Тамуҡ

                                                         Тамуҡ

   Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөръән китабы менән ант итәм «Тамуҡ хаҡ, Ожмаҡ хаҡ» — тип әйтә. Аллаһ Тәғәлә хаҡлы; кемдер изгелектәр ҡыла, намаҙ уҡый, ураҙа тота, ә икенсе берәү шашып Хаҡ Тәғәләне танымай йәшәй бирә. Шуның өсөн теге әхирәт донъяла ошо был ғүмерҙә ҡылған эштәр өсөн һәр кемден үҙ урыны буласаҡ. Был темала иң ҡурҡыныс урын «тамуҡ» хаҡында яҙып китәйем. Шуныһын белеп китегеҙ, әле тамуҡта мәрхүм булған бер кеше лә юҡ. Ошо бар донъябыҙ ере менән аҫты өҫкә килгәс, барыбыҙҙа сират күперен үтеп — кемдер тегендә, ә кемдер бында инер. Ә тамуҡ әлегә әҙер, көтөп тора кемделер.

   Риүәйәттәрҙә шулай әйтелә, Аллаһ Тәғәлә тамуҡты бар ҡылған ваҡытта иң элек уны мең йыл буйы ҡыҙҙырҙы, тамуҡ ҡыҙыл ут рәүешендә янып торҙо, шунан тағы ла мең йыл дауамында яндырҙы. Йәһәнәм уты ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, аҡ төҫкә әйләнде, шуннан ары тағын да ул мең йыл дауамында янып торҙо, тамуҡ ҡап-ҡара төҫкә үҙгәрҙе. Әйтерҙәр: «шуға күрә лә тамуҡ уты ҡара төҫтә, унын осҡоно әгәр ҙә күктәр ҡатына тейһә, барыһын иретеп бөтөрә, әгәр ҙә ергә төшһә, ҡорылыҡ менән үләндәр, ағастар, йән эйәләре үлешеп бөтәсәктәр». Шул сәбәпле Аллаһ Тәғәлә тамуҡ ҡатын күктәрҙән һәм ер йөҙөннән алыҫҡа ҡуйҙы, ул урынды халыҡтарға аңлайышлы булһын өсөн «ер аҫты» дип атанылар, аҫылда ул беҙ йәшәгән ерҙең аҫтында түгел, бәлки күктәрҙән һуң, ары инде. Юғыйһә, ҡәберҙән ҡубарылып, үлсәүгә, һорауға килтерелгән бәндәләргә Аллаһ Тәғәлә тамуҡты нисек итеп күрһәтеп ҡуя алыр ине? Бына ошо риүәйәттә ҡайһы бер кешеләргә яуап.

   Ҡайһы бер кешеләр һорайҙар; «Тамуҡ тулғандыр инде кешеләр менән, беҙгә урын юҡтыр» — тип әйтәләр. Улар ер аҫтында тип уйлайҙар, дөрөҫө өҫтә, сөнки күктен иге-сиге юҡ. Аллаһ Тәғәләнен бар нәмәгә көсө етә, ул ҡөҙрәтле. Ғалим астрономдарҙын ҡурҡҡаны, ошо «беҙҙен күктен» сите булыуын аңлауҙары, ары билгеһеҙлек.

   Аҙәм гәләйһис-сәләм ер өҫтөнә ҡыуылғандан һуң ризыҡтын тәмен таба алмайынса интекте һәм, көндәрҙен бер көннө Йәбрәил фәрештә килгәс, унан һораны:

   «Әй Йәбраил, йәннәттән сыҡҡандан бирле бындағы Аллаһы Тәғәлә биргән аҙыҡтарҙан тәм таба алмайым, һыуыҡтарҙа өшөйем, йәшәгән еремдең нуры юҡ,— дип зарланды,— Йәннәттән минем өсөн берәр емеш килтер» — тигән.
   «Ахирәт көнөнә тиклем, йәннәт ризығы булмаясаҡ, әллә тамуҡтан берәй ашамлыҡ алып киләйемме» — Йәбраил ғәләйһиссәләм.
   «Әй Йәбраил, тамуҡ ниндәй урын ул? Бер ҙә ишеткәнем юҡ» — тип һораны Әҙәм атабыҙ.
Йәбрәил фәрештә: «балаларындың ҡайһылары шунда барырҙар, ә һиңә аны күрергә насыйп ителмәҫ, хәлдәрен үә ризыҡтарын белеп ҡалырһың».
   «Ул ваҡытта күреп-татып ҡарармын» — тигән Әҙәм
   «Ярай» — тип Йәбрәил фәрештә, Аллаһ Тәғәләгә еткерә:
   «Йә Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ер йөҙендәге ризыҡҡа күңелем бармай — тип әйтә, — ожмах емештәрен һағына, мин уға нимә алып барайым?»
   «Йәһәннәм аҙығы — утты бир» — тигән Аллаһы Тәғәлә.
Йәбрәил фәрештә: «күпме алайым?» — тине.
   «Ә күпме ҡәҙәр кәрәк булыр?» — һораған Аллаһы Тәғәлә.
   «Бер емеш ҡәҙәре» — тигән Йәбраил фәрештә.
   «Әй Йәбраил, әгәр ҙә бер емеш ҡәҙәре алһаң, ул ут ете ҡат күктәрҙе һәм ете ҡат ерҙәрҙе, һәм донъяны, һәм һауаны яндырыр, ул ҡәҙәр итеп алма» — тип аңлатты.
Йәбрәил фәрештә :«Ә емештен төшө — алма һөйәге ҡәҙәрле генә алайым»
   «Әй Йәбраил, әгәр ҙә бер емеш төшө ҡәҙәр генә лә өҙһәң һәм ер йөҙенә килтерһәң, ерҙе һәм һауаны иретерһең, тамуҡ утының ғәйрәте көслөлер. Сөнки ул бәндәләр гөнаһлы булһа, уларҙың яманлыҡтарын өтөп алыр өсөн кәрәк. Ҡайһылары мең йыл көйҙөртелһә лә гөнаһларынан ағармаҫтар» — тигән.
Йәбрәил фәрештә ҡурҡып: «Мин унда эләгәмме?» — тигән.
   «Тамуҡҡа иң беренсе булып Иблис керер, унан һуң гөнаһлы бәндәләр урын алырҙар. Ә фәрештәләрем иһә, гөнаһнан азат вә саф» — тип аңлатты Аллаһы Тәғәлә.
   «Бар инде, Әҙәмгә туҙан бөртөге саҡлы тамуҡ утын илтеп бир» — тине.

   Йәбраил ғәләйһис-сәләм бер туҙан бөртөге ҡәҙәр йәһәнәм утын ергә килтереп, Әҙәм атабыҙ ҡаршындағы тау башына ҡуйҙы. Күрҙеләр, шул туҙан бөртөге ҡәҙәр тамуҡ утыннан ул тау иреп юҡҡа сыҡты: Хатта таштары үә тимерҙәре лә төтөн булып осты. Ошо төтөнде Йәбрәил ғәләйһис- сәләм Әҙәм атабыҙға бирҙе, ул усаҡ булды. Шуға күрә лә әйтерҙәр, «йәһәннәм уты ер йөҙендә бар ут эҫеһенән мең тапҡырға артыҡ» — тип.

   Йәһәнәмдә иң еңел яза утлы галош булыр. Унан гонаһлы бәндәләрҙен мейеләре ут өҫтөндә ҡайнаған ҡаҙандағы һымаҡ күпереп сығар, күҙҙәре тәгәрмәс һымаҡ өрөлөр, телдәре һалынып төшәр, тештәре ҡара күмер һымаҡ булыр, күкрәктәре ялҡын менән тулыр, ауыҙҙарынан уттар сығар. Үҙҙәре хайран хәлдә ҡысҡырышырҙар, башҡалар ишетеп торыр. Әммә һис-кем ярҙам итмәҫ, тәүбә һорарҙар. Үҙҙәрен иң ҙур ғазап күреүселәр тип белерҙәр, тик ғазаптары еңел икәнлеген генә төшөнә алмаҫтар. Шулай уҡ тамуҡ эсендә дөя муйыны ҡәҙәр йыландар һәм ишәк ҙурлығындағы саяндар мыжғып торырҙар. Тештәһәләр, бер саҡҡанда, етмеш кешене үлтерерлек итеп тештәрҙәр. Йәһәннәм кәферҙәре уларҙан ҡурҡып ҡаса бирерҙәр. Өйөлөшөп, бер тарафтан икенсе яҡҡа йүгерерҙәр, бер уттан икенсеһенә керерҙәр, ғазабтың сиген тапмаҫтар, үкереп иларҙар. Хаҡ Тәғәлә ғәфү итмәһә, беркемдең дә ярҙамы теймәҫ. Тамуҡ әһелләре һәр даими Аллаһ Тәғәләгә үтенеп доға уҡырҙар, был ғазабтарҙан ҡотолыуҙы һорарҙар. Әммә лә ҡырҡ йыл буйына уларҙың ул һүҙҙәрен һискем ишетмәҫ. Шунаң һуң ғына Аллаһ Тәғәлә:

   «Донъялыҡтағы гонаһларығыҙ өсөн һеҙ мәңгегә бынан сыҡмаясаҡһығыҙ» — тип белдерер.
Бәндәләр «Әй Аллаһ Тәғәлә, гонаһларыбыҙҙан тәүбә иттек, кисерә күр — тип ҡат-ҡат үтенерҙәр. Әммә нисә мең йылдар буйына уларға яуап килмәҫ. Шуннан һуң ғына: «Урынығыҙ ут, рәхмәтемдән йыраҡ булығыҙ һәм һөйләшмәгеҙ» — тип әйтер Аллаһ Тәғәлә.

   Тағы ла билгеле булһын, йәһәннәм кейемдәре шундай кейемдер, улар ҡайнар ыҫмаланан булырҙар. Шул күлмәкте ер менән күк араһына элһәң, бар ғәләмдәр һаҫылыҡтан һәм эҫҫелектән иреп төшәр ине, әгәр ҙә тамуҡтағы сылбырҙы тау башына ҡуйһаң, ер үҙәгенә ҡәҙәр янып төшәр ине. Шулай уҡ йәһәннәмдең ете ҡаты булыр, һәр береһендә төрлөсә ғазаб. Береһе икенсеһенән ете мең йыл түбәндәлер, етмеш мәртәбә һәр береһенән ҡыҙыуҙыр.

   Бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдән «тамуҡ әһелдәре кемдәр ул — тип һорағандар. Бәйғәмбәребеҙ әйткән; «иң түбәндә монафиҡтар, байлыҡҡа ҡыҙыҡһынғандар, фирғәүен ҡәүеменән. Икесе ҡатында мөшриктәр, өсөнсөһендә диндән сығыусылар һәм ғәйбәтселәр, дүртенсеһендә Иблис һәм уның яҡындары. Бишенсе ҡатында яһүттәр (еврейҙәр), алтынсыһында насарийҙәр (христандар). Етенсеһендә мосолман булып та, тыйылғандарынан тыйылмағаны, ҡушҡандарҙы үтәмәүселәр».

   Мөхәмәт бәйғәмбәр өмәтенән булған кәферҙәрҙе йәһәнәмгә һөрәтеп килтерерҙәр. Ирҙәрҙен һәм ҡарттарҙын һаҡалдарынан, ҡатын-ҡыҙҙарҙын сәстәренән һөрәтерҙәр. Улар иһә; «Аһ харап булдыҡ йәки Ай, хур булдыҡ» — тип иларҙар. Йәһәнәм төбөнә етеүгә, уларҙан; «Был тағын ниндәй әҙәмдәр, ни өсөн килтерелгәндәр — тип һорарҙар. Былар шул саҡ; «Беҙ Ҡөръәнле, бәйғәмбәребеҙ — ахырзаман бәйғәмбәре» — тип илашырҙар, ләкин исемен иҫтәренә төшөрә алмаҫтар.

   «Ҡөръән китабы Мөхәмәт бәйғәмбәрҙән башҡа кешегә инмәне, һеҙ ни эшләп унын әйткәндәрен үтәмәнегеҙ» — тип һорарҙар һәм баштүбән йәһәнәмгә ырғытырҙар

   Йәһәнәмдең хужасы булып бер мәләк торыр; уға бар тамуҡ хеҙмәтселәре буйһынырҙар. Быларҙың күҙҙәре йәшен ташы кеүек ут сәсеп торыр, баштары дүртәү, ҡайбер риүәйәттәрҙә тағы ла күберәк, ҡулдары бер тотканда унар-йөҙәр кешене усына эләктерер, тештәре мөгөҙ кеүек булыр, ауыҙҙарыннан уттар сәсрәп торыр, елкәләре бер йыллыҡ юл ҙурлығында, буйҙары оҙын булыр. Уларға һисбер уттың ҡурҡынысы булмаҫ. Улар гонаһ эйәләрен тотып алырҙар, сыйылдашыуына ла ҡарамаҫтан, утҡа ташларҙар, шунда мөэминнәр: «ләәә иләәһә илләәлаһү, Аллаһ Тәғәләнән башҡа илаһи юҡ» — тип әйтерҙәр. Уларҙы йоторға торған ут кире сигенер. Зобанилар әйтерҙәр: «Ут, нимәгә быларҙы яндырмайһын». «Улар Аллаһ Тәғәләнең исемен атанылар, шуға көсөм етмәй» — тип белдерер ут. Шул ваҡыт гонаһ эйәләре тынысланырҙар, улар Аллаһ Тәғәлә исемен әйтмәгән ваҡытта, ут уларҙы тотып алыр, баштарына ҡәҙәр ҡара күмергә әйләндергәнсә яндырып торыр. Зобанийҙәр: «Быларҙың йөҙөнә теймә, алар Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылдылар.Ут, быларҙың эстәрен яндырма, улар ураҙа тотылар» — тип әйтерҙәр зобанийҙәр. Ут быларға ла теймәҫ.

   Ғазаб өҫтенә тағыла ғазаб килер. Барыһында ялҡын уты ете ҡат урап тотар, әғъзалары көйәр, иттәре бешеп һалынып төшәр, эҫегә һөяктәре сарсыланыр, ҡулдары-биттәре көйәр. Был йәберләнеүҙән ҡотылырға теләп, улар Аллаһ Тәғәләгә ялбарырҙар. Анда бер тау күренер, «Согуд» тип аталыныр. Бәндәләр шуға менеп ҡасырға теләрҙәр, тырышып-тырмашып осына етеүҙәре булыр, тау уларҙы аҫҡа табан ырғытыр. Былар ямғыр үтенерҙәр, болот күренер, барыһы һөйөнешеп шуға табан югерерҙәр, әммә өҫтәренә таш яуыр, тәндәрен үтә тишеп сығар, бәғырҙәрен ярып үтәр. Былар тағын да ямғыр үтенерҙәр. Мең йылдан һуң бер болот килер. Ҡаршыһына йүгерерҙәр. Өҫтәренә бүрәнә-бүрәнә йыландар яуыр, тештәрҙәр, ағыуҙары етмеш йыл буйына тәндәрен һыҙлатыр. Былар йәһәннәм хужаһынан һыу үтенерҙәр, ул уларға һауыт бирер. Ҡулдарына алыуға, тиреләре һуйылып төшәр, ирендәренә килтереүгә, ауыҙҙары ергә ҡәҙәр һуҙылыр, эсһәләр, эстәре көйәр. Улар ризыҡ һорарҙар. Йәһәннәм хужасы «зәҡҡум емеше» бирер, ашарҙар, мейеләре үә эстәре урғылып ҡайнай башлар. Был ғазаптарға түҙә алмаҫтар, Хаҡ Тәғәләнән үлем теләрҙәр, ләкин таба алмаҫтар. Ғазаб аларҙы үҙеннән ебәрмәҫ. Тамуҡ ғазаптарынан мөьминдәрҙент йөҙө һәм иман нуры һаҡлаған күңелдәре генә имен ҡалыр.

   Бер мәл Аллаһ Тәғәлә Йәбрәил фәрештәгә әйтер; «Бар йәһәнәмгә барып минен мөьмин бәндәләремден хәлдәрен күреп ҡайт». Йәһәнәмгә килгән Йәбрәил фәрештәне күреп Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм өмөтенән булған бәндәләр бик ҡыуанырҙар һәм әйтерҙәр: «беҙ нисә мең йылдар буйы ошо йәһәнәм төбөндә ғазаб өҫтөнән ғазаб күреп, йоҡы ялды, ҡәҙерле ризыҡты күрмәйенсә ятабыҙ. Хәлдәребеҙҙе һөйләп бир».

   Йәбрәил фәрештә Аллаһы Тәғәлә янына килеп әйтер; «Улар мине күреп һөйөнештеләр, йөҙҙәренән һәм иманлы күнелдәренән башҡа һис бер ерҙәре ҡалмаған, барыһын ут яндырып бөтөргән. Улар Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмде һоранылар сәләм әйтеләр, беҙҙе онытҡанмы икән тинеләр».
   Аллаһы Тәғәлә: «ярай бар йәннәткә барып Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмгә һүҙҙәрен еткер. Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм үҙенен өмәтенән тамуҡта булған мөьминдәрҙен хәлен белеп, бик ҡайғырыр һәм Аллаһы Тәғәләгә килеп үтенеп һорар; «Минен өмәтемдән булған мосолман ҡәрҙәштәрҙе тамуҡ ғазабынан сығар».
   Аллаһы Тәғәлә: «ярай, тамуҡҡа барып, кем иман кәлимәһен әйткән, шуларҙы сығар» — тип әйтер.

   Тамуҡ ишектәре алдына килгән Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмде күреп, мөьминдәр һөйөнешерҙәр һәм зар үтенеп;
   «Әй Мөхәммәтебеҙ, беҙҙең хәлләребеҙ бик насар, ҡотҡарһан ине» — тип әйтерҙәр һәм иман кәлимәһен ҡабатларҙар. Шул ваҡыт тамуҡ ишектәре асылыр, пәрҙәләр күтәрелер. Тәндәре көйгән, бәғыр-ағзалары янып бешкән мөьминдәрҙе йәһәннәм соҡырыннан сығарҙар. Аллаһы Тәғәлә «Хаят» тип исемләнгән бер диңгеҙ яратыр, ут ғазабын күреүселәр шунда инерҙәр. Унан сыҡҡанда ирҙәр йәш егет, ҡатындар йәш ҡыҙ кеүек булырҙар, тик маңлайҙарына былар «ут ғазабында булдылар — тип яҙылыр. Шуға ла улар йәнәткә инергә оялырҙар һәм Аллаһы Тәғәләнән «беҙҙе был яҙыуҙан ҡотҡар» — тип доғалар уҡырҙар. Доғалары ҡабул булып яҙыуҙары бөтәр һәм улар ожмаҡҡа инерҙәр.

   Артарынан кәферҙәр, монафиҡтар һәм башҡа тамуҡ әһелдәре: «Нимәгә беҙ ҙә Мөхәммәт өммәтеннән булманыҡ икән!» — тип зар-зар илашып ҡалырҙар. Йәһәннәм эйәләре мәңгегә ғазаб эсендә янырҙар, уларға ҡотылыу булмаҫ, үләргә теләһәләрҙә, әммә үлем дә ирешмәҫ.

   Мөьминнәр йәннәткә тамуҡтан сығарылғанда, йәһәннәм өҫтенә уларҙың күҙ йәштәре ҡойолор һәм шулай итеп тамуҡ уты һүнәр. Ә тамуҡтың ҡалған алты ҡатында Аллаһ Тәғәләне танымаған әҙәмдәр һәм шайтандар бикләнгән хәлдәрендә мәңгегә ҡалырҙар. Уларҙың ҡасан ҡотыласығына бер Аллаһ Тәғәләнең үҙенә генә билгеле булыр. Хәбәрҙәрҙә шулай килгән!

   Хөрмәтле уҡыусы, ошонда ни эшләп мосолман ҡәрҙәштәрҙә тамуҡҡа эләгә икән тигән һорау тыуыр. Былар кемдәр һуң; улар Аллаһы Тәғәләне танығандар — «ләәә иләәһә илләллаааһү Мүхәммәдәр (Мүхәммәдүр) расүүлүллаааһ» — тип иман килтергәндәр, ләкин намаҙ уҡымағандар, йә тулыһынса уҡымағандар, ураҙа тотмағандар, шулай уҡ харамдан тыйылмағандар, Хоҙайҙын ҡушҡандарын үтәмәгәндәр һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында эләгеүселәр. Шуға ла беҙгә Аллаһ Тәғәләнен ҡушҡанын һәм Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм ден сөннөтен үтәргә кәрәк, әгәр тамуҡ утынан азат булабыҙ тиһәк.

   «Раббәнәәәә әәтинәә фиддүнйәә хәсәнәтәү үә бил әәхыйрати хәсәнәтәү үә ҡыйнәә ғәҙәбәннәәр».
   «Әй, Раббым Донъялыҡта беҙгә изгелек эшләй торған хәйерле ғүмер бир. Ошо изгелебеҙ бәрәкәтендә әхирәттә йәннәтеңде насип ит, ут ғазабынан һаҡлаһан ине».