«Йәсин» сүрәсенең фазыйләттәре

                                «Йәсин» сүрәсенең фазыйләттәре
   

   Хәҙрәти Ибн Ғаббас әйтеүенсә, «Йәсин» сүрәһе Мәккә ҡалаһында Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм аша ингән. Был сүрәлә 83 аят барҙыр. Хәҙрәти Әнәс: «Рәсүлуллаһ салләллаһү ғаләйһиссәлләм әйтте:

   - Һәр нәмәнең йөрәге бар, Ҡөръәндең йөрәге иһә — „Йәсин“, берәй әҙәм „Йәсин“ сүрәһен уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә ун мәртәбә Ҡөръән уҡып сыҡҡан кеүек сауаб яҙып ҡуясаҡ». Был хәҙис-шәриф — «Йәсин» сүрәсенең бөйөклөгенә, ҙур дәрәжәһенә ап-асыҡ дәлилдер. Әбү Һүрайра риүәйәте буйынса, пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткән:

   "Берәй бәндә төндә «Йәсин» сүрәһен Аллаһтың ризалығына ирешәйем тип уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешене шул төндө ғәфү итәлер". Был бихисап оло сүрәнең башҡа фазыйләттәре тураһында хәҙрәти Ғәли радыйаллаһү ғәнһе тарафынан тапшырылған хәҙистән белә алабыҙ:

   "Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһиссәлләм әйтте: «Кем дә булһа „Йәсин“ уҡыуҙы тыңлаһа, нәҡ Аллаһ Тәғәлә юлында егерме алтын аҡса таратҡан һымаҡ; кем уны уҡыһа, нәҡ ике тиҫтә теләгәненә ирешкән кеүек булыр; кем уны һауытҡа шафран менән яҙып, шул һауыттың сайҡаған һыуын эсһә, уның ашҡаҙанына мең дауа, мең нур, мең хаҡлыҡ, мең мәрхәмәт мең бәрәкәт, һәм ризыҡ керер, һәр ауырыу һәм яуызлыҡ сығып китәр». Аллаһтың Рәсүле салләллаһү ғәләйһиссәлләм әйтеүе буйынса, «Йәсин» сүрәһе Муса ғәләйһис-сәләмгә ингән Тәүрәт китабында ла бар икән. Унда ул «Әл- Мугаммә» тип аталған булған. Ул — уҡыусы бәндәгә донъя-әхирәт, хәйер-сәғәҙәтләрен насыйп итеүгә сәбәп булыусы сүрә. Был сүрә — уҡыусыһын донъя һәм әхирәт афәттәренән ҡотҡарыусы булған. Шуға күрә Исраил улдары араһында әлеге сүрәне «хәжәттәрҙе үтәүсе сүрә» тип атай торған булғандар. Сөнки был сүрәне ихлас күңелдән уҡыусыларҙың хәжәттәре үтәлгән.
Шуға ла Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһиссәләмдең васыятының мәғәнәһе аңлашыласаҡ:

   "Йәсин" — Ҡөръәндең йөрәге; Аллаһы Тәғәлә Үҙенең ризалығына, әхирәттә йәннәткә ирешәм, тип уҡыусы бәндәнең алдан уҡ ҡылған гөнаһтарын кисерер. Уны, «Йәсин» сүрәһен, мәйеттәрегеҙгә уҡығыҙ", — тигән Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһиссәлләм. Был хәҙис —хәҙрәти Әхмәд, Әбү Дауд, Ән-Нәсәүи, Ибн Мәжәһ, Ибн Хәббән, Әт-Табарани, Әл-Бәйһәҡый һәм башҡаларҙың йыйынтыҡтарында теркәлгән хәҙистәр. Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһиссәлләмдең әйткән был һүҙҙәре Ғата ибн Әбү Рабәхҡа барып еткән:

   "Көндөң уртаһында «Йәсин» де уҡыған кеше морадтарына ирешер" (хәҙис-шәриф). Бәлки шуға күрә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткәндер: «ни ҡәҙәр теләр инем мин өммәтем кешеләренең һәрбереһен йөрәгендә „Йәсин“ булыуын» (Ибн Ғәббәс риүәйәт ҡылған).

   Хәҙрәти Әбү Ҡалләбә радыйаллаһү ғәнһе әйткәнсә, «Йәсин» сүрәһен уҡыған кеше мәғфирәткә ирешер; әгәр ризығы әҙ булып, бар кешегә лә етмәҫлегенән ҡурҡҡан кеше сүрәне ризығы янында уҡыһа, шул ризыҡ бөтөн кешегә лә етер. Йөклө ҡатын янында «Йәсин» уҡылһа, балаһын еңел табыр...

   Хәҙрәти Мөхәммәд әл-Баҡыр радыйаллаһү ғәнһенән тапшырылғанса, кем дә булһа йөрәген ҡаты-ҡырыҫ итеп һанаһа, «Йәсин» сүрәһен һауытҡа шафран менән яҙып, шул һауытты сайҡатып һыуын эсһен.

   Йәсин-шәриф" хикмәттәренең ҡайһы берҙәрен иҫкә төшөрөп, шуныһын да белергә тейешбеҙ: «Әгәр берәр мәйет янында „Йәсин“ уҡылһа, ул мәйеттең хәләте еңеләйер».
Шулай уҡ, хәҙрәти Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ тапшырғансы, пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткән:

   "Кем дә булһа йома һайын ата-әсәһенең ҡәберенә барып, улар янында «Йәсин» уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәгә һәр сүрәнең хәрефе һанынса истиғфарҙар ебәреп торор".