Эттәргә һәм йыртҡыс хайуандарға ҡаршы доғалар
Эт ырылдап һеҙгә ташланырға торһа ошо аятты уҡырға. Шулай уҡ доғаны башҡа йыртҡыстарға ҡаршы, әгәр улар һеҙгә ташланырға торһа, мәҫәлән бүре, ҡабан сусҡаһы, айыу, арыҫлан һәм башҡаһы:
وَكَلْبُهُم بَـَسِطٌ ذِرَاعَيهِ بِٱلْوَصِيدِ
“Үә кәлбүһүм бәәситуң ҙираағәйһи бил-үәсиид”
“...Ә эттәре лә тупһала ята ине, аяҡтарын һуҙып, йоҡлашып”. Ҡөръән: 18 сүрә – 18 аят. (Мәмерйә — Кәһәф сүрәһе).
Аят йә сүрәне әйтер алдынан: «Әғүҙү билләһи минәш шайтанир раджим, бисмилләһир рахмәнир рәхим» тип әйтергә онотмағыҙ.
Берәй хайуандың һөжүменә ҡаршы
ٱللَّهُ رَبُّنَا وَرَبُّكُم، لَنَآأعْمَـَـلُنَا وَلَكُمْ أَعْمَـَــلُكُمْ، لآ حُجَّةَ بَيْنَنَا وَبَيْنَكُمُ ، ٱللَّهُ يَجْمَعُ بَيْنَنَا
“Аллаһу раббүнәә үә раббүкүм, ләнәә әғмәәлүнәә үә ләкүм әғмәәлүкүм, ләә худжжәтә бәйнәнәә үә бәйнәкүм, Аллаһу йәджмәғу бәйнәнәә”.
“Аллаһ – беҙҙең Раббыбыҙҙа, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Беҙҙең ғәмәлдәребеҙ – беҙгә, һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ – һеҙгә. Үҙ- ара бәхәсләшергә сәбәп юҡ, барыһыла хаҡ икәне мәғлүм. Аллаһ бөтөнөбөҙҙө лә бер урынға туплар, ҡайтарылыш Уның хозурына буласаҡ”, — ти. Ҡөръән: 42 сүрә, 15 аят. (Шура – Кәңәш).
Ошо аятты уҡып хайуан яғына өрөргә. ИншаАллаһ, ул һеҙгә һөжүм итмәҫ.
Бөтә төр хайуандарҙан һәм бөжәк-ҡорттарҙан
الْحَفِيظُ
"Әл-Хафииҙ"
Аллаһ Тәғәләнең матур исемендәренең береһе: “Һаҡлаусы”.
Ошо матур исемде күп тапҡыр ҡабатлағыҙ. Бер нәмә лә зыян эшләй алмаҫ ошо исемде әйткән кешегә, хатта ул ҡырағай хайуандар араһында йоҡлаһала.
Өйҙө ҡурҡыныс хайуандарҙан, зыянлы бөжәктәрҙән һәм йылан-кеҫәрткенән һаҡлау өсөн:
إِنِّى تَوَكَلْتُ عَلَى ٱللَّهِ رَبِّى وَرَبِّكُم ، مَّامِن دَآبَّةٍ إِلَّا هُوَ ءَاخِذُ بِنَا صِيَتِهَآ ، إِنَّ رَبِّى عَلَى صِرَاطٍ مُّسْتَقِيمٍ
“Иннии тәүәккәлтү ғәләллаһи Рабби үә Раббикүм, мәә мин дәәббәтин иллә һуүә ә әхиҙум бинәә сийәтиһәә, иннә Раббии ғәләә сиратыйм мүстәҡиим”.
“Мин Аллаһыға таяндым. Ул хаким минең һәм һинең өҫтөнән. Ул мине һеҙҙең хәйләгеҙҙән һаҡлар, бер кемдең Уның ихтиярына тора алмаҫ. Ул бар нәмәгә көслө. Үҙ иркендә булған бер ниндәйҙә януар юҡ, барыһы ла Аллаһ ҡөҙрәте аҫтында. Шуға ла Аллаһ мине һеҙҙең ҡыйыртыуығыҙҙан һаҡлар һәм һеҙҙе ҡырырға мөмкин, бер нәмә быға ҡаршы ҡамасаулай алмаҫ. Уның күк-донъяларҙағы хакимлеге хаҡ һәм дөрөҫ. Ул тура юлдағы булыусыларҙы бүләкләр һәм күңелле бысраҡтарҙы упҡынға ташлар”.
Ҡөръән Кәрим: 11 сүрә, 56 аят, (Һуд сүрәһе). Был аятты күп уҡыр кәрәк, бигерәктә иртәнсаҡ һәм йоҡо алдынан.
Әгәр берәй бөжәк, йәки йылан тешләһә
Бөжәктәр тип: бал ҡорто, һағыҙаҡ... ағыулы үрмәкселәр һәм башҡаһы.
وَإِذَا بَطَشْتُم بَطَشتُم جَبَّارِينَ
“Үә иҙәә бәташтүм бәташтүм джәббәәриин”
“(Меҫкендәрҙе) хөкөм иткән саҡта һеҙ рәхимһеҙ ҡыланаһығыҙ”
Бармаҡ менән тешләнгән ерҙе баҫып өрөлтөп сығырға ла өҫтәге аятты 7 тапҡыр бер тында уҡырға. ИшаАллаһ, ауырыу йүнәлер. Ҡөръән: 26 сүрә, 130 аят, “Шүғәрә (Шағирҙәр)”.
Кешене берәй ҡорт-бөжәк тешләһә
Ҡөръәндәге 84 сүрәне Әл-Иншиҡаҡ (Йыртылыу) уҡырға һәм ауырыуға өрөргә.
ИншаАллаһ, ауыртыу баҫылыныр.
Өйҙәге ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
يَـَـأَيُّهَا ٱلنَّمْلُ ٱدْخُلُواْ مَسَـَـكِنَـكُمْ لاَ يَحْطِمَنَّـكُمْ سولَيْمَـَـنُ وَ جُنُودُهُ وَهُمْ لاّ يَشْعُرُونَ
“Йәә әййүһәән-нәмлү-дхулуу мәсәәкинәкүм лә йәхтимәннәкүм Суләймәәну үә джунуудуһу үә һүм лә йәшғурун”
— “Әй, ҡырмыҫҡалар! Ояғыҙға кереп ҡасығыҙ. Һаҡ булығыҙ, Сөләймән ғәскәрҙәре, үҙҙәре лә белмәҫтән, һеҙҙе тапап-ярып китмәһен”.
Ошо аятты ҡағыҙға яҙып, ҡырмыҫҡалар ояһына һалыр кәрәк. ИншаАллаһ, тиҙҙән улар был урынды ташлап китәр.
Бер әҙәмдәр Ҡөръәндә ошо сүрәлә хата яҙылған тип, тапҡандар: нисек Сөләймән пәйғәмбәрҙең ғәскәре ҡырмыҫҡаларҙы яра баҫһындар тип? Ваҡыт үтә килә, ҡырмыҫҡаларҙы тикшергәс, уларҙың өстән ике өлөшө быяланан торғаны асыҡланған. Нәмел (Ҡырмыҫҡалар) сүрәһе, 18 аят
Серәкәй, бөрсә һәм башҡа паразиттарҙан һаҡланыу
وَمَا لَنَآ أَلاَّ نَتَوَكَّلَ عَلَى ٱللَّهِ وَقَدْ هَدَـَـنَا سُبُلَنَا، وَلَنَصْبِرَنَّ عَلَىَ مَآ ءَاذَيْتُمُونَا، وَعَلَى ٱللَّهِ فَلْيَتَوَكَّلِ ٱلْمُتَوَكِّلُونَ
“Үә мәә ләнәә Алла нәтәүәккәлә ғәләллаһи үә ҡад һәҙә әнәә сүбүләнә, үә ләнәсбираннә ғәләә мәә әҙәйтүмүүнә, үә ғәләллаһи фәлйәтәүәккәлил мүтәүәккилуун”
“һәм ни өсөн беҙгә Аллаһыға ышамаҫҡа. Ул бит һәр беребеҙҙе билдәләнгән юлдарыбыҙ буйынса алып бара. Һис шикһеҙ, беҙ Аллаға тәүәккәл буласаҡбыҙ һәм ауыртыуҙарҙы түҙәрбеҙ, һеҙ уны беҙгә ҡылһағыҙҙа. Тик Аллаһҡа өмөтләнәләр инаныусылар”. 14 сүрә — Ибраһим сүрәһе, 12 аят.
Өйҙәге серәкәй-себен һәм башҡа паразиттарҙан ҡотолор өсөн ошо аятты 7 тапҡыр уҡып 1-2 стакан һыуға өрөргә. Шунан әйтергә: “Себен һәм серәкәйҙәр...! Әгәр һеҙ Аллаһ Тәғәләгә ышанһағыҙ, беҙгә ҡамаусаламағыҙ!”. Шулай тигәс тә, һыуҙы өй эсендә һипкеләп сығырға. Киләһе кис, иншаАллаһ, тыныс үтәр.