Хәҙистәрҙә ахырызаман билдәләре
* Инсандарҙың башына шундай бер заман килер, араларында риба ашамағандары ҡалмайҙыр, әгәр ашамаһа — яза бирелә.
* Әҙәм балаһына сауҙа итеү, артымға аҡса биреү арталыр, хәләл-хәрәм онотолор. “Аҡса ҡайҙан булһа ла килһен”, — тиелер.
* Күптәр аҙ ғына донъя өсөн динен фида итерҙәр.
* Хәйләһеҙ эш башҡарып булмаҫ, һатыусылар һәм яҙыусылар күбәйеп, ҡәләм мул булыр.
* Яҡынлыҡ ептәре өҙөләлер һәм фәҡәт таныштарға ғына сәләм бирелә.
* Иманды күңелдә һаҡлау — утлы күмерҙе ҡулда тотоп торған кеүек ҡыйын буласаҡ.
* Мөьмин иртәнсәк кафыр булып торор йәки уның киреһе...
* Фетнә бер өйгә инер, тәжрибәһеҙ йәштәрҙең башына үтер.
* Өс нәмә ҡыйынлашыр: хәләл аҡса, ғәмәлдәге сөннәт һәм йәндән яҡын бер дуҫ.
* Кеше ҡатынына итәғәт итеп, әсәһенә ҡарышыр һәм, иптәшенә яҡынайып атаһынан алыҫлашыр.
* Күңелдәр бер-береһен һөймәй торған була, диндә һәм донъяуи ҡараштарҙа һәм эштәрҙә һәр төрлө ҡараштар килеп сыға, хатта ағай-энеләрҙең диндә һәм мәҙһәбтә ҡараштары төрлөсә булыр.
* Ололар мәрхәмәтһеҙ, ә кеселәр хөрмәтһеҙ булырҙар, балаларҙы тәрбиәләү көсөктәрҙе тәрбиәләүҙән дә ҡыйынлашыр.
* Ваҡыт ҡыҫҡарыр: бер йыл бер ай ҡеүек, бер ай бер аҙна, бөр аҙна бер көндәй үтеп китәлер, ә бер көн иһә бер япраҡ яныуы ҡәҙәр тиҙ үтер һәм һис нәмәлә бәрәкәт ҡалмаясаҡ.
* Донъя эштәрен теләп Әхирәт онотолор, һәм Аллаһтың китабы менән хөкөм итеү ғәйеп хисапланыр.
* Инсандар яманлыҡтарҙан бер-береһен һаҡламайҙар (тыймайҙар) һәм яҡшылыҡҡа бойормайҙар.
* Манаралар күбәйәсәк, мәсеттәр биҙәлел-зиннәтләнерҙәр һәм эстәренән ҡаты ауаздар килер.
* Йәмәғәттең ышанысы зәғиф, ғибәҙәте ғөрөф-ғәҙәт булыр, хафиздар күп булыр, әммә ғалим табылмаҫ.
* Кешегә уның яманлығынан ҡурҡыуҙан ғына мәрхәмәтлек ҡылынасаҡ, күренештә дуҫ, ә асылда дошман булған инсан һаны артасаҡ, һүҙҙәрҙең һәммәһе ялған һәм бер-береһенә айырмалы мәғәнәлә булыр. Әмирҙәр һәм хеҙмәтселәр куп, ләкин дөрөҫ эш башҡара торғандары аҙ ҡаласаҡ.
* Ялған шаһитлыҡ һәм айырылышыуҙар артасаҡ, кинәт үлемдәр күбәйерҙәр.
* Юҡ-бар, имеш-мимеш киң йәйелерҙәр.
* Ауылдағылар ҡалаларға ағылып-ағылып килерҙәр һәм исемдәре билдәһеҙ булған һыйыр ҡараусылар йорт төҙөүҙә бер-берөһе менән ярышҡа керешеп китерҙәр.
* Байҙарға иғтибар бирелер һәм хәсислек артыр, зәкәт ауыр бер бурыс итеп ҡабул ителер.
* Ғалимдар аҡсаға һәм донъя өсөн ғилем өйрәтерҙәр. Әхирәт ғәмәле менән донъялыҡ талап ителер.
* Ирҙәр үҙҙәрен ҡатындарға, ҡатындар иһә ирҙәргә оҡшатырҙар.
* Хөкөм итеү ҡатындарҙа булыр һәм зина ҡылыу күбәйер.
* Хәрәм эште ҡулайлаштыра торған мөмкинлектәр артасаҡ, йәштәр гонаһҡа һәм яманлыҡтарға күңел бирерҙәр.
* Мәшәҡәт, бәлә-ҡаза артыр, рәхәт һәм хозур ҡылмаҫтар, һәм һис кем ҡулы менән быларҙы алға сығара ла алмаясаҡ.
* Һуңыраҡ килгән нәҫелдәр алдан килгәндәрҙе һуғып язаларҙар.
*Ҡатындар сәстәрен дөйә үркәстәре кеүек ҡабартып урамдарҙа йөрөрҙәр.
Хәҙис шәриф
* Аллаһы Тәғәлә алдында иң һөйөклө ғәмәл – Уның хағы өсөр бер-береңә мөхәббәтле булыу.
* Бер кеше Ислам йәмғиәтенән бер аршын ҡәҙәр айырылырға тырышһа, муйынындағы Ислас бауын өҙөп ырғытҡан булыр.
* Һеҙҙән кем изге күңел менән шәһаҙәт итһә, уға, йәннәт биреләсәктер, кем насар шәһаҙәттә- булһа, уға йәһәннәм зирурҙыр.
* Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе ата-әсәләрегеҙ менән ант итеүҙән тыя.
* Инсандарға шундай заман киләсәк, тапҡан малы менән ҡәнәғәтбулмаҫ — бәрәкәт тапмаҫ, хәләлдәнме был, хәрәмдәнмө тип фекерләй белмәҫ.
* Дөрөҫлөктә хәләл дә, хәрәм дә билдәле. Ләкин араларында хәләлгә лә, хәрәмгә лә оҡшаған шикле нәмәләр барҙыр: уларҙы кешеләрҙең, күбеһе белмәҫ.
* Фетнәләрҙән ары булған һәм бәлә-ҡазаларға сабыр иткән кеше — бәхетле кеше.
* Телдәрен насар һүҙҙәрҙән һаҡлай алмай тороп, бәндәләр камил иманлы була алмаҫ.
* Кем дә кем сауҙала ла, бурыстарын түләүҙә лә, кешеләр бурыстарын түләшеүҙә лә киң күңелле һәм шәфҡәтле булһа шул кеше мөьмин мосолмандарҙың иң яҡшыһы, хәйерлеһе.
* Тәкәббер һәм һауалы булыуҙан ныҡ һаҡлан. Аллаһы Тәғәлә тәкәбберлекте һөймәй.
* Күркәм булған холоҡтарҙы тулыландырыу, мәкәммәл итеү өсөн өммәтемә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелдем.
* Әгәр бер кеше туғанлыҡ мөнәсәбәтен ялғап хәл белешергә барһа йәки ауырыуҙың хәлен белһә, Аллаһы Тәғәлә әйтер: “Изгелек ҡылдың, иЗге юлда йөрөнөң, Йәннәттә үҙәңә урын әҙерләнең.
* Әҙәм балалары тәнендәге дүрт гәүһәрҙе дүрт нәмә юҡ итә: аҡылды — асыу, динде — көнсөллөк, оятты — нәфсе, изге ғәмәлде — ғәйбәт.
* Аллаһы Тәғәлә эштәрен күркәм итеп башҡарған кешеләрҙе һөйә.
* Кешеләргә мин дәүерҙәрҙең иң яҡшыһына килдем, илсе итеп ебәрелдем һәм фәҡәт үҙем йәшәгән ошо быуатта улар алдында пәйҙә булдым.
* Мин дә уйнап һөйләрмен, тик унда ла хаҡ һүҙ генә һөйләрмен. Миңә кешеләрҙең күңелен тикшерергә һәм эстәрен ярып ҡарарға бойоролманы. Кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәтен ҡарап хөкөм йөрөтөргә бойоролдом мин.
* Араларығыҙ өҙөлгәндәр менән бәйләнешкә ин, һиңә насарлыҡта булғандарға яҡшылыҡ эшлә, үҙеңә зарар булһа ла, хаҡ һуҙ әйт.
* Мөьмин кеше хыянат һәм ялғандан башҡа бөтә сифаттар менән тыумыштан уҡ мөһөрләнеп тыуа.
* Халыҡтың хөрмәтле бер кешеһе һеҙгә килһә, уға ҡәҙер- хөрмәт күрһәтегеҙ.
* Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн тип намаҙ уҡыған кешеләрҙең гонаһтары ла бына ошо япраҡтар кеүек ҡойолоп тора.
* Был дин – ҡаҡшамаҫ дин, унда йоомшаҡлыҡ менән мөғәләмә итегеҙ!
* Дин эштәрендә иң әүәл юғалтаһы әйберегеҙ – аманат.
* Ауылдағылар ҡалаларға ағылып-ағылып килерҙәр һәм исемдәре билдәһеҙ булған һыйыр ҡараусылар йорт төҙөүҙә бөр-береһе менән ярышҡа керешеп китерҙәр.
* Аҡыллы кеше боҙоҡҡа ҡыҙыҡмай, изге дин хөкөмдәрен таянып йәшәй. Ә ахмаҡ бәндә башта боҙоҡҡа ҡағыла, һуңына Аллаһтан яғымлылыҡ көтә.
* Ата-әсәләр иҫән ваҡытта йә уларҙың береһенә, йә икеһенә лә изгелек эшләмәгәндәр йәннәткә инмәй. Ундайҙар нәфрәткә дусар, нәфрәткә дусар, нәфрәткә дусар булһындар ине!
* Эй, әҙәмдәр! Ҡиәмәт көнөндә һеҙ үҙ исемдәрегеҙ һәм атайҙарығыҙ исеме менән саҡырылырһығыҙ. Шуның өсөн балаларығыҙға гүзәл исемдәр ҡушығыҙ!
* Тәнегеҙ өсөн ғибәҙәттең ҡайһыһы еңел булыуын әйтәйемме? — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — ул — өндәшмәй тороу һәм күркәм холоҡ.
* Һәр тарафта йырсы һәм уйынсы ҡатындар барлығы беленер.
* Рамаҙан айының беренсе ун көнө — рәхмәт көндәре; икенсе ун көнө — гонаһтарҙан пакланыу көндәре; һуңғы ун көнө — уттан (йәһәннәм ғазабынан) ҡотолоу көндәре.
* Тол ҡатындар һәм астар файҙаһына тырышлыҡ итеүселәр Аллаһ юлында көрәшеп, йәки төндәрен ғибәҙәттә тороп, көндөҙҙәрен ураҙа тотоусылар шикелле.
* Аллаһтың әжер-сауаптарын өмөт итеп, рамаҙан айында ураҙа тотоусының үткәндәге барлыҡ гонаһтары ғәфү ителәсәк.
* Иман менән ғәмәлдең береһе икенсеһенә тиң, бер-береһенә юлдаш булмай тороп, төҙөк хәлдә була алмайҙар.
* Иманлы бәндәнең хөрмәте – дине, дәрәжәһе – зирәклеге, нәҫел-нәсәбе – уның аҡылы.
* Мосолман кешегә мосолмандарҙың малы, намыҫы һәм ҡаны хәрәм, Мосолман ҡәрҙәшен хурлау ҙа бәндәгә гонаһ өсөн бик еткән.
* Аллаһ булған, мәңге буласаҡ, Унан бөйөк бер кем дә юҡ.
* Ҡорбан итен ашағыҙ, — ти Ҡөрьән, — һәм барына ҡәнәғәтлек менән оялып ҡына һораусы фәҡирҙәргә ашатығыҙ.
* “Һиңә аңларлыҡ булһын тип беҙ уны, Ҡөрьәнде, ғәрәп телендә индерҙек”.
* Күңелегеҙ йомшаҡ һәм хәжәтегеҙ үтәлә торған буһыуын яратһағыҙ, етемдәргә мәрхәмәт күрһәтегеҙ, баштарынан һыйпағыҙ, ашай торған ризығығыҙҙы, биреп ашатығыҙ — күңелегеҙ йомшарыр, хәжәтегеҙ үтәлер.
* Ата-әсәгә итәғәт — Аллаһҡа итәғәт ул. Уларға (ата- әсәгә) ҡаршы тороу — Аллаһҡа ҡаршы тороу. ...
* Аллаһы Тәғәлә алдында иң һөйәкле йорт етемдәр хөрмәт ителә торған йорт. Үҙең өсөн нимә һөйөклө булһа, шуны халҡын өҫөн дә һөйөклө ит.
*Бер ҡәүем кешеләре араһындағы дуҫлыҡ атанан балаға күскән кеүек, дошманлыҡ та атанан балаға күсә.
* Аллаһ ҡаршыһында көндәрҙең иң ҡиммәтлеһе — Ҡорбан көнө, унан һуң Миналағы иманда нығыныу, ниәттәргә ирешеү, ҡаҙаныш көндәрелер.
* Гонаһтарҙы ғәфү иттереү сараларының иң мөһиме — мосолман туғаныңа һөйөнөс һәм ҡыуаныс биреүҙер.
* Һеҙҙән берәү бер насарлыҡ күрһә, уны ҡулы менән төҙәтерлек көсө етмәһә, теле менән нәсихәт әйтһен, быға ла ҡөҙрәте юҡ йкән, ул боҙоҡлоҡҡа йөрәге менән дошман булһын, ләкин был бик зәғиф имандыр.
* Динеңдә ихлас бул, әҙ генә ғәмәлең дә һинең өсөн етерлек булыр.
* "Сәләм” тигән һүҙ — Аллаһы Тәғәләнең бер исеме. Был һүҙҙе Ер йөҙөнә Ул Үҙе сығарҙы. Ә һеҙ уны арағыҙҙа таратығыҙ. Әгәр ҙә кешеләр араһынан уҙып барған мосолман тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек теләп, уларға сәләм бирһә һәм улар ҙа был сәләмде ҡайтарһа, шул һүҙ менән мосолман Бөйөк зат — Аллаһы Тәғәлә барлығың хәтеренә төшөргән булыр. Йәннәттәге кешеләрҙең бер-береһенә бүләктәре лә — сәләм.