Фитыр саҙаҡаһы
Фитыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә.
Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү вәжиб. Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фитыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Шуға ла кәффәрәт, таҙарыныу өсөн, гонаһларҙы бөтөрөү өсөн бирәбеҙ. Хәлле кешең өҫтөнән фитыр төшөрөлмәй, хатта үлгәс тә үтәлергә тейеш. Үҙе бирмәһә, уның вариҫтары бирә (гүр саҙаҡаһы). Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә уға биреү дөрөҫ була.
Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле, Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (Бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм.)
Быйылғы иҫәпләп сығарылған күләме (2023 йыл); хәллеләргә 150 һум, уртаса йәшәгән хәллеләргә 500 һум һәм бай йәшәгәндәргә 800 һумдан билдәләнгән. 150 һум һәр хәлдә түләнергә тейешле булһа, 500 һәм 800 һум теләгеңә ҡарап.
Хәҙистә әйтелә “Ғәйет көнөндә меҫкендәргә фитыр саҙаҡаһы биреп, һораныуҙарынан ҡотҡарығыҙ”. Икенсе төрлө әйткәндә — Һеҙ байрам иткән көндәрҙә уларҙа шат, тамаҡтары туҡ булһын тигән мәғәнәлә.
Пәйғәмбәребеҙҙен ғәләйһиссәлләмдең тағы бер әйтеүенән: “Өс ғибәҙҙәт өс эш менән күтәрелә”, йәғни ҡабул була:
1. Намаҙ — зәкәт биреү менән ҡабул ителә. Сөнки башҡа бер хәҙистә әйтелә: “Зәкәт бирмәгән кешенең намаҙы ҡабул булмаҫ”.
2. Доғалар — Мөхәммәд ғәләйһиссәлләмгә салауат уҡыу менән ҡабул була. Сөнки башҡа бер хәҙистә: “Миңә салауат әйткәнсегә ҡәҙәр доға ҡабул булмаҫ”.
3. Ураҙа — фитыр саҙаҡаһы бирмәйенсә ҡабул булмай.
Пәйғәмбәребеҙ киҫәтеүенән Фитыр саҙаҡаһын биргәнсе, ураҙаларыбыҙ күк үә ер араһында аҫылынып тора — тигән
Әгәр бер кеше фитыр саҙаҡаһы бирһә, ул кешенең гонаһлары ярлыҡана (паҡлана), уттан (йәһәннәмдән) ҡотола, ураҙаһы ҡабул була, йәннәткә инергә лайыҡлы була, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең изгелектәрен ҡабул ҡыла, сират күперенән йәшен тиҙлеге менән үтәсәк, Миҙан үлсәүендә изгелеге ауыр килә, ураҙаһы ҡабул булмайынса, кире ҡайтарылмай.
Фитыр саҙаҡаһын үҙ ваҡытында бирә алмаһаң әгәр – бурыслы булаһың, һунынан үтәлергә – бирергә тейеш булаһың. Бәлиғ булған балаһы һәм ҡатыны өсөн биреү вәжиб түгел.
Фитыр саҙаҡаһы зәкәт бирелә торған кешеләргә бирелә.
1. Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы — фәҡир тип һанала.
2. Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс- ҡеүәте булмағандарға.
3. Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн.
4. Уҡырға теләгән, ләкин мөмкинлеге булмаған шәкерттәргә һ.б. (йәтимдәргә, ғәрип-сирлеләргә) бирелә.
5. Бер туғаныңа, ике туғаныңа, икенсе дин кешеһенә.
6. Зәкәт фондтарына. Хәҙерге ваҡытта ул мәсеттәрҙәге махсус йыйылған саҙаҡа әрйәләренә. Мәсеттәге дөйөм саҙаҡа менән: бутарға ярамай. Был аҡсалар иһә түбәндәге әйтелеп үткәндәргә мәсеттән бүленеп бирелергә тейеш.
Кемдәргә фитыр саҙаҡаһы бирелмәй.
1. Үҙ атай-әсәйҙәреңә.
2. үҙ өләсәй-олатайҙарыңа.
3. үҙ балаларыңа.
4. үҙ ейәндәреңә.
5. Ир — ҡатынына, ҡатын — иренә.
6. Байҙарға.
Фитыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итәргә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөреү артығыраҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фитрҙы аҡсалата, йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ.
Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандарҙа бирергә тейеш.
Фитыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға
“Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”.
Мәғәнәһе. Әй, Аллаһ Тәғәлә, фитыр саҙаҡаһы биреүсенең ураҙаһын ҡабул ит, доғаһын ҡабул ит гонаһларын ғәфу ит. Иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр, уны хәйерле маҡсатына ирештер.
Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы ошо биттә: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/6081.html#more-6081