Ғәшүрә көнө намаҙы
Ғәшүрә көнө — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, һәм Уның сәхәбәләре, йәғни фекерҙәштәре һәм замандаштары, был көндө мөбәрәк, изге һәм хөрмәтле һанап, ураҙа тотҡандар.
Был көндөң фазилиәттәре һәм хикмәттәре бихисап. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, былай тигән:
“Ибраһим, ғәләйһиссәләм, Ғәшүрә көнөндә тыуған. Аллаһы Тәғәлә уны Нәмрудтың утынан Ғәшүрә көнөндә ҡотҡарған, юлдың тоғроһон да Ғәшүрә көнөндә күрһәткән”.
Ибн Ғәббәс риүәйәт иткән:
“Кем Ғәшүрә көнөндә дүрт рәҡәғәт намаҙ уҡып, рәҡәғәт һайын “Әлхәмдү лил-ләһ” уҡыу менән 50-шәр «Ҡуль һүүә-ллааһу” уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уның үткән һәм киләсәк 50 йыл гонаһтарын ғәфү итер һәм юғары күктәге йәннәттә уның өсөн нурҙан бер йорт булдырыр”.
Ғәшүрә кисен ғәмәл-ғибәҙәттә үткәреү күркәм ғәмәлдәрҙән һанала. Башҡа бер хәҙистә Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм: “Кем дә кем Ғәшүрә кисен ғәмәл-ғибәҙәттә үткәреп сыҡһа, ул Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында нәҡ Мөхәррәбин фәрештәләр (Аллаһҡа бик яҡын булған фәрештәләр) шикелле булып күренер», — тигән.
Шулай уҡ дүрт рәҡәғәт намаҙ, һәр рәҡәғәттә берәр “Фатиха” сүрәһе менән ун “Ихлас” (Ҡүль һүүә-ллаһу) уҡыһа, был намаҙ дөрөҫтөр.
Мөхәррәм айы һәм Ғәшүрә көнө: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%93%D3%99sh%D2%AFr%D3%99-k%D3%A9n%D3%A9.html