Ямғыр үә зекер (вәғәҙ)
Әлхәмдүлилләәһ, Аллаһ насип иткәс ҡышта етеп килә, тышта ҡар бөртөктәре төшә. Әммә һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙҙә бик һирәк кенә ҡарҙар яуа, әҙ генә ямғырҙар һибәләй, шул арҡала йәшеллек кибә, һыуҙар ҡорой, урман-далалар яна, ел-дауылдар көсәйә. Сәбәбе нимәлә һуң? Әйҙәгеҙ ҡараштырып үтәйек.
Нимә ул ямғыр? Ямғыр ул Аллаһы Тәғәләнең беҙгә оло бер бәрәҡәте һәм ҙур бер рәхмәте. Беҙҙең был донъялағы төп йәшәү сығанағы – һыуҙарыбыҙҙы тулыландырып торған бөтмәҫ ниғмәт үә мөғжизә ул. Хатта яңы тыуған баланың тәне 90- 97 процент һыуҙан тора һәм кеше ҡартая килә 60-80 йәштә уның кәүҙәһендә һыуҙың кимәле 50 процентҡа ҡала. Ғалимдар әле һаман һыуҙың нимә икәнен аңлата алмайҙар. Ул Аллаһ Тәғәләнең бөйөк мөғжизәһе ул.
اللَّهُ الَّذِي خَلَقَ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضَ وَأَنزَلَ مِنَ السَّمَاءِ مَاءً فَأَخْرَجَ بِهِ مِنَ الثَّمَرَاتِ رِزْقًا لَّكُمْ وَسَخَّرَ لَكُمُ الْفُلْكَ لِتَجْرِيَ فِي الْبَحْرِ بِأَمْرِهِ وَسَخَّرَ لَكُمُ الْأَنْهَارَ
Аллааһул-ләҙии халәҡас-сәмәәүәәти үәл-арда үә әңзәлә минәс-сәмәә׳и мәә׳әң фә׳ахраджә биһи минәҫ-ҫәмәраати ризҡальләкүм үә сәххара ләкү-мүлфүлкә литәджрийә фил-бәхри би׳әмриһи үә сәххара ләкүмүл-әнһаар.
Аллаһ Күктәр менән Ерҙе бар иткән, күктән һыу яуҙырып, һеҙҙе ризыҡландырыр өсөн емеш үҫтергән, Үҙенең әмере менән дингеҙҙә йөрөһөн өсөн һеҙгә караптарҙы буйһондорған, һеҙгә йылғаларҙы буйһондорған. Ибраһим сүрәһе 14/32
Ямғыр яуһа — һауа сафлана, бөтөн донъя терелеп китә; үле ер терелеп, уның өҫтөндә төрлө үҫемлектәр үҫеп ер йөҙөнөң гүзәллеге асыла. Һәм шул сағында тәбиғәттең хикмәтле матурлығын һөйләп биреүгә тел һәм һүҙ запасы етмәйҙер. Бар Ер йөҙө, бөтә тәбиғәт һәм уның бөжәк-хайуандары ла һәм әҙәм балалары ошо һыу – ямғыр тамсыларына бик мохтаж, унһыҙ йәшәй алмайбыҙ, үлемгә дусарбыҙ.
Шуныһын беләбеҙ, ямғыр яумаған ерҙәрҙә тәбиғәт үҫемлектәренән дә, хайуандарҙан да азат, буш булалыр; сөнки ерҙә булған мәхлүктарҙың йәшәйеше һыуһыҙ мөмкин түгелдер. Ерҙәге бөтә үҫемлектәр һәм хайуандар ҙа ямғыр менән тәрбиәләнеп торалыр. Игендәрен һәм баҡсаларын йылғалар һәм күлдәр һыуҙары менән һуғара торған ҡәүемдәрҙең ерҙәрендә булған үҫемлектәр һәм хайуандарҙа ҙа ямғыр менән тәрбиәләнәләрҙер, сөнки йылға — күлдәрҙең һыуҙары ла ямғыр һыуынан тәшкил ителәләрҙер; яуған ямғыр ергә һеңеп, ер аҫты йылғаларына йыйылып, шишмәләргә йыйылырҙар, ә шишмәләрҙән иһә йылғалар хасил булыр.
Аллаһ Тәғәлә «Ғәбәсә» сүрәһе (80), 25-32-се аяттарында:
أَنَّا صَبَبْنَا الْمَاءَ صَبًّا
ثُمَّ شَقَقْنَا الْأَرْضَ شَقًّا
فَأَنبَتْنَا فِيهَا حَبًّا
وَعِنَبًا وَقَضْبًا
وَزَيْتُونًا وَنَخْلًا
وَحَدَائِقَ غُلْبًا
وَفَاكِهَةً وَأَبًّا
مَّتَاعًا لَّكُمْ وَلِأَنْعَامِكُمْ
Әннәә сабәбнәл-мәә׳ә саббәә.
Сүммә шәҡаҡнәл-арда шәҡҡаа.
Фә׳әмбәтнәә фииһәә хәббәә.
Үә ғинәбәү-үә ҡадбәә.
Үә зәйтүүнәү-үә нахләә.
Үә хәдәә׳иҡа ғулбәә.
Үә фәәкиһәтәү-үә әббәә.
Мәтәәғәл-ләкүм үә ли׳ән-ғәәмикүм
«Ысынын да, Беҙ мул итеп ямғырҙар яуҙырҙыҡ. Унан һуң Беҙ тупраҡты яҡшылап ярҙыҡ (һөрҙөк). Шулай итеп Беҙ шунда орлоҡ үҫтерҙек. Йөҙөмдәр, ашай торған төрлө-төрлө үләндәр, зәйтүн ағастары, емеш баҡсалары. Күп һәм ҡуйы булып үҫкән емеш-еләк баҡсалары. Еләк-емеш һәм бесәндәр үҫтерҙек. (Быларҙың һәммәһен дә Беҙ) һеҙгә һәм мал-тыуарҙарға файҙа булһын тип бар иттек ».
Фән ғалимдары тарафынан һаналған шул мәғлүмәт билгеле: Ер өҫтө йөҙөнән секундына 16 миллион тонна һыу парға әйләнә һәм шул самалы һыу кире ергә ямғыр һәр ҡар рәүешендә ҡайта. Ямғырҙың иң түбәнге әллә нисә мең тонна булған болоттары күктә 1200 метрҙа аҫылынып тора. Ана шул бейеклектән ямғыр тамсыһына — форма һәм ауырлығы менән тиң булған әйбер тиҙлеген шәбәйтеп сәғәтенә 558 километр менән төшә. Ә 10 мең километр өҫтә булған ямғыр болоттарынан айырылып төшкән тамсы ергә яҡынайған һайын күпмегә тиҙлеген артырыр ине һәм ерҙәге булған бар нәмәгә бәрелеп ни зыян килтеререн күҙ алдына килтерәһегеҙме? Әммә Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте һәм хикмәте менән ямғыр тамсыһы үҙенсәлекле форма алып ер өҫтөнә күктәге болоттың бейеклегенә ҡарамай аҫҡа табан 8-10 км/сәғәтенә генә төшә. Был яйлап йүгереп барған кешенең хәрәкәтенә тиң. Ана шуға ла беҙ ямғырҙарҙың тамсылары ҡойоп яуған мәлдә шулар араһында бәрелеп, ҡоламай осоп йөрөгән бөжәк-ҡоштарға хайран ҡалып ҡарайбыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: атмосферала, болоттар араһында температура 400 градуска төшһәлә һыу тамсылары туңмай һәм беҙҙең өҫкә боҙ яумай. Һыу тамсыһының туңмауы уның тап-таҙалығына бәйле. Ары ошо тамсылар күктә тоҙҙар һәм саңдар менән берләшеп ямғыр тамсыларына әйләнәләр, болоттарҙан айырылып яуа башлайҙар.
وَهُوَ الَّذِي أَنزَلَ مِنَ السَّمَاءِ مَاءً
Үә һүүәл-ләҙии әңзәлә минәс-сәмәә׳и мәә׳ә...
Ул күктән ямғыр яуҙыра. Шул арҡала беҙ төрлө нәмә үҫтерәбеҙ. Беҙ йәшел үҫемлек үҫтерәбеҙ ҙә, унан теҙелеп торған орлоҡтар алабыҙ. Хөрмә ағасының суҡ-суҡ булып һалынып торған емеше була. Емеше оҡшаш һәм оҡшашы булмаған йөҙөм, зәйтүн, анар баҡсалары үҫтерәбеҙ. Шул баҡсаларҙың емешләнгән, емеше бешкән саҡтарын күрегеҙ! Ысынлап та, иманлы кешеләргә бында аяттар бар. Әл-Әнғәм сүрәһе, 6/99.
Күктән төшөүсе ямғыр Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенә бәйле. Кеше ни тиклем тырышмаһын, ул күктән ямғырҙы үҙе теләгән ваҡытта яуҙыра алмай. Быйыл ҡытайҙар һәм ғәрәптәр фән ҡаҙаныштары ярҙамында ямғырҙар яуҙырырға маташты. Нимәгә килтерҙе был тырышыуҙары? Күктән ағылған һыу даръяһы донъяларын ағыҙҙы, ғәләмәт зыян килтерҙе һәм уларҙа ғүмерҙәрендә булмаған һыуыҡтар булып ҡар яуа башланы. Ямғырҙы бары тик Аллаһ Тәғәлә Үҙе генә теләгән ваҡытта һәм урында яуҙыра. Күктән төшә торған һыу сөсө, әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә теләһә, уны әсе һәм тоҙло итер ине. Ваҡыт-ваҡыты менән Аллаһ Тәғәлә беҙгә бының шулай булыуын күрһәтә лә. Ҡайһы бер ваҡытта күктән боҙлауыҡ яуып үҫеп сыҡҡан үҫентеләрҙе юҡ итә, ә иһә кислоталы ямғырҙар яуа һәм үҫемлектәр ҡорой. Хатта ауылдың бер осонда ямғыр яуа, ә икенсе осонда ҡоро дауыл, йә күршелә һибәләй, йә иһә һәр бер өй аша боҙлауыҡ яуа, урыҫса полоса үтә тейҙәр. Һәм зыянын килтереп үҫемлектәрҙе, хатта шәхси хужалыҡтарҙағы ҡош-ҡорттарҙы һәләкәт итә. Аллаһ Тәғәлә бына шулай Үҙенең бөтә нәмәгә Ҡөҙрәтле Зат икәнлеген күрһәтеп тора, иманһыҙ йә гонаһ бәндәләрен һайлап зыянын һала.
Аллаһ Тәғәлә «Әл-Ваҡиға» сүрәһендә Үҙенең ҡөҙрәтен күрһәтеүсе ямғыр тураһында ла әйтә:
أَفَرَأَيْتُمُ الْمَاءَ الَّذِي تَشْرَبُونَ
أَأَنتُمْ أَنزَلْتُمُوهُ مِنَ الْمُزْنِ أَمْ نَحْنُ الْمُنزِلُونَ
لَوْ نَشَاءُ جَعَلْنَاهُ أُجَاجًا فَلَوْلَا تَشْكُرُونَ
Ә фәра׳әйтүмүл-мәә׳әл-ләҙии тәшрабүүн.
Ә әңтүм әңзәлтүмүүһү минәл-мүзии әм нәхнүл-мүңзилүүн.
Ләү нәшәә׳ү джәғәлнәәһү үджәәджәң фәләү ләә тәшкүруун.
«Һеҙ эсә торған һыуҙы күрәһегеҙме? Һеҙ уны болоттан яуҙырағыҙмы әллә Беҙ һуғарабыҙмы? Әгәр ҙә Беҙ теләһәк уны әсе, тоҙло итер инек. Ни өсөн һуң һеҙ шөкөр итмәйһегеҙ (Был ниғмәттәрҙең Аллаһтан икәнлеген танымайһығыҙ)?» (Әл-Ваҡиға сүрәһе, 56/68-70 аяттар).
Шуға күрә беҙ Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеп, Уға ғибәҙәт ҡылып, Аллаһыны һәр саҡ зекер итеп йәшәргә тейеш.
الرِّيَاحَ لَوَاقِحَ فَأَنزَلْنَا مِنَ السَّمَاءِ مَاءً فَأَسْقَيْنَاكُمُوهُ وَمَا أَنتُمْ لَهُ بِخَازِنِينَ
Үә арсалнәр-рийәәхә ләүәәҡихә фә׳әңзәлнәә минәс-сәмәә׳и мәә׳ән фә׳әсҡайнәә-күмүүһү үә мәә әңтүм ләһү бихаазиниин.
Беҙ (үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе) елдәр ебәрҙек, күктән һыу яуҙырып, һеҙҙе эсерҙек, ләкин уны һаҡлаусы һеҙ түгел. Әл-Хижер сүрәһе, 15/19 аят.
Әммә шул бәрәҡәтле, бар донъяны терелткән ямғырҙар ни эшләп яумай һуң? Әлбиттә быға кеше үҙе ғәйепле. Һуңғы йылдарҙа ер тетрәүҙәр, ғүмере булмаған эҫелек, янғындар, ҡойоп ямғырҙар яуыуы, һыу ташып донъялар ағыуы йә иһә йәй буйы бер тамсы һыу төшмәүе билгеле һәм башҡаһы, шундай афәттәр күбәйҙе. Ни сәбәпле икән? Был турала Ҡөръәндә әйтеләме? Аллаһ ниңә зыянын ебәрә?
Әйе, был турала аят бар. «Рум» сүрәһе, 30/41-се аятта Аллаһы Тәғәлә:
ظَهَرَ الْفَسَادُ فِي الْبَرِّ وَالْبَحْرِ بِمَا كَسَبَتْ أَيْدِي النَّاسِ لِيُذِيقَهُم بَعْضَ الَّذِي عَمِلُوا لَعَلَّهُمْ يَرْجِعُونَ
Ҙаһараль-фәсәәдү фил-барри үәл-бәхри бимәә кәсәбәт әйдин-нәәси лийүҙииҡаһүм бәғдал-ләҙии ғәмилүү ләғәлләһүм йарджиғүүн.
«Кешеләрҙең ҡылған эштәре (аҙғынлыҡ, харам эшләр, һуғыштар, йоғошло ауырыуҙар, талауҙар, алдауҙар, урлашыуҙар, динһеҙлек) арҡаһында ҡоро ер өҫтөндә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙәрҙә тәртип боҙолдо. Бәндәләрҙең ҡылмыш гонаһтарына күрә, Аллаһынан ахирәттә бирелә торған язаларҙың бер өлөшө был донъяла бирелә. Был ғибрәттәрҙән һуң бәлки улар тәүбә ҡылып иманға килерҙәр», — тип әйтә.
Изге Ҡөръәнде асып үткән тарихҡа, быуаттар төпкөлөнә, кешелектең был донъяға килеү сәбәптәрен уҡып ҡараһаҡ, шуныһы мәғлүм: Йәнәттән Ер өҫтөнә ҡыуылған Әҙәм ғәләйһиссәләмдең балалары һәм вариҫтарының иң башта бары тик Бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылалар һәм Уға бер ниндәй ҙә тиңдәшлек ҡылмайҙар ине. Кешеләр берҙәм халыҡ булалар, уларҙың аталары Әҙәм ғәләйһиссәләм, Раббылары – Аллаһ Тәғәлә ине. Тик Әҙәм ғәләйһис-сәләм ваҡытынан һуң арыуыҡ ваҡыт үткәс, Иблис мәғлүн боҙоҡ мәкерен тормошҡа ашыра башлай. Кешеләр араһында бер Аллаһҡа ғына көндөҙҙәрен һәм төндәрен табына торған, Уны ярата торған Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыусы, изгеләр була. Аллаһ Тәғәлә лә Үҙенең изге ҡолдарын ярата һәм уларҙың доғаларын ҡабул итә. Был кешеләрҙе бөтәһе лә яратҡан һәм хөрмәт иткән. Быларҙы бик яҡшы белгән Иблис, ошо изгеләрҙең үлеменән һуң, кешеләрҙең уларға ҡарата мөхәббәтенән ҡулланмаҡсы була. Шайтан кешеләргә яҡынлаша һәм уларҙың иҫтәренә төшөрә башлай:
– Их, ниндәй изге кешеләр ине!
Әлбиттә әҙәм балалары бының менән ризалашалар:
– СөбханаАллаһ! Әлбиттә, улар ысын мәғәнәһендә изге кешеләр һәм әүлиәләр инеләр шул! Аллаһ Тәғәлә уларҙың доғаларын ҡабул итә ине һәм уларға ни һораһалар, шуны бирә ине! Һәм һуңыраҡ изгеләләрҙең рәсемдәре урынына кешеләр уларҙың һындарын яһай башлайҙар. Ваҡыт үтә килә, быуындар алмаша торғас улар һындарға ғибәҙәт ҡыла башлайҙар, уларҙан хәжәттәрен һорайҙар, уларға бағышлап ҡорбан салалар. Шулай итеп, таш һындар поттарға әүерелә. Һәм дә шул поттар күбәйеп китеп, төрлө исемдәр йөрөтәләр, шуға өҫтәп ул заман быуаттары үтә килә, кешеләр утҡа, ҡояшҡа, хатта хайуандарға ла табына башлайҙар. Аллаһ Тәғәлә был ғәмәлдәре өсөн кешеләргә ныҡ асыулана һәм уларҙы ләғнәт итә. Кешеләр ысынлыҡта Аллаһ Тәғәләнең асыуына һәм ләғнәтенә дусар булалар. Шуның өсөнмө Ул уларҙы бар итте?! Шуның өсөнмө Ул уларҙы ризыҡландырҙы? Аллаһ Тәғәләнең ерендә булып, Аллаһ Тәғәләгә көфөрлөк ҡылыр өсөнме?! Аллаһ ризыҡландырған ниғмәттәр менән йәшәп, Уның алдында ширек ҡылыусы мөшриктәр булыр өсөнме ни?! Был – бик ҙур ғәҙелһеҙлек! Аллаһ Тәғәлә уларға асыуланып, ямғыр бирмәй башлай, ризыҡтарын кәметә. Уңыш кәмей, бала табыу һаны аҙая. Ләкин кешеләр бының сәбәбен аңламайҙар һәм тәүбәгә килмәйҙәр.
Шул тәүге ваҡытта Аллаһ Тәғәлә уларға тик Үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыусы, тәрән аҡыллы, киң күңелле Нух ғәләйһиссәләмде ебәрә. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә:
"Беҙ Нухты уның ҡәүеменә ебәрҙек: үҙеңдең халҡыңды, ауыр ғазаптар килмәҫ борон халҡыңды өгөтлә". (71-се сүрә, 1 аят) Нух ғәләйһиссәләм үҙенең ҡәүеме ҡаршына сыҡты һәм:
– «Эй минең халҡым! Ысынында, мин һеҙҙең өсөн киҫәтеүсе һәм өгөтләүсе, дәғүәтсе», – тине. (71-се сүрә, 2 се аят).
– Мин дә һеҙҙең кеүек үк кеше. Минең дә, һеҙҙең кеүек үк ашайһым-эсәһем килә, ҡайһы ваҡыт ауырып та алам, үләсәкмен, Аллаһҡа доға ҡылам һәм зекерҙәр әйтәм. Ни өсөн һуң һеҙ Уға ғибәҙәт ҡылмайһығыҙ һәм Уны зекер итмәйһегеҙ?!! – тип киҫәтә башлай. Шул ваҡытта кешеләр бер ниндәй ҙә аҡлау таба алмайҙар һәм быға ҡаршы бер нәмә лә әйтә алманылар.
Ана шулай, әгәр ҙә бер ерҙә гонаһтар күп ҡылынһа, Аллаһтың әмерҙәре үтәлмәһә, Ул уларҙы ямғырҙан мәхрүм итә. Шул рәүешле Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе гонаһтарҙан туҡтатырға һәм тура юлға күндерергә теләй. Был элек тә шулай булды һәм әле лә шулай. Һәр Аллаһының халҡына ебәрелгән илсеһе һәм пәйғәмбәре Хаҡ Тәғәләнән халҡы өсөн ямғыр һораны һәм Аллаһ мөғжизәһен күрһәтеп Ерҙе һуғарҙы, хәйерле елдәрен ебәреп ямғыр яуҙырып, һыуҙар ағыҙҙы.
Әгәр ҙә әҙәм балалары биш ваҡыт намаҙ уҡыһа, ҡылған гонаһтары өсөн Аллаһтан ғәфү һораһа, зәҡәт һәм ғөшөрҙәрҙе түләһә, Ул уларға күктән үҫемлектәрҙе үҫтереүсе бәрәкәтле ямғыр яуҙырасаҡ. Бының тураһында Ҡөръәндә лә вәғәҙә итә:
«Нух үҙенең халҡына әйтте: «Раббығыҙҙан гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорағыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, Ул ғәфү итеүсе. Шул ваҡытта Ул һеҙгә күктән мул ямғыр яуҙырыр, байлыҡтар һәм балалар бирер, баҡсалар үҫтерер һәм йылғаларҙы сөсө һыу менән тәьмин итер».
Был ваҡиғаларҙан һуң меңәр йылдар үтте. Халыҡ тәүбәгә килде, Аллаһты зекер итте, йәнә онотто, йәнә пәйғәмбәрҙәрен һәм әүлиәләрен ебәрҙе. Был хәлдәр күп тапҡыр ҡабатланды һәм бына һуңғы пәйғәмбәрен, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмде, һуңғы изге китабы Ҡөръән Кәрим менән ебәрҙе.
Мөхәммәд Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әгәр ҙә кешеләр байлыҡтарынан зәҡәт түләмәһә, ғөшөр саҙаҡаһын бирмәһә, улар күктән ямғыр яуыуҙан мәхрүм ителәсәк. Әгәр ҙә хайуандар булмаған булһа, уларға бер тамсы ла ямғыр ҙа яумаҫ ине» (Ибн Мәжжәһ хәҙистәр йыйынтығы).
Тулыраҡ был хәҙис ошолайҙыр: «Әгәр ҙә кешеләр үлсәүҙә хыянат итһәләр – тормоштарында ауырлыҡ күрерҙәр, аҙанға иғтибар итмәһәләр – тыныслыҡ тапмаҫтар, тейешенсә (Аллаһ ҡушҡанса) кейенмәһәләр (ғәүрәттәрен ҡапламалар йә иһә зинаны асыҡтан-асыҡ ҡылһалар) – Аллаһы Тәғәлә уларға күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ауырыуҙар ебәрер, тейешле зәҡәт-ғөшөрҙәр бирмәһәләр – ямғырҙы ваҡытында яуҙырмаҫ (ямғыр яуһа ла, үҫемлек-хайуандар хаҡына булыр)». Үлсәүҙәрҙә хыянат итеүе, уның аҫты-өҫкә килеүҙе нисек аңларға? Ғәҙәттә үлсәү-мизан ул дөрөҫлөк берәмеге, хатта мәхкәмә, хөкөм, суд, прокуратура тигәс тә, унда үлсәү тора. Ул борондан ғәҙеллекте күрһәткән. Һәм хисап көнө еттә килә, ахырзаман алдынан үлсәүҙәрҙең аҫты-өҫкә килер, йәғни дөрөҫлөк тип аталған үлсәүҙәр дөрөҫ күрһәтмәҫ. Шуға күрә кешеләр ялғансыны дөрөҫ һөйләүсе тип әйтерҙәр, ә ысын, хаҡты һөйләгән кешене был ялғансы тип әйтерҙәр; аҡты ҡара тип, ҡараны аҡ тип әйтерҙәр: яҡшылыҡты яуызлыҡ, яуызлыҡты изгелек икән тип әйтерҙәр ти. Бөгөн беҙ шуларҙы күрәбеҙ бит. Изгелектәре, хәйерле эштәре булмаған булмаған кешеләрҙе, түргә күтәреп: «Бына был шәп кеше!»- тип маҡтайбыҙ, ҡаршы бер һүҙҙә әйтмәйбеҙ һәм уны Аллаһы Тәғәләнең ала ҡашҡа тәкәһе тип һанайбыҙ. Ә инде шул әҙәмгә һүҙ күтәргән иманлыны ғәйбәтсе, мосолманға ҡаршы гонаһ ҡылыусы тип ярһыйбыҙ.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә Үҙенең ҡөҙрәтен төрлө миҫалдар менән аңлата. Иң беренсе сиратта Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән Ҡиәмәт көнөнең булыуын һәм үлгәндән һуң терелеү буласаҡлығын иҫбатлай. Мәҫәлән, Был Әл-Ваҡиға сүрәһендә әйтә:
أَفَرَأَيْتُم مَّا تَحْرُثُونَ
أَأَنتُمْ تَزْرَعُونَهُ أَمْ نَحْنُ الزَّارِعُونَ
لَوْ نَشَاءُ لَجَعَلْنَاهُ حُطَامًا فَظَلْتُمْ تَفَكَّهُونَ
"Һеҙ нимә сәсеүегеҙ тураһында уйлайһығыҙмы? Һеҙ уны үҫтерәһегеҙме йәки Беҙ уны үҫтерәбеҙме. Әгәр ҙә Беҙ теләһәк, уны ваҡлап була торған ҡороған хәлгә әйләндерәбеҙ һәм һеҙ быны күреп ғәжәпләнәһегеҙ. «Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ һәләк булыуға дусар ителдек. Беҙ ризыҡтан мәхрүм ҡалдыҡ», — тип әйтәһегеҙ.«(Әл-Ваҡиға: 63-67).
Аллаһ беҙҙе һыу бәрәҡәтенән, ямғыр ниғмәтенән мәхрүм итеп һынай, иманыбыҙҙы, сабырлығыбыҙҙы тикшерә, иманһыҙҙар шөкөр итмәҫтәр микән тей. Ҡыш менән яҙҙы алмаштыра, йәй менән көҙҙө алмаштырып тәбиғәтте үле итә. Йылыһын һәм ямғырын ебәреп бар нәмәне терелтә.
فَانظُرْ إِلَى آثَارِ رَحْمَتِ اللَّهِ كَيْفَ يُحْيِي الْأَرْضَ بَعْدَ مَوْتِهَا إِنَّ ذَلِكَ لَمُحْيِي الْمَوْتَى وَهُوَ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ
Фәңҙур иләә әәҫәри рахмәти-лләәһи кәйфә йүхйил-арда бәғдә мәүтиһәә иннә ҙәәликә лә-мүхйил-мәүтәә үә һүүә ғәләә күлли шәй׳иң ҡадиир.
Аллаһ рәхмәтенең эҙҙәрен үлгән ерҙең терелеп киткәнендә күр. Ысынлап та. Ул үлгәнде терелтә. Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле! Әр-Рум сүрәһе,30/50.
Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
وَالَّذِي نَزَّلَ مِنَ السَّمَاءِ مَاءً بِقَدَرٍ فَأَنشَرْنَا بِهِ بَلْدَةً مَّيْتًا كَذَلِكَ تُخْرَجُونَ
Үәл-ләҙии нәззәлә минс-сәмәә׳и мәә׳әмбиҡадәриң фә׳әңшарнәә биһи бәлдәтәм-мәйтәң кәҙәәликә түхраджүүн.
Кәрәгенсә күктән һыу төшөрөп, Беҙ үлгән илде тергеҙҙек. Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә ҡалҡып сығырһығыҙ! («Әз-Зухруф», 43/11 аят)
Аллаһ Тәғәлә был аяттарҙа миҫал булараҡ тәбиғәттең бер күренешен килтерә. Ул да булһа, ул ерҙә үҫеүсе үҫемлектәр. Ысынлыҡта, орлоҡтан үҫемлекте үҫтереүсе Зат Ул Аллаһ Тәғәлә. Кеше нихәтле тырышмаһын ул үҫемлектәрҙе орлоҡтан сығара алмай. Ул бары тик ултыртыусы ролен башҡарыусы ғына. Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте ҡатнашмаһа орлоҡтан үҫемлектәр шытып сығып, емеш-еләк бирмәҫ ине. Шуға күрә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: Берегеҙ ҙә: „Мин быны үҫтерҙем“, — тип әйтмәһен, ә ултырттым тиһен. Ысынында, үҫемлекте үҫтереүсе Зат ул Аллаһ. (Бәззәр). Әйе, үҙебеҙҙең миҫалдарҙан беләбеҙ: Ағас ултыртабыҙ, бисмиләһен әйтмәйбеҙ, иншаАллаһ үҫер тип әйтмәйбеҙ – һөҙөмтәһе – уңышлы, еүеш тупраҡтағы үҫенте ҡорой, ә таш-ҡая битендә Аллаһ ҡөҙрәте менән ағас үҫә. Ғәләмәт. Ошо аятта Аллаһ:
اعْلَمُوا أَنَّ اللَّهَ يُحْيِي الْأَرْضَ بَعْدَ مَوْتِهَا قَدْ بَيَّنَّا لَكُمُ الْآيَاتِ لَعَلَّكُمْ تَعْقِلُونَ
Иғләмүү әннә-ллааһа йүхйил-арда бәғдә мәүтиһәә ҡад бәй-йәннәә ләкүмүл-әәйәәти ләғәлләкүм тәғҡилүүн
«Белегеҙ: Аллаһ ерҙе уның үлеменән һуң терелтә. Беҙ һеҙгә аяттарҙы аңлаттыҡ. Бәлки, һеҙ аҡылға килерһегеҙ», – тип әйтә. («Тимер» сүрәһе, 57:17).
Ҡоро ерҙе ямғыр яуҙырып терелткән кеүек, Аллаһ Тәғәлә ҡатҡан йөрәктәрҙе лә Ҡөръән аяттары һәм зекер аша йомшарта, терелтә. Хәсән әл-Басригә бер кеше килгән дә: «Әй Әбү Сәғит! Үҙемдең ҡаты бәғерлегемде нишләтергә икән?» – тип зарланған. Хәсән әл-Басри уға: «Йөрәгеңде Аллаһты зекер итеү ярҙамында ирет», – тигән.
Ана шул фани донъяның нәфсеһенә батҡан йөрәктәребеҙҙе иретер өсөн иң башта зекерҙәрҙең иң ҙуры шәһаҙәт кәлимәһен әйтеп: «Ләә иләәһә илләллааһү Мөхәммәдүр-расүлуллааһ», Аллаһыны таныйыҡ. Ошо зекерҙән һәр бер ағзабыҙ үҙ өлөшөн алһын, унан шифа тапһын. Уға ғибәҙәт ҡылайыҡ.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә:
فَاعْلَمْ أَنَّهُ لَا إِلَهَ إِلَّا اللَّهُ وَاسْتَغْفِرْ لِذَنبِكَ وَلِلْمُؤْمِنِينَ وَالْمُؤْمِنَاتِ وَاللَّهُ يَعْلَمُ مُتَقَلَّبَكُمْ وَمَثْوَاكُمْ
Фәғләм әннәһү ләә иләәһә иллә-ллааһу үәстәғфир лиҙәмбикә үә лил-мүьми-ниинә үәл-мүьминәәти үә-ллааһу йәғләмү мүтәҡалләбәкүм үә мәҫүәәкүм.
»Шуны бел, ысынында, Унан башҡа ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы Зат юҡ һәм мөьмин ирҙәр һәм ҡатындар өсөн Аллаһтан ғәфү итеүҙе һора. Аллаһ һеҙҙең көндөҙ һәм төндә ни эшләгәнегеҙҙе белә". (Мөхәммәд – 47/19).
Был аят туранан-тура кешеләргә Аллаһ Тәғәләнең Бөйөк, Ҡөҙрәтле Зат булыуы тураһында әйтә. Быға иң беренсе сиратта Аллаһ Тәғәләнең Барлығына һәм берҙән-бер Бөйөк Зат булғанлығына ишара итеүсе ғәләмәттәр, Уның күркәм исем-сифаттарының мәғәнәләрен белеү кәрәк. Бер хәҙистә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм шулай тип әйткән: «Ысынын да, Аллаһтың берҙән башҡа йөҙ йәғни туҡһан туғыҙ исеме бар. Кемдә кем уны һанаһа Йәннәткә инә». (Бохари).
Аллаһ Тәғәлә мине ғәфү ҡыл, йә Раббыбыҙ тип, тәүбә-истиғфәргә килеп, йөрәгебеҙ менән зекер итәйек, иншаАллаһ доғаларыбыҙ ҡабул булыр.
Истиғфар ҡылыуҙың фазиләте бик күп. Кеше гонаһтарынан таҙара һәм ундай кешегә Аллаһ мул ризыҡ, иҫәнлек-һаулыҡ һәм балалар бирә. Истиғфар ҡылыусы халыҡҡа Аллаһы Тәғәлә бәрәкәтле мул ямғыр ебәрә. Мөхәммәд пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм әйтте: «Кем дә кем күп истиғфар ҡыла, Аллаһ уға һәр ауырлыҡтан һуң еңеллек бирә, һәр ҡыйынлыҡтан сығыу юлын күрһәтә һәм көтмәгән ерҙән уға ризыҡ бирә». Әгәр ҙә гонаһ ҡылған кеше ихластан үкенһә, артабан был гонаһты эшләмәм тип, үҙенә һүҙ бирһә һәм теле менән әстәғфируллаһ, йәғни Аллаһтан ғәфү һорай тип әйтһә, Раббыбыҙ уны ғәфү итә. Әгәр ҙә инде ул теле менән әстәғфируллаһ тип әйтеп, гонаһ ҡылыуынан туҡтамаһа йәки күңеле менән шул гонаһты ҡылырға теләһә, был һүҙҙәрҙе әйтеүҙән файҙа булмаясаҡ. Фудаиль ибн Ғыйәд исемле бер ғалим әйтте: «Гонаһтан туҡтамайынса ғына әстәғфируллаһ әйтеү – ялғансы кешеләрҙең тәүбәһе».
Ана шул тәүбә итеп, Аллаһ Тәғәләгә яҡынайып, Уға зекер итергә онотмайыҡ. «Әл-Исра» сүрәһенең, 44 се аяттында: «Ете ҡат күктәрҙәге бөтөн фәрештәләр, ер өҫтөндәге кешеләр, бәғзе ендәр Аллаһыны маҡтап зекер әйтә. Уны маҡтамаған, зекер итмәгән кем дә, бер нәмә лә (хатта йәнһеҙ есемдәр ҙә) юҡ. Аллаһ Ул — сабыр һәм ярлыҡаусы», — тиелгән.
Тимәк, ғаләмдәге бөтә мәхлүкәт, бөтөн тере йән эйәләре уның хужаһы Аллаһы Тәғәләне үҙ телдәре менән зекер итәләр икән, һис шикһеҙ, кеше, бөтә тормош эйәләре кеүек үк, Раббыһын зекер итергә тейеш. Йәшәйешебеҙҙең һәр миҙгелендә Уға мохтаж булған кешеләр Аллаһыны иҫкә алып зекер итергә тейеш, был — беҙҙең төп вазифаларыбыҙҙың береһе.
Әгәр кеше рәхәт һәм тыныс көндәрендә Раббыһын иҫкә алһа, Аллаһы Тәғәлә уны ауыр, яфалы көндәрендә хәтеренә лә төшөрәсәк, иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Быға бына бер миҫал: Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең зекерселәре һәм муллалар йыйылып ошо ҡоро йылда бер ауылда күмәкләп зекер әйтәләр. Шунан һуң интернет селтәрҙәрендә ошондай шатлыҡлы хәбәр тарала:
Хәйерле иртәләр!
Барығыҙ ҙа ҡыуанһындар тип мин дә хәбәр һалайым әле. Иҫләйһегеҙҙер, Ғәфүри районында Ташаҫты һәм Тайыш ауылдары терәлеп торған Уҡлыҡая тауында зекер әйтелгәйне. Видеолар ҙа һалғайныҡ.
Кисә Тайыш ауылына бал алырға барған инек. Шәмсетдин бабай менән Әсмә инәйгә. Инәй һөйләй: «Беҙҙә бер хиҡмәт булды бит әле. Бер көндө, ҡаты эҫелек араһында, матур итеп ямғыр яуып торҙо. Бер болот, беҙҙең ауыл өҫтөндә эленгән кеүек торҙо ла бер нисә сәғәт яуҙы ла яуҙы. Һеңдергәнсе яуҙы. Күрше Имәндәш менән Ҡарағайҙан шылтыраталар, ниңә был болот һеҙгә ҡағылып ҡуйған кеүек тора ла тора ул тейҙәр?! Яуа! — тим тегеләргә...»
Баҡтиһәң, зекер үткәргәс бер-нисә көндән һуң булған булған икән был хәл. Ололар беҙҙең килеп киткәнде белмәгән дә инеләр. Ә 3-4 көн элек ураган үткән. Шул уҡ күршеләрҙең өй ҡыйыҡтарын алып һелтәгән. Ә был ауылда — тыныс! Аллаһ бөйөк!🙏
هُوَ الَّذِي أَنزَلَ مِنَ السَّمَاءِ مَاءً لَّكُم مِّنْهُ شَرَابٌ وَمِنْهُ شَجَرٌ فِيهِ تُسِيمُونَ
يُنبِتُ لَكُم بِهِ الزَّرْعَ وَالزَّيْتُونَ وَالنَّخِيلَ وَالْأَعْنَابَ وَمِن كُلِّ الثَّمَرَاتِ إِنَّ فِي ذَلِكَ لَآيَةً لِّقَوْمٍ يَتَفَكَّرُونَ
Һүүәл-ләҙии әңзәлә минәс-сәмәә׳и мәә׳әл-ләкүм минһү шәраабүү-үә минһү шәджәруң фииһи түсиимүүн.
Йүмбитү ләкүм биһиз-зарғә үәз-зәйтүүнә үән-нәхыиилә үәл-әғнәәбә үә мин күллиҫ-сәмәраати иннә фии ҙәәликә лә׳әәйәтәл-лиҡаумий-йәтәфәккәруун.
Аллаһ күктән ямғыр яуҙырып һеҙгә йылғалар бар итә, шунан һеҙ эсәһегеҙ, хайуандарығыҙҙа шунан эсә.
Шул һыу менән Ул һеҙгә иген, зәйтүн, йөҙөм һәм башҡа төрлө емеш үҫтерә. Ысынлап та уйлаған кешегә бында аят бар. Нәхел сүрәһе,16/10.
Бында уйланырға сәбәп бар, ни арҡала был мөғжизә булды тип, тип аңһыҙҙар ғына быға иғтибар бирмәҫ һәм үҙ нәфсе теләктәрен, фани донъяларын ҡайғырта биреп йәшәй бирерҙәр, өҫтәренә ҡайғы-бәлә төшкәнсе. Шунан һуң үкенерҙәр, тик һуң булыр. Икенсе бер миҫал: Торатау гәзитенән (Ҡоролоҡтан ҡотолоу юлы бер). Булған хәл. Туҡһан бишенсе йылдарҙа, Силәбе өлкәһе, Ҡыҙыл районында совхоз директоры Анисимов ҡоролоҡ менән көрәшеү әҙәм балаларының хәленән килмәйәсәген, хәлдәренең мөшкөл икәнлеген аңлап ... Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итергә була.
Һәр нәмә Аллаһ теләге менән була, Аллаһ теләмәһә бер нәмә лә булмай, — тигән хаҡлыҡты Анисимов бик яҡшы аңлаған, күрәһең.
Йәйҙең бер көнөндә Анисимов ауылдың аҡһаҡалдарын йыйып ала һәм уларҙы хөрмәт итеп, үҙен борсоған һорауҙы күтәреп сыға, кәңәш һорай:
- Ямғыр яуһын өсөн Аллаһҡа нисек мөрәжәғәт итергә кәрәк?
Мосолман аҡһаҡалдар Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан килтерергә кәрәк, зекерҙәр әйтеп, Аллаһыға мөрәжәғәт әйтергә кәрәк икәнлекте яҡшы итеп аңлатып бирәләр.
Совхоз директоры Анисимов иң һимеҙ, иң яҡшы атты һайлап, ҡорбан салырға ҡуша.
Ҡорбан итенән ҡаҙаҡса бишбармаҡ бешереп бөтә ауыл халҡы ҡунаҡҡа саҡырыла. Ҡорбан ашын ашағас, мосолмандар истиска намаҙын уҡып (әле ул ваҡытта намаҙ уҡыусылар һаны бик аҙ ине) ҡулдарын күтәреп Аллаһ Тәғәләнән ямғыр биреүен һорап доға ҡылалар. Шулай уҡ уларҙың артында баҫып торған ауылдың күп милләтле (ҡаҙаҡ, татар, башҡорт, урыҫ, сыуаш, белорус һ.б) халыҡтарынан торған ауылдаштар берҙәм ҡулдарын күтәреп, ихлас күңел менән, бер Аллаһтан ялбарып ямғыр һорайҙар.
Доға ҡылып Аллаһҡа ялбарғандан һуң өс сәғәт самаһы ваҡыт үткәс ҡойоп ямғыр яуа башлай. Шифалы ямғыр ике көн ҡойоп яуа: һарғая башлаған баҫыуҙар, иген яландары, ағастар һәм бар тәбиғәт йәм-йәшел булып йәшәрә...
اللَّهُ الَّذِي يُرْسِلُ الرِّيَاحَ فَتُثِيرُ سَحَابًا فَيَبْسُطُهُ فِي السَّمَاءِ كَيْفَ يَشَاءُ وَيَجْعَلُهُ كِسَفًا فَتَرَى الْوَدْقَ يَخْرُجُ مِنْ خِلَالِهِ فَإِذَا أَصَابَ بِهِ مَن يَشَاءُ مِنْ عِبَادِهِ إِذَا هُمْ يَسْتَبْشِرُونَ
Аллааһул-ләҙии йурсилүр-рийәәхә фәтүҫииру сәхәәбәң фә-йәбсүтуһү фис-сәммәә׳и кәйфә йәшәә׳ү үә йәджғәлүһү кисәфәң фәтәральүәдҡа йахруджү мин хыиләәлиһи фә׳иҙәә әсаабә биһи мәй-йәшәә׳ү мин ғәбәәдиһии иҙәә һүм йәстәбшируун.
Аллаһ елдәрҙе ебәреп, болот сығарта. Уларҙы Үҙе теләгәнсә күк йөҙөнә таратып, киҫәк-киҫәккә бүлгеләй. Шунан һин болот араһынан ямғыр яуғанын күрәһең. Шул ямғырҙы Үҙе теләгән ҡолдарына ебәргәндә, улар шатлана. «Әр-Рум» 30/48-49 аяттары).
Мәшһүр сәхәбә Ғәли ибн Әбү Талиб: «Ниғмәт шөкөр итеү менән килә, ә шөкөр итеү иһә ниғмәттең күбәйеүе менән бәйләнгән. Улар бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйләнгәндәр. Ҡол шөкөр итеүсе булғанда, Аллаһы Тәғәлә бер ҡасан да ниғмәтте арттырыуҙан туҡтамай», —тигән.
Шуға Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып шөкөр итеп Раббыны зекер ҡылайыҡ, дини белемгә ынтылайыҡ, доға үә ғибәҙәтте артырайыҡ.
Имам Әбү Хәнифәнән: «Һин ғилемде нисек алдың?» — тип һоранылар. Ул: «Аллаһыға хәмед әйтеүем һәм шөкөр итеүем сәбәпле алдым. Ғилемем артҡан һайын, мин Аллаһыны маҡтаным һәм уға шөкөр иттем, Ул минең ғилемде тағы ла арттырҙы», — тип яуап бирҙе. (Ибн Мәл-лух. «Әл-вәсилә ли хифзыйл-куръәнил-кәрим»).
Яҡшылыҡҡа шөкөр итеүҙән кешеләрҙе бары тик наҙанлыҡ һәм ғәмһеҙлек, вайымһыҙлыҡ ҡына тыя. Шул сәбәпле улар шөкөр итеүгә лайыҡ яҡшылыҡтарҙы белмәйҙәр. Йәки белһәләр ҙә, бының өсөн: шөкөр итеү «Аллаһыға рәхмәт» тип әйтеүҙән ғына ғибәрәт тип уйлайҙар. Шөкөр итеүҙең ысын асылы — Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу икәнен белмәйҙәр һәм белергә лә теләмәйҙәр. Улар нәфсегә һәм шайтанға эйәреүселәр булалар. «Әл-Ғәләҡ» сүрәһе, 6-8 се аяттарҙа Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Наҙанлыҡтан һаҡлан! Кеше барыбер аҙғынлыҡта хаттин ашар. (Байып алғас, мин Аллаһыға мохтаж түгелмен тип), тағы аҙыр. (Әй, әҙәм, яуап тоторға) һин Аллаһ хозурына ҡайтасаҡһың».
Шул наҙанлыҡтары арҡаһында сәләфит-ваһһабийҙәр беҙҙе зекерҙәрҙән тыйырға маташалар. Зәйнулла Расүлев ишан: Уларҙың ғалиме Ибн Тәймиә — Аллаһты зекер итмәгеҙ, — тигән һәм Аллаһтың аяттарына ҡаршы сыҡҡан әҙәм ул — тигән.
Башҡа төр ғибәҙәттәрҙең билдәле бер генә ваҡыты бар. Ләкин зекер бер нәмә менән дә сикләнмәй. Уны һәр ерҙә, һәр ҡасан ҡылып була. «Әл-Ғимран» сүрәһенең 191-се аятында Аллаһы Тәғәлә: «Улар Аллаһы Тәғәләне аяҡ өҫтөндә, ултырғанда, хатта ятҡанда ла зекер итәләр», — тип әйт.
Былар барыһы ла кешенең үҙ ихтыяры менән ҡылынған зекерҙәр. Ләкин икенсе ихтыяри зекерҙәр ҙә бар. Кешеләр уларҙан хәбәрҙә түгел. Тәнебеҙҙең һәр бер ағзаһы, хатта ағзаның кескенә бер күҙәнәге лә үҙе мохтаж булған нәмәләрҙе Хаҡ Тәғәләнән һорай, уны үҙ теле менән зекер итә. Тимәк, кеше Аллаһты зекер итмәгән тәҡдирҙә лә, уның тәне даими рәүештә зекер итеү хәлендә икән.
Зекерһеҙ ғибәҙәт булмай. Ғибәҙәт зекер менән биҙәлә. Зекерҙең бөтә төрҙәрен дә бергә тупланған иң ҙур ғибәҙәт, әлбиттә, — намаҙ! Был һүҙҙәргә дәлил булараҡ, «Та һа» сүрәһенең 14-се аятында Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Мине зекер итеү өсөн намаҙ уҡы!».
Әгәр ҙә һин: «Аллаһыны иҫкә алыуҙың еңел булыуына ҡарамаҫтан, ни өсөн был ауыр булған башҡа ғибәҙәттәрҙән күркәмерәк һәм файҙалыраҡ? » —тип һораһаң, быға былай тип яуап биреп була: йөрәк ҡатнашында даими иҫкә алыу ғына кешегә тәьҫир итә һәм уға файҙа килтерә. Ә йөрәк иғтибарһыҙлыҡ күрһәтеп, телдең генә иҫкә алыуынан файҙа бик аҙ. Аллаһыны иҫкә алғанда йөрәктең даими ҡатнашыуы бөтә төр ғибәҙәттәр өсөн шарт булып тора.
Зекерҙе йәшерен әйтеү— зекерҙең сөннәтенән булыр. Йәшерен зекер асыҡ зекерҙән етмеш өлөш артыҡ булыр. Йәшерен зекер башҡаларға беленмәҫ, бәлки, хуш еҫ менән генә беленер. Күңелдең әҙер булыуы, серҙең пак булыуы — зекерҙең шарты.
Иҫән-һау икәнбеҙ, сәләмәтлек бар икән — тағы ни кәрәк?! Ризыҡты Аллаһ биреүсе, Йәйгеһен ямғырҙарҙы һәм ҡышҡыһын ҡарҙарҙы яуҙырыусы, һыуҙарыбыҙҙы шифалап, тәндәребеҙҙе паҡлаусы. Уға ғына тәүәккәл ҡылып, Ул ҡушҡанса йәшәргә тырышайыҡ. Гонаһтарға тәүбә ҡылһаҡ, намаҙҙы уҡыһаҡ, Аллаһҡа тәүәккәл ҡылһаҡ, һәр саҡ зекерҙә булһаҡ, булғанына шөкөр итһәк, дин ҡәрҙәштәребеҙ, туғандарыбыҙ менән аралашып, күркәм мөғәмәлә булһаҡ, йәтимдәрҙең, ярлыларҙың, фәҡирҙәрҙең, ауырыуҙарҙың хәлен белһәк, уларға ярҙам итһәк, инша Аллаһ, Раббыбыҙ ризығыбыҙҙы киңәйтер, иманыбыҙҙы артырыр, мул уңыштар бирер. Изге эштәребеҙҙә бер-беребеҙгә ярҙамсы булып Ислам динендә йәшәргә, донъянан үткәндә: «Ләәә иләәһә илләллааһү Мөхәммәдәр-рәсулуллаһ», — тип иман менән үтергә һәм Аллаһтың йәннәттәрендә осрашырға насип итһен. Әмин.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ зекер тураһында: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/p%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99-zeker-tura%D2%BBynda.html
Истиска намаҙы һәм хөтбәһе тәртибе: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/istiska-nama%D2%99y-%D2%BB%D3%99m-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe-t%D3%99rtibe.html
Хатмүүл хаүәәджәгәән — хатмүл хуаджаган (Кесе йома зекере): https://nazir1965.com/do%D2%93alar/xatm%D2%AF%D2%AFl-xa%D2%AF%D3%99%D3%99dzh%D3%99k%D3%99%D3%99n-xatm%D2%AFl-xuadzhagan.html
Аллаһты зекер итеү: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/alla%D2%BBty-zeker-ite%D2%AF.html