Балаға ниндәй исем ҡушырға?

                                             Балаға ниндәй исем ҡушырға?
     Ҡыҫҡаса балаға исем ҡушыу йолаһын ҡарап үтәйек. Интернет киңлектәрен ҡарап сыҡһаҡ, балаға исем ҡушыу ҡағышлы төрлө йолалар, ырым-шырымдар яҙғандарын күрәбеҙ. Шуға ла борондан килгән исемгә ҡағышлы ышаныуҙар арҡаһында төрлө буталсыҡтар һәм аңлайышһыҙлыҡтар килеп сыға, Ислам дине тарафтарынан хупланмаған мәсьәләләр килеп тыуа. Шул ҡайһы бер бәндәләрҙең наҙанлығы арҡаһында миңә лә, мулла булараҡ кешегә, йәшерен исем ҡушығыҙ тип, өндәшеүселәр бар.

     Әйҙәгеҙ бына берәүҙең, дингә ҡағылышы булмаған бәндәнең «Презентация», доклад на тему «Балаға исем ҡушыу йолаһы»н ҡарап үтәйек. Был кеше үҙ маҡсатын: «Фәнни-тикшеренеү эшемдең актуаллеген» асыҡлай инде. Диндән йыраҡ булған берәй студенттыр инде, ярай инде, Аллаһ ғәфү итһен яңылышлығын.
     Артабан уҡыйбыҙ: хәҙерге ваҡытта йолалар юғалып бара, элеккесә теүәл үтәлмәй. Йолаларға рус, татар йолаларының ҡайһы бер элементтары ла ҡушылған. Был йолаларҙы хәҙерге заманда яраҡлы итеп ҡулланыу.

     Ана шул хәҙерге заманда яраҡлы итеп ҡулланыу, тип яҙғаны, халыҡ араһына буталсыҡ индерә лә инде. Ислам динебеҙҙә яңы тыуған балаға ҡарата ниндәй йолалар ҡулланыла һәм нисек балаға исем ҡушыу асыҡ әйтелгән һәм был ғәмәлде муллаларға тапшырғандар. Бынан башҡа исемде ир кеше: баланың атаһы, йәки башҡа ир-зат башҡара ала.
     Был презентацияны дауам итеп уҡыйбыҙ: Йүргәк исеме.
     Бала тыуғас та, кендек инәһе тарафынан исем ҡушыла. Борон баланы исемһеҙ бер көн дә, хатта сәғәткә лә бишеккә һалырға ярамаған. Әгәр исемһеҙ һалһаң, ен-бәрейҙәр алмаштыра. Был саҡта бала зәғиф була, йә үлә. Шуға күрә кендек инәһе баланы йүргәккә төрә лә: ”исемең шулай булһын!” тип, ҡолағына ҡысҡырып әйтә. Был “йүргәк исеме” йәки “тәүге” тип атала.
     Бына шул йүргәк исеме әле һаман халҡыбыҙ араһында ығы-зығы тыуҙыра ла инде. Әҙәм балаһының ике исеме, тәүге исеме, йүргәк исеме булырға тейеш тигән нәмәләре. Юҡ ул ундай нәмә һәм йола хәҙерге заманда! Хәҙер балалар роддомда, балалар табыу йортонда тыуалар, кендек инәләре, борон йөклө ҡатындарҙың өйөнә барып бала тыуҙырырға ярҙам иткән әбей-һәбейҙәр юҡ. Динебеҙ буйынса ла йүргәк исемен ҡушыу тигән нәмә юҡ!
     Һәм дә бөгөнгө көндөң бер насар яғы бар, — яңы тыуған балаға исемде ҡушмаҫ борон уҡ роддомда, документарына яҙып бирәләр. Яҙылған икән документында уйламай әйтелгән берәй яраҡһыҙ исем, аҙаҡ уны мосолман исеменә үҙгәртеү ҡыйынға тура киләсәк, хәҙерге бюрократия менән. Балаға исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы булғаны, мосолман исемдәре араһынан, яңғырашы-аһәңы, башҡортса матур әйтелеше һәм яҙылышы, яҡшы мәғәнәле булырға тейеш. Исем ғүмерлеккә бирелә, тәрбиәүи яғын да иҫтән сығармаҫҡа, яҙмышҡа ла тьәҫир итергә мөмкин. Мәҫәлән: Лиана — тропиктәге ҡый үлән ағасы, Мальвина, Эльвина ҡурсаҡ исемдәре, әсәй кешенең ҡыҙ бала тапҡандан һуң да балаһын кукла итеп күреп, шундай исем һайлауы аҡыл дәрәжәһе түбән икәнен күрһәтә. Шулай уҡ әлеге һаман үткән быуат революцияһы исемдәре: Вадим – Владимир Ильич Ленин, Дамир –да здравствует мир, тигән исемдәр мәғәнәһеҙ улар. Һаҡ булығыҙ исемдәр һайлағанда, үҙегеҙҙә, балаларығыҙҙа шул исем өсөн Аллаһ Тәғәлә алдында яуап тотасаҡ.
     Әлеге презентацияға килгәндә ары уҡыһаҡ: Эт исеме ҡушыу.
     Ҡайһы бер кешенең балаһы тормай: тыуып тора, үлеп тора. Быға ҡаршы шундай әмәл тапҡандар. Яңы тыуған баланы этаяҡҡа (эткә аш бирә торған һауытҡа) һалалар. Ниңә баланы этаяҡҡа һалғандар тигәндә, уның мәғәнәһе былай: Ен, шайтан, бәрей кеүек заттар эттән ҡурҡа. Баланы этаяҡҡа һалғас, уға эт еҫе һеңә.
     Быны ҡайһы әбейе уйлап сығарған икән, бик диндән алыҫ булған бит. Динебеҙҙә эттең һеләгәйе бысраҡ булып һанала. Эт тотоуҙың һәм көтөүҙең үҙ ҡағиҙәләре бар, уны аҫырамауын бик хәйерле. Аллаһ һаҡламағанды ҡырҡ эттең дә һаҡламаҫ. Шул эттең теле тейгән нәмәне ете тапҡыр йыуырға ҡушыла. Ә ен-шайтандар ҡара эт булып эңер-кис йөрөйҙәр. Улар бысраҡты яраталар. Ана шул эт еҫе һеңгән һауытҡа улар кинәнеп килеп ултырасаҡтар һәм эт еҫе һеңгән балаға ҙур зыян һаласаҡтар.
     Ары уҡыһаҡ : Исем яңыртыу.
     Бала “ҡырҡы” сыҡмаҫ борон бик ныҡ илаһа, уны йә ауырый, йә исеме оҡшамай, тигәндәр. Баланы өшкөртөп, “бөтөү” яҙҙырып алғандар ҙа, шуны түшенә ҡаҙағандар. Унан һуң да илауынан туҡтамаһа, исемен алмаштырғандар. Ҡабаттан исем ҡушҡандар.
     Бында бала төрлө сәбәптәр менән иларға мөмкин. Шулай уҡ насар, мосолман исеме ҡушмауы арҡаһында ла. Сөнки матур исем, матур һүҙҙәр, мәҫәлән үҫемлектәрҙең үҫешенә бик ыңғай көслө тьәҫир иткән һымаҡ, насар исем баланың йәненә, йөрәгенә, үҫешенә лә кире йоғонто яһауы мөмкин, әгәр ул Аллаһ һаҡлауында булмаһа. Шуға ла көнө-төнө Раббыңа шөкөр итеп, Ул биргән баланы бисмилләһи итеп кенә, доғалар ҡылып ҡына тәрбиәләгеҙ.
     Аллаһ исемен иҫкә алып, бар эшегеҙҙе Уның ризалығы өсөн ниәтләп эшләгеҙ. Һеҙҙең иғтибарға Сулейманова Р. А. -ның «БАШҠОРТСА-РУССА КЕШЕ ИСЕМДӘРЕ ҺӘМ ФАМИЛИЯЛАРЫ БУЙЫНСА БЕЛЕШМӘ-ҺҮҘЛЕК» тәҡдим итәм. Әлбиттә был исемлектәге ҡайһы бер исемдәр беҙҙең мосолман динебеҙ талаптарына тура килмәй. Шуға балаға исем һайлағанда иғтибарлы булығыҙ.

     Исем ҡушыу: https://nazir1965.com/din/isem-%D2%A1ushyu.html

     Динебеҙҙә исемдәрҙең әһәмиәте:

 https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/dinebe%D2%99%D2%99%D3%99-imemd%D3%99r%D2%99e%D2%A3-%D3%99%D2%BB%D3%99mi%D3%99te.html

     Башҡорт исемдәре: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/bash%D2%A1ort-isemd%D3%99re.html

     Исемең есемеңә тап килһен: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/iseme%D2%A3-eseme%D2%A3%D3%99-tap-kil%D2%BBen.html