Мәүлид кисәһенең өҫтөнлөктәре
Хәҙрәти Хәсән Әл-Басрый: «Ни ҡәҙәр теләр инем мин үҙемдә Өхөд Тауы ҙурлығындағы алтын булыуҙы: ул алтынды бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, — уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, мәүлиден уҡытырға тотар инем», — тип әйткән.
Хәҙрәти Йүнәйед, Әл-Бағдадий, уға Аллаһы риза булһын, былай тип әйткән: ''Кем дә булһа Мөхәммәд бәйғәмбәр, -уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһың, мәүлиденә ҡатнашһа һәм хәленән килгәнсә, ул мәүлидте хөрмәтләһә; иманға ирешкән шикелле булыр.''
Хәҙрәти Мәғруф Әд-Кәрхий, Аллаһ Тәғәлә уға риза булһын: «Кем дә булһа, Аллаһ рәсүле Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, мәүлиден уҡытырға ризыҡ әҙерләһә һәм мәүлидте хөрмәтләп, туған, дуҫ-иштәрен йыйһа, өйөн ут менән яҡтыртһа, яңы кейем кейеп, хуш еҫтәр, еҫле майҙар менән һөртөнһә, Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә ул бәндәне бәйғәмбәрҙәр менән, бер төркөмдә булдырыр һәм уның урыны
юғары, — етенсе күктә булыр», — тигән.
Хәҙрәти Әҫ-Сәрри Әс-Сәҡтый: «Берәр, кеше мәүлид уҡыта торған урынға барырға тигән уйҙа булһа, ул кеше тап йәннәт баҡсаларына барырға маҡсат тотҡан кеше шикелле булыр, сөнки кешенең ул мәжлескә барыу маҡсаты, — Мөхәммәд бәйғәмбәргә ҡарата мөхәббәт хисенән,» — тип әйткән.
Имам, Әш-Шәфиғи, Аллаһ рәхмәтендә булһын, әйткән: «Берәр бәндә туғандарын мәүлид уҡытыр өсөн йыйһа, аш әҙерләһә, яҡшы ғәмәл ҡылһа, йә иһә мәүлид уҡытырға бер сәбәп биреүселәрҙән булһа, Аллаһ Тәғәлә уны ҡиәмәт көнөндә тура, хаҡ һүҙ һөйләүселәр, шәһиттәр һәм изге күңелле бәндәләр менән бергә терелтер һәм ул кешенең урыны Нәғим йәннәттәрендә булыр».
Заманының берҙән-бере, быуатында сифаттарына күрә бер үҙе булыусы имам Фәхретдин Әр-Рази: «Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, мәүлиден тоҙ йә иһә бойҙай, йәки башҡа бер ризык өҫтөнә уҡыһа, шул ризыҡҡа бәрәкәт инер. Инде һыу өҫтөнә мәүлид уҡылғандан һуң, ул һыуҙы эсеүсенең ҡәлбенә мең нур Һәм шәфҡәт хистәре инер, мең яуызлыҡ һәм ауырыу сығып китер. Бындай йөрәк, башҡа йөрәктәр үләсәк көндө үлмәйәсәк», — тигән. Һүҙ ҡиәмәт көнө тураһында бара.
Ғалимдарҙың солтаны имам Йәләлетдин Әс-Суйүти, Аллаһ Тәғәлә уның ҡәберен нурландырһын: «Берәр өйҙә йәки мәсеттә, йә иһә берәр мәхәлләлә Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, мәүлиде уҡылһа, ул өйҙөң йәки мәсеттең, йә иһә мәхәлләнең тирә-яҡтарын фәрештәләр уратып алалар һәм ошо ерҙең халҡына фәрештәләр салауат әйтеп торорҙар һәм барыһына ла Аллаһ Тәғәлә тарафынан мәрхәмәт һәм Алланың ризалығы насип булыр. Йәбраил, Микаил, Исрафил һәм Ғазраил ғәләйһис-сәләм фәрештәләр иһә, мәүлид уҡырға сәбәбпсе булған кешегә үҙҙәре салауат әйтерҙәр». Һәм уның хәбәр итеүенсә: «Әгәр берәй мосолмандың өйөндә мәүлид уҡылһа, ул өйгә Аллаһ Тәғәлә рәхмәте менән ҡоролоҡ теймәҫ, ваба ауырыуы инмәҫ, һыу теймәҫ, бәлә-ҡазалар нәфрәт, хөсөт, яуыз күҙ, ҡараҡтарҙан имен булыр. Әгәр мәүлид уҡыусы кеше вафат булһа, Аллаһ Тәғәлә Мөнкир һәм Нәкир һорауҙарына яуап биреүҙе еңеләйтер һәм ул бәндә Ҡөҙрәтле Аллаһ Тәғәләнең хаҡлыҡ урынында булыр»,— тигән.
Бына ниндәй заттар Мәулүдүн-Нәби тураһында киләсәк быуындарға мәғлүмәт ҡалдырғандар.
Был — Аллаһ Раббыбыҙҙың илаһи әмерҙәренә һәм Рәсүл- Әкрәм ғәләйһис-саләтү үәссәләмдең саф сөннәтенә итәғәт итеүселәр һәм ысын күңелдәренән Рәсүлебеҙҙе саф мөхәббәт менән яратыусыларҙың ғибрәтле һүҙҙәре.
Имам Ғариф – хажи Ғабдрахман, “Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр..." китабынан.
Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705
Мәә кәәнә аяттары хаҡында: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D3%99-k%D3%99%D3%99n%D3%99-ayattary-xa%D2%A1ynda.html#more-4438
Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әсәһе һөйләй...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html#more-3603
Башҡортса Мәүлид: https://nazir1965.com/din/bash%D2%A1ortsa-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-4388
Мәүлид мөнәжәте: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid-m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99te.html#more-4372
«Мәүлидун-Нәби» ҡасидәһе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bi-%D2%A1asid%D3%99%D2%BBe.html#more-4362
Мәүлидүн-Нәби шәрифе: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-sh%D3%99rife.html#more-4356
Мәүлидүн-нәби айындағы һәм көнөндәге ғәмәлдәр: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-ajynda%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99ge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r.html#more-4343
Мәүлидүн-Нәбигә мөнәсәбәт һәм уның тарихы: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99big%D3%99-m%D3%A9n%D3%99s%D3%99b%D3%99t-%D2%BB%D3%99m-uny%D2%A3-tarixy.html#more-4337
Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид: https://nazir1965.com/din/rabi%D2%93%D2%AFl-%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-%D2%BB%D3%99m-m%D3%99%D2%AFlid.html#more-1705
Мәүлидун-Нәбинән һуң доға: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D3%99%D2%AFlidun-n%D3%99bin%D3%99n-%D2%BBu%D2%A3-do%D2%93a.html#more-4382
Бәйғәмбәребеҙгә бәйле хикәйәттәр...: https://nazir1965.com/tarix/b%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99g%D3%99-b%D3%99jle-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r.html