Ҡөръән транскрипцияһы
Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәракәтүһү. Хәҙрәт, минең шундай һорауым бар, мин айырыуса ошо айҙа Ҡөрьән уҡығаны өсөн бүләк (сауаб) алырға теләйем. Әммә мин әлегә Ҡөрьәнде ғәрәп телендә уҡый белмәйем, тик транскрипция буйынса ғына уҡыйым һәм күптән түгел бындай уҡыуҙы тыйыу тураһында уҡыным. Ҡөрьәнде транскрипция буйынса уҡыу тыйылғанмы, юҡмы икәнен аныҡ ҡына белергә теләйем?
Икенсе һорау: Ҡөръәнде транскрипция менән уҡып хәтем ҡылырға буламы?
Ҡөръәндең транскрипцияһын ҡулланыу һәм уны тыйыу тураһында фекерҙәр төрлө. Әгәр һеҙ яңыраҡ Ислам динен ҡабул итһәгеҙ, йәки яңыраҡ ҡына уның ҡушыуҙарын үтәй башлаһағыҙ, тәүге осорҙа Ҡөрьәнде транскрипция буйынса уҡырға мөмкин. Аллаһтан быны һеҙгә ғибәҙәт тип иҫәпләүен һорағыҙ. Читать далее