Ғәйет көнөнең сауаплы ғәмәлдәре
Ғәйет намаҙына сәхәрҙән һуң ураҙалағы кеүек эсмәй-ашамай барыу – бик күркәм эштер, ваҡыты шул – ураҙалағы кеүек , ҡояш сығыр алдынан ике сәғәт алдан (иртәнге намаҙға ун минут ваҡыт ҡалғансы, ә инде аҙан ишетһәгеҙ – ауыҙығыҙҙағы ризыҡты сәйнәп, ашап ҡуйығыҙ). Ғәйет намаҙы уҡылғас, ризыҡ ҡабыу сауаплы.
Ғәрәфә көнө төнөндә намаҙын уҡып, көнө ураҙала үткәргән кешегә Аллаһы Тәғәлә мәғфүр дәрәжәһен бирер һәм хажиҙар сауабын насыйп итәр. Быға фәрештәләр шаһит булырҙар һәм шатлыҡтарынан ул кешегә доға ҡылып торорҙар.
Пәйғәмбәребеҙ: “Зөлхизә айының беренсе ун көнөнә эшләнгән изге эштәрҙән дә Аллаһ алдында һөйкемле эш юҡтыр” — тине (Бухари 505-нсе хәҙис). Был көндәрҙә Мөхәммәд гәләйһиссәләм ураҙаны күберәк тота ине һәм хәҙистәрендә: “Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан кешенең үткән йылдағы гонаһлары ғәфү ителер” – тине һәм дауам итте: “Ғәрәфә көнө – Аллаһ Тәғәлә күп кешеләрҙе уттан ҡотҡарған көн” (Мөслим 1162 һәм 1348 хәҙистәр)
Зөлхизә айының сауабы
Ғәйшә разыйаллаһү һөйләүенсә, Рәсүлүллаһ осоронда бер йыр ярата торған кеше йәшәгән, ти, Зөлхизә айы башланыу менән, йырын ташлап, ураҙаға керешә торған була. Был хаҡта ишетеп, Рәсүлебеҙ был кешенән:
"Был көндәрҙә ураҙа тотоуындың сәбәбе нимәлә?" — тип һорай. Теге кеше:
"Йә Рәсүлүллаһ! Был бит Хоҙай Тәғәләнең барлығына шаһит булған ишара көндәре, хаж көндәре. Мин дә уларҙың (хажиҙарҙың) доғаларында ҡатнашам, тим", — тип яуап бирә. Быны ишетеп, Рәсүлүллаһ :
"Һәр ураҙа тотҡан көнөңә күрә һиңә 100 ҡол азат иткән, 100 дөйә ҡорбан итеп салған кеше әжере булыр, Аллаһы Тәғәлә юлында көрәштә ҡатнашыусы йөҙ һыбайлы әжере булыр... Әт-Тәрвийә көнө лә ураҙала үткәрһәң, үҙеңә 1000 ҡолдо иреккә ебәреү, 1000 дөйәне ҡорбанлыҡҡа алып килеү, Аллаһы Тәғәләнең юлында көрәштә ҡатнашыусы 1000 һыбайлы әжере... Әгәр инде Ғәрәфә көнөндә лә ураҙала булһаң, үҙеңә 2000 ҡолдо иреккә ебәреү, 2000 дөйәне ҡорбан итеп салыу Аллаһ Тәғәлә юлында булған 2000 һыбайлы әжере булыр" тигән һәм өҫтәп:
"Һәм үҙеңә уға ҡәҙәр бер йыл буйына һәм унан һуң бер йыл буйына тотҡан ураҙа әжерҙәре лә булыр", — тигән.