Иблис, Дәджәл, QR-код
Был мәҡәләне элек яҙа башлағайным, тик интернет киңлегенә бындай мәғлүмәттәргә тыйыу булды бит, әлегә был тынып ҡалған мәсьәләне тиҙҙән ҡабат күтәрерҙәр һәм беҙҙе яңынан «ауыҙлыҡтарҙар»!
QR-кодтарҙа Дәджәл фетнәһенең килеп етеү сағылышы. Кем ул Дәджәл? Дәджәл исеменең мәғәнәһе «алдаҡсы», «ялғансы», «хаҡлыҡты ялған менән йәшереүсе» тигән мәғәнәне белдерә, «хәҡиҡәтте – ялған һәм яҡшыны яман менән бутаусы» һүҙҙәренә тап килә. Һис шикһеҙ, Дәджәл фетнәһе – әҙәм балаһы күрәсәк иң бөйөк фетнә һәм беҙ әле шул бола заманында йәшәйбеҙ. Дәджәлдең халыҡ араһына киләсәге тураһында Ҡиәмәт көнөнөң кесе билдәләре булып үткәс Хисап көнөнөң ҙур билдәләренең тәүгеһе булараҡ булыр тиелә.
Ҡиәмәт яҡынлашыуының кесе билгеләре булып Ер йөҙөндә һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһис-сәләмдең тыуыуы һәм үлеме, шулай уҡ, бейек өйҙәр һалыныуы, ихласлыҡтың, ғилемдең кәмеүе; хәмер эсеүселәрҙең, йырсыларҙың күбәйеүе; боҙоҡлоҡтоң, зинаның, алдыҡтың, ғәҙелһеҙлектең таралыуы; ялған пәйғәмбәрҙәр, байҙар, ҡатын-ҡыҙҙар һанының, үлемдең, ер тетрәүҙәренең, төрлө фажиғәләрҙең, дауылдарҙың артыуы; ваҡыттың шәбәйеүе һ. б. тора.
Ваҡыт ҡыҫҡарыр тигән, ысынлап та, хәҙер шундай заманда йәшәйбеҙ, сөнки эштәребеҙҙе башҡарырға өлгөрөп булмай, көн үтә лә китә, ваҡыттың бәрәкәте юҡ. Ғалимдар ахырзаман алдынан кешеләр бер урындан икенсе урынға ҡыҫҡа ваҡытта күсә алыр тигән. Хәҙерге көндең техникаһы менән беҙ меңдәрсә саҡрым араны бик аҙ сәғәттәр эсендә үтәбеҙ. Бына был ваҡыттың ҡыҫҡарыуы ла инде
Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйтеүе буйынса: «Әҙәм балалары барлыҡҡа килгәндән алып, Ҡиәмәт көнө еткәнгә тиклем, Дәджәл фетнәһенән дә ҙурыраҡ фетнә юҡ» (Мөслим, Фитан, 126).
Был турала ер йөҙөнә килеп киткән пәйғәмбәрҙәр ҙә өммәттәренә ошо фетнә хаҡында һөйләгән һәм һаҡ булырға өндәгән (Тирмиҙи, Зуһд, 3; Ибн Мәджә, Фитан, 33). Христиан динендә Дәджәл Антихрист исемендә билдәле. Уларҙың динендә лә Ҡиәмәт көнө алдынан Ғайса (Иусус) пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм ер йөҙөнә ҡабаттан төшөп ошо Дәджәлде (Антихристы) үлтерәсәк тиелә.
Һис шикһеҙ, Дәджәлдең эш-ғәмәлдәре Иблис менән бәйләнгән. Бар нәмә Аллаһ ихтыяры менән барлыҡҡа килә һәм тормошҡа аша. Дәджәлдең килеүе лә мосолмандар өсөн оло һынау. ...
Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте үә көсө менән әҙәм балалары һуңғы үткән быуатта элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм масса коммуникациялары өлкәһен барлыҡҡа килтерҙе, былар телевизорҙар, компьютерҙәр, кәрәҙле телефондар һәм башҡаһы. Һәм был беҙҙең быуаттың башында ошо технологияларҙың үҫеше йыллап түгел, ә айлап, әкиәттәге кеүек «ай үҫәһен – көн үҫеп, йыл үҫәһен – ай үҫеүен» дә күрәбеҙ. Әле генә ошо ғүмеребеҙҙә был турала бер нәмә белмәй инек, мәғлүмәт таратыу саралары булған гәзит-журналдан башҡа бөтә сельсоветкә бер тимер сыбыҡ аша һөйләшә торған бер-ике телефон аппараты булды бит. Бөгөнгө көндә мәғлүмәт технологиялары мәғлүмәт менән идара итеүгә кәрәк барлыҡ ресурстарҙы, бигерәк тә компьютерҙарҙы, кәрәҙле телефондарҙы, смартфондарҙы, теле-видео һәм күҙәтеү камераларын бик ғәләмәт темпта ҡуллана. Бөгөн йә иһә иртәгә кешеләрҙең тәненә электрон чиптарҙы индереп, шулар ярҙамында кәрәк мәғлүмәт бирергә һәм кешенең аңын, үҙалығын баҫып алып, уның менән идара итеүгә бер аҙым ҡалды.
Иғтибар итегеҙ, һуңғы беҙҙең быуатта фән, ғилем һәм техника үҫеше туҡтап, тик ошо электрон системалар ғына бик ныҡ үҫешкә китте. Башҡа бер нәмә лә уйлап таба алмайҙар техник үҫеш буйынса, барыһы ла туҡтаны. Хәҙер киләсәктә лә бер нәмәгә лә өмөт итә алмайбыҙ!
Был компьютер һәм электрон технологиялар нимә өсөн ҡулланыла һуң? Әлбиттә беҙгә үҙ-ара аралашыу, кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн кәрәк. Әммә был халыҡтың өҫтөнән күҙәтеп тороу өсөн һәм уның тәртип-ҡылығын кәрәк яҡҡа бороу, ихтыяж-хәжәтен ҡәнәғәтләндереү өсөн бик яйлы ҡоралма. Шуның өсөндә үткән быуатта иң башта Америкала АНБ (Агенство национальной безопасности) тигән күҙәтеү, шымсылыҡ үҙәге барлыҡҡа килде. Хәҙерге көндәрҙә кемдең кем икәнен белер өсөн уның артынан эйәреп, холҡон-ғәҙәтен, теләген белер өсөн күҙәтеп йөрөүҙең кәрәге юҡ. Барыһыла интернет селтәрендә, кеше нимә менән ҡыҙыҡһына, нимә ҡарай, кем менән аралаша, ниндәй группала һәм башҡа шундай нәмәләрҙән сығып психологтар әҙәм балаһының теүәл психик картаһын төҙөй, хатта ошо селтәрҙә фотоһо булмала уның дөп-дөрөҫ портретың – фоторәсемен эшләп бирә алалар.
Ә Иблис ошо технологиялар менән идара итәме? Әлбиттә, һәр кемебеҙҙә Иблистең ярҙамсылары — шайтандар бар һәм улар беҙҙең нәфсе менән идара итә. Иблистең ғәскәре — ендәр ҡаныбыҙ буйлап йөрөй, теләктәребеҙҙе шаштыра, аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа өндәй. Һис шикһеҙ беҙҙе генә түгел, ә түрәлектә ултырған иманһыҙ, динһеҙ әҙәмдәрҙе аҙырып үҙ халҡына яманлыҡ ҡылырға саҡыра. Үткән быуатта Иблис донъя халҡы араһында фетнә-һуғыштар сығарып, ҡорал ярҙамында йөҙҙәрсә миллион халыҡты ҡырһа, бөгөн иһә ул бөгөнгө бар донъяны сырмап алған интернет һәм телекоммуникация селтәре аша эш итә. Кеше аңына тәҫир итер өсөн бынан да яман ҡорал юҡ.
Ата-бабаларыбыҙ элек: «Заман ахырында Ер шарын үрмәкес ауы уратып алыр, әҙәм балаһы донъяһын онотоп мөйөштәге йәшниккә күҙен төбәп ултырыр, донъяны һары халыҡ баҫыр, һыу бөтөр, ул алтындан ҡиммәт булыр. Әҙәм балаһында иман булмаҫ, әсә ҡыҙын, ҡыҙ әсәһен танымаҫ... » – тип һөйләй торғайны. Беҙ бөгөн шул ғәләмәттәргә шаһит булып йәшәйбеҙ.
Ер шарын телекомуникация спутниктары уратып алды, әҙәм балалары телевизор ғына түгел, андроид-смартфондарына тексәйеп күҙен алмай, ҡолаҡтары наушник менән ҡапланы. Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу тураһында баштарына ла бер уйҙа килтермәй, хатта ашарын-эсерен, йоҡоһон онотоп күңел асыу видеоларын, музыка һәм уйын экрандарына тексәйеп, ғәйбәт, боҙоҡлоҡ, ябай әхләҡ нормалары булмаған социал селтәрҙәрҙә иҫһеҙ ултыралар. Әлбиттә кәрәкле мәғлүмәт интернеттә күп, тик быны һирәктәр генә ҡулланалар. Үҙ аҡылын ҡыбырҙатмай ошо интернет аша мәғлүмәт ҡарап табибтар ауырыуға диагноз ҡуя, уҡыусы балалар ошо экран аша дистанционно «белем» ала һәм башҡаһы. Был бар яңы технологиялар кешенең психик һәләтенә, аңына тиҫкәре үҫеш биреп, кешенең күңелен томалай. Күҙгә күренеп үҫеп килгән быуындарҙың шул ауырыу тотҡонлоғонда икәнен күрәбеҙ.
Ә бик яҡын киләсәктә, бер-нисә йылдан һуң 5G-интернет ер йөҙөн баҫып алыуы мөмкин. Был иңде үрмәксенең ауының ауы буласаҡ, хатта өс бағана араһы һайын бәләкәй антеналар ҡуйыласаҡ тиелә. Кешеләрҙе өйҙәре менән ҡуша үтәнән үтә электрон нурҙар уратып аласаҡ. Был нурҙар әле ҡайһы бер кешеләрҙә баш ауыртыу, әйләнеү, ҡоҫоу һәм башҡа симптомдар барлыҡҡа килтерһә, киләсәктә тән бешеүҙәрҙе, кибеүе лә һәм башҡа шундай ғәләмәттәр шуның һөҙөмтәһе арҡаһында буласаҡ тиелә.
Бөгөн космоска аҙна һайын ракеталар менән спутниктар осорған Илон Масканы күптәр беләлер, бер-ике йылдан Ер йөҙөн уның осорған интернет спутниктары ерҙе сырмап аласаҡ, һәр соҡорҙа, һәр тау-таш араһында интернет буласаҡ. Шулай уҡ беҙ ҡулланып йөрөгән әлеге смартфондар урынына унан әллә нисә меңгә тапҡыр шәберәк эшләгән, русса әйтмешләй яңы асыш — квантовая электроника киләсәк. Әле беҙҙең заманда виртуаль образдар барлыҡҡа килтерә торған технологиялар бар. Уларҙы әлегә күңел асыр өсөн ҡулланалар. Былар күҙ алдына барлыҡҡа килгән океандар, балыҡ-хайуандары менән. Урман-тауҙар йә иһә ҡайҙалыр иҫ киткес урынға сәйәхәт. Ә инде был квантовая электроника ер йөҙөн баҫып алһа, ул ваҡытта виртуаль ( күҙ алдына юҡтан барлыҡҡа килгән образдар) мәсеттәрҙә лә, мәҫәлән: Мәккәләге ... мәсеттә намаҙ уҡырға була тиҙәр.
Өҫтә яҙылғандарҙың Дәджәлгә ни ҡағылыш бар? Хәҙистәрҙә Дәджәл кеше һынында киләсәк тиелә бит һәм ер йөҙөн шундай иҫ киткес ҙур тиҙлек менән урап сығасаҡ тиелә бит. Һәр бер ергә барып етәсәк һәм һәр кем уны күрәсәктә тип әйтелә.
Ә хәҙер ошо квант электроникаһы ярҙамында эргәгеҙҙә торған торған виртуаль Дәджәлде күҙ алдына килтерегеҙ. Бына шуға ла яңы интернет технологияларҙың бик ҡурҡыныс мөмкинлектәре бар...
Үткән быуаттың аҙағынан алып бөгөнгө көнгә тиклем бер ниндәйҙә фәни асыштар булдырып, яңы нәмәләр төҙөмәнеләр. Үткән беҙҙең быуын осоронда космановт менән ракета осорғас, шунда ҙур хыялдар һәм пландар бар ине донъя халҡында. Иҫтәйһегеҙме, ул нейҙәр буйынса бөгөнгө көндәрҙә кешеләр Ай, Марс һәм Венера планетаһында колониялар төҙөп йәшәргә тейештәр ине. Яҡын йондоҙҙарға космик аппараттар осорға тейеш ине. Ә беҙҙең йәшәгән планетала күктә осоп йөрөгән машиналар һәм океан төптәрендә өйҙәр булырға тейеш ине. Әлеге ваҡытта ла шул уҡ замандағы дүрт тәгәрмәсле машина, ике ҡанатлы самолетта һәм һыу аҫты кәмәһе. Бер ниндәйҙә үсеш юҡ. Ни булды һуң?
Быны «мировой заговор» тип һылтаналар. Бында нефть байҙарының компаниялары ла, хатта бына яңы төҙөлгән экологик партияныңда ҡағылышы бар. Тәбиғәт һаҡлау министерствовалары булғанда йәшелдәр партияһы нимәгә кәрәк? Әлбиттә шул прогресс үҫешен туҡтатыр өсөн. Фән һәм техника үҫешен туҡтатып, бөтә алымды тик ошо интернет: компьютер, андроид-смартфонға йүнәлтеләр. Тик ошо өлкәлә генә бөтә асыштар, беҙҙе аҙна һайын яңы моделдәр һәм технологиялар менән «ҡыуандыралар». Ә бит бар ошо нәмә кешенең аңы менән идара итер өсөн эшләнелә бит! Ошо сығанаҡтар аша кешеләрҙең потребносын, күңелен, нәфселәрен хатта кейенерен һәм ашарында көйләйҙәр. Мәҫәлән бер туҡтауһыҙ барған реклама аша. Беҙҙең быуында шуға әүрәне, ә балаларыбыҙҙы айырып булмай унан.
Кешенең аңын, иҫен баҫып алырға бик уңайлы технология. Уның ярҙамында кешеләрҙе үлтерергә була, иҫләйһегеҙме – балалар «Синий кит» тигән группаға инеп үҙ-үҙҙәрен үлтерә башланылар, ике-өс йыл элек Ҡырғыҙстанда болала ҡатнашҡан халыҡ, аҙаҡ үҙ ҡылыҡ-ҡыланыштарын аңлата алманылар, сөнки улар гипноз һымаҡ тәьҫир аҫтында булғандар. Бөгөн дә, бигерәктә хөкүмәт тирәһендәге хәрбиҙәр йә тәҙрәнән ырғыйҙар йә иһә атылалар. Бер мәле беҙгә үҙ-ара талашып, бер-беребеҙҙе ҡырып бөтөргә бойороҡ булмаҫмы? Ни өсөн һуңғы ваҡыттарҙа о «массовом захоронение» һәм о «массовой эвакуации» тигән закондарҙы депуттатар үткәрҙеләр? Нимәгә әҙерләнәләр? Күпселек халыҡты һарыҡҡа әйләндергән, алып барылған көслө пропаганда тураһында ни әйтерһегеҙ? Ана шул ҡырылышҡа киткән ир-егеттәрегеҙҙең үлгән кәүҙәләре ошо закондар арҡылы кире ҡайтмаҫ, шунда ятып ҡалыр.
Әйе, һуңғы ике йылда ошо мәғлүмәт — интернет саралары менән ер йөҙөндәге кешеләргә бик көслө психик алым ҡулланыла башланылар. Беҙҙең илдә шулар рәтендә. Юҡ-барҙан коронавирус ауырыуын уйлап сығарҙылар. Шуға тиҫтәләрсә миллиардлаған аҡса тотоноп, бар булған башҡа ауырыуҙарҙы дауаларға онотоп, был ауырыуҙы беренсе урынға ҡуйҙылар. Ҡайҙа булды был ауырыуҙанда башҡа туберкулез, грипп, йөрәк һәм шәкәр сирҙәре менән ауырып үлгәндәр? Ошо ковидты арҡаһында аҡса эшләргә тип, һәр үлгән кешегә шул диагнозды ҡуя башланылар һәм шулайтып быны врачтарға аҡса эшләү сығанағына әйләндерҙәләр. Сөнки ошо ауырыуҙан үлгән тип диагноз ҡуйылһа, табибтарға 230 мең аҡса түләнә. Шуға күрә күберәк кеше ошо ауырыуҙы йоҡтороп, ауырып үлһәләр, табибтарға файҙа ғына. Һәм шул уҡ ваҡытта ошо ауырыу көсәйә тиҙәр, ә үҙҙәре больництарҙы ябып, ҡыҫҡарталар – оптимизация эшләйҙәр имеш, хатта моргтарҙы ла яба башланылар. Сирлеләр ахыр сиктә үҙҙәренә үҙҙәре операция эшләй башланылар, шул уҡ интернетте ҡарағыҙ: Ленинградта ғүмерен ошо ил өсөн бағышлаған әбей эсен ярып һары һыуын сығарып ята, табиптарҙың ярҙамынан мәхрүм булып. Бындай миҫалдарҙың иге-сиге юҡ.
Был ковидҡа ҡаршы көсләп вакцинация эшләп, күпме кеше шул укол арҡаһында үлде? Үҙегеҙ йәшәгән тирәлә нисә кеше ошо коронавирус ауырыуы менән үлде лә һәм вакцинациянан һуң күпме үлде – сағыштырығыҙ әле...
QR-кодтарҙы христиан дини әһелдәре Ялған Мәсехтең (Антихристың) мөһөрө тиҙәр. Печать Антихриста – «печать» һүҙҙе боронғо грек тәржемәһенән «укол» тип атала. QR-кодты әлеге ковидҡа һалынған вакцинаны теүәләр өсөн индерелгән штрих-код ул. Япондар тауарҙы маркировать итер өсөн штрих-код уйлап сығаралар, шуны хәҙер кешене малға һанап, һәр кемгә тамға һалыр өсөн ҡуллана башланылар. Иблис аҡтығы Дәджәлдең ни ҡатнашлығы бар бында тиһәк, әйҙәгеҙ ҡараштырып үтәйек.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм үҙенең хәҙистәрендә, Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә бына ошо ахырзаман алдынан ниндәй эштәр эшләнәсәк, ниндәй ваҡиғалар буласағы тураһында беҙгә алдан хәбәр бирҙе. Беҙ ахырзаман ғәләмәттәрен күрәбеҙ, Аллаһ Тәғәлә, пәйғәмбәребеҙ әйткәндәре ысынлап та килде бит, ахырзаман көндәренең яҡынын тойоп торабыҙ. Ахыр замандың кесе ғәләмәттәре үтә килә, ҙур билдәләре башланыр тип, әйтелә. Шуларҙың беренсеһе Дәджәлдең килеүе. Әйҙәгеҙ шул Дәджәлдең бөгөнгө көндәрҙә килеп етеү сағылышын ҡарайыҡ.
Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйткән:
«Ете нәмә килмәҫ борон изгелектәр ҡылырға тырышығыҙ:
1. (Ғибәҙәттәр һәм хәләл, харам сиктәрен оноттороусы) фәҡирлек;
2. (Кешене боҙоҡлоҡҡа этәреүсе) байлыҡ;
3. (Һәммәһен боҙоусы) сир;
4. (Аҡылды зәғифләндереүсе, телде көрмәлдереүсе) ҡартлыҡ;
5. (Көтмәгәндә килгән) үлем.
6. Ямандарҙың да яманы – Дәджәл килеүе.
Һеҙ Хисап Көнөнән тыш башҡа нәмә булыр тип көтәһегеҙме? Хисап Көнө — алдағы иң ҡурҡыныстарҙың да ҡурҡынысы» (Тирмиҙи, Зуһд, 3/2306).
Беренсе пункта: ғибәҙәттәрҙе, хәләл менән харам сиктәрен онороусы фәҡирлек аҫтында кешенең дини һәм донъяуи белеме бумауы арҡаһындағы фәҡирлекте аңлағыҙ. Аңра, наҙан кеше реаль (ысын) хаҡиҡәте аңламай, ялған пропоганда алып барылған икенсе үлсәүҙә йәшәй. Ә инде бар халыҡты фәҡирлеккә, аслыҡҡа төшөрөр өсөн етеп килгән кризиста еттә.
Икенсе пункта: (Кешене боҙоҡлоҡҡа этәреүсе) байлыҡ – ябай халыҡтан алып өҫтә ултырған түрә-ҡараларға тиклем байығыу теләгенә, нәфсене ҡәнәғәтләндереү өсөн бар боҙоҡ аҙымдарға барыуы: алдашыу, урлашыу, алдау, тартып алыу һәм һәммә башҡаһы.
Өсөнсө пункта: (Һәммәһен боҙоусы) сир; Бында шул белемһеҙлек сире лә, динде лә аңлап етмәү бик күп «аҡыл биреүселәр» арҡаһында, бөгөнгө көндәрҙәге ковид ауырыуҙары ла һәм башҡаһы.
Дүртенсе пункт: (Аҡылды зәғифләндереүсе, телде көрмәлдереүсе) ҡартлыҡ; Бик күп ололарыбыҙ бар, туҡһанды ла үтеп киттеләр, ләкин мәсет тупһаһына аяҡ аҫманылар. Ана шул наҙандар телевизор һөйләгәндәренә алданып бар быуындарҙы упҡынға тарта. Ни эшләп намаҙ уҡымайһығыҙ тиһәк, телебеҙ әйләнмәй, көрмәлә, зиһенебеҙ юҡ тиҙәр.
Бишенсе пункт: (Көтмәгәндә килгән) үлем, кинәт үлемдәр бик күп, халыҡ ҡырыла ғына, бөгөн ырғып баҫып йөрөгән әҙәмде иртәгеһенә вафат булған, тип ишетәң. Был үлемдәр шулай уҡ бик күп фәжиғәләрҙең булыу менән дә, бер сәбәпһеҙҙә. Кеше харам ризыҡты ла күп ҡулланыуыла сәбәп. Шулай уҡ Иблис ярҙамында шифаханалар ябылды, дарыуҙарға хаҡтар ҡырҡҡа арты, табиптарҙан ваҡытлыса ярҙам ала алмаусыларҙың күпләп ҡырылыуы, врачтарҙың наҙанлығы арҡаһында бер урындан икенсе урынға ебәреүҙәре, йә яңылыш диагноздар тураһында әйтеп тороу кәрәкмәй.
Алтынсы пункт: Ямандарҙың да яманы – Дәджәл килеүе.
Дәджәл тураһында һәр бер диндә мәғлүмәт бар. Төрлө мифик образдарҙа ла ул сағыла. Кеше ҡиәфәтендә лә Ҡиәмәт көнө алдынан сығасаҡ Дәжжал тураһында хәҙистәрҙә «бөҙрә сәсле, ҡыҙғылт тәнле, ҡыҫҡа буйлы, кәкре аяҡлы, йәш егет ҡиәфәтендәге бер күҙе ҡыҫыҡ булған, маңлайына «кәфәра», йәғни «кәфер булды» тип яҙылған» тиелә. Уның маңлайындағы был яҙыуҙы уҡый белгәне лә, уҡый белмәгәне лә аңлаясаҡ, тип әйтә Аллаһ илсеһе. Ана шул кеше ҡиәфәтендәме? Әллә бөгөнгө телекомуникацияһы селтәрҙәре аша ебәрелгән, экран-дисплейҙәрҙе аңлатҡан Дәджәлме? Смартфондарыбыҙҙа әлегә бер күҙле бер экранлы бит. Әле уның маңлайында яҙылған һүҙҙе уҡый белгәне лә белмәгәне лә күрәсәк тиелә. Беҙҙең яңы шыуыша башлаған, уҡый белмәгән балалар смартфон менән өлкәндәргә ҡарағанда ла йылғыр эш итә түгелме? Улар шулай уҡ телевизорҙарға ҡарап, уның аша ебәрелгән мәғлүмәттәрҙе аңлай түгелме? Дәджәл һүҙенең мәғәнәһен ошолайтып та аңлатырға була: Аллаһҡа инанмай юҡ донъяға – экрандағы виртуаль, алдаҡсы, хыялый донъяға сумған, шуны Аллаһ итеп алған әҙәмдәр – динһеҙҙәр. Кәфәра — ышанманы, итәғәт итмәне, Аллаһтан ситләште. Һәм тағы бер мәғәнәһендә Ғайса пәйғәмбәрҙе — «Мәсих» (Мессия), ә уның ҡапма-ҡаршыһы булған Дәджәлде «Мәсихуʼд-Дәджәл» (ялған мәсих, антихрист) тип атайҙар. «Мәсих» һүҙе «юйылыу, ышҡылып бөтөү» мәғәнәһен аңлатҡан «мәсх» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Смартфондарҙың экранын бер туҡтауһыҙ ышҡып, күргәнен, ишеткәнен, уҡылғанын юйып, бармаҡтар менән мәсех ҡылып торабыҙ түгелме?
Шулай уҡ Дәджәл һүҙҙенең тағы бер мәғәнәһе: хаҡлыҡты йәшереүсе (скрывающий истину). Боронғо ғәрәптәр Ислам диненә тиклем ер менән шөғөләнгән крәҫтиәндәрҙе лә кәфер — куфр тип, атағандар, ул шул мәғәнәлә — нимәнелер йәшереүсе, ә улар орлоҡтарҙы ер аҫтына һалғандар (йәшергәндәр).
«Дәджәл» тип ул яҡшылығы, йә булмаһа бер күҙе бөтөнләй юйылып бөтөүе арҡаһында аталыуы ихтимал. Дәджәлдең бит бер яҡ бите шып-шыма һәм, тимәк, күҙе лә һуҡыр була... (Бохари, Таʼбир 11, 33).
Беҙ үҙебеҙҙә ошо Дәджәлдең кире сифаттарына барып еткәнбеҙ. Дәджәл осоронда, ялғанда йәшәйбеҙ, бер күҙебеҙ хаҡлыҡты күрһәлә, икенсе күҙебеҙ был хаҡлыҡҡа йомола, сөнки аңыбыҙға ҡоллоҡ әсирлеге һалынған, ҡурҡыу һәм бер һүҙһеҙ ғәҙелһеҙлеккә буйһоноу. Түрәлектә ултырған кешеләргә һүҙ тейҙерергә ҡурҡып, уларҙың бер ниндәй ҙә ғәйептәре булырға тейеш түгел тип, уларҙы фәрештәләр дәрәжәһенә күтәрәбеҙ. Берәйһе шуларға ҡаршы бер һүҙ әйтһә – ул халыҡ дошманына әйләнә. Түрҙәгеләргә баш эйеү, буйһоноу үтәлә торған бер ҡағиҙәгә әйләнде, хатта был кеше алдашһа ла, мутлашһа ла. Сөнки беҙҙең именлек, тыныслыҡ һәм ашар ризығыбыҙ улар ҡулында. Әммә шуны онотабыҙ: Беҙҙең был донъялағы йәшәү бәрәҡәтебеҙ, бар ҡулланған ниғмәтебеҙ Бер Аллаһынан, бөгөн ошо ялған ағым ыңғайына йөҙөп барған өсөн, уны хуплаған өсөн дә яуаплыҡ буласаҡ бит. Беҙ, ялған менән тулы донъяла йәшәп, хәҡиҡәтте эҙләргә, хаҡты һөйләргә һәм хаҡ булған бөтә нәмә хаҡында уйланырға тейеш.
Ана шул алдаҡ сәйәсәт арҡаһында ысынлап та хәҙер беҙ шундай дәүергә барып еттек, кеше цивилизацияһының үҫеш сәйәсәте көрсөлөккә, һуңғы тыҡрыҡҡа барып етте. Капиталистарҙа, шулай уҡ социал-коммунистарҙа, демократтарҙа киләсәккә бер нәмәлә вәғәҙә итә алмайҙар. Бөтә донъя бөйөк торғонлоҡ алдында.
Был мәсьәләне сисеү өсөн, бынан ҡотолоу өсөн беренсе этап булып ковид ауырыуына һылтап донъялағы бар халыҡты бойһондороу өсөн вакцинация бара. Бөтә илдәрҙә ВОЗ (Всемирная организация здравоохранения) тигән организацияға буйһоноп, уларҙың күрһәтмәләре буйынса йәшәй башланы. ВОЗ үҙ эшенә ил башлыҡтарын һәм президентарын яҡын килтермәй, уларҙы тыңламай. Быға миҫал итеп быйыл Ҡазан ҡалаһында ошо сәйер ойошманың (ВОЗ-дың Россиялағы үҙәге) учениеләре үтте. Ә ВОЗ-ды кем финансировать итә һуң? Американың Билл Гейтс һәм Рокфелер династияһы миллиардерҙарының аҡсаһын үҙләштерә ул. Ә нимә эшләп беҙҙең ил хөкүмәте уларҙың ҡурайына бейей тиһәгеҙ? – беҙҙең илдә ҡапыл байыҡҡан байҙарҙың аҡсаһы уларҙың долларына бәйле. Үҙҙәрен – Россия элитаһы тигән әҙәм аҡтыҡтарының балалары ошо сит илдәрҙә уҡый һәм йәшәй. Хатта миҫалға, беҙҙең өҫтәге түрәгә Башҡортостандың хозур тәбиғәтте кәрәкме? Юҡ! Уның йәшәр урыны Австрия илендә, балалары ла шунда. Шуны аңлағыҙ беҙҙе кастаға бүлделәр: Уларға иң яҡшыһы, иң һәйбәте, сит илдә белем, таҙа ризыҡ, ә ябай халыҡҡа – өсөнсө сортлы кешеләргә пальма майы һәм һөтө, теләһә ниндәй химикат ҡушылған аҙыҡ, бысраҡ һыу, дистанцион уҡыу, монополистарҙың сифатһыҙ ризығы. Был әҙәмдәрҙең патриотизымына алданмағыҙ, улар күҙ йәштәре сығарыр илем өсөн тип, ысынында бар эштәре ил талауҙа, уның байлығын урлауҙа. Бына Американдар һуғыш ярҙамында донъябыҙҙы баҫып ала тигәнгә алданмағыҙ, барыһы ла Ҡөръәндә һәм хәҙистәрҙә ни булыры яҙылған.
Бөгөнгө көндә улар әлеге хакимлектәрен һаҡлау өсөн ковид һылтауы менән бик ҙур социаль эксперименттар өҫтөндә эшләй. Былар — халыҡтың аңын томалау, юҡтан бар итеп ғауға ҡуптарыу (ковид), кешеләрҙе кредиткә зависимый итеү арҡаһында бәйләп тотоу һәм башҡаһы. Дәджәл ошондай болғаныштар ваҡытында, кешеләргә алдауға ышанһа, ялған эштәргә күнекһә сығыр тип әйтелә бит. Үҙең Аллаһ тип, әйтер, кешеләргә ризыҡтар өләшер, кәрәк байлығын бирер тип әйтелә бит.
Ә ВОЗ һәм башҡа әҙәм аҡтыҡтарының, мәҫәлән масондарҙың (ультраглобалистар) бөтә донъя менән идара итер өсөн иң беренсе сараһы халыҡты психик яҡтан баҫып алып, буйһондороп алыу, кешеләрҙең һанын ер йөҙөндә бик ныҡ кәметеп, чипизация үткәреп, аңдары менән идара итеп, баш күтәргеһеҙ итеп эшләтеп, бер аҙ аҡсаға ҡәнәғәт итеү һәм б.
Дәджәл исеменең мәғәнәһен ошолайҙа аңлаталар: Иблис ярҙамы менән ҙур тиҙлектә хәрәкәт итеүсе, бик тиҙ күсеп йөрөүсе, алыҫ араларҙы күҙ йомғансы үтеүсе. Әйе хәҙерге интернет тапшырыусы йыһаздарға ваҡыт һәм аралыҡ юҡ. Информация мәғлүмәте ер шарын тәүлегенә, кеше йоҡоһонан уяна килә урап сыға. Дәджәлдең ер тирәләй әйләнеп сығасаҡ хәрәкәтен хәтерләтмәйме?
Интернет технологияһын беҙгә сит планета вәкилдәре биргән тигән хәбәрҙә бар. Сит ил вәкилдәре кем ул? – әлеге беҙҙең изге Ҡөръәндә яҙылған ендәр донъяһы, ҡайһы берҙәренең цивилизацияһы кешелек үҫешенән мең йыл алда бара.
Дәджәл үҙенә эйәреүселәргә үҙенең ғәҙәттән тыш мөмкинлектәрен, һәләттәрен күрһәтәсәк һәм шул рәүешле ҡайһы бер кешеләрҙе хаҡ юлдан яҙҙырасағы хәҙис- шәрифтәрҙә әйтелә. Дәджәл мөғжизәләр яһарға ла һәләтле. Бер-бер артлы өс йыл буйына килгән ҡоролоҡтан, аслыҡтан интеккән халыҡтың үҙенә иман килтергәндәрен ул тау-тау икмәге менән туйындырасаҡ, алтындарынан өлөш сығарасаҡ. Бындай ерҙә ҡоролоҡ һәм ямғыр яуҙырыу технологиялары электән бар, былтыр ғына Ҡытай һәм Сауд Ғәрәптәре быны ҡулланды. Берәй илгә ҡоролоҡ ебәреүҙе күптән ҡулланалар, сөнки үҙ тауарҙарын һатыр өсөн монополия кәрәк.
Дәджәл үтеп киткән ерендә бөтә кешеләрҙе үҙенә эйәртеп алып китеү уға ауыр булмаҫ. Бик күп кешеләр уға эйәрәсәк. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар эйәрер, сөнки улар фетнәгә тиҙ бирелә. Дәджәл бер нисә фетнә аша кешеләрҙе үҙенә эйәртәсәк. Береһе – дин фетнәһе. Иң элек, мин – изге кеше, тип әйтер, унан һуң пәйғәмбәр тип таныштыра, һуңыраҡ үҙен Аллаһы Тәғәлә тип һанай башлай, бик күп мөғжизәләр күрһәтә һәм шуға халыҡ ышана. Икенсе – байлыҡ фетнәһе. Күктән ямғыр яуҙырасаҡ, ерҙән бик күп емештәр үҫтереп сығарасаҡ. Кешеләр шул байлыҡҡа ҡыҙығып эйәрә. Ғилем фетнәһе аша йәшерен нәмәләр тураһында һөйләйәсәк.
Бөгөн илебеҙҙә тик коронавируска ҡаршы вакцина һалдырғандарға ғына, QR-кодтары булғандарға ғына бөтә мөмкинселектәр бирелеп, бар ерҙәге ишектәр асылып, ризыҡ, ашау-эсеү, ял итеү, уйын үҙәктәре, шифахана, уҡыу йорттары, транспорт, балалар баҡсалары тик улар өсөн түгелме? Ә вакцинация үтмәгәндәр, QR-код мөһөрө булмағандар икенсе сортлы кешеләр түгелме? Бында Дәджәлдең ҡатнашыу билдәһе бар түгелме? Әйе Дәджәл халыҡ араһында фетнәләр сығарыр, халыҡты ике төркөмгә бүлеп, үҙ ара талаштырыр тип тә әйтелә. Бөгөн ысынында шулай – кешеләр ике төркөмгә бүленеп бер-береһен үлтерергә риза! Матбуғат һәм интернет селтәрҙәре тик ошо мөгөҙлө ковидҡа бәйле информация менән халыҡты көнө-төнө аҙыра. Вакцина эшләткәндәрҙе вакцина эшләтмәгәндәргә ҡаршы ҡуйырға, үҙ ара һуғыштырырға ҙур тырышлыҡ бара. Әле генә һайланған депутат аҡтыҡтарының ошо вакцина һалдырмағандарҙы атыр кәрәк, мин үҙем шул атыуҙа ҡатнашасаҡмын, уларҙы лагерҙарға ебәрер кәрәк тигәндәрҙе үҙ ҡолағығыҙ менән ишетә алаһығыҙ. Шулай уҡ сәйәсмәндәрҙең ошо халыҡты «твари», «бараны» тип әрләгәндәре лә Дәджәл селтәрендә. Бер губернатор армия һәм полиция ярҙамында ҡала кварталдарын ҡамап алып вакцинация үткәрергә хыяланды түгелме? Кемдәрҙе әле генә һеҙ һайланығыҙ? ДУМ РБ-ның мөфтийе үҙенең һәр муллаһын һайлауҙа фотоға төшөртөрөп, рәсемдәрен ДУМ РБ-ның сайтына һалдырты. Ә шул «переизбранный» депутат муллаларҙы хәйер аҡсаға йәшәүселәр тип, ғәйбәт һөйләй. Муллалар имеш мәсеткә тигән 10 тәңкә аҡса алып байыға! Был әҙәм аҡтығының беҙҙең хәйер аҡсанан – налогтан йыйылған бюджеттән йөҙҙәрсә мең аҡса алып айына, бар нәмәне бушлай, бар льготалар алып шашып йәшәүе билдәле. Был билдәле бер партия ла тороусыларҙың сәйәсәте тик байҙарҙың, бурҙарҙың власын һаҡлауға йүнәтелгән. Әгәр улар быны эшләмәләр улар был бай көтөүҙән ҡыуылалар. Ана Поклонская тигән йәш депутат ҡатын халыҡты ҡыҫырға тигән бер-ике законға сығарырға ҡаршы булғайны, уны Африканың иң төпкөлөнә һөргөнгә ҡыуырға маташтылар, хәҙер был ҡатын да һатылды. Үрҙә ултырғандарҙың бар сәйәсәте тик халыҡты морально баҫып алырға, ҡыҫырға, тулыһынса бойһондороп байҙар өсөн аҡса эшләү сығанағына әйләндерергә йүнәтелгән. Дәджәлдә бит тик үҙенә бойһонорға саҡырасаҡ бит, уға ышанғандарға ризыҡ, алтын-тауҙар һәм башҡаһы. Бөгөнгө сәйәсәт менән Дәджәл фетнәһе нимә менән айырыла һуң?
Ахырзаман алдынан Дәжжал тураһында мөнбәрҙәрҙән һөйләнмәҫ тигән хәҙис бар. Уның тураһында иҫкә алынмай башлағас ул ҡына килеп сығар. Бөгөн халыҡтың күңелендә Дәджәл тураһында мәғлүмәт бармы, юҡ шул. Хатта диндең нимә икәнен аңламағандар хисапһыҙ. Үҙҙәрен мосолманға һанайҙар әммә күңелдәрендә икенсе нәмә. Дәджәл монафиҡтар һәм кәферҙәрҙе эйәртеп, ҡырҡ көн эсендә бөтә донъяны әйләнеп сығасаҡ. Ҡырҡ көндең беренсе көнө бер йыл кеүек, икенсе көнө – бер ай, өсөнсө көнө – бер аҙна, ҡалған көндәре ябай көндәр һымаҡ булыр
Сауҙала йөрөгән ҡул аҡсаны ла бөтөрөп, уны тик карточкала ҡалдырыу банкирҙарға миллиардлаған аҡса килтерәсәк. Сөнки беҙҙең ҡуланышта булған аҡсаны оборотҡа ебәреп улар ҙур табыш аласаҡтар
"Беренсеһе: урам буйлап төркөм-төркөм ир-ат йөрөр һәм уларҙың билдәрендә һыйыр ҡойроғона оҡшаған нәмәләр булыр. Улар ошо һыйыр ҡойроғона оҡшаған нәмә менән кешеләрҙе туҡмап йөрөрҙәр". Дубинка менән халыҡ ҡыуып йөрөгән хеҙмәткәрҙәрҙе лә атарға була. Әгәр бындай эштәр ғәҙелһеҙлек менән эшләнһә, урындары утта тип әйтелә. «Икенсеһе: ҡатын-кыҙҙар кейенгән булыр, ләкин яланғас булырҙар». Бөгөн күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарға йәйге селләлә: «Һин яланғас» тип әйтһәң, «Ни эшләп, кейенгәнмен бит», – тип яуап ҡайтара. Ләкин ул кейенһә лә, уның бөтә әйбере күренә, йәки үтә-күренмәле нәмә кейгән, йәки һыланып торғанды. Ул кейенһә лә, уның бөтә матурлыҡтары фетнә булып күренеп тора.
Пәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырған тағы бер ғәләмәт: үлсәүҙәрҙең аҫты-өҫкә килеп килеү. Ғәҙәттә үлсәү-мизан ул ғәҙелек берәмеге, суд, прокуратура тигәс тә, унда үлсәү тора. Ул элек-электән ғәҙелекте күрһәткән. Әммә донъя бөтәр алдынан, ахырзаман алдында үлсәүҙәрҙең аҫты-өҫкә килер, йәғни ғәҙеллек тип аталған үлсәүҙәр дөрөҫ күрһәтмәҫ. Шуға күрә кешеләр ялғансыны дөрөҫ һөйләүсе тип әйтерҙәр, ә дөрөҫөн һөйләгән кешене был ялғансы тип әйтерҙәр; аҡты ҡара тип, ҡараны аҡ тип әйтерҙәр: яҡшылыҡты яуызлыҡ, яуызлыҡты яҡшылыҡ тип әйтерҙәр тип. Бөгөн беҙ шуларҙы күрәбеҙ бит. Күп кенә изгелеге булмаған кешеләрҙе, күккә сөйөп: «Бына был яҡшы кеше!»- тип әйтәбеҙ.
Унан һуң пәйғәмбәребеҙ туғанлыҡ ептәре бөтәр тине. Әгәр боронғо замандарҙа һәр саҡ ағай-эне бергә булһалар, ярҙамлашып йәшәһәләр, ахырзаман алдынан туғанлыҡ тигән нәмә бөтөр. Үкенескә ҡаршы, бөгөн туған-тыумаса кәрәкмәй, өй күтәрәм тиһәң дә, элекке ваҡыттағы һымаҡ бушлай өмә ойоштороп булмай, туған менән бәйләнеш, аралашыу юҡ. Тик ата-әсәнән ҡалған милке өсөн талашыу.
Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ әйткән — ир ҡатыныма ярайым тип, әсәһен рәнйетер тигән. Егет кешегә атаһы менән аралашыуға ҡарағанда дуҫтары беренсе рәттә бит.
Шулай уҡ тәбиғәттең үҙгәреүе, глобаль йылыныу һәм башҡалар. Мәҫәлән, пәйғәмбәребеҙ Ғәрәбстан ярымутрауы яңынан йәшеллеккә күмелер тип әйткән. «Яңынан йәшеллеккә күмелер» тигән һүҙ, ҡасандыр сүллектәрҙә йәшеллек булған тигәнде аңлата. Ысынлап та, бөгөн археологтар йәшеллек булған эҙҙәрҙе табалар, һәм яйлап ҡына ғәрәп илдәре йәнә йәшеллеккә күмелә. Бик күпләп унда ямғырҙар яуыуын, яңы йылғалар һәм күлдәр барлыҡҡа килеүен күрәбеҙ.
Атай-әсәйҙе рәнйетеү, араҡы эсеү артыр, кешенән дини ғилем китәр, наҙанды ғалим тип йөрөтөрҙәр – шундай бик күп ғәләмәттәр бар, улар тураһында, әйткәнемсә, китаптар ҙа яҙылған, үҙебеҙ ҙә күреп торабыҙ...
Фетнәләр һәм рухи һынауҙар осоронда белемгә ынтылыу, наҙанлыҡты еңеү бик кәрәк. Әҙәмдәр ныҡлы иман һәм ғилем менән ҡыйыу рәүештә Дәджәлгә ҡаршы сығырға, Ҡөрьән һәм Сөннә асып һалған Ҡиәмәт алдындағы фетнәләрҙе, уларҙың үҙенсәлектәрен белеп, күпселек кеүек аңра һарыҡ һымаҡ булмаҫҡа тейешбеҙ.
Хәҙистә аныҡ рәүештә әйтелгән: Дәджәл Мәккә һәм Мәҙинәнән башҡа бөтә ерҙәрҙе урап сығасаҡ, һәм һәммәһе уның арҡаһында ауыр һынауға дусар буласаҡ.
Икенсе хәҙистә ителгәнсә, Дәджәл һынауы башлана һәм бер аҙҙан тулыһынса тамамлана. Тимәк, был һынауға дусар булған мөьминдәр, ҡурҡыуҙы артҡа ташлап, имандарына сат йәбешергә, Дәджәлгә ныҡлы ҡаршы торорға тейеш.
Әгәр беҙ иманлы икән «Аллаһы Тәғәләбеҙҙән башҡа илаһи юҡ, Уны ҡалдырып, башҡаға иман килтереүгә лә сәбәп юҡ» тип, Сүбхәнә үә Тәғәләнең сифаттарын белеп, Уның Барлығына, Берлегенә, Ҡөҙрәтенә шик тотмай һәм Уның бөтә кәмселектән пак булыуына, һәр нәмәнән олуғ булыуына инанайыҡ.
Аллаһ Тәғәлә иманыбыҙҙан яҙырмай ошо барған Дәджәл һынауҙарына ҡаршы торорға көс – ҡеүәт биреп, аҡылыбыҙға ғилем биреп, тура юлдан яҙырмаһын. Күңелдәребеҙҙәге булған бысраҡтарҙы алып ташлап, тәүбә итеп, һәр саҡ бер Аллаһҡа ғына зекер ҡылайыҡ. Әмин.