Ғалимдар: Кеше үлгәс, һорау алына, — тигән фекергә килделәр. Күмелгән булһа ла, күмелмәһә лә, уны йыртҡыс хайуандар ашаһа ла, яндырылып, көлө һауаға осоролһа ла, диңгеҙгә батһа ла, ул барыбер ҡылған ғәмәлдәре өсөн һораласаҡ. Хәйерле ғәмәлдәре өсөн хәйерле сауап һәм насар ғәмәлдәре өсөн яза аласаҡ. Рәхәтлек, йәки яза йән өсөндә, тән өсөндә буласаҡ.
Риүәйәттә ҡылына:
"Пәйғәмбәребеҙ менән бер ансарҙың йыназаһына барҙыҡ. Күмеп бөтөргәс, Пәйғәмбәребеҙ ҡиблаға йүнәлеп ултырҙы, беҙ ҙә уның тирәһенә ултырҙыҡ. Пәйғәмбәребеҙ ҡулына бер сыбыҡ тотҡан һәм уның менән ерҙе ҡаҙый ине. Ул күккә ҡараны һәм ҡарашын ергә төшөрҙө. Был хәл өс тапҡыр ҡабатланды.
Һуңынан ике, йәки өс мәртәбә әйтте: “Әстәғииҙү билләәһи мин ғәҙабил-ҡәбр“. Унан Һуң өс тапҡыр әйтте: “Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә мин ғәҙәбил-ҡәбр“.
Мәғәнәһе: “Йә Аллаһ, ҡәбер ғаҙабынан Һинә һыйынам“,
Унан һуң әйтте: “Тәхҡиҡ , мөьмин ҡол был донъянан әхирәткә күскәндә, уның янына күктән фәрештәләр төшәләр. Уларҙың йөҙҙәре ҡояштай аҡ, үҙҙәре менән йәннәттән кәфенлек һәм бальзам алғандар. Мәрхүмдең янына үлем фәрештәһе килеп, башы янына ултыра һәм: “Йә тынысланған йән, Аллаһ Тәғәләнең мәғфирәтенә һәм ризалығына сыҡ”, — тип әйтә. Уның йәне һыу тамсыны ағып сыҡҡан кеүек ағып сығыр. Уны, күҙ асып йомғансы, йәннәт кәфененә төрәләр.
Һәм күккә алып менеп китәләр. Юлда осраған фәрештәләр, был ниндәй яҡшы йән, тип һорағас: ” Был фәлән уғлы фәлән тип донъялағы матур исемдәре менән яуап бирерҙәр“. Беренсе ҡат күккә еткәс, Аллаһ Тәғәлә: “ Минең ҡоломдың ғәмәл дәфтәрен ғиллийүн китабына яҙығыҙ — тип әйтер. Ғәмәл дәфтәре шунда яҙылғас: “ Уны яңынан ергә ҡайтарығыҙ, тәхҡиҡ, Мин уларҙы ерҙән яраттым һәм ергә ҡайтарам, һәм шунан икенсе мәртәбә сығарырмын.
Йән ҡәберҙәге тәненә ҡайга һәм күмеп китеүселәрҙең аҙымдарын ишетә. Уның янына ике фәрештә килеп: “ Раббың кем? Динең ҡайһы? Пәйғәмбәрең кем? Ғилемең ниндәй? — тип һорарҙар.
Ул: “ Раббым — Аллаһ Тәғәлә. Динем — Ислам дине. Пәйғәмбәрем — Аллаһтың илсене Мөхәммәд ғәләйһиссәләм. Мин Аллаһтың китабын уҡыным, уға ышандым, уны дөрөҫ тип һынаным — тип яуап бирер. Күктән: “Ҡолом дөрөҫ әйтте. Уға йәннәт түшәген йәйегеҙ, йәннәт кейемдәре кейендерегеҙ, йәннәт ишеген асығыҙ“, — тигән тауыш ишетелер. Уның ҡәбере күҙ ҡарашы йыраҡлығына ҡәҙәр киңәйтелер. Янына матур йөҙлө, яҡшы кейемле, хуш еҫле кеше килер һәм әйтер: “ Шатлан, был һиңә вәғәҙә ителгән көн“. Мәрхүм: “Һин кем, йөҙөң хәйерле хәбәр килтерҙе?“ — тип һорағас: “ Мин изге ғәмәлдәрең“, — тип яуап бирер. Унан һуң уға йәннәт һәм йәһәнәм ишектәрен асырҙар һәм: “ Әгәр Аллаһ Тәғәләнең әмерҙәрен тыңламаған булһаң, һинең урының бына был йәһәннәмдә булыр ине. Ләкин Аллаһ Тәғәлә уны һиңә йәннәт менән алыштырҙы“, — тип әйтер. Мәрхүм йәннәт ниғмәттәрен күргәс: “ Йә Раббым, ҡыйәмәт көнөн яҡынайт, мин ғаиләм һәм малым янына ҡайтыр өсөн“, — тип әйтер.
Ә кәфер булған ҡол, донъянан айырылып, әхирәтте ҡаршы алғанда, уның янына ҡара йөҙлө фәрештәләр төшәләр, үҙҙәре менән йәһәннәмдән кәфенлек алып киләләр. Улар күҙ күреме йыраҡлығына ултыралар. Унан һуң үлем фәрештәһе килеп, башы янына ултыра һәм: “ Әй һин, ҡәбәхәт йән, Аллаһ Тәғәләнең ғаҙабын белергә сыҡ“, — тип әйтә. Ул кешенең йәне бик ҙур ғаҙаптар менән сыға. Күк менән ер араһында булған бар фәрештәләр ул кешегә ләғнәт уҡыйҙар. Күктең бөтөн ҡапҡалары ябыла һәм ул ҡапҡала тороусы фәрештәләр Аллаһ Тәғәләнән: “ Ул йән беҙҙең ҡапҡанан кермәнен ине“, — тип һорайҙар. Уның йәнен алып, тиҙ генә йәһәннәм кәфенлегенә төрәләр.
Унан үләкһә еҫе кеүек бик һаҫыҡ еҫ сыға. Уны күккә алып менгәндә осраған фәрештәләр: “Был ҡәбәхәт йән кем?“, — тип һорайҙар. “ Был фәлән улы фәлән“, — тип, уны донъялағы иң ҡәбәхәт исемдәр менән атайҙар. Күк ҡапҡаһына еткәс, ҡапҡаны асырға һорарҙар, ләкин уларға асмаҫтар һәм Аллаһ Тәғәлә: “Уның китабын сижжиндә (иң түбән урын ) яҙығыҙ“, — тип әйтер. Яҙылғандан һуң: “ Ҡоломды ергә ҡайтарығыҙ, Мин дөрөҫтән дә, уларҙы ерҙән яраттым һәм яңынан ергә ҡайтарып, унан икенсе тапҡыр сығарырмын, тип вәғәҙә бирҙем “ тип әйтер. Уны күктән тәне ятҡан ҡәбергә ташларҙар.
Йән ҡәберҙәге тәненә ҡайта һәм күмеп китеүселәрҙең аҙымдарын ишетә. Уның янына һорау алыусы ике фәрештә килә. “ Раббың кем?“ — тип һорағас, ул: “Белмәйем“, — тип әйтә. ”Динең ҡайһы дин“- тип һорағас та ул: “Белмәйем“, — тип әйтә. “Һеҙгә ебәрелгән Мөхәммәд ғәләйһиссәләм турында нәмә әйтә алаһың?“ — тигәс,“ Кешеләр нәмәлер һөйләгәндәр ине, ләкин мин бер нәмә лә белмәйем“, — тип әйтер. Фәрештәләр: “Һин белмәнең“ — тип әйтерҙәр һәм күктән: “Был кеше алдаҡсы уға йәһәннәмдән түшәк түшәгеҙ, йәһәннәм ишектәрен асығыҙ”, — тигән тауыш килер. Унан һуң уға йәһәннәм эҫеһе һәм йәһәннәм еле килә, ә ҡәбере ҡабырғалары бер-береһенә аралашҡансы ҡыҫыла. Уның янына ҡурҡыныс йөҙлө, насар кейемле һаҫыҡ еҫле кеше килә. Ул кеше: “Шатлан, был көн һиңә вәғәҙә ителгән ине — тип әйтә. Үлгән кеше: “ Һин кем? Һинең йөҙөң насарлыҡ килтерҙе“, — тип һорағас, ул: “ Мин һинен насар ғәмәлдәрең. Аллаһ Тәғәлә менән ант итәм, һин Уға итәғәт ҡылырға ынтылманың, ә гөнаһ эшләргә ашыҡтың һәм Аллаһ Тәғәлә һиңә насар яза бирҙе“, — тип әйтә.
Һуңынан янына күрмәй торған, ишетмәй торған һәм һөйләшмәй торған зат килә. Уның ҡулында тауға һукһаң, тауҙы туҙанға әйләндерә торған сүкеш була. Шул сүкеше менән һуғып, ул мәйетте туҙанға әйләндерә. Аллаһ Тәғәлә уны яңынан үҙ хәленә ҡайтарғас, теге зат яңынан сүкеше менән һуға. Ул шундый ҡаты ҡысҡырыр, кешеләр һәм ендәрҙән ҡала тирә-яҡтағы барса хайуандар уны ишетер.
Ул мәрхүм кеше: “ Раббым, Ҡыйәмәт көнө етмәһен ине “, — тип ялбарыр. (Әбү Дауыт йыйынтығынан килтерелә, 2/281)