- Аллаһ уның ниғмәттәренә шөкөр итмәүселәрҙе яратмай. — Аллаһ сит кешенең мөлкәтен ашаусыларҙы яратмай.
- Аллаһ тәрбиәһеҙ һәм тупаҫ кешеләрҙе яратмай.
- Аллаһ яуызлыҡ эшләүселәрҙе яратмай.
- Аллаһ алдаҡсыларҙы яратмай.
- Аллаһ кемдәр уның ҡанундарын үтәмәй һәм беҙҙең яратҡан Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) нимәгә өндәгән шуны үтәмәүселәрҙе яратмай.
- Аллаһ тәкәбберҙәрҙе яратмай.
- Аллаһ ялҡауҙарҙы һәм һәпрәләрҙе яратмай.
- Аллаһ золомлоҡ ҡылыусыларҙы һәм ғәҙел булмағандарҙы яратмай.
Хикәйәт: Аллаһ яратҡан балалар ғилемле аҡһаҡал, намаҙлыҡ өҫтөндә ултырып, устарын юғары күтәреп Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт иткән: «Эй минең Аллаһым! Мин инде ҡарт һәм минең үлем сәғәтем яҡынлаша. Миңә һин биргән ғилемде мин кемгә биреп ҡалдырайым икән, Үҙемдең китапханамды кемгә ҡалдырырға, унда йыйылған китаптың ҡәҙерен белерлек кеше булһын ине. Ундағы ғилемде кем һаҡлай алыр икән?» Шул уҡ төндә аҡһаҡал асыҡ ҡына төш күрә. Уға йәшел ҡанатлы фәрештә килгән һәм һүҙ башлаған: «Һин китапханала һаҡланыусы бик һәйбәт китаптарҙы кемгә бирергә мөмкин икәнлеген белергә теләгәйнең... Ҡайғырма. Аллаһ мине һиңә ебәрҙе, ул турала аңғартыу өсөн. Иртәнге намаҙҙан һуң күршеләге өс өйгә барырһың. Был өйҙәрҙән өс малайҙы китапханаға саҡыр һәм китаптарҙы алыуҙарын һора. Был өсәү һинең китаптарыңды алырға лайыҡлылар». Был турала әйткәндән һуң фәрештә елпенгән дә осоп та киткән. Уянғас аҡһаҡал үҙенең төшөн иҫенә төшөргән. Ул фәрештә тарафынан әйтелгән һүҙҙәр тураһында уйланған һәм төш шайтан тарафынан бирелмәгәнен уйлап алғас, шулай эшләргә ҡарар иткән. Иртәнге намаҙҙан һуң аҡһаҡал өс күрше малайын саҡырып алған һәм уларҙы үҙенең китапханаһына алып килгән һәм һораған.
- Ҡәҙерле балалар, Аллаһ һеҙҙе бик ярата, тик миңә билдәһеҙ ниндәй сәбәп менән. Һеҙ буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнеүегеҙҙе һөйләп бирә алмаҫһығыҙмы?
Беренсе малай һөйләй башлаған:
- Иртәнсәк уянғас, мин урман, ағастар йәшеллегенә, йөҙөм ағастарына һәм баҡсаларға ҡарайым. Улар бөтәһе лә ҡышҡыһын ҡоройҙар, япраҡтары ҡойолоп бөтә. Ә яҙ көнө улар яңынан йәшәрә, сәскә ата һәм һуңынан емеш бирә. Оҙаҡ уйланам. Был ағастарҙың эсендә быларҙың бөтәһен дә эшләүсе механизм юҡ? Кем уны эшләй икән, Былар бөтәһе лә үҙенең ниғмәттәре менән беҙҙе шатландырырға теләүсе Аллаһ ихтыяры менән эшләнә. Быларҙы аңлап, мин Аллаһты тағы нығыраҡ яратам. Ошолар тураһында уйлап, йыш ҡына дини китаптар уҡыйым, һәм минең Аллаһты яратауым тағы ла арта.
Күпте белгән аҡһаҡал былай тип яуап биргән:
- Балаҡай, үҙеңдең һүҙҙәрең менән һин мине шатландырҙың. Аллаһ һине ярата. Әйләнә тирә -яҡ доньяны күҙәтеү һәм үҙ күҙәтеүҙәреңдән фәһем өсөн ғилем алыу, көн дә дини китаптар уҡыу — был бик һәйбәт.
Һуңынан икенсе малай һөйләгән:
- Мин төндә йондоҙҙар һибелгән күккә һәм тирә яҡты яҡтыртыусы айға ҡарайым. Һуңынан беҙгә ямғыр килтереүсе болоттар һәм улар туйындырған уҫемлектәр тураһында уйлайым, Һәм быларҙың -бөтәһен дә беҙҙең мәнфәғәтебеҙ өсөн барлыҡҡа килтергән Аплаһҡа минең яратыуым тағы ла нығыраҡ арта. Шуға ла мин дини китаптарҙы күп уҡыйым, мин бөтә буш ваҡытымда Ислам буйынса үҙемдең белемемде арттырырға тырышам.
Асыҡ сырайлы аҡһаҡал, уны тыңлап бөткәс, былай тигән:
- Балаҡайым, һин эшләгән нәмәләр Аплаһҡа ныҡ оҡшай. Буш ваҡытта тирә-яҡ донъяны өйрәнеү, унан һығымға яһау, һуңынан дини китаптар уҡыу һәм иманлы нығытыу — ул Аллаһҡа оҡшаған эштәрҙең береһе.
Өсөнсө малай былай тип яуап биргән:
- Бабай, минең дуҫтарымдың береһе күкте, икенсеһе ерҙе өйрәнә. Ә мин бөтәһен дә, күктә һәм ерҙәге нәмәләрҙе, ҡоштар һәм хайуандарҙы күҙәтәм. Бит Аллаһ Тәғәлә күктә йәшәүсе ҡоштарға, ерҙә йәшәүсе һарыҡ һәм һыйырҙарға ашамлыҡ бирә. Ә хайуандар беҙгә аҙыҡ бирә. Улар бер нәмәне ашай, ә беҙгә бөтөнләй икенсе нәмә бирәләр. Үләндең ит һәм һөткә әйләнеүенә ҡарап, һарыҡ һәм һыйырҙарҙың эсендә эшҡәртеү фабрикаһы бар икән тип уйларға ярамай. Мин быны төшөнгәс, минең Аллаһҡа ҡарата һөйөүм арта, һәм бөтә буш ваҡытымды мин дә минең дуҫтарым кеүек үк Ислам буйынса китаптар уҡыйым һәм мосолман булараҡ иманым нығый.
Аҡһаҡал, уның яуабын ишетеп тағы ла шатланған. Ул үҙенең китаптарын бүлеп балаларға таратҡан һәм әйткән: — Балалар, бөгөн төндә миңә йәшел ҡанатлы фәрештә килде. Һәм миңә минең китаптарымды Аллаһ яратҡан балаларға бирергә ҡушты, Мин ни өсөн Аллаһ һеҙҙе яратҡанын белергә теләгәйнем. Һәм хәҙер мин быны аңланым. Ҙур шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек менән үҙемдең китаптарымды һеҙгә бирәм. Уларҙы алығыҙ, уҡығыҙ, һеҙ ҙә шулай уҡ, ваҡыты еткәс, хөрмәтле ғалимдар булырһығыҙ.
Балалар шатланышып китаптарҙы үҙҙәренең өйөнә, ата- әсәләренә алып ҡайтып киткәндәр. Аллаһҡа һөйөү менән янған балалар, ошо көндән башлап Ислам буйынса күп уҡығандар. Һәм үҙҙәренә фәһем алып, әйләнә тирә яҡты иғтибарлы өйрәнеүҙе дауам иткәндәр. Бөтә барлыҡҡа килтерелгән нәмәләрҙе Аллаһ нимә өсөн яратҡан? Бөтә тереклек нимә өсөн барлыҡҡа килтерелһә, шул функцияны башҡара. Бал ҡорто бал йыя, ебәк ҡорто ебәк үрә, тауыҡ күкәй һала. Ҡояш йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығара. Ер беҙгә ашамлыҡ бирә. Беҙ тауыҡтың ите һәм күкәйе менән туҡланабыҙ. Бал ҡортоноң балын ашайбыҙ. Беҙ һыйырҙың итен, һөтөн, тиреһен файҙаланабыҙ, һәм хатта уңың тиҙәге менән ерҙе ашлайбыҙ, ҡайһы саҡта тик кешенең генә билдәле бурыстары юҡ һымаҡ күренергә мөмкин. Ысынлап та, кеше донъяла айырым урын биләп тора, сөнки тәбиғәттә булған бөтә нәмә уға хеҙмәт итергә тәғәйенләнгән. Кеше фәндә, сәнғәттә һәм техникала яңылыҡ тыуҙырырға һәләтле. Әммә уларҙың барыһы ла йәнһеҙ. Мәҫәлән, ҙур талантҡа эйә булған рәссам бик матур картина яҙа тик был картинаның һәм рәссамдың Барлыҡҡа килтереүсе берәү – Аллаһ. Бөтә булған нәмәләр кеше өсөн барлыҡҡа килтерелгән, кеше үҙе Аллаһ Тәғәләне танып белеү өсөн яратылған.
Үҙеңдең ҡулдарыңа ҡара. Бәләкәй йомшаҡ ҡулдарына ҡара... — Һоҡланғыс һәм матур — Кем тыуҙырған һинең ҡулдарыңды, — Эй, уҡытыусым минең, мин бер тапҡыр ғына ҡараманым, Әсәйем уларҙы барлыҡҡа килтермәгән, Атайым да уларҙы яһамаған, Бер кем дә ярата алмай Кемдендер ҡулдарын. Минең ҡулдарымды Аллаһ Тәғәлә яратҡан. Аллаһ кешене нимә өсөн яратҡан, Уны белһендәр, Уның биргән ниғмәттәре өсөн уны маҡтаһындар өсөн һәм Уның Йомартлығы өсөн рәхмәт әйтеп ғибәҙәт ҡылһындар өсөн. «Мин бит ендәрҙе һәм кешеләрҙе Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә яраттым». Ҡөрьән «Әҙ-Ҙәрийәт, 56».
Кеше ерҙә һынау үтә. Аллаһ кешене сикһеҙ ниғмәттәр менән бүләкләгән. Ә бына беҙҙең көндәрҙә мосолман Аллаһ нисек ҡушһа, шулай йәшәйме? Үтәйме ул бөтә бурыстарын да?
Хиҡәйәт: Муса пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең һорауы: «Эй, Раббым, кешеләрҙе нимәгә барлыҡҡа килтерәһең, һуңынан уларҙы үлтергәс? Аллаһ Тәғәлә яуап итеп Мусаға (ғәләййис-сәләмгә) бойҙай сәсергә ҡушҡан. Муса Пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) бойҙайҙы сәскән, ҡарап үҫтергән. Һыу һипкән. Ваҡыты еткәс, уңыш өлгөргән. Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) бойҙайҙы сапҡан һәм уны һуға башлаған. Аллаһ Тәғәлә уға өндәшкән: — Эй, Муса! Нимә менән шөғөлләнәһең? — Эй, Раббым! Мин бойҙайҙы саптым һәм хәҙер орлоғон һаламдан айырам, — тип яуап биргән Муса.
- Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәре ошо булған. Аллаһ Тәғәлә «Әл- Мүлк» сүрәһенең икенсе аятында әйтә: «Аллаһ үлем менән тормошто — барлыҡҡа килтерҙе, һеҙҙең кемегеҙ үҙенең эштәре менән яҡшыраҡ икәнен һынау өсөн».
Беренсе кеше нимәнән барлыҡҡа килтерелгән? Аллаһ Тәғәлә беренсе кешене. Әҙәм пәйғәмбәрҙе (ғәләйһиссәләмде) балсыҡтан яһаған. Һуңынан уға йән кереткән. Уны нәмә бар шуларҙың бөтәһенең дә исемдәренә өйрәткән. Фәрештәләргә Әҙәмге (ғәләйһи-сәләмгә) сәждә ҡылырға ҡушҡан. Шайтан үҙенең тәкәбберлеге арҡаһында Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуын эшләүҙән баш тартҡан һәм шунлыҡтан Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ожмахтан ҡыуылған. Шайтан пәйғәмбәр Әҙәм (ғәләйһис-сәләм) менән уның изге ҡатыны Һауа (ғәләйһис-сәләм) араһына тыйылған ағастың емешен ашап ҡарауға үәсүәсә һалған. Улар ҡушҡанды тыңламағандары өсөн Ожмахтан ергә һөрөлгәндәр. Аллаһ Тәғәлә бөтә кешеләрҙе лә бер атай һәм әсәйҙән барлыҡҡа килтергән. Аллаһтың ниғмәттәрө ниндәй? Аллаһтың ниғмәттәре сикһеҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең өсөн бөтә был, донъяны, күкте, тауҙарҙы, яландарҙы, йылғаларҙы, үҫемлек һәм хайуандарҙы барлыҡҡа килтергән. Беҙгә аҙыҡ һәм һауаны биргән. «Һәм Ул (Аллаһ) һеҙгә күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләрҙе буйһондорҙо» Ҡөрьән «Әл-Джәҫиә, 13».
Ул беҙҙе кешеләр итеп яратҡан. Кеше — Аллаһ мәхлүктәренең иң яҡшыһы. Һәм ул кешегә бөтә кәрәкле нәмәләрҙе лә биргән. Фекер йөрөтөү өсөн аҡыл биргән, куреү өсөн күҙ биргән; ишетеү өсөн ишетеү һәләте биргән; аралашыу өсөн телмәр биргән. Кешегә тағы ла бик куп нәмәләр биргән, Үҙендең тәнеңә ҡара, ул ҡатмарлы механизм кеүек эшләй. Әгәр ҙә беҙҙең күреү һәләтебеҙ булмаһа, ул сағында нимә булыр ине? Аллаһ биргән нәмәләрҙең иң ҡиммәтлеһе — ул тура юлды күрһәтеүсе Изге Ҡөрьән һәм Ислам дине. Аллаһ беҙгә иман биргән.
Аллаһ иманлы кешене нимә менән бүләкләй? Кеше файҙаһына күп төрлө ниғмәттәр биргән Аллаһ Тәғәләгә ышаныу кешегә сикһеҙ бәхет килтерә. Аллаһҡа хеҙмәт итеү кешегә күңел рәкәтлеге һәм йән тыныслығы бирә. Кеше ҡайһы саҡта өмөтһөҙлөккә бирелә. Ҡайһы ваҡытта ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар баҫа. Тик Аллаһҡа ышаныусы ғына бер ваҡытта ла ышанысын юғалтмай. Ауыр саҡтарҙа ул Аллаһтан яҡлау эҙләй һәм Унан ярҙам һорай, сөнки Аллаһ өлөшһөҙҙәрҙең, яфа сигеүселәрҙең һәм бәхетһеҙлеклек кисереүселәрҙең яҡын Дуҫы.
“Кем Аллаһ ҡурҡа, Ул уға юлын күрһәтә, һәм Ул уйламаған ерҙән ризыҡ бирә. Кем Аллаһҡа ышана, уның өсөн Ул еткән. Ҡөрьән “Ат-Талаҡ,2-3”.
Рисәләт газетаһы №13-14 (210) ғинуар-февраль 2016 йыл