Мәрхүмдең 51 көнлөгө
Мәрхүм-мәрхүмәләрҙең 51 көнлөгөн үткәреүҙә халҡыбыҙ араһында таралған йола ғына. Был йоланың бер өлөшө генә, динебеҙгә ҡарамай, үткәрмәһән гонаһ юҡ. Әлбиттә әреуахтарыбыҙ һәр саҡ беҙҙең доғаларға, саҙаҡаларға, изгелектәргә мохтаж. Шуға нәҡ шул көндә, шул ваҡытта, шул көнөн үткәреү кәрәк түгел. Теләгән көндә, хәлеңдән килә икән, мәжлес ойоштороп Ҡөръән аяттары уҡып, әжер-сауабын көткән әреуахтарға бағышларға була. Ә был 51 көн тураһында һеҙгә уҡырға мәғлүмәт булһын тип, бер аҙ яҙып үтәйем. Йәнә был хаҡта мәрхүм булған хөрмәтле мөфтиебеҙ Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндең «Иман – күңел көҙгөһө» китабын асайыҡ. Ул яҙа:
— Мәрхүм булған мосолмандың 51 көнөн уҙғарырға кәрәкме ?
Сәлимә Миңлебаева. Баймаҡ районы.
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Исламда, әл-хәмдү лил-ләһ, ата-әсә, туғандар, нәҫел хаҡы юғары урынға ҡуйылған. Уларға фани донъяла ҙур хөрмәт, ихтирам күрһәтергә, ҡәҙерен белергә тейеш булһаҡ, ахирәткә күскәндәрҙе лә һәр саҡ иҫкә алып торорға, рухына тап төшөрмәҫкә бурыслыбыҙ. “Эй, Раббым, үҙемдең, атай-әсәйемдең, яҡындарымдың гонаһтарын кисерһәң ине”, тип доға ҡылыуыбыҙҙа Исламдың бөйөк хикмәте һәм тәрбиәһе ята.
Ата-әсәгә айырым туҡталғанда, улар беҙгә ғүмер биргән, төн йоҡоларын бүлеп бәүеткән, иман, тәүфиҡ, бәхет теләп, һөйөп үҫтергән, аң-зиһен биргән. Ошолай күңел көсөн йәлләмәй сарыф иткән яҡындарыбыҙ өлкәнәйгәс ҡәҙер- хөрмәттә йәшәргә, баҡыйлыҡҡа күскәс, хәйер-доғала булырға тейеш. Атай-әсәйебеҙҙән тыш, олатай-өләсәйҙәребеҙ бар — нәҫел ебе шулай дауам итә. Халҡыбыҙҙың йолаларына ярашлы ете быуыныбыҙҙы белеү мөһим. Олатай-өләсәйҙәрҙең рухына бағышлап хәйер биреү, уларға аят уҡытыу Исламда юғары баһалана.
Динебеҙҙә кешене ахирәткә оҙатыуға, артабан да иҫкә алып тороуға ҙур урын бирелгән. Әл-хәмдү лил-ләһ, беҙҙә был ғөрөф-ғәҙәт күркәм килеш һаҡлана. Күреп-белеүебеҙсә, ауылда берәйһе баҡый донъяға күсте икән, уны һуңғы юлға оҙатырға бөтөн халыҡ йыйыла, ҡайғыны уртаҡлаша. Был — Исламдың бөйөк тәрбиәһе. “Ҡөрьән” бойороуынса, мәрхүмдең ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырмау, уға ярҙам итеү зарур. Әл-хәмдү лил-ләһ, динебеҙҙең был ҡануны ла мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең күңеленә тәрән һеңдерелгән, изге йола артабан да теүәл һаҡланһын, иншаллаһ.
Йәмғиәттә кешенең баҡыйлыҡҡа күсеүенен өс, ете, ҡырҡ көнөн, йыллығын билдәләү йолаһы бар. Уларҙа, мәғлүм булыуынса, аят уҡытыла, мәрхүм хөрмәтләп иҫкә алына, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек теләнелә, күңелдәргә артабан йәшәүгә өмөт-ышаныс һалына. Баҡыйлыҡҡа күскән әҙәм балаһының барлыҡ күркәм сифаттары йылылыҡ менән иҫкә алынырға тейеш. Был, әлбиттә, уның туғандарының, яҡындарының ҡара ҡайғыға һабышҡан күңелен ниндәйҙер кимәлдә күтәреп ебәрә, мәрхүмдең рухын яҡтырта.
“Баҡыйлыҡҡа күскәнгә 51 көн тулыуҙы үткәрергә кәрәкме?” — тип һораған ҡәрҙәшебеҙ. Бындай йола башҡа диндәрҙә бар. Әгәр ҙә ул Исламға зарар килтермәй икән, шәриғәттең бер өлөшө булып китәсәк. Ғөмүмән, алда әйтеп үткәнемсә, мәрхүмдәрҙе һәр саҡ иҫкә алып тороу мөһим, тимәк, 51-се көндө билдәләүҙең дә хилафлығы юҡ — теләгән кеше үткәрһен.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә фани донъяла бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе лә хөрмәттән айырмаҫҡа насип итһен. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Әмин.
51 көн тураһында баш ҡазый Ғәбделхаҡ Саматовтың «Шәриғәт: вәғәз, хөкөм, фәтүә...» китабының 3 томында нимә әйтелә һуң:
Әруахтарҙы иҫкә алыр өсөн, хәлеңдән килгәнсә мәжлес йыйырға мөмкин. Әгәр хәлең етмәһә, Ҡөръән сүрәләрен уҡый белгән кешегә бер аҙ хәйер-саҙаҡа биреп, Ҡөръән сүрәләрен уҡытып, доға ҡылһаң да ярай.
Үлеп киткән мәрхүмебеҙ алдында гонаһлы булыр хәлем юҡ, тиеп, ҙур бурыстарға батып, өсөһөн дә, етеһен дә, ҡырҡын да үткәреү кәрәкмәй. Ислам дине кешене һуңғы юлға оҙатҡанда бындай бурыстар йөкләмәгән. Яҡындарыңды тәртипләп, ҡәҙер-хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатыуҙан тыш, бер өҫтәмә вазифа ла юҡ. Динлеләр араһында төрлөһе бар. Береһе Ислам динен төптән, береһе өҫтән генә аңлай. Ғүмер буйынса Аллаһҡа ышанмайынса йөрөгән, олоғая башлағас динде таныусылар бар беҙҙең арала. Шуларҙың ҡайһы берҙәре бик «ғилемле» булып, башҡаларҙы битәрләргә тотона. Әбей-бабайҙарыбыҙ улай эшләмәгән, тип, теге урында тегеләй итәң, был урында былай итәң, тип өйрәтә башлайҙар.
Халыҡ араһында мәйет оҙатҡас, өсөһөн, етеһен, ҡырҡын үткәреү – йола ғына ул. Һуңғы ваҡытта илле берен үткәреүҙе лә көн тәртибенә индерә башланылар. Имеш, һөйәктәре таралған көн. Ислам динендә был хәл дә ҡаралмаған. Ә инде туған — тумасаның ҡайғы уртаҡлашырға, бергә йыйылып мәрхүмде иҫкә алырға теләге бар икән, ул күңелле мәжлескә әйләнергә тейеш түгел. Йыйылған хәлдә мәрхүмде яҡшы һүҙ менән иҫкә алыу, уның өсөн Аллаһы Тәғәләнән тәүбә-истиғфар һорап, Ҡөръән уҡып, доға итеү — мәжлестең маҡсаты.
Мәрхүм-мәрхүмәләрҙе 3, 7, 40 көн, 1 йыл үткәс кенә иҫкә алырға кәрәкме ни? Улар беҙҙең хәйер-доғаларыбыҙ менән туйынып тора. Беҙҙең кеүек, уның да ашайһы-эсәһе килә, уның аҙығы — доға. Мөмкин булһа, көн дә дүрт-биш кеше йыйылып мәйетте иҫкә алып, Ҡөръән уҡып, «Аллаһым, уның гонаһтарын ғәфү ҡылһаң ине, йәннәткә индерһәң ине», — тип Хоҙайға ялбарып, доға ҡылырға тейеш.
Әгәр бер кеше бер мөьмин бала тәрбиәләп ҡалдырһа, был бала һәр көн атай-әсәһенә намаҙ һайын доға ҡылып тора. Бер уҡыусы ҡалдырһа, шәкерте остазына ярлыҡау һорап ялбара. Мәсет төҙөп ҡалдыра, мәсеткә инеп, ғибәҙәт ҡылған һәр бер кешенән уға доға бара. Шишмә йәки ҡойо ҡаҙып ҡалдырһа, шул ҡойонан һыу эсеп һыуһауын баҫҡан кешенең күңеленән әйткән рәхмәте лә уға доға булып ирешер.
Улар фани донъяла ҡалған заттарға, әй, йәмәғәтем, туғандарым, күршеләрем, балаларым, беҙ ҙә һеҙҙең кеүек донъяла йәшәнек, әммә был көн киләсәгенә ышанманыҡ. Бында изгелек бик күп кәрәк икән, мөмкин тиклем күберәк изгелек ҡылығыҙ һәм беҙҙе лә онотмағыҙ, тип мөрәжәғәт итәрҙәр, ине. Шулай булғас, ниңә 3 –сөн үткәрҙең дә 7-ен көтөргә, 7-ен үткәрҙең дә, йәнем тынысланды тип, 40-ын 51-ен көтөп торорға? Ни өсөн әле айырым көндәр билдәләргә? Көнөнә 40, 70 мәртәбә доға ҡыл. Ҡайһы көндө мөмкинлегең бар, шул көндө, мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, доға мәжлесе үткәр. Үткәрәһең икән — әжер-сауабы һиңә, үткәрмәйһең икән — үҙең өйөндә уҡы ла доға ҡыл. Уның өсөн дә «Йәсин» сүрәһе, «Тәбәрәк» кенә уҡырға кәрәк, тигән һүҙ юҡ, нимә беләһең, шуны уҡырға кәрәк. Бер нәмә лә белмәйһең икән, күп кенә итеп: «Ләә иләәһә илләллааһ, ләә иләәһә илләллаһү», тип әйт тә, йә, Аллам, зекеремде ҡабул ҡыл, әжер-сауаптарын үҙемде тыуҙырып үҫтергән атайым-әсәйем рухына ирештер, рухтарын шат ҡыл. Атабыҙ Әҙәмдән алып ошо көнгә тиклем килеп киткән бөтә мөьминдәрҙең гонаһтарын ярлыҡа, тип әйтәңдә (әлбиттә, барлыҡ мөьминдәргә лә әжер-сауаптар теләп) доға ҡылаһың. Мәрхүмдәрҙе ни тиклем күберәк иҫкә алһаң, үҙеңә шул тиклем әжер-сауап була, тип әйтә Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үәссәләм.
Әлбиттә 51 көндә мәйеттең һөйәгенән ите айырыла торған мәғлүмәт медицина өлкәһендә лә юҡ. Сөнки мәйеттең сереүе төрлө факторҙарға бәйле, мәҫәлән эҫе шарттарҙа ике-өс аҙна эсендә сереп юҡҡа сыға, ә мәңге һыуыҡта, үҙегеҙ беләһегеҙ әле һаман серемәгән мамонт кәүҙәләре табыла.
51 көн тураһында мәғлүмәтте дауам итеп элекке Татарстан мөфтиенең беренсе урынбаҫары мәрхүм Вәлиулла хәҙрәт Яғкуб баҫтырырға яуаплы булған китаптан өҙөк уҡыйыҡ. Был «Әреуахтарыбыҙҙы шатландырайыҡ» тигән китапты Разия абыстай Закирова яҙған. (51 көнөн үткәреү)
Бик күп кешеләр һорау менән мөрәжәғәт итәләр: «Мәйеттең күмгәндән һуң 51-се көндә тәне һөйәгенән айырыла, ул көн уның өсөн бик ғазап була икән, әгәр шул көндә доға ҡылһаң, ул был ғазаптарҙы һиҙмәйенсә ҡала икән», тиҙәр.
Ҡөръән Кәримдә был көн тураһында ла, шулай уҡ 3-се, 7-һе, 40-ҡы һәм бер йылын үткәреү тураһында да асыҡтан-асыҡ мәғлүмәттәр юҡ, ләкин беҙҙең мең йыллыҡ Ислам тарихында бабаларыбыҙ был көндәрҙе һәр ваҡыт билдәләп үткәндәр, Ҡөръән уҡытҡандар, мәжлес үткәргәндәр.
Әбей-бабаларыбыҙ иң ауыр йылдарҙа ла ғибәҙәттәрен ҡылдылар. Улар беҙгә динде, ғөрөф ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалып, тапшыра алдылар.
Мәҙһәбенең бөйөк имамы имам Ағзам Әбү Хәнифә хәҙрәттәре (уға Аллаһтың рәхмәте булһын) беҙгә: «Һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итеп, уларҙы Ислам диненә хеҙмәт итә торған итеп эшләгеҙ», — тип васыят иткән. Ул шулай уҡ: «Мосолман фикһ белгестәре һәм дин ғалимдары ҡанундарҙы урындағы шарттарға ҡарап ҡулланырға тейештәр», — тигән. Разия Закирова.
Дөрөҫ, 3 -се, 7-һе, 40-ҡы тураһында Ҡөръәндә һүҙ юҡ, әммә сөннәттә йәки пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең тормошо менән бәйле фиғыл-ғәмәлдәрендә быға дәлил бар. «Мишкат» китабына аңлатмалар биреүсе Мулла Ғәли әл Ҡари Рузҡардәми фәтүәһен китергән. Был фәтүә өсөһөн уҡытыу хаҡындалыр. Әбү Зәрр әл-Ғыйффәри (Аллаһ унан риз булһын) Рәсүлебеҙ ғәләйһиссәләмдең улы Ибраһим вафат булғандан һуң өсөнсө көнгә Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләмдең хозурына килеп дөйә һөтө, икмәк һәм хөрмәләр килтерә. Расүлүллаһ салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, өс мәртәбә Ихлас (ҡулһүаллаһ) сүрәләрен уҡып һәм шунан һуң Аллаһүммә салим ғәлә Мүхәммәд әнтә биһә әһлаү үә һүүә ләһә әһлүн тип әйтеүҙән һуң ҡулдарын күтәреп: Эй, Раббым! Ошоларҙың хасил булған әжер-сауаптарын улым Ибраһим рухына ирештерһәңсе!» — тип, доға ҡылған. Шунан һуң килтереүсе Әбү Зәрр сәхәбәгә: «Быларҙы бүл» тип бойороҡ иткән.
Был өсөһө түгелме?
Унан һуң беҙҙең халыҡта борондан килгән матур ғәҙәт бар: кешегә ҡайғы-хәсрәт килгәндә ярҙам ҡулы һуҙыу. Беҙҙең халыҡта өсөһөн үткәрмәйенсә өйҙә ризыҡ әҙерләмәйҙәр. Дөрөҫ, был хәҙер ҡалала йәшәүселәр араһында үтәлмәй инде, мосолман күршеһе булмау һ.б. сәбәптәр. Ә бына биҫтәләрҙә, ауылдарҙа йәшәүселәр араһында был матур ғәҙәт әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Күршеләр мәйет булған өйҙәге кешеләрҙе үҙҙәренә ашарға алып сығалар. Унан һуң ҡәберне ирҙәр ҡаҙа, мәйетте ирҙәр күтәреп алып бара, күмәләр. Шуға күрәлер уҡ өсөһө көндө ошо ирҙәр саҡырыла, уларҙы хөрмәтләйҙәр.
Хәҙер етеһен ни өсөн үткәрәбеҙ? Ете һанының мәғәнәһен бер Аллаһ Тәғәлә үҙе белеүсе. Хәҙистәр белгесе әл-Дәһләүи фекере буйынса мәйет донъянан киткәс ете ахшам дауамында уның рухына еңеллек булһын тип саҙаҡа биреү мөстәхәб ғәмәлдәрҙән иҫәпләнә.
Кеше үлгәндән һуң «төнгө һаҡларға» тип мәйет янына тирә-күрше, туғандар, ҡатын-ҡыҙҙар йыйылалар, улар тәһлил әйтәләр, Ҡөръән уҡыйҙар, кәфен киҫәләр, тегәләр һ.б. эштәрҙе эшләйҙәр. Был ҡатын-ҡыҙҙарҙы булышҡандары өсөн рәхмәт йөҙөнән етеһенә саҡыралар.
Ҡырҡ көнө тигәндә мәйеттең донъянан китеп ҡәбергә инеүенән ҡырҡ ахшамын үткәреү Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр заманаһынан мәғлүм.
Өсөһө, етеһе, ҡырҡы, илле бере һәм башҡаларҙы үткәреү шул боронғо замандан билдәле булған. Был татарҙарҙың гөрөф-ғәҙәте генә түгел. Был мәжлестәрҙә Ҡөръән уҡыла, өгөт-нәсихәт һөйләнә, доға ҡылына. Хәләл кәсеп менән тапҡан малдарынан ҡәрҙәштәренә өлөш сығарып, ризыҡ ашатыла. Күршеләр, тыуған ҡәрҙәштәр, яҡындар, дуҫтар саҡырыла. Күрше хаҡы, туғандар хаҡы, ҡәрҙәшлек хаҡы үтәлә.
Барыһы да шәриғәтебеҙ рөхсәт иткән ғәмәлдәрҙән.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең: «Мәйеттәрегеҙгә «Йәсин» сүрәһен уҡығыҙ тигән.
Ҡырҡ ахшам дауамына тиклем уҡыу мәйеттең донъянан китеп ҡырҡ ахшам буйына әһелдәре менән тығыҙ элемтәлә тороуына асыҡ дәлил. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең «ҡырҡ көн буйына уҡығыҙ» тип әйтмәһә лә, был әле тыйыу тигән һүҙ түгел, сөнки «Йәсин» сүрәһе Ҡөрьәндең ҡалебе (йөрәге).
Мәғриб илендә йәшәп, күп дини әҫәрҙәр яҙып ҡалдырған шәйех Ғабдуллаһ әл-Ғалиммәри әйткәнсә: «...Әгәр Ҡөръән уҡыуҙың, йәки башҡа ғәмәлдәрҙең сауаптарын берәүгә бағышлаһалар һәм шәриғәттә бын тыйыусы ҡағиҙә булмаһа — был тыйылған ғәмәл булмаҫ», — тигән.
Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең: «Кем булһа ла Ислам диненә яҡшы ғөрөф-ғәҙәт индерһә, уға бының өсөн әжере булыр һәм үҙенән һуң был ғөрөф-ғәҙәткә эйәреүселәр һаны буйынса ла әжере булыр, ә бына эйәреүселәрҙең әжерҙәре кәмемәҫ», — тигән.
Хаслап өсөн, етеһен, ҡырҡын, илле берен, бер йылдан һуң уҡытыу ҙа динебеҙҙең рухына ҡаршы килмәй.
Беҙҙең өләсәй-олатайҙарыбыҙ мәйеттең 51 көнөндә түбәндәге ғәмәлдәрҙе ҡылғандар һәм доғалар уҡығандар:
Иң тәүҙә 2 рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡыла. Беренсе рәҡәғәттә Әлхәм, Әмәнәррасүл (лилләһиҙән), икенсе рәҡәғәттә Әлхәм, 7 мәртәбә Ихлас (ҡулһүаллаһ) сүрәһе.
Ҡөръән Кәримдең «Нур» сүрәһенән 35 аяттан 40-сы аятҡа тиклем уҡыла.
Икенсе уҡыла торған сүрә «Вәҡиға» (хәл) сүрәһелер.
Бынан һуң түбәнге доғаны уҡып, тамамлап ҡуярға кәрәк.
Бисмиллаһир рахманир рахим.
Аллааһүммә инни әс әлүкә бихаҡҡи халҡикә үә бихаҡҡи кибрийәә икә үә бихаҡҡи джәмәәликә үә бихаҡҡи джәләәликә үә бихаҡҡи үә джүдикә үә фәҙликә үә кәраамика, йәә ҡадиимәл ихсәәни үә йәә садиҡул үәғдил әмиин. Ләәәә иләәһә илләә әнтә сүбхәәнәкә иннии күнтү минәҙҙаалимиин.
Аллааһүммә үджибү дәғүәтии бихүрмати исмикәл ғәҙиими үә бихүрмати сәййидинәә Мүхәммәдиү Мустафа салләллааһу тәғәләә ғәләйһи үәсәлләм үә ғәләә әлиһи үә әсхәәбиһи әджмәғин, үә әлхәмдү лилләәһи раббил ғәәләмин, үә ләә хәүлә үлә ҡуүүәтә иләә билләәһил ғәлиййүл ғәзиим. Бирахматикә йәә әрхәмәр-раахимиин.
Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин мәә хәффәти-сәмәәүәәти. Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин мәә хәффәти әррахмәти үә саллаллаһү сәййидинәә Мүхәммәдин фил ихсәәни үә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин фил әрүәәхи үә салли ғәләә, сәййидинәә Мүхәммәдин бәәрик үә сәллим үә ғәләә джәмииғил әнбийәә үәл и мүрсәлиин. Әмиин.
Мәржәни мәсетендә бер йома намаҙында хәҙрәткә былай тип һорау бирҙеләр:
«Мәйеттең 51-се көнөндә нимә уҡырға, уның тәртибе бармы»?
Хәҙрәт былай тип яуап бирҙе:
«Ҡөръәндә 51, 52, 53 һ.б. көндәр тигән үҙ юҡ. Мәйеттең иң ауыр көнө беренсе көн була. Мәйетте күмгән көндө ахшам намаҙынан һуң 2 рәҡәғәт һәүел намаҙы уҡып, 1-се рәҡәғәттә Фатиха (Әлхәм), 10 мәртәбә тиклем (иннә әнзәлнә) 2-се рәхәттә (Әлхәм, 10 Ихлас сүрәһен (ҡул һүүәләәһү) уҡып: «Был намаҙҙың әжерен ошо мәйеткә ирештерһәң ине, гонаһтарын ярлыҡаһаң, ине»,— тип доға ҡылыу хәйерлерәк була.
Кеше үлгәндән һуң уның яҡыны әйтеп үтелгән мәжлестәрҙе үткәргәндән һуң бушап ҡала, яңғыҙлыҡ хәсрәтен торған һайын күберәк аңлай. Шуғалыр инде, уның үлгәненә бер йыл тулған көндө көтөп ала, туғандарын, дуҫтарын, күршеләрен саҡыра. Ҡөръән уҡыла, мәрхүмде иҫкә алып, һөйләшеп ултыралар. Был яңғыҙ ҡалған кешенең хәлен еңеләйтә, ул аҙ ғына ваҡытҡа булһа ла яңғыҙлығын онотоп тора.
Мәрхүм-мәрхүмәгә ни тиклем доға ҡылһаң да артығы юҡ. Беҙҙең хөрмәтле өлкән оҫтабикәбеҙ Рәшиҙә абыстай «Үҙегеҙ көнөнә нисә мәртәбә ашайһығыҙ, әруахтарға ла шул тиклем доға ҡылығыҙ», — тип әйтә ине, йәғни, 3 ашаһаң 3, 5 ашаһаң 5 мәртәбә доға ҡылыу тейеш.
Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа Салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм:
«Бер мосолман үлһә, ошо доға менән беҙ уны язанан ҡотҡарҙыҡ», — тине.
Доға ошолор:
— Бисмиллаһир-рахманир-рахим.
Аллааһүммә әғиҙһү мин ғәҙәәбил, ҡабери. Аллааһүммә үәҡҡиһи мин фитнәтил ҡабери мин үә мин ғәҙәәби джәһәннәм. Аллааһүммә сәбитһү үә сабит мәнтиҡаһү ғиндәл мәсьәләти үәләә тәбтәлиһи фи ҡабери.
Мәғәнәһе: «Ий, Раббым! Ҡәбер ғазабынан уны ҡотҡар. Ий, Раббым! Ҡәбер фетнәһенән ҡотҡар һәм йәһәннәм ғазабынан ҡотҡар. Ий, Раббым! Яуап биргән ваҡытында уға тел асҡысы бир һәм ҡәберендә уны ғазап ҡылма.
Вафат булған кешенең яҡындары менән осрашыу һәм уларҙы йыуатыу «тәғзийә» тип атала. Тәғзийә — сөннәт ғәмәл.
Мәрхүмдең туғандарын тынысландырырға, йыуатырға, рухландырырға һәм уларға түҙемлек сифаттарын сағылдырырға кәрәк. Тәғзийә кеше үлгәндән һуң өсөнсө көндә башҡарылырға тейеш. Үлгәндән һуң тәғзийәне үткәрмәйенсә өс көндән дә артыҡ тотҡарлау мәкруһ.
Тәғзийә ерләгәндән һуң уҡ үткәрелмәй. Кешеләр зыяраттан туп-тура мәйет сыҡҡан өйгә ҡайтырға тейеш түгелдәр. Былай эшләү мәҡрүһ (ярамаған эш). Тәғзийәгә килгән кешеләр мәйеттең туғандары өйөндә «Мүлек» (тәбәрәк) сүрәһе уҡып, мәйеткә бағышлап доға ҡылалар.
Тәғзийәлә бына был доғаны уҡырға яҡшы була: «Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе ҙурлаһын, һеҙҙе бәхетһеҙлегегеҙҙән йыуатһын һәм үлгән туғандарығыҙҙы кисерһен».
Мосолман халыҡтарында тәғзийә, йәғни тугандарының ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм мәрхүмде иҫкә алып, уның рухына доға ҡылыумәжлестәре өсөһө, етеһе, ҡырҡы, йылы булараҡ билдәле. Пәйғәмбәребеҙҙән ғәләйһи үәс-сәләмдән тәғзийәне етенсе, ҡырҡынсы көндәрҙә үткәрергә тигән хәҙистәр сахих рәүешендә килеп етмәгән, ләкин ул тәғзийәне был көндәрҙә үткәреүҙе лә тыймаған. Ислам шәриғәте халыҡ араһында таралған гонаһҡа этәрмәүсе ғөрөф-ғәҙәттәрен тыймай һәм улар, хатта, шәриғәт сығанағы ла булып тора.
Бик тә 51 көнөн үткәрергә теләйһегеҙ икән, беҙҙең яҡта ҡатын-ҡыҙҙар әбейҙәрҙе генә саҡырып уҡытып алалар. Өҫтә күрһәтелгән генә сүрә-аяттарҙы уҡыу мотлаҡ түгел, үҙегеҙ белгәнсә эшләгеҙ.