Женщина: от Корана до башкирских степей

                         Женщина: от Корана до башкирских степей
     Знаете, чем дольше я погружаюсь в эту тему, тем больше понимаю, что мы живём в плену у собственных стереотипов. Нам кажется, что женщина в традиционном обществе — это нечто тихое, покорное, «слабый пол», привязанное к кухне и детям. Нам внушили, что религия, особенно ислам, держит женщину на коротком поводке, что её удел — подчинение, а её голос — не более чем шёпот на задворках истории. Но стоит только начать копать, стоит отодвинуть в сторону вековые наслоения, как перед нами открывается картина, от которой захватывает дух. Оказывается, что и Коран, и древние эпосы, и реальная история переполнены женщинами, которые не просто стояли рядом с мужчинами, а вели за собой, правили, сражались, спорили с пророками и оставляли след, который не вытравить никакими идеологиями. Читать далее

Ҡатын-ҡыҙ: Ҡөрьәндән алып башҡорт далаларына тиклем

                     Ҡатын-ҡыҙ: Ҡөрьәндән алып башҡорт далаларына тиклем
     Белегеҙ, мин был темаға ни тиклем тәрәнгәрәк сумған һайын, бер ябай хәҡиҡәтте аңлайым: беҙ үҙебеҙҙең стереотиптар ҡосағында йәшәйбеҙ. Беҙгә шундай тойола: ғәҙәти йәмғиәттәге ҡатын-ҡыҙ — ул йомшаҡ, буйһоноусан, көсһөҙ зат, мейескә (кухня) һәм балаларға беркетелгән бер нәмә.
     Беҙгә дин, бигерәк тә Ислам, ҡатын-ҡыҙҙы ҡыҫҡа бығауҙа тота, тип өйрәттеләр һәм шуны дауам итеүселәр юҡ тип, әйтеп булмай. Әммә ҡаҙына башлауға, быуаттар буйы өйөлгән ҡатламдарҙы ситкә алып ташлауға, күҙ алдыбыҙҙа хайран ҡалдырғыс бер рәсем асыла. Беҙҙең Ҡөрьәндә лә, боронғо эпостарҙа ла, ысын тарихта ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәр менән йәнәшә генә баҫып ҡалмайынса, уларҙы үҙҙәре артынан эйәртеп, идара итеп, һуғышып, пәйғәмбәрҙәр менән бәхәсләшеп, үҙҙәре тураһында һүндереп булмаҫлыҡ эҙ ҡалдырғандары күп икән. Читать далее

Эткә хужа кәрәк, ә кешегә?

                                          Эткә хужа кәрәк, ә кешегә?
     Бөтә ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһыға маҡтау булһын, Ул беҙгә Ҡөрьәнде тура юл, хаҡ менән ялғанды айырыусы һәм иман килтереүселәр өсөн рәхмәт итеп иңдерҙе. Ошо асыҡ хәбәрҙе беҙгә еткергән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә (ﷺ), уның ғаиләһенә һәм бөтә сәхәбәләргә Аллаһтың сәләме һәм бәрәкәте булһын.
     Бөйөк Аллаһ Үҙенең Китабында былай ти:
                وَكُلًّا نَّقُصُّ عَلَيْكَ مِنْ أَنبَاءِ الرُّسُلِ مَا نُثَبِّتُ بِهِ فُؤَادَكَ وَجَاءَكَ فِي هَذِهِ الْحَقُّ وَمَوْعِظَةٌ وَذِكْرَى لِلْمُؤْمِنِينَ
   «Үǝ күллән нәҡуссу ғәләйкә мин әмбәә'и- ррусүли мәә нүҫәббитү биһи фү'әәдәкә үә джәәәкә фии һәәҙиһил-хәҡҡу үә мәүғиҙатүү- үǝ ҙикраа лилмуьминиин».
     «Беҙ күнелеңде нығытыр өсөн һиңә һаман шул рәсүлдәр хаҡындағы һүҙҙе һөйләйбеҙ.      Шунда хаҡлыҡ та, өгөт тә, мөьминдәргә һабаҡ та бар».
     «Бынан алдағы быуындар тураһындағы хәбәрҙәрҙе һиңә, үҙеңә ғибрәт алһын өсөн, һөйләйбеҙ» (11:120), Читать далее

Донъя ут эсендә

                                                 Донъя ут эсендә
     Донъя ут эсендә: Ахырзаман билдәләре һәм тәүбәгә саҡырыу
     Ғәләмдәр Раббыһы Аллаһ Тәғәләгә маҡтауҙар булһын, Ул Үҙенең Китабында:
 َ            إِن مِّن قَرْيَةٍ إِلَّا نَحْنُ مُهْلِكُوهَا قَبْلَ يَوْمِ الْقِيَامَةِ أَوْ مُعَذِّبُوهَا عَذَابًا شَدِيدًا كَانَ ذَلِكَ فِي الْكِتَابِ مَسْطُورًا
     Үǝ им-мин ҡарйәтин илләә нәхнү мүһ-ликүүһәә ҡаблә йәүмил-ҡийәәмәти әү мүғәҙҙибүүһәә ғәҙәәбәң шәдиидәң кәәнә ҙәәликә фил-китǝǝби мǝстуураа. 17/58
     «Ҡиǝмәт көнөнә ҡәҙәр беҙ һәләк итмәгән йәки ҡаты язаға тартмаған бер ҡала ла юҡ. Китапка ул шулай яҙылған».
     «Беҙ Ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр бер нәҫелде юҡ итербеҙ йәки ҡаты ғазап менән ғазапларбыҙ. Был Ләүхүл-Мәхфүзҙә яҙылған», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә салауат һәм сәләмдәребеҙ булһын, ул Ҡиәмәт көнө шул тиклем яҡын килеп еткәндә ебәрелде, хатта ул быны күрһәтеү өсөн һуҡ һәм урта бармаҡтарын ҡушып күрһәтте. Читать далее

Иран. Ни эшләп Раисинең вертолеты ҡоланы?

                             Иран. Ни эшләп Раисинең вертолеты ҡоланы?
     Пролог: Доғаның дауылы, Ысынбарлыҡ метаморфозалары
     1944 йыл, декабрь. АҠШ-тың Өсөнсө флоты — йөҙләгән караптан торған бронялы армада — Филиппинға юллана. Америка стратегтары ҡулдарын ыуалар: массив диңгеҙ десанты Япония менән һуғышта һуңғы нөктәне ҡуйырға тейеш. Ҡояш сығыусы илдең бындай көскә ҡаршы тороу өсөн хәрби көсө бөтөнләй тиерлек ҡалмаған ине.
     Шул саҡта Япония министрҙар кабинетында аҡылдан яҙыу булып күренгән ҡарар ҡабул итәләр. Боронғо эзотерик фәндәрҙе өйрәнгән серле бүлектең кәңәше буйынса, хөкүмәт бөтә халыҡҡа — йөҙ миллион кешегә — бер үк ваҡытта ҡояш алиһәһе Аматэрасу хөрмәтенә доға ҡылырға бойора. Дошманға «изге ел» — камикадзе ебәреүҙе һорарға.
     Мөрәжәғәттә әйтелә: йөҙ миллион кешенең бер үк ваҡыттағы доғаһы баҫҡынсылыҡ хәүефен кире ҡағырлыҡ «рухи энергия» тубы барлыҡҡа килтерә ала. Читать далее

Духан (төтөн, томан)

                                      Духан (төтөн, томан)
     Донъяның төрлө мөйөштәренән кешеләр блогерҙарҙың комментарийҙарында, төрлө каналдарҙа, мәҫәлән, YouTube-та, бер үк нәмәгә зарлана. Улар яҙа: һуңғы йылдарҙа ҡалаларҙа һәм башҡа урындарҙа сәйер, ҡурҡыныс томан тора. Һауа, әллә нисек, ҡатып ҡалған, ауыр, уға нимәлер тултырылған кеүек. Ҡояш күренмәй — ул ошо һоро юрған артына йәшенә, хатта яҡты булырға тейеш саҡта ла урамдарҙа яҡтылыҡ яна, сөнки көн төндән айырылмай. Хайуандар быны кешеләрҙән алда тоя. Бесәйҙәр һәм эттәр урамға сығырға теләмәй. Әгәр уларҙы көсләп урамға алып сыҡһаң, ысҡыналар, өйгә кире ҡасалар, йәшеренәләр. Ҡоштар ҙа ишетелмәй. Бөтөнләй. Турғай ҙа юҡ, ҡарға ла юҡ, бер кем дә юҡ. Уларҙың бөтөнләй булмауы арҡаһында сәйер шомлоҡ. Ҡалалар өҫтөндә тынлыҡ урынлашҡан — күңелһеҙ, һаңғырау, донъяны тығыҙ ҡалпаҡ менән ҡаплаған кеүек. Читать далее

Манҡорт һәм ҡоллоҡ фекерләүе

     Манҡорт һәм ҡоллоҡ фекерләүе: Рухи үлем һәм хужа эҙләү тураһында вәғәҙ
     Хөрмәтле мөьмин-мосолмандар!
     Бөгөн беҙҙең вәғәҙебеҙ ике ҡарашты берләштерә: бөйөк яҙыусы **Чингиз Айтматов** ижад иткән **манҡорт** образы һәм Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьән Кәримдәге аяттары. Был ике сығанаҡ та беҙгә бер үк хәҡиҡәтте аңлата: кешенең үҙен юғалтыуы, рухи үлеме һәм был хәлдең нисек булдырылыуы.
     «Манҡорт» һүҙе Үҙәк Азия халыҡтары араһында боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Был һүҙ менән төрлө сәбәптәр арҡаһында – ауырыу, ағыуланыу йәки ауыр психологик шоктан – хәтер юғалтыу, амнезия менән яфаланыусы кешеләрҙе атағандар. Манҡорт – үҙенең сығышын, тамырҙарын, килеп сығышын онотҡан кеше. Ә үҙенең кем икәнен һәм ҡайҙан килгәнен онотҡан кешенән милли, дөйөм кешелек, хатта дини нормаларҙы һәм принциптарҙы үтәүен көтөп булмай. Читать далее

Ғәҙеллекте ныҡ тотоғоҙ, хатта әсәйегеҙгә ҡаршы булһа ла!

                         Ғәҙеллекте ныҡ тотоғоҙ, хатта әсәйегеҙгә ҡаршы булһа ла!
     Хөрмәтле мөьмин-мосолмандар!
     Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ маҡтауҙар булһын, Ул беҙгә бөтә кешелек ғәйептәренән арындырылған, илаһи ғәҙеллек үлсәмен бүләк итте. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Ҡөрьәндең иң тәьҫирле, иң төплө, иң тетрәндергес ғәҙеллек белдереүҙәренең береһен уртаҡлашабыҙ. Ниса сүрәһенең 135-се аяты... Ул аят кешенең иң тәрән бәйләнештәрен, иң көслө мәнфәғәттәрен, иң йәшерен әүәҫлектәрен ғәҙеллектең үлсәүенә һала.
     Бөйөк Раббыбыҙ былай тип әйтә:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُونُوا قَوَّامِينَ بِالْقِسْطِ شُهَدَاءَ لِلَّهِ وَلَوْ عَلَى أَنفُسِكُمْ أَوِ الْوَالِدَيْنِ وَالْأَقْرَبِينَ إِن يَكُنْ غَنِيًّا أَوْ فَقِيرًا فَاللَّهُ أَوْلَى بِهِمَا فَلَا تَتَّبِعُوا الْهَوَى أَن تَعْدِلُوا وَإِن تَلْوُوا أَوْ تُعْرِضُوا فَإِنَّ اللَّهَ كَانَ بِمَا تَعْمَلُونَ خَبِيرًا
     Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү күүнүү ҡауүәәмиинә билҡистыи шүһә-дәә'ә лилләәһи үә ләү ғәләә әңфүсикүм әүил-үәәлидәйни үәл-әҡрабиинә ий-йәкүн ғаниййән әү фәки- иран фә-ллааһу әүләә биһимәә фәләә тәттә- бигүл-һәүәә әң тәғдилүү үә иң тәл'үү әү түғри- дуу фә'иннә-ллааһа кәәнә бимәә тәғмәлүүнә хабиираа. Читать далее

Хайуандан да түбән!

                                        Хайуандан да түбән!
     Хәйерле көн, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр!
     Бөгөн беҙ Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьән Кәримдәге «Әл-Әғрәф» сүрәһенең 179-сы аяты өҫтөндә уйланырбыҙ. Был аят үҙ эсенә бик тәрән мәғәнәләр ала һәм беҙҙең көндәлек тормошобоҙға, йәмғиәттәге хәлдәргә туранан-тура бәйле. Аллаһы Тәғәлә Әл-Әғрәф сүрәһенең 179-сы аятында былай ти:
َلَقَدْ ذَرَأْنَا لِجَهَنَّمَ كَثِيرًا مِّنَ الْجِنِّ وَالْإِنسِ لَهُمْ قُلُوبٌ لَّا يَفْقَهُونَ بِهَا وَلَهُمْ أَعْيُنٌ لَّا يُبْصِرُونَ بِهَا وَلَهُمْ آذَانٌ لَّا يَسْمَعُونَ بِهَا أُولَئِكَ كَالْأَنْعَامِ بَلْ هُمْ أَضَلُّ أُولَئِكَ هُمُ الْغَافِلُونَ
     Үә ләҡад ҙәраьнәә лиджәһәннәмә кәҫиирам-минәл джинни үәл-иңси ләһүм ҡулүүбүлләәә йәфҡаһүүнә биһәә үә ләһүм әғйүнүл-ләә йүбсыируунә биһәә үә ләһүм әәҙәәнүл-ләә йәсмәғүүнә биһәә үләә'икә кәл'әнғәәми бәл һүм әдаллү үләә'икә һүмүл-ғаафилүүн
     "Тамуҡ өсөн Беҙ ендәрҙе һәм кешеләрҙе бар ҡылдыҡ: уларҙың йөрәге бар – бер нәмә лә аңламай, күҙе бар – күрмәй, ҡолағы бар – ишетмәй. Улар хайуан һымаҡ, хатта (хайуандан да) нығыраҡ аҙашҡан. Улар ғафил халыҡ." Читать далее

Башҡортостанда булған ер тетрәүҙәре

                                 Башҡортостанда булған ер тетрәүҙәре
     Республика территорияһында билдәле булған тәүге ер тетрәү 1549 йылға ҡарай, ул Шишмә районында булған, тетрәнеүҙәр көсө 8-9 балға еткән. 1837 йылда магнитудаһы яҡынса 4 булған ер тетрәү теркәлгән, 1901 йылда — яҡынса 5 балл. Иң көслөһө тип 1914 йылдың 4 (17) авгусындағы Бәләбәй ер тетрәүе иҫәпләнә, магнитудаһы 5.5–6.0, эпиүҙәктә интенсивлығы 6-7 балл, ул Ҡазандан Ырымбурға тиклем һиҙелгән.
     1957 йылдан сейсмокүренештәрҙе системале иҫәпкә алыу башлана. 60 йыл эсендә Белоҡатай, Ҡыйғы, Салауат, Дыуан, Учалы һәм Әбйәлил райондарында 20-нән ашыу һиҙелерлек ер тетрәү теркәлгән, әммә улар барыһы ла көсһөҙ булған. 1990 йылда тәрәнлектәге ярыҡ активизацияһы менән бәйле Кукшик ер тетрәүе булған, магнитудаһы 4,6, тетрәнеү тәрәнлеге 33 км. Читать далее