Арғаяш башҡорттары тарихынан

2017-01-24_18-43-06

             Арғаяш башҡорттары тарихынан
   "Арғаяш башҡорттарының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары" китабынан, авторы Дамир Валиев. Силәбе өлкәһе Арғаяш районының өс аҡһаҡалынан яҙып алынған өс тарихи легенда.

       Мейәс буйы ауылдарының килеп сығыуы

   Бик боронғо заманда Учалы яҡтарында урынлашҡан Наурыҙ ауылында Тәңребирҙе тигән ҡарт оло улына сит ауылдан килен әйттерә. Килен кешенең исеме Аҡһылыу була. Ул үҙе менән бик күп мал эйәртеп алып килә. Оҙаҡ та тормай, Тәңребирҙенең оло улы ауырып үлеп китә. Аҡһылыу тол ҡала. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ауыл егеттәре Аҡһылыуға димселәр ебәрә башлай, әммә Аҡһылыу берәүҙе лә яҡын күрмәй, барыһын да кире ҡаға. Ауыл халкына был оҡшап етмәй. Йәш ҡатынға көн күрһәтмәй башлайҙар. Аптырағас, Аҡһылыу ҡыштың бер көнөндә аяғына саңғы кейеп, Мейәс буйлап ер ҡарарға сығып китә. Ул бик оҙаҡ йөрөй торғас, иҫ китәрлек урманлы тауҙар араһында ятҡан мөһабәт күл буйына килеп сыға. Был тирәлә бер ниндәй торлаҡ та, кеше лә күренмәй, ә ҡош-ҡорт йыш осрай. Аҡһылыу бер һунарсыны осрата. Уның әйтеүе буйынса, был күл Арғужа исемле булып сыға. Был яҡта сырҙы һәм һыҙғы башҡорттары йәшәй икән. Һунарсы Аҡһылыуҙы үҙе йәшәгән төйәккә алып ҡайтып ҡунаҡ итә, үҙенең ауылдаштары менән таныштыра. Аҡһылыу был яҡ халҡының үҙҙәре бер төрлөрәк һөйләшеүҙәренә иҫе китеп йөрөй. Былар «һеҙ» тигәнде «һеҫ» тип, «һеҙҙеке» — «һеҫтеке», «беҙҙеке» — «беҫ- теке», «ҡыҙҙар» тигәнде «ҡыҫтар» тип һөйләшәләр икән.
   

   Аҡһылыуға был яҡтың халҡы ла, ере лә оҡшай һәм ул бында күсеп килергә була. Ул ҡайныһы менән ҡәйнәһе янына ҡайтып, үҙ теләген белдерә. Ҡарттар киленен ебәрергә теләмәһәләр ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәйҙәр, риза булалар. Йәй еткәс, улар килендәренә тейешле малды бүлеп биреп, Мейәс, Арғужа буйҙарына оҙаталар. Малдарҙы көтөүселәр ҡыуып алып киткәс, Аҡһылыу ҡайныһы һәм ҡәйнәһе менән бик йылы хушлаша. Бында Тәңребирҙе ҡарттың Дәүләтша тигән 6 йәшлек улы ла була. Аҡһылыу ҡайныһына: «Ҡайным, Дәүләтшаны бер һөйөп алайым, алдыма күтәреп ултыртығыҙ әле», — ти. Ҡарт Дәүләтшаны атта һыбай ултырған еңгәһенең алдына күтәреп ултыртыуы була, Аҡһылыу аттың теҙгенен тарта ла ҡамсы менән һуғып ебәрә. Толпар ҡойон уйнатып сабып сығып китә. Шулай итеп, Дәүләтшаны еңгәһе алып ҡаса.
Аҡһылыу үҙенең мал-тыуары һәм көтөүселәре менән хәҙерге Ялтыр ауылы урынына килеп урынлаша. Дәүләтша егет булып еткәс еңгәһенә өйләнә. Улар бер-береһенә риза булып, бик мөхәббәтле итеп йәшәй башлайҙар. Күп йылдар үтә. Аҡһылыу менән Дәүләтшаның ете улы тыуа. Уларҙың исемдәре: Шаим, Ҡужамғол, Бикҡол, Мәүлит, Сәләй, Хәлит, Яратҡул. Ошо егеттәр өйләнешеп, һәр береһе бер ауылды башлап ебәрә. Ҡайһы бер ауылдар әлегә тиклем ошо егеттәрҙең йә булмаһа уларҙың улдарының исемдәрен йөрөтә. Бөгөнгө көнгәсә Арғаяш районында Яратҡул, Сәләй, Хәлит, Мәүлит исемле ауылдар бар.

                     Таймаҫ Шаимов нисек тархан булған

   Дәүләтша менән Аҡһылыуҙың улы Шаим бик иртә донъя ҡуя. Уның Таймаҫ тигән ете йәшлек улы ҡала. Етем ҡалған бала ҡайҙа етте шунда тамаҡ туйҙырып, бик интегеп егет булып үҫеп етә. Ул Байрамғол ауылында бик бай һәм шул яҡта дан тотҡан Ҡәүем тигән кешелә бер нисә йыл ат ҡараусы булып йөрөй. Таймаҫ үҙенең көслө һәм сапсан, осҡор һәм етеҙ тәбиғәтле булыуы менән Ҡәүемгә оҡшай. Ҡәүем уны үҙенә яҡынлаштыра һәм яуға сыҡҡанда гел эргәһендә йөрөтә. Таймаҫ Ҡәүемдән аяуһыҙ булырға, ябай кешене һанға һуҡмаҫҡа, үҙ мәнфәғәтен һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйырға өйрәнә һәм быларҙы тормош закондары итеп һанай. Ҡәүем быларҙы Таймаҫҡа өйрәтеүен өйрәтә лә, ләкин бер нәмәне абайламай ҡала — уҡыусыһы уның башына етә.

   Бер ваҡыт Ҡәүем Өфөгә провинция башлығының саҡыртыуы буйынса килә. Ул үҙе менән Таймаҫты ла алып китә. Ни өсөн тиһәң, Таймаҫ бик зирәк була, йыш ҡына Ҡәүемгә файҙалы кәңәштәр ҙә биргеләй. Шуның өсөн Ҡәүем юлда барғанда Таймаҫты өйрәтеп ҡуя: «Әгәр һинән, кемһең, тип һораһалар, Ҡәүемдең улы, тип әйт». Өфөлә Ҡәүем провинция начальствоһы менән ҡунаҡ булышалар. Ул байтаҡ ҡына бүләк тә алып килә (ҡама, һыуһар һ.б. йәнлек тиреләре). Өфөләге провинция башлыҡтары быны ныҡ итеп һыйлай. Араҡы эсеп өйрәнмәһә лә, Ҡәүем сер бирмәҫкә тырыша, дворяндар менән бер рәттән эсә, ләкин тиҙ иҫереп китә һәм Таймаҫ уны ҡунаҡ йортона алып бара. Улар был йорттоң икенсе ҡатында урынлашҡан булалар. Ҡәүем ҡоҫа башлай һәм һауа алыштырыр өсөн балконға сыға. Таймаҫ ошоно ғына көтөп торғандай, арттан килеп Ҡәүемде аяҡтарынан тотоп, баш түбән аҫҡа төшөрөп ебәрә. Ҡәүем башы ярылып шунда уҡ мәнсух (дөмөгә, юҡ була)була. Иртәгеһенә бергә эскән чиновниктар килеп, Таймаҫтың «атаһы» үлеүе сәбәпле ҡайғыһын уртаҡлашалар, ә Ҡәүемдең мөлкәтен һәм ерен Таймаҫ Шаимовтың исеменә яҙалар. Шулай итеп, Таймаҫ Шаимов припущенниктан вотчинникка әүерелә. Ошоноң арҡаһында ул һуңыраҡ батшабикә Анна Ивановна фарманы буйынса тархан исемен ала.
   «Һырмаға менгәс», Таймаҫ үҙенең интеккәндәрен онота һәм халыҡты иҙә башлай, батшалыҡтың тоғро ялсыһына әүерелә. 1735—1740 йылдарҙа ихтилал-күтәрелеш ваҡытында халыҡты ҡырыуҙа ҡатнаша. Шуның өсөн уны халыҡ үлемгә хөкөм итә, ләкин ҡарар осраҡлы рәүештә тормошҡа ашырылмай ҡала. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан хәл быға ҡамасаулай. Халыҡ хөкөмөн сырҙы башҡорттары башҡарырға тейеш була. Улар Таймаҫтан кәңәш һораған булып, ҡунаҡҡа саҡыралар. Таймаҫ сырҙыларҙың ауылына килә, уның эргәһендә һынсыһы ла була. Килеүе була, уны өйгә бикләп тә ҡуялар. Өй эсендә аш-һыу әҙерләп бер йәш киленсәк йөрөй. Уның менән бергә бәләкәй имсәк бала ла була. Аҡһаҡалдар Таймаҫ Шаимовты эшләгән вәхшилектәре өсөн уны өй менән бергә яндырып үлтерергә ҡарар сығаралар. Таймаҫ быны һиҙеп ҡалып, балалы йәш ҡатынды өйҙән сығармай һәм ишекте эстән элеп өлгөрә. Ығы-зығы китә, ә был арала һынсы (ярҙамсы, кәңәшсе) ат менеп сабып сығып китә. Артынан ҡыуып ҡарайҙар, ләкин тота алмайҙар. Күп тә ваҡыт үтмәй, һынсы Таймаҫтың ҡораллы ярандарын алып килә һәм уны ҡотҡара. Шулай итеп тархан Таймаҫ Шаимов халыҡ язаһынан ҡотолоп ҡала.
   Таймаҫ тархан тураһында легендалағы мәғлүмәттәргә фәнни һәм архив сығанаҡтарынан сығып, бәләкәй генә тарихи өҫтәмә биреп китәйек. Был материалдар Таймаҫ Шаимовтың ни тиклем ҡаршылыҡлы шәхес булыуын һүрәтләй.
   1731 йылда Таймаҫ Шаимов Алдар Иҫәнгилдин һәм башҡалар менән бергә Рәсәй илселеге составында Ҡаҙағстандың (иң тәүҙә Кесе Йөҙҙөң) үҙ теләге менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына булышлыҡ итә.
XIX быуатта Ҡаҙағстанды өйрәнгән ғалим А.Левшиндың яҙыуы буйынса, был эштең ыңғай йүнәлеш алыуына ҡаҙаҡтар араһында үҙенең батырлыҡтары менән билдәле булған Таймаҫ батырҙың роле ҙур була. Ошо йүнәлешкә тотҡарлыҡ яһарға тырышып, Урта Йөҙҙөң ханы Шемәкә ике мәртәбә Башҡортостанға яу менән килә, ләкин икеһендә лә Таймаҫтың ғәскәре тарафынан аяуһыҙ тар-мар ителә. Был турала беҙ Рәсәй императрицаһы Анна Ивановнаның 1734 йылдың 10 июнендә Шемәкә ханға яҙған хатынан белә алабыҙ

                               Кичиковтар фамилияһы тарихы

Был тарих бик боронғо ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра. Учалы яҡтарында (ҡайһы ауылда икәнлеге хәтерҙә ҡалмаған) бер ғаилә йәшәгән. Иренең исеме Ҡаракеше булған, ул барымтаға барған саҡта урлап алып ҡайтҡан ҡалмыҡ ҡыҙын 4-се ҡатынлыҡҡа ала. Уларҙың ике улы тыуа: Амангилде менән Иҫәнгилде. Былар үҫеп еткәс, Ҡаракеше уларға үлер саҡта васыят әйтә: «Был яҡта ер тарайҙы, уландарҙың береһе бынан күсеп китһен», — ти. Ә ҡайҙа барып урынлашырға? Йола буйынса, бейә бәйләгән саҡта ҡолондарҙы бәйләп ҡуйған арҡандың бер осон сисеп ысҡындырып ебәрәләр. Ҡолондар йүгереп сығып китәләр, ә бейәләр улар артынан китә. Ҡолондар туҡтаған ерҙә кешеләр ҙә туҡтарға тейеш булған. Шулай эшләйҙәр ҙә. Ә ҡолондар Мейәс йылғаһы буйында туҡтайҙар. Шулай итеп ауыл барлыҡҡа килә. Был ауылға Иҫәнгилде тигән исем ҡушалар. Ә Амангилде тороп ҡалған урында Амангилде ауылы барлыҡҡа килә. Иҫәнгилде ауылы хәҙер ҙә бар, тик һуңыраҡ, XIX быуаттан алып, был ауылды Сәғит атамаһы менән йөрөтә башлайҙар, сөнки ошо ауылда тыуған кантон начальнигының исеме Сәғит була (Ҡолой кантондың оло улы).
   Ошо нәҫел тарихта билдәле булған 5-се кантон начальнигы Мөхәммәтҡолой Кучуковтың нәҫеле.
Тайфур ағай Кучуковтан яҙып алған шәжәрәне тәҡдим итәбеҙ: Ҡаракеше ® Иҫәнгилде ® Туғыҙаҡ ® Йортомбай ® Ишмөхәмәт ® Йәрмөхәмәт ® Мөхәммәтҡолой ® Сәғит ® Сәйфелмөлөк ® Мөхәмәтшәриф (1838—1914) ® Фәтих (1874—1961) ® Тайфур (1911).
   Был шәхестәр хаҡында ҡайһы бер мәғлүмәттәр һаҡланған. Йәрмөхәмәт батша армияһында хеҙмәт итеп, сотник дәрәжәһенә күтәрелгән. Мөхәммәтҡолой Кучуков (Йәрмөхәмәттең улы) белемле кеше булған. 1798 йылдан 1824 йылға тиклем 5-се кантон начальнигы булып торған, урыҫ ғәскәрҙәре менән бергә үҙ отряды башында Парижға ингән, хәрби дәрәжәһе — «кантонный начальник 14-го класса». Тыуған йылы — 1763. 1811 йылда 48 йәшендә өс ҡатын менән йәшәгән, 5 улы булған. Беренсе Ватан һуғышында ҡатнашҡаны өсөн уға «Почетный потомственный дворянин Российской империи» тигән исем бирелгән. Ҡолойҙоң улы Сәғит тә «кантонный начальник» булған.
   Кучуков фамилияһының килеп сығыуы бер ни тиклем легендаға оҡшаған. Йәрмөхәмәттең атаһы Ишмөхәмәттең балалары булмай. Бер ваҡыт, көҙ көнө кис быларға бер мосафир килеп керә. Ишмөхәмәт ҡарт ҡайғыһын һөйләп бирә. Мосафир уға бер доғалыҡ тоттора: «Тиҙҙән балағыҙ тыуыр», — ти. Баланы, тыуыу менән, яңы донъяға килгән көсөктәр араһына һалып ҡуйырға ҡуша. Бала ысынлап та донъяға килә, уны көсөктәр араһына һалып ҡуялар һәм Көсөк тигән исем ҡушалар. Көсөк Армияға киткән саҡта бындай ваҡиға була. Уның исемен һорайҙар. Ул: «Көсөк», — тип яуап бирә. Писарь татар була, ул Көсөк урынына Кучук тип яҙып ҡуя. Шулай башланып китә Кучуковтар фамилияһы.
   Икенсе риүәйәт буйынса, бер ваҡыт, башҡорттар ҡаҙаҡ далаһынан барымтанан ҡайтып килгәндә, ҡуйы үлән араһында имсәк бала табып алалар. Йола буйынса, баланы ғәскәр башлығына бирәләр. Ул баланы ҙур шатлыҡ менән ҡабул итә һәм уға Көсөк тигән исем ҡуштыра. Көсөктөң балалары Кучуков фамилияһы менән йөрөй башлай.