Ғәҙеллек (справедливость) ҡайҙа?
Ғәҙел, ғәҙеллек (ғәр. عدل — ғәҙеллек, намыҫлылыҡ) — киң мәғәнәлә шәхесте әхлаҡи баһалау категорияһын аңлатҡан ислам термины, ул ғәҙеллекте һәм дөрөҫлөктө күҙ уңында тота. Әҙәм заты ҡәбилә осоронда берләшкәндә үк ғәҙеллеккә ынтылған. Ғәҙеллек – йәмғиәттең беренсе ташы, нигеҙе. Шуға ла кеше дәүләттән дә һәр саҡ ғәҙел ҡараш көтә һәм дөрөҫ көтә. Үҙ халҡына ҡарата ил эшкәрҙәренең тоғролоғо юҡ икән, ул дәүләттең нимәгә кәрәге бар? Көн-төнө барған намыҫһыҙлыҡ, ялған, урлашыуҙар, алдашыуҙар, коррупциялар илдең идаралығын аҙырған. Әле генә ауып ҡалған социализмдың ғәҙеллектәренән ситкә тайпылып, коммунистәр суҡынып, единоросс булып китеүҙәре илдә тәртип, намыҫлылыҡ, хаҡлыҡ, дөрөҫлөк урынлаштырҙымы? Читать далее
Архив рубрики: вәғәздәр
Халҡыбыҙҙың тәҡәбберлеге
Халҡыбыҙҙың тәҡәбберлеге
Әҙәм заты нисәмә быуаттар инде йәшәп, үткән тарихынан һабаҡ алмай. Бына ахырзамандың аҙағында йәшәүебеҙҙән дә, фәтүә юҡ. Бер аяғыбыҙ менән ҡәберҙең соҡорона баҫып торабыҙ, ләкин мин-минлегебеҙ менән һәр кем, һәр халыҡ тиерлек, Иблис ҡуштандарына эйәреп, үҙҙәрен хаҡ итеп, ҙур гонаһ – тәҡәбберлеккә бара. Тәҡәбберлек – ул әллә кем булып маһайыу, маҡтаныу, эрелек күрһәтеү, үҙеңде бик эре, һауалы тотоу, һауалылыҡ.
Аллаһы Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә:
وَلَا تُصَعِّرْ خَدَّكَ لِلنَّاسِ وَلَا تَمْشِ فِي الْأَرْضِ مَرَحًا إِنَّ اللَّهَ لَا يُحِبُّ كُلَّ مُخْتَالٍ فَخُورٍ
«Үә ләә түсәғғир хаддәкә линнәәси үә ләә тәмши фил-ардыи мәрахән иннә-ллааһа ләә йү-хиббү күллә мухтәәлиң фәхуур»
«Кешеләргә ҡарата йөҙөндә кәмһетеү күренмәһен һәм ер йөҙөндә ғорурланып йөрөмә, ысынлап та, Аллаһ һәр төрлө ғорурҙарҙы (тәҡәбберҙәрҙе) һәм маҡтаныусыларҙы яратмай», — ти [Ҡөрьән, 31:18]. Читать далее
Әүлиәләр ҡайҙа?
Әүлиәләр ҡайҙа?
Ни эшләп әүлиәләр күренмәй? (Шәйех Мехмет әфәнде).
أَلَا إِنَّ أَوْلِيَاءَ اللَّهِ لَا خَوْفٌ عَلَيْهِمْ وَلَا هُمْ يَحْزَنُونَ
«Ә ләә иннә әүлийәә ә-ллааһи ләә хауфүн ғәләйһим үә ләә һүм йәхзәнүүн».
«Аллаһының дуҫтары бер нәмәнән дә ҡурҡмай (көйөнмәй) һәм хәүеф белмәҫ». Юныс (10) сүрәһе, 62 аят.
Аллаһы Үҙенең һөйгән дуҫтары хаҡында – улар ысынында инандылар һәм Аллаһынан ҡурҡыусылар. Әүлиәләр Аллаһыға иман килтереүселәр һәм Унан ҡурҡыусылар. Беҙҙең хәҙерге ваҡытта әүлиәләр йәшерен һәм һирәктәрен генә күрергә мөмкин, улар үҙҙәрен белдермәй. Элекке ваҡытта әүлиәләр билдәле ихлас иманлы кешеләр ине, быларҙы халыҡ еңел ҡабул итеп, улар артынан эйәрҙеләр. Читать далее
Урта Азия Дәджәле
Урта Азия Дәджәле
Урта Азия Дәджәле (Шәйех Мехмет әфәнде)
Беҙҙең юл сөхбәт һәм йыйылышта мәнфәғәт
«إِنَّ الدِّينَ عِندَ اللَّهِ الْإِسْلَامُ»
«Иннә ддиинә ғиндә Ллаһи л-Ислам»
«Хаҡ дин, Аллаһы дине — Ислам». 3 сүрә, 19 аят. Бөтә пәйғәмбәрҙәрҙә Ислам диненә таянып эш иттеләр. Аллаһының дине Ислам һәм унан башҡа бер диндә юҡ.
Улар межконфессиональный диалог (конфессия-ара диалог) хаҡында һөйләйҙәр – бындай төшөнсә юҡ! Башҡа бер диндә юҡ! Ислам религияһы Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып беҙҙең Мөхәммәд пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләмгә тиклем килә. Исламдың тәғлимәтең шәриғәттә һәм тәриҡәттә табырға була. Шәриғәт һәм тәриҡәт айырылмаҫ бер бөтөн. Улар Исламдың берлеген аңлата. Былар Ислам юлдары һәм беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм юлы. Читать далее
Ялғанға инаныу!
Ялғанға инаныу!
Был фани донъябыҙҙа ялғанға инаныу, ялғанға ышаныу, алдаҡ һәм боҙоҡлоҡҡа ҡоролған тормошобоҙҙа әҙәм балаларының, шул иҫәптән үҙҙәрен мосолманға һанаған әҙәмдәрҙең һаҙлыҡҡа батҡандарын күрәбеҙ. Берәүҙәре белемһеҙлектәре арҡаһында, икенселәре алған ғилемдәренән фәтүә алмай ике йөҙлөлөккә – монафиҡлыҡҡа баталар. Көнө-төнө барған ялғанды ысынбарлыҡ итеп, донъяларын имеш дошмандан һаҡлайҙар. Үткән вәғәҙҙәрҙә был Дәджәл фетнәһенең репетицияһы икәнен аныҡ аңлатҡайным.
Мәүләнә Йәләлетдин Руминың «Мөхәббәт һәм Мәғрифәт», «Мөхәббәт сере» китабтарынан алынған өҙөктәрҙе файҙаланып төҙөлгән вәғәҙҙе уҡып үтәйек.
أَفَلَا يَتَدَبَّرُونَ الْقُرْآنَ أَمْ عَلَى قُلُوبٍ أَقْفَالُهَا
Ә фәләә йәтәдәббәруунәл-Ҡур'әәнә әм ғәләә ҡулүүбин әҡфәәлүһәә.
«Улар Ҡөрьәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы?» (Мөхәммәд, 24). Читать далее
Джәджәл ғәскәре әҙер
Джәджәл ғәскәре әҙер
Хәҙерге көндәрҙә кешеләр шул тиклем наҙан һәм аҡылһыҙ. Үҙ баштары менән бер аҙ булһала фекер иткеләре килмәй. Берәү әйтмешләй: хатта мейеләренә тиклем ҡоллоҡа бирелгәндәр, коллектив дезинформацияла — ялған хәбәр (мәғлүмәт, информация) ҡоллоғонда. Мәхмәт (Мехмет) хәҙрәт үткән вәғәҙендә кешелектең күпселегенә, күбеһенә эйәрһәң — имандаң яҙырһығыҙ һәм урынығыҙ тамуҡта — тип һөйләгәне. Беҙҙә, ер йөҙөндә күпселеге кемдәр ул?
Эргәгеҙҙәге динһеҙҙәр, кәферҙәр, иманһыҙҙар. Хатта үҙҙәрен мосолман тиеп, намаҙ һәм ураҙа тотмағандарҙа шул рәттә, быларын үтәп тә барған белемһеҙ наҙандарҙа шул хәлдә. Сөнки улар ошо донъяға шул тиклем бирелгән һәм Аллаһ һынауы яҡынайған һайын ошо байлыҡ һәм милектәрен ҡайғырталар. Уларҙың аллаһ улар ышанған ил баштары, сөнки улар был донъяны күтәрҙе һәм һаҡлайҙар, тип ышаналар. Ошо өҫтә ултырған әҙәм аҡтыҡтары китһә – донъялары емерелә тип, ҡайғыралар. Был донъя кемдеке? Һинекеме? Бар нәмә Аллаһныҡы! Читать далее
Был кешеләр шайтан
Был кешеләр шайтан арҡылы һөйләйҙәр
Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим
وَإِن تُطِعْ أَكْثَرَ مَن فِي الْأَرْضِ يُضِلُّوكَ عَن سَبِيلِ اللَّهِ إِن يَتَّبِعُونَ إِلَّا الظَّنَّ وَإِنْ هُمْ إِلَّا يَخْرُصُونَ
Үә иң түтыиғ әкҫәра мәң фил-ардыи йүдыиллүүкә ғәң сәбиили-лләәһи ий-йәттәбиғүүнә иллә-ҙҙаннә үә ин һүм илләә йахрусуун.
Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың күпселегенә эйәрһәң, улар һине Аллаһ юлынан тайҙырыр. Улар фаразға ғына эйәрә, ялған нәмәләр уйлап сығара. 6/116
Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһ әйтә, әгәр һеҙ кешеләрҙе тыңлаһағыҙ, күпселеге һеҙҙе Аллаһ юлынан яҙҙырыр. Улар һеҙҙе аҙаштырыуға алып бара һәм һеҙ юлдан тайырһығыҙ. Читать далее
Әүлиә Мәхмәт хәҙрәт һәм ахырзаман
Әүлиә Мәхмәт хәҙрәт һәм ахырзаман
Әүлиә Шәйех Мөхәммәд Нәҙим әл-Хаҡҡани улы Шәйех Мәхмәт (Мехмет) Әдил ән-Наҡшбәндин Кипрҙа йәшәй, беҙҙең Башҡортостанға бер нисә тапҡыр килеп китте. Быны иҫбатлаған видео һәм фотоһүрәттәр күп. Республикабыҙҙа уның һөйләгән вәғәздәренән йыйылған «Башҡортостан сөхбәттәре» тигән китабыла сыҡты. Хәҙрәт Мәхмәт әфәнденең атаһы мәүләнә Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани Әдил әл-Ҡубруси әр-Раббани Нәҡшбәндиә тәриҡәттең иң оло шәйехе, ер йөҙөндәге барса әүлиәләрҙең имамы, солтаны булды, барса пәйғәмбәрҙәр имамы сәййидинә Мөхәммәт ﷺ нәҫеленән ине. Читать далее
Маҡтаныу
Маҡтаныу
Кеше күңеленең бер насар ғәҙәте бар – ул маҡтаныу.
- Ә нимә һуң ул маҡтаныу?
Маҡтаныу ул — урынһыҙға үҙ-үҙеңде йәки берәр эшеңде маҡтау, булмағанды арттырып һөйләү, шапырыныу, һауаланыу, ҡупырайыу, маһайыу, эреләнеү. Арабыҙҙа ҡайһы бер әҙәмдәребеҙҙең холҡо шундай һәләткә эйә. Беҙ уларҙың был кире ҡыланыштарын тормошобоҙҙа йыш ҡына осратҡылайбыҙ.
Маҡтаныу, сөсөләнеп бер-береңде маҡташып ултырыу мосолман әҙәбенән түгел. Динебеҙҙә маҡтаныу кеүек ғәҙәтте хупламағандар. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм алдында берәү, бер ҡәрҙәшен үлтереп маҡтарға керешкән икән, пәйғәмбәр уны туҡтатҡан. Быны ҡәрҙәшеңде һуйыу менән тиңләгән. “ Кемгә лә булһа иң юғары баһаны бирәм тиһәң “ Мин ул кешене ысын мосолман тип беләм” тип әйтеүең етә” тигән.
"Әт-Тәғүиләт Ән-Нәжми" китабында былай тиелә: «Маһайыу, дан-шөһрәт яратыу һәм башҡаларҙы түбән күреү кеүек шайтани ғәмәлдәр өсөн тәүбә ҡылмағандар иблис менән бер юлға баҫасаҡ, ләғнәткә дусар буласаҡ һәм Аллаһы Тәғәләнең мәғфирәтенән йырағаясаҡ». Читать далее
Һуңғы юлға оҙатҡанда...
Һуңғы юлға оҙатҡанда...
Ғәләмдәрҙең тәрбиәсеһе булған, ошо донъяларҙы яралтҡан, йәшәйеш һәм үлемде булдырған, беҙҙе лә юҡтан барлыҡҡа китергән Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәләгә хәмед-ҫәнәләребеҙ булһа ине. Ғәләмдәргә рәхмәт өсөн ебәрелгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәренә, салауаттарыбыҙ һәм доғаларыбыҙ ирешһә ине.
Әссәләмүғәләйкүм хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Бөгөн беҙ бында ошо ҡайғылы йыйылышҡа, хөрмәтле кешебеҙ, (ауылдашыбыҙ, ҡәрҙәшебеҙ, мәрхүмебеҙ, мәрхүмәбеҙ)...(исеме)...һуңғы юлға оҙатырға йыйылдыҡ .
Әҙәм балаһының өс туйы тигән әйтем бар: кешенең был донъяға тыуыуы — бәпәй туйы, мөхәббәткә бәйләнеп, ғәилә ҡорорға ниәтләнеү — өйләнешеү туйы һәм бәндә ғүмеренең һуңғы туйы — ул йыназа, мәрхүм-мәрхүмәләребеҙҙе һуңғы юлға оҙатыу йолаһы. Читать далее