Ғөсөл — ул бөтә тәнде йыуып, һыу менән ҡойоноу. Ғөсөлләнәм тип ниәтләгән кеше түбәндәге тәртип буйынса эш итер:
1. истинжә ҡылып, гәүрәттәрен нәжестән таҙартыр;
2. беләҙектәренә тиклем ике ҡул суғын йыуыр;
3. тәһәрәт алыр, ләкин аяҡ суҡтарын йыумаҫ;
4. иң әүүәле башына, унан һуң уң яғынан башлап тәненең һәр бер ерен һыулап сығыр;
5. ҡулдары менән буйы еткән тиклем тәненең һәр бер ерен ышҡып сығыр;
6. икенсе мәртәбә, йәнә уң яғынан башлап бөтә тәненә һыу ҡойор һәм ҡулдары менән буйы еткән тиклем тәненең һәр бер ерен ышҡып сығыр;
7. өсөнсө мәртәбә йәнә уң яғынан башлап бөтә тәненә һыу ҡойор;
8. иң аҙаҡтан уң яғынан башлап ике аяҡ суғын йыуыр.
Ошо рәүештә ғөсөл алған кеше камил тәһәрәтле булыр. Намаҙ уҡыу өсөн яңы ғына ғөсөлләнгәндән һуң тәһәрәт алыу кәрәк түгел.
Ғөсөл алыр өсөн ниәтләйбеҙ: Иләһи ниәт ҡылдым ғөсөл алырға Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн — тип. Ниәтте күңелдән, йә телдән әйтергә була, тик уны душҡа, йә мунсаға инмәҫ борон әйтергә кәрәк.
Ғөсөлдең фарыздары
Ғөсөлдең фарыздары өс:
1. ауыҙ эсен сайҡау;
2. танау эсен сайҡау;
3. тәндең һәр бер еренә һыу тигеҙеү.
Ғөсөлләнгәндә тәндең һәр бер еренә һыу тейһен өсөн сәс, ҡаш, һаҡал, мыйыҡ кеүек төктәрҙең төптәренә, күҙ соҡоро кеүек эскә батып йәки йыйырылып торған урындарға һәм йөҙөк аҫтарына, тәнгә йәбешкән ҡамыр йәки дегет кеүек нәмәләр аҫтында ҡалған ерҙәргә лә һыу тейергә тейеш. Ҡатын — ҡыҙҙарҙан айырмалы булараҡ, ирҙәргә ғөсөл алғанда сәстәренең һәр бөртөгөнә һыу тигеҙеү фарыз. Әммә ҡатын — ҡыҙҙарҙың сәс толомдарына һыу теймәһә лә ярай, сәс төптәренә генә һыу тигеҙеү ҙә етә. Сөнки ҡатын — ҡыҙҙар өсөн сәс зиннәт. Уларға сәстәрен алдырыу йә ҡыҫҡартыу дөрөҫ түгел.
Ғөсөлләнеүҙе фарыз иткән сәбәптәр
Ғөсөлләнеүҙе фарыз иткән сәбәптәр өс:
1. Жөнөб булыу:
а) енес ағзаларынан еүешлек килеү;
б) енси яҡынлыҡ ҡылыу;
в) шәһүәтләнеү арҡаһында төшләнеү.
2. Хәиз (күрем) тамамланыуы.
3. Нифас ҡаны (бала тыуғандан, һуң), тамамланыуы.
Ғөсөлһеҙ кеше пак булмай. Уға Ҡөръән Кәримде тотоу, ҡарап йәки яттан уҡыу һәм мәсеткә инеү кеүек эштәр тыйыла. Шуның өсөн уға мөмкин тиклем тиҙерәк ғөсөлләнеп, пакланыу тейеш булыр. Әммә тәһәрәтһеҙ кешегә Ҡөръән Кәримде тотоу мәкруһ булһа ла, Ҡөрьәнде яттан уҡыу мәкруһ түгел. Доға ҡылыу, сәләм биреү, сәләм ҡайтарыу һәм тәсбихтәр әйтеү жөнөб кешегә лә, тәһәрәтһеҙ кешегә лә дөрөҫ.