ТӘРӘҮИХ НАМАҘЫН УҠЫУҘЫҢ ХАСИЙӘТТӘРЕ
Хәҙрәти Ғәли раҙиаллааһынан риүәйәттер: - Рамаҙан айында уҡылған тәрәүих намаҙының фазиләттәре:
БЕРЕНСЕ КИСТӘ бер мөъмин тәрәүих намаҙын уҡыһа — ярлыҡаныр уның барлыҡ гонаһтары. Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәлә һинең ғәмәлдәреңде ҡабул итеп, өмөт иткән дәүләткә ирештерер һәм гонаһтарыңды ярлыҡар.
ИКЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Хаҡ тәғәлә хәҙрәттәре әсәһенең һәм атаһының гонаһтарын ярлыҡар.
ӨСӨНСӨ КИСТӘ УҠЫҺА — фәрештәләр әйтерҙәр: «Йә мөъмин! Аллаһ Тәғәлә һинең ғибәҙәтеңде ҡабул итеп, гонаһтарыңды ғәфү- мәғфирәт итте», -тип.
ДҮРТЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Тәуратты, Инжилды, Забурҙы, Ҡөрьәнде хәтем ҡылған сауап булыр (хәтем- китапты тулыһынса уҡып сығыу).
БИШЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Мәккә- Мәҙинәлә Хәрам һәм Аҡса мәсеттәрендә намаҙ уҡыған сауабы бирелер.
АЛТЫНСЫ КИСТӘ УҠЫҺА — Бәйтелмәғмүрҙе тәүаф ҡылған сауабы яҙылыр һәм уның һәр ташы ул мөъмин өсөн ярлыҡауҙы өҫтәр (теләр).
ЕТЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Муса ғәләйһиссәләм Фирғәүен менән һуғыш ҡылғандағы сауабы бирелер.
ҺИГЕҘЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Бәйғәмбәребеҙ менән Бәдер Һуғышында бергә булған кеүек булыр.
ТУҒЫҘЫНСЫ КИСТӘ УҠЫҺА — Дауыт ғәләйһиссәләм менән бергә ғибәҙәт ҡылған сауабы булыр.
УНЫНСЫ КИСТӘ УҠЫҺА — донъя һәм әхирәттә сәләмәт булыр барса ҡурҡыуҙарҙан.
УН БЕРЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Ҡабул булған сөннәт хәжәтенең сауабы бирелер.
УН ИКЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — сиратты йылғыр кеүек үтер.
УН ӨСӨНСӨ КИСТӘ УҠЫҺА — Бәйтелмүҡаддәсте бина ҡылған сауабы бирелер.
УН БИШЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — хәжәте үтәлер, доғаһы ҡабул булыр, әхирәттә дәрәжәләр бирелер.
УН АЛТЫНСЫ КИСТӘ УҠЫҺА — донъянан үткәндә һәм ҡиәмәттә кәлимә һәм таибәне әйтер: «Ләә иләһәә илләллааһү Мүхәммәдәр расулүллааһ» тип.
УН ЕТЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — йәннәти Әғләлә урынын- күрмәйенсә донъянан китмәҫ.
УН ҺИГЕҘЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА— шәһиттәр һәм һуғыш ҡылыусыларҙың сауаптары кеүек әжер бирелер.
УН ТУҒЫҘЫНСЫ КИСТӘ УҠЫҺА — донъяла һәм әхирәттә ярҙамсы булыр.
ЕГЕРМЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Пәйғәмбәребеҙҙе төшөндә күрмәйенсә донъянан сыҡмаҫ.
ЕГЕРМЕ БЕРЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Ер һәм күктәге фәрештәләр уны ярлыҡауҙы өҫтәрҙәр(теләрҙәр) һәм Аллаһының ризалығын табыр.
ЕГЕРМЕ ИКЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Мүхәммәд Мостафа салләллааһү ғәләйһи үәссәлләм өммәтендәге етемдәрҙе һәм ҡолдарҙы ризыҡ биреп туйҙырған сауабы бирелер.
ЕГЕРМЕ ӨСӨНСӨ КИСТӘ УҠЫҺА— Мүхәммәд Мостафа салләллааһү ғәләйһи үәссәлләм өммәтендәге тотҡондарҙы азат иткән кеүек булыр.
ЕГЕРМЕ ДҮРТЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — китабы (ғәмәл дәфтәре) уң яҡтан бирелер.
ЕГЕРМЕ БИШЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — үлем фәрештәһе күркәм сүрәттә килер, йәннәт менән һөйөнөс биреп йәнен алыр.
ЕГЕРМЕ АЛТЫНСЫ КИСТӘ УҠЫҺА — үлгәндә Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән фәрештәләр шайтан хәйләһенән һаҡларҙар.
ЕГЕРМЕ ЕТЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Аллаһы Тәғәләнең әмере менән йәһәннәм ҡапҡаһы бикләнер.
ЕГЕРМЕ ҺИГЕҘЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Аллаһы Тәғәлә ожмах һаҡсыларына әйтер: «Ожмах ҡапҡаларын ас! Теләһә ҡайһыһына керһен», — тип.
ЕГЕРМЕ ТУҒЫҘЫНСЫ КИСТӘ УҠЫҺА — Әйүп ғәләйһиссәләм ауырыуына сабыр иткән сауапты бирер һәм гонаһтары ярлыҡайыр.
УТЫҘЫНСЫ КИСТӘ УҠЫҺА — Аллаһы Тәғәләнең әмере менән Ғәрш аҫтында бер мөнәди ҡысҡырыр: Тәрәүих уҡығандар тамуҡтан ҡотолмошта, өмөт иткән ожмахтарына һәм дидарын күреү дәрәжәһенә ирештеләр.
Аллаһы Тәғәләнең ололоғо менән ант итеп әйтә: «ул ҡолдарҙы ғәфү иттем тип, тамуҡҡа төндәрен харам иттем», — тип. Унан һуң Аллаһы Тәғәлә бойорор: шуларҙың һәр ҡайһыһы өсөн: кәрәк ир, кәрәк ҡатын булһын, барыһының ҡулына ышаныс ҡағыҙы яҙып бирергә йәһәннәмдән ҡотолғанлыҡҡа һәм сиратты тиҙ үтеүгә һәр кем ихлас менән уҡыһа тәрәүих намаҙын, шикһеҙ был сауаптарға ирешер. Әмин.