған кеүек, уны төрлө ризыҡ менән күмеп ташлауҙың да файҙаһы юҡтыр.
”Диета, — тигән ғәрәп табибы Әл-Харис ибн Ҡатада, — дауалауҙың иң яҡшы юлы. Сөнки ауырыуҙар йыйылып ҡына торған урын — бәндәнең ашҡаҙаны”. Шуға ла бәндә ауырыған ваҡытта ла уны үҙе ашап күнеккән ризыҡтан айырыу дөрөҫ түгел. Дин дәрестәре биргән был кәңәштәр Аллаһтан индерелгән аяттарҙағы хөкөмдәр менән ауаздаш. Тимәк, улар бер ниндәй шик-шөбһәгә урын ҡалдырмай ҡабул ителергә, ҡабул итеү өсөн бәндә күңелендә ныҡлы ышаныс һәм иман да булырға тейеш.
Бәндә күңелендәге иман, инаныуҙар күп төрлө ауырыуҙарҙы еңеп сығыу өсөн көс биреүен дә беҙ беләбеҙ. Инаныу булмаһа әллә ниндәй дарыуҙарҙың да файҙаһы булмаҫҡа мөмкин.
Шуға ла изге Ҡөрьән үҙе үк — бәндә өсөн шифалы дауа сығанағы, тип өйрәткән беҙҙең бабайҙар. Күңелде ул төрлө боҙоҡлоҡтан ҡотҡара, тән сәләмәтлегенә, донъялар именлегенә зыян килтереү ихтималы булған-бөтә нәмәнән ҡурсалап тора.
”Яҡшы һүҙ — йән аҙығы”, — тигәндәр бабайҙар. "Ауырыуҙарҙың хәлен белергә барһағыҙ, АллаҺ ризалығы өсөн тип яҡшы Һүҙҙәр һөйләгеҙ. Бындай һүҙҙәр уның күңеленә тынғылыҡ бирә”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Уларҙың борсолоуҙарын юҡҡа сығара, ауырыуҙарға ҡаршы торор өсөн көсөн арттыра”.
Ҡөрьән өйрәтә: «Ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙәрҙә булып ҡына торған бәләләр үҙ ҡулдары менән эшләп кенә торған насарлыҡтарының бер өлөшөн генә булһа ла күреп өлгөрһөн тип бәндәләргә яза булараҡ бирелә, шуны аңлап улар, бәлки, хаҡ юлға ҡайтыр”, — ти. ”Рум” сүрәһе, 41-се аят.
Кешелек һәм кешеләр насарлыҡҡа, гонаһтарға үҙҙәре бирелеп кенә торор булһа, уңың туҡланыр ризығында, һулар — һауаһында, эсер — һыуында һәм... күңелендә лә төрлө -ауырыуҙар тыуып һәм ишәйеп кенә тора башлай.
- Аллаһы Тәғәлә беҙҙе күренеп һәм күренмәй генә килгән ана шундай әллә күпме ауырыуҙар сәбәбенән һаҡлап ҡына тора, һаҡланырға көс биреп яралтҡан, — тип өйрәтә дин.
Әгәр ҙә бәндә яралтылмыш хәлендәге ошо сифаттарына зарар килтерә башлаһа ауырыуҙар ҙа уның үҙен дә йыға һуғырға ғына тора. Йығылып тора алмағандар, ятып ҡалғандар ҙа бөгөн аҙ түгел.
Сәхәбәләрҙән Әбү Өмәмә атлы берәү бынан мең йыл ярым самаһы элек үк себендәргә оҡшап кешеләрҙе бәләләр уратып алыуы, фәрештәләрҙең уларҙы ҡыуып ҡына тороуы тураһында ишеткәс: ”Әгәр ҙә был бәләләр күренеп килһә, һеҙ уларҙы ауыҙҙарын асып, ҡанаттарын йәйеп Һеҙгә ташланырға ғына торғанын күрер инегеҙ.
Был ауырыуҙарҙан, был бәләләрҙән ҡотолоп ҡалыу өсөн шифалы дарыуҙар эшләнә. Аллаһы Тәғәлә үләндәргә лә шифалы сифаттар биргән, ти. Дине Һәм иманы булмаған кеше генә быға иғтибар итмәй. Ауыҙҙарын асып ҡанаттарын йәйеп килгән ҡот осҡос бәләләргә ҡаршы ҡолас йәйеп үҙе йүгереп бара һәм... барған юлын-да ятып та ҡала. Улар күп. Тереләр үҙҙәре генә үлемдең сәбәбен аңлауҙан алыҫ.
Бәндәләр ғәҙәттә тәндәге ауырыуҙарға ғына иғтибар итеүсән. Ә бит ауырыуҙар улар тән менән генә сикләнеп ҡалмай, бөтә булмышына үтеп инә лә, тән зәғифлегенән рухи зәғифлеккә әйләнеп, кешенең әҙәбенә, тәртибенә, доньяға ҡарашына үлемесле эҙен һалып үтә.
Изгелек яуызлыҡ менән алмашына, аманат хыянат аҫтына күмелеп ҡала, хаҡлыҡ тигәнебеҙ ялғанға әйләнеп китә, әҙәмлек тигәнебеҙ әшәкелеккә әйләнә. Быны бар тип тә белмәй бәндә үҙенә бәлә килеп еткәнгә тиклем ай-вайына ҡарамай мин генәмен тип- йәшәй бирә.
Кәсептең, сауҙаның, етәкселектең, хатта табибтың да төп маҡсаты — алдашыу, кеше хаҡына инеү, ҡан ҡойоу йән ҡыйыу иҫәбенә байыу тураһында ҡайғыртыуға әйләнә башлай.
Эсер һыуҙарыбыҙ, йыйыр ризығыбыҙ, һулар һауабыҙ — бөтәһе лә, бер тин тормаҫ химикатҡа әйләнеп бара.
Өмәүиҙәр заманынан ҡалған келәттәрҙә кешеләр бер ваҡыт -бөртөктәре хөрмә емеше төшө дәүмәл бойҙай тултырылған бер төйөнсөк табып ала.
Был орлоҡ араһында: ” Белегеҙ: бәндәләрҙе ғәҙеллек ташлап -китмәгән дәүерҙәрҙә бойҙай орлоғо бына шундай ине”, — тип яҙылған ҡағыҙ ҙа була унда.
Дин өйрәтә: бәндәләр кисергән бәлә һәм сирҙәрҙең күбеһе беҙгә тиклем йәшәгән халыҡтар өлөшөнә төшкән ғазап һәм яфаларҙың ҡайтауаҙы булып ҡала, ти.
Беҙгә лә бөгөн тыуыр быуындарға; „Беҙҙең дәүерҙә ит, һөт, май бына шулай көтөү-көтөү булып болонда йөрөгән малдарҙан алына, икмәк игендән тартылған ондан бешерелә, дарыуҙарҙың тәнгә шифаһы була ине”, — тип яҙып ҡалдырырға тура килмәгәйе.
Бының өсөн бөтәбеҙгә лә иман кәрәк. Имандың да тиҫбе урыныңа автомат, мәсеттә намаҙ уҡыу урынына тауҙарҙа ҡасҡын булып йөрөү, татыулыҡ урынына — араларҙы боҙа торғаны түгел, имандың күңелдәргә тынғылыҡ, илдәргә именлек, тормошҡа йәм бирә торғаны.
Үҙен ниндәй ҙә булһа бер нимә борсоған ваҡыттарҙа пәйғәмбәребеҙ доғанан айырылмаған. Сөнки доғалар улар күңелгә тынғылыҡ, тәнгә сәләмәтлек, йән тыныслығы бирә, яманлыҡтарҙан ҡурсалай тора, шайтан ҡотҡоһонан ҡотолорға ярҙам итә.
”Күп кешеләр ике төрлө мәрхәмәттән мәхрүм ҡала: улар — буш ваҡыт менән сәләмәтлек”; — тигән пәйғәмбәр. Тәне сәләмәт, торор ере хәүеф-хәтәрҙәрҙән азат, ашар икмәге булған хәлдә иртәләрҙә йоҡонан уяна алған кеше — бөтә донъяға хужа булған кеүек була”, — тигән ул.
Кешеләргә һәм башҡа төрлө йән эйәләренә файҙалы булһын тип Аллаһ диңгеҙ һыуын тоҙло итеп яралтҡан. Әгәр ҙә диңгеҙ һәм океан һыуҙары ла сөсө булһа, унда үлеп ҡалған йән эйәләре сереп һыуҙы бөтөнләй боҙоп бөтөр ине.
Диңгеҙ һыуҙары тоҙло булыуы менән файҙалы. Йылға һәм шишмә һыуҙары эсер -өсөн, йәшәр өсөн. Уларҙан башҡа тормошто күҙ алдына ла килтереү мөмкий түгел.
Эсемлектәрҙең иң яҡшыһы, иң файҙалы һәм ҡиммәтле булғаны — зәм-зәм Һыуы. Инәбеҙ Хәжәр менән Исмәғилгә уның шишмәһен Ябраил, ғәләйһис-сәләм, үҙе асып биргән. Тәүге пәйғәмбәрҙәрҙең һәр береһе шул шишмә һыуын эсеп ҡарарға йәки эсеп ҡалырға тырышҡан.
Күкрәген асып фәрештәләр, зәм-зәм һыуы менән пәйғәмбәребеҙҙең йөрәген паклаған”.
”3әм-зәм шишмәһенән алынған һыу бөтә ауырыуҙарға дауа”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Ямғыр һыуҙары ла шундай уҡ пак. Йәшен йәшнәп һәм кук күкрәп яуған ямғыр һыуы бигерәк тә яҡшы.
”Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ менән бергә йөрөгәндә ямғыр яуа башлағас, пәйғәмбәребеҙ: ”Был бит Аллаһтың үҙ хозурынан, килә! ” — тип өҫ кейемдәрен һалып ташланы” , — тип хәтерләр булған Әнәс ибн Малик.
”Ҡиәмәт көнөндә, — тигән ул, — һорауҙарҙың иң яҡшыһы һыу тураһында булыр:- ”Һиңең тәнеңә Беҙ сәләмәтлек биреп, -һалҡын һыу менәң һыуһыныңды, ҡайтарманыҡмы ни?” — тиелер”.
”Аллаһтан һеҙ иманда инанғанлыҡ биреүен һорағыҙ; иманлы булыуына ныҡ инанған һәм тәне сәләмәт кешенән дә байыраҡ бер кем дә юҡ”, — тигән ул. Кешелек һәм кешеләр насарлыҡҡа, гонаһтарға үҙҙәре бирелеп кенә торор булһа, уның туҡланыр ризығында, һулар һауаһында, эсер һыуында һәм... күңелендә лә төрлө ауырыуҙар тыуып һәм ишәйеп кенә тора башлай.
Аллаһ илсеһенең тыйб ғилемендә мөһим урын тотҡан шифалы, үҫемлектәрҙең береһе — ладан.
Пәйғәмбәребеҙҙең мин: ” Һеҙгә һинд ладаны меңән файҙаланырға кәрәктер. Ул — ете төрлө- сирҙән дауа. Яндырып, уның төтөнөн һулау тамаҡ ауыртҡанда, плеврит менән яфа сиккәндә бик файҙалы”, — тигән кәңәштәре хәтерҙә ҡалған”, — тип һөйләр булған Өммө Ҡайҫ бинт Михсан.
Ладан — ағастарҙың айырым бер төрөнән алынған хуш еҫле, сайыр, ыҫмала. Шәкәр ҡатнаштырып уны ас ҡарыңға эсеү хәтер зәғифлегенән ҡотҡара”.
”Ладан, — тип өйрәткәндәр сәләфтәр, яранан аҡҡан ҡанды туҡтатыу, эс ауыртыуын, эс китеүҙе баҫыу, аш һеңдереү өсөн бик файҙалы”.
Ладаң менән дауалау алымдары исламға тиклем замандарҙа ла- булған.
” Тамағы ауыртһа, тамағына бармаҡ менән баҫып, баланы интектермәгеҙ, тигән румдарҙың бороңго табибы Гален, — Дауалау өсөн уны ладан менән төтәҫләгеҙ”.
“Диңгеҙ ладаны столбняктан, бил ауыртыуынан дауа, биттәрҙә барлыҡҡа килгән таптарҙы юҡҡа сығара”, — тигән ул.
»Диңгеҙ ладаны менән файҙаланып өйрәнегеҙ. Унда ете төрлө ауырыуға дауа бар. Шуларҙың береһе — плеврит", — тигән имам Әхмәд.
Пәйғәмбәребеҙ һуған ашаған, һуған ашаған көйө мәсеткә барыуҙан ғына тыйған ул.
Һуған тураһында ғәрәптәр Ғәйшә, инәбеҙҙән дә һорайҙар. «Пәйғәмбәребеҙ ашаған иң һуңғы ризыҡ һуған булды”, — тигән ул.
»Кешенең тултырып ҡына торғай һауыттары араһында ашҡаҙанынан да насарырағы юҡ. Ашарға теләгегеҙ бик ҡаты булған саҡта ла ҡарынығыҙҙың өстән бер өлөшөн аш өсөн, — өстән береһен — һыу, өстән береһен һауа йөрөу өсөн бүлегеҙ”, — тигән бәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Был да боронғо табибтар фекере менән ауаздаш.
Галендан һорайҙар: ”Ни өсөн тип һин ауырыу тигәнде белмәйһең?” — тиҙәр. «Бер ваҡытта ла мин бер ҡарында бергә була алмай торған ике төрлө ризыҡҡа ҡул һуҙып бармайым, асыҡмай тороп ашарға ултырмайым, эсем ауыртыр булһа, ризыҡты ашҡаҙанында тотмайым”, — ти табиб. “
»Дүрт төрлө нәмә кешенең күҙҙәрен аса, йәғни күреү һәләтен арттыра, — тигән пәйғәмбәр, ғәләиһис-сәләм, — Кәғбәгә ҡарап ултырыу, йоҡлар алдынан күҙҙәргә һөрмә тартыу, йәшел төҫ һәм ултырып өйрәнгән ереңдең таҙа булыуы”.
Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Ауырыуҙарығыҙҙы ашарға, һәм эсергә мәжбүр итмәгеҙ. Әгәр ҙә ауырыу ашарға ла, эсергә лә теләп бармай икән, уның тәне, тимәк, ауырыу менән көрәш алып бара һәм был ваҡытта уны Аллаһ үҙе ризыҡландырып тора”, — тигән.
Шуға ул сәләмәт кешегә ҡарағанда оҙағыраҡ ашамай тора ала.
Был да — бер хйкмәт.
”3әйтүн майы менән туҡланығыҙ һәм уны һөртөнөү өсөн дә ҡулланығыҙ. Ул май ағастарҙың иң яҡшыһынан алына”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Мосолман тормошонда эсемлектәр.
Тән сәләмәтлеге өсөн эсемлектең файҙаһы бик ҙур, тип өйрәткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Ғәрәптәр тормошонда һыу — иң ҡәҙерле һый булып һанала. Табын ҡорған ваҡытта ла ғәрәптәр ҡунаҡтар алдына иң элек һыу ҡуйып сыға.
Һалҡын һыуҙан һыуһын тиҙерәк- ҡана, тәндәге һыуға булған ҡытлыҡ тиҙерәк юҡҡа сыға, ризыҡты йомшарта һәм унда булған файҙалы матдәләрҙең ҡанға тиҙерәк күсеүенә булышлыҡ итә. һыу — тормоштоң төп сығынағы.
Ҡөрьән өйрәтә: ”Күктәр менән ерҙең тәүҙә бер бөтөн булыуын иманға килмәгән кешеләр әллә белмәйме? Беҙг уларҙы айырҙыҡ һәм һәр нәмәне һыу ярҙамында тереклек биреп яралттыҡ. Инде шуларҙы аңлап торған килеш тә иманһыҙҙар иманға килмәҫме?” — ти. ”Әл-Әнбиә”, ” Пәйғәмбәрҙәрсүрәһе, 30 — нсы аят.
Пәйғәмбәребеҙ ғәҙәттә һалҡын һыуҙы бал менән ҡушып эсә торған була. Бындай һыуҙы ас ҡарынға эскәндә ашҡаҙандың ул төрлө зарарҙарға ҡаршы тороу ҡеүәтен арттыра, эсәктәр, бөйөрҙәр һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Йәнгә лә, тәнгә лә көс бирә. Тимәк, ул һут һәм татлы эсемлектәрҙең бөтәһенә ҡарағанда ла файҙалыраҡ. Баллы эсемлектәрҙән улар үт һыуы килеп йөҙәткәндә генә туҡталып, уның зарарлы тәьҫирең һеркә ярҙамында юҡҡа сығара торған була.
Һыу эскән ваҡытта пәйғәмбәребеҙ уны өсәр-өсәр йотом итеп бүлеп-бүлеп эсергә яратҡан. Бер тына эсеп алғандан, һуң һауытын ситкәрәк ҡуйып, бер аҙ көтөп тора ла, әсеүҙе шул уҡ тәртиптә яңынан ҡабатлай. Дөйә кеүек итеп һыуҙы бер тында эсеп ҡуймағыҙ. Эсер алдынан бисмиллә әйтеп, эсеп бөткәс биргәненә шөкөр итеп, һыуҙы айырым-айырым йотомдарға бүлеп эсегеҙ”, — тигән ул.
”Дүрт төрлө сифаты булғанда ризыҡ, тулы камиллыҡта була, -тигән ул, — Ашар алдынан бисмиллә әйткәндә, ашап бөткәс шөкөр иткәндә, ашағанда ҡулдарҙың күп, ризыҡтың хәләл юлдар менән табылған булыуында”.
»Кувшиндарығыҙҙы ябып, һыу тултырылған турһыҡтарығыҙҙың ауыҙың бәйләп ҡуйығыҙ, сөнки йылдың шундай бер көнө була: ул көндө, күктән төрлө ауырыуҙар яуа башлай. Уларҙың өҫтө, ябылмаған кувшиндарға, ауыҙы бәйләнмәгән турһыҡтарға төшөп ҡалыу ихтималы бар. — тигән ул.
Был — Аллаһ биргән тәрбиә.
’’Мосолман булмағандарҙың да был көн тураһында хәбәре бар, — тип өйрәтдән дин ғалимы Ләйс ибн Сәғид, — Был — ғинуар айы тип ғинуар айында ауырыуҙарҙан һаҡланып ҡалырға тырыша улар”. Мөьминдәргә пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, бер нимә лә булмағанда һауыттарҙы ағас ботағы менән булһа ла ябып ҡуйырға бойорған. ”Был инде уны бөжәктәр төшөүҙән дә һаҡлай. Бөжәктәр бит улар ботаҡтар буйлап йөрөргә ярата”, — тигән.
Ендәрҙе, бөжәктәрҙе яҡын ебәрмәҫ өсөн һауыттарҙы бисмиллә әйтеп ябып ҡуйырға бойорған.
Һауыт ауыҙынан эсеп йөрөмәгеҙ. Бындай ваҡытта эсемлектең эскә күпләп төшөүе, уға төрлө бөжәктәр эләгеүе сәбәпле ашҡаҙанға зыян килеүе бар”, — тигән.
Йоҡоһоҙлоҡтан дауа.
Сәхәбәләрҙән Халид атлы берәү килеп пәйғәмбәребеҙгә йоҡоһоҙлоҡтан зарлана.
”Йоҡларға ятыр алдынан, — тип кәңәш бирә пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — “Эй, Аллаһ! Ете күк һәм күктәр аҫтында булғандар, ете Ер һәм ерҙәр өҫтөндә йөрөгәндәр Раббыһы, ендәр һәм бәндәләрҙе аҙаштырырға ғына торғандар Раббыһы! Үҙең яралтып бар иткәндәрҙең береһе лә миңә зарар килтерә һәм ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуя алмаҫлыҡ итеп һаҡлап ҡына йөрөткәндәрҙән бул. Һинең яҡлауыңда булғандарҙы көс-ҡеүәт, ташламаҫ, улар Һинең үҙ ризалығыңа лайыҡ кешеләр, һинән башҡа Иләһе юҡ!” — тип доға ҡылып ят”, ти.
Хәүеф-хәтәрҙәргә юлығыуҙан-ҡурҡҡан саҡтарҙа ул сәхәбәләрен: “Аллаһтың үҙенең асыуыңан һәм язаһынан, Уның ҡолдарынан килеп торған золомдарҙан, шайтандарҙың аҫтыртын ғына бышылдашып йөрөүенән һинең үтә лә камил һүҙҙәреңдән яҡлау эҙләйем.
Эй, Раббым! Уларҙың эргәмдә генә йөрөүенән ҡурсалап тор!” — тип доға ҡылырға өйрәтә. Сәхәбәләрҙән Ғабдулла ибн Ғүмәр был доғаларҙы үҙенең бөтә балаларына өйрәткән, хәтерҙә ҡалдырырға мөмкинлектәре булмағандарға ул быны яҙып ҡуйырға бойорған.
Был һүҙҙәрҙең һәр төрлө зыяндан ҡотҡарып ҡына тороуында мосолман күңелендә бер ниндәй шик булмаған.
Дин — ул нәсихәт китабынан. Авторҙар Сәләх Суҡбаев. Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла