Әкиәт «Боғар хан улдары»
Борон заманда Боғар тигән хан булған. Уның бер улы тыуған. Улына Йыһангиз тип исем ҡушҡандар. Шунан был, ир еткәс, атаһы менән әсәһенә: «Мин һәнәр эҙләйем»,— тине лә атҡа менеп сыҡты ла китте, ти.
Китте был, ай китте, йыл китте, бер йыл буйына китте, барып етте бер диңгеҙ буйына. Диңгеҙ буйын ҡыҙырып китеп ултырһа, күрә: ята ҡотһоҙ бер әбей, маңлайының уртаһында бер күҙе генә бар. Эргәһендә бер сатыр ҡороулы — алтын сатыр. Алтын сатырҙа бер ҡыҙ ултыра: бер бите ай, бер бите көн кеүек. Керҙе лә әйтте:
— Һин ни эшләп ултыраһың бында хур булып? Мин һине алайым,— тине.
Ҡыҙ әйтә:
— Бынау ятҡан әбей — минең инәйем, тау ендәрҙең батшаһы ул,— ти.— Инәйем бирһә, мин һиңә барырмын,— ти.
— Инәйең тиҙ уянырмы?
— Алты көн, алты төн йоҡлай торған,— ти ҡыҙ.
— Мин дә алты көн, алты төн йоҡлай торғанмын. Әбей торһа, көтһөн,— тине лә йоҡларға ятты, ти, егет.
Әбей унан элек ырғып килеп торҙо, ти, йоҡоһо бөтөп. Торҙо ла:
— Был ниндәй кеше? Быны ашайым бит мин хәҙер,— тип әйтә, ти.
— Юҡ, инәй, ул хан балаһы. Мине һорай ул,— ти ҡыҙы.
Бына бер ваҡытта йоҡоһо бөтөп, Йыһангиз дә торҙо, килде, ти, бының янына ҡылысын тартып биленән.
— Ҡыҙыңды бир! Бирмәһәң, ҡаныңды ағыҙам хәҙер,— тине.
Әбей әйтә:
— Ярар,— ти.— Мәһәренә күнһәң, бирермен,— ти.
— Мәһәре ни?
— Минең рәғиәтемде* ҡырып бөт тә ал,— ти ҡарсыҡ. Батша булғас, бының халҡы, ғәскәре булған инде.
— Ярай, ризамын,— ти егет.
Ҡарсыҡ әйтә:
— Иртән ҡояш ҡалҡып килгәндә, ошонда көт,— ти.
Шул ваҡытта эргәләрендә бер сонтор буҙ бейә хасил булды. Әбей шул сонтор буҙ бейәгә ҡыҙҙы ла ултыртып алып ҡайтып китте, ти.
Иртәгеһен иртүк егет көтөп тора. Ендәр килгәндә, ер уйылып, ҡалтырап торғандай була: шул тиклем күп, ти, теге әбейҙең ғәскәре. Йыһангиз ҡылысы менән барыһын да ҡырҙы ла бөттө, әбей яңғыҙ ҡалды. Әбей:
— Иртән тағы көтөп тор, килермен,— тине лә теге сонтор бейәһенә атланып ҡайтып китте, ти.
Батша ҡарсыҡ һәр көн шулай тау ендәрен өйөрө менән килтереп тора,— Йыһангиз ҡырып бөтөрөп тора.
Был ваҡытта егеттең инәһе, балаһын һағынып, алланан һорай икән:
— Тағы ла бер ул бир һин миңә. Һис бер ергә ебәрмәҫ инем,— тип әйтеп.
Аллаһы тәғәлә быларға бер ул бирҙе, ти, һорағанын ҡабул итеп. Быныһы көн һайын бер йылға үҫеп, алты көндә алты йәшкә етте, уҡ-ян алып, малайҙар менән уйнарға сығып та китте, ти. Йәйәһен киреп атып ебәргәйне, уғы күккә ашып күҙҙән юғалды, ти. Йөрөй торғас, бер малайҙың башына сирткәйне, мейеһен уя сиртте лә ҡуйҙы. Башы уйылған баланың әсәһе йүгереп килеп:
— Уй, һин яуыз! Ағайың һинең һәнәр эҙләй киткәйне, бында йөрөгәнсе, һин дә китеп олаҡһаңсы! — тип әйтте, ти.
Малай өйгә ҡайтып инде лә инәһенән һораны:
— Минең ағайым бармы? — тип. Инәһе әйтмәгәс,— Инәй, миңә борсаҡ ҡурып бир әле,— тип һораны, ти.
Борсаҡ ҡыҙғас, әсәһе һауытҡа һалып биргәйне:
— Юҡ, услап алып бир! — тип әйтте, ти.
Әсәһе услап алып биргәйне, ҡулын ҡуша тотто ла торҙо, һис кенә лә ысҡындырмай, ти.
— Әйт, инәй, минең ағайым бар инеме? — тип һорай ҙа һорай, ти.
Ҡулы бешкәс, сыҙар хәле ҡалмағас, әйткән инде әсәһе:
— Бар ине, балам, бар ине! Һөнәр эҙләй сығып китте ул,— тип.
Шунан ни был:
— Хуш бул, инәй, мин ағайымды эҙләйем,— тигән дә йүгереп сыҡҡан да киткән.
Шәп итеп йүгереп китеп ултыра, китеп ултыра, хатта үлән йығылып ҡала, ти, бының еленә. Шулай китеп бара ине, күл буйында бер аҡ һаҡаллы бабайҙың намаҙ уҡып ултырғанын күрә. Бабайға сәләм бирә, һаулыҡ һораша.
— Ҡайҙа бараһың, балам? — тип һораша бабай. Был әйтә:
— Мин ағамды эҙләй барам,— ти. Бабай әйтә:
— Ағаң бер йыллыҡ ерҙә, былай ғына барып етә алмаҫһың, ҡайт һин,— ти.— Ҡайтып ҡапҡаңа ингәс, уң яғыңа ҡара, унда бер алтын бағана булыр,— ти.— Көсөң етеп һурып алалһаң, уның төбөндә, һикһән сажин тәрәндә, бер Аҡҡола тигән ат булыр,— ти.— Шул атты сығарып алырһың һин,— ти.— Шул аттан башҡа ат һине күтәреп йөрөй алмаҫ,— ти. Йыһангиз ҙур ине, быныһы унан да ҙурыраҡ булған инде.
Был егет кире ҡайтып, ҡапҡаға инде, уң яҡта алтын бағананы күрҙе. Тибеп ебәргәйне, алтын бағана ҡырҡ тау аша ырғып китте. Аҡҡоланы нуҡтаһынан тартҡайны, ырғып килеп сыҡты. Шул ерҙә Аҡҡолаға ҡулын һалғайны — ҡулын күтәрмәй, аяғын һалғайны,— аяғын күтәрмәй: аттың көсө етмәй, биле һығылып тик тора икән. Шунан был ялбара:
— Миңә ниңә был тиклем кәүҙә бирҙең? Мине ат та күтәрмәй бит! — ти. Аҡҡола әйтә:
— Һин инә ҡарынында ярала башлағандан бирле, һинән ҡасырып, ошо ергә мине хибескә һалдылар. Мине өс көнгә ебәр. Мин диңгеҙ ҡултығынан үҙемдең ашай торған утымды ашап киләйем,— ти.
Ебәрҙе. Өс көндән һуң килде Аҡҡола. Хатта бының ауыҙ-морононан, ҡойроҡ төптәренән һөрөмө сығып килә, шул тиклем ҡеүәт алған. Бының өҫтөндә яу ҡоралдары көллөһө беркетелгән.
Егет атҡа менде, Аҡҡола айлыҡ ерҙе алты атланы, йыллыҡ ерҙе ете атланы, бер диңгеҙҙең эргәһенә барып етте. Күрҙе: бер сатыр ҡороулы тора, бер кеше ята, бер кесерәк тау хәтле бар,— ҙур бик, йоҡлап ята. Әйтте был егет: «Ат менән ат татыу булһа, эйәһе лә татыу була»,— тип. Төшөп атын ебәрҙе лә йоҡларға ятты. Теге батырҙың йоҡоһо бөтөп, ырғып торҙо. Ырғып тороп килеп, бының өҫтөнә менеп ултырҙы ла: «Был тауҙың дейеү пәрейе икән, үлтерәйем үҙен» — тип, ҡылысын күтәргәйне, туҡтап ҡалды: «Уң яҡ битенә ҡараһам, атама оҡшатам, һул яҡ битенә ҡараһам, инәмә оҡшатам»,— тип, муйынына ҡылысын терәне лә, иланы ла ултырҙы. Ултыра ине һаман илап, бер бөртөк йәше тегенең битенә тамды. Йоҡлап ятҡан еренән ҡапыл биләнләп, өҫтөндәге егетте ырғытып ебәргәйне, Йыһангиз ҡырҡ тау аша барып төштө. Йүгереп килеп еткәйне, ҡылысын һурып алып, ҡаршыһына баҫты.
— Һин дейеүме, әҙәм затынанмы? — тип һораны.
— Мин — Боғар хандың балаһымын. Һәнәр эҙләй киткәйнем дә, ошо ерҙә тау батшаһы ҡарсыҡҡа тап булып, уның ҡыҙын алмаҡ өсөн, мәһәренә ендәрен ҡырып бөтөрмәксе инем. Ә ул көн һайын өйөр-өйөр ен ғәскәрен ебәреп тора, мин ҡырып торам. Бына алтынсы көн инде, уның бер ене лә күренмәй,— ти.
— Мин дә Боғар батшаның улы бит! — ти, аҙаҡ килгән егет.
— Һин алдайһың,— ти Йыһангиз.— Минең ҡустым юҡ ине,— ти.
— Минең тыуғаныма ун өс көн генә әле. Ун көн өйҙә торҙом. Өс көн бында һинең йоҡоңдан уянғаныңды көтөп ултырҙым.
Ағаһы шул икән. Таныштылар былар, илаштылар ҡосаҡлашып, Йыһангиз әйтә:
— Иртән тағын ендәр килер инде, өйөр-өйөр булып,— ти.
Ҡустыһы әйтә:
— Ағай, һин арығанһың, иртән мин һуғышайым,— ти.
— Ярар,— ти тегеһе.
Иртәгеһенә йәнә ен ғәскәре килә, ер уйылып килә баяғыса. Йыһангиздең ҡустыһы тау батшаһы ҡарсыҡтың рәғиәтен ҡырып бөттө лә әбейҙе ҡыуалап китте. Әбей ер тишегенә инеп барған ваҡытта, ҡарсыҡтың сонтор буҙ-сыбар ҡойроғоноң төбөнән ҡырҡа сабып алып ҡалды. Егет Аҡҡолаға әйтә: «һин мине ошонда, соҡор ауыҙында, өс ай, өс көн көткәс, тағы өс сәғәт көт,— ти.— Мин һаман килеп сыҡмаһам, ағайыма хәбәр бир. Шул соҡорҙоң эсендә һәләк булды, тип». Шунан һуң соҡорға төшөп китте, ти.
Соҡорға төшөп еткәс, бер яҡҡа сығып китеп, байтаҡ ҡына барғайны, күрә: алты дейеү тимер һуғып тора. Бер һуҡһа, бер ен яратыла, ике һуҡһа,— йәнләнә, өс һуҡһа,— ен һалдаты атҡа атлана ла һуғышҡа сабып сыгып та китә. Сихыр менән шулай итеп команда яһай икән теге әбей. Егет әйтә:
— Һуға белмәйһегеҙ. Мин бер һуҡҡанда яһайым уны, бына ҡарап тороғоҙ мине,— тип, теге тимерсе ендәрҙе бергә теҙеп баҫтыра ла, ҡылысын алып, алтыһының башын бер һелтәүҙә өҙә лә төшөрә.
Артабан китте егет. Китеп ултыра ине, теге һылыу ҡыҙға тап булды. Ҡыҙ энәне бер сәнсһә, алпамыша һымаҡ дәү ен яратыла, ике сәнсһә — йәнләнә, өс сәнсһә — тора һалып, стройға баҫа. Егет күрә лә быны, ҡыҙға әйтә:
— Ахмаҡ! — ти.— Сихыр менән ни аҙапланып ултыраһың һин? — ти.
— Мәһәргә тип, инәйемдең рәғиәтен ҡырып бөттөң бит үҙең,— ти ҡыҙ.
Был егет ағаһына биҡ оҡшағас, уны Йыһангиз тип белә инде тау батшаһының ҡыҙы.
— Әпсәң ҡайҙа ята һуң ул? — тип һорай егет.
— Әпсәм әле генә егерме-утыҙ кешене ашап, хәҙер сисенеп, алтын һарайҙа хәл йыйып ята,— ти ҡыҙ.— Барып инерһең инде, ингәс, башы осондағы һыуҙы ишек төбөнә ултырт. Ул көс индерә торған һыу. Һиңә берәү генә күренһә лә, уның башы етәү. йәне үҙендә түгел. Бер башын ҡырҡ та, йәнен һора. Алдар ул: башын ҡырҡҡас, аҡ һандыҡтан бер йомортҡа алып бирер,— йәне ул түгел, йәне йәшел һандыҡтағы йомортҡала булыр. Ә йәшел һандыҡтың ҡайҙа икәнен мин белмәйем,— ти.
Егет барып инде алтын һарайға. Барып инһә,— шыр яланғас ҡарсыҡ ята. Килде лә:«Әй, ҡафыр, ни эшләп ятаһың шулай, әҙәпһеҙ!» — тип типте, ти, тегеңә.
Әбей ырғып торҙо ла, йәбеште, ти, быға. Әбейҙе егет күтәрә лә һуға шул ерҙә. Күтәреп тә һуға, бер башын ҡырҡып та ташлай.
— Йәнең ҡайҙа? — тип һорай.
— Минең йәнем ана өҙөлгән башымда,— ти.
Башы тулап, һикрәңләп иҙәндә йөрөй. Бер юлы дүрт башын ҡырҡып ташлай егет ҡарсыҡтың.
— Эй, егет, үлтермә инде. Мин һиңә ҡыҙымды ла бирәйем, үҙем дә бергә китәйем. Минең йәнем аҡ сепрәккә уралған, аҡ һандыҡта ята,— ти.
Егет аҡ һандыҡтағы йомортҡаны алып һытты — ен ҡарсыҡ үлмәне, ти. Йәнә бер башты ҡырҡып төшөрҙө, берәү генә ҡалды. Ә теге баштар һаман тулап-тыпырсынып йөрөйҙәр: «Ендәрҙе йыйып алып киләбеҙ!» — тип ҡысҡыралар, ти. Яңғыҙ ҡалған башын ҡосаҡлап, әбей:
— Берүк һуңғы башымды өҙмә,— ти.— йәнемде ал да кеҫәңә һалып алып ҡайт, ҡыҙымды ла ал,— ти.
Егет бының ялбарыуына ҡарамай, аҙаҡҡы башын да сабып өҙә. Ә баштар — иҙәндә һаман тыпыр-тыпыр. Егет йәшел һандыҡты эҙләй — таба алмай, һис бер ерҙә йәшел һандыҡ күренмәй. Егет килә лә ҡарсыҡтың күкрәгенә баҫып:
— Ҡайҙа һандыҡ? Үҙең алып бир! — ти.— Үҙе һаман тубығы менән баҫып тора әле тегеңә. Әбей ятҡан ерҙән стенаға ҡулын тығып, йәшел һандыҡты һөйрәп килтереп сығара. Шунан егет һандыҡты асып йоморт-ҡаны ала ла әбейҙең баш осона ҡуйып һыта. Шул ерҙә әбей үлә. Ҡыҙ әйтә:
— Баштарын йыйып, утҡа үртә,— ти.
Үртәп көл иткәс, ҡыҙ әйтә:
— Быны елгә осорһаң, бер сихырға олғашып, тағы килер беҙгә. Һыуға иҙеп, ағыҙып ебәр,— ти.
Егет шулай эшләй. Шунан икәүләп ҡайтырға сыға-лар. Өс ай үтеп, өс көн көтөп, өс сәғәт бөтөп, Аҡҡола ҡайтып ултыра икән. Һөрәнләгәйне, ҡабат килде. Ҡыҙҙы ағайыма алып барып бирермен тип һаҡлай. Икәүләп Аҡҡоланы менеп ҡайталар. Килеп етеп килгәндә, егет ҡыҙға әйтә:
— Туҡта әле, минең бер энем бар, йорт ҡалай тора икән, ҡайтып йүнәтеп киләйем,— ти.
Ағаһына килде. Илаштылар. Ағаһы:
— Һау килдеңме? Һәләк булғандыр, тип эҙләргә сығайым тип тора инем. Рәғиәтен ҡырып та бөткәйнем,— ти. Энеһе әйтә:
— һин ҡырып бөтмәнең, мин ҡырып бөттөм,— ти.— Кәләшең анау ерҙә ҡалды, барып алып кил,— ти.
Ағаһы барып алып килгәс, ҡыҙ, быларҙың оҡшашлығын күреп, хайран ҡалды, ти. Шунан былар өсәүләп, Йыһангиз менән бисәһе Аҡбуҙатҡа атланып, ҡустыһы үҙенең Аҡҡолаһын менеп ҡайтып киттеләр, ти.
* Рәғиәт — бер батшаға буйһонған халыҡ.
Йәшәгән, ти, батырҙар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте