Ер һәм йыр улы
"Ер һәм йыр улы" китабынан өҙөк (Китапта йырсы, сәсән, йыраусы Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаевтың ҡатмарлы һәм фәһемле тормош юлын сағылдырған хәтирәләре тасуирлана, халыҡ йырҙары, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, ил ағаһы хаҡында төрлө йылдарҙа донъя күргән мәҡәләләр килтерелә) авторҙар Раушания Ҡаҙаҡбаева, Бүләкбикә Ҡаҙаҡбаева
Әсәйемдең ата-әсәһенең Аҡһыйырҙағы йәшәйеше
Мине, бер йәш тулыр-тулмаҫтан, әсәйемден аталары Аҡһыйырға алып ҡайтҡан, һәм мин әсәйемдең тәүге иренән булған Зәйнәп апайым менән 16 йәшемә тиклем уларҙа тәрбиәләндем.
Сәйетгәрәй ҡартатай указлы мулла булды. Ул, Мекетәләге (Ырымбур өлкәһенең Мөхәмәтйәр ауылы) Минһаж хәҙрәттең мәҙрәсәһендә дини белем алғас, Өфө дини идаралығының указы менән Аҡһыйыр ауылына мулла итеп тәғәйенләнә (фотоға ул шул указ ҡағыҙын тотоп төшкән). Ҡартатайҙың атаһы Бәхтеғәни — мулла табип, унын ҡустыһы Шәкир — Аҡташта мулла булып торғандар. Ҡартатай бушлай малайҙар уҡытты: яҙыу танытты, дин ғилемен дә өйрәтте, ҡартәсәй өйҙөң икенсе яртыһында ҡыҙҙарҙы йыйҙы. Бик ғилемле булмаһа ла, боронғо яҙыуҙы танып уҡырға өйрәткәндер инде. Боронғо китаптары бик күп булды. Ҡартатай ниндәй генә китапты ҡулына тотмаһын, һыу шикелле уҡыр ине, һүҙҙәргә лә тәржемә яһай торғайны. Әсәйем дә боронғоса бик ғилемле ине. «Мөхәммәҙиә» китабына «12 йәшемдә уҡып сыҡтым», тип яҙып ҡалдырған.
Ҡартәсәйҙең тағы бер һөнәре булды — ул элек-электән им-том итте, ҡан алды банка менән, кеше баҡты. Уның Тибет китабы тип аталған китабы бар ине. Шул китапҡа ҡарап, кеше баға торғайны. Ә унда төрлө үләндәр тураһында яҙылған кеше һауыҡтыра торған рецептар булды. Шул шөғөлө алып ҡалды беҙҙе асҡа үлеүҙән. Ҡартәсәй ҙә сығышы менән Мекетәнөн, ҡыҙ фамилияһы — Даминева, атаһының ике ҡустыһы ла мулла була, Вәхит исемлеһе Аҡъярҙа йәшәгән. Вәхиттең Муллахмәт, Ғәлиәхмәт исемле ике улы, репрессиялар башланғас, Үзбәкстанға ҡасып сығалар, унда уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләйҙәр, Даминевтан Аминев булып китәләр.
Ҡартатайҙар кешегә һүҙ ярҙамы менән генә сикләнмәнеләр, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙолар. Үҙ ғүмерендә 3 етемде тәрбиәләп үҫтергәндәр. 1921 йылдағы аслыҡта үлергә яткан бер ҡыҙ баланы (Фәтхиә исемле) үҙҙәренең өйҙәренә алып инеп, бағып, тәрбиәләп үҫтереп, кейәүгә биргәндәр.
Тәүге кейәүе үлгәс тә ул ҡартатайымдарға кире ҡайтҡан. Икенсегә Аҡнаҙар ауылынан Байсурин Әхмәткә кейәүгә барып, унан 5 улы була: Сәлих, Булат, Яныбай, Хәким, Азат. Булат һуғышта ятып ҡалды, Сәлих уҡытыусы булып эшләне, хәҙер ул да, Яңыбай ҙа гүр эйәһе, Хәким — инженер, Азат — журналист, Өфөлә йәшәнеләр.
Мин 1 класҡа Аҡнаҙар ауылына барҙым, Килдебаева Мәсүрә апайҙа йәшәнем, Ыласынов Лотфулла уҡытты, 2-сене Аҡһыйырҙа, 3-4-сене Сик ауылында, ә 5-сене Аҡъюл ауылында уҡыным, Ишемғолов Рөстән тигән олатайҙарҙа торҙом. Атай- әсәй, туғандарҙы ҡабат-ҡабат Себергә һөрөү башланып, миңә башҡаса уҡыу эләкмәне. Шул 5 класс менән минең белем алыуым тамамланды.
Ул ваҡытта мин ике арала йөрөнөм. Бүрелә минең тиңдәштәрем Фазыл, Дәүләт менән уйнай торғайныҡ. Хәким ағайҙың артлы санаһы йәй көнө һарай ҡыйығы эсенә ултыртыла торғайны. Иҫемдә, шуның эсенә ултырып алып өсәүләп заман таҡмаҡтарын, йырҙарын йырлайбыҙ.
Бәләкәсерәк инек әле. Бер көнө сейәнән ҡайтып килгән әсәйҙәргә, ҡынаға барабыҙ, тинек тә, үҙебеҙ Аҡһыйырға йәйәүләп киттек тә барҙыҡ. Барһаҡ, ҡартатайҙар ҙа сейәгә киткән. Көнө буйы Һаҡмарҙа күшегеп йөрөп, кис еткерҙек. Төнөн Әптрәхмән ағай менән атай беҙҙе эҙләп килделәр. Дәүләтте менгәштереп алып ҡайтып киттеләр. Иртәгеһенә әсәй, Алаҡайҙы егеп килеп, кырандас менән беҙҙе алып ҡайтты.
Аҡһыйыр ауылы тәбиғәттең бер хозур урынында урынлашҡан ине. Эргәһендә генә Һаҡмар аға, уға тирә-яҡтан ваҡ йылғалар ағып төшә. Яҙ көндәре шаулап-гөрләп тора торғайны ауыл тирәһе. Аҡһыйырҙа йырсылар күп булды. Унда мин йыр ишетеп үҫтем. Зәйнәп апай ҙа йырсы булды, тауышы матур ине. Ҡаршыла ғына Ғәли исемле ағай булды, күп йырҙы унан оттом. Нәбирә апай ҙа йырсы ине, «Сәлимә», «Зөлхизә», «Һандуғас» — шул ваҡытта унан өйрәнгән йырҙар. Беренсе тапҡыр сәхнәгә Аҡъюл ауылында сыҡтым — «Урал»- ды йырланым. Ул көйҙө Йәнтеш ауылында Моталов Һаҙый ағайҙан отҡайным.
Мин иҫ белгәндә ҡартатайҙың бер аты, кырандасы бар ине, өйҙәре ҡабыҡ менән ябылғанын иҫләйем. 2—3 һыйыр, 6—7 баш һарығы булды. Тимәк, ул заман өсөн етеш тормошло, хәлле кешеләр булғандар.
Ҡартатай, ҡартәсәй, әсәй бигерәк тә — ғаиләһе мәнән дин яғына шәп булдылар, фанатиктар, дин юлынан һис тайпылманылар, аҙаҡҡаса тоғро ҡалдылар. Улар үҙ заманының бик ғилемле, аҡыллы кешеләре булдылар, боронғоса бик яҡшы белделәр — Аҡмулла, Бабич шиғырҙарын яттан һөйләйҙәр ине. Ҡартатай урыҫса ла яҡшы белде, килгән кешегә ҡағыҙҙарҙы яҙып бирә торғайны. Мине бик тырышып боронғоса өйрәттеләр, тормош һабаҡтары бирҙеләр, уҡытырға тырыштылар. «Балам, бел дә эсеңә һал да ҡуй. Кеҫәлә ятҡан аҡса менән бер ул, ҡайһы ваҡытта кәрәк, алаһың да тотонаһың, белем дә шулай», — тинеләр.
Юлай Ғәйнетдинов минең турала Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Хазина» тапшырыуын алып барғанда, Мөхәмәтйән ағай миҫалында ҡанбабалар тәрбиәһен күрергә була, тип әйтеп киткәйне. Ҡанбабалыҡ ул — ырыуҙан өмөтлө баланы һайлап алып, уға кәрәгенсә тәрбиә биреү, һаҡлап ҡалыу, тип аңлайым. Мин уларҙан, ысынлап та, нисек йәшәргә, ниндәй кеше булып үҫергә тигән төшөнсә алдым. Ҡартатайымдарҙың нишләп мине һайлауҙары миңә ҡараңғы, шулай ҙа тәрбиәләүгә бар көстәрен һалдылар; мине һәм апайымды Себерҙән ҡотолдорҙолар. «Яҡшы бул, балам, яҡшы кешене яман кеше лә ярата. Тәкәббер булма», — тип өйрәттеләр. «Тәкәбберлек арҡаһында Ғазазил фәрештә ожмахтан ҡыуылған, иблис булып киткән», — тиерҙәр ине. Суфый Аллаяр хәҙрәттәре «Сыбатыл ғәзизин» тигән китабында шулай тип әйткән, тип өҫтәп ҡуйырҙар ине. Нәфселе булма, яман кеше менән ҡатышма, яҡшы кешенән уның яҡшылығы һиңә күсә, унан үрнәк ал, ямандан гибрәт ал; яҡшының — шарафаты, ямандың — касафаты, тинеләр. Рух ҡомарын алға ҡуйҙылар. Инәнән тыуған ике төрлө менез менән тыуа: берәүҙәр, эсһәм, ашаһам, ултырһам, ти, уларҙа — тән ҡомары; икенселәре, күрһәм, белһәм, өйрәнһәм, ти, уларҙа — йән ҡомары, тип өйрәттеләр. Үҙем өсөн йәшәйем, тиһәң, кеше өсөн йәшә; алдама; таш менән орғанға ла аш менән ор, тип өйрәттеләр.
Мулла ҡартатайым тарихты яҡшы белә ине, атайымдарҙы Себергә алып киткәс, «Аҡылға һыя торған эш түгел был, тарихта бындай әхлаҡһыҙлыҡ, насарлыҡ ҡылынғанын ишеткәнем юҡ, киләсәккә ғибрәт булһын» тип, «Төн ҡараңғы» тигән мөнәжәт сығарған, уны тетрәнмәй уҡып булмай:
Төн ҡараңғы, дөм ҡараңғы, яҡты шәм янмаҫ микән,
Ямғыр урынына хоҙаның рәхмәте яумаҫ микән.
Ҡандан эшләнгән бағаналар тамам аумаҫ микән,
Донъяның шайтандары етер, бер-бер бығауланмаҫ микән.
Йөҙ түбән китмәҫме афәт, аҫҡа ҡапланмаҫ микән,
Ҡанлы диңгеҙ фаяз, рахман* берлә пакланмаҫ микән.
Бөттө өлфәт бәндәләрҙең тәндәрендә ҡан менән,
Тапһа рәхәтлек, хозурлыҡлар таба гисъян менән.
Иң түбән эттәр, бесәйләр уйнайлар гирфан менән,
Сарпушалар мең зобаныйлар был көн ризуан * менән.
Тарлана йән илә ашар йән әсеткес газ(а)* микән,
Ил ҡоторҙо, әллә инсанлар бары ханнас микән.
Ер менән күктең араһын ҡапланы хур, әр был көн,
Күрмәйһеңме һәр бер инсан, ки Нөкир Мөнкир был көн.
Һәр сәмәүи изгелекте тап-тап иҙҙе шәр был көн,
Ер йөҙөндә бер ҡиәмәт ер был көн, мәхшәр был көн.
Кипте ерҙәр, ҡороно күлдәр, тамсы һыу таммаҫ микән.
Юҡ, өмөтһөҙ булмай мәле, һәр хыялым — бер өмөт,
Мин фәҡир булһам әгәр, күңелемде йыуаталыр өмөт.
Совет власы хәллеләрҙе бөтөрөргә тигәс, таланыуҙы мин тәү башлап Аҡһыйырҙа күрҙем. Һаҡмар Бүреһендә береһе ситләтһә, икенсеһе эскә тартыр ине. Аҡһыйырҙа ҡыйын булды. Муллаларҙы талай башланылар. Әле алып китеүен китмәнеләр, мәсетте лә тартып алмағандар ине, шулай ҙа әйләнәһенә килеп, өйҙәге бар нәмәне һыпырып алып сығып китәләр ине.
Аҡъюл сельсоветында кеше талаусылар Аҡъюлов Сабир, Усман, Игебаев Әхмәт булды. Бик күп кешене төрмәгә ултырттылар.
Иҫләйем, бер ваҡыт Усман тигән кеше таларға килде. Өй эсендә бер нәмә лә юҡ. Алдараҡ талап алып сыҡҡан фарсы келәме аҫтына ҡартәсәй кәзә балаҫы түшәй ине, шул алама кәзә балаҫын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып сығып китте.
Беҙҙе талай торғас, өй эсендә бер нәмә лә ҡалманы. Ҡулдан аҡса китте, хәйерсегә, ярлыға ҡалдыҡ, ләкин шул белемдәре менән, кеше бағыу менән үлмәй йәшәп яттылар ҡартатайҙар. Өҫкә кейергә кейем дә ҡалманы, ҡартатайҙар әҙерәк һағыҙ ҡайнатып, ҡырға сығып китеп һатып, 2 метр ыштанлыҡ аҡ тауар, Зәйнәп апайга күлдәклек 3—4 метр ҡыҙыл тауар алып килде. Шуны кейергә насип булманы. Иртәнсәк сәй эсеп ултыра инек, ҡартәсәй ырғып торҙо ла, шул төргәкте мейес артына, утын араһына ташланы, үҙе һерелдәшеп китте. Усман килеп инде, улай-былай ҡаранды ла, тура мейес артын тентеп, йәшергән тауарҙарҙы алып сығып китте.
Беҙ Зәйнәп апай менән Аҡһыйырҙан 3—4 километр Аҡнаҙар яғына сығып, еләк йыя торғайныҡ. Шул еләктән ҡартәсәй ҡаҡ ҡоя, ҡартатай шуны һатып, беҙҙең өҫкә кейем алмаҡ була. Кеше бағалар, һәр килгән кеше йомортҡа һ.б. алып килә. Шулай итеп, хәйергә 40—50 йомортҡа йыйылды. 4—5 кило ҡаҡ киптерелде. Шуны Аҡһыйырҙан Ишем (налог агенты) тигән кеше килеп инеп тартып алды. Шаһимгәрәй (Ишкилдин М.С. ҡартатаһы) менән алып сығып китте, үҙҙәре ашанылар. Өндәшеп булмай, ҡайҙа инде ул өндәшеү, һине яҡлаған кеше юҡ, хөкүмәт: «Әйҙә, быларҙы бөтөрөгөҙ», — тип рөхсәт биргән.
Беҙҙең өйҙә һандыҡ аяғы (подставка) бар ине. Шуны әллә нисө тапҡыр алып сығып китер инеләр, һаталар, ә һатып алған кеше кире алып килеп бирә. Бибекәй исемле апай: «Абыстай инәй, һеҙҙең һандыҡ аяғығыҙҙы алып килделәр», — тип 4-се тапҡыр ҡайтарҙы беҙҙең мөлкәтте. Аптырағас, Йосоп ағайҙарға алып барып ултырттыҡ, 5—6 йыл торҙо шунда. Күршеләге Ғәббәс ағайҙың атаһы Ишкилдин Әптрәхмән олатай эшләгән был әйберҙе һуңғы йылдарҙа мин район музейына бирҙем.
Таланып, аптырап ултырған бер мәлдә шул Бибекәй апай (хәҙерге Сайпанов Йомағәлиҙең әсәһе) ҡартәсәйгә: «Һинең изгелегеңде онотмайым», — тип бер сеүәтә ярмамы, онмо алып инеп бирҙе. Бер ҡасан да шуны онотмайым. Ә ул апайҙар ҡартатайымдар һәйбәт йәшәгән саҡта уларҙа ашап-эсеп йөрөнөләр; шуны онотманылар.
Ҡаршыла ғына Хаммат тигән олатай йәшәне, әбейе Шәрифә ҡаты булды, ҡартәсәйҙе ныҡ йәберләне. Инә лә әрләй, әйберҙәрҙе тартып алып сығып китә торғайны. Уларҙың балалары күп булды. Беренсе ҡатынының балаһы Ишкилдин Йосоп (1906 йылғы) армиянан ҡайтып килеп, Сиктән Заһит тигән ҡарттың ҡыҙы Орҡоя еңгәйҙе алды. Шул Орҡоя еңгәйҙе һыйҙырманы үгәй бейем. Аптырағас, йәштәр ҡартатамдың солан ашаһындағы бәләкәй өйҙәренә сыҡтылар. Ҡартатайҙар уларҙы үҙҙәренең балалары кеүек күреп, кәңәш биреп, аҡыл өйрәтеп торҙолар. Бик арыу, һәйбәт кеше булды Йосоп ағай. Һыйырҙарының башмағын ҡартатайымдарға биреп, уларҙы һыйырлы иттеләр. Шул башмаҡҡа тип Аҡһыйыр башынан, хәҙерге беҙҙең яҡтағы ерҙән, бесән сапты ҡартатай. Шуны ҡартәсәм менән бергә сығып өйҙөк. 3—4 күбәләйен алып ҡайттыҡ. Ҡартатайымды төрмәгә алып киткәс, ҡырҙағы бесән ултырып ҡалды, һыйырға насип булманы: Мөхәмәтша тигән ҡарт бесәнде урыҫтарға һатты. Юлдың ҡырынан ҡарама ҡырҡып, ҡараманың ҡабығын һыҙырып, ашатып, башмаҡты ҡыш сығарып ебәрҙек. Ҡыш буйы бәләкәй сана һөйрәп йөрөнөк.
Ҡартатай төрмәлә саҡта шул танаға тип күршеләге Ишкилдин Хәсән (минең тиңдәш) менән Ябал бантынан бесән сабабыҙ. Иң ҡурҡҡаныбыҙ бүре, беҙҙе бүре килеп ашап китмәһен, тибеҙ. 11—12 йәшлек балаларбыҙ бит инде. Шул бесәнде бер көнө Зәйнәп апай менән, үгеҙ егеп, алып ҡайтып киләбеҙ. Ауылға инеү менән Ғәбделхәй тигән бер яманы тартып алып, дөйөм кәртәгә ҡутарҙылар ҙа ҡуйҙылар. Беҙҙең һыйыр тағы ас тора. Дөйөм кәртә ҡартатайҙың кәртәһенең артында ғына ине, Зәйнәп апай менән бер тишек аша инеп, төндә бесән урлайбыҙ. Ишкилдин Шәрифулланың атаһы ат ҡараусы ине, ул һиҙһә лә, өндәшмәне. Бригадир ҙа һиҙҙе, әлбиттә, әллә йәлләнеме, тауыш ҡуптарманы.
Шул һыйырға, йәй сыҡҡас, нисек бесән әҙерләп ҡалырға тип аптырап, мин, 12-13 йәшлек малай, әрәмәнән 4—5 күбә бесән саптым, һыртта эшләп ятҡан кешеләр: «Мөхәмәтйән бөтә бесәнде сабып ташлаған», — тип Ишкилдин Исхаҡ олатайға бесәнде тартып алырға ҡушҡандар. Ул минең күбәләрҙе барып ҡараған да, шул хәтлем һәйбәт итеп өйөлгән күбәләрҙе күреп: «Кит, мин был баланың күбәһен тартып алырға ҡурҡам, тартып ала алмайым», — тип ҡайтып киткән. Боронғоса кеше ине ул. Ә икенселәр ҡурҡманы — килеп тейәп алып киттеләр. Тағы йөрөнөк, юл ситендә ятып ҡалған бер устай бесәнде ҡыш буйы йыйып.
30-сы йылдар башында ҡартатай мәрхүм һуғымға тип ҡайҙандыр ат алып ҡайтты. Күрше Йосоп ағай менән, талап алып китмәһендәр тип, мул йылҡы итен тау ҡыуыштарына йәшерҙеләр, әҙ-әҙләп кенә алып килеп, ашап йөрөнөк. Беҙ генә түгел, халыҡ та ас-яланғас ине. Бер йылы ауылға отряд килеп, ырғаҡлы тимер һөңгөләре менән кешеләрҙең өй тирәләрен, келәт эҫтәрен тишкеләп, йәшерелгән ашлыҡ эҙләнеләр. Бер нәмә лә тапмай кире киттеләр.
Өлкәнерәк аҡыллы кешеләр ҙә булды. Әсәйем ҡартатайҙар һөйләгәнен еткергәйне: ул ваҡытта Ишкилдин Заһит тигән ҡарт йәшәгән Аҡһыйырҙа. Элек ҡунаҡҡа саҡырһалар, беҙ, бала-саға, ололарҙың артынан эйәреп барып, мейес артында торабыҙ. Балаларҙы берәмләп саҡырып, устарына ит һалғанда, Заһит олатай минең турала: «Был бала бер өлөшлө бала булыр», — тигән. Уның шулай тип әйткәнен йыш иҫкә төшөрөм. Мин хәҙер үҙемде бәхетле һанайым. Балаларҙы үҫтерҙем, уҡыттым, ғүмер буйы миңә бөтә нәмә лә уң килеп торҙо. Заһит ҡарт шуны мин бала ғына саҡта алдан иҫкәрткән. Ҡайҙан белгән икән ул уны? Уны бер кем дә әйтә алмай.
Вәзәмдә Ғәлләм олатай, Йәмилә инәй (ҡартәсәйемдең туғандары) йәшәй ине. Шәберәк ваҡытта ҡартатайҙар уларға иген биргән, тайлы иткән. Шулар мине бер йәй аҫранылар. Вәзәмдә Ғәлләм олатайҙың ҡустыһы Әүхәҙиҙең Ишбулды, Аллабирҙе тигән улдары менән уйнап йөрөгәндә, балалар мине ситләтмәк булһа, Әүхәҙи олатай килеп: «Теймәгеҙ уға, һеҙҙең шикелле түгел ул, ата балаһы», — тип минең башымдан һыйпап китер ине. Шуны бер ваҡытта ла онотмайым.
Аҡһыйырҙа булған хәл-ваҡиғаларҙа бөтә илдәге ҡот осҡос хәлгә ҡалдырылған ябай халыҡтың яҙмышы көҙгөләге кеүек күренә. Беҙ ас булһаҡ та, йәберләнһәк тә үҙебеҙҙең еребеҙҙә инек. Тыуған ер ашатты, ҡурсаланы һымаҡ. Ә бына гәзиз ереңдән көсләп айырып, көтөү һымаҡ ҡыуып алып китһәләр? Атайҙарҙы «кулак» тиеп, тар-мар итеп ташлау, ғаиләләре менән юҡ итеү ҙә шул ваҡытта эшләнде.
Атайымдарҙың Бүреләге томошо, раскулачивание
Мин иҫ белгәндә, атайымдарҙың бер ат сапҡысы бар ине, шуның менән иген сапҡандарын хәтерләйем. Әсәйҙәр көлтә бәйләй торғайны. Бесәнде лә шуның менән сабыр инеләр. Кәртә аҫтында ғына ырҙындары булды. Көлтәләрен ырҙынға ташып, кәбән итеп һалып, үҙҙәренең ҡулы тейгәндә, ҡыш көнө һуға торғайнылар. Пар ат егә торған фургондары бар ине. Шуның менән яҙ көнө, һыу ташып бөткәс, ағас әҙерләп, Орскига алып барғандарын хәтерләйем. Колхозлашыу баш-ланғас, атайҙар ҙа колхозға инде, тырышып эшләп йөрөнөләр. Шулай ҙа иң беренселәрҙәр булып раскулачиваниега эләктеләр.
Себергә алып китер алдынан бөтә мөлкәтте тартып алдылар. Бына атай яҙып ҡалдырған исемлек:
1931 йыл, 6 август. Себергә һөргөнгә ебәргән ваҡытта Ҡаҙаҡбаев Абдулланан тартып алынған мал һәм ҡаралтылар:
1. 2 быҙаулы һыйыр
2. Ике тана
3. Дүрт ат
4. 200 иҙән таҡтаһы
5. 100 ҡыйыҡ таҡтаһы
6. 8 баш һарыҡ
7. 200 бүрәнә
8. 2 өй, ҡыйыҡтары ҡарағай таҡта менән ябылған
9. 4 ултырғыс (ҡамыш, талдан эшләнгән)
10. 1 һандыҡ
11. Стенаға элә торған 1 сәғәт
12. Стенаға элә торған 1 көҙгө
13. 2 самауыр
14. 6 һарыҡ тиреһе
15. 1 һыйыр тиреһе
16. I фургон
17. 1 ҡаҙаҡ ябаға (яҙғы йөн) (15 ҡаҙаҡ — 4 кг)
18. 20 ҡаҙаҡ көҙгө йөн
19. 1 өҫтәл
20. 1 ҡаҙан
21. 2 күнәк
22. 5 майтабаҡ (тәрилкә)
23. 1 ат сапҡысы.
Атайҙарҙың ала танаһын, Сәйфуллин Ғәлиәхмәт алып китмәк булғас, беҙҙең ауылдан Кәли бирмәгән. Шуны Әбештән Илембәтов Хисам (Ҡыҙыл үңәс ҡушаматлы) тигән комсомолец алып китеп, һуйып ашағандар.
Шул Ғәлиәхмәт тигән кеше әсәйҙәрҙе килеп талағанда иң тәүҙә әсәмдең беләҙеген тартып алып, үҙенә кейеп алган. Әйберҙәрҙе бер ҡат алып китеп һатҡандар.
1931 йылдың авгусына иң тәүҙә атам менән Хәким ағайҙы алып киткәндәр. Беҙҙең ҡаршыла, хәҙерге Зөфәрҙең ойо урынында, тимерлек ине, атам шунда тимерсе булды. Милиционер килеп, атайҙы эшләп торған ерендә йоҙаҡлап ҡуйған. Әсәй мәрхүм уға әйтеп, астырып, уны ла, атамды ла алып ҡайтып, сәй эсереп ебәргән. Уларҙы алып барып, Әбешкә бер келәткә бикләп ҡуйғандар, артабан Ҡыуандыҡҡа төрмәгә япҡандар. Әбештәге келәткә япҡанда, Вәзәмдэн сельсовет секретары Шәрип, Үрнәктән Ҡужин Ҡатау — председатель — елкәләренә бер төртөп: «Һеҙгә шул кәрәк!», — тип үсәп ҡалғандар.
Атайымдарҙы Ҡыуандыҡҡа алып барып бикләгәс, сират әсәйҙәргә еткән. Үҙҙәренең фургондарына тейәп, Хәким ағайҙың ҡатындарын балалары менән, әсәм, Маһира һеңлем, Мөхэмәтхан ҡустым, Рауза һеңлем (1927 йылғы), имсәк Шәмсинур һеңлемде Ҡыуандыҡҡа алып киткәндәр. Мин ырғып төшөп, Вәзәм эргәһендә ҡапрыҡ араһында ятып ҡалдым. Төндә 20 километрҙа ятҡан Аҡһыйырға йүгерҙем. Бүренән дә, биренән дә ҡурҡыу бөттө. Кешенән ҡурҡтым!
Китеп барышлай Әбеш, Вәзәм урамында туҡтаттылар, артистар килгәнме ни, кешеләр арыу кейемдәрең кейеп, балаларын күтәреп, беҙҙе килеп ҡарап торҙолар, тип һөйләй торған ине әсәм.
Ҡотлогилде ҡартатай 1929 йылда был мәхшәрҙән алда донъя ҡуйған ине. Хәҙерге баҡса урынында бәләкәй өйҙә 80 йәшлек Фатима ҡартәсәй һәм Фазыл менән Шәкир тороп ҡалдылар. Шул өй, келәт (әле лә бар), бер шкаф ҡалды бөтә мөлкәттән. Ә үҙебеҙҙең өйҙө атайҙарҙы алып киткәс үк боҙоп алдылар, өйҙө, һарайҙарҙы Сиккә ферма итеп күсереп һалдылар. Өйҙө боҙоусы Вәзәмдән Күскилдин Ниғәмәт тигән кеше булды.
“Китегеҙ, эт балалары, хәрәм башығыҙға төшә», — тип эрләгәне хәтерҙә ҡалған.
Атайҙар шунда, Ҡыуандыҡта, бикле ултырғанда мулла ҡартатайым менән икәүләп ат менән барҙыҡ. Беҙҙекеләрҙән башҡа төрлө райондарҙан йыйылған кешене тимер юл складына бикләгәндәр. Бәҙрәф юҡ, ҡатын-ҡыҙ шәл ҡуйып тышҡа сығалар (ярау итәләр) ине. Аҙна-ун көн шулайтып язалағандар. Атайҙарҙы алып барып ҡыуғын ағасын сығартҡандар. Конвой уратып алып китә торған булған.
Һөргөнгә уларҙы йөк вагондарына тейәп алып киттеләр. Беҙ ҡартатайым менән беҙҙекеләрҙең вагондары тапҡырында ҡойма тишегенән ҡарап ултырҙыҡ. Әллә нисә ғаиләне шул бер вагонға тығып, ишектәрен шарт ябып, Себергә алып киттеләр. Беҙ илап тороп ҡалдыҡ. Әсәй мәрхүм һөйләй торғайны: «Бер ай тирәһе алып барғандарҙыр. Балалар илаша, бәҙрәф юҡ, күнәк кенә. Анда-бында туҡтатып, тамаҡ ялғатып алалар». Шулай итеп барып, Кемеров-Кузнецкий өлкәһенә (хәҙерге Кемерово өлкәһе), Кузнецк тигән ҡалаға төшөргәндәр. Йәйәүләтеп, Кузнецкиҙан 10 километр ергә тайгаға алып киткәндәр. Ваҡ балаларын, әйберҙәрен йүкмәтеп, Обь йылғаһының аръяғына, Толзос тигән йылғаның буйына ҡыуғандар. Унда ҡара урмандан башҡа бер нәмә лә булмаған. Сентябрь айы, һыуыҡ төшкән ваҡыт. Атайҙар үҙҙәре ағас ҡырҡып, бура бурап, ҡышҡа ҡар яуыуға саҡ барактар өлгөртөп, шунда ингәндәр. Аслыҡ-яланғаслыҡ — кешеләр себен шикелле ҡырылған. Маһира һеңлем барған йылда уҡ үлгән, Шәмсинур һеңлемден үлемен әсәй: «Бахыр ныҡ итеп тороп имсәгемде тешләне лә, шунда уҡ йән бирҙе», — тип күҙ йәше менән һөйләр ине. Сабира еңгәйҙәрҙең Мөхәмәтйән тигән малайы юғала, шикелле, Зәйпәптәре үлә. Әсәйҙең үҙе сығарған бәйетендә ул ваҡыттағы хәл-ваҡиғалар асыҡ сағылдырылған:
Илебеҙҙән сығып киттек иҫәнләшеп,
Атам-әсәм илап ҡалды бәхилләшеп, Ҡайтһаҡ ине беҙ — меҫкендәр әйләнешеп,
Шулай итеп, хәйер -доға ҡылғыл инде.
Сәуитеский ф(ы)лагларын кем буяган,
Был сәфәрҙең оҙаҡларын кем уйлаған,
Хисабы юҡ был донъяла ҡан илаган,
Бер хоҙайым фазыл менән ҡотҡар инде.
Балта, бысҡы тотоп талды беләкләрем,
Иҫкә төшһә, яна минең йөрәкләрем,
Ҡабул итһен бер хоҙайым теләкләрем,
Бер хоҙайым, узең генә ҡотҡар инде.
«Йософ» китап көйө менән мин көтәйем,
Башҡа төшкән хәсрәтемде мин һөйләйем,
Был хәсрәттә нисек ғумер кисерәйем,
Бер хоҙайым, уҙең генә ҡотҡар инде.
Беҙ меҫкендән был хәсрәтләр китәр микән,
Хәсрәт бөтөп, рәхәт көндәр етәр микән,
Ҡайтып күреу шулай насип булыр микән,
Бер Алланан шуны өмөт итәм инде.
Уҡырһығыҙ был ҡағызға яҙған һүҙҙе,
Бер күрергә насип булһын йөҙөгөҙҙө,
Был ҡазаны бирҙе беҙгә мәуләм жәлил,
Йә, хоҙайым, уҙең ярҙам биргел инде.
Был бәйетте мин яҙамын һеҙҙең өсөн,
Яна торған утҡа ҡарап ғибрәт алам,
Бер хоҙайым, уҙең ярҙам биргел инде.
Әсир булып айырылды гәзиз башым,
Хәл һорарға юҡ бит минең ҡәрендәшем,
Туғандарым, беләгеҙме минең хәлем,
Хәҡиҡәт шул миҫалда минең хәлем.
Аҡһыйырҙағы ҡартатайым икенсе йылына йәй көнө әсәйемде күрергә тип, эҙләп китте. Берҙән-бер ҡыҙын шул хәтлем йәндәй күргәндер инде. Барып, күреп, 6 йәшлек Мөхәмәтхан ҡустымды эйәртеп алып ҡайтам тип етәкләп килгәнендә, Васильев тигән милицонер, фашист, баланы алып ҡалған.
Кеше ҡырыла башлағас, Хәким ағай менән Сабира еңгәй өлкән еңгәй Ғәрифәне һәм Фәтих улын ҡалдырып, ҡасҡандар, сөнки Ғәрифә еңгәй ул ваҡытта аяҡтары менән яфаланып, йөрөй алмаған. 1932 йылда атайҙар ҙа ҡасырға йыйынғас, бисара еңгәй: «Раузаны ҡалдырмаһағыҙ, ҡайнаға, һеҙҙе барып әйтәм, ебәртмәйем. Рауза ҡалһа, ҡайнаға килер, шунда мин дә ҡайтырмын уның менән», — тигән. Ике бәләкәй бала менән ҡаса алмаҫтарын самалап, атай үҙе лә Раузаны аҙаҡ барып алырмын тип уйлаған. Әсәй мәрхүм үлгәнсә илап һөйләне: «Бер яулығымды йоҡлап ҡына ятҡан балам өҫтөнә ябып, илап сығып киттем». Рауза 1927 йылғы 4—5 йәшлек кенә бала ине. Йәйәүләп тайгала китеп барғанда, бер ауылды үткәндә: «Әсәй, бына, һыйыр тиҙәге ята», — тип ҡыуанды — тип әсәй мәрхүм илай торғайны. Ҡайтҡас, атай мәрхүм 2— 3 мәртәбә Раузаны алып ҡайтам тип уҡталып, юлда таланып, барып етә алманы. Хәбәрһеҙ юҡҡа сыҡты бәләкәй ҡыҙ. 60-сы йылдарҙа Рамазан Ҡотошов исемле журналист, аҙаҡҡы ваҡытта Фәтих улым да эҙләтеп ҡараны — таба алманылар. Ул урында тайгала хәҙер бер нәмә лә юҡ, тип яуап бирҙеләр. Крапивинский балалар йортона урынлыштырылғаны билдәле булһа ла, яҙмышы билдәһеҙ.
1925 йылғы Мөхөмәтхан ҡустымды йөкмәп, 2 ҙур һыу кисеп, 1932 йылда ҡайтып йығылғас, атайҙарҙы, мине, Сабира еңгәйҙе кире алып китергә тип Әбештән Рәшитов Далха, күрше Яхыянан 2 арбаға ат ектереп, килгәйне, әсәй молодец булды, ыҙғышып, талашып, ултырманы. Мин тағы ҡасып ҡалдым. Шул Далха һуғышта Власов армияһына эләгеп, һуңынан төрмәлә үлде: кеше ҡаны ебәрмәне, күрәһең. Ә атайҙы алып киттеләр: Беломорканалга ебәрҙеләр. Ул унда 1935 йылға тиклем булды. Балаларҙың ҡырылыуы ауылда ла дауам итте. Мөхәмәтхан ҡустым ҡайтҡас та, ауырып үлде. Һөргөндән ҡайтҡас, Әмир тигән ҡустым тыуғайны, 1933 йылғы аслыҡта үлде, бахыр. 1938 йылғы Саҙиҡ тигән ҡустым гел минең шикелле көйләп йырлап йөрой торғайны. Хисапҡа шәп булды, мөнәжәт көйләй торғайны әсәйгә. Ғүмере генә ҡыҫҡа булды.
1933 йылда әсәйем Аҡһыйырға ҡартатайымдарға ҡайтты. Ул йылдағы аслыҡ иген үҫмәгән өсөн булманы. Иген үҫте, тик ураҡ ваҡытында бер туҡтауһыҙ ямғыр яуҙы. Йыйған иген¬де лә хөкүмәт ҡырып-һыпырып тартып алды. Урылғандан ҡалып сүпләнгән башаҡты ла тартып алдылар. Халыҡ ас. Бик- ҡолов Әлмәт, Бәҙри тигән ярлылар үлде. Бәҙриҙең Ырыҫ¬бикә әбейе тороп ҡалды.
1933 йылда әсәйгә, Әмир ҡустымды һөйрәп, хәйерселәргә тура килде. Ауылдан ауылға тамаҡ хаҡына банка ултыртып, ҡан алып йөрөнө. Шул ваҡыттағы бер ҡурҡыныс ваҡиғаны әсәйем ғүмеренең аҙағына тиклем бер ғәжәйеп тарих итеп һөйләр булды.
Ҡаҙыршалағы Ураҡов Уйылдандарҙа булып, Йәнтеш аша Аҡнаҙарға килешләй, Һаҡмар аша үткәндә, боҙ уйылып, һыуға төшөп китә. «Әмирем санала, мин сыға алмай сәбәләнәм. Шул саҡта ап-аҡтан кейенгән бер ҡарт килеп сыҡты ла, мә, тип таяғын һуҙҙы. Йәбешә һалдым, үрмәләшеп мәкенән сыҡтым. Хызыр Ильяс шунда уҡ юҡҡа сыҡты», — тип Йомабикә менән Аҫылбикәнең атаһы Аҡъюлов Сәләхетдин ҡартты Хызыр Ильяс дәрәжәһенә күтәреп, ололай торғайны. Бер кемдән дә изгелек көтмәгәндә — ябай кеше тарафынан ҡотҡарылыу! Үҙенә- үҙе ышанмай, әсәм ҡотҡарыусыны ап-аҡтан «кейендереп», Хызыр Ильяс ҡотҡарҙы, тип һөйләгәндер.
Кеше ас, хәйерселек менән менән көн күрә. Юл буйҙарында кешеләрҙең аслыҡтан үлеп ятҡанын күрҙек. Аҡһыйырҙа бергә уйнап йөрөгән Ғәфүрйән тигән тиңдәшем бар ине. Яҙ көнө урманға нәмә булһа ла ашарға табырға тип сығып йөрөгәндә, ҡышын өкө ашаған ҡуян тиреһенең йәбешеп ятып ҡалған киҫәген табып алып, өйгә ҡайтҡас, утҡа өтөп, шатырлатып ашап ултырғанын күрҙем. Ул ваҡытта башҡорт бәшмәкте белмәне; беҙҙән башҡа бер кем дә картуф сәсмәне, нишләптер. Яҙға сыгыу менән үлән ашай башлайҙар, йыуа, әтлек, һарына тамыры, балтырған — барыһы ла ашала.
Беҙҙең дә ашау яғы наҡыҫ. Әсәй, Зәйнәп апай өсәүләп сүмесбаш һөҙөп ашарға Һаҡмарға киттек бер көндө. Әбйәлил олатай һеүән һала торғайны, шуның һеүәнен барып ҡараһам, йәйен төшкән! Шул йәйеңде урлап алып ҡайттыҡ, ул беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы.
Алайтып-былайтып ҡыш сыҡҡайныҡ, Аҡһыйырҙың Ишем тигән аламаһы сельсовет председателе татар Дәүләтшинға, бында кулак бисәһе йәшеренеп ята, тип ошаҡлап, өйгә килеп, тағы таланылар. Элек талағанда, алданыраҡ тоғро кешеләргә алып барып ҡуйған әҙ-мәҙ кейем, ҡаралтымы — шуларҙы Дәүләтшин алды. Әсәйемдең еләне Ғәлиәхмәт клубында йөрөп туҙҙы, ҡартатайҙың сапаны, шарфы, бейәләйенә хәтлем тартып алып, сапанды Аҡъюлға Ибраһимов Ғәйнетдингә, шарфым Шарап тигән кешегә, бейәләйҙе урыҫ ауылына бирҙеләр. Ҡартәсәйҙең бер сатин ҡыҙыл юрғаны бар ине, уны Аҡъюлдан Сөләймән ҡарттарға тапшырҙылар. Өйҙә тағы бер нәмә лә ҡалманы. Ауылда Зөлхизә тигән инәй бар ине. Шул инәй бер ваҡыт илап килеп ингән: «Уй, абыстай, анау ваҡытта талап алғандарына нисек түҙҙең?», — ти. Баҡтиһәң, уның һуғым итен урлап сығып киткәндәр икән. Тартып алған әйберҙәр үҙ хужалары өсөн үс алған һымаҡ булды ҡайһы саҡ. Атайҙарҙы раскулачивать итеп, әйберҙәрен һатҡанда, көҙгөләре Әбештән Үҙбәков Ғәйнетдин тигән кешеләргә эләгә. Ҡатыны Вазифа, Бүре ауылынан Дәүләткилдиндарҙың ҡыҙы, бер күнәк картуфҡа көҙгөгөҙҙө алығыҙ, тиһә лә, ҡартәсәй, күңелдән сыҡҡан, кәрәкмәй тип, баш тартҡан. Мәхмүзә әбей ул көҙгөнө һатып алып, өйөнә ҡуйған. Бер ваҡыт уларҙа йыйылып эскәндә, Дәүләтша менән Вазифаның улы Динислам ҡалғандарға бәйләнеп, һуғышып киткәндәр. Теге көҙгө ярылған, ярсығы Динисламдың муйынына тейеп, ауыҙы ҡыйшайып ҡалған.
Ҡартатай-ҡартәсәйҙәрҙең шул ваҡытта үҙҙәренең кешегә, донъяға ҡараштарын үҙгәртмәүҙәренә хәҙер ҙә аптырайым. Үҙҙәрен талаған кешеләрҙең балалары беҙгә килеп ишек төбөндә торһа, шуларға ашарға берәр нәмә бирә торғайнылар. Шунда мин, нишләп уларға бирәһең, бирмә, ҡартәсәй, аталары беҙҙе таланы бит тип, ҡаршы төшөм. «Балам, хоҙай уларҙыҡын күрһәтмәһен, биргән менән бөтмәй, кешегә биргән менән, кешегә ашатҡан менән бөтмәй, хоҙай тағы ла үҙенең әмеренән ҡалдырмай», — тип әйтер ине.
Дәүләтшин менән Ишем әсәйгә, кулак бисәһе, тип төрмә менән янай башлағас, берәү: «Һеҙҙе бында сыҙатмаҫтар, кире Бүрегә ҡайтығыҙ», — тип кәңәш биргән. Иҫләйем, әсәм менән бәләкәй арбаға Әмир ҡустымды һөйрәп, Бүрегә Батый ҡартәсәйҙәргә ҡайтып киләбеҙ. Урамда ирҙәр күп ултыра ине, ни тип уйлап ултырғандарҙыр, белмәйем, һеҙгә шул кәрәк, тинеләрме икән?
Ҡайтҡас, оҙаҡ та тормай, Әмир ҡустым үлде, бахыр. Әсәм бригадир булып йөрөүсе Шәрипов Уйылданға, минең балам үлеп ҡалды, Уйылдан, ерләшергә бер кеше биреп тор, тиһә, яллап күмдер, тип әйтте, тип илай торғайны.
Был аслыҡ ваҡытында атай Беломорканалда тотҡонлоҡта ине. Ҡайтҡас, ундағы мәхшәрҙе үҙебеҙгә генә һөйләй торғайны. Унда, тиер ине, эшләһәң дә үләһең, эшләмәһәң дә үләһең. Эшләһәң — ауыр эштән, эшләмәһәң — астан үләһең, сөнки норма үтәй алмаһаң, ашатмайҙар. Себерҙең эҙемтәһе инде — яйлап көс китте; «доходяга»лар рәтенә инергә генә торам. Хәл бөтөп ултыра инем, десятник-бригадир: «Нишләп ултыраһың?», — тип һораны. «Хәл юҡ», — тип әйтҡәйнем, ярар, ҡаҙма ерҙе, тип китте. «Шул кеше мине яҡланы, тине атам, — норма үтәмәгәнемде күрһәтмәне. Әкренләп көс керҙе, хәл йыйҙым». Бер ай ваҡыт үткәс: «Әйҙә, эшләй башла яйлап», — тине әлеге мәрхәмәтле кеше. Милләте менән еврей ине, ул мине үлемдән алып ҡалды; һәйбәт эшләнең, тип мине ҡайтарҙылар, тип һөйләне атам. Унда булғанда атам туғандарға: «Ҡалайтһағыҙ ҙа Мөхәмәтйәнде үлтермәй алып ҡалығыҙ», — тип хат яҙған. Атай Беломорканалдан 1935 йылда ҡайтты. Хәлһеҙ ине, саҡ-саҡ атлап йөрөй. Колхозға эшкә сыҡты.
Баҡсалағы бәләкәй өйҙә бер нәмә лә юҡ. Үрнәктән Мәхүп еңгәй бер ҡыҙыл упыҡ тауыҡ (йөнө күҙен ҡаплап торған тауыҡ), Сиктән Мәрхиә еңгәй сыбар тауыҡ бирҙеләр. Шул тауыҡтарҙы ҡуйырға урын юҡ, сөнки кәртә-ҡураны, өйҙө алып киткәндәр, нигеҙ таштары ла юҡ. Раскулачивание мәхшәре алдынан кешеләр, хәллеләрҙе бик ҡыҫалар, ти, нишләп уның менән булаһың, тиһәләр ҙә, атай хәҙерге Салауаттар йәшәгән урынға «Г» хәрефенә оҡшатып, бейек нигеҙ эшләгәйне, уның да таштарын алып китеп бөткәндәр ине. Һайғау ҡырҡып, ҡыуыш ҡороп, тауыҡтарҙы шунда ҡышлаттыҡ. Яҙ сыҡҡас — тауыҡтың аҡылы бармы — күрше Шәкирйәндәрҙең ишек алдына ингән. Шәкир уны үлтерә һуғып, беҙҙең ишек алдына алып килеп быраҡтырҙы. «Бына һеҙҙең тауығығыҙ!», — тип аҡырынды.
Тауыҡтан эш сыҡмағас, беҙ йорт ҡуяны алдыҡ. Ҡуян үрсеп китте, беҙгә ит булды. Тиреһенән атам күн эшләне, кәпәс текте. Шул ҙур кәпәсте бер тоҡ арышҡа алмаштырғаныбыҙ хәтерҙә.
Атай менән балыҡ тоторға булдыҡ бер заман. Балыҡты боронғо ҡымыҙ тәпәндәрендә тоҙлап, мөгәрәпкә ҡуябыҙ. Атай, мине теркәп, бәләкәй арба менән балыҡты Сембергә алып инә. Һәйпән ҡоҙоғона етеп йоҡлайбыҙ ҙа иртәгеһенә Сембергә Калугиндарга барып етеп, балыҡ һатабыҙ. Шул балыҡ аҡсаһына Медногорскига барып, тауар, ваҡ-төйәк алабыҙ. Шул уҡ балыҡ аҡсаһына Әлекәй ауылындағы Бәхтийәр Ырыҫҡоловтан бәләкәс кенә башмаҡ алып ҡайтып, һыйырлы булдыҡ. Әсәй мәрхүм әрһеҙ булды инде, бахыр. Ул кеше үҫтермәгән картуфты, кеше ултыртмаған кәбеҫтәне үҫтерҙе. Тормошобоҙ шулай яйлана башланы. 1936 йылда Рәшит ҡустым тыуҙы.
Атай ҡәҙимге шәбәйеп, колхозда эшләй башланы, бесән сапты, ураҡта лобогрейка менән иген урҙы. Хәмзә ҡарттың ҡара бейәһен гел егеп йөрөй торғайны. Ә Хәмзә ҡарт, ат ҡараусы булып эшләне, игенде тиҙ сабыу өсөн һәйбәтерәк аттарҙы айырым баға торғайны. Элек атайҙарҙа эшләп, тамаҡ аҫрап йөрөһә лә, уларға ҡаршы булды. Ғәни менән икәүләп атам өҫтөнән ялыу яҙғандар, элекке кулак, игенде өҫтән-мөҫтән сапты, ҡалдырып бөттө, спекуляция менән булыша, тигәндәр. Был 1937 йыл — күпләп репрессиялар башланған йыл — атайҙы Йәрмөхәмәтов тигән милиционер алып китеп, Йылайыр төрмәһенә алып барып бикләп тә ҡуйҙылар. Бер ваҡыт быларҙың өҫтөнә атамдарҙы Себергә ебәрткән, ул ваҡытта ҡолас ташлап йөрөгән Ҡатау менән Шәрипте алып килеп бикләгәндәр. Береһе элекке сельсовет секретары, икенсеһе председателе. Атай түҙмәгән: «Яңылыш килеп индегеҙ бит, бында һәйбәт кешеләр ултыра, һеҙҙен кеүек кешеләр урыны түгел был», — тип әйткән. Ҡатау оҙаҡ ултырмаған, ҡайтыу менән үлгән, ә Шәрип һуғыш бөткәс, ҡайтып килеп үлгән.
Әсәйемдең атаһын да 1937 йылда «халыҡ дошманы» тип ҡулға алдылар. Дини китаптарын, алып китеп барғанда, Атингән ауылы эргәһендә таш ҡыуышында ҡалдырып киткән. Йылайыр төрмәһендә атайым менән ҡартатайым тап килгәндәр. Ҡартатам бахыр: «Мөхәмәтйәнде уҡытып булманы», — тип илаған. Ғүмере 1938 йылда Өфө төрмәһендә өҙөлдө, ҡәбере билдәһеҙ.
Ялыуҙа күрһәтелгән спекуляция — беҙҙең балыҡ һатыу булған икән. Атай, мин спекулировать итмәнем, ауылда һәйбәт эшләнем, тикшерегеҙ, тигәс, ауылға барып, һорау алғандар. Шәрипов Ибраһим бригадир булған ул саҡта, һәйбәт эшләне, тип яуап тотҡан. Атай һөйләүенсә, «по линии НКВД» тип колонна-колонна кеше алып китәләр икән, атай ул «линияға» тап килмәгәндер — оҙаҡламай сығарҙылар. Ләкин Йылайыр төрмәһенән ул аяҡтарын туңдырып, билен биртендереп, ауырыу булып ҡайтты. Бик ҡыйналып, язаланып ултырһа ла, атам шул ултырған еренән кешегә быйма табанланы, итек ремонтланы. Итек тегеүен текмәне, шулай ҙа ҡулынан килмәгән шөғөлө булманы, нисек булһа ла көн күрергә бер сәбәбен табып торҙо инде, мәрхүм.
Атай ауырыһа ла, донъяһын барлап ултырҙы. Әлеге бәләкәй генә һыйырҙы ҙурыраҡҡа алмаштырырға кәрәк тип, бәләкәй һыйырҙы һуйып, Кәли менән Медногорск баҙарына алып барып һатып, аҡса алып ҡайтты. Шул ваҡытта председатель Асҡаров Тимербулат ағай (Сәлимдәрҙен атаһы) килеп, атама: «Ағай, аҡса кәрәк, колхозда 40 тана бар, шулар араһынан оҡшағанын һайлап ал», — тип шул аҡсаны алып китте. Атам менән әсәм барып, аҡ башлы күк тана алып ҡайттылар. Һөтлө һыйыр беҙҙе һуңғы ваҡытҡа тиклем аҫраны. Мин армиянан 1948 йылда ҡайтҡанда ла бар ине ул һыйырыбыҙ.
Колхоз председателе Тимербулат ағайҙың тағы бер изге эше иҫтә ҡалған. Сик ауылы менән Бүре ғүмер буйы бер колхоз булды. Сиктән хисапсы Бикмөхәмәтте эйәртеп килеп, Тимербулат ағай атама айына бер бот иген бирергә, тип тәғәйенләп китте. Беҙ бик оҙаҡ аптыраныҡ. Ә ғүмер буйы ҡарама төбөндә хырылдап йоҡлап ятҡан, ғөмүмән, аяҡ өҫтө йоҡомһорап йөрөгән Хөсәйен: «Ә миндә бер нәмә лә юҡ, миңә нишләп бер нәмә лә бирмәйһегеҙ», — тип дау ҡуптарҙы.
Һуғыш алдынан да кеше бик наҡыҫ йәшәне. Әбешкә тауар килә тигән хәбәр сыҡҡас, халыҡ бер аҙна әҙерләнде. Пайка атай исеменә яҙылһа ла, ул ауырып ятҡас, Әбешкә мин киттем. Барһам, башбүреләргә хәтлем тулып киткәндәр, сират хәҙерге Әхмәтша магазинынан алып Һаҡмарҙың яр башына тиклем һуҙылған. Сиратҡа торҙом, тик тәүге көн миңә сират етмәне, сиратты яҙлыҡтырмайыҡ тип, шунда урамда йоҡланыҡ. Иртәгеһенә төшкә мин дә барып еттем. Комиссияла бер нисә эре-эре ир ултыра, тауар дөрөҫ биреләме-юҡмы, шуны тикшерәләр, имеш. «Ах, алама малай, һинең бит атаң Абдулла, беҙ беләбеҙ һинең атанды, үҙе килһен!», — тиҙәр. «Атай ауырып ята, бында килерлек түгел», — тием мин. «Кемгә “бай” тип яҙылған, ул үҙе килергә тейеш!» — яуап шулай булды. Ике көн сират тороп, төндә урамда йоҡлап, иртәгеһенә бер ниндәй тауарһыҙ, илай-илай ҡайтып киттем. Ә бирмәгәне 3 метр байковый күк тауар ине.
Өйҙәге биш-алты тауыҡтың һалған йомортҡаһын әсәй бахыр ашамай йыйып, йәйәүләп китер ине Саҡмағош ауылына (Ырымбур әлкәһе) Хәйрулла исемле агентҡа һатырға. Нимә алып булғандыр инде ул 40—50 йомортҡаға.
Февраль айында Медногорск баҙарына бесән һатырга киттек. Үгеҙ еккәнбеҙ, һыртҡа сыҡҡас, буран башланып китте. Көслө ел бесәнде ауҙара ла ҡуя. Медныйға саҡ барып етеп, бесәнебеҙҙе һатып, бесән аҡсаһына бер шәм филтәһе, бер буханка икмәк алдым. Тағы нәмәләр алғанмындыр хәтерҙә юҡ, барып этләнеүҙең хаҡы ла сыҡманы.
1939 йыл, миңә 15—16 йәштәр тирәһе, эшсе тип һаналам, колхозда һәйбәт кенә эшләп йөрөйөм. Ат менән ер һөрәбеҙ, иген сабабыҙ. Сиккә йыш ҡына эшкә ебәрәләр. Унда ат менән иген баҫа торғайныҡ, һалам ышыртабыҙ. Шул ваҡыттағы бер ваҡиға хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Аттың ҡамыты ла эшкә ашмай, арҡаны ла өҙөлә лә китә. Өлкәндәр: «Малай, һалам төшөртмә, һалам күбәйеп китә!», — тип асыуланалар. Мин, йәнем көйөп, илай-илай өҙөлгән арҡанды төйнәп, үҙемсә йүнәтеп торһам, Сиктең Байбулатов Ғиҙелхаҡ тигәне: «Ә-ә, боронғо ваҡыт булһа, бөйөргә таянып, бойороп торор инең, бына һиңә, кулак балаһына, хәҙер шул кәрәк!», — тип үсәне. Уның һүҙен мин мәңге онотмайым. Сиктәр насар булманы, Байбулат тигәндәре насар булды, тип һөйләп йөрөнөм.
Бала саҡ, бигерәк тә үҫмер саҡты иҫләһәм, һаман да күңелем тула. Һин дә ас, улар ҙа ас — тигеҙләндек, ә шулай ҙа улар араһында мин яңғыҙ булдым, «Кулак балаһы», «ҡан эскес», «мошенник мулла тоҡомо» икәнемде гел иҫемә төшөрөп торҙолар. Аҡһыйырҙа торғанда, 1937 йылдыр, һабантуй булды әрәмәлектә. Аҡъюл менән бер колхоз инек, унан да кеше күп килде. Мул итеп бутҡа бешереп, кешеләргә ашаттылар, балаларға айырым бүлделәр. Миңә шунда бутҡа һалманылар. Өйгә мин илап ҡайтып индем дә абыстай ҡартәсәй менән төн буйы иланыҡ. Ҡартатай төрмәлә ине инде ул саҡта.
Бер заман урамда балалар менән уйнап йөрөйбөҙ. Рысаев тигән бөкрө Сик уҡытыусыһы (Ҡыуандыҡ районы Рысай ауылынан), беҙҙең ауылдан Наҙарғолов Хәмит (ҡарттар) һыбай тороп алғандар ҙа, мине, бер бәләкәй баланы, мыҫҡыл итәләр: «Мулла, бына мулла балаһы, ул намаҙ уҡый», — тиҙәр. Мин торҙом да йүгерҙем, улар минең арттан баҫтырып тороп ҡалдылар. Йүгереп инеп әсәй алдына тәгәрәнем, әсәй ҙә ныҡ көйәләнде.
— Һеҙгә шул кәрәк! — был Хәмиттән йыш ишетелгән һүҙ.
— У, кулактар! — тине әбейе, теш ҡайрап.
Шул уҡ ваҡытта Хәмиттең ҡартәсәһе, ете быуын туғаныбыҙ тип, ҡартәсәй менән ҡатышты, элек ғаиләләре менән беҙгә һыйындылар.
Үҫә төшкәс, тырышып эшләйем тиһәң, һаман да байығырға теләйһеңме, тинеләр, егәрле кешене кулакка оҡшаған, тип мыҫҡыл итеп, бер-береһен артҡа һөйрәнеләр. Тәртиплерәк, әҙәплерәк йөрөһәң, бына, мулла инде, мулла, тип көлдөләр. Нишләптер кем яман, эскесе, һуҡыр, бөкрө, ата ялҡау — шулар алга сығып киткән заман булды. Етешерәк кеше үҙенән-үҙе насарҙар рәтенә ҡуйылыр ине. Шулай ҙа мин ҡартатай-ҡартәсәйҙәр күңелгә һалғанды иҫләргә, шуларға тоғро ҡалырға тырыштым.
Бүрелә колхоз ойоштороу
Һин нишләп ошо ваҡиғалар тураһында беҙгә элек үк һөйләмәнең, тип һорау бирҙеләр миңә балаларым. Минең шикелле кулак балалары тип кәмһенеп үҫмәһендәр, күңелдәре ҡатмаһын, бер яғы китек булмаһын, тип уйлап, һөйләмәнем мин күп нәмәне. Кулак — хаҡлы рәүештә юҡ ителгән синыф тип ышанып үҫте беҙҙән һуңғы быуындар.
«Йәшлек» гәзитенең 2012 йылдың 13 ғинуарында донъя күргән һанында Рәшит Кәлимуллиндың «Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул...» тигән мәҡәләһендә «Фани донъяға бәхет өсөн яралған күпме быуынды ауыр яҙмышҡа дусар итеп, көсөн һурып, хәйерселектә интектерә-интектерә, баҡыйлыҡҡа оҙатып китте ул колхоз», — тип яҙҙы. Совет власының 70 йыл йәшәүенең сере — уның таяныр нигеҙе барлығында; ә нигеҙе 2 таштан ғибәрәт — ул халыҡтың бер ҡатлылығы һәм ҡурҡыу хисе, ти Р. Кәлимуллин. «Бер ҡатлы булмаған ҡатлам НЭП заманында күтәрелә башлағас, уны социаль ҡатлам булараҡ юҡҡа сығаралар» {Р.К.) — кулактар Себергә оҙатыла, ҡалалағыларҙың мөлкәте тартып алына. «Матди яҡтан хәлле кешеләр менән идара итеү ҡыйыныраҡтыр ахыры» {Р.К.). Ҡалғандары ҡайҙа барһын. Яңы тормош төҙөү менән арбап, лозунгылар менән алдап, ҡоро энтузиазм менән кешене ҡол урынына эшкә екте совет власы. Власть тарафынан ситкә тибәрелгәндәрҙең аяныслы яҙмышы барыһының да күҙ алдында торҙо, ҡурҡыуға һалды.
«Ә бит хосуси милеккә ынтылышты барыбер бөтөрә алманы! Шуны белеп, төрлө рәхимһеҙ сикләүҙәр менән ыҙалатты халыҡты, һәр төрлө сикләү, мәжбүр итеүҙәр юҡҡа сығарҙы инде колхоз ҡоролошон. Кеше эт урынында булды, кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыуҙа совет власы оҫта етәксе ролен уйнаны», тип билдәләй Р. Кәлимуллин.
Кулак балаһы булараҡ үҙем күргән йәберләү-кәмһетелеүҙәр, кешеләрҙең башҡа һыймаҫлыҡ эштәре, әсәй-ҡартәсәйҙәрҙең сеңләп илауҙары, ас балаларҙың ыҙаланып үлеүе, ҡартатай, атайҙың язалы үлеме — быларҙың барыһы ла мәңге онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә уйылып ҡалған. Етеш йәшәгәне, бөтмөр, егәрле булғаны өсөн күптәрҙе ҡаты язаға тартты совет власы! Ә беҙҙең ата-бабалар, һис шикһеҙ, ошондай кешеләр рәтендә торған, булмышы менән яңы власҡа дуҫ була алмағандыр. Йәнғол ҡартатай улы Ҡотлогилдегә арыу уҡ мал ҡалдырған. Атайым һөйләүе буйынса, тағы ла ишәйгән малдың иҫәбеһанын белер өсөн ҙур ғына туғай ҡыуып төшөргәндәр. Әгәр ҙә туғай буйы тулһа, йылҡы теүәл булған. Йәиһә Һаҡмарға һуғарырға тип ҡыуаланған аттарҙың тәүгеһе һыуға барып еткәндә һуңғыһы һарайҙан сығып килә икән, тимәк, мал теүәл. Ҡартатайҙарҙың ялсылары булманы, бөтә эште үҙ көстәре менән башҡара торғайнылар, бик егәрле, эшлекле кешеләр булдылар. Ә шулай ҙа, «кулак» мөһөрө баҫылды барыһына ла.
«Кулак» тигән һүҙҙен мәғәнәһе бик фәһемле. Иртәнсәк иртәрәк торор өсөн, иҙрәп йоҡлап китмәйем тип, баш аҫтына яҫтыҡ һалмай, үҙ йоҙроғон яҫтап йоҡлаған тырыш кешегә әйткәндәр, имеш, кулак, тип.
1930 йылда баҫылып сыҡҡан кулак хужалыҡтары билдәһе итеп түбәндәгеләр һанала:
— тирмәне, ярма ярҙырыу, май бешеү һәм механик двигателдәр ҡуллынылған башҡа ҡоралдар булыу;
— ҡорамалландырылған бинаны йәшәү өсөн йәки предприятиеға биреп тороу;
— сауҙа эше, ростовщиклыҡ, коммерцияла аралашлыҡ менән шөғөлләнеү.
Әгәр хужалыҡта юғарыла күрһәтелгән билдәләрҙең береһе генә булһа ла, һәм ул кеше башына йылына 300 һум килем алһа, ул кулак булып иҫәпләнгән. Колхозлашыу ваҡытында 3—4% кулак категорияһына инеүселәр урынына 15% крәҫтиән раскулачиваниеға эләгә, еренән айырыла, буш эшләүсе көскә әүерелә. Коллективлаштырыу ифрат ҙур ҡорбандар иҫәбенә тамамлана (И. Казакбаев. Дипломная работа на тему «История рода Казакбаевых», БГУ, 1995).
Беҙҙең ата-бабалар «кулак» категорияһына тап килгәнме икән; уларҙың ни тиклем ҙур фажиғәгә дусар ителеүен киләсәктәге ниндәй әкиәттәгесә тормош менән аҡлап булғандыр, белмәйем. Тик совет власының терәге — ҡурҡыу һәм бер ҡатлылыҡ — ауылдаштарҙы ҡот осҡос һүрәткә инергә мәжбүр итеүе беҙҙең күҙ алдында үтте. Колхоз тигән яңы нәмә ябай кешене ҡырҡҡа түкмәстерҙе.
20-се йылдар аҙағында Һаҡмар Бүреһендә лә колхоз ҡороп ебәрҙеләр. Кешеләрҙе илатып, һыйырын, атын, келәттәрен тартып алып, уртаҡ иттеләр. Беҙҙең ҡарағай келәт бар ине, шуны алып китеп, колхозға ҡуйҙылар. Кулактарҙы Себергә һөрөп бөттөләр, муллаларҙы таланылар — рәхәтләнеп йәшәргә лә йәшәргә! Бына ошонда башланды ла инде колхозсыларҙың елкәһенә бер төртөп, артына бер тибеп, эшкә ҡушыу! Колхозда көн-төн эшләргә кәрәк, аслыҡ-яланғаслыҡ, ашарға юҡ. Утынға барайым тиһә, бригадирға әйтер кәрәк. Бер барында ғына булмай, 2—3 тапҡыр бараһың, бер ағас та утын юҡ, тип инәләһең. Шунан бригадир көн бирә. Колхоз атын тотайым тиһә — йүгәне юҡ, йүгәне табылһа — ҡамыты юҡ, ҡамыты булһа — ыңғырсағы юҡ, ыңғырсагы табылһа — дуғаһы юҡ. Бөтәһен йыйып алһа — сана юҡ, санаһын тапһа — тәртәһе юҡ. Шулай итеп эт күрмәгәнде күреп, сығып китәһең ҡыш көнө һыуыҡта ағас ҡырҡырға. Ә йәй көнө ҡайҙа инде ул утын әҙерләү! Үҙенә йәй көнө утын ҡырҡты, тип Себергә ебәреүҙәре бар, кеше шунан ҡурҡты.
Кешеләр, аптырағас, былай булмай, тип кем йүгән ишеп, кем дуға бөгөп, йүнен таба башлағайны, тыйҙылар, капиталистик рухты ҡыуаһығыҙ, тинеләр, кулак булаһығыҙ, тип ҡурҡыттылар. Беҙҙең башҡортта быйма баҫыу булманы, ә урыҫтарға ул шөғөлдө тыйҙылар, тире эшкәртеүселәрҙе төрмәгә тыҡтылар. Кеше үҙендә йүгән, ҡамыт, дуға тота алманы. Атамдың бер матур өйәңке дуғаһы булған, ҡартәсәй шуны йыйып ҡуйған икән, Суфиян тигән бабай әрләшеп, талашып, шул дуғаны тартып алып сығып киткән.
Колхозлаштырыуҙың тәүге йылдарында ат бөттө. «Ә, был теге байҙың, был байҙың аты», — тип үлтереп бөттөләр.
Минең иҫләүемсә, атайымдың 2 айғыры бар ине, береһе ерән, икенсеһе һоро. Тағы ҡара бейәләре, тайы ла булды. Шул ерән айғырҙары шул тиклем шәп була торғайны. Атай менән Әптрәхмән ағай икәүләп ултыралар; айғыр ҡапҡанан пуля һымаҡ атылып сығып китә; кәртә артында, ҡырҙа йөрөп килеп, шунан әҙерәк атты тынысландырып, сығып китерҙәр ине юлға. Ерән айғыр менән һоро айғырҙы фургондарға егеп, атайҙарҙы һөргөнгә алып киттеләр. Ул айғырҙы аҙаҡтан Бәкәтәрҙән НКВД кешеләре менеп йөрөгән. Ҡара бейәне бында һуйып ашанылар. Ҡола ат ҡалды, йәш тай. Уны ауылдың Заһит тигән таҙына бирҙеләр. Бер ваҡыт Заһит Аҡһыйыр ауылына Ҡолаҡайҙы егеп барғайны, абыстай ҡартәсәйҙәр мине ултыртып ебәрҙеләр. Ҡайтып еткәнсе, миңә ҡарышып, туҡманы Заһит Ҡолаҡайҙы. Бахыр малҡай сананың башын тибеп, емереп бөттө.
Мәрхәмәтле кем булғандыр, атты Аҡһыйырға ҡартатайға биреп ебәргәндәр. Тик унда ла Вәлиев Ишем тигән ямандары көн һайын Ҡолаҡайҙы менеп ала ла, эсеп, урам буйлап бер туҡтауһыҙ сабып йөрөй икән. Ишем көн күрһәтмәй, тип атты кире Бүрегә ебәргәндәр. Был юлы Хәмзә исемле ат ҡараусы язаһына эләккән ул. Туҡмай-туҡмай ҙа, тибешһә, артына һәнәк ҡуйып, шунда типтерә торған булған, шулайтып язалаған «кулак» атын Хәмзә. Хәмзә ҡарт Сөрөккә сығып урыҫтарҙан тартырға, эсергә, урлашырға өйрәнгән бер яман кеше булды. Төндә кешеләр уның аҡырынған иҫерек тауышынан уянып китәләр ине. Көнө буйы йоҡлай, төндә «һунарға» сыға. Ауылда ул урламаған өй ҡалмағандыр, һуңғы ваҡытта атайымды ялыу итеп ҡуйыусы ана шул Хәмзә ҡарт булды.
Аҡһыйыр ауылында Ишкилдин Әхмәтғәлим тигән бер ярлы кеше булды. Уға халыҡ Һөртөй тигән ҡушамат бирҙе. Колхоз ойошторолғас, иң ышаныслы кеше тип, Һөртөйҙө бригадир итеп Аҡъюлға ебәрҙеләр. Иң беренсе эше — ҡул тирмәндәрен вата башлаған. Имеш, ҡул тирмәндәре булһа, колхоздың ашлығын урлайҙар, шуны он итеп тартып алалар, икмәкле булалар. Өй беренсә йөрөп, таш тирмәңдәрҙе вата-емерә икән был. Уға ҡарата таҡмаҡ сығарҙылар:
Яңы тормошто төҙәткән,
Иҫке тормошто ҡыйратҡан,
Аҡъюлдарҙың бригаты —
Алтмыш тирмәнде ватҡан.
Ғәлиәхмәт менән Ботороз араһында Ҡорған тигән бәләкәс урыҫ ауылы бар ине. Шунда барып, кеше ҡурҡытып, тамаҡ туйҙырырға өйрәнеп алған Һөртөй. Уға ошондай таҡмаҡ сыҡты:
Һөртөй килә Ҡорғандан,
Борола-борола юлдарҙан,
Ауыҙынан төтөн борлай
Һөртөй — хоҙай органдан.
Һөртөй менән һор(о) ҡашҡа
Йөрөмәһә, ор башҡа,
Һис берәүгә оҡшамаған,
Һөртөй уҙе бер башҡа.
Аҡъюлда күпме эшләгәндер, кире Аҡһыйырға ҡайтты. Ул үлгәндә, мин Бүрелә инем. Астан үлгән, тип һөйләнеләр. Үҙе эшләп ашарлыҡ бер ниндәй һөнәре лә, белеме лә юҡ ине, талап ашарға байҙар бөткән. Совет власы бөтә кеше тигеҙ булһын тип, байҙар, муллаларҙы ҡырҙы, бөтәһе лә бер тигеҙ — ярлы ғына ҡалды, ул үҙе ас ине.
1934 йылда Аҡъюл сельсоветына Дәүләтшин тигән бер татар кешеһен председатель итеп ҡуйҙылар. Шул Дәүләтшин Аҡъюл сельсоветын «тотош культура»ға күсерҙе. Мунса шиккеле бәләкәй, баштары һалам, ҡабыҡ менән ябылған өйҙәрҙә урындыҡтарҙы алып ташлатты, өйҙө яртыға бүлдерҙе. Таҡта булмағас, ҡайһы кеше ағасты ярып, һайғауҙы юнып, өйөн икегә бүлде. Культуралы кеше карауатта ятырға тейеш, тип, председатель фарман сығарғас, ағастан алайтып-былайтып мөйөшкә карауат эшләп ҡуйҙылар. Уның менән генә культураға күсеү бөтмәне. Дәүләтшин ҡайҙандыр алып килеп йорт ҡуяны ебәрҙе. Барып инһәң, карауат аҫтында ҡуян йөрөр ине һаҫып. Культуралы булам тиһәң, өҫтәле лә кәрәк, ултырғысы ла.
Уфаларға барыр өсөн
Автомобиль ярыша (ла)
Культураға күсер өсөн
Ударниктар ярыша, —
тигән таҡмаҡ ҡалды халыҡта.
Эште үтә боҙоп ташлағас, кешеләрҙе йәберләгән өсөн дә, Дәүләтшинды хөкөмгә тарттырҙылар.
Иҫләүемсә, 1933 йылда аттар бөткән ине. Бөтә эшкә үгеҙ егә башланылар. Атты председатель генә, ҡайһы саҡ бригадир ғына менеп йөрөнө. Бер аҙҙан һыйыр егеү ҙә модаға инеп китте. Кешенең яңғыҙ һыйырын да көсләп колхозға ер тырматырға алдылар.
Кейем юҡлығы үҙәккә үтте. Аяғыңа сабата кейһәң, өс көндән тишелә. Өҫкә кейергә кейем юҡ. Кешеләр һағыҙ ҡайнатып һатып, ҡаланан алама йыйғыстан иҫке кейем алып ҡайта торғайнылар. Машинистың майлы комбинезонын алып ҡайтып, көлдә ҡайнаталар, уныһы тетелеп китеп, ямаулыҡҡа ғына эшкинә. Кешенең кейгән әйберен бер нәмәгә лә оҡшатып булмай торғайны, көпө инде. Кеше эшләне инде, эшләне.
Ас-яланғас булһа ла эшләне, яҡшы тормошҡа өмөтон өҙмәне. Икмәкте ураҡ ваҡытында ғына ашап ҡала торғайнылар. Ураҡ менән иген урыусы ҡатындар бер-ике килолай башаҡты ыуып, сепрәккә төрәләр ҙә билдәренә эстән быуып алып ҡайталар ине. Ҡул тирмәнендә тарта һалып, өшә, өйрә бешереп ашаталар ғаиләһенә. Әгәр бригадирға тотолһаң — төрмә! Шуға ҡул тирмәндәрен, тауышы ишетелмәһен тип, мөгәрәпкә төшөрөп, он тартҡан ҡатындар ҙа булды. Колхоздан көнөнә килолап ҡына иген ҡалдығы бирелә торғайны. Председатель үҙе генә яҙып бирә алды. Шуны әсәйҙәр нисектер ашамлыҡҡа әйләндерәләр ине.
Ҙур итеп һалым һалдылар (һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да). Бер һыйырға 8 кг май, 1 һарыҡ тиреһе, йөҙ йомортҡа, һарығың, тауығың бармы — был бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай, түләргә тейешһен — вәссәләм шуның менән!
Урыҫтарҙың Библияһында яҙылған: «Гад гада пожрёт». Ҡөрьәндә «Залим көндә барып етмәҫ, улар донъялыҡта бер-береһен ашар», — тип әйтелә. Шул процесс башланды беҙҙә лә — кешеләр бер береһенә ялыу яҙа башланылар, үс алдылар, сөнки ул ваҡытта ялыу булдымы — төрмәгә ала ла китә торғайнылар. Башаҡ сүпләгәндә, Ғәйнекәй еңгәй Заһит ҡарттың ағаһы Кәли менән һуғышып китеп, мине туҡманы тип өҫтөнән ялыу яҙған Кәлиҙе Ҡыуандыҡ районының үҙәге Бәкәтәргә алып барып бикләгәндәр. Кәли милицияларға йәйен сәнсеп алып килеп, ҡотолоп ҡайтҡан.
Ферма мөдиренә, ферманың майын ашап, ҡотораһың тип, председателгә, үҙеңдекеләргә утынға үгеҙ бирҙең, ә миңә һаман юҡ, тип өҫтәренән ялыу яҙалар ине. Ялыу тигәс, Заһит ҡарт менән бәйле бер хәл иҫкә төшә. Атайҙарҙы Себергә ебәргәс, көтөүҙә һарыҡтары тороп ҡалған (Батый әбей, Фазыл, Шәкир ҡарамағында). Бесәндә ятҡанда, әйҙә, бер һарығын һуйып ашайыҡ кулактарҙың, тип һөйләшкәндәр ҙә йыҡҡандар бер һарыҡты, һуйғас, был Шәкирйәндеке икәне беленгән. Иңле ҡолағын ҡырҡа һалып алғандар ҙа, бер кемгә лә өндәшмәгәндәр. Заһит был турала белгән, һарыҡ бешкән, кешеләр ашарға ултырған, Заһит ултырмай, ти. «Осаһын (майлы ҡойроҡ) бирмәһәгеҙ, ялыу бирәм», — тип ҡурҡыта икән быларҙы. Кәли тигән кеше Заһитты туҡмай, уныһы һаман, әйтәм, тип ныҡыша, ти, үңәсенә балта терәй, башыңды өҙә сабам, тип ҡысҡыра икән Кәли, ә тегенеһе, барыбер әйтәм, тип ҡаршылаша. Шунан Кәли алып барып, һарыҡтың осаһын битенә бәргән; бөтә бите май булып, Заһит бер үҙе ҡарама төбөндә осаны ашап ултыра икән, ҡалған кеше бергә ит ашаган. Ауыл ягынан килгән Сәлим ағай: «Быға оса тоттороп ҡуйғандар, ата-бабаһы күрмәгәнен күреп ултыра икән», — тип көлгән.
Шулайтып, Сталин осоронда шымсылар күбәйҙе. Кеше нәмә һөйләй икән, колхозды яманламаймы икән, милицияға нәмә тип ошаҡларға икән, тип ашҡынды күптәр. Хөсәйен исемле бер кеше: «Уй, бынау бер ямғыры ла яуманы бит, исмаһам балалар ял итер ине», — тип бесән ваҡытында әйтеп һалған абайһыҙҙан. Ул совет власын яратмай, ямғыр яуҙырып, колхоз бесәненең серегәнен ярата, тигән ошаҡ буйынса Хөсәйенде алып киттеләр. Үрнәктә Байдәүләт тигән кеше милицияға һөйләгән: «Ат ебәреп, кискә ҡайтып килә инем, фәлән фәлән ҡарттар тышта сәй эсеп ултырғанда Сталинды яманлап һөйләнеләр». Шул ҡарттарҙың өсөһөн дә ябып ҡуйҙылар.
Хәбәр тыңлап, кеше ошаҡлап йөрөүселәрҙән башҡа, эскеселәр күбәйә башланы һуғыш алдынан. Кейергә юҡ, ашап туймаған, ләкин иҫереп ята. Эсеп ултырыусыларҙың закускаһы берәү генә — ҡаты ҡорот. Ҡыҙып алһалар, маҡтаналар, мул ултырыу ошо була инде, тип ебәрәләр. Байҙарҙан үс алынды, муллалар юҡ, нишләп эсәһен, тигән кеше юҡ. Ярлының тантанаһы тип әйтергәме икән был күренеште?
Кеше үҙенең өйөндә лә хужа булмаҫҡа тейеш ине ул заманда. Колхоздың малына бесән етмәгәндә, бер әмәл уйлап таптылар. Элек кеше өйөнөң башын һалам йәки бесән менән яба ине. Яҙ етһә, колхоз малын ҡотҡарырға кәрәк тип, өйҙәрҙең ҡыйығын, һинән һорап та тормай, шатырлап менеп китеп, ҡутарып та төшөрәләр. «Алма!», — тип әйтергә хаҡың юҡ. «Ҡыйыҡһыҙ ҙа йәшәрһегеҙ, нәмә булһын һеҙгә!», — тип етем бисә-сәсәне, балаларҙы күҙ йәшенә батырып китәләр. Ә ҡыйыҡты киренән япмаһаң, ямғыр үтә. Йәнтеш ауылы кешеләре һуғышҡа тиклем дә, унан һун да ҡыйыҡ япманылар. Өйөндә ҡыуыш ҡороп ултырһа ултырҙылар — япманылар; был хәл Хрушев заманына тиклем дауам итте.
Һуғыштан алдағы йыл беҙ Фәхретдин (Рамаҙандарҙың ағаһы) менән икәүләп колхоз малын баға инек. Бер ваҡыт беҙгә задание ҡуйҙылар — бөтә кешенең ҡыйығын ҡуптарып алып бөттөк, ә Фәйзрахман ҡарттың (Бүләкбикәнең ҡартатаһы) бер саналай бесәне бар ти, шуны алып килергә! Ҡарт — енәйәтсе булып сыға! Беҙ Фәхретдин менән үгеҙ егеп, ҡартҡа киттек. Ҡапҡа төбөнә барғайныҡ, Фәйзрахман ҡарт һәнәк менән арҡыры тора — индермәйем, ти. Бер аҙым эшләһәгеҙ, үтә сәнсәм, ти. Мин йәшәремде йәшәгәнмен, үлһәм дә үкенмәйем, ләкин бесәнемде бирмәйем, тип ҡарт үткәрмәне беҙҙе. Беҙ кире әйләндек.
Мин һуғышҡа киткәс, әсәйем яңғыҙ ҡалған абыстай ҡартәсәмде күсереп алып килгән Бүрегә, әлеге Хәким ағайҙың бәләкәй өйөндә (уны Шәкир һалған ине) торғандар. Фазыл ағай һуғышта, Фатима ҡартәсәй күптән гүр эйәһе булған инде. Шул өйҙө Сәлихйән еҙнәй, беҙҙән һорамай, Байназар ауылына һатҡан. Бер заман өйҙө һүтеп алып китергә тип бер килке ылау килеп төшкән. Беҙҙең ауыл кешеләре, өйҙө бирмәй, тегеләрҙе ҡыуып ебәргән. Һуғыш һуңынан Шәкир килеп, талашып, әсәйҙәрҙән бер һыйыр алып китте шул өй өсөн. Абыстай ҡартәсәй Бүрегә килгәнен былай тип һөйләй торғайны: «Килдем, камил баҫып алғандар әсәңде. Бер һүҙ әйтергә лә ҡурҡып тора. Күрше Ғилмекәй инә лә, һораһа, һорай, һорамаһа, юҡ, әйберҙе тотоп сыға ла китә. Әсәң, кире алып кил, тип әйтергә ҡурҡа. Юҡ, улай булмай, үҙ донъябыҙға үҙебеҙ хужа булайыҡ, тинем, Шәкирйәндәрҙең ғүмер буйы беҙһеҙ хәле булманы, тип яйлап әсәңде ныгыраҡ булырға өйрәттем».
Һуғыш ваҡытында әсәй колхоздың баҡсаһында эшләгән. Күп итеп кәбеҫтә сәскәндәр, картуф ултыртҡандар. Баҡса эшен элек-электән белгәс, әсәйҙе төркөм башлығы итеп ҡуйғандар. Ибраһим Шәрипов (Исхаҡ ҡарттың ағаһы) ул ваҡытта ауылда бригадир булган. Шул ир, Һәҙиә исемле ат ҡараусы булып эшләүсе ҡатынға өйләнгәс, әсәмде шул урынға ҡуймаҡ булған. Әсәм кәүҙәле кеше ине, атҡа менеп йөрөй алмайым, тип ҡыйынһынып, баш тартҡан. Бригадир, әлеге Себергә һөрәм, тип ҡурҡытҡас, Юнысова Сәбилә апай менән икәүләп ат ҡарағандар. Еңел һөйәкле Сәбилә апай: «Ат менеп, тауҙан тауға ат ҡыуа торғайным. Шәмсибаһар еңгәй таяҡ тотоп, йәйәү йөрөнө. Алай ҙа һин бар, Сәбилә, ҡуйсы, ҡуйсы, еләһең дә китәһең. Ә мин Мөхәмәтйәнемә бәйет сығарҙым шул арала, ти ҙә миңә бәйетен һөйләй», — тип Шәһиҙә һеңлеһенең ҡыҙы Бүләкбикәгә һөйләгән. Ә һеңлеһе Шәһиҙә, Һабыр сельсоветынан фронтовик Билалов Ғәлиулланың ҡатыны, ул ваҡытта ус бойҙай өсөн төрмәлә ултырған.
Ҡартәсәйҙең тағы бер һөйләгән тарихын иҫкә төшөрәм, сөнки ул тарихы колхозсының ҡот осҡос тормошон күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә.
Минең мулла ҡартатайымдың өс ҡустыһы булған: Әхмәтшәрифулла (Сурай ауылы муллаһы), Шафиҡ (Аҡсура ауылы муллаһы) һәм Шәкир. Шәкир мулланың өс улы һуғышта һәләк булған, Мәсһүрә, Гөлфирә, Миңниса тигән ҡыҙҙары менән тороп ҡалған. Ҡарт бағымсы булған, өшкөрөп имләгән кешеләрҙе. Шуның өсөн дә, мулла булған өсөн дә ҡартты төрмәгә ултыртып ҡуйғандар. Ҡатыны Миңзифа инәй, ураҡта йөрөгән ваҡытта бер-ике баш көнбағышты һуғып, ике кеҫәһен тултырып ҡайтып килгән ваҡытта Аҡсура бригадиры Кинйә (бөкрө Кинйә) тотоп алып, өс йылға төрмәгә ултыртып ҡуйғандар. Өс ҡыҙ бала яңғыҙ тороп ҡалған. Нисек үлмәй ҡалғандарҙыр, уныһын белмәйем. Тимәк, ул ваҡытта ла, һирәк булһа ла, яҡшы кеше булған.
Минзифа инәй ултырған төрмәнең үҙ хужалығы булған, биш-алты һыйыры ла бар икән. Инәйҙе һауынсы итеп ҡуйғандар. Бер заман һимереп киттем, тип һөйләгән инәй, бабайға хат яҙғым килә, ә үҙем яҙа белмәйем. Шунан бер кешенән хат яҙҙырған: «Бабай, төрмәңдән сыҡ та бында, минең янға, йәшәргә кил. Бында, төрмәлә, шул хәтлем рәхәт». Таҡмағын да яҙҙырып ҡуйған, ти:
Ағиҙелгә ағып төшә
Тапуриндың йылғаһы
Йәшәһен Совет власы
Рәхәт уның донъяһы.
Һуғыш тамамланды; халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу тигән лозунг сыҡты. Ә кеше һаман да ас-яланғас, бер тин аҡса табырлыҡ мөмкинлеге юҡ. Рәсәй халҡын һалым менән ныҡ ҡыҫтылар шул заманда. Ике замоклы ҙур портфель тотҡан һалым агенттарының килеүенән халыҡ дер ҡалтырап ҡурҡып торор ине. Оҙон брезент плащ, итек кейгәндәр, башта бейек фуражка. Ауыл кешеһе: «Сабата ямауы ла юҡ, ҡалай һәйбәт кейемдәре», — тип ҡурҡып һөйләйҙәр ине. Кипкән сабата, мең ямалған фуфайкамы-көпөмө кейгән ауыл кешеләре алдында агенттар икенсе донъянан килгән кешеләр һымаҡ тойола торғайнылар. Боронғо шикелле өйөнә инеп, бөтә нәмәне һыпырып сығып китмәйҙәр, ғәҙел, мәрхәмәтле булып ҡыланалар. Тәүҙә киҫәтәбеҙ, шунан опись яһайбыҙ, тип иҫкәртәләр. Кешенең опискә алырлыҡ әйбере булдымы икән ул заманда? Иң ҡәҙерлеһе — әллә ҡасандан ҡалған ҡаҙан менән самауыр, унан мең ямаулы кергә ҡатҡан юрған, тышһыҙ, төҫө лә айырылмаған 1—2 яҫтыҡ, Николай батша ваҡытынан ҡалған кейеҙ. Әлеге норма — 8 кг май, 100 йомортҡа, 50 кг ит. Заем, үҙ-ара һалым тигән нәмә килеп сыҡты. Етмәһә, һарык һөтөнән эшләгән брынза тапшырырға ҡушалар ине. Брынзаң булмаһа, май бирәһең, өҫтәп.
Беҙҙә картуф булды, һөт, ҡатыҡ бар ине, шуғалырмы һалым агенттары күберәк беҙгә туҡтай торғайны. Тамаҡ туйҙыра, шунан кешеләрҙе саҡыртып ала. Бер агенттың Бүре ауылынан Шәмсиә еңгәй менән Фәрхиямал еңгәйҙе саҡыртҡанын асыҡ ҡына иҫләйем. Шәмсиә еңгәйҙең 2 ҡыҙы ҡулында, ире Муса һуғышта һәләк булған. Фәрхи еңгәйҙең Ғилманы Ленинград фронтында ятып ҡалған, улы Сәлмән Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә; еңгәйҙең ҡулында 3—4 бала. Еңгәйҙәр ҡабаланышып килделәр, өҫтәренә ҡарарлыҡ түгел, бахырҙарҙың: мең ямаулы көпө, ҡышҡы һыуыҡ көндә тишек сабатанан бармаҡтары күренеп тора. Баштарына алама урағандар, хәҙерге заман кешеһе күрһә, ҡурҡып ҡасыр ине. Шул ирҙәре һуғыш яланында ятып ҡалған бисараларҙан һалым түләүҙе даулайҙар, опись яһау менән ҡурҡыталар, төрмә менән янайҙар.
Минең тиңдәшем, Ғәйнекәй еңгәй менән Наҙарғолов Йәрмөхәмәттең улдары Ғөбәй фронттан II төркөм инвалиды булып, тайыш ҡайтты, туберкулез менән ауырыны, етмәһә. Шуға ҡарамай, бригадир Хафиз уны ла эшкә ҡыуҙы. «Алай ҙа инвалидмын һалымдан ҡотолдом», — тигән Ғөбәйҙең һүҙҙәре уны ҡыҙғаныуҙа ҙа, власҡа нәфрәт тә уята.
Нисектер һыйырҙы тартып алманылар, 50 кг ит һалымы өсөн быҙауын бирҙе кеше. Аҡнаҙарҙан Килдебаев Иҙрис быҙау араһында тыуып, быҙау көткән, унан һыйыр көтөүсеһе итеп «үрләтелгән» Бибиһандың туғаны ине, кәләше Файза ла үҙе шикелле мохтаж йәшәгән ғаиләнән булды. Һалым түләй алмай киҫәтеү алғас, нисек итеп һалым түләргә тип аптырашҡандар. Иҙрис баяғы тәүгә быҙауларға тейеш танаһын үҙе етәкләп, арттан ҡатыны ҡыуып, һалым агенты Ямалетдиновҡа алып килгәндәр, сөнки башҡа бирер нәмәһе булмаған. Аяҡта силғауһыҙ сабата, бармаҡтар күгәрешеп күренеп тора. «Кешенең яңғыҙ һыйырын тартып алырға тигән закон юҡ», — тигән Ямалетдинов. Колхоз председателе «30 меңсе» Ғүмәр Нагаев быларҙың һыйырын алып ҡалырға ярҙам иткән. Иҙрис Нагаевты бик ихтирам итте. «Әллә колхоз аша шул һалымды яҙҙырты инде, һыйырым ҡалды», — тип Иҙрис иҫкә ала торғайны председателде, — Нагаев атҡа мендерҙе, ат менән көтөү көтөм», — тип үҙен даланлы һананы... Бер ваҡыт, ашарға булмағас, Нагаевҡа барғайным, биш кило иген ҡалдығы яҙҙып бирҙе, тип үлгәнсә һөйләне Иҙрис.
Ябай кеше ауылдағы бәләкәй генә булһа ла хужалар ҡулына ҡарап ҡала бит инде — бригадир, колхоз председателе, ауыл (советы рәйесе, ферма мөдире. Миңә күп етәкселәрҙе күрергә тура килде, кешеләрҙең һөйләгәне лә иҫемдә.
Иң беренсе, һуғыш ваҡытында колхоз председателе булып эшләгән Торомтаев Мәүләмбирҙене мин тик яҡшы яҡтан гына беләм, иң аҡыллы председатель ул булды, тип уйлайым. Ә бына Хәммәт тигәне шул хәтлем наҙан булды. Эсеп алһа:“Мин хоҙай!”, — тип ҡысҡырып йөрөй торғайны. Тарихта Муса пәйғәмбәр заманында Фирғәүен, мин хоҙай, тигән, Ибраһим пәйғәмбәр ваҡытында Намрут, мин хоҙай, тигән, улар бөйөк батшалар. Ә Хәммәт ауыл кешеһенә «батша» булып йөрөнө инде, хөкөмө үҙ ҡулында булды — теләһә, ярлыҡаны, теләһә, язаланы. Бер ваҡыт Сабира еңгәй ауырып китте. Таң яҡтырмаҫ борон председатель өй беренсә сабып, тәҙрә һуғып, кешене уятып сыҡһа ла, еңгәй эшкә бара алмаған. Бер һабандың эшһеҙ тороуын күреп ярһыған Хәммәт председатель, өйгә атылып инеп, башын бәйләп ятҡан еңгәйҙе,урынынан һөйрәп торғоҙоп, ишек төбөнә быраҡтырҙы, башы «дыңҡ» итеп ҡалды. Ҡысҡырып илай-илай сығып йүгергән еңгәй йәһәтләп үгеҙен етәкләп, һабанға китте. «Еңгәй, ҡалай итеп йөрөнөң?», — тим кискеһен. «Әллә, ҡурҡышымдан ауырыуым бөттө лә ҡуйҙы», — тип аптыраны Сабира еңгәй.
Үҙебеҙҙең ауыл бригадиры Хафизды ла әйтеп үтмәй булмай. Аяуһыҙ кеше булды, ғүмер буйы кешеләргә үс тотто. Бик ярлы тоҡомдан ине, ауылдың иң ярлы Хөсәйен ҡарттың улы. Һугыштан һун ул бригадир булды.
Ҡар иреп бөткән ыңғайға колхозсыларҙы һыртҡа сәсеүгә сығаралар ине. Шунда ҡыуыш ҡороп, һалам менән ябып, иҫке-моҫҡо менән ҡоршап, үҙебеҙгә йоҡлар урын әҙерләйбеҙ. Үҙәктәрҙә әле ҡар ҙа иреп бөтмәгән була, йыш ҡына рашҡы (ҡар ҡатыш ямғыр) яуа. Бригадир таң һарыһы беленер-беленмәҫ торғоҙа һине. Тораһың. Сабаталар ҡатып ҡалған, уны таяҡ менән һуғып, ҡатҡан балсығын ырғытаһың да һаламды йолҡоп алып, олтораҡ итеп һалып алаһың. Кискә һыуланып ҡайтҡан силғауҙы киптерер урын булмағас, аҫҡа түшәп һала торғайныҡ, тәнебеҙҙең йылыһы менән киптерәбеҙ, имеш. Тышта ҡараңғы, үгеҙҙәрҙе таба алмай йүгергеләйһең. Яҡтырғансы уларҙы табып, егеп алып, ҡояш ҡалҡып, сәғәт 10-дар тирәһе булғансы һөрәһең. Шунан малҡайҙарҙы ял иттереп, ашатып, үҙебеҙ ҙә ашап, сәғәт ярымдан кире эшкә китәһең. Төшкө 1—2-гә тиклем эшләйһең, тағы әҙерәк ял итәһең дә, ҡараңгы төшкәнсә тырматаһың.
Хәҙер ер ҡоромайынса, сәстермәйҙәр, ә ул ваҡытта орлоҡто батҡаҡ ер өҫтөнә һиптерәләр, тырматҡан аттар, сыға алмай, батып ята. Ер ҡата ла ҡала, игене лә шытып сыҡмай, гел ҡый үләне баҫа ла ҡуя. Аптырарға ла түгел инде — иген сәсеүҙең рәтен белгән кешеләрҙе Себергә ебәреп бөттөләр бит инде. Игенде ҡасан сәсергә, ҡасан эшкәртергә — был берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманы, шикелле. План, кем планды тиҙерәк үтәй, норма бирәме-юҡмы, ҡайһы бригада, ауыл, район алдынғы — ошолар «күрһәткес» булды. Ябыҡ үләкһә аттар, ығыш үгеҙҙәр менән ас колхозсылар ҡайһылайтып норма бирә икән? Кемдең кем икәнлеген асыҡлау осон ҡара менән ҡыҙыл таҡта уйлап таптылар: норма булдырған кешене — ҡыҙыл, тултырмағанды — ҡара таҡтаға яҙҙылар. Ҡараға эләккән кеше ни эшләргә белмәй китер ине, намыҫлы ине ул ваҡытта кешеләр. Һәр ваҡыт Заһиттың ҡустыһы Кәлиҙе ҡара таҡтаға яҙҙылар. Ғәрләнеп, Кәли таҡтаны алып быраҡтырған. Быны ҙур енәйәт итеп, Кәлиҙе төрмәгә алып киттеләр тигәндә, ул таҡтаны йүнәтеп ҡуйып, хөкөмдән ҡотолоп ҡалды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, колхозда эшләп йөрөүселәр төрмәләге тотҡондарға ҡараганда бәхетлерәк булдымы икән? Азатлыҡ, туҡ тамаҡ, бөтөн кейем — бер нәмә лә булманы колхозда. Конвой ғына юҡ ине эргәлә, ҡалғаны бер иш булды. Аҡһыйырҙан Әхмәтәли тигән бер мәҙәк кеше булды. Ашнаҡсы Сәлмән ҡырҙа эшләүселәр арып ҡайтып килеүенә арыш өйрәһе бешереп, тигеҙләп бүлеп ҡойған, һәр кем үҙ сеүәтәһен таный, алып китеп ашай. Әхмәтвәли ҡарап торған да бер аҙ: «Был тағараҡтағы аш миңә микән, эткә микән?!», — тигән. Лаҡап булып ҡалды шул һүҙе. Ҡол шикелле эшләүсегә ҡол үлмәҫлек кенә ашлыҡ бүленә ине.
тулы версия ошо ссылка буйынса уҡығыҙ: //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%99%D1%8B%D1%80%20%D2%BB%D3%99%D0%BC%20%D0%B5%D1%80%20%D1%83%D0%BB%D1%8B%20%D0%9C%D3%A9%D1%85%D3%99%D0%BC%D3%99%D1%82%D0%B9%D3%99%D0%BD%20%D2%A0%D0%B0%D2%99%D0%B0%D0%BA%D0%B1%D0%B0%D0%B5%D0%B2.pdf