Тәҡдир үә ризыҡ

                                          Тәҡдир үә ризыҡ

     Һәр бер эш был донъяла Аллаһ Тәғәләнең ҡәләме үә тәҡдире менән эшләнә. Шуға ла иртәнге көнгә миңә, йәки балаларыма ризыҡ юҡ тип ҡайғырырға ярамай. Һәр көнгә ризыҡтан өлөшөбеҙ яҙылған. Әгәр берәй кем иртәнге көнгә ризығым юҡ тип ҡайғырһа, ул Аллаһ Тәғәләгә ышанмаусы! Һеҙҙең кем генә булыуығыҙға ҡарамаҫтан (милләт, раса, дин, мөьмин йә атеист...) Аллаһ Мәрхәмәтле үә Рәхимле булыуы арҡаһында һәр берегеҙгә үҙ өлөшөгөҙҙе биргән һәм бирә, тик шөкөр ҡылығыҙ.

     Шундай хикәйәт ҡылына: бер ваҡыт дүрт йәш кеше юлда осрашып бер-береһенә юлдаш булып сәфәр ҡылдылар. Уларҙың береһе — падишаһ улы, икенсе — сауҙагәр улы, өсөнсеһе — затлы бай атаның улы, дүртенсеһе — игенсе улы ине. Был юлдаштарҙын һәр береһе фәкирлеккә төшөп, өҫтәренә кейгән кейемдәренән башҡа һис бер нәмәләре юҡ ине.

     Былар бергәләп сәйәхәттәрен дауам иттеләр һәм һәр кем ата-бабаларының элек эш иткән кәсебе менән ризыҡ табырға булдылар.

     Батша улы әйтте: "Һәр эш донъяла Аллаһы Тәғәләнең ҡазаһы һәм тәҡдире булалыр. Әҙәм балаһына «Ләүхел-мәхфүздә (Яҙмыштар китабында) яҙылған эш бер нисек тә булмай ҡалмаҫ, ә яҙылмаған эште йөҙ-мороноң менән ер һөрөп эҙләһә лә, уға насыйп булмаҫ. Шулай булғас, ҡаза үә тәҡдиргә сабыр итеп, ваҡытын көтөп тороуҙан артыҡ эш юҡтыр», — тине.

     Сауҙагәр улы: « Аҡыл һәр бер нәмәнән өҫтөнөрәктер», — тине.

     Затлы атаның сибәр улы әйтте: «Һәр нәмәнән гүзәллек артыҡтыр».

     Игенсенең улы: « Бар нәмәнән эштә тырышыу, ижтиһад итеү ололыр», — тине.
Шулай бер ҡалаға етмәҫ урында ялға туҡталып алғас, игенсе улы ҡалаға китте. Барып еткәс: «Бер көндө дүрт кеше туйырлыҡ ниндәй кәсеп ҡылырға тейешмен?»—тип һорашты. Уға: «Был ҡалала утын ҡәҙерле, урман шәһәрҙән алты-ете саҡрым йыраҡлыҡта», — тинеләр.

     Игенсе улы, шул урманға барып, бер бәйләм утын киҫте. Уны ҡалаға алып ҡайтып, бер дирһәмгә һатты. Шул аҡсаға аҙыҡ-түлек алды һәм ҡаланың ҡапҡаһына былай тип яҙҙы: «Әгәр бер кеше был ҡалала бер көн тырышып эшләһә, дүрт кеше ашап туйырлыҡ аҡса таба». Унан һуң ризығын юлдаштарына алып ҡайтты, улар аҙыҡты ашап, туҡланып көн үткәрҙеләр.

     Икенсе көндө, таң атҡас, матур егеткә әйттеләр: «Хәҙер сират һиңә етте, ҡалаға барып, сибәрлегең менән беҙгә бер көн ашап туйырлыҡ ризыҡ алып ҡайт».
     Матур егет ҡалаға барҙы һәм шундай уйға килде: "Минең кәсеп ҡылырға йүнем юҡ. Аллаһы Тәғәлә «Талаҡ» сүрәсенең 3 сө аятында әйтә: «Үә йәрзүкһү мин хәйсү ләә йәхтәсибү», йәғни « Һәм Аллаһы Тәғәлә уға көтмәгән ерҙән ризыҡ бирер» тигән аятты уҡып ҡалаға инде, бер ағастың күләгәһенә һөйәлеп ултырҙы. «Юлдаштарым янына ни рәүештә ҡайтырмын», — тип уйлай торғас, йоҡлап китте.

     Шул ваҡытта бының эргәһенән һүрәт оҫтаһы-рәссам үтеп барғанда, кинәт был егеткә күҙе төшөп, матурлығына хайран ҡалды, сүрәтен рәсемгә төшөрөп, һатып файҙа алырға уйланы. Шул фекер менән ул егетте уятты һәм оҫтаханаһына алып ҡайтып, сүрәтен төшөрә башланы. Эш тамам булғас, һүрәт оҫтаһы егеткә йөҙ дирһәм аҡса биреп оҙатты. Матур егет һүрәт оҫтаһының өйөнән сыҡҡас, ҡала ҡапҡаһына былай тип яҙҙы: «Сибәрлегемдең бер көнлөк эш бәйәһе — йөҙ дирһәм». Унан һуң юлдаштарына аҡса һәм аҙыҡ-түлек алып ҡайтты.

     Өсөнсө көн иртән был юлдаштар, сауҙагәр улына: «Шәһәргә бар, аҡылың менән бер көн туҡ булырлыҡ аҙыҡ тап!» — тинеләр.

     Сауҙагәр улы, йыйынып ҡалаға китте. Ҡала ситендә һыу буйында сауҙа итеүсе бер сауҙәгерҙең көймәһе туҡтаған ине. Эсе төрлө мал-тыуар менән тулы ине. Сауҙагәр улы шул яҡҡа барҙы һәм көймәләге малдарҙы һатып алырға килгән бер нисә сәүҙәгәрҙе күрҙе. Ул сәүҙәгәрҙәр бер-береһе менән кәңәшләшәләр ине: «Бөгөн беҙ был малдарға тейешле баһа — алыу хаҡы ҡуйып ҡайтайыҡ. Беҙ алмағас, икенсе көнгә мал эйәләре, бәлки, хаҡын кәметеп, арзанғараҡ бирерҙәр».

     Сауҙагәр улы быларҙың һөйләшеүенә ҡыҫылмай, үҙе янғыҙ мал эйәләренән малды бурысҡа алырға йөҙ мең дирһәмгә ҡул һуғып килеште. Теге сауҙәгәрҙәр ишетелерлек итеп, ҡысҡырып: «Малды һатыулашмай алған сауҙәгәрҙәрҙең ҡаларына алып барып һатам», — тине. Сауҙәгәрҙәр был хәбәрҙе ишеткәс: «Был барып баҙарыбыҙҙы боҙар», —тип ҡурҡып, барыһы бер булып, һатыусы улына мең дирһәм өҫтәмә биреп, малды саф аҡсаға һатып алдылар.

     Быларҙан аҡсаны алып, малды һатҡан көймәселәргә тейешле аҡсаны биреп, ҡалған мең дирһәмден бер өлөшөнә аҙыҡ-түлек алып ҡайтты, һәм юлдаштары кеүек, ҡала ҡапҡаһына былай тип яҙҙы: «Бер көндә сауҙәгәр улының аҡылы мең дирһәм аҡса тәшкил итә».

     Дүртенсе көн булғас, батша улына әйттеләр: «Паһишад улы! Һин дә шәһәргә барып, Аллаһының тәҡдире менән ризығыбыҙҙы кәсеп ит!»

     Батша улы ҡалаға барҙы һәм уның ҡапҡаһы янында бер таш ултырғыс өҫтөнә урынлашты. Ул көндө Аллаһының хикмәте менән ҡаланың падишаһы вафат булған ине. Әммә падишаһты тәхетенә ултырырға ни бер балаһы, ни бер туғаны ҡалмаған ине. Шул көндө әлеге батша улы янынан падишаһтың йыназаһын күтәреп үттеләр. Оҙатып барған халыҡтын бөтәһе, күҙҙәренән йәштәр ағыҙып, падишаһтың яҡшылыҡтарын иҫкә алып ихластан иланылар. Әммә батша улы, уларҙың илауҙарына аҙ ғына ла иғтибар итмәйенсә, вайымһыҙ ғына ултырған урынында ҡалды. Халыҡ бының был холҡон ҡабул итмәне, хатта ҡапҡа ҡарауылсыһы быға асыуланып: «Әй, ғәмһеҙ йән! Һин кем булаһың? Бөтә халыҡ падишаһ хәҙрәте ҡан-йәш түгеп оҙатҡанда, һин ҡайғыһыҙ-ихтирамһыҙ утыраһың. Тор, кит», — тип, елкәһенә бер-икене һуғып ебәрҙе.

     Бөтә кешеләр зыяратҡа инеп бөткәс, батша улы тағы әүәлге урынына килеп ултырҙы. Һаҡсы, уның йәнә килеп ултырып торғанын күргәс, асыуланып яғаһынан тотып, һаҡсыларға биреп ебәрҙе. Һаҡсылар уны зинданға яптылар.

     Икенсе көнө ҡала халҡы падишаһ һарайына батша һайлап ҡуйыу ниәте менән кәңәшмәгә йыйылдылар. Халыҡ был урынға төрлө кешене күрһәтеп ҡараһалар ла, бер төрлө лә уртаҡ һүҙгә килә алманылар. Шул арала теге ҡапҡа ҡарауылсыһы килеп керҙе һәм әйтте: «Мин кисә ҡапҡа төбөндә ултырған бер егетте күрҙем. Ул беҙҙең хәсрәтебеҙгә һис аҙ ғына ла иғтибар итмәне, күҙенән бер тамсы күҙ йәше сығарыу ҡайҙа ул, йөҙөндә ҡайғы әҫәре лә күренмәне. Гүйә уның ҡаршыһында падишаһыбыҙҙың вафаты оло ваҡыйға һаналманы, йөҙөндә олоғораҡсылыҡ һәм затлылыҡ әҫәре генә сағылды. Уға бер-нисә һүҙ әйткән инем, ләкин яуап ҡайтарманы. Шунаң һуң уны ҡапҡа төбөнән ҡыуалып ебәрҙем. Халыҡ зыяраттан ҡайтҡанда йәнә уны элекке урынына ултырғанын күргәс, ситтән килгән шымсы йә күҙәтеүсе булмағайы тип, һаҡсыларға биреп ебәрҙем».

     Был хәбәрҙе ишеткәс, ҡала халҡы кеше ебәреп, уны зиндандан сығарҙылар һәм ниндәй сәбәптән шул шәһәргә килгәнен һоранылар. Йәш кеше әйтте: «Мин Фуран батшаның улы инем. Атам вафат булғас, ағайым минән өҫтөн сығып, атайым урынына падишаһ булды. Атайым иҫән саҡта бөтөн батшалығын миңә вәғәҙә иткән ине. Ағайым был сәбәптән миңә асыу тотоп, хөсөтлөк ҡылды. Унан башымды ҡотҡарыу өсөн был шәһәргә ҡасып килдем».

     Йәмғиәт был егеттән һүҙҙәрҙе ишеткәс, бик ҡыҙғандылар уны һәм мәрхүм атаһына доға ҡылдылар. Унан һуң ҡаланың ололары уны батша итеп һайларға тәҡдим иттеләр. Халыҡ уны бер тауыштан һайларға риза булды.

     Был ҡала халҡының шундай ғәҙәте бар ине, әгәр батша итеп бер кешене һайлаһалар, аҡ филгә ултыртып, ҡаланың һәр тарафын күрһәтеп йөрөтәләр ине. Уны шулайтып алып йөрөгәндә, уға ла теге ҡапҡанан үтергә тура килде. Иң беренсе юлдаштарының яҙған яҙыуҙарын күреп, былай яҙырға бойорҙо: «Ижтиһадлы булыу, матур булыу, аҡыллы булыу һәм әҙәмдең башына килгән нәмәләр — кәрәк яҡшылыҡтан булһын, кәрәк яманлыҡтан булһын — барыһы да Аллаһының тәҡдире буйынсалыр, һәм минең бында килеп батша булыуым да Аллаһы Тәғәләнең хөкөмө үә теләге менәндер».
     Шунан һуң вафат булған падишаһтың һарайына кереп, тәхеткә ултырҙы. Иң беренсе юлдаштарына кеше ебәртеп, үҙ ҡанаты аҫтына алды. Аҡыллы юлдашын вәзир итә, ижтиһадлы юлдашын игенселәрҙең эштәре ҡарала торған урынға етәксе итеп ҡуйҙы. Сибәр юлдашын тағы бер эштең башына билдәләне. Бынан һуң илендә булған ғалимдәрҙе, хәкимдәрҙе йыйып, шуны мәғлүм ҡылды: «Минең юлдаштарым һәр көндә ризыҡтың бер Аллаһы Тәғәләнең тәкдире үә ҡазаһы менән булғанын асыҡ белделәр, һеҙ ҙә шуны бер Аллаһының тәҡдире менән булғанды белеп, шуға ышанығыҙ. Минең был дәрәжәгә ирешеүем аҡыл, гүзәлек йәки ижтиһад менән түгел, ә тик фәҡәт Тәғәләнең хөкөмө буйынса. Ағайым мине йортобоҙҙан һөрөп сығарғандан һуң, был үрҙәргә ирешәсәгемә уйлау ҡайҙа инде, бәлки тамағымды туйҙырырлыҡ аҙыҡ та таба алмам тип ҡурҡа инем, был юғары урынға етәрмен тип хатта күңелемә лә инеп сыҡмай ине. Сөнки был ерҙә яҡшылыҡта, күркәмлектә, ижтиһадта һәм тоғро фекерҙә минән артыҡ кешеләр бик күптер».

     Йыйылған халыҡ араһынан бер ҡарт кеше тороп, падишаһҡа әйтте: «Дөрөҫөн һөйләнең, аҡыллы үә хикмәтле һүҙҙәр әйттең. Ләкин һин был урынға, үрҙәргә аҡылың һәм беҙгә ҡарата яҡшы уйҙа булыуы сәбәпле ирештең. Был ике сифаттың менән күңелдәребеҙҙе яулап, үҙеңә мөхәббәтебеҙҙе йәлеп иттең. Юғарыла телгә алынған нотыҡтарыңды аңлап, һәммәһенең дөрөҫлөгөн раҫланыҡ. Аллаһы Тәғәлә һиңә батшалыҡ дәүләте бүләк итә, был һиңә аҡылың һәм зиһенең шул дәүләткә лайыҡлы булғаны өсөн. Донъяла әҙәмдәрҙең олоһы һәм хөрмәтлеһе аҡыл да фекер менәндер, мәрхүм булған батшабыҙҙың вафаты ваҡытына тура килеүең — Хаҡ Тәғәләнең беҙгә ебәргән бер бүләгелер».