Ҡөръән транскрипцияһы
Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәракәтүһү. Хәҙрәт, минең шундай һорауым бар, мин айырыуса ошо айҙа Ҡөрьән уҡығаны өсөн бүләк (сауаб) алырға теләйем. Әммә мин әлегә Ҡөрьәнде ғәрәп телендә уҡый белмәйем, тик транскрипция буйынса ғына уҡыйым һәм күптән түгел бындай уҡыуҙы тыйыу тураһында уҡыным. Ҡөрьәнде транскрипция буйынса уҡыу тыйылғанмы, юҡмы икәнен аныҡ ҡына белергә теләйем?
Икенсе һорау: Ҡөръәнде транскрипция менән уҡып хәтем ҡылырға буламы?
Ҡөръәндең транскрипцияһын ҡулланыу һәм уны тыйыу тураһында фекерҙәр төрлө. Әгәр һеҙ яңыраҡ Ислам динен ҡабул итһәгеҙ, йәки яңыраҡ ҡына уның ҡушыуҙарын үтәй башлаһағыҙ, тәүге осорҙа Ҡөрьәнде транскрипция буйынса уҡырға мөмкин. Аллаһтан быны һеҙгә ғибәҙәт тип иҫәпләүен һорағыҙ. Читать далее
Архив метки: Ҡөръән
Ҡөръәнгә ышанырға мөмкинме?
Ҡөръәнгә ышанырға мөмкинме?
Был совет атеистәренең 1964 йылда яҙған «Ҡөръәнгә ышанырға мөмкинме?» тигән китабын бөгөнгө беҙҙең илдә һәм донъяла барған киҫкен сәйәсәт арҡаһында барған хәлдәрҙән сығып уҡыусыларға тәҡдим итәм. Бөгөнгө көндә лә илдәге ялған сәйәсәт (политика) пропагандаһына ышаныусылар бик күп, шул ышаныуҙары арҡаһында хатта СССР осоронда ла алдашыу, ялған булманы тип, шул заманда йәшәгән бөгөнгө «динле» әҙәмдәр үҙ дөрөҫлөктәрен иҫбат итергә маташа. Бына уҡығыҙ, һығымта эшләгеҙ, шулай уҡ тарих яҙыуҙа ла ялған мәғлүмәт бик күп булды. Бар ерҙә, бар илдәрҙә тиерлек сәйәсәт (политика) ялғанға, алдауға ҡоролған. Был депутаттарҙың төкөрөк сәсеп, буш вәғәҙәләр биреп, һайлауҙарҙа алдашыу арҡаһында үтеп, аҙаҡ кешеләрҙең хоҡуҡтарын ҡыҫҡан закондар ҡабул итеүҙәре, байҙарҙы, үҙҙәрен генә яҡлаған система төҙөүҙәре. Сәйәсмәндәрҙең бар халыҡты алдап илдәге барған хаҡлыҡты йәшереүҙәре әлеге шул пропагандаға ҡоролған. Совет осоронда ла, хәҙерге көндә лә шул ялған мәғлүмәт биргән телевизорға, шулай уҡ интернеттә ҡайһы бер каналдарҙың алдаған каналдарын ҡарап кешеләр илдәге барған сәйәсәт тураһындағы фекерҙәрендә яңылыша, аҙаша. Читать далее