Хәҙистәр

                                                      Хәҙистәр

     *Аллаһы Тәғәлә үҙенең бер бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтияжын юнәлтә, кешеләр уға үҙҙәренең төрлө мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итерҙәр.
     *Кем һүҙен сәләм биреүҙән башлай, шул — Аллаһы Тәғәләгә һәм Расүленә иң яҡын кеше.
     *Кем һуҡырҙы ҡырҡ аҙым ер етәкләп илтә, шуға йәннәт уажиб (тейеш).
     *Нисек кенә булмаһын, һаранлыҡ тигән ауырыу — иң ауыр сир.
     *Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.
     * Ғабдулла ибн Ғамр раҙийәллаһу гәнһумә риүәйәт ҡыла: — “Бер көнө минең яңға рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм керҙе һәм әйтте”. “Миңә һинең көндәр буйы ураҙа тотоуың һәм кистәрен ғибәдәттә уяу тороуың хаҡында хәбәр бирелмәнеме?” — тине. Мин: — “Эйе” — тип яуап бирҙем. Ул миңә: — “Быны эшләмә, уның урынына төндөң бер өлөшөн уяу тор, ҡалғанын йоҡла. Ураҙа тот ҡайһы бер көндәрҙә, башҡа көндәрҙә ураҙала булма. Сөнки һинең тәнеңдең дә хаҡы бар, күҙеңдең дә хаҡы бар, ағзаларыңдың да хаҡы бар, ҡатыныңдын да хаҡы бар, килгән ҡунағыңдың да хаҡы бар” — тип әйтте.
     *Намаҙ — диндең терәге.

     *Әбү Сәғид м-Худри раҙийаллаһү ғәнһү риүәйәт ҡыла. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйткән: — “Кем дә кем Аллаһы Тәғәләгә һәм ҡиәмәт көнөнә иман килтерә, килгән ҡунағына хөрмәт күрһәтһен”. Быны пәйғәмбәребеҙ өс мәрәтәбә ҡабатланы. Шул ваҡыт бер кеше: — “Ҡунаҡты хөрмәт итеү нисек була? ” — тип һораны.
     Пәйғәмбәребеҙ яуап бирҙе: — “Өс көн ҡунаҡ итеү уның хаҡын үтәү була. Өс көндән артҡаны һинең өсөн саҙаҡа була”.
     *Берәр кеше ғилем өйрәнеү юлына аяҡ баҫһа, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәгә йәннәткә кереү юлдарын еңеләйтер.
     *Саҙаҡаларҙың иң хәйерлеһе – телде һаҡлау
     *Әбү Мәлик әл — Әшғәри разийәллаһу гәнһү рәсүлүллаһ ғәләйһис- сәләмдән риүәйәт ҡыла. Таҙалыҡ, паклыҡ (йыуыныу, истинжә ҡылыу, тәһәрәт алыу, ғөсөл ҡылыу, һауыт-һабаны таҙа тотоу, ишек алдын таҙартып тороу, күңеленде һәр төрлө насарлыҡтан һаҡлап саф тотоу) — имандың яртыһы.
     *Өҫтәрегеҙҙе кейгән кейем кеүек, күңелдәрегеҙҙәге иман да иҫкерә, туҙа. Уны яңыртып тороғоҙ.
     *Ғәлимдәр пәйғәмбәребеҙҙән мираҫ алыусылар.
     *Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәткә шөкөр итеү, ул ниғмәттең бәрәкәтле булыуына һәм артыуына сәбәп булыр.
     *Кешеләрҙең иң яҡшыһы-ғүмерҙәре оҙон булып, ҡылған ғәмәлдәре яҡшы булғаны.
     *Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклө кеше — үҙ ҡатыны һәм балаларына күп файҙа килтергән, күп ярҙам иткән кеше.
     *Тыуғанлыҡ ептәрен өҙгән һәм күрешеләрен рәнйеткән ике төрлө кешегә ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә рәхмәт күҙе менән ҡарамаҫ, үҙ рәхмәтенән ситләштерер.
     *Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклө һәм хөрмәтле йорт — йәтимдәргә хөрмәт күрһәтелгән йорт.
     Ҡөрьән Кәрим: Ғәләм тәрбиәсеһет Аллаһы Тәғәләнең күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙы белеп торғанын белмәйһеңме ни һин? Өс кеше араһында йәшерен һөйләшеү булһа, дүртенсеһе — Ул, биш кеше араһында булһа, алтынсыһы — Ул. Бынан аҙыраҡ йәки күберәк булғанда ла, улар ҡайҙа булһалар ҙа — Ул улар менән бергә. Бының һуңында, ҡиәмәт көнөндә, Аллаһы Тәғәлә хәҙрәте уларға нимә эшләгәндәрен хәбәр итер. Аллаһы Тәғәлә һәр — бер нәмәне белә. (Әл-Мужәдәлә сүрәһе — 7 аят).
     Доға: “Әй Раббым! Ата-әсәйемдең гонаһтарын ғәфү ит, сабый ваҡытымда мине нисек мәрхәмәт, шәфҡәт менән тәрбиәләп, рәхмәт күрһәткән шикелле, уларға рәхмәт ҡыл”.
     Ҡөрьән Кәрим: Ысынлап та, Раббым үҙ ҡолдарынан теләгән кешегә ризыҡты киң һәм мул итеп бирә, һәм ҡайһы берҙәренә ризыҡты миҡдарлап ҡына бирә. Әгәр һеҙ Аллаһы Тәғәлә биргән ризыҡтарҙан мохтаждарға өлөш сығарһағыҙ, Ул уның урынына арттырып бирер. Ул ризыҡ биреүсенең иң яҡшыһы. (Сәбә сүрәһе — 39 аят)
     *Йома көнөндә шундай бер ваҡыт бар, әгәр бер кешенең доға ҡылыуы шул ваҡытҡа тап килһә, уның доғаһы һис шикһеҙ ҡабул булыр.
     *Доға — рәхмәт асҡысы, тәһәрәт- намаҙ асҡысы, намаҙ — йәннәт асҡысы.
     *Кемдәр мосолман ҡәрҙәшенә берәр төрлө зарар итеп золомлоҡ ҡылған булһа, уны был донъяла ваҡытта уҡ бәхилләтһен, бер ниндәй динар һәм дирһам менән бәхилләшеү мөмкин булмай торған көн килмәҫтән элек. Әгәр изгелеге булһа, уның изгелегенең сауабын алып мазлумға бирелер ул көндә, әгәр изгелеге золомды ҡапларлыҡ миҡдарҙа булһа. Әгәр золом ҡылыусының сауаптары золомды ҡапларлыҡ миҡдарҙа булмаһа, мазлумдың гонаһтарын золом ҡылыусыға йөкләнер.
     *Иман тәмен, ләззәтен өс сифаты булған кеше тойор һәм ләззәтләнер. Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтен һәм уның рәсүле Мөхәммәд ғәләйһис- сәләмде башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ яратыусы һәм Аллаһы Тәғәләгә иман килтереү бәрәкәтендә йәһәннәм утынан ҡотолғас, иманһыҙлыҡҡа кире ҡайтырға теләмәүсе кеше. (Имам Бохари. Имам Мөслим.)
     *Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыл, гүйә һин Уны күреп торған кеүек. Әгәр ҙә һин уны күрмәһәң, Ул һине һәр ваҡытта күреүселер.
     Ҡөръән Кәрим: Ысынлап та Аллаһы Тәғәләнен китабын уҡыусылар, намаҙҙа тороусылар Беҙ биргән ризыҡтарҙан йәшерен рәүештә лә, асыҡ рәүештә лә өлөш сығарыусылар, Аллаһы Тәғәлә алдында юғалмай торған һатыу итеүгә ышаналар. (Әл-Фатир сүрәһе, 29 аят).
     *Изге ниәт — ғәмәлдән хәйерлерәк.
     *Кешенән бурыс алып торған кеше бурыстарын ҡайтарғансы, Аллаһы Тәғәлә бурысҡа алып тороусылар менән бергә булыр, бурысын ҡайтарыу өсөн ярҙамда булыр. Ә инде бурыстарын ҡайтарып бирерлек хәлдә лә бурыстарын ҡайтармаһалар, Аллаһы Тәғәләнең нәфрәте булыр
     *Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллал-лаһү ғәләйһи үә сәлләм әйткән: — "Өс төрлө нәмәнең хаҡ булыуын Аллаһы Тәғәлә менән ант итеп әйтәм саҙаҡа биреүҙән бәндәнең малы кәмемәй, хаҡһыҙға йәбер-золом күреп тә шуға сабыр итә белгән кешенең ҡәҙер — хөрмәте Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында арта ғына бара, әгәр берәр кеше ас күҙлек күрһәтеп, һораныу, хәйерселәү, теләнселәү ишеген асһа, Алаһы Тәғәлә уның бары мохтажлығын ғына арттырыр”.
     *Матур яҙыу — ғилемдең яртыһы.
     Ҡөръән Кәрим: Әй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһы Тәғәләгә тәҡүәлек ҡылығыҙ, уның бойроҡтарын үтәгеҙ, тыйғанынан тыйылығыҙ, Уның рәсүленә иман килтерегеҙ. Ул һеҙгә Үҙ рәхмәтенән ике өлөш бирер, һеҙгә йөрөр өсөн яҡтылыҡ яһар һәм һеҙҙе кисерер. Аллаһы Тәгәлә — ярлыҡаусы, рәхимле. (Әл-Хәдид сүрәһе — 28 аят).
     *Өммәтемдән бер кеше Рамаҙан шәриф айын тулыһынса ураҙа ғибәҙәтен еренә еткереп үтәһә, һуңынан шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, гүйә ки бер йыл дауамында нәфел ураҙаһы тотҡан сауабына ирешер.
     *Хәләл ризыҡ эҙләү һәр мосолман өсөн фарыз
     *Әбү Дәрдәъ риүәйәт ҡыла: Мин пәйғәмбәребеҙҙең әйткәнен ишеттем: — “Әгәр бер кеше ағас ултыртһа, уны тәрбиәләп, бағып емеш биреүенә ирешһә, ул ағастың һәр-бер емеше миҡдарында сауап яҙылыр”.
     *Аллаһы Тәғәлә — гүзәл, гүзәллекте һөйә
     *Әҙәм балаһы донъянан әхирәткә күсеп вафат булғандан һуң бөтә ғәмәле киҫелә. Әммә бер нисә ғәмәле үҙе вафат булғандан һуң да ғәмәл дәфтәренә яҙылыу дауам итә, үҙе белгән ғилемде башҡаларға өйрәткән булһа, Ҡөрьән Кәрим китабын бүләк итеп ҡалдырған булһа, ғөмүм йәмғийәт файҙаһына эштәр эшләп ҡалдырһа, ҡойо-ҡоҙоҡ ҡаҙып ҡалдырһа, иманлы, әхлаҡлы, тәрбиәле балалар ҡалдырһа.
     *Иң күркәм иман — сабырлыҡ менән йомартлыҡ.
     *Бер кеше асыуланғанда үҙен тыйып ҡала алһа, Аллаһы Тәғәлә уның үҙенә лә асыуланмаҫ. Телен тыя белһә, Аллаһы Тәғәлә уның үҙенең дә серҙәрен һаҡлар.
     *Тыуғандар менән ҡәрҙәшлек ептәрен өҙмә.