Мәрхүмдәргә ҡылынған әжер-сауап
Мәрхүмдәр өсөн уҡытылған Ҡөрьән, бирелгән саҙаҡа, ҡылынған хаж, тотолған ураҙа һ.б уларға ирешәме? Был мәсьәлә элек-электән мосолмандарҙы борсоған. Имам Тәхәүи 700 йыл элек ошо мәсьәләне ентекләп тикшереп яҙып ҡалдырған. Ҡайһы бер ғалимдар, ирешмәй, кеше үҙе тере саҡта ғына сауаптар ҡылып ҡалырға тейеш, тип һанаған. Былар — Имам Малик үә имам Шафиғи. Ләкин Әбү Хәнифә үә Әхмәд ибн Хәнбәл, киреһенсә, мәрхүмгә сауаптар ирешә тигән. Мәрхүмдәр өсөн истиғфар ҡылыу (ғәфү һорау), доға ҡылыу, саҙаҡа биреү, хаж ҡылыу буйынса бөтә ғалимдар ҙа бер фекерҙә: мәрхүмдәргә ирешә, уларға файҙалы. Ғалимдарҙың фекере фәҡәт тән менән ҡылынған ғибәҙәткә ҡарата ғына айырыла. Мәҫәлән, намаҙ, ураҙа, Ҡөрьән уҡыу, зекер әйтеү. Быларҙы имамыбыҙ Әбү Хәнифә мәрхүмгә ирешә тигән дәлилдәрен килтергән.
“Элгәре килгәндәр әйтерҙәр: “Раббым беҙҙе үә беҙгә тиклем килгәндәрҙе ярлыҡа!..”
Был аяттарҙан күренә: Аллаһ Тәғәлә Үҙе мәрхүмдәргә доға ҡылырға өйрәтә, тимәк мәрхүмдәргә был ирешә.
Сүнән Әбү ДауытТа) килтерелә: пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм мәйеттер ҡәбере ҡырында баҫып торғанда кәңәш итеп: “Ҡәрҙәшегеҙ өсөн истиғфар һорағыҙ, ныҡлыҡ һорағыҙ. Сөнки унан хәҙер Һорау ала башлаясаҡтар", — тигән. Шуға оҡшаш хәҙистәр «Сахих Мөслим»дә лә бар.
Ғәйшә радыяллаһү ғәнһәнән риүәйәт: бер сәхәбә килеп пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмгә: "Минең әсәйем ҡапыл үлеп китте. Әгәр әйтә алһа, моғайын, саҙаҡа өләшергә ҡушыр ине. Мин уның исеменән саҙаҡа бирһәм, уға сауабы ирешерме?” – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: “Эйе, ирешер”, тигән. (Сахих Бохари, сахих Мөслим).
Сәғд ибн Ғүбәйдәһ пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән һораған: “Мин өйҙә булмағанда, минең әсәйем үлеп киткән. Уның исеменән саҙаҡа бирһәм, уға файҙаһы булырмы? Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: “Эйе”, — тип яуаплаған. Шунда Сәғд ибн Ғүбәйдәһ әйткән: “ Шаһит булығыҙ, уңдырышлы баҡсамды әсәйем исеменән саҙаҡа итеп бирҙем.” (Сахих Бохари)
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әгәр берәйһе үлһә үә уның тотолмаған ураҙалары ҡалған булһа, ҡазаһын (ҡалмыш ураҙаларын) вәлиһе тотһон.» (Сахих Бохари, сахих Мөслим)
Ибн Ғәббәстән риүәйәт: Джүһәйнә ҡәбиләһенән бер ҡатын, килеп: «Минең әсәйем хаж ҡылырға нәҙер әйтеп үлеп китте. Мин унын өсөн хаж ҡыла аламмы?», -тип һораны.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Уның исеменән хаж ҡыл. Әгәр әсәйендең бурысы ҡалһа, бирер инеңме? Шулай уҡ Аллаһ алдындағы бурыстарығыҙҙы ла түләргә кәрәк. Аманаттарҙы алырға иң лайыҡ булған Зат-Аллаһ Тәғәлә».
Ғәйшә радыяллаһү ғәнһә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис- сәләмдән һораған: «Ҡәбер әһелдәре өсөн һеҙ нимә уҡыйһығыҙ?» Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм:
الشَّلالمُ عَلَيْكُمْ أهْلَ الدِّيارِ مِنَ المؤْمِنينَ وَالْمُسْلِمين، وَإنّا إِنْ شاءَ اللهُ بِكُمْ لاحِقون، نَسْاَلُ اللهَ لنا وَلَكُمْ العافِيَة
«Тыныслыҡ һеҙгә (әссәләмү ғәләйкүм), мөъминдәрҙән һәм мосолмандарҙан булған ҡәбер хужалары! Ысынлыҡта, беҙ ҙә һеҙгә ҡушыласаҡбыҙ, Аллаһ теләһә. Аллаһы Тәгәләнән үҙебеҙ өсөн дә, һеҙҙең өсөн дә ҡотҡарыу һорайбыҙ», -тип өйрәткән.
Ижмағ буйынса иһә, бөтөн мәҙһәб ғалимдары ла йыназа намаҙын инҡар итмәй, ә унда мәрхүмдәр өсөн доға ҡылына.
Ҡөрьән уҡыуҙы бәғзе ғалимдар мөстәхәб ти, ә ҡайһылары бидғәткә сығара. Килтерелгән, дәлилдәргә ҡараһаҡ, шуныһы ап-асыҡ: һәр изге ғәмәл мәрхүмгә ирешә. Хаж, ураҙа, саҙаҡа ирешкәс, ни өсөн Ҡөрьән уҡыу ирешмәһен? "Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең хәҙисендә әйтелгәнсә, мәрхүмгә, балаһы Ҡөрьән уҡыған өсөн, башына бик нурлы, затлы таж "(корона) кейҙерерҙәр. Хатта үлгән кеше ни өсөн бындай ихтирам булыуына аптырар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Ә үҙе Ҡөрьән уҡыусыға ни булыр һуң?!» — тип өмөтләндергән.
Ин шә Аллаһ, мәрхүмдәргә еңеллек килер. Әммә шуны оноторға ярамай: мулланы яллап уҡытыу ғына түгел, үҙебеҙгә Ҡөрьән уҡырға кәрәк. Уҡығаныбыҙ әҙ булһа ла, мәрхүм булған туған-тыумасаларыбыҙға ирешер, ин шә Аллаһ.
“Доға китабы” Ильшат Хафизи