Сират күпере
Ҡиәмәт көнө (судный день) беҙ ҡәберҙән ҡутарылып яңынан терелгәс, һорау алыу ваҡытында барыбыҙҙа тамуҡ өҫтөндәге сират күпере аша үтәсәкбеҙ. Әгәр үтә алһаҡ, беҙ йәннәтле булырбыҙ, әгәр Алла Тәғәлә насыйп итһә. Ошо һынауҙы үткәндә, кемдәр лайыҡлы — йәннәт әһеле булыр, кемдәр хурлыҡлы, тамуҡҡа ғазаб өсөн ҡолап төшәр. Ҡиәмәт көнө шуға ла иң ҡурҡынысы ошо күперҙе үтеү. Әгәр ҙә аҙ ғына гөнаһы булып та тамуҡ утынын хәүефеннән бәндәләр сафлана үә паҡлана алһалар, йәғни күперҙән уҙған саҡта йәһәннәм ялҡыны уларҙың яманлығын көйҙереп ҡалдырһа, был кешеләр аның осона барып етәр, ни хиҡмәт, йәннәтле булырҙар. Был Аллаһ Тәғәләнең сере, рәхимлеге, ҡөҙрәте. Шуға ла ысын күнелдән уға ышанайыҡ.
Һорау көнөндә әҙәмдәрҙен бер төркөме, һис бер гөнаһыҙ булыу сәбәпле, ҡәберҙән ҡубарылғас та йәннәтлеләр иҫәбенә индерелерҙәр һәм уларҙы йәннәткә алып барырҙар. Былар бәлиғ йәшкә етмәй мәрхүм булған балалар һәм ошо донъялыҡта ғәрип (инвалид) булғандар. Ҡалғандарынан тағын да шундайҙар айырылып сығарылыр, улар ғәрәсәт майҙанына килгән ваҡыттарында һынауҙарҙы теүәл үтәрҙәр һәм миҙан янына еткәнсе ожмахҡа индерелерҙәр. Былар бәйғәмбәрҙәр, сәхәбәләр, әүлиәләр һәм шул ваҡытта дин өсөн йәнен биргән шаһиттар. Шунан ары икенсе бәндәләр, ғәмәл дәфтәрҙәре асылғанда, имандары ярҙамында йәннәтле булырҙар. Сөнки Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бәйғәмбәрҙең талабы менән бер ҡағыҙ киҫәге алып килерҙәр һәм унда шул бәндәнен иман кәлимәһе яҙылған булыр. Ғәмәл дәфтәрендә бәндәнең иманы камил булһа, ҡағыҙҙағы яҙыу нурланыр һәм изге ғәмәле ауыр тартыр.
Яуап алыу ваҡытында йәннәтле тип табылғандар ожмахҡа үтһә, тамуҡлы, гонаһлы тип күренгәндәр йәһәннәмгә баштүбән ырғытылыр. Шуннан һуң бар бәндәләрҙең кемлеге билгеле булып, кәферҙәр үә динһеҙҙәр тамуҡ ғазабына һөрөлөп, мөьминдәр сират күпере тарафына килтерелерҙәр.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм әйткән: «Ысынлап та Бөйөк Аллаһ Тәғәлә тамуҡ өҫтөнән күпер ҡорҙо һәм унын исеме сират тип аталды».
Сират күпере ҡылыстан да бик үткер, сәстән дә (ҡылдан да) бик нескә, шул тиклем нәҙек һәм бик ҡараңғы төндән дә ҡараңғы булыр. Сират күпере ете саттан торор, һәр береһенен оҙонлоғо өс мең йыллыҡ юл хисабы менән ҡылыныр. Онотмайыҡ; ундағы бер йыл беҙҙең илле мең йылға тиң. Әлеге бер генә саттын өлөшөнөн йөҙе өҫкә табан менеүгә китәр, оҙонлоғо мең йыл. Шунан һуң ары тигеҙ генә барыр, тағы ла мең йыл буйы. Аҙағына йөҙе аҫҡа табан төшәр, быныһыла мең йылдыҡ юл булыр. Һәмдә унда булыр һөңгө һымаҡ бик осло ҡаялар. Шунда һәр әҙәмдән һорау алыныр доъялағы ҡылған эштәренә ҡарап. Сират күперен тамуҡ ялҡындары ут теле шикелле һәр тарафтан аны солғап торыр. Бәндәләр аның аша үткән ваҡыттарында көйөп-янып, тамам ҡарайып бөтөрҙәр. Кемдәрҙер уттан ҡурҡыр, йәки тамуҡ уты, һағалап уларҙы тотып алыр һәм улар йәһәннәм диңгеҙенә йығылып төшәрҙәр. Әгәр ҙә был донъяла әҙер барып, йәһәннәм утынан ҡурҡып ҡалмаһалар, ахырына ҡәҙәр етәрҙәр һәм гөнаһларыннан таҙарынып, ожмахҡа үтәрҙәр.
Сират күперенең һәр ете сатында, әлеге өлөштәрендә үткер һөңгеләр ҡалҡышып торырҙар. Беренсеһендә иманы һоранылыр. Әгәр ҙә бәндәнең иманы камил түгел икән һәм ул ысын күңел менән дин тотмаған булһа, һөңгегә ҡаҙалып, йәһәннәмгә йығылыр. Икенсе өлөшөнә етеүгә намаҙын һорарҙар, әгәр ҙә әҙәм балаһы дөньялыҡтан намаҙһыҙ киткән икән, ут упҡынына осар.
Өсөнсе сатҡа килеүгә, бында бәндәнең ураҙаһын һорарҙар, әгәр ҙә ураҙа тотмаған икән, утҡа йығылыр. Сират күперен үтеп барыусы дүртенсе сатҡа етеүгә зәкәте һоралыр. Бында фәрештәләр бәндәнең зәкәтте теүәл биреүе хаҡында һорарҙар. Әгәр ҙә зәкәте теүәл түгел икән, тамуҡҡа төртөп төшөрөлер. Кемдәр бишенсе сатҡа килеп етһәләр, хажға барғанлығын һорарҙар. Әгәр ҙә кешенең мөмкинлеге етеп тә хаж ҡылмаған икән, тәмуҡ әһеле булыр. Кемдәрҙер алтынсы сатҡа барып етәрҙәр, бында иһә әҙәмдең тәһәрәт үә ғөсөле хаҡында фәрештәләр һорау бирерҙәр. Ары һуңғы етенсе сатҡа килеп етеүгә, фәрештәләр ул әҙәмден ата-әсәһенә һәм туғандарына, ҡәрҙәштәренә килтергән яҡшылыҡтары үә изгелектәре хаҡында һорарҙар. Бындай сифаттар юҡ икән, диндәр булыуына ла ҡарамаҫтан тамуҡҡа ҡолар. Атаһы һәм әсәһенен ризалығын алмаған бәндә тамуҡҡа инер тигәндәр, шуғала беҙ уларҙын холҡона үә торошона ҡарамай һәр саҡ уларҙан ризалыҡта булырға тейешбеҙ.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм ошо сират күперендә: «Әй, Аллаһ Тәғәлә, өммәтем минең! өммәтем минең! өммәтемә именлек бир! өммәтемә именлек булһын», — тип ҡайғырыр.
Һәм дә бар кешеләр сират күперенә баҫырҙар, бер береһен өҫтөрәп, һәм күпер дингеҙҙәге тулҡындар ғәрәсәтендә уйнаған карап һымаҡ сайҡала башлар. Беренселәр үтер йәшен сатҡыһы һымаҡ. Икенселәре – иң тиҙ ел кеүек, өсөнсөләре иң шәп ҡош һымаҡ. Дүртенселәре тоҡомло ат сапҡан кеүек, бишенселәре шәп йүгергән һымаҡ. Алтынсылары йәйәү кеше кеүек, етенселәре көнө буйы үтәр. Ҡалған әҙәмдәр ай буйы, берәүҙәре бер йыл, икенселәре ике-өс йыл... Шулай дауам итә торғас, иң һуңғы әҙәм үтәр ошо юлды, егерме биш мең йыл буйы.
Изге Ҡөрйән китабында әйтелә: «Һәр берегеҙ тамуҡ уты күрер» — тип. Һүҙ ошо хаҡта бара, сират күперен үткәндә барыбыҙҙа тамуҡ уты күрербеҙ. Ай һай, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙҙәлә ошо йәһәнәм утынан һаҡлаһын. Тамуҡ уты сәстәрҙе яндырыр, тирене һәм тән итен бешерер, үтеп сыға килә ҡап-ҡара күмер һымаҡ булырҙар — тип әйтелә, мәгәр ныҡ динле кешегә зарары булмаҫ.
Хәҙистәрҙә әйтелә: «Бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм сират күперенә менгәс боролоп башҡаларҙан һорар:
«Һеҙ кемдәр?». Улар яуапҡа:
« Беҙ һинең өммәтең» – тейерҙәр. Бәйғәмбәребеҙ:
«Шәриғәтте, Ҡөрйән китабтарында яҙылғандарҙы һәм минен сөннәтемде үтәнегеҙме? Яуапҡа:
«Юҡ» – тип әйтерҙәр һәм дә Бәйғәмбәребеҙ:
«Һеҙ минең өммәтем түгел тейер» – һәм мәңге ғазаб уларға, урындары тамуҡта булыр.
Шулай уҡ хәҙистәрҙә: Әҙәмдәр сират күпере эргәһенә килгәс, әйтерҙәр:
«Беҙ был күперҙе тә алмайбыҙ» – тип. Дөм ҡараңғылыҡты алдарында күреп үкереп ҡайғырып иларҙар. Ошонан һуң Джәбрәил фәрештә килеп, уларҙан һорар:
«Һеҙгә нимә ҡамаусылай күперҙе үтергә». Шунан тағыла һорар:
«Донъялыҡ ваҡытығыҙҙа дингеҙ-океандарҙы нисек үтә торғайнығыҙ? Улар:
«караптарҙа» – тип әйтерҙәр. Шул ваҡытта Джәбрәил фәрештә мәсет формаһындағы карапта килтерер һәм былар шуларға ултырып күпер аша үтерҙәр. Джәбрәил фәрештә:
«Был һеҙҙен мәсеттәрегеҙ, анда һеҙ йәмәғәт менән намаҙҙар уҡығайнығыҙ».
Әй, ошо юлды уҡыусылар: Һеҙ мәсеттәргә йөрөйһегеҙме? Белегеҙ, намаҙ уҡый белмәһәгеҙҙә, йома көн ғөсөл алып, мәсеттә ултырып ҡайтыу, ғүмер буйы уҡыған намаҙға тиң, тип әйтәләр.
Ҡолдар өсөн Йософ бәйғәмбәр килер, байҙарға Сөләймән ғәләйһис-сәләм, дәреүештәргә — Ғайса бәйғәмбәр, ғәриптәр өсөн—Әйүп хәҙрәттәре, һуҡырҙарға — Ғөзәйер ғәләйһис-сәләм һәм башҡалар шулай дауам итәр. Шулай итеп, һәр төркөмде бер бәйғәмбәр етәкләр һәм аларға юл күрһәтер. Ошо бәйғәмбәрҙәр ошо донъялыҡта берәүһе ҡол булыуына, икенсеһе бай батша, өсөнсеһе ауырыу, һуҡыр булыуына ҡарамаҫтан һәм башҡа кәмселектәрҙе күтәреп Аллаһ Тәғәлә алдында һынау үтеп тоғро динле булдылар, халыҡты дингә өндәнеләр. Иҫегеҙгә ҡалдырығыҙ, ер йөҙөнә йөҙҙә егерме дүрт мең бәйғәмбәр ебәрелә, Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм һуңғы ахыр заман бәйғәмбәре.
Сират күпере тамуҡ ялҡыны өҫтөндә торһа ла, үҙе бик ныҡ ҡараңғы урын булыр. Уны үтеү өсөн мөьиминдәргә иман нурҙарына таяныу мөмкинлеге бирелер, кәферҙәрҙә иһә ул булмаҫ, шуғала ҡыл кеүек күперҙән үтә алмай йәһәннәмгә баш түбән осорҙар.
Бер хәбәрҙән: «Ҡыйәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә бер бәндәне хисап ҡылыр, яҡшылыҡтан яманлығы ауыр килер. Аллаһ Тәғәлә уны йәһәннәмгә ебәрергә ҡушыр. Ул әҙәмде һөрәтеп китеп барғандарында, Джәбраил фәрештәгә әмер әйтер:
«Бар, ҡолымдан һора, дөнъялыҡ ваҡытында ғалим кешеләр менән менән мәжлестәрҙә булманы микән, әгәр булған булһа, ғалимдәр шәфәғәтендә ярлыҡармын», — тигән.
Джәбраил ғәләйһис-сәләм һорар, бәндә:
«Юҡ!» — тип әйтер. Джәбрәил фәрештә Аллаһ Тәғәләгә әйтер:
«Юҡ» — тип. Аллаһы Тәғәләгә әйтер:
«Бар, һора әле, берәй ғалимде һөймәнеме икән?
Джәбраил фәрештә һорар, бәндә:
«Юҡ!» — тип яуап бирер.
Аллаһы Тәғәлә әйтер:
«Ғалимдәр менән бер табында ла булманы микән?»
Джәбраил фәрештә һорар, бәндә:
«Юҡ» — тип әйтер. Аллаһ Тәғәлә әйтер:
«Исеме берәй ғалимден исеме менән тура килһә кисерермен» – тип. Яуап:
«Юҡ» — булыр. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә әйтер:
«Берәй ғалимде дуҫ күргән кешенең дуҫы түгел микән үҙе?»
«Әйе!» — тип яуап булғас, шуның бәрәкәтендә Аллаһ Тәғәлә ошо әҙәмде йәннәткә индерер.
Һүҙ ни хаҡта. Аллаһ Тәғәлә файҙалы белем алған һәм белемле ынтылған кешеләрҙе ярата. Сөнки улар халыҡҡа хаҡ һүҙ — Аллаһ Тәғәләне танырға һәм унын ҡушыуын, тыйыуын еткерә. Әйтелә: «кем белем юлында булып, кинәт вафат булһа, урыны киләсәктә ожмаҡта». Мулла тигән һүҙ, ғәрәп тамырынан уҡытыусы, мөғәлим тигән һүҙҙән. Ошоно белмәгән диндәрҙәргә «мулла» (ошонда баҫ)тип өндәшһәләр, улары ҡылтайып баралар. «Мин мулла түгел, ә хәҙрәт» – тип. Шуны белегеҙ, хәҙрәт һүҙен белемле кешеләргә ҡуланалар. Русса әйткәнсә – уважаемый була. Бына мәсеткә, мәҙрәсә лә уҡып йөрөгән малайҙар практикаға килә, беҙ аларҙы хәҙрәт тип әйтәбеҙ, шулаймы? Ә инде мулла ғалимдәр иҫәбендә. Улар ун ике фәнгә кандидат булырға тейештәр. Иң насары, берәйһе намаҙ уҡырға теләһә, башҡалар мулла булдынмы? — тип әйтәләр. Был көфөр һүҙ – һәр кемгә намаҙ үтәргә ҡушылған.
Шул билгеле булыр, хаҡ ғалимдәрҙе Аллаһ Тәғәлә иң һөйөкле ҡолдары иҫәбендә йөрөтә, сират күперен үтәргә уларға бурак тигән хайуанды бирҙе һәм хәүеф-хәтәрҙән һаҡланы. Шуның өсөн дә донъялыҡта ғалимдәргә хөрмәт күрһәткән бәндәләрҙе лә Ҡиәмәттә олыланы. Ғалимдәргә бирелгән ярҙам Аллаһ Тәғәләгә тип аталған мал менән тиң бәрәбәр күрелде.
Ҡасан бәндәләр сират күперенә табан килгәс, Аллаһ Тәғәлә бер фәрештәне һул тарафҡа ҡуяр. Уның күҙҙәре күренер һәм нур кеүек балҡыр:
«Мин һеҙҙең Аллағыҙ буламмы?» — тип һорар.
Шунда хаҡ мөьминдәр:
«Юҡ, АллаһТәғәләне һин тугел».
Икенсе тарафтан тағы бер фәрештә күренер, шулай уҡ күҙҙәре ут кеүек янар, ул да:
«Аллағыҙ мин буламмы!» — тип әйтер. Әммә мөьминдәр:
«Юҡ, Аллаһ Тәғәләбеҙ былай тугел» – тип әйтерҙәр.
Ошо һынауҙарҙан һуң ғына Аллаһы Тәғәлә бәндәләргә үҙенең йөҙен күрһәтер, ҡарттар сәждә итәрҙәр, егеттәр йөҙтүбән йығылып ярлыҡау үтенерҙәр.
«Мине нисек танынығыҙ? — тип һорар Аллаһ Тәғәлә – Муса (Моисей) бәйғәмбәр динендә тороусылар (еврейҙәр) Ғөзәйер ғәләйһис-сәләмдең һурәтенә табыналар, Ғайса (Иисус) бәйғәмбәремдең динендәгеләр (христиан-католиктәр) аның һурәтен минә тиң иттеләр. Ә һеҙ, ҡолдарым, бер ниндәйҙә һурәткә (иконаға) табынманығыҙ, нисек мине танынығыҙ? » – тип өндәшер.
Мөьминдәр, ҡыуанышып:
«Мәрхәмәт үә шәфҡәт нурығыҙҙан белдек»– тип һөйөнерҙәр. Бына шунын өсөн сират күперен үтәргә нур бирелер.
Мөьминдәр араһында малдарын мәсеттәр төҙөү өсөн тотҡан кешеләр булыр. Уларға ул мәсеттәре дөя һурәтендә килер һәм шуларға атланып еңеллек белән сиратты үтәрҙәр.
Шулай уҡ хәҙистәрҙә әйтелә: «Ҡиәмәт көнө Аллаһ Тәғәлә мәсеттәрҙе аҡ дөйәләргә әйҙәндерер» — тип. Аяҡтары имбирҙән, елкәләре шафрандан, баштары мускустан, арҡа һырттары йәшел хризолиттән.Ул дөйәләргә ошо мәсеттә намаҙ уҡыусылар ултырыр.Мәзин кеше алдан барыр, имамдары дөйәләрҙен теҙгендәрен тотоп барырҙар. Ожмахҡа үтешләй тауыш ишетерҙәр: «Былар кемдәр.Былар бит фәрештәләр һәм бәйғәмбәрҙәр түгелдәһә. Был бәндәләр Мөхәмәт Бәйғәмбәр сөннәтенән һәм йәмәғәт менән мәсеттәрҙә биш намаҙ уҡыусылар». Ни ҡыуаныс булыр уларға.
Хөрмәтле уҡыусым уйлап-үлсәп ошо дин (белем) донъяһына ваҡыт бүл. Ошоно уҡыйһын икән, былда тәҡдирен буйынса – иҫкәртеү алаһың. Мулла кеше әкиәт уйлап иҫкәртмәй, ә хаҡ Аллаһ Тәғәләнең китабына таянып эш итә. Әллә Ҡөрйән китабына ышанмайһыңмы?
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙыла ҡәбер ғазабынан һәм тамуҡ утынан һаҡлаһын, йәннәтен бер ҡырын ситенә булһала инергә мөмкинлек бирһен. Аллаһ Тәғәләгә маҡтау, бәйғәмбәре Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмгә сәләмдәр булһын.