Зәйнулла ишан шәжәрәһе
Уның ата-бабалары бик борондан билгеле. Уларҙың 18 быуындан тораған шәжәрәһе беҙгә килеп еткән. Хәҙерге ваҡытта уларҙың киң таралған нәҫеле Башҡортостанда, Силәбе һәм Курган өлкәләрендә, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәйҙәр.
Ишан-хәҙрәттең ата-бабалары
Туҡһаба бей
Ҡаңлы (Алтайҙа)
Миңтәй (Сыңғыҙхан осоро)
Шахмай (Шәйехмамай)
Һеркә
Манғут
Ятабей
Яңыш
Ураҙғәли
Моратҡол
Тупый
Солтанай
Ғашиҡ
Байрамғол
Муса
Рәсүл (имам)
Хәбибулла (хәлфә)
Зәйнулла Рәсүлев
Шәйх Зәйнулла (Мәфтуха)
Сәлихә (ҡыҙы)
Сәкинә (ейәнсәре) (Фәсхетдин)
Бүлә-бүләсәрҙәре:
Рауза — Әсхәт — Мәрйәм — Рәзиә — Нәжиә – Әнүәр — Фәрзәнә -Камил — Булат.
Сәлихә ҡәртнәйҙең беренсе ире «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә мулла, имам булған. Атаһыҙ ҡалған Сәкинә (беҙҙең әсей) ишан-хәҙрәт йортонда 8 йәшкә тиклем (1896 й.) тәрбиәләнгән, һуңынан әсәһе менән Башҡортостанға киткән. 1909 йылда Сәкинә менән Фәсхетдин (атай менән әсей) өйләнешкән. 1917 йылда улар Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылына күсеп киткәндәр.
Ғәиләм тарихе
Был мәҡәләлә мин уның тоҡомонан күргәндәремде, улар менән таныш булғандарым тураһында яҙам. Һүҙемде атайым Фәсхитдин бин Исмәғилдән башлайым. Ул Башҡортостандың хәҙерге Әбйәлил районы Ҡужан ауылында иң фәҡир ғаиләлә тыуып, дүрт йәшендә үкһеҙ йәтим хәлендә ҡала. Гәүһәр апайы унан 4 йәшкә оло була. Уны 11 йәше тулғас, Ҡырҡты аръяғындағы Буранғол ауылы егетенә кейәүгә биреп ебәрәләр туғандары, атайымды уға ҡушып бирәләр. Еҙнә кеше — еҙнә инде — ул бик ҡаты ҡуллы егет булып сыға. Атай бахыр — бала кеше бер үҙе урмандан утын ташырға мәжбүр була. Уға еҙнәһенең туҡмағы йыш ҡына эләгеп тора. Сабырлығы бөткәс, атайым ҡаса. Ул Асҡарға барырға була, сөнки унда бер оло туғаны ниндәйҙер конторҙа эшләй. Әммә уны һыбайлы еҙнәһе һәм уның дуҫтары ҡыуып етәләр ҙә дилбегә менән бәйләп, үҙҙәренең алдынан кире Буранғолға алып баралар. Ваҡыт-ваҡыт сыбыртҡы менән эләктереп алалар. Бынан һуң еҙнә кеше тағы ҡатыраҡ булып китә. Атайым тағы ла ҡаса, әммә был юлы оло юл менән түгел, ә ситкә кейектәр юлы менән китә. Был хәлдәр уның 7-8 йәшенә тура килә.
...Нисек булһа ла атайым Асҡарға барып етә һәм туғанын табып ала. Оло кеше атайымды яңы ғына Асҡарҙа асылған мәктәпкә йүнләй торғас урынлаштыра. Ул мәктәптә уҡытыу урыҫ телендә бара. Халыҡ мәктәпте нишләптер «министерский» тип йөрөткән була.
Атайымдың урыҫ телен белеүе менән урыҫтарға ер һатыусы башҡорттар файҙаланалар. Әбйәлил районындағы өс урыҫ ауылдарының ерен Михайловка, Селивановка, Гусевканы атайым «һатҡан», һәр дисятина ерҙе нимәгә алмаштырып һатҡандарын (үҙенсә «бартер»ҙы) ул иҫендә тота ине: шунса-шунса әсмүхә сәйгә, ҡаҙаҡ шәкәргә, тауарға, сейгә һәм табаҡ тимергә.
... Ошо ауылдарҙың береһе — Селевановкаға атайым менән ҡул арбаһына ҡомалаҡ тейәп барҙыҡ (Асҡарҙан 16 саҡрым). Урамда осраған һәр ауыл кешеһенә атайым ҡомалаҡты бәрәңге йәки онға алмаштырырға тәҡдим итә ине. Әммә берәү ҙә риза булманы. Был һуғыш йылдарында (1942 йылда) булған хәл...
Ә шулай ҙа бер мәрхәмәтле мәрйә табылды. Ул беҙҙең күңелһеҙ генә ҡайтып китеүебеҙҙе күреп, хәлебеҙҙе атайымдан һораша башланы.
Атайым был ҡатынға үҙенең бала сағында ер һатҡанда тәржемәсе булыуын һөйләне. Был апай бик ҡыҙыҡһынды. Мине бик йәлләне, шикелле. 1942 йылда мин 14 йәштә инем. Ул беҙҙе ихатаһына индереп, 2-3 биҙрә бәрәңге бирҙе. Мин ер йөҙөндә «яҡшы кешеләр ҙә барлығын» шул ваҡытта аңланым.
«Министерский» мәктәптә атайым дүрт йыл уҡый. «Ашау, кейем байҙан» тигәндәй, был мәктәпкә тик йәтим балаларҙы ғына алғандар. Уны тамамлағас, 4-5 йыл батрак булып йөрөй. Әрмегә уны бер йыл алдан алалар. Хәҙерге Биссарабияла урынлашҡан кавалерияға эләгә. Был часть «Его величество великий князь Константинға ҡараған». Атайыма өйрәтергә тип монгол атын беркетәләр — бик уҫал, ярһыу ат булып сыға. Великий князь йыл һайын парад ҡабул итергә килә. Ул көндәре беҙҙе, һалдаттарҙы, артығы менән һыйлай торғайнылар, тип хәтерләй ул. Әммә парад ҡына түгел, хәрби учениелар ҙа булған. Мәҫәлән, холостой атып торған пушкалар алдынан атың менән елдереп сабаһың. Шундай бер маневрҙарҙа «монгол» атайымды ергә бәрә. Уның янбашы һынып госпиталға эләккәс, хәрби хеҙмәт шуның менән тамамлана.
...Күпме ваҡыт үткәндер, атайым, тәүәкәлләп, Асҡарҙан Троицкийға Рәсүлиә мәҙрәсәһенә уҡырға тип бара. Уны мәҙрәсәгә алалар, бушлай уҡытырға, ашатырға һәм кейендерергә — был йәтимдәргә тигән льготаны ишан-хәҙрәт (ул мәҙрәсә хужаһы) тәғәйенләгән.
Шулай итеп, ул «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенең шәкерте булып китә. Ул, әлбиттә, киләсәк тормошо нисек үҙгәрәсәген, нимәләр уны көтәсәген белмәй әле. Ә әлегә ул бушлай уҡый, бик тырыша, уҡырға йәбешеп ала. Уның уҡыуға ошолай ихлас булыуы миңә лә күскәндер, күрәһең.
Атайым үҙенең мәҙрәсәлә уҡыуы тураһында бик һирәк һөйләне. «Бай шәкерттәр булды, фәҡир шәкерттәр күберәк ине», — тип әйтә торғайны ул. Шуларҙың береһе Мәжит Ғафури булған. Ул бай шәкерттәргә самауыр ҡуйып йөрөүен яҡшы иҫләй атайым. «Мин аҡсаны икенсе юл менән таптым — китап төпләү кәсебенә өйрәнеп алғайным. Китапҡа заказ биргән кеше, уларҙы бик тикшереп, һынап ала торғайны. Тышҡы ҡатырғаларынан тотоп, бар көсөн менән китапты һелкетә ине. Мин төпләгән китаптар бер ҙә өҙөлмәне», — тип хәтерләй шәкерт йылдары тураһында. Ул тағы итексе һәнәрен дә үҙләштергән булған.
... Ә йәйгеһен ул, башҡа шәкерттәр һымаҡ, ҡаҙаҡ далаларына кәсеп итергә сығып китер булған. Унда ҡаҙаҡ балаларын Ҡөрьән уҡырға өйрәткән һәм Троицк әптектәренән алған дарыуҙар менән ҡаҙаҡтарға ярҙам иткән. Ә быныһы инде үҙе халыҡтар араһындағы бер оло тормош һабағы булған.
Ана шул йылдарҙың береһендә атайым бик уңған. Ул яңы мәсет һалынған ауылға барып сыға. Мәсетте һалдыртҡан бай «Кем мәсетте Ҡөрьән уҡып» лайыҡлы асыр тип конкурс иғлан иткән була. Шунда ике ғәрәп үҙҙәрен белдергәндәр. Бай наҙандарҙан булмаған, икән. Теге ике ғәрәп менән уны ла һынап ҡараған һәм... Ҡөрьән уҡырға атайыма рөхсәт иткән. Ҡөрьән уҡып, мәсет асҡан өсөн хужа атайыма күп аҡса биргән. Уның Троицкиға ҡайтып ҡупшы кейемдәр һатып алыуы тураһында һөйләгәне әле лә хәтерҙә.
Атайым уҡыған сағында ишан-хәҙрәт Зәйнулла Рәсүлев уны һынап йөрөгән, сөнки мәҙрәсәне тамамлағас, мөғәллим-хәлфә итеп үҙендә эшкә ҡалдыра. Бер-ике йылдан үҙенең ейәнсәре Сәкинәне атайыма кейәүгә бирә. Минең ишан-хәҙрәт нәҫеленән булыуым шул ваҡыттан башлана: ишан-хәҙрәт — ҡыҙы Сәлиха — ейәнсәре Сәкинә — бүләһе Булат (йәғни, мин булам).
Шулай итеп, атайым менән әсәйем ғаилә ҡороп, Троицкиҙа йәшәй башлайҙар. «Әтей», «әней», тип әйтеүебеҙ ҙә шунан килә.
1917 йылға тиклем уларҙың Троицкиҙа дүрт балалары була. Барыһына ла ишан-хәҙрәт үҙе исем ҡушҡан: Рауза, Әсғәт, Мәрйәм, Рәзиә.
Октябрь боролошонан һуң Троицкиҙағы Рәсүлиә мәҙрәсәһен ябалар. Беҙҙең атай менән әсәй Асҡарға ҡайталар. Атайым бында бик яҡшы 4-5 бүлмәле йорт һала, уның тәҙрәләре лә ерҙән байтаҡ юғары, күркәм була. 1928 йылда шул йортта мин тыуғанмын. Әммә беҙҙән был йортто 1930—1931 йылдарҙа совет хөкүмәте тартып алған. Ә бына алмашына хужаларға бер ҡағыҙ ҙа бирмәгән.
1919 йылда Асҡарҙа тағы бер ҡыҙ бала тыуған. Әммә 1930 йылға тиклем өс ҡыҙ: Мәрйәм, Рәзиә һәм Нәжиә һыуыҡ тейеп, ҡаты ауырғандан һуң, үлеп ҡалғандар.
Атайым Асҡар мәктәбендә башҡорт һәм урыҫ телен уҡыта башлаған. Күрәһең, Троицкиҙа алған белеме етмәгәндер, уны йыл һайын Өфөгә курсҡа ебәреп торҙолар. Өфөнән ул мотлаҡ берәй китап һатып алып ҡайтыр булған. Иҫемдә ул китаптар: 1) Сборник произведений русских писателей; 2) Книга основоположника (Гомиопатие) медицины доктора Ганемана; 3) История древнего Востока, древней Греции и Рима. һәм башҡа бик күп файҙалы китаптар булыуын яҡшы иҫләйем. Китап уҡырға һәм уны яратырға мине мәктәпкә тиклем атайым өйрәтте.
Атайыма ишан-хәҙрәттең кейәүе булыуы бик ҡыйбатҡа төштө: уны 1936—1937 йылдарҙа гел НКВД — ГПУға саҡырып һорау алып торҙолар, «Һин Әхмәтзәки Вәлиди менән ҡайҙарҙа осраштың, унда ни тураһында килештегеҙ», — тип ялҡытҡандар. «Бер ҡасан да мин Әхмәтзәки Вәлиди менән осрашманым, ҡул бирешмәнем», — тип яуап ҡайтарған атайым.
Был һорауҙарҙы башҡа кешеләргә лә биргәндәр. Улар барыһы ла атайымдың яуабын раҫлағандар. Шулай булһа ла, атайымды Мәскәүгә «Милләтселәр өҫтөнән булған судҡа» саҡырып алдылар, һәм, ниһәйәт, уны Мәскәүҙә тулыһынса ғәйепһеҙ, тип, аҡланылар. Был 1938 йылда булды, шикелле.
Атайым Мәскәүҙән бер биҙрә алма алып ҡайтты. Беҙ ғаиләбеҙ менән беренсе тапҡыр алманы шунда тәмләнек. 1938 йылда атайымды Ленин ордены менән бүләкләнеләр. Был орден беҙҙең районда икенсе тапҡыр тапшырылған булған. Аҙаҡтан беренсе орденды «Красная Башкирия» совхозының тракторисына биргәндәрен белдем.
Атайым 1958 йылда етмеш ете йәшендә вафат булды. Ул ғүмерендә бер тамсы ла араҡы эсмәне. Ә тәмәке тартты: һуғыштың беренсе көнөндә башлап тартты, һуғыш бөткәс шунда уҡ ташланы.
Тәржемәүи хәлем
Мин, Булат Фәсхетдин улы Батталов, 1928 йылдың 19 апрелендә хәҙерге Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуғанмын. Атай- әсәй тураһында алдараҡ һөйләгәйнем. Ә хәҙер үҙемдең тормош юлым менән таныштырып үтәйем.
Мин Асҡар урта мәктәбендә белем алдым. 6-ға тиклем башҡорт класында уҡыным. Шунан һуң «наҙан булып ҡалмайым әле» тип урыҫ класына күстем. Бер ыңғай Әнүәр ағайға эйәреп, фамилияны ла Исмәғиловтан Батталовҡа алмаштырҙым. Ул ваҡытта илдә кино күрһәтеү башланған, Баталов атлы киноактер мәшһүр ине. Ул хәҙерге Алексей Баталовтың атаһы булһа кәрәк.
Уҡыным да, йыл һайын йәйге каникулдарҙа ла эшләнем. 1942 йылда беҙҙең яҡҡа Свердловскийҙан геологтар килде. Миңә 14 йәш ине ул саҡта, шунда геофизик партияһында геодезист ярҙамсыһы булып киттем. Маршрут билдәләр өсөн ҡулланылған рейкаларҙы ташыным. Партия марганец рудаһын эҙләй, ә быға тиклем эшләп килгән рудниктарға (Украинаға, Грузияға) юлды немец киҫкән ине. Ҡырҡты тауында марганец эҙләп табылды һәм улар госрезервҡа билдәләнде. Икенсе йылды Асҡарҙағы төрлө организацияларҙа эшләнем.
Беҙҙең мәктәптә Ленинград һәм Рига ҡалаларынан эвакуация менән килгән уҡытыусылар уҡытты. Риганан килгән физика уҡытыусыһы йәһүд тураһында айырым әйткем килә. Ул — Марк Соломонович Стул беҙгә Энштейн һәм уның «теория относительности» тураһында күп һөйләне. Был теорияны донъяла ни бары өс кеше аңлай тип ғәжәпкә ҡалдырғайны. Ул көҙгө уборка ваҡытында беҙҙең бригадир булып йөрөнө. Ленинградтан килгән Нина Яковлевна тарих һәм әҙәбиәтте уҡытты. Был уҡытыусылар икеһе лә университета уҡытҡандар. Мин улар менән дуҫ булдым.
1946 йылда Асҡарҙа урта мәктәбенең 9 класын бөтөр-бөтмәҫ Магнитогорскиҙағы Тау-металлургия институт студенты булып киттем. Шул ваҡытта беҙгә бушлай ятаҡ, степендия бирҙеләр, ә илдә аслыҡ ине. Шуғалыр ҙа 90-сы йылдар башында бер шиғырымда:
Һағындыра Совет иле,
Һағындыра бала саҡ.
Бала сағым ҡайтмаҫ инде
Совет иле ҡайтасаҡ, — тип яҙғайным.
Мин икенсе курстан алып тик бишкә уҡыным. Бишкә уҡыған студентҡа степендия 25 процентҡа өҫтәлә ине. Атайым ҡартайған, ә ағайҙар иһә фронтта. Бишкә уҡырға нужа мәжбүр итте.
Институтты тамамлағас, миңә Силәбене һайларға мөмкинселек бар ине. Әммә минең арттан килгән бер курсташым ҡолағыма: «Булат Силәбене ҡалдыр миңә, һиңә, буйҙаҡ кешегә, Силәбеме, Орскмы — барыбер түгелме? Ә Силәбегә минең ата-әсәй күсеп киләләр», — тип шыбырлағайны.
Уның һүҙенә төшөп, комиссия алдына ингәс, Түбәнге Тагилға тәғәйенләргә ризалығымды бирҙем. Әммә бының өсөн аҙаҡтан етәксе профессорҙан эләккәйне.
Ә шулай ҙа миңә барыбер Силәбе заводында эшләргә яҙған. 1957 йылда яҙғыһын беҙҙең заводтан Силәбегә ҙур делегация ебәрҙеләр. Уның төп маҡсаты — «Ике заводтың социалистик хеҙмәт ярышы шарттарын тикшереү». Шул комиссия составына мине лә индергәндәр.
Беҙ, комиссия ағзалары, Силәбелә «үҙебеҙҙең» цехтарға таралышып эшләнек. Шунда мин доменный цех начальниге, инженер-техниктар менән осрашыуҙа ҡатнаштым һәм унда үҙемдең тәнҡитле иҫкәртмәләр менән сығыш яһаным. Цех начальниге миңә Силәбегә, ошо заводҡа, эшкә күсергә тәҡдим яһаны, фатир буласағын һәм башҡа шарттар вәғәҙә итте. Вәғәҙәләр үтәлде. Ошо металлургтар заводында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Мәҙәниәт һарайында үҙешмәкәр коллективта ҡатнаштым, шиғырҙар уҡыным, мандолинала уйнаным.
...Әммә тормош 80-се йылдарҙа бик үҙгәрҙе. Магазин кәштәләре бушай, эскеселеккә ҡаршы көрәш иғлан ителде. Әммә икенсе яҡтан динде, мәсеттәрҙе тергеҙеү хәрәкәте башланды. Силәбе янындағы Мейәс биҫтәһенең (хутор) мәсетендә мәҙрәсә асылғас, мин шунда уҡыным. 1994 йылда Өфөгә барып имтихан тапшырып, «Имам- хатиб» дәрәжәһен алып ҡайттым (ДУМЕС-тың мөфтиәтендә булды имтихан). Шунан һуң Силәбе ҡалаһының Металургтар районында мәҙрәсәлә биш йыл мөғәллим булып торҙом.
Әлеге ваҡытта мин һауһаҡ түгелмен, аяҡтан ҡалдым. Мәғәфүрә Муллағәли ҡыҙы — хәләл ефетем, ул минең янымдағы фәрештәләй тоғро терәгем. Мин унһыҙ бер көндө лә күҙ алдыма килтерә алмайым.
Һикһәненсесе йылдарҙа Силәбелә подполковник ире менән Сафуат апай — мөфтий Ғәбдрәхман Рәсүлевтең кесе ҡыҙы йәшәне. Ул ишан-хәҙрәттең шәжәрәһен ятҡа белә ине. Бында яҙылғандарҙың күп өлөшөн миңә Сафуат апай һөйләп ҡалдырҙы.
Сафуат апай 2007 йылдың 14-се майында 84 йәшендә вафат булды. Уның ире, Әнүәр еҙнә, хәҙер отставкалағы полковник, иҫән-һау, 87 йәштә.
Сафуат апай иҫән сағында «Муфтий Габдрахман Расулев старший сын ишан-хазрата Расулева» (Челябинск, 2000, 142 с.) тигән китап яҙҙы. Был китап ишан-хәҙрәттең йәш сағына бағышлана, уның тыуған ауылы Шәрип, Троицк ҡалаһы тураһында бик ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр бар. Никольск, Кострома ҡалаларында һөргөндә булған йылдары тураһында һөйләй.
Был китап Силәбе дәүләт педагогия университетының типографияһында ни бары 50 дана донъя күрҙе. Уны апай туғандарға, таныштарға һәм зыялыларға бушлай таратты.
Миндә әлеге ваҡытта ошо китаптың ике данаһы һаҡлана.
Китаптар: //kitaptar.bashkort.org/
Китаптан өҙөк — Ислам юлдарында, Авторҙар коллективы, Суфыйсылыҡ һабаҡтары һәм шәйех Зайнулла Расүлев шәжәрәһе. 2011 Өфө.