Төштә мәйет күреү
Йоҡо хәлендә кеше ғүмеренең байтаҡ өлөшө үтә. Йоҡо — ул бәләкәй үлем, ял һәм аҡылыбыҙға буйһонмаған нәмәләр менән бәйләнеш каналы. Бер ваҡыт, бик ныҡ арығанлыҡтан йоҡлап китеп, иртән иртәнге намаҙға һуңлап уянып, Мөхәммәд пәйғәмбәр сәхәбәләргә мөрәжәғәт итә: «Ысынлап та, Аллаһ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе теләгән ваҡытта алды һәм теләгән ваҡытта кире ҡайтарҙы. Билал, тор, кешеләрҙе намаҙ ҡылырға саҡыр [аҙанды ҡысҡырып уҡы, бөтәһе лә уянһын]». Изге Ҡөрьәндә йоҡо тураһында туғыҙ урында әйтелә. Хәҙистәр йыйынтығында был тема буйынса тотош бүлектәр бар. Пәйғәмбәр үҙе ҡайһы берҙә иртәнге намаҙҙан һуң, уның артынан ғибәҙәт ҡылыусыларға йөҙө менән боролоп, һорай: «Бөгөн төндә һеҙҙең арағыҙҙан берәйһе төш күрҙеме?». Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, иҫкәртеүсе, ысын төш — ул Раббының кеше аңындағы ижады. Читать далее
Архив метки: үлгән
Тәһәрәтһеҙ кеше
Тәһәрәтһеҙ кеше
Һорау: мәйет йыуыусы тәһәрәтле булырға тейешме?
Яуап: мәйет йыуыусы кешенең тәһәрәтле булыуы яҡшы, ләкин был шарт түгел, тәһәрәтһеҙҙә ярай.
Тәһәрәтһеҙ кешенең намаҙ уҡыуы бер ваҡытта ла дөрөҫ түгел, әгәр бер кеше тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡылһа, Аллаһы Тәғәләнең ғибәҙәтен мыҫҡыл иткәнгә хисапланалыр. Бындай эштәр боҙоҡ ғәмәлдәрҙән булғанға күрә уны ҡылыуҙан һаҡланырға кәрәк. Тәһәрәтһеҙ кешегә Ҡөръән тотоу ҙа ярамай, бер генә аят яҙылған булһа ла һаҡланырға тейеш. (Ҡайһы бер ғалимдар Ҡөръәнде танышыу маҡсатынан, мәҫәлән: һатып алыу тарафынан тәһәрәтһеҙ тоторға була тиҙәр һәм айырым ҡағыҙҙарҙағы ғәрәп телендәге аяттар Ҡөръән булып һаналмай тигән фекерҙә). Бар мәғәнә Аллаһ китабы булған Ҡөръән Кәримде хөрмәт итеү. Тәһәрәтһеҙ көйөнсә йыназа намаҙы уҡыу һәм сәждә-и тиләүәт яһау ҙа ярамайҙыр. Әммә Ҡөръәнде сумкаға (портфель, папка, берәй туҡымаға төрөлгән килеш) һалған көйөнсә тотоу, күңелдән ятлаған Ҡөръәнде уҡыу, мәсеткә инеү, ҡәберлеккә барыу тәһәрәтһеҙ кешегә лә дөрөҫ була. Әгәр берәр кеше быларҙы ла тәһәрәтле килеш ҡылһа, бигерәк тә яҡшы булыр. Читать далее
Үлгәндәр ишетәме?
Үлгәндәр ишетәме?
Үлгәндәр Ҡөръән уҡығанды ишетәме тигәнгә, бөгөн беҙҙең наҙан сәләфит-ваһһабтарыбыҙ юҡ, ишетмәйҙәр, уларға бер ниндәй ҙә һауаб-әжер бармай тип ҡаршы торалар. Был наҙандар үҙҙәренең ғалимдарының китабтарын уҡымайҙар, Ҡөръән Кәримдән тура тәржемә эшләп халыҡ башын бутайҙар. Әйе Ҡөръәндә үлеләр ишетмәйҙәр, тигән аяттар бар, тик тереләр генә ишетә тигән мәғәнәлә «иманлы кешеләрҙе – мосолмандарҙы», әйтә Аллаһ.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
فَإِنَّكَ لَا تُسْمِعُ الْمَوْتَى وَلَا تُسْمِعُ الصُّمَّ الدُّعَاءَ إِذَا وَلَّوْا مُدْبِرِينَ
«Фә'иннәкә ләә түсмиғүл-мәүтәә үә ләә түсмиғү-ссуммәддү-ғәә'ә иҙәә үәлләү мүдбириин».
«Мәйеттәр, артҡа сиккән һаңғырауҙар һинең саҡырғаныңды ни эшләтһәң дә ишетмәҫ». Әр-Рум сүрәһе, 30/52.«
وَمَا أَنتَ بِهَادِ الْعُمْيِ عَن ضَلَالَتِهِمْ إِن تُسْمِعُ إِلَّا مَن يُؤْمِنُ بِآيَاتِنَا فَهُم مُّسْلِمُونَ
«Үә мәә әңтә биһәәдил-ғүмйи ғәң даләәләтиһим иң түсмиғү илләә мәй-йүьминү би'әәйәәтинәә фәһүм мүслимүүн».
«Аҙашҡан һуҡырҙарҙы һин хаҡ юлға төшөрә алмаҫһың. Һин Беҙҙең аяттарға ышанған кешеләрҙе генә тыңлата алаһың. Улар күңелен биргән мосолмандар». Әр-Рум сүрәһе, 30/53. Читать далее