Күҙ тейеү һәм көнләшеү
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: «Был ауыр сирҙәргә күҙ тейеү һәм көнсөллөк инә», — тигән.
Күҙ тейеү — ул кешенең нимәгәлер ғәжәпләнеп йәки яманлығы арҡаһында ҡараған күҙ ҡарашы. Был ҡараш күҙҙән бер нимәлер сығара, әйберҙе зарарлай һәм уға йоғонто яһай. Имам Абдул Ҡаййум был хаҡта былай тигән: ул быны атылған уҡтарға йәки күҙгә күренмәгән бәләкәй киҫәксәләргә оҡшатты, йәки, бөгөнгө көндә билдәле булған ҡорамал, мәҫәлән, пульт, баҫҡанда сигналдар ебәрә һәм икенсе осондағы әйбергә тәьҫир итә. Мәҫәлән, әгәр унда ҡоролмалар ҡуйылған булһа һәм һеҙ был пульттағы төймәгә баҫһағыҙ, был ҡоролма шул урында операция яһар ине. Шулай итеп, сигнал сыға һәм икенсе яҡтағы ҡоролмаға йоғонто яһай һәм ул операция башҡара, һәм бына был күҙҙән, был кешенең күҙ тәрәнлегенән сыҡҡан, күҙгә күренмәгән киҫәксәләр кешегә йәки улар йүнәлтелгән әйбергә йоғонто яһай. Читать далее
Архив рубрики: Ғибрәтле ҡиссалар, хикәйәттәр, вәғәздәр
Ҡан баҙары
Ҡан баҙары
Тоҡтомалдан ергә төштө
Бер-бер артлы бомбалар,
Бер поезд булған һәләк һәм
Бер ауылда ҙур пожар.
Йөҙ вә мең саҡрым һуҙылған
Киң фронтта ҡан аға,
Йәнҡыярҙар унда асҡан
Ит вә ҡандан ҙур баҙар!
Ҙур пожар, ҡандан баҙар!.. Читать далее
Яман күҙҙән таш...
Яман күҙҙән таш...
«Яман күҙҙән таш сатнай» һәм «яман һүҙҙән таш сатнай» тигән мәҡәлләләрҙән сығып күҙ тейеүҙән, ауыр һүҙҙәрҙән оригиналь, тәбиғи таштар һаҡлаймы? Ауыр, насар, боҙоҡ һүҙҙәребеҙҙә ҡайҙалыр насар энергия булып йыйыла бит. Һәм быны иҫбатлап, ике яҡ яурыныбыҙҙа ултырған фәрештәләр, һәр ҡылығыбыҙҙы яҙып, туплап бармаймы?
Тәбиғи таштар тураһында мәҡәләне Мәккә ҡалаһындағы Ҡара Таштан башлайыҡ. Ҡара Таш — диаметры 18-19 см булған ҡара, ялтыр һәм мөбәрәк яхонт, ул Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм тарафынан Ҡәғбә төҙөгән ваҡытта уның мөйөшөнә тауафты ҡайҙан башларға кәрәклеген билдәләү өсөн ҡуйылған. Хаж ғибәҙәтенең төп шарттарынан береһе булып Ҡәғбә тирәләй әйләнеп сығыу, йәғни тауаф ҡылыу тора. Читать далее
Күҙеңде тый!
Күҙеңде тый!
ИншаАллаһ, Аллаһ Тәғәлә насип иткәс, Ҡояшыбыҙҙың салт нурын, матур яҙҙың йылы көндәрен дә, Раббыбыҙҙың мөғжизәһе менән терелгән тәбиғәтте: үҫемлек, урман ҡырҙарҙы, сикһеҙ тере йән эйәләрен: бөжәк-ҡорттарын, осар ҡоштары ҡайтып уларҙың тауыштарын, һандуғастарҙың һайрауын һәм башҡа ҡышҡы һалҡындан терелгән ғәләмгә бар нәмәнең шатланыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән һоҡланырға һәм ишетергә тура килә.
Әммә, көҙгө һәм ҡышҡы миҙгелдәрҙә яланғас ҡалған тау-ҡыр, ағастар япраҡтар һәм үләндәр менән йәшелеккә күмелеп күңелдәребеҙҙә шатлыҡ хистәре уятһа, эргәләребеҙҙәге хөрмәт иткән һәм яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Ислам ҡанундарын белмәүе арҡаһында йылы көндәргә наҙланып өҫ-баш кейемдәрен алмаштырып, еңел кейемдә, хатта шәрә ҡала тиерлек.
Ислам динебеҙ, шәриғәтебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы тән өлөштәрен һәм ярым яланғас, шәрә йөрөүҙәрен тыя тип яу һалабыҙҙа ул, тик ни өсөн? Беҙ барыбыҙҙа беҙҙең йәмғиәттә әхләҡ-әҙәп ҡағиҙәләре юҡ, балалар өлкәндәрҙе хөрмәт итмәй, кешеләр боҙолдо һәм башҡаһы тип, уны хәл итеү сығанағын эҙләйбеҙ. Читать далее
Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»
Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»
Һеҙҙең иғтибарға Әүлиә Шәйех Мехмет Әдил ән-Наҡшбәндинең «Берҙәм донъя тәртибе» тигән вәғәзенең тәржемәһен ентекләп уҡырға тәҡдим итәм.
Әссәләмү ғәләйкүм уа рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү,
Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир раджим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
Үәссәләтү үәссәләмү ғәләә Рәсүлинә Мөхәммәдин, сәйҙул әүәлинә үәл әхирин
Мәдәд йә Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә әсхәбиһи Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә Мәшәйихинә,
Шәйех Ғабдулла Дағстани, шәйех Назим Әл-Хаҡҡани. Дәстур.
Тәрикәтунәс сөхбә, үәл хәйрү фил джәмиһә.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә Исраиль (Израиль) улдарына мөрәжәғәт итә һәм улар тураһында миҫалдар килтерә. Улар менән нимә булғанын һәм нисек йәшәүе тураһында күп аяттар бар. Ни өсөн? Сөнки Аллаһ улар хаҡында хәстәрлек күрҙе, уларҙы башҡаларҙан өҫтөн ҡуйҙы һәм уларға күп пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе. Исраиль балаларының ғилеме башҡа милләттәрҙең белеме менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ. Аллаһ уларҙы сәнғәттәге кешеләр араһында, бөтә нәмәлә лә хөрмәт итте, юғары күтәрҙе. Читать далее
Протест (бола һәм фетнә)
Протест (бола һәм фетнә)
Протест — илдә билдәле бер хәлгә йәки шартҡа (ситуацияға) кире реакция. Тимәк, ниндәйҙер ваҡиға менән бәйле һәм уға һеҙҙең риза булмауығыҙ арҡаһында, һеҙҙе ниндәйҙер ғәмәлдәргә этәрә. Бында төрлө вариантлы протест белдереү формалары, хатта өндәшмәү, протестлы тауыш биреү йәки аслыҡ иғлан итеүҙә инә. Шулайтып, протест берәй ҡарар менән килешмәгәнлектән уға яуап итеп, рәсми белдереү, ризаһыҙлыҡ, киҫкен ҡаршылыҡ күрһәтеү. Пикет, митинг, демонстрация, забастовка, бойкот, автопробег – протестәрҙең тыныс төрө.
Протест — йәмәғәт сығыштарында, митингыларҙа һәм демонстрацияларҙа сағылған ризаһыҙлыҡ йәки ҡәнәғәтһеҙлектең тыныс йәмәғәт сағылышы, ул кешенең законлы хоҡуғы булып тора. Конституцияға ярашлы был айырылғыһыҙ хоҡуҡ булып тора, һәм протест күрһәтеүселәргә ҡарата бер ниндәй ҙә ҡулға алыуҙар үткәрелергә тейеш түгел. Читать далее
Төштә мәйет күреү
Төштә мәйет күреү
Йоҡо хәлендә кеше ғүмеренең байтаҡ өлөшө үтә. Йоҡо — ул бәләкәй үлем, ял һәм аҡылыбыҙға буйһонмаған нәмәләр менән бәйләнеш каналы. Бер ваҡыт, бик ныҡ арығанлыҡтан йоҡлап китеп, иртән иртәнге намаҙға һуңлап уянып, Мөхәммәд пәйғәмбәр сәхәбәләргә мөрәжәғәт итә: «Ысынлап та, Аллаһ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе теләгән ваҡытта алды һәм теләгән ваҡытта кире ҡайтарҙы. Билал, тор, кешеләрҙе намаҙ ҡылырға саҡыр [аҙанды ҡысҡырып уҡы, бөтәһе лә уянһын]». Изге Ҡөрьәндә йоҡо тураһында туғыҙ урында әйтелә. Хәҙистәр йыйынтығында был тема буйынса тотош бүлектәр бар. Пәйғәмбәр үҙе ҡайһы берҙә иртәнге намаҙҙан һуң, уның артынан ғибәҙәт ҡылыусыларға йөҙө менән боролоп, һорай: «Бөгөн төндә һеҙҙең арағыҙҙан берәйһе төш күрҙеме?». Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, иҫкәртеүсе, ысын төш — ул Раббының кеше аңындағы ижады. Читать далее
2024-2025 йылдарҙы күҙаллау
2024—2025 йылдарҙы күҙаллау
2024—2025 йылдарҙы күҙаллап (прогнозирование) һәм ошонан киләһе йылдарҙа нимә булырын сәйәси хәлдәрҙән һәм әүлиәләр әйткәненән сығып, һөҙөмтәләр эшләп, ҡараштырып үтәйек. Ахыр заман аҙағына кешеләрҙең төштәре лә раҫ буласаҡ, эҙләгән һорауҙарына ла яуаптар киләсәк тиелә бит. Киләсәк хәлде тик Аллаһ ғына белә тип ҡарышҡандарға, был хаҡта улай булас ни эшләп пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең Раббыбыҙ аша тапшырылған хәҙистәре бар һуң? «Ендәр» сүрәһенең 26-сы аятында «Аллаһ ғына йәшеренде белә» тип әйтелә, әммә киләһе аятта ул Үҙенең хеҙмәтселәренә киләсәк һәм үткән тураһында мәғлүмәт бирәсәк, тип әйтелә. Был, әгәр Аллаһ теләһә, Аллаһының яратҡан пәйғәмбәрҙәренә лә, йәғни изгеләргә лә, күҙгә күренмәгән нәмә тураһында мәғлүмәт бирә ала, тигәнде аңлата. Шунан, Аллаһ Тәғәлә барыһында тик Аллаһ ғына белә, һәм ул Уның ризалығын алғандарға уның бер өлөшөн аса. (Ен сүрәһе 72/28). Был — Аллаһ үҙендә һаҡлаған Серле белемдең асҡысы. Һәм бер кемдә был турала белмәй, ваҡыты еткәс Аллаһ был турала хәбәр итә. (Лоҡман сүрәһе, 34/34). Һәм тик Ул ғына үҙенең ижадына үҙенең серле белеменең бер өлөшөн аса ала. (Мәмерйә 26/110). Аллаһ ҡолдарына күп нәмәне белергә рөхсәт итә, тиелә, әммә Ҡиәмәт көнөн ҡасан килерен, был бала бәхетлеме йә бәхетһеҙ булыуын, ҡасан ямғыр яуырын, күктәге серҙәренә беҙҙең баш етмәҫ. Әммә хәҙистәргә ярашлы яҡын киләһе ваҡытта донъябыҙҙа ни хәлдәр булыуын беҙ белә алабыҙ һәм халыҡты был турала иҫкәртергә, ҡурҡытырға, хаҡ мосолман булырға өгөтләргә бурыслыбыҙ, сөнки миллион-миллион кешенең һәләкәткә сумасаҡ заманы, Мәһди хәҙрәт һәм Дәджәлдең килер ҡурҡыныс ваҡыты еткән. Читать далее
Мәһди 2023 йылда уҡ килгән?
Мәһди 2023 йылда уҡ килгән?
Кем ул Мәһди? Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең, ﷺ күп хәҙистәренә ярашлы бөтә донъя ғәҙелһеҙлек һәм яуызлыҡ менән тулғанда Мәһди тигән ахырзаман әҙәме киләсәк тигән. Мәһди һүҙ булараҡ; «хидийәт» (араб. هداية), был дөрөҫ юл күрһәтеүсе, етәксе, остаз, юл күрһәтеү һәм юлды һүрәтләү тигәнде аңлата.
Икенсе төрлө әйткәндә, Мәһди тура юлға баҫҡан һәм дөрөҫ юл тапҡан кешене аңлата.
«Мәһди» һүҙенең тура мәғәнәһе «тура юлдан барыусы» тигәнде аңлатһа ла, етәкселек Аллаһтан килә, ул анығыраҡ мәғәнәгә эйә була һәм «Аллаһтың туранан-тура етәкселегенә өлгәшкән һәм уның тура юлынан барыусы» тигәнде билдәләү өсөн ҡулланыла башлай.
Ислам фәндәре терминологияһында Мәһди — ул Әхль әл-Бәйт (Мөхәммәд, ﷺ яҡын кешеләр) кешеһе, ул донъя бөтөүгә табан тиклем килеп, уға тиклем иҙеү менән тулы булған донъяны ғәҙеллек менән тултыра. Кешеләр инде ошо өҫтәренә ябырылған әфәт, бәлә-ҡаза, һуғыштар арҡаһында иманға килмәһәләр, уларҙың был донъяла урыны булмаясаҡ. Динебеҙҙә көсләү юҡ, ҡоро мосолманмын тип, аҙашып, йәки был этник группаға ҡарауығыҙҙан файҙа булмаясаҡ. Ошо сыуалыштарҙа миллион-миллиард кешеләр һәләк буласаҡтар һәм ҡалғандары мосолман диненең ихластары булып, Аллаһ Тәғәләгә ысын инаныусылар буласаҡ. Читать далее
Шағирҙар 2024 йылда үләсәк...
Шағирҙар 2024 йылда үләсәк...
Ибн әл-Ғәрәби (Мөхөтди́н Әбү Абдулла́ Мөхәммәт ибн Али́ әл-Андалу́си) 800 йыл элек күҙ алауы буйынса 2024 йылда шағирҙар үләсәк тигән. Кем ул Ибн әл-Ғәрәби? — Әл-Андалусиянан (Мосолман Испанияһы) мосолман дин белгесе, суфыйсылыҡ ғилеменең ҙур вәкиле һәм теоретигы. «Бөйөк уҡытыусы» (әш-шәйех әл-әкбәр) исеменә эйә. Ибн әл-Ғәрәби (1165—1240) күп сәйәхәт иткән, суфыйсылыҡта булған. Һөйләүе буйынса, ул өс тапҡыр Хызыр менән осрашҡан. Ҡөрьәнде һәм Ҡөрьән фәндәрен, музыканы, шиғриәтте һәм философияны өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Суфый остаз — аҡһаҡал булараҡ, ул тирә-яғындағы күп һанлы мөридтар араһында абруй ҡаҙана. Ул яңы мистиктар өсөн ҡулланмалар һәм нәсихәттәр йыйынтыҡтары яҙа. Был әҫәрҙәрҙең барыһы ла бөтә мосолман донъяһында киң таралған була (800 ашыу әҫәрҙәре бар). Читать далее