Аллаһ Тәғәләнен араҡы эсеүселәргә язаһы
Аллаһ Тәғәлә араҡы хәмер эсеүселәргә теге донъяла нимә вәғәҙә итеп һәм ниндәй яза әҙерләгән һуң. Хәмер тигән һүҙҙе ғәрәпсәнән башҡортсаға әйләндерһәк “ағыу” тигән мәғәнәлә. Хәмергә бар төрлө иҫерткес эсемлектәр инә. Спирт төрҙәренән — барыһынан алып, һыра (пиво) һәм бал (брага) тигән бар иҫерткес нәмәләр.
Беҙҙен халыҡ шашып “культурно” эсәбеҙ, беҙ алкаш түгел тип ҡуҡырайып араҡы эсеүҙәрен туҡтатмайҙар. Нисек инде тыуған көн, юбилейҙәр, туйҙар үткәрәһен эсмәйенсә? Бында инде ярыш, нисек булһала күршендән уҙғарып, бына шулай кәрәк тип, әхләктәрен тапап, имандарын юғалталар. Беҙҙен элекке быуындар араһында булмаған кафыр, шайтан ғәҙәттәрен индереп халҡыбыҙ алйып йәшәй. Хәҙер шуға барып етте: Беҙҙең ата-әсәләр эскәндәр бит — тип, шуға һылтаналар. Белгәндәре Аллаһ Тәғәлә ғәфү итәр тигән өмөттә йәшәп килә. Ни ҡурҡыныс һәм ниндәй ҡаты яза уларҙы көтә, әйҙәгеҙ динебеҙҙә шул хаҡта әйтелгәнен уҡып китәйек.
Бер риүәйәтә Ғабдулла бин Ғүмәр әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә араҡы эсеүсене килтерерҙәр. Аның йөҙө ҡара, ике күҙе зәңгәр, теле аҫылып төшкән, күкрәгенә һеләгәйе шаптырҙап ағып торған хәлдә килер. Аны күргән бөтөн кеше уның һаһыҡ еҫенән ерәнер. Хәмер эсеүселәргә сәләм бирмәгеҙ, шулай уҡ уларға кире сәләмдәрен ҡайтармағыҙ. Инде әгәр эсеп үлһәләр, уларға йынаҙа намаҙы ла уҡымағыҙ». Хәмер эсеүселәр рәтенә бер-нисә грамм эсеүселәрҙә инә, ары-бире эскәндәргә бында русса әйткәндә «исключение» юҡ, сөнки улар Ҡөръән китабына һәм Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы сыҡтылар.
Был һүҙҙәрҙе нисек аңларға: араҡы эсеп йөрөгән кешеләргә сәләм бирһәк, беҙ уларҙы хуплаған һымаҡ килеп сығабыҙ һәм уларҙын дуҫына әүереләбеҙ. Шуға ла сәләм биреү һәм улар менән ҡатнашыу тыйыла. Йыназа намаҙына килһәк, унын улар өсөн ҡабул булыуы бик икеле, сөнки эсеп үлгән кеше иманлы булмаҫ, ә иманһыҙҙарҙын урыны тамуҡта.
Мәсрук әйтеүенән: «Хәмер эсеүсе ботҡа ғибәҙәт ҡылыусы кеүектер. Хәмер эсеүсе, йәғни хәмер эсеүҙе хәләл тип һанаусы Ләт һәм Ғыйҙә исемле ботҡа ғибәҙәт ҡылыусы кеүектер».
Әгәр берәй кеше араҡы эсергә ярай тип әйтһә (был һүҙҙән Аллаһ Тәғәлә һаҡлаһын) ул кешенен урыны тамуҡта, сөнки ул әҙәм Ҡөръәнден аяттарына ҡаршы килде һәм кафырға әйләнде – мәңге тамуҡ утына дуҫар булды. Бот тигән һүҙ идол, араҡы эсеүсенен идолы шешә, ул шуға табына һәм унан шайтан ләззәте эҙләй.
Ҡәғеб Әхбәр әйткән: «Минен өсөн янып торған утты бер һауыт итеп эсеүем хәмерҙен бер стаканын эсеүҙән хәйерлерәктер». Ибн Ғүмәр: Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйтте тигән: «Һәр иҫерткес хәмерҙер, һәр иҫерткес хәрәмдер. Берәү хәмерҙе донъяла эсһә һәм вафат булһа, шул эскән хәлдә вафат булып тәүбә итмәһә, ул хәмерҙе әхирәттә эсмәҫ».
Беҙҙен халыҡ берҙә уйлап бирмәй, араҡынын зыяны тураһында: Зыяратта ҡәберҙә ятыусыларҙын 90 проценты шул араҡы эсеп-ауырып үлгәндәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан мәктәптәрҙен сығарылыш кисәһенән алып оло байрамдарҙа, клубтарҙа әбей-бабайҙарға араҡы эсереү ғәҙәте әле бар. Бер ниндәй ҙә законда юҡ ошо ойоштороусыларға, арабыҙҙы андай әҙәмдәр бар икән ни эшләп уларҙы хупларға — шайтан аҡтыҡтарын.
Әхирәттәге хәмер әлеге был донъялағы ағыу түгел, ул кешене алйытмай һәм иҫертмәй. Был донъялағы хәмер кешене бар боҙоҡлоҡҡа килтерә: кеше алйый, теле асыла, бар ғәйбәтен, бар күңелен сығарып икенсе кешенән үс ала, иҫерек хәлдә зина ҡыла, кеше үлтерә, ғәиләһен боҙа һәм башҡа, шулай уҡ ауырыу һатып ала. Әйтем бар; “эсмәгән ир бахыр, эскән ир батыр”. Ир кешеләр араҡыға алданып меҫкенгә әйләнделәр, көс-ғәйрәттәрен юғалтып, донъя алдында тубыҡландылар, шуға ла ҡатын ҡыҙ хәҙер ғәилә башы булып китте.
Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм хәбәр итте: «Дөрөҫлөктә һәр иҫерткес, йәғни ҡайнатылған йәки ҡайнатылмаған булһа ла, харамдыр».
Ҡайһы бер әҙәмдәр самогон таҙа тип эсеп мәшәҡәттәнәләр. Улда харам, шулай уҡ спиртен сығарғансы ҡайнатып, йәки бешереп ашарға ярай тигән нәмәләрҙә харам. Шашлыҡҡа вино ҡушыу, спиртә бешкән ашамлыҡтар һәм башҡаһы.
«Иҫертә торған нәмә күп йәки аҙ булһа ла бөтөнөһө лә хәрәмдер».
Шулай уҡ: «Иҫертә торған нәмә фәреҡ ҡәҙәре, ул фәреҡтән бер йотом хәрәмдер».
Бер тамсы араҡы эсеүҙә хәрәм. Әгәр өҫтәлдә бер тамсы хәмер булһа, бар ултырған ашамлыҡ хәрәм, бысраҡ һанала, ашарға ярамай, хужанын күңелен табабыҙ тип ашау хәрәм, сөнки Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы сығабыҙ һәм шайтан һүҙҙенә биреләбеҙ. Юнле кеше бер юнһеҙ кеше эсә тип, ҡалған егерме кеше алдына хәмер ултырмаҫ.
Фәкыйһ әйтте: «Гонаһ йөҙөнән ҡайнатылған хәмерҙе эсеүсе хәмер эсеүсенәндә олоғораҡтыр. Сөнки хәмерҙе эсеүсе гонаһлы һәм боҙоҡ булыр. Бер кеше ҡайнатылғанды эсһә, кәфергә әүерелеүе ҡурҡынысы бар. Сөнки хәмер эсеүсе хәрәм булған хәмерҙе эсеүҙе икърар ҡылыусылыр. Ҡайнатылғанды эсеүсе иҫерткесте эсә һәм аны хәләл дип белә. Мосолмандар иҫерткесте аҙмы, күпме булһа ла эсеү хәрәм тип бер фекергә килделәр. Дөрөҫө шул кем хәрәм тейелгән нәмәне хәләл тип әйтһә, кәфер була».
Өҫтә яҙылған буйынса, спиртен ҡайнатып сығарылған эсемлекте, йә аҙыҡты ашау-эсеү хәрәм. Шулай уҡ кондитер ашамлыҡтарында ла хәрәм ҡушылғандарыла бар. Животный маргарингә – сусҡа майы, желе — һөйәк кеүек нәмәләрҙән эшләнә, ә ниндәй хайуандыҡы? спиртле духи һәм башҡалар, шулай уҡ кер һабыны бысраҡ булыуы ихтимал. Сөнки һабынға сусҡа һөйәге ҡушылыуы бар.
Фәкыйһ Ғосман бин Ғәффән хөтбә уҡыған һуң баҫып торҙы һәм әйтте: «Әй кешеләр, хәмерҙән һаҡланығыҙ сөнки ул бар насарлыҡтың әсәһелер. Элек ҡол булып йөрөгән берәү мәсеткә барып йөрөй торған ине һәм уға бер яуыз ҡатын осраны. Ул ҡатын үҙенең өйөнә аны бороп индерҙе. Ул кешене үҙенен йоҡлаған урынына индерҙе, ишекте бикләне. Ул ҡатын ҡаршыһында хәмер ҡойолған һауыт тора һәм ул ҡатын янында бер сабый бар ине. Ҡатын ул кешегә әйтте: «Бер стакан хәмер эсмәйенсә, йәки минем менән яҡынлыҡ ҡылмайынса, йәки ошо сабыйҙы үлтермәйенсә минән айырылып китә алмаҫһын. Әгәр быларҙы ҡылмаһаң, ҡысҡырырмын һәм минем өйөмә баҫып инде, тип әйтермен. Кем һине дөрөҫтәр? Әлбиттә минем һүҙемде тыңларҙар». Ул кеше ошо ваҡытта зәғиф аҡылға килде һәм әйтте: «Зина ҡылмам, сабыйҙы үлтермәм». Бер стакан хәмер эсте һәм әйтте: «Миңә тағыла ҡой». Ул ҡатын хәмерҙе ҡойҙо, үәллаһи, ул кеше, хатта аның менән зина ҡылмайынса һәм сабыйҙы үлтермәйенсә сығып китмәне». Ғосман әйтте: «Хәмерҙән һаҡланығыз, сөнки ул насарлыҡтарҙың әсәһелер. Дөрөҫлөктә, Аллаһ Тәғәлә менән ант итәм, бер кешенең йөрәгендә иман менән хәмер бергә булмаҫ. Уларҙың береһе яҡын булыр, икенсеһе китәр. Йәғни хәмерҙе эсеүсе иҫерһә, уның телеңдә көфөр ҡәлимәһе йөрөр, аның теле ошоға ғәҙәтләнер. Үлем ваҡытында аның телендә көфөр һүҙенең булыуы доньянан ҡафыр булып китеп һәм мәңге утта ҡалыу ҡурҡынысы бар. Сөнки, имандын күбеһе ул бәндәнең үлем ваҡытында сығып китеүе. Имандын сығып китеүенә доньяла йәшәгәндә ҡылған гонаһлары сәбәпле булыр һәм ул ҡайғыла һәм үкенестә ҡалыр».
Даххәк әйтте: «Берәү хәмергә ләзем булған, йәғни хәмер эскән хәлдә үлһә, Ҡиәмәт көнөндө иҫерек хәлдә ҡубарылыр».
Бер риүәйәт буйынса: «Беҙгә Бәйғәмбәр һүҙе еткерелде. Дөрөҫлөктә Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткән: «Дүрт кешө йәннәт еҫен тапмаҫ. Дөрөҫлөктә, йәннәт еҫе биш йөҙ йылдыҡ юлдан, йәғни йыраҡлыктан табылыр. Улар: Һаран кеше, ҡылған изгелекте зикер итмәүсе, хәмергә ләзем булыусы, ата-әсәһенә гонаһлы кеше, йәғни аларҙы рәнйетеүселер».
Ибн Мәсғүд әйтте: «Хәмерҙә ҡатнашҡан ун кешегә ләғънәт булды. Улар: хәмерҙе сығарыусы, уға ярҙам итеүсе, хәмерҙе эсеүсе, хәмерҙе ҡойоп биреүсе, хәмерҙе күтәреүсе, уға эйәреп күтәреүсе, хәмер менән сауҙа итеүсе, хәмер менән сауҙа итереүсеһе етәксеһе, хәмерҙе һатыусы, хәмерҙе һатып алыусы һәм ул хәмерҙе ултыртыусы, йәғни виноград ағасын ултыртыусы».
Быны аңлатып тормайым, бар һүҙҙе аңлайышлы, ләкин ауылыбыҙҙа хәмер һатыусы мәгәзиндәр бар икән, беҙ йәмәғәт булараҡ шул хәмерҙә ҡатнашыусы. Шуғала яуызлыҡ урындарын бөтөрөр кәрәк.
Ҡайһы бер хәбәрҙәрҙә Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдән риүәйәт ителә. Дөрөҫлөктә ул әйткән:
«Хәмер яратыусы әҙәм Ҡиәмәт көнөндә иң һаһыҡ үләкһәнән дә яман һаҫығыраҡ булыр. Аның муйынына эскән һауыты бәйләнер, ҡулында бысраҡ стаканы булыр. Тиреһе менән ите араһында йыландар, саяндар һәм башҡа әшәке ҡорттар булыр. Уттан булған аяҡ кейемен кейәр һәм аяҡ кейеме аның башындағы мейеһен ныҡ ҡайнатыр, шулай үҙенең ҡәберен тамуҡ соҡороноң бер оло соҡоро итеп уйлар һәм ул утта Фирғәүендең һәм Һамандың иптәше булыр».
Фирғәүен менән Һаман беҙ бөйөк батшалар, беҙ үҙҙебеҙ Алла тип, Аллаһ Тәғәләне танымаусылар, уларҙын урындары мәңгелек тамуҡта.
Ғәйшәнән риүәйәт ителә. Дөрөҫлөктә Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйтте: «Бер кеше хәмер эсеүсегә бер ҡабым ашамлыҡ бирһә, Аллаһ Тәғәлә шул әҙәмден тәненә саяндар һәм йыландар ебәрер. Бер кеше хәмер эсеүсенен хәжәтен үтәһә, тәхҡыйҡ ул кеше Исламдың тарҡалыуына ярҙам итте. Бер кеше хәмер эсеүсегә бурыс бирһә, тәхҡыйҡ ул әҙәм бер мөьмин кешене үлтерергә ярҙам итте. Бер кеше хәмер эсеүсе менән бергә мәжлестә булһа, Аллаһ Тәғәлә уны Ҡиәмәт көнөндә һуҡыр хәлендә ҡубарыр. Хәмер эсеүсе менән ниҡахланмағыҙ, әгәр ауырыһа, янына бармағыҙ. Әгәр шәһәдәт бирһә, аңың шәһәдәтен ҡабул итеп алмағыҙ. Мине һеҙгә бәйғәмбәр хөкөмө менән ебәргән Бөйөк Зат менән ант итәм, дөрөҫлөктә мосолман хәмерҙе эсмәҫ, мәгәр Тәүрәттә, Инжилдә, Зәбүрҙә һәм Ҡөръәндә ләғънәт ителгән кеше генә эсәр. Бер кеше хәмерҙе эсһә, Аллаһы Тәғәләнең бәйғәмбәрҙәренә индергән нәмәләргә көфөр ҡылды. Хәмерҙе хәләл тип әйтмәҫ, мәгәр ҡафыр ғына хәләл дип һанар. Әгәр бер кеше хәмерҙе хәләл тип әйтһә, мин уларҙан донъяла һәм әхирәттә биҙеүсемен».
Беҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм бәйғәмбәр сөннәтенән булараҡ, уның шәфәғәтенә Ҡиәмәт көнөндә эйә булырға теләһәк, ошо әйткәндәргә ҡолаҡ һалайыҡ. Бәйғәмбәрҙен ғәләйһиссәләм сөннәте: намаҙ уҡыусылар, ураҙа тотоусылар, хәрәмдән тыйылыусылар...Хәмер эсеүселәргә Аллаһ Тәғәләнең ләғнәте һәм ҡарғышы булыр...
Ғата бин Йәҫәрҙән риүәйәт ителә. Дөрөҫлөктә бер кеше Ҡәғъб Әҙбәрҙән һораны: «Хәмер Тәүрәттә лә харам булдымы?» Әйтте: «Әйе. Әй мөьминдәр, иҫертә торған эсемлектәр һәммәһе лә, отош уйындарынын һәр төрлеһе лә, һындарға ғибәҙәт итеү — Аллаһынан башҡа мәхлүктәргә табыныу эштәре, шунан уҡ ырымланыу, бағыусылыҡ эштәре хәрәмдер. Шайтан эштәренән булған бысраҡ эштәрҙәрҙер, һәләк булыуҙан ҡотолор өсөн был нәжес эштәрҙән йыраҡ булығыҙ! Һаҡланһағыҙ, ысындан ҡотылырһығыҙ — өҫтөнлек табырһығыҙ», тигән аят Тәүрәттә да яҙылғандыр. Тәүрәттә яҙылған: «Дөрөҫлөктә Беҙ ебәреү өсөн хаҡты индерҙек. Ул хаҡ менән уйынды, барабанды, һыбыҙғыларҙы һәм хәмерҙе тыйыу өсөн индерҙек. Ул эсеүсегә ни үкенес, Аллаһы Тәғәлә ғыйззәте һәм жәләле менән ант итә, донъяла хәмер эсеүсене Ҡиәмәт көнөндә ас ҡылырмын. Әгәр берәү хәмерҙе хәрәм ҡылғандан һуң аны ҡалдырһа, ахирәттә уға паҡ күлдән шул хәмер менән һуғарырмын». Әйтелде: «Хәзыратүл-ҡудс нимә ул?» Әйтте: «Ҡудс ул — Аллаһ Тәғәлә, аның хәзыраһы — Йәннәттер».
Хәмер эсеү бар халыҡҡа тыйылды; христиан һәм еврей булыуына ҡарамаҫтан, шулай уҡ башҡа динлеләргә ҡәтғи тыйылды.
Фәкыйһ әйткән: «Һинә хәмер эсеүҙән һаҡланыр ләзем булһын, сөнки хәмерҙә хурланған ун хәсиләт бар. Беренсеһе, дөрөҫлектә, кеше бер ваҡыт хәмерҙе эсһә, диуана йәки мәҗнүн кеүек булыр, сабый балаларға көлкө, аҡыллы кешегә хур булып күренер».
Әбү Дунъянын улынын һөйләнеүенән: «Багдад ҡалаһынын бер урамында иҫеректе бәүел ҡылған хәлендә күрҙем һәм ул үҙенең бәүеле менән бысрана ине. Ул әйтте: «Әй Аллаһым, мине тәүбә итеүселәрҙән һәм паҡланыусыларҙан ҡыл. Икенсе бер хәбәрҙә, зикер ителә: «Бер иҫерек юлда ҡоҫто һәм эт килеп аның һаҡалын һәм ауыҙын ялай башланы. Ул эткә әйтте: «Әй минен иптәш, ирендәремде һөртөң, шуның өсөн шатланамын, был хеҙмәтеңде онотмамым». Һунынан эт бынын йөҙөнә иркенләп кесе йомошон үтәгән. Иҫерек: “йылы һыу менән битемде лә йыуаһын, бик ҡәҙер итәһен” тигән.
Иҫерек кеше бысраҡта аунаған сусҡа хәленәндә яманыраҡ, яңыраҡ йәш иҫерек ауыл ҡатын ҡыҙҙарының һарайҙа һыйыр тиҙәгенә сумып аунағандарын яҙҙылар түгелме? Бер башҡорт ауылында бер төркөм оло пенсионер ҡатындар (әбейҙәр) эсеп, үҙ ара һуғышып дарыуханала яраларын дауалап ятыуҙары... Әстәхфируллаһи! тәсбих тартып, балаларына доға ҡылыр урынына!
Икенсеһе, дөрөҫлөктә; хәмер малды бөтөрөүсе, аҡылды ебәреүселер. Араҡы эсеүсенен уйы һәр саҡ эске табыуҙа, бар аҡсаһын, бар малын һатып баш төҙәтеүҙә, бында шайтандын ярҙамы ҙур. Шуныһы мәғлүм: кеше бахмурҙан ауырып, баш төҙәтергә аҡса һорап килһә, бирәләр, сөнки шайтан ошо ауырыған кешегә шундай үтемле тел бирә. Ә инде ас кеше, икмәк алырға аҡса биреп тор әле, тип килһә, аҡса юҡ тип тапмайҙар. Шулай уҡ хәҙерге мәлдә йәш ҡатын ҡыҙҙар хәмер эсеп нисек аҙҙалар, күреп тораһығыҙ. Балаларынын аҡсаһына араҡы алып, уларҙы ас, көнө-төнө бикле ҡалдырып йөрөгәндәр аҙмы, урам тулы һаһып, һыҡраларына батып хәшәрәт булыуҙары хәмерҙән.
Ғүмәр бин Хәттәб әйткән: «Әй Рәсүлүллаһы, фекереңде хаҡ күрәбеҙ. Сөнки хәмер малды һәләк итеүсе һәм аҡылды ебәреүселер». Өсөнсөһө, дөрөҫлөктә, хәмерҙе эсеү ҡәрҙәштәр һәм дуҫтар араһында дошманлыҡҡа сәбәптер. Аллаһ Тәғәлә әйткән: «Шайтан хәмер һәм отош уйындары менән арағыҙға дошманлыҡты һәм асыуҙы һалырға теләйҙер». Дүртенсеһе, дөрөҫлөктә, хәмерҙе эсеү Аллаһы Тәғәләне зикер итеүҙән, намаҙ уҡыуҙан тыя. Аллаһ Тәғәлә әйткән: «Шайтан һеҙҙе Аллаһ Тәғәләнең зикеренән һәм намаҙынан аҙырырға теләй. Йә, һеҙ тыйылмайһығыҙмы?» Был аят ингәс Ғүмәрҙен әйтеүенән: «Әй Раббым, тәхҡыйҡ, беҙ тыйылдыҡ». Бишенсеһе, дөрөҫлөктә, хәмерҙе, эсеү кешене зинаға килтерә. Сөнки хәмер эсеүсе ҡатынына талаҡ ҡылғанын да һиҙмәҫ. Алтынсыһы, дөрөҫлөктә, хәмерҙе эсеү яуызлыҡтарҙын асҡысылыр. Сөнки хәмерҙе эсеүсегә һәр гөнаһны ҡылыуға еңел була. Етенсенән, дөрөҫлөктә ул кеше уларҙы боҙоҡлоҡ мәжлескә индереүгә сәбәбсе һәм унан һаһыҡ еҫе булыуы менән һаҡсы фәрештәләрен рәнйетә. Һигеҙенсеһе, дөрөҫлөктә ул кешө үҙенә һикһән ҡамсыны важиб тейешле итте. Әгәр донъяла һуғылмаһа, дөрөҫлөктә, әхирәттә кешеләр ҡаршында уттан булған ҡамсылар менән туҡмалыр, уға ата-әсәләре һәм дуҫтары ҡарарҙар. Туғыҙынсыһы, дөрөҫлөктә, ул кеше үҙенә күк ишеген япты, сөнки унын изгелектәре һәм доғаһы ҡырҡ көн күтәрелмәҫ. Унынсыһы, үҙенә ҡурҡыныс ҡылыусы, сөнки үлем килгән ваҡытта унын хоҙурыннан иманы китеүе ҡурҡынысы бар. Был ғазаптар әхирәт ғазаптарына туҡтамаҫтан әүәл донъялалыр. Дөрөҫлөктә ул әхирәт ғазаптары иһә, эҫе һыуҙан, зәҡҡүм ашау һәм сауабтарҙан буш ҡалыу кеүек ғазабтарҙы һанап бөтөрөрлөк түгелдер. Аҡыллы кешегә әҙ ләззәтте һайлау, оҙон ләззәтен ташлау тейеш булмаҫ».
Рәсүлулла ғәләйһис-сәләм әйткән; «Тамуҡ әһеле тамуҡҡа һөрөлөр. Әгәр алар утҡа яҡын килһәләр, ул уттың ишектәре асылыр. Фәрештәләр аларҙы тимер суҡмарҙар менән ҡаршы алырҙар. Әгәр утҡа керһәләр, аларҙан һисбер ағъза ҡалмаҫ. Мәгәр ҡалды иһә, уға ғазаб ябышыр. Ул ғазаб уны саға торған йылан, йә иһә яндыра торған ут, йә иһә һуға торған фәрештә булыр. Әгәр фәрештә уға һуҡһа, ҡырҡ йылға ҡәҙәр тамуҡҡа төшәр, йәғни түбән китәр. Ул тамуҡтын төбөнә, йәғни туҡтала торған урынына ирешмәҫ. Ошонан һуң уны ялҡын күтәрер һәм уға фәрештә йәнә һуғар, йәнә утҡа төшәр. Шул ваҡытта аның башыннан башлар, уға икенсе мәртәбә һуғар». Был ғазабтын булыуына Аллаһ Тәғәләнең һүҙө дәлил:«Шул ваҡыта уларҙың тиреләре яндырылған ваҡытта, ғазабты татыһындар өсөн уларҙың тиреләрен башҡа тиреләргә алмаштырҙыҡ. Дөрөҫлөктә Аллаһ Тәғәлә ғазиз һәм хәким булды».
Тамуҡа эләккән кешенен тиреһе 36 метр самаһы, кәүҙәһенен оҙонлоғо 400 километр, әгәр ҡәҙемге кеше һыбай ат менән унын күкрәгенен бер ситенән икенсе ситенә сабһа – өс көндә лә үтеп өлгөрмәҫ тиҙәр. Ни эшләп шундай кәүҙә бирелә? — оҙағыраҡ тамуҡ утында янһын өсөн. Аллаһ Тәғәләнен көсө һәм ҡөҙрәте бар нәмәгә етә, әгәр ошоға ышанмаһағыҙ теге донъяла урынығыҙҙын ҡайҙа икәнен беләһегеҙме?
Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтеүенән: «Беҙгә иреште, дөрөҫлөктә улар (тире) һәр көндө етмеш мәртәбә алмаштырылыр. Әгәр һыуһаһа, һыу һорап ҡысҡырыр һәм уға ҡайнар һыуҙы алып килерҙәр. Ул һыу йөҙөнә яҡын килһә, аның йөҙөнөң ите төшәр. Ошонан һуң уның ауыҙына ҡойорҙар, унын тештәре һәм теш урттары төшәр. Ары ҡайнар һыу унын ҡорһағына төшәр, аның эсәктәре өҙөлөр һәм уның тиреһен тишәр». Аллаһ Тәғәлә әйткән: «Ул хәмим менән уларҙың эстәрендә булған бар нәмә һәм тиреләре яндырылыр һәм уларға тимер суҡмарҙар булыр». Улар Аллаһ Тәғәлә теләгән ҡәҙәр ғазабланырҙар. Ошонан һуң улар йәһәннәм һаҡсыларына әйтерҙәр:
«Аллаһығыҙҙан һорағыҙ, бер көн был ғазаб беҙгә еңелләйерме?» Ул һаҡсылар уларға яуап бирмәҫтәр. Ошонан ары улар ҡырҡ йылдан һуң йәһәннәм хужаһы Мәликте саҡырырҙар, Мәлик уларға яуап бирмәҫ. Улар әйтерҙәр: «Тәхҡыйҡ беҙ һаҡсыларға өндәштек һәм Мәликте саҡырҙыҡ, беҙгә яуап бирмәнеләр. Тиҙерәк булығыҙ, беҙ илайбыҙ». Улар иларҙар, ләкин был уларға файҙа бирмәҫ. Улар әйтерҙәр: «Тиҙ булығыҙ, беҙ сабыр итербеҙ». Улар түҙәрҙәр, был да уларға файҙа бирмәҫ. Әйтерҙәр: «Беҙ илаһаҡ та, түҙһәк тә барыберҙер. Беҙгә ҡотола торған урын юҡтыр». Шулай булғас, мосолман кеше хәмер эсһә һәм телендә көфөр һүҙ йөрөтһә, үлем ваҡытында иманһыҙ китеүе менән ҡурҡытылыр һәм ул иманһыҙҙар төркөменән булыр.
Мосолман кешегә хәмер эсеүҙән тыйылыу һәм хәмер эсеүселәрҙән айырылыу кәрәк. Дөрөҫлөктә ул кеше хәмер эсеүсе менән ҡатнашһа, ошо кешегә хәмер эсеүсенең туҙан саңына тиклем яманлығы ирешеүе ҡурҡынысы булыр. Шулай уҡ Ҡиәмәт ҡатылығын да уйлау тейешле була, сөнки Ҡиәмәт ҡурҡынысы тураһында уйлаусының күңеле хәмер эсеүсегә тартылмаҫ һәм хәмер эсеүсе менән дуҫ булмаҫ.
Хәсән Басринән риүәйәт ителә: «Беҙгә шундай аят килде, әгәр бәндә хәмерҙән берәй эсемлекте эсһә, унын күңеле ҡарайыр. Әгәр икенсе мәртәбә эсһә, унан һаҡсы фәрештәләр биҙәр. Әгәр өсөнсе мәртәбә эсһә, унан үлем фәрештәһе биҙәр. Дүртенсе мәртәбә эсһә, унан Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм биҙәр. Бишенсе мәртәбә эсһә, унан бәйғәмбәр сәхәбәләре биҙәр. Алтынсы мәртәбә эсһә, унан Джәбраил фәрештә биҙәр. Етенсе мәртәбә эсһә, унан Исрафил фәрештә биҙәр. Һигеҙенсе мәртәбә эсһә, унан Миҡаил фәрештә лә биҙәр. Туғыҙынсы мәртәбә эсһә, унан күктәр биҙәр. Унынсы мәртәбә эсһә, унан ер биҙәр. Ун беренсе мәртәбә эсһә, унан диңгеҙ хайуандары биҙәр, Ун икенсе мәртәбә эсһә, унан ҡояш һәм ай биҙәр.Ун өсөнсе мәртәбә эсһә, унан йондоҙҙар биҙәр, Ун дүртенсе мәртәбә эсһә, унан барса мәхлүктәр биҙәр. Ун бишенсе мәртәбә эсһә, уға йәннәт ишектәре ябылыр. Ун алтынсы мәртәбә эсһә, унын өсөн йәһәннәм ишектәре асылыр. Ун етенсе мәртәбә эсһә, унан Ғәреште күтәреүселәр биҙәр. Ун һигеҙенсе мәртәбә эсһә, унан Көрси биҙәр. Ун туғыҙынсы мәртәбә эсһә, унан Ғәреш биҙәр. Егерменсе мәртәбә эсһә, унан Аллаһ Тәғәлә биҙәр».
Әсмә бин Зәйет Бәйғәмбәрҙән ғәләйһис-сәләмдән ишеттем, ул әйтте: «Бер кеше хәмер эсһә, унын ете көн намаҙы ҡабул булмаҫ. Әгәр хәмер ул кешенең аҡылынан яҙҙырһа унын намаҙы ҡырҡ көн ҡабул ителмәҫ. Әгәр үлеп китһә шул арала көфөрле булып үләр. Әгәр тәүбә итһә, унын тәүбәһен Аллаһ Тәғәлә ҡабул ҡылыр. Әгәр ҡабат эсһә, Аллаһ Тәғәләлә хаҡы булыр. Ул йәһәннәм әһеленең бысраҡ эрендәренән эсереүгә лайыҡ булыр».
Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: «Дөрөҫлөктә гонаһлар һәм хаталарҙың барыһы бер йортта ҡылынды һәм ул йорттын асҡысы хәмер эсеүҙәлер. Йәғни, әгәр хәмерҙе эсһә, үҙенә бар хаталарҙың ишектәрен асыр».
Бер сәхәбәнән риүәйәт ителде: «Бер кеше үҙенен ҡыҙын хәмер эсеүсегә ниҡахландырһа, ул кеше ҡыҙын зинага ҡуйған кеүек була. Был һүҙҙен мәғәнәһе шул, дөрөҫлектә хәмер эсеүсе иҫерһә, анын күп һүҙе талаҡта булыр. Тәхҡыйҡ үҙе һиҙмәҫтән ҡатынын үҙенә хәрәм ҡылды».
Әйтелгән: «Хәмер эсеүсе боттарға табыныусыларға оҡшаған. Сөнки Аллаһ Тәғәлә хәмерҙе «риҗес» (йәғни нәжес, боҙоҡлоҡ) тип атаны, һәм ул боҙоҡлоҡтан һаҡланырға бойорҙы: «Боҙоҡлоҡ шайтан ғәмәленнәндер, унан һаҡланығыҙ».
Аллаһ Тәғәлә әйткән: «Боттарҙан булған риҗестән һаҡланығыҙ». Ғабдулла бин Мәсғүд: «Дөрөҫлөктә, хәмерҙе көндөҙ эсеүсе кискә ҡәҙәр Аллаһ Тәғәлә ширк ҡылды. Әгәр хәмерҙе кис менән эсһә, таң атҡансыға ҡәҙәр Аллаһ Тәғәләгә ширек ҡылды»,— тип әйтте. Шулай ук Ғабдулла бин Мәсғүд риүәйәт ителә. Ғабдулла бин Мәсғүд әйткән: «Әгәр хәмер эсеүсе вафат булһа, аны күмегеҙ һәм мине бикләп тотоғыҙ. Ошонан һуң анын ҡәберен ҡаҙығыҙ, әгәр аны ҡибланан борылған итеп тапмаһағыҙ, мине үлтерегеҙ». Һүҙ нимә тураһында: Эсеп үлгән кешене ерләгәндә ҡибла яғына бороп һалһаңда, күмгәндән һуң фәрештәләр һорау ваҡытында кире яҡҡа борорҙар.
Әнәс бин Мәлик Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдән риүәйәт итте. Дөрөҫлөктә Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйтте: «Аплаһ Тәғәлә мине бөтөн ғәләмгә рәхмәт һәм һидийәт итөп ебәрҙе. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә мине уйындарҙы һәм барабандарҙы, йәһилийәт эшен һәм боттарға табыныуҙы бөтөрөү өсөн ебәрҙе. Аллаһ Тәғәләнең ғыйззәте менән ант итәм, минем бәндәләремдән булыусы был донъяла хәмерҙе эсмәҫ. Мәгәр эсһә иһә, Ҡиәмәт көнөнән һуң уға хәмерҙе хәрәм ҡылдым. Минем бәндәләремдән булыусы хәмерҙе ҡалдырһа, аға «ҡудус» йылғаһыннан эсерермен».
Әүәс бин Сәмғән әйткән: «Һине хаҡлыҡ менән ебәреүсе Зат менән ант итәм, дөрөҫлектә мин Тәүраттә хәмерҙе егерме биш мәртәбә хәрәм итеп таптым. Хәмер эсеүсегә ни үкенестер, Аллаһ Тәғәләнең бәндәләреннән булыусы донъяла хәмер эсһә, Аллаһ Тәғәлә хозурында уға тамуҡ әһеленен эрененән эсертеү хаҡ булыр». Бындағы "эрен" уйнаш ҡатындарҙын ботто араһынан аҡҡан бысраҡ.
Мәлик Мөхәммәд бин Мөнҡәдир риүәйәт итә. Ул әйткән: «Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә әйтер: «Үҙҙәрен һәм ҡолаҡтарын дөнъяла күңел аҙа торған нәмәләрҙән, шайтан барабандарынан һаҡлай торған бәндәләр ҡайҙа? Аларҙы яфәр баҡсаларында ҡылығыҙ». Ошонан һуң Аллаһ Тәғәлә фәрештәләргә әйтер: «Уларға хәмедем һәм сәнәм тауышын ишеттерегеҙ һәм аларға ҡурҡыныс юҡ тип хәбәр бирегеҙ һәм улар ҡайғырмаҫтар». Үҙҙәрен ошо донъяла хәрәмдән һаҡлағандарҙын урыны ожмаҡта булыр тип әйтелә.
Әбү Вәил Шәкыйҡ бин Сәләмдән риүәйәт итә. Бер мәл ул туйға саҡырылды. Ул туйҙа уйынсыларҙы күреп ҡайтты һәм ошонан һуң әйтте: «Ибн Мәсғүд ишеттем, ул әйтте: «Дөрөҫлөктә һыу үләнде үҫтергән кеүек уйын күңелдә монафыйлыҡты үҫтерә».
Ғата бин Сәиб Ғабдрахмандан риүәйәт итә. Ул әйткән: «Шәм әһеленнән булған бер йәмәғәт хәмер эсте. Был көндә улар араһында Мөғәүийә бин Әбү Суфьян әмир ине. Шам әһеле әйтте: «Беҙгә хәмер хәләлдер. Сөнки Аллаһ Тәғәлә әйткән: «Иман килтереүселәрҙең һәм салих ғәмәл ҡылыусыларҙың ашаған нәмәләрендә гөнаһ юҡ». Мөғәүийә ошо сәбәпле улар хаҡында Ғүмәргә хат яҙҙы. Ғүмәр яуап хаты яҙҙы: «Һинең тарафтан быға сара ҡуланмаҫ элек әүүәл уларҙы минә ебәр». Улар Ғүмәргә килгәс, Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм сәхәбәләрен йыйҙы һәм был хаҡта улар менән кәңәш ҡылды. Әйттеләр: «Әй мөьиминдәрҙең әмире, дөрөҫлектә улар Аллаһ Тәғәләгә яла яҡҡандар һәм улар Аллаһ Тәғәлә рөхсәт итмәгән нәмә менән Аллаһынын диненә керештеләр. Уларҙын муйындарын сабып өҙ». Ғәли ҡәүем араһында шым уйланып торҙы, Ғүмәр Ғәлиғә әйтте: «Ни уйлайһың?» Ғәли әйтте: «Һин уларҙан тәүбә итеүҙәрен талап ит, әгәр улар тәүбә итмәһәләр, уларҙын муйындарын сабып өҙ. Әгәр тәүбә итһәләр, уларға үлем язаһы урынына һикһән тапҡыр ҡамсы менән һуҡ». Хәҙрәти Ғүмәр уларҙан тәүбәне талап итте, улар тәүбә иттеләр. Хәҙрәт Ғүмәр уларға һикһәнешәр ҡамсы һуҡтырҙы.
Ғәҡрәмә бин Ғаббастан риүәйәт ителде. Ул әйткән: «Хәмерҙе хәрәм итә торған аят ингәс, әйттеләр «Хәмер эсеп вафат булған ҡәрҙәштәребеҙҙең хәле нисек?» Аллаһ Тәғәләнең һүҙе иңде:
«Иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылған мосолман кешеләргә элек эскәндәре өсөн гөнаһ юҡ». Йәғни хәрәм ителмәҫтән әүүәл эскән кешеләргә гөнаһ юҡ. Аллаһ Тәғәлә белеүселер. Ҡөръән аяттары инмәҫ борон үлеп ҡалған кешеләр хаҡында.
Ахырында, хәҙерге ғалим-физиктәр: кешеләр Аллаһ Тәғәлә менән торсион поле аша аралаша тигән фекергә килделәр һәм бер-нисә грамм хәмер эскәндәр өс йыл дауамында ошо аралашыуҙан мәхрүм була тинеләр, икенсе төрлө әйткәндә түбән аҡыллы әҙәм аҡтыҡтарына әүереләләр. Аллаһ Тәғәләне таныу-аңлау һәләтен юғалталар. Был бик ҡурҡыныс хәл — ҡайтыр еребеҙ Аллаһ Тәғәләгә.
Тағыла шуныһын белеп ҡуйығыҙ. Хәмер эскән кешегә изге Ҡөръән китабында нисә хәреф бар — шунса гонаһ яҙыла. Бар бәләне башы булған хәмерғә яҡын килмәгеҙ, иблисте ҡыуандырмағыҙ. Беҙҙен бар бәхет Аллаһ Тәғәләне таныуҙа һәм ҡушҡандарын үтәүҙә.