Ғәшүрә көнө

                                    Мөхәррәм айы һәм Ғәшүрә көнө

     Ҡорбан айының һуңғы көнө һәм Мөхәррәм айының беренсе көнө бер йылдың аҙағы һәм икенсе йылдың башылыр. Мосолмандар ошо Мөхәррәм айының башын Йыл башы тиҙәр, яңы йыл Мөхәррәм айынан башланып китә.

     Ай башының ике көнөндә кем ураҙа (ошонда баҫ) тотһа, бер ай ураҙа тотҡан сауабы бирелә, шулай уҡ ике рәкәғәт намаҙ уҡыһа, беренсе рәкәғәттә бер Фатиха (Әлхәм) сүрәһе, ун өс мәртәбә Ихлас сүрәһен, икенсе рәкәғәттә бер Фатиха сүрәһен, ун ике мәртәбә ысын Ихлас сүрәһен уҡыһа, күп әжерле, доғаһы ҡабул булып, бәлә-ҡазанан иҫән-һау булыр.

     Мөхәррәм айының 10-сы көнө Ғәшүрә көнө — оло байрам көн. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм үә сәхәбәләр был көндө мөбәрәк һанап, ҡәҙерләп ураҙа тотҡандар. Кем дә кем Ғәшүрә көнөндә бер изге эш ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә теге кешенең бөтә гонаһларын ярлыҡап, күп сауаптар бирер.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләм әйткән: «Рамаҙан ураҙаһынан һуң ураҙаларҙын артығырағы Мөхәррәм айында ураҙа тотоу».

     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең ҡатыны Хәҙисә раҙыйаллаһу ғәнһә әйткән: «Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм өс төрлө эшкә даимсылыҡ ҡыла ине. Ул өс төрлө эштен беренсеһе — Мөхәррәм айының унынсы көнөндә ураҙа тотоу. Икенсеһе — һәр бер айҙың ун өсөнсө, ун дүртенсе, ун бишенсе көнөндә ураҙа тотоу. Өсөнсеһе — иртә намаҙының ике рәкәғәт сөннәтен уҡыу». Шулай булғас, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм был ғәмәлгә даимилыҡ ҡылғас, беҙгә дә, шәфәғәтенән мәхрүм булмайыҡ тип өмөт итһәк, уның сөннәттәрен үтәү ләземдер.

     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: «Бер кеше минең сөннәттәремде ҡоро тел менән ҡылһа, пәйғәмбәр өммәтенәнбеҙ тип әйтеүҙә файҙа булмаҫ, минең сөннәтем менән ғәмәл ҡылмайынса».

     Беҙҙән алдағы ғалимдар, сәхәбәләр был көндәрҙә ураҙа тоталар ине. Хатта сабый балаларҙы имсәк имеүҙән, балаларҙы ашауҙар тыялар ине. Был Ғәшүрә көнөндә ҡырҙағы кейектәрҙе (хайуандарҙы) аулап, ашамаҫтар ине.

     Әгәр бер кеше был Ғәшүра көнөндә күршеһенең йәки бер мосолман ҡәрҙәшенең хәлен белешһә, Аллаһы Тәғәлә фәрештәләргә: «Йә, фәрештәләрем! Был бәндәнең һәр бер аҙымы һанынса, донъя мәхлүкәттәре һанынса сауаптар бирермен, яҙығыҙ», — тип әйтер һәм дәхи һәр аҙымы һанынса гонаһын ярлыҡар.

    Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткәненән: "Әгәр бер кеше Ғәшүрә көнөндә балаларына үә йәмәғәтенә күңеллелек ҡылһа йәки яҡшы кейемдәр кейендерһә, йәки хәләл тәғәмдәр (аш-һыу) булдырһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә үә уның балаларына һистә мохтажлыҡ күрһәтмәҫ.

     Сәхәбәләр хәҙрәти Әбү Бәкер менән хәҙрәти Ғүмәр раҙыйаллаһу ғәнһүмә: «Пәйғәмбәребеҙҙең (ғәләйһиссәләм) был һүҙен һынаныҡ, ул әйткәнсә таптыҡ», — тип әйтеләр. Йәғни: «Был Ғәшүра көнөндә йәмәғәттәребеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт иттек, һистә ҡытлыҡ күрмәнек», —тип әйткәндәр.

    Әгәр бер кеше был Ғәшүрә көнөндә бер йәтимдең күңелен шатландырһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең йөҙөн тамуҡ утына харам ҡылыр.

     Бер кеше был Ғәшүрә көнөндә ғөсөл ҡойонһа, бөтә гонаһларынан паҡ булыр, әсәнән яңы тыуған кеүек булыр. Бер кеше был көндә бер изге эш ҡылһа, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә бик күп сауаптар бирер. Әгәр бер генә гонаһ ҡылһа Аллаһы Тәғәлә ул кешегә ҡаты ғазап ҡылып, пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙы Фатима раҙыйаллаһу ғәнһәнең улдары Хәсән үә Хөсәйенде үлтергән кешеләргә ҡылған ғазапты ҡылыр.

     Хәсән менән Хөсәйен раҙыйәллаһу ғәнһүмәләр был көндә шәһит киттеләр: хәҙрәти Хәсәнде ағыуҙанылар, хәҙрәти Хөсәйенде ҡылыс илә шәһит иттеләр.

     Әгәр бер кеше был көндә саң тиклем хәйер-саҙаҡа бирһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә оло ҙур әжер бирер һәм барса бәләләрҙән имен ҡылыр. Уның өсөн бәлә күктән инәр, саҙаҡа күккә ашар, икеһенең буйы бер булыр. Саҙаҡа күктән инә торған бәләне туҡтатыр, ул бәлә һис зарар итмәҫ, зарар итһә ул зыян өсөн Аллаһы Тәғәлә күп файҙалар бирер. Күркәм сабырлыҡ үҙе ҡылыр, ул сабырлыҡ бәрәкәтендә был кеше ожмахлы булыр. Аллаһы Тәғәлә һәр бер ғәмәлгә сауапты хисап менән бирер, сабырға сауапты хисапһыҙ бирер тинеләр. Донъяла бәлә-ҡаза күреп сабыр ҡылған бәндәләрҙең ҡиәмәт көнөндә сауаптары күп булыр.

    Ғәли раҙыйәллаһу ғәнһәнән риүәйәт ҡылынды: "Кем донъянан китеп гүргә керһә, ул гүрҙән тауыш килер: «Әй: Әҙәм улы! Минең өсөн нәмә килтерҙең? Мин һинең өсөн дүрт нәмә ирештерер инем», — тигән:
     

       беренсеһе — ҡәбер тарлығы;

       икенсеһе — ҡәбер ҡараңғылығы;

       өсөнсөһе — ҡәбер яңғыҙлығы;

       дүртенсеһе — йылан, саян.
   

     Мәрхүм әйтер: «Әй, гүр! (ошонда баҫ) Мин һиңә дүрт нәмә килтерҙем: беренсеһе — Хаҡ Аллаһы Тәғәлә бойорған биш ваҡыт намаҙ килтерҙем; икенсеһе — Аллаһы Тәғәләне күп зикер ҡылған тел килтерҙем; өсөнсөһе — рәхимле күңел килтерҙем; дүртенсеһе — изгелек килтерҙем», — тигән.

     Бәлә-ҡаза килгәндә «һаҡланмағанлыҡтан» тип көйөнеү бик хата эштер. Изгелек менән яуызлыҡ һәр икеһе Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире менәндер. Бер ҡайғы ирешһә тән йәһәтенән, йәки бер ағзаның ауырыу йәһәтенән: «Был ҡайғы Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире менән бер гонаһым сәбәплелер» тип тәүбә үә истиғфәр менән мәшғул булырға тейешлелер һәм был кәлимәгә даимсылыҡ ҡылырға кәрәк: «Иннәә лилләәһи үә иннәә иләйһи раджиғуун». Мәғәнәһе: «Беҙ Аллаһының бәндәһе, әлбиттә, Аллаһының хозурына ҡайтасаҡбыҙ, Аллаһы Тәғәләнең хөкөмдәренә разыйбыҙ». Кем дә кем ҡайғы ирешкәндә был кәлимәгә даимсылыҡ ҡылһа, ул кеше Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешер үә Дәхи сабыр итеүселәр йөмләһенән булыр. Ҡайғыларға, бәлә ҡазаға сабыр итеп зарланманмаусылыҡ пәйгәмбәрҙәр фиғелелер. Бер ҡайғы ирешһә бер-беребеҙгә сабыр итергә үә өгөт-нәсихәт ҡылмаҡ кәрәк.

     Риүәйәттәр: Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Бер кеше Мөхәррәм айының унынсы көнөндә ураҙа тотһа, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә ун мең фәрештә сауабын бирер. Ун мең хажи үә ғөмрә ҡылыусының сауабы бирелер, ун мең шәһиттең сауабы бирелер».

     Бер кеше Ғәшүрә кисендә бер мөьминде ифтар ҡылдырһа, бөтә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәте уның янында ифтар ҡылып, тамаҡтарын туйҙырған кеүек булыр.
     Сәхәбәләр: «Йә, Рәсүлуллаһ! Башҡа көндәргә ҡарағанда ни өсөн Ғәшүрә көнөн Аллаһы Тәғәлә шулай артыҡ итте?» Рәсүлүллаһ әйтте: "Дөрөҫ, Аллаһы Тәғәлә ерҙәрҙе үә күктәрҙе Ғәшүрә көнөндә яратты, диңгеҙ лә Ғәшүрә көнөндә яратты, Ләүхел – Мәхфузделә, ҡәләмде лә Ғәшүрә көнөндә яратты. Әҙәмде Ғәшүрә көнөндә яратты, әсәбеҙ Һауаны Ғәшүрә көнөндә яратты. Йәннәтте яратты һәм атабыҙ Әҙәмде ожмахҡа Ғәшүра көнөндә индерҙе.

     Ибраһим ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә тыуҙы. Ул (Ибраһим ғәләйһиссәләм) шул уттан Ғәшүрә көнөндә ҡотҡарылды. Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә бойоролдо.

     Фирғәүен батшаһы Ғәшүрә көнөндә батырылды һәм бәни, Исраил улдары уның эҙәрлекләүенән ҡотолдо.

     Әйүб ғәләйһиссәләмдән Ғәшүрә көнөндә пәйғәмбәр итеп ебәрелде.

     Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмдең тәүбәһен Ғәшүрә көн ҡабул итә.

     Дауыд ғәләйһиссәләмдең гонаһы Ғәшүрә көнөндә ярлыҡанды.

     Ибраһим пәйғәмбәрҙең улы Исмәғил был көндә тыуҙы.

     Юныс пәйғәмбәр балыҡ ҡарынынан ҡотолдо.

     Йософ пәйғәмбәр ҡойонан сығарылды.

     Сөләймән ғәләйһиссәләмдең падишаһлығы Ғәшүрә көнөндә үҙенә ҡайтарылды.

     Ғайса ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә тыуҙы.

     Иҙрис ғәләйһиссәләм үә Ғайса ғәләйһиссәләм мәртәбәгә Ғәшүрә көнөндә күтәрелделәр.

     Был көн Нух ғәләйһиссәләмдең көймәнән ергә баҫҡан көнөлөр. Шулай булғас, Нух ғәләйһиссәләм ул көндә шөкөр йөҙөнән ураҙа тотто. Ул туфандан ҡотолоп ергә баҫты.

     Сәғид бин Хәбир ибн Ғәббәстән риүәйәт: "Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Мәҙинәгә килде. Ғәшүрә көнөңдә йәһүдтәрҙең ураҙа тотҡандарын белде. Бының хикмәтен йәһүдтәрҙән һораны. Йәһүдтәр әйттеләр: «Ул көндә Муса менән Бәни Исраил ҡәүемен Аллаһы Тәғәлә өҫтөн ҡылды фирғәүен ҡәүеменән. Шулай булғас, беҙҙә ул Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотабыҙ хөрмәт йөҙөнән ололап». Шунан һуң, Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйтте: «Беҙ Муса ғәләйһиссәләмгә һеҙгә ҡарағанда лайығыраҡбыҙ», тине лә, Ғәшүрә көнөндә ураҙа тоторға үҙ өмәтенә бойорҙо.

     Ибн Ғаббастан риүәйәт: Зөлхизә айының һуңғы көнөндә һәм мөхәррәм айының беренсе көнөн ураҙа тотоу менән башлап ебәреү, йәғни үткән йылды ураҙа тотоп оҙатып, яңы йылды ураҙа менән башлап ебәреү ғәйәт мөстәхәб ғәмәлдәрҙән иҫәпләнер. Аллаһ Тәғәлә был бәндәнең ошо ураҙаһын илле йыллыҡ гонаһларына кәффәрәт итеп иҫәпләр.

     Ибн Ғаббас раҙыйаллаһу ғәнһәнән бер хәҙис-шәрифтә: «Кем Ғәшүрә көнө ураҙа тотһа, Аллаһы Тәғәлә уға кис-төндәрен йоҡламайынса зикер-ғибәҙәттә үткәргән, кисәләрен ураҙала үткәргән 60 йыллыҡ ғибәҙәт сауабын яҙыр. Шулай уҡ уға 1000 шәһид сауабы ла яҙылыр. Ғәшүра көндө ураҙа тотҡан кешегә 7 күк әһеленең сауабы яҙылыр. Ғәшүрә көндө берәүгә ауыҙ астырыуға ашарҙай ризыҡ бирһә, ул кеше ураҙала көн үткәргән бөтә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәтенә ауыҙ астырған кеүек сауаплы булыр. Ғәшүрә көндө берәр йәтимдең башын һыйпаһа, башындағы сәстәр һанынса йәннәттә дәрәжәһе артыр».

     Аллаһ Тәғәлә Ғәшүрә көнөн матур итеп ғибәҙәттә, ураҙала үткәрергә насыйп итһен.

Ғәшүрә көнө намаҙы: https://nazir1965.com/bez-rubriki/%D2%93%D3%99sh%D2%AFr%D3%99-k%D3%A9n%D3%A9-nama%D2%99y.html