Яуҙа үлгәндәр шәһитме? Иман
Бөгөн интернет киңлегеңдә лә һәм былай аралашҡанда ла берәй һалдат үлгәнен ишетһәләр: урыны йәнәттә булһын тип әйтеп ҡуялар. Был дөрөҫмө?
Кеше ҡайһы осраҡта шәһит үлеме менән үлгән булып иҫәпләнә? Әйҙә ошо мәсьәләләрҙе ҡарап үтәйек. Әйе донъябыҙҙан шәһит китеүселәр һәм шәһит үлеме менән үлеүселәр бар. Эс ауыртып, утта янып, һыуға батып үлеү ҙә шәһиттәр үлеме менән китеүгә инә. Сөнки кеше ғаҙапланып үлә. Ҡатын-ҡыҙҙар бала тапҡанда йән бирһә, шәһиттәр үлеме менән киткән булып иҫәпләнә. Бындай үлемдәрҙең ябай үлемдән айырмалығы ниҙә һуң? Шәһит китеүселәр һәм шәһит үлеме менән үлеүселәр хисап бирмәйенсә, туранан-тура йәннәткә инәләр, тиелә.
Динһеҙ әҙәмде, эскән көйө янып-батып йә иһә аварияға эләгеп үлгән кешене шәһит үлеме менән үлде тип әйтә алмайбыҙ. Бисмилләһине әйтә белмәгән иманһыҙ кеше һуғышта үлһә лә шәһит булмай һәм йәннәткә инмәй, уға ҡырҡ таҡтаташ йәки һынын майҙандарға ҡуйып, донъяға исемен таратһаңда.
Шәһит булып китеү йәки шәһиттәр үлеме менән үлеү өсөн, ысын мосолман булыу шарт! Ә мосолманлыҡ иман менән үлсәнә!
ليس الإيمان بالتمني ولا بالتحلي، إنّما الإيمان ما وقر في القلب وصدّقه العمل
“Иман ул хыял-хыял түгел, был биҙәнеү әйбере лә түгел. Иман ул ҡәлебтә тамырланып ғәмәлдәр менән иҫбатланған хистер" (Хәсән Әл-Басри) – йәғни иман ул, мин мосолман, Аллаһҡа үҙемсә ышанам кенә һөйләнеп кенә йөрөү түгел. Шулай уҡ тышҡы ҡиәфәт менән башҡа түбәтәй кейеп мосолманса кейенеп йөрөү ҙә түгел. Иман ул һинең йөрәгеңдә, күңелеңдә тамырланған хис, тойғо. Ул һинең күңелеңдә хаталанғанда һәм изгелек ҡылғанда «хәрәкәтләнеп» торған хис.
Пәйғәмбәребеҙҙең: «Кем дә кем «Ләә иләәһә илләллааһ Мөхәммәдүр-расүлуллаһ» тип әйтһә, ул кеше йәннәтле булыр», — тигән хәҙисе бар һәм «Ләә иләәһә илләллааһ», йәғни «Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ», — тип иман килтереп үҙебеҙҙе хаҡ мосолман икәнебеҙҙе раҫлайбыҙ. Ошоно әйтә белмәгәндәрҙе, мәғәнәһен аңламағандарҙы, ҡоро әйтеп тә Аллаһы барлығына ышанмағандарҙы мосолман тип әйтә алмайбыҙ.
«Ләә иләәһә илләллааһ»- ның мәғәнәһенә килгәндә «Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ» тигән һүҙ. «Мөхәммәдүр-расүлуллаһ»ның мәғәнәһе: «Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм — Аллаһы тарафынан динде кешеләргә еткереүсе илсе». Йәғни Аллаһының барлығына, берлегенә инандым. Уның ҡушҡандарын үтәйем, тыйғандарынан тыйылам. Уның фәрештәләренә, китаптарына, бөтә пәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә, тәҡдиргә иман килтерҙем, тип әйтәбеҙ. Шуға күрә беҙ ошо һүҙҙәрҙе әйтеп тә, асылын аңламаһаҡ, уны әйтеп кенә файҙа юҡтыр.
Имандың шарттары бар
Улар түбәндәгеләр:
1. Һүҙ менән раҫлау һәм күңелең менән ышаныу.
2. Үлем ишек шаҡыған миҙгелгә тиклем ышаныу.
3. Дин ҡушҡандарҙың барыһына ла, уларҙың файҙа килтерәсәгенә тәрән инаныу. Уларҙың береһен дә кире ҡағырға һәм кәмһетеп ҡарарға ярамай.
4. Әйткән һүҙҙәрең һәм ҡылған ғәмәлдәреңә ҡарата бик тә иғтибарлы булырға, диндән ваз кисеүгә килтереү ихтималы булған барлыҡ нәмәләрҙән һаҡланырға кәрәк.
Имандың алты нигеҙе бар:
1. Һинең Аллаһыға, Уның барлығына һәм берлегенә, йәғни берҙән бер ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы Зат булыуына, бөтә ғәләмдең тәрбиәсеһе булыуына ихлас рәүештә иман килтереүең.
2. Аллаһының фәрештәләренә, йәғни улар нурҙан яралтылған, Уның ҡушҡандарын һис ҡарышмайынса үтәүсе һәм гонаһ ҡылыуҙан пак заттар булыуына ышаныуың.
3. Уның китаптарына, йәғни Тәүрат, Зәбур, Инжил һәм изге китаптарҙың иң һуңғыһы булған Ҡөръән-Кәримгә ышаныуың.
4. Уның илселәренә, йәғни улар Аллаһы Тәғәләнең динен халыҡтарға ирештереүсе изге кешеләр, пәйғәмбәрҙәргә ышаныуың.
5. Тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһынан икәнлегенә иман килтереүең.
6. Үлгәндән һуң йәнә терелеүгә ышаныуың.
Бына ошо иман шартттарын үтәп, Аллаһ тыйғандарынан тыйылып, ҡушҡандарын үтәп, беҙ хаҡ мосолман булырбыҙ. Харамда ҡатнашмай, намаҙ уҡыусы булып, ураҙа тотһаҡ, Аллаһ ризалығы өсөн изгелектәр эшләһәк, шул ваҡытта ысынлап та мосолманбыҙ, иншаАллаһ.
Бөгөнгө көндәрҙәге донъя хәлдәренә килһәк – беҙ ахырзаман ваҡытында йәшәйбеҙ. Был быуатта барған һуғыштарҙың бөтәһе лә шуға ишара. Был һуғыштар Ислам динен таратыу йә иһә яҡлау өсөн бармай, шуға бында үлеүселәр шәһит була алмайҙар хатта мосолман булып, Аллаһҡа ныҡ инанған булһаларҙа. Уның шул шарты бар. Динһеҙҙәр һәм икенсе динлеләр менән бергә шул уҡ шарттарҙағы икенселәргә ҡаршы барған ҡырылыш нисек изге яу булһын?
Һуғыш — ниндәй ҙә булһа мәнфәғәттәрҙе яҡлау өсөн тәү замандан килгән ҡораллы көрәш ул. Бөтә һуғыштарҙы ла ғәҙел тип әйтеп булмай. Йыш ҡына тарафтар, һис кенә лә хаҡтары булмаған нәмәләргә ҡомһоҙланып, үҙҙәренең хәрби һәм сәйәси йоғонтоһы даирәһен киңәйтеү маҡсаты менән ғәҙелһеҙ һуғыш юлына баҫалар. Гегемония урынлаштыру өсөн алып барылған һуғыштарҙы ғәҙел һәм азатлыҡ һуғыштары менән бутамаҫҡа кәрәк.
Ни өсөн Аллаһы һуғыштарға ирек бирә, шундайҙарҙы туҡтатмай, язаламай икән? Аллаһ үҙенең аяттарында: Мин һеҙҙе ауырлыҡтар һәм ауырыуҙар менән дә, яҡындарығыҙҙың үлемдәре һәм һуғыштар менән дә һынаясаҡмын ти әйтә бит. Аллаһы Тәғәлә был донъяла изгелек ҡылырға, йәки теләй икән, яуызлыҡ ҡылырға ирек биргән, ҡылған ғәмәлдәре өсөн ахирәттә һәр кем язаһын аласаҡ. Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә яҡламаһа, кешеләр әллә ҡасан уҡ бер-береһен үлтереп бөтөрөрҙәр ине. Был турала «әл-Бәҡара» сүрәһенең 251 се аятында Аллаһы Тәғәлә асыҡ итеп:
وَلَوْلَا دَفْعُ اللَّهِ النَّاسَ بَعْضَهُم بِبَعْضٍ لَّفَسَدَتِ الْأَرْضُ وَلَكِنَّ اللَّهَ ذُو فَضْلٍ عَلَى الْعَالَمِينَ
«...әгәр Аллаһы Тәғәлә инсандарҙы (кешеләрҙе) яҡламаһа, һис шикһеҙ, ерҙәге бөтә кешеләр һәләк булырҙар ине. Ләкин Аллаһы Тәғәлә — бөтөн ғәләмдәр мәхлүгенә рәхмәт эйәһе, ул уларҙы һаҡлай, яҡлай», — тип әйтә.
Ғәҙел һуғыштар беренсе нәүбәттә дошманды бирелергә мәжбүр итеүҙе, ҡоралһыҙландырыуҙы, ҡыҫҡаһы, көс менән уны сигендереүе маҡсат итеп ҡуя. Әлбиттә, һәр ваҡыт ла быға һөйләшеүҙәр менән генә ирешеп булмай һәм был осраҡта һуғыш барышында үлтереүҙәр, һәләк булыусылар ҡотолғоһоҙ күренешкә әйләнә.
Ләкин онотмаҫҡа кәрәк: һуғышта үлтереүҙең лә хоҡуҡи принциптары бар. Был турала әл-Бәҡара» сүрәһенең 190-сы аятында:
وَقَاتِلُوا فِي سَبِيلِ اللَّهِ الَّذِينَ يُقَاتِلُونَكُمْ وَلَا تَعْتَدُوا إِنَّ اللَّهَ لَا يُحِبُّ الْمُعْتَدِينَ
«Әй мөьминдәр, Аллаһы юлында көрәшеүселәр менән бергә һеҙгә һөжүм иткәндәргә ҡаршы көрәшегеҙ. Ләкин көрәштә үтә ҡаты булмағыҙ! Аллаһы Тәғәлә рәхимһеҙҙәрҙе һөймәй». Йәғни үҙегеҙ һуғыш башламағыҙ, тыныс халыҡты ҡырмағыҙ, еңелгән халыҡты, әсирҙәрҙе йәберләмәгеҙ, һуғышта ла хәттин ашмағыҙ.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм, ғәҙел һуғышта хәрби булмаған кешеләр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, оло йәштәгеләр һәм дин әһелдәре дошман итеп ҡаралмаҫҡа тейеш, тип бойороҡ иткән, һуғыш хәрәкәттәре ваҡытында дошманды мәкерле рәүештә, хаиндарса үлтермәҫкә ҡушҡан һәм әсирҙәрҙе язалауҙың ҡәтғи рәүештә тыйған. Шул шарттар үтәлгәндә генә, һуғыш ысын мәғәнәһендә «әхлаҡи һуғыш» була. Бындай һуғыш мөьминдәрҙең иманын, Аллаһыға тоғроҡлоҡтарын һәм итәғәттәрен арттыра.
Бөгөнгө ҡырылыш мосолмандарҙың инанғанын һәм иманын һынай. Үҙҙәрен мосолман тип һанап йөрөгәндәрҙең иманы юҡ тип әйтергә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар шайтан юлына баҫҡандар, Иблистың ҡотҡоһона бирелеп был донъянын тыныслығына, байлығына, көнө-төнө алдауына һатылғандар. Халыҡтың күпселегенә эйәреп тура юлдан яҙғандар.
Кемдер был ҡырылышты үҙ амбицияларынан сығып башланы, ә аҡылһыҙҙар шуға эйәрҙе. Ике яҡтың көрәшенән һәр саҡ өсөнсө яҡ файҙа ала. Быға ошо тарихтағы бер миҫалды килтерергә була.
Багдад ҡалаһында булып үткән хәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек әле. Хәҙрәти Ғәли менән Моғаүиә яҡлылар араһында ҙур низағ сыҡҡан. Был фетнәнән мосолмандар бик күп зарар күргән. Ул ваҡыттағы ғалимдар низағты туҡтатыу, бола утын һүндереү өсөн күп көс һәм ғәйрәт түккәндәр.
Ләкин берлеккә, берҙәмлеккә ҡаршы сығыусылар ҙа булған. Һәм беләһегеҙме улар кемдәр? Бағдад күперенең ике башында баш яулыҡтарын ергә йәйеп ултырған теләнселәр. Теләнселәр ни өсөн берҙәмлекте яҡланмағандар һуң? Сөнки мосолмандар араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ (низах) уларға табыш килтергән.
Күперҙең бер башындағы хәйерсе: «Ғәли хаҡы өсөн саҙаҡа бирегеҙсе, зинһар!» — тип ҡысҡырып ултыра икән. Икенсе башындағыһы иһә: «Моғаүиә хаҡы өсөн хәйер бирегеҙсе!» —тип теләнә, ти. Кисен былар, көлә-көлә аҡсаларын һанап, былай тиҙәр икән: «Йәшәһен «ғәлиселәр» ҙә, «моғаүийә» ләрҙә! Улар йәшәһә, беҙ йәшәрбеҙ». Тарихта шулай булған: ике яҡтың көрәшенән гел өсөнсө яҡ файҙаланған.
Донъяла кешеләрҙең берләшеп татыу йәшәүҙәренә ҡара көнсөллөк менән ҡараусылар хәҙер ҙә аҙ түгел. Беҙ бүленеп бөткән осраҡта, улар бик шатланырҙар ине. Кемдер тарихи дөрөҫлөктө тормошҡа ашырыу өсөн тырышып йөрөй. Кемдер милләттәр дуҫлығына эсе бошоп, улар араһын боҙор өсөн ялған мәғлүмәттәр тарата. Быларҙың бөтә мәнфәғәте — дошманлыҡ сәсеү, ҡотҡо таратыу, халыҡтарҙы ара талаштырыу. Юғарыла күргәнебеҙсә, бындай кешеләр бөгөн генә килеп сыҡмаған. Бөгөндә шул хәлдәбеҙ. Уларҙы үҙ ваҡытында туҡтатыу өсөн халҡыбыҙҙың боронғо тарихын яҡшы белергә кәрәк!
Шулай итеп шәһит мәсьәләһен һәм кемдәрҙең йәннәткә инеү мөмкинлектәрен асыҡланыҡ. Туған ил, Ватан өсөн төшөнсәләрен бында ҡулланып та тормайбыҙ. Улар был Ватанды әллә ҡасан урлап, һатып бөтөп, хәҙер төрлө милләтле халҡын ҡыра үҙ мәнфәғәттәрен һаҡлап ҡалыу өсөн. Аллаһының асыуы бик көслө – күрәсәктәребеҙ алда әле.
Аллаһ Тәғәлә ошо аҙашҡандарыбыҙҙы тура юлға кире баҫтырһын тип теләйек, имандарын нығытып аҡты ҡаранан айырырға күҙҙәрен асһын. Аллаһ динһеҙҙәрҙе мосолман итһен.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә:«Динһеҙлектән баш тартып, бары тик Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылып, «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ», — тип әйткән кешенең ғүмере лә, милеге лә изге була », — тигән. (Мөслим).
Икенсе бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Үлем хәлендә булғандарҙы: «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ»,— тип үгетләгеҙ. Һуңғы һүҙҙәрен: «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ», — тип әйткән бәндәләр, үткән көндәрендә нимә генә ҡылған булһалар ла, иртәгәме – һуңмы барыбер йәннәткә инәсәктәр». (Ибн Хәббән).
Шуға күрә иманыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, уны һаҡлап ҡалыу өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәйек, был бер тин тормаған алдаҡ донъяға ышанмайыҡ, ғибәҙәттәребеҙҙе үҙ ваҡытында үтәйек. Тайпылмай дөрөҫ, тура юлдан барайыҡ!
Кем ул шәһит? https://nazir1965.com/din/kem.html