Ифтар

                                                    Ифтар

     Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы мәсетендә ифтар мәжлесе үтте. Тупаҡ ауылы халҡы ихлас күңелдән ошо мәжлесте ойоштороп, мосолман ҡәрҙәштәренә ауыҙ астырҙы. Әлеге ошо биттә шул ифтар тураһында яҙып үтәйем. Ошо Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең бер киң рәхмәте бар. Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойоштороп ебәрһә, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙен сауабы шул кешегә лә яҙылыр тип әйтелә.

     Бәйғәмбәр Мөхәмәд ғәләйһиссәләм йәшәгән заманда сәхәбәләренә ( шул ваҡытта йәшәгән һәм Мөхәмәд ғәләйһиссәләмде күргән, тыңлаған, аралашҡан кешеләр) Рамаҙан айында ураҙа тотоусы кешеләрҙе йыйып ауыҙ астырырға ҡуша. Уның әйтеүе буйынса: "Ауыҙ астырған кеше муйынын йәһәнәм ғазабынан ҡотҡарыр. Аллаһ Тәғәлә уның белеп һәм белмәй ҡылған гонаһларын ярлыҡар. Ураҙа тотҡан берәй кешегә ауыҙ асырға бер хөрмә, йә баллы һыу биргән, уны ризыҡландырған кешегә Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоу сауабтарын бирер, һыуһағанға һыу эсереүсене ғәрәсәт майҙанына саҡырмаҫ” – тигән.

     Бәйғәмбәрҙе тыңлап тороусы сәхәбәләр: “Ауыҙ астырырға хәлебеҙҙән килмәй бит” – тигәндәр. Мөхәмәд ғәләйһиссәләм уларға һөт ризыҡтары менән дә ауыҙ астырырға мөмкин тип аңлатҡан. Шулай уҡ әйткән: “Берәү ураҙа тотоусыны ауыҙ астырһа, һуғышҡа китеүсене ҡораландырһа, шуға шәһиттең дәрәжәһе бирелә” – тигән. Әгәр ифтарға саҡырһалар — барыр кәрәк.

     Бәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткән: “Кем саҡырылған ергә сәбәбһеҙ бармаһа, ул миңә ҡаршы килеүсе” — тигән. Саҡырылған ергә барыу-бармау – ул мосолман кешенең хаҡы, әгәр сәбәбһеҙ бармаһа, гонаһлы була. Тик ниндәй урынға, ниндәй мәжлескә саҡыралар. Әгәр харам мәжлескә барһаң – ҙур гонаһ алаң, сөнки һин Аллаһ Тәғәләғә ҡаршы сығып, харам эсеүсе-ашаусыларҙы хупланың, улар менән тиң булдың. Шулай уҡ, ураҙа тотмай, ошо изге Рамаҙан айында хәмер менән ҡатнашҡан кешене ифтарға саҡырыу файҙаһыҙ тиерлек, тик ул бәндәне ғибәрәт өсөн, фәһем алып, вәғәзләнеп ҡайтһын өсөн саҡырырға була.

     Ошо мәлдә ҡайһы бер ауылдарҙа, ураҙа тотмаған ҡатындар бер-береһен саҡырыша башлай – ифтарға тип. Быны кемдең әбейе уйлап сығарғандыр? Нисек инде ураҙаһыҙ ауыҙ асыу – ифтар? Юҡ-барға оҫталар бит, ана хәҙер урам тулы «ағинәйҙәр». Биссмиләне әйтә белмәйҙәр, баштарында яулыҡтын әҫәре лә юҡ, телдәре ана тора. Ифтары ҡабул булһын өсөн саҡырыусыға ураҙа тотоусыларҙы саҡырыр кәрәк.

     Хәлегеҙҙән килһә, ваҡытығыҙ булһа, ифтарҙы өйөгөҙҙә, йә мәсеттә үткәререгә була. Шулай уҡ, өйҙәребеҙҙә, әсәй-ҡатындарыбыҙҙың әҙерләгән киске ризыҡтарыла ифтар аҙығына тип һанала. Һис шикһеҙ Аллаһ Тәғәләнең шуның өсөн ризалығы һәм әжере булыр.

    Барығыҙғала Аллаһ Тәғәлә Рамаҙан айының бәрәкәтең бирһен. Иншалла, киләһе йылдарҙа ла ураҙаны тоторға насыйп итһен.