Мүлк (Тәбәрәк) сүрәһе

орнамент круг

                               Мүлк (Тәбәрәк) сүрәһе.
 

   Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүлк», — батшалыҡ, тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһү ғәләйһи үә сәлләм был сүрәне уҡымайынса йоҡларға ятмаған.хадис
   

   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Был сүрә 30 аяттан тора, үҙен уҡыған хужаһы өсөн шәфәғәт ҡыла, хатта Аллаһ Тәғәлә уны ғәфү иткәнсе — был Тәбәрак сүрәһе”.хадис пророка
   

   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән... “Был сүрә 30 аяттан тора. Әхирәттә Аллаһ Тәғәлә менән ҡыйышыр, хатта үҙен уҡыусы хужаһын кереткәнсе, ул сүрә Тәбәрак».
   Пәйғәмбәребеҙ салаллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Тәбәрак сүрәһе ҡәбер ғазабынан һаҡлай».хадис проррка Мухаммада
   Пәйғәмбәребеҙ салаллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйткән.«Кем һәр төн «Тәбәраҡ» сүрәһен уҡыһа Аллаһ Тәғәлә ҡәбер ғазабынан имен ҡыла. Пәйгәмбәребеҙ заманында беҙ был сүрәне «Һаҡлаусы», тип йөрөтә инек. Был Аллаһының китабынан сүрә, кем уны һәр көн уҡыһа йәки быға ҡарағанда ла күберәк уҡыһа үә яҡшы,мөкәммәл рәүештә быға ирешә».хадис от Аллаха
Ибнү Шихәб иртәнге намаҙҙа беренсе рәкәғәта “Мүлек” сүрәһен, икенсе рәкәғәта “Ихлас” сүрәһен уҡыған. Уға: “Һин оҙон сүрә менән ҡыҫҡаны ҡушаһыңмы?”- тип һорағандар. Ибнү Шихәб яуап итеп: «Ихлас сүрәһе Ҡөрьәндең өстән бере, ә “Тәбәрак” сүрәһе ҡәбер ғазабынан ҡотҡара», тип әйткән. (Бәйхаҡы риүәйәте).сура Мулк

сура Табарак

                                           Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

   1. Тәбәәракәлләҙии бийәдиһил-мүлкү үә һүә ғәләә күлли шәй'иң ҡадиир. 2.Әлләҙии халәҡал-мәүтә үәл-хәйәәтә лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләә, үә һүәл-ғәзиизүл-ғафүүр. З.Әлләҙии халәҡа сәбғә сәмәәүәәтиң тыибәәҡаа, мәә тәраа фии халҡир- рахмәәни миң тәфәәүт, фәрджиғил-бәсара һәл тәраа миң фүт^ур. 4.Ҫүммәр-джиғил-бәсара кәрратәйни йәңҡалиб иләйкәл-бәсару хааси'әү-үә һүүә хәсиир. 5. Үә ләҡад зәййәннәәс-сәмәәәә'әд-дүнйәә бимәсаабиихә үә джәғәлнәәһәә руджүүмәл лиш- шәйәәтыиин, үә әғтәднәә ләһүм ғәҙәәбәс-сәғиир. 6. Үә лил-ләҙиинә кәфәруу бираббиһим ғәҙәәбү джәһәннәмә үә би'сәл-мәсыир. 7.Иҙәә үлҡуу фииһәә сәмиғүү ләһәә шәһииҡау-үә һийә тәфүүр. 8.Тәкәәдү тәмәййәзү минәл-ғайҙы күлләмәә үлҡийә фииһәә фәүджүң сә'әләһүм хазәнәтүһәә ә ләм йә'тикүм нәҙиир. 9.Ҡаалүү бәләә ҡад джәәәә'әнәә нәҙиируң фәкәҙҙәбнәә үә ҡулнәә мәә нәззәләллааһу миң шәй'ин ин әңтүм илләә фии даләәлиң кәбиир. 10.Үә ҡаалүү ләү күннәә нәсмәғү әү нәғҡилү мәә күннәә фии асхәәбис-сәғиир. 11.Фәғтәрафүү биҙәмбиһим фәсүхҡал-ли'асхәәбис-сәғиир. 12. Иннәлләҙиинә йахшәүнә Раббәһүм билғайби ләһүм мәғфиратү-үә әджруң кәбиир. 13.Үә әсирруу ҡауләкүм әүиджһәруу биһи иннәһүү ғәлиимүм-биҙәәтис-судүүр. 14.Ә ләә йәғләмү мән халәҡа үә һүүәл- ләтыиифүл-хабиир. 1б.Һүүәл-ләҙии джәғәлә ләкүмүл-арда ҙәлүүләң фәмшүү фии мәнәәкибиһәә үә күлүү мир-ризҡиһи үә иләйһин-нүшүүр. 16.Ә әмиңтүм-мәң фис-сәмәәәә'и әй-йахсифә бикүмүл- арда фә'иҙәә һийә тәмүүр. 17.Әм әмиңтүм мәң фиис-сәмәәәә'и әй-йүрсилә ғәләйкүм хәәсыибәә, фәсәтәғләмүүнә кәйфә нәҙиир. 18.Үә ләҡад кәҙҙәбәл- ләҙҙиинә миң ҡаблиһим фәкәйфә кәәнә нәкиир. 19. Әүә ләм йәрау иләәт-тайри фәүҡаһүм сааааффәәтиү-үә йаҡбиднә мәә йүмсикүһүннә илләр-рахмәән, иннәһү бикүлли шәй'им-бәсыиир. 20. Әммән һәәҙәәлләҙии һүә джүңдүл-ләкүм йәнңсурукүм миң дүүнир-рахмәән, инил- кәәфируунә илләә фии ғуруур. 21.Әммән һәәҙәәл- ләҙии йәрзүҡукүм ин әмсәкә ризҡаһ, бәл ләджджүү фии ғүтүүиү-үә нүфүүр. 32.Ә фәмәй-йәмшии мүкиббән ғәләә үәджһиһии әһдәә әммәй йәмшии сәүийән ғәләә сыираатыим мүстәҡыим. 23.Ҡуль һүүәл-ләҙии әңшә'әкүм үә джәғәлә ләкүмүс-сәмғә үәл-әбсаара үәл-әф'идәтә ҡалииләм-мәә тәшкүруун. 24.Ҡуль һүүәлләҙии ҙәра'әкүм фил-арды үә иләйһи түхшәрун. 25.Үә йәҡуулүүнә мәтәә һәәҙәл-үәғдү иң күңтүм саадиҡыын. 26.Ҡуль иннәмәл-ғилмү ғиндәллааһи үә иннәмәә әнәә нәҙиирум-мүбиин. 27.Фәләммәә ра'әүһү зүлфәтәң сииии'әт вүджүүһүл-ләҙиинә кәфәру^ үә ҡыылә һәәҙәәл-ләҙии күңтүм биһи тәддәғүн.28. Ҡуль ә ра'әйтүм ин әһләкәнийәллааһү үә мәм-мәғиә әү рахимәнәә фәмәй-йүджиирул- кәәфириинә мин ғәҙәәбин әлиим. 29.Ҡуль һүүәр-рахмәәнү әәмәннәә биһи үә ғәләйһи тәүәккәлнәә, фәсәтәғләмүүнә мән һүүә фии даләәлим-мүбиин. 30.Ҡуль әра'әйтүм ин асбәхә мәә'үкүм ғаураң фәмәй-йә ' тиикүм бимәәәә'им- мәғиин.

                                                                Тәфсире.

      Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
   1. Бөтөн хөкөмдарлыҡты хозурында тотоусы Аллаһ олуғтарҙың бөйөгөлер һәм Аллаһтың көсө бөтөн нәмәгә етә. 2. Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы. 3. Аллаһ бер-беренә ярашҡан ете ҡат Күкте бар итте. Ғәләмдәр Раббыһының бар итеү ғәмәлендә һеҙ һис бер кәмселек күрмәҫһегеҙ. Күтәрелеп бер ҡарағыҙ һеҙ Күккә, шунда һис бер етешһеҙ урын күрмәҫһегеҙ. 4.Унан һуң тағын ҡат-ҡат ҡарағыҙ, ҡарашығыҙ (Күк төҙөлөшөндә боҙоҡлоҡ таба алмайынса) хәлдән тайып, меҫкен хәлдә кире ҡайтыр. 5. Хаҡтыр, һеҙгә иң яҡын Күкте ҡәндилдәр (йондоҙҙар) менән биҙәнек. Уларҙы (йондоҙҙарҙы) шайтандарға ата торған итеп яһаныҡ һәм шайтандарға ялҡынлы ут ғазабын әҙерләнек. 6. Раббыны инҡар иткән бәндәләр өсөн йәһәннәм ғазабы бар. Ул бик тә хәтәр урын. 7. Уларҙы (кәферҙәрҙе) утҡа ташлағанда йәһәннәмдең (кәферҙәргә) булған асыуынан ҡайнай-ҡайнай. 8. шартлар дәрәжәгә етеп үкергәне ишетелеп торор. Гонаһлылар төркөмө утҡа ташланыла барған һайын, ут һаҡсылары (зобаниҙар) уларға: «(Ошо ғазап буласаҡ тип) алдан киҫәтеүсе бер генә пәйғәмбәр ҙә һеҙгә килмәнеме ни һуң?» — тип һорарҙар. 9. Улар шулай яуап бирер: «Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо ғазаптың киләсәге тараһында киҫәтеүсе бер Пәйғәмбәр килгән ине, ләкин беҙ уның киҫәтеүҙәренә ышанманыҡ, уларҙы ялғанға сығарҙыҡ. Аллаһ бер нимә лә индермәне. Һеҙ һаташҡан бәндәләр», -тинек. 10. Их, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған булһа инек, аҡылыбыҙ менән уйлап ҡараған булһа инек, утта яныусылар араһында булмаҫ та инек. 11. Шулай итеп, улар гонаһтарын танынылар. Улар Аллаһтың ярлыҡауынан йыраҡ булырҙар! Улар инде ялҡынлы йәһәннәмдең әһелдәре. 12. Үҙен күрмәйенсә лә, Аллаһҡа иман килтергәндәргә, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан-дарға хәҡиҡи ярлыҡау һәм дә бөйөк әжер әҙерләнгән. 13. Һүҙегеҙҙе йәшерһәгеҙ ҙә, йәшермәһәгеҙ ҙә, белеп тороғоҙ, Аллаһ — күңелегеҙҙәгеләрҙең барыһын да белеп тороусы. (14) Юҡтан бар итеүсе белмәҫме? Ул иң йәшерен ғәмәлдәрҙе лә белеп тора һәм һәр нәмәнән хәбәрҙар. 15. Ер йөҙөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа биргән — Аллаһ. Шулай булғас, Ерҙең күкрәгенә баҫып йөрөгөҙ һәм Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе ашағыҙ. Ахырҙа ҡайтыш барыбер Аллаһ хозурына булыр. 16. Күктәгеләр (Аллаһ, фәрештәләр) һеҙҙе (гонаһлыларҙы) Ергә йоттормаҫ, тип ышанаһығыҙмы? Ул саҡта Ер ҡалтырана башлар, тетрәр һәм һеҙҙе Ер йотор. 17 Күктән (Аллаһ гонаһлы) башығыҙға дауыллы таш ямғыры яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы!? Киҫәтеүҙәребеҙҙең нимә икәнен һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ. (18) Хаҡтыр, уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә быны (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы!. Ләкин минең уларға килтергән язам ниндәй дәһшәтле булды. (19) Күктә, баш остарында ҡанат ҡаға-ҡаға оса торған ҡоштарҙы улар күрмәйме ни һуң? Уларҙы миһырбанлы Аллаһтан башҡа бер кем дә һауала тота алмай. Шик юҡтыр, Аллаһ барыһын да белеп тора. (20) Аллаһтан ҡотолорға һеҙгә ярҙам итеүсе ғәскәр кемдәрҙән тора? (Аллаһтың язаһынан бары тик Аллаһ үҙе генә ҡотаара ала.) Кәферҙәр улар – юл таба алмаҫлыҡ булып аҙашҡан халыҡ. (21) Аллаһ һеҙгә ризыҡ биреүҙе туҡтатһа, һеҙгә кем ризыҡ бирер? Эйе, улар аҙғынлыҡ менән (Хаҡтан) тәкәббер рәүештә йыраҡлашты. (22) Хәҙер инде уйлап ҡарағыҙ, йөҙө аҫҡа килеп, ҡара көйөп йөрөүсе бәндә тура юлға күнәрме, әллә тура юлдан төп-төҙ атлап барыусымы (Сәғәдәткә барып ирешәсәк)? (23) (Рәсүлем) әйт: «Ул һеҙҙе юҡтан бар итеүсе, һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр, йөрәк биреүсе», — тип. Бик әҙ шөкөр итәһегеҙ. (24) Тағын әйт һин: «Ер йөҙөнә һеҙҙе Аллаһ яралтты, үрсетте һәм һеҙ (яуап бирер өсөн) Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ», — тип. (25) (Кәферҙәр мыҫҡыллау менән): «Һөйләгәндәрегеҙ хаҡ булһа, вәғәҙә иткәндәрегеҙ (Ҡиәмәт көнө, ғазаптар) ҡасан килер?» — тип әйтерҙәр. (26) Әйт һин уларға: «Был таралағы мәғлүмәт бары тик Аллаһ хозурында ғына. Мин бары тик Аллаһ ғазабының, һис шикһеҙ, киләсәге тураһында һеҙҙе киҫәтеүсе генә», — тип. 27. Әммә уны (ғазапты) яҡында күргәс, кәферҙәрҙең йөҙҙәре ҡарайыр һәм уларға: «Бына, был һеҙ бик тиҙ күрергә теләгән нәмә ошо булыр», — тип әйтерҙәр. (28) Әйт һин: «Әгәр Аллаһ мине, минең менән булған яҡындарымды һәләк итһә йәки рәхмәте менән иҫән ҡалдырһа, хәтәр ғазаптан кәферҙәрҙе кем ҡотҡарыр?» — тип һора. (29) Әйт һин: «Аллаһтың рәхмәте киң һәм Ул — ярлыҡаусы. Беҙ Аллаһҡа иман килтерҙек, тәүәккәл итеп, Уға һыйындым», — тип. Кемдең яңғылыш юлда аҙашып йөрөгәнен оҙаҡламай күрерһегеҙ. (30) Әйт һин: «Миңә яуап бирегеҙ һеҙ, әгәр һыу — йылғалар, шишмәләр ҡасһа, бәреп сыҡҡан шишмәләрҙе һеҙгә кем кире ҡайтарыр?» (Әлбиттә, Аллаһ ҡына был эште башҡара).