Мөжәүир хәҙрәт хикмәттәре
Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында тыуған, шунда ғумер кисергән 1920 йылғы Йәнтилина Һәҙиә Әйүп ҡыҙы Мөжәүир хәҙрәт тураһында бик күп ҡыҙыҡлы хәтирәләр белә, тигәйнеләр. Әммә беҙгә ҡапылда осрашыу насип булманы. Бер йыл тигәндә был изге күңелле инәйҙе үҙем эҙләп таптым.
Башта миңә Һәҙиә инәйҙең ҡыҙы Тәнзиләнең Манһыр әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәткә арналған шиғыры осраны. Шиғыр авторы йөрәк түрендә әсәһе Һәҙиә, атаһы Фәйзулла һөйләгәндәрҙе рухи хазина итеп һаҡлай. Көн дә тиерлек ишетеп, белеп йөрөгәнгә уның күңелендә тыуған яғының бөйөк әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәткә ҡарата оло һөйөү һәм ихтирам йәшәй. Был ихлас, саф тойғо Тәнзилә күңеленән урғылып сығып, түбәндәге шиғри юлдарҙа сағылыш таба.
* * *
Киртәле лә тауҙар араһында,
Ожмах кеүек матур бер ерҙә,
Борон-борон заманда йәшәгән
Мөжәүир ҙә атлы әүлиә.
Ҡыңғырыштан аша тура сыҡһа,
Йыраҡ түгел беҙҙең Кәрешкә.
Ниндәй бәхет, терәлеп торған ерҙә
Йәшәгән бит изге фәрештә.
Шиғырын уҡып сыҡҡас, тиҙерәк Тәнзиләне күргем, осрашып һөйләшкем килде. Әммә беҙҙе әүлиә рухы үҙе йөрөтә буғай, ниңәлер, юл төшмәне. Йәнтилиндәрҙән миңә тәү башлап йәш быуын вәкилен, Һәҙиә инәйҙең ейәнсәрен, Миңзилә исемле ҡыҙының ҡыҙы, СиБГУ талибәһе Ләйсән Солтанголованы осратырға тура килде.
Сибай ҡала китапханаһы минең «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре буйынса фәнни-ғәмәли конференция үткәргәйне. Был сарала Ләйсән исемле талибә, ул ҡыҙ Һәҙиә инәйҙең ейәнсәре булып сыҡты, фәнни хеҙмәте менән беренсе урын яуланы. Беҙ шулай танышып киттек. Аҙаҡ та был тырыш, булдыҡлы талибә тураһында төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша, гел призлы урындар яулай, тип йыш ишетергә тура килде. Ә быйыл, 2008 йылда, Ләйсән Алтайҙа студенттар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй студенттарының төрки телдәре буйынса үткәрелгән олимпиадаһында ҡатнаша. СиБГУ талиптары командаһы икенсе урынга сыға, Ләйсән шәхсән икенсе урын яулай.
Баймаҡ районының билдәле Йәнтилиндәр ырыуынан булған, йәше туҡһанға етеп барған Һәҙиә инәйҙе эҙләп табыу миңә ҡыйын булманы. Уны Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы Миңзиләлә осраттым. Оҙон көнө буйы һөйләштек. Баҡһаң, Йәнтилина Һәҙиә инәйҙең балалары, ейәндәре — бөтәһе әүлиә олатайҙы сикһеҙ яратып, хөрмәт итеүселәрҙән булып сыҡты. Ә ағинәйҙең үҙенең һөйләгәндәре бер яҡтан Мөжәүир хәҙрәттең иҫ китмәле илаһи ҡөҙрәте тураһында әлегә тиклем ишетеп белгәндәрҙе дәлилләһә, икенсе яҡлап, әүлиә образының әлегә тиклем яҡтыртылмаған сифаттарын да асырға булышлыҡ итте.
— Шәп кеше булды Мөжәүир хәҙрәт, — ти уны яҡындан белгән Һәҙиә инәй. — Көлөп-көлдөрөп, һөйләп-һөйләшеп ултырыр, һинең ни уйлағаныңды белеп ултырыр ине. Кеше яратты, үҙенә төбәп килгән һәр кемде йылы ҡаршы алып, ризалатып ебәреү хәстәрен күрҙе, хәленән килгәненсә ярҙам күрһәтте. Күңеле киң, өйө иркен, ниәте изге, зар-интизар булып килгәндәргә, бала-сағаға мәрхәмәтле, итәғәтле булды, — тип хәтерләй әүлиәгә йөрәк түрендә мәңгелек рәхмәт хисе һаҡлаған Һәҙиә инәй. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, инәй барыһын иҫләй. Олатай нимә әйткән, барыһы хәтерендә һаҡлай. Кешеләрҙе һауыҡтырыр, дауалау буйынса ҙур тәжрибә туплаған бағымсынан инәй ниҙәр ишеткән, шуны һүҙмәһүҙ бирәбеҙ.
— Ауырыу кешегә өс төрлө юл менән тейә. Беренсеһе — һыуыҡ тейҙереүҙән, икенсеһе — нәмә ҡағылыуҙан, өсөнсөһө — дөрөҫ туҡланмауҙан, — тигән ул. — Күҙ тейеү, боҙом, ен ҡағылыу, сихыр булһа, ундайҙарға минең әмәл бермә-бер килешер, — тигән. Ниндәй юл менән сирләп килһәләр ҙә, хәҙрәтең ҡөҙрәтенә инанып, йүнәләм тип килгән кеше, мотлаҡ йүнәлеп ҡайтыр булған.
Әҙәм балаһының ауырыуға һабышыуын күберәк ҡара көстәр ҡағылыуҙан күргән ул. Бағьшсы шуларҙы ҡыуа торған булған. Ябай кешенең көсө етмәҫ яуыз ҡара көстәр менән гел алышып-көрәшеп йәшәгән.
— Шундай шәпле, хикмәтле табип һәм әүлиәнең тере сағында ҡәҙерен белеп еткермәнеләр. Хәҙер күптәр ҡәберенән ҡаҙып алып ултыртырҙай булалыр ҙа бит, әүлиәләр ҙә ергә мәңгелекә килмәй икән шул, — ти Һәҙиә инәй.
Һүҙгә әүәҫ әңгәмәсем үҙенең Булат исемле ейәне менән булған бер хәлде хәтерләп һөйләп алды.
— Һигеҙ айлыҡ ҡына бәпес ҡапыл сәсрәп ауырып китте. Ни эшләтергә белмәйбеҙ, бала һытылып ауырый. Тиҙ генә ат ектек тә туранан ғына Ҡыңгыраш аша төшөп, Манһырға сыҡмаҡсы булдыҡ. Кәрешкә менән Манһыр араһы туранан биш-алты саҡрым тирәһе булыр. Ошо ғына араны үтә алмай атыбыҙҙың йәне сыға яҙҙы. Сөм-күк ат ҡара һыуға төшөп тирләне, төҫө ҡараға әйләнде. Тау башына менеп еткәнсе әллә нисә сәғәт ваҡыт үтте. Ҡыңгыраш башына менеп етһәк, тау түбәһенә арба үҙе китер ине, тибеҙ. Меҫкен ат тамам әлһерәне. Әйтерһең, бер нәмә арбаны артҡа тартып һөйрәй. Элек кешеләрҙән «Ен ҡағылған ауырыуҙарҙы алып барғанда аттың арбаға көсө етмәй икән», — тип һөйләгәндәрен ишеткәнебеҙ булғайны. Әкиәт, тип ышанмай торғайныҡ. Бына хәҙер үҙебеҙ шул хәлдә ҡалдыҡ. Ниһайәт, ни хикмәт булғандыр, ат көс-хәл менән тауҙың башына килеп етте лә көслө итеп бер дер һелкенде, тирә-яҡҡа ҡара тире сәселде. Шунан саптырып сығып китте. Күсерҙәге килен дилбегәне ҡулынан ысҡындырмай саҡ тотоп барҙы. Мөжәүир хәҙрәттең ҡапҡаһы ябыҡ тора ине, ат бикле ҡапҡаны емереп, ихатаға елдереп килеп инде. Олатайға күренергә килеүселәр урам тулы ине. Быны күреп улар аптырап ҡалды. Хәҙрәт өйөнән килеп сыҡты ла, сиратһыҙ саҡырып индерҙе.
— Әйҙә ин, балам, һеҙҙе көтөп торам, — тине. — Ҡулыңдан ризыҡты күп ейҙем, минең дә һеҙгә ярҙамым тейһен.
Ингәс тә хәҙрәт баланы ҡулына алды.
— Кыш, мәлғүндәр, китегеҙ бынан, — тип өрөп, ниндәйҙер күҙгә күренмәгән заттарҙы ҡыуғандай итте. — Һеҙ килә ятҡанда уҡ, атығыҙҙың арбаға көсө етмәгәнен күреп, мин уларҙы бер килке борхолдатҡайным инде, — тине. Бәпәйҙең башынан башлығын систереп өшкөрөп кейҙерҙе. — Ин шәәъ Аллаһ, йүнәлер, — тине, беҙҙе тынысландырып оҙатып ҡалды. Булатым шул өшкөрөүҙән аҙаҡ, иншәәъ Аллаһ, бер ауырыу- сырхау күрмәне.
Түбәндә бирелгән айырым-айырым ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе лә Һәҙиә инәй ауыҙынан яҙып алдым.
Кире алды
1947 йыл ине. Ниңәлер башым ауыртып тик тора. Хәҙрәткә барғайным, бетеү яҙып бирҙе. Үрмес таҫмаға тегеп, бетеүҙе оҙаҡ ҡына тағып йөрөнөм. Йүнәлгәйнем, сөйгә элеп ҡуйҙым да уның тураһында оноттом. Башым ауыртҡанға, иҫемә төшәп ҡараһам, таҫма тора, бетеүем юҡ.
Бер көндө, Мөжәүир хәҙрәт ауылыбыҙға, Йәмилә инәйҙәргә килгән, тип ишетеп ҡалдым да барҙым. Олатай бөхтә генә кейенеп, башына аҡ түбәтәй кейеп, түрҙә ултыра.
— Бетеүемде юғалттым, миңә яңы бетеү яҙып бир, — тим.
— Һин уны үҙеңә тағырға алманың бит, сөйгә элергә алдың, — ти, үҙе рәхәтләнеп көлә. — Тағып йөрөмәгәс, кәрәкмәйҙер, тинем. Исемен яңырттым да Иҫәнгилде ауылы Хәйернисаға бирҙем.
— Миңә тағы яҙып бирсе әле, олатай, — тим ялбарып.
— Ҡыҙыл аҡсаның эйәһе өсөн яҙып бирмәһәм, — ти, үҙе тағы көлә.
Ирем Фәйзулла, теге хикмәтле Баймаҡтан повестка алып ҡайтып килгәндәге осрашыуҙы мәңге онотманы, һуғыштан хәҙрәт фатихаһы арҡаһында тере ҡайттым тип, уны гел хөрмәт итте. Был юлы ла, хәйергә һал тип, 30 һумлыҡ ҡыҙыл аҡса биреп ебәргәйне. Күрәҙәсе олатайҙың шуны әллә ҡайҙан белеп, шаяртып ултырыуы инде.
Бетеүҙе яҙғанда тағы шаяртып алды.
— Был юлы мөһөр баҫып тороп бирәйем әле, ҡайҙа һалһаң да башҡаса юғалтмаҫ, башың да ауырымаҫ, — ти. Миңә ҡарап торҙо ла, етди тонға күсеп, өйрәтеп әйтте.
— Һинең башындың ауырыу сәбәбе — кеше һүҙен ишетмә. Эт өрөр, бүре йөрөр. Үҙ-үҙеңде бел дә, юҡ-бар өсөн көйәләнмә. Яҡшылыҡ иткәнгә насарлыҡ ҡылма. Ямандарҙан йыраҡ йөрө. Йәнә бына ошо доғаны эстән гел ҡабатла. Еңел генә ул, — тине.
Юлда, юлда, юлдашым,
Хызыр Ильяс юлдашым.
Юлда булыр юлдашың.
Хызыр Ильяс юлдашың.
Доғаны хәҙрәт бер нисә ҡат әйттереп ҡараны. Бетеүҙе күнгә тегеп ҡулыма тотторҙо.
— Инде хәҙер туҡһан йәшкә етеп барам, хәҙрәт яҙып биргән шул бетеүҙе янымдан ебәргәнем юҡ. Уны, Аллаһ бирһә, ейәндәремә ҡомартҡы итеп ҡалдырасаҡмын.
Һәҙиә инәйҙең хәҙрәткә булған оло ихтирамы минең дә күңелемә күсте.
— Ниндәй бөйөк әүлиә йәшәгән бит был бәрәкәтле төбәктә! Уны күреп белеүсе, эргәһендә йәшәүселәр ҡайһылай ҙа бәхетле! — тип уйланым, күңеле хазиналай инәйҙе яратып, ҡосаҡлап алдым.
Хикмәтленең Фәйзуллаға күрһәткән хикмәте
Был хәл 1941 йылдың 26 авгусында була. Кәрешкә ауылынан Йәнтилин Фәйзулла Баймаҡҡа барып, һуғышҡа китергә повестка алып ҡайтып килә. һыбайлы егет ауылына Манһыр эргәһенән сығып, Ҡыңғырташты аша төшөп, туранан ҡайтырға була. Был юл менән барғанда Кәрешкә Манһырға биш-алты саҡрымда ята. Урғаҙа аша сығырға торғанда үҙенең йылға буйындағы сабынлығында, егеүле аттың арбаһында Мөжәүир хәҙрәт ултыра, ти. Ул башына аҡ сәллә ураған, бөхтә кейемдә булған.
— Һине көтөп ултырам, Фәйзулла ҡусты, — ти икән күрәҙәсе. Үҙе тиҙ генә арбаһынан төшөп, ҡиблаға ҡарап ултырған да намаҙ уҡый башлаған.
Шунан бер ни аңламай хайран ҡалып торған Фәйзулланы эргәһенә саҡырып ултыртҡан да былай тигән:
— Һин һуғышта оҙаҡ йөрөмәҫһең. Сәфәрең ҡыҫҡа күренә. Әҙерәк һаулығыңа зыян килер, уның ҡарауы, иҫән ҡалырһың. Минең теләк-фатихала булырһың, ин шәәъ Аллаһ.
Фәйзулла үҙ күҙенә үҙе ышанмаған. Хәҙрәт бит 1939 йыл ҡулға алынып, әле төрмәлә ултыра. Нисек ул бында килеп сыҡҡан? Ниндәй хикмәт был? Иҫенә килеп, ауыҙын асып һорашырға ғына итһә, ҡаршыһында торған хәҙрәт тә, арба ла юҡ булған. Башта ҡурҡышынан был турала Фәйзулла бер кемгә лә өндәшмәгән. Йылдар үткәс кенә әбейе Һәҙиәгә һөйләп ҡалдырған.
Ысынлап та, Фәйзулла һуғышта йыл ярым йөрөп, һул ҡулын өҙҙөрөп, сулаҡ булып ҡайтып килә. Ҡайтҡас өйләнә, балалары була, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер һөрә. Шулай итеп, хикмәт эйәһенең күрәҙәлек ҡылыуы дөрөҫкә сыға. Тик төрмәлә ултырған хәҙрәттең нисек Урғаҙа буйында хасил булыуы уларҙы ғүмер буйы хайран итә. Әҙәм ышанмаҫ хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмәйҙәр. Әммә Баймаҡ яғында хәҙрәт хикмәттәрен етди ҡабул итәләр һәм ихлас ышаналар.
Инселәнгән ҡаҙ
Ирем Фәйзулла биш-алты йыл Күсейҙә колхоз председателе булып эшләп алды ла, Басай менән Күсей ҡушылғас, ферма мөдире булып үҙебеҙҙең яҡҡа Әбдрәхмән фермаһына эшкә ҡайтты. Был 1952 йылдар ине. Шул йылда ҡош-ҡортобоҙ уңды, егерме ҡаҙ һуйып алдыҡ. Эй, һимеҙ, эре булдылар, һәр береһе биш-алты кило тартҡандыр. Иң һәйбәттәренән ике ҡаҙҙы «Аллаһ бирһә, олатайға алып барып ашатырмын», — тип айырып элеп ҡуйҙым. Алып барып бирергә яйы сыҡмай, яҙ етте.
Бер көн ирем әйтә, әйҙә, управляющий Хәйепназарҙы ҡунаҡҡа саҡырып алайыҡ, ти. Уның шул тиңдәше менән ҡатнашып йәшәгеһе килә ине. Апрель айы. Үҙемдең ике ҡаҙ, олатайға тип инселәнгән ике ҡаҙ элеүле тора. Тулайым бер ҡаҙҙы ҡаҙнаға һалып ебәрҙем. Ит бешеп сыҡты, көткән ҡунағыбыҙ һаман юҡ.
Уны, Хәйепназар Баймаҡҡа киткән, юлда бер нәмәгә тарыған шикелле, тинеләр. Ҡаҙҙы баҫырып ултыртып торҙом. Иремдең ҡайтҡанын көтәм. Фәйзуллам ҡайтып инде лә:
— Хәйепназар күренмәй, уның ҡарауы Мөжәүир хәҙрәт абыстайы менән Хәйрулла ағайҙарға ҡунаҡҡа килгән. Мин уларҙы саҡырып ҡайттым, — тине.
Мин арлы-бирле иткеләгәнсе Хәйрулла ағай Сәлимәһе менән, Мөжәүир хәҙрәт Гөлйемеше менән дүртәүләп килеп тә инделәр. Мин олатайҙы ике йыл күрмәгәйнем, ҡыуанып киттем. Йүгереп йөрөп табын хәстәрләйем. Урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп ебәрҙем, бөтөн ҡаҙҙы батмусҡа һалып олатай алдына ҡуйҙым.
— Ҡаҙҙы өлөшләп һеҙ бүлегеҙ, хәҙрәт, — тип хөрмәтемде алданыраҡ шылдырып ҡуям. Ҡунағыбыҙ рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе:
— Һай, шаян ҡаҙ булды был, Күсей һыуында ҡойоноп, һип- һимеҙ булып үҫте. Осоп китергә иткәйне, беҙ уны осорманыҡ, — ти. — Миңә инселәнеп һаҡлап ҡуйылһа ла, саҡ-саҡ Хәйепназар түрәнең ауыҙына барып инмәне. Ин шәәъ Аллаһ, үҙебеҙҙең ризыҡҡа яҙҙы, — ти, үҙе тағы көлә. Миңә лә өлөш һалып:
— Шулай бит, Һәҙиә һылыу, миңә мисәбәләнгән (инселәнгән) ине бит? Насип ризыҡ, ана шулай, теш ярып килеп инә ул, — тип көлә.
Олатай ҡаҙҙы өлөшләп-өлөшләп бүлеп ашата, ә мин һаман һушымды йыя алмай, олатайҙың күрәҙәлегенә хайран ҡалып ултырам. Ул ҡаҙҙың Күсейҙә үк үҙенә инселәнеп ҡуйылғанын ҡайҙан белгән ул?
Хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда тағы шаярта, тағы күрәҙәлеге менән хайран итте хәҙрәт.
— Инселәнгән ҡаҙҙың икенсеһен бирмәһәң дә ярай, ҡәҙер итеүең биргәндән дә артыҡ булды, рәхмәт, — ти.
— Юҡ, хәҙрәт, һеҙгә инселәнгән ул, — тип күстәнәсемде Гөлйемеш абыстайҙың ҡулына тотторҙом.
— Ярар улайһа, әйтеүҙе мотлаҡ үтәү фарыз, әйтеү үтәлмәйенсә, ризыҡтың юлын быуып тормаһын.
Һәҙиә инәй был ҡыҙыҡ хәлде көлә-көлә һөйләне. Йәш саҡтарын, яратҡан хәләл ефетен иҫкә алыуҙан, ахырыһы, йөҙө яҡтырып, күңеле күтәрелеп китте.
Дахаң һәйбәт тә инде
1956 йылдың көҙө. Туғыҙ айлыҡ улым Батыргәрәй ныҡ итеп ауырып китте. Был яҡҡа элек кешенең бер белгәне Мөжәүир хәҙрәт ине. Ат егә һалып алдыҡ та киттек Манһырға. Көн һыуыҡ ҡына. Яңылбикә апайым өҫтөнә ныҡ ҡына кейенгән, миңә лә даханды кей, йылы булыр, ти.
— Иҫкергән, яғаһы ла туҙған, ошо даханы кейгем килмәй, — тип киреләнәм.
Шулай ҙа апайым, йылы һөйәк һындырмай, тип өгөтләп даханы кейҙерҙе.
Хәҙрәт, гәҙәттәгесә, беҙҙе йылы ҡаршы алды. Баланы ҡулына алып өшкөрә башланы. Ике көн буйы алһыҙ-ялһыҙ илаған сабый шунда уҡ иҙрәп йоҡлап китте. Бетеүен дә шунда уҡ яҙа һалды. Мин, ҡайһылай тиҙ яҙҙы, тип уйлап та өлгөрмәнем, олатай:
— Белгән кешегә оҙаҡмы ни, — тип көлөп ҡуйҙы.
Уңарсы Гөлйемеш абыстай сәй табыны әҙерләне.
Сәй эсеп, йылынып, ҡайтырга әҙерләнә башлағас, Мөжәүир хәҙрәт серле генә йылмайып:
— Һәҙиә, дахаңды иҫке лә иҫке тип кейгең килмәй ине, ап-аруҡ кейерлектәһә. Яғаһы ла һәйбәт кенә әле, — ти. Яңылбикә апайың әйткәнде тыңламай ҡаршылашһаң, өшөп һыуыҡ тейҙерер инең. Шулай, һылыу, йылы һөйәк һындырмай.
Ҡайтып барабыҙ, аптырап барабыҙ.
— Эй, ошо олатайҙың барыһын белеп тороуҙары!!! Ни уйлайһың, ни булған, энәһенән ебенә белеп, әйтә лә тора бит. Даханы иҫке тип кейге килмәй торғанга хәтле белеүе бигерәк инде, — тип һөйләштек Яңылбикә апайым менән. — Бындай кешенең көсө-ҡөҙрәтенә нисек инанмайһың, ана, Батыргәрәйҙе йүнәлтергә бер тыны етте ләһә.
Хәҙрәт бетеүе
Кәрешкә ауылы Ырыҫҡужин Мөхәммәт улы Имаметдиндың Бөйөк Ватан һуғышында нисек немец фашистарына пленға эләгеүен, тотҡонлоҡта күргәндәрен бәйән итә башлаһаң, бер роман яҙырға булыр ине. Әҙәм көсө етмәҫтәй ауыр-ауыр таштарҙы күтәреп ташытып юл төҙөүҙәре, төрлөсә язалау, бер сәбәпһеҙ туҡмау, иптәшеңә ярҙам иткән өсөн дә үлем язаһы, атыу һәм фашистарҙың башҡа яуызлыҡтары тураһында Имаметдин гел илап һөйләр булған.
Бер рәт тотҡондарҙы ат урынына һабанға егеп, миналанган баҫыуҙы һөрөргә ҡушалар. Аслыҡтан ҡаҡ һөйәккә ҡалған тотҡондарҙың төрәнгә көсө етерлек түгел. Саҡ ҡына хәл алырга туҡтаһалар, шашынған немец палачтары аҡырынып, автоматтан ут яуҙыра башлай. Баҫыуҙы һөрөп барғанда минаға эләгеп, тотҡондарҙың бөтәһе һәләк булды. Был мәхшәрҙә бер Имаметдин тере ҡала. Һуғышҡа китер алдынан Мөжәүир хәҙрәт яҙып биргән йән һаҡлау бетеүе арҡаһында иҫән ҡалды ул.
— Әҙерәк барам да күкрәгем тәңгәленә эстән тегелгән бетеүемде һәрмәп ҡарайым. Эй, Аллам, ярҙам ит, Олатай доғалары миңә көс-ҡеүәт бир, тип теләйем. Баҫыуҙың теге осона имен-аман килеп сыҡҡас, немецтар үҙҙәре лә минең тере ҡалыуыма аптырап ҡуйҙы буғай, — тип хәтерләй торғайны Имаметдин еҙнә. Ул йәнә ошоларҙы һөйләй.
Бер яуызы:
— Азиат, һин барыбер үләсәкһең, — тип ҡара тиргә батып әлһерәгән Имаметдингә автоматын тоҫҡағайны, икенсеһе, кешелеклерәге, уның ҡулынан тотто:
— Ҡуй, теймә, үҙе дөмөккәнсе йөрөһөн, әйҙә.
Шулай итеп, Имаметдин был тамуҡтан да тере ҡала. Ҡайҙа йөрөһә лә, ни эшләһә лә, ул бетеүенән һис бер ваҡытта ла айырылманы. Аҙаҡ та уны пуля алманы, крематорий мейесенән дә ҡотолоп ҡалды, төрлө ауырыуҙарға ла бирешеп барманы, һуғыш бөткәс, плендан азат ителеп, ауылына иҫән- һау әйләнеп ҡайтыу насип булды.
Ҡайтып яҡындарынан иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та Имаметдиндең тәүге һорауы:
— Мөжәүир хәҙрәт иҫәнме? — була. Түш кеҫәһенән иҫкереп, туҙып, тетелеп бөткән әйбер килтереп сығара ла:
— Бына ошо Мөжәүир хәҙрәт бетеүе арҡаһында мең үлемдән ҡотолоп, тере ҡайттым, — ти.
— Нисек һаҡлай алдың уны, — тип хайран ҡалды немецтарҙың яуызлығын, кеҫәләрҙе ныҡ тентеүен, шәхси нәмәне һаҡларға рөхсәт итмәүен ишетеп белгән ауылдаштары.
— Тентенеләр, тик ни хикмәт менәндер бетеүгә теймәнеләр, әллә күрмәнеләр. Уйлай торғас, аңланым, тентеүҙәр башланһа, бетеү йәшеренә, кешегә күренмәй. Был олатай ҡөҙрәте икәненә инандым, — тип һөйләне тотҡонда булған Имаметдин.
Ул һөйләгәндәргә Мөжәүир хәҙрәттең илаһи ҡөҙрәтен белмәүсе башҡа яҡ кешеләре булһа, бәлки, уйҙырма тип, шик белдерер, йә ышанмаҫ ине, ә әүлиәнең хикмәттәрен көн дә үҙ күҙе менән күреп, аҙым һайын ишетеп йөрөгән күрше ауыл халҡы был ишеткән хәбәргә инанып ышанды.
Имаметдиндең был һөйләгәндәренә алтмыш йыл тулып үтһә лә, һаман ул хәлде үҙ күҙе менән күреүсе Һәҙиә апай хайран ҡалып беҙгә бәйән итә.
Иртәгеһен Кәрешкәнән бер төркөм кеше, барлыҡ эшен ҡуйып, Имаметдингә эйәреп, туранан тау аша төшөп, хикмәт күрер өсөн Манһырга йүнәлде. Хәҙрәт килеүселәрҙе ҡапҡа төбөнә сыгып ҡаршыланы.
— Һиңә яңы бетеү яҙып бирмәй булмаҫ, Имаметдин туған. Тегеһе һуғышта йөрөп туҙып тетелеп бөттө, әрһеҙләп ҡайттың, — тине олатай көлөп. — Бетеү ҡәҙерен белдең үҙең дә. Ана, әйткәнде тыңламаған Вәлиулланан кире алдым. Бер ағас ботағына элде лә китте. Иҫенә төшөп кире килгәйне, эҙләгәне урынында булманы.
— Ошо бетеү арҡаһында әллә нисә рәт үлемдән ҡотолоп ҡалдым. Рәхмәт һиңә, хәҙрәт, тыуған илемә ҡайтып, туғандарымды күрҙем, — тинелә Имаметдин илап ебәрҙе.
Утты-һыуҙы кисеп тере ҡайтҡан яугирға ҡушылып бөтә килендәр иланы. Был күҙ йәштәре, беренсенән, Имаметдиндең имен ҡайтыуы өсөн шатланыу булһа, икенсенән, бөйөк хикмәт эйәһенә рәхмәтле булыу йәштәре ине.
Мөжәүир хәҙрәт китабынан, Лира Яҡшыбаева
Ссылка: китаптар — //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%9C%D3%A9%D0%B6%D3%99%D2%AF%D0%B8%D1%80%20%D1%85%D3%99%D2%99%D1%80%D3%99%D1%82.pdf