Балаҡарға
Элек, барымта-ҡарымта замандарында, башҡорт араһында бер атаҡлы батыр йәшәгән. Ул үҙе ҡурайсы, йырсы, сәсән булған. Егет ҡорона кергәс, был үҙе һымаҡ данлы бер батырҙың ҡыҙына өйләнә. Татыу ғына донъя көтә башлай былар.
Бер заман шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, ҡаҙаҡтар яу менән килә. Былар нисек кенә булһа ла башҡорт батырын ҡулға төшөрөп, ҡаҙаҡ батыры яһарға уйлайҙар икән. Тик был ниәттәре барып сыҡмай. Әлеге батыр егетте күреү менән, һырт биреп ҡасалар.
Көндәрҙең береһендә ҡаҙаҡтар башҡорт батырының тоҡомон ҡалдырыу ниәтенән тегенең йөклө ҡатынын урлап алып китә. Ырыу башлығы уны өсөнсө ҡатынлыҡҡа алып, үҙен бер айырым тирмәлә тота башлаған.
Башҡорт батыры һунарҙан ҡайтыуына — бисәкәйе юҡ. Тиҙ генә баҡыр һөңгөһөн ала ла юлға сыға. Ҡаҙак батыры йәшәгән йәйләүгә барып етә был. Һаҡлыҡ менән генә тирмә һайын тыңлап йөрөй торғас, бер аҡ тирмә эсендә әкрен генә илаған тауыш ишетә. “Бәй, был минең ҡатыным даһа, йәһәтерәк тауыш бирәйем”, — тип, шыбырлап ҡына өндәшә быға. Ҡатыны: “Ни күрһәм дә, ирем менән күрәйем”, — ти ҙә, ғыр-шыр йоҡлап ятҡан ҡаҙаҡ ҡуйынынан шым ғына ысҡынып, тирмә алдына сыға.
Шул уҡ төндө улар байтаҡ ҡына ер үтә. Икенсе төндө лә арыу ғына ер артта ҡала. Тик өсөнсө төндә ҡатын, ауырып китеп, хәлдән тая. Былар бер ҡыуаҡлыҡҡа килеп етеп йәшеренәләр. Бер аҙҙан сабый ир бала донъяға килә. Арттарынан ҡыуып килгән һыбайлы ҡаҙаҡтар быларҙы күрмәй үтеп китә.
Бала тауышлана, илай. Әсәнең хәле ауырлаша. Баланы күтәреп барған килеш ҡасыу хәүефле. Ошо саҡ ир менән ҡатын ҡыуаҡлыҡта бер ҡарға ояһы күреп ҡалалар ҙа, баланы шул ояға һалып ҡалдыралар. Үҙҙәре төн буйы китәләр, көн булһа, ҡыуаҡлыҡ-шырлыҡтарҙа боҫоп яталар икән, ти. Былар көс-хәл менән шулай килеп, Яйыҡ йылғаһын аша сығып өлгөрәләр. Ҡаҙаҡ ҡыуғынсылары, йылғаға етеп, бер аҙ ҡарап торалар ҙа, кире ҡайтып китәләр. Был ваҡытта Яйыҡ йылғаһы ике халыҡтың ер сиген айырып торған була.
Ир менән ҡатын, байтаҡ мәшәҡәттәр күреп, тыуған ауылдарына ҡайтып етә. Бер аҙ ваҡыт үтеп, йорт-ил тирәһе тыныслана башлағас та, балабыҙҙың һөйәк-һаяҡтарын булһа ла ерләп киләйек тип, сабыйҙарын ҡалдырған урынға килһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр — балалары, ағас ботағына тотоноп, баш осонда йөрөгән ҡарғаларға ҡарап, талпынып ултыра, ти.
Ҡарғалар баланы ата-әсәһенә бирмәй маташҡан. Нисек етте шулай сабыйҙы ҡулға алып, юлға сыҡҡас та, ҡарғалар уны ҡурсалап, ҡарҡылдашып, хәтһеҙ ер оҙатып киләләр. Бала ла үрҙә осоп килгән ҡарғаларға ҡарап, ҡысҡыра-ҡысҡыра илап барған, ти.
Балаларының тере булыуына ғәжәпләнеп, ата-әсә бөрсә ҡыуанышҡан, берсә илашҡан. Ошо саҡ балаға “Балаҡарға” тип исем дә ҡушалар. Ауыр кисереш быларҙың күңеленә моң һалып, көй булып ағыла.
Балаларын берсә әсә ҡулында, берсә ата ҡулында күтәреп, һамаҡлай-һамаҡлай ауылдарына ҡайтып инһәләр, бөтә халыҡ ғәжәпкә ҡала. “Балағыҙҙың исеме кем?” тигән һорауға “Балаҡарға” тип яуап бирәләр ҙә, булып үткән хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй көй менән әйтеп бирәләр:
Балабыҙҙы ҡалдырабыҙ,
Ҡарғалар, һеҙ ҡарағыҙ, ҡарағыҙ!
Дошман беҙҙе ҡыуып килә,
Илгә ҡасып барабыҙ, барабыҙ.
Эй..., тәрирә-тирә-тирәрәм дә,
Тәрирә-тирә-тирәрәм, тирәрәм!
Эй, ҡарғалар, мең рәхмәт,
Үлмәгән бит балабыҙ, балабыҙ.
Бирегеҙсе балабыҙҙы —
Ҡулыбыҙға алабыҙ, алабыҙ!
Эй..., тәрирә-тирә-тирәрәм дә,
Тәрирә-тирә-тирәрәм, тирәрәм!
Балаҡайым, ғәзизкәйем,
Булғанһың бит балаҡарға, балаҡарға,
Атаң-әсәң ҡулындаһың,
Әйләнеп беҙгә ҡара, беҙгә ҡара.
Эй..., тәрирә-тирә-тирәрәм дә,
Тәрирә-тирә-тирәрәм, тирәрәм!
Күлдәй күҙ йәштәрен түктем,
Күҙ керпегем ҡаҡманым, ҡаҡманым,
Өмөтләнеп һине көттөм,
Күкрәк һөтөн һаҡланым, һаҡланым.
Эй..., тәрирә-тирә-тирәрәм дә,
Тәрирә-тирә-тирәрәм, тирәрәм!
Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре китабынан, автор Фәнүзә Нәҙершина