Нисек ураҙа тоторға?
Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты. Таблица Өфөләге Ләлә-Тюльпан мәсетенең намаҙ уҡыу ваҡыты менән бирелгән. Әбйәлилдәр ошо күрһәтелгән ваҡыттан 10 минут алда башлаһа, бик хуп, сөнки иртәнге аҙандар урындағы ваҡыт менән әйтелә. Аҫта Өфөләге ДУМ РБ-ның Рамаҙан айының намаҙ уҡыу ваҡыты, был таблицаларҙа бер-нисә минутҡа айырма бар.
Рамаҙан айы ураҙаһың тотор өсөн иң башта ихлас күңел менән: «Ләә иләәһә илләл-лааһ, Мөхәммәдүр рәсүлүллааһи» тип, телебеҙҙә һәм күңелебеҙҙә һәр саҡ булырға тейешле зекерҙе: «Аллаһ Бөйөк, Аллаһ Бер, Аллаһтан башҡа иләһ юҡ, Мөхәммәд пәйғәмбәр Уның рәсүле» тип, үҙебеҙҙең мосолман булыуыбыҙҙы әйтеп раҫлайыҡ. Кемдәрҙер ай башында өс көн, уртаһында өс һәм аҙағына өс көн ураҙа тотоп маташалар. Былай итеү дөрөҫ түгел, Аллаһының тәҡдире менән был Рамаҙан айында тулыһынса тоторға ҡушылған. Тотолмаған көндәрегеҙ өсөн ҙур гонаһ алаһығыҙ һәм ҡаза ҡылырға тейеш булаһығыҙ. (ҡайһы бер әйтеүҙәр буйынса бер көн тотолмаған ураҙа көнө өсөн 30 көн! Икенселәре, бер көн ураҙа ҡалдырыусы бик күп бәрәҡәттәң ҡала, динебеҙҙә ауырлыҡтар юҡ, шуға аҙаҡ был бер көн өсөн бер көн ҡаза ҡылып, ураҙа тоторға тейешле булаң тейҙәр).
Хәҙер инде иң ябай күрһәтмәләр. ИншаАллаһ, Рамаҙан айы башланғас (11 марта таң атыр ваҡытында, 2024 йыл) беренсе төндә сәхәр ашайбыҙ. Ваҡытын ошо сайтта һәм ВК (контакта, однокласниктә) ҡарап белә алаһығыҙ. Мәҫәлән: (һул яҡта таблица — сәхәр ваҡыты тамамланыуы) 11 марттың таңғы ваҡытында сәхәрҙең ахыры (ашау-эсеүҙең тамамланыуы) ваҡыты 05,40 минут, намаҙ башланыу ваҡыты 6.00 минут. Намаҙ башланыу менән сәхәрҙең ашап бөтөү араһында 40 минут ваҡыт бар. Был ваҡыт намаҙ уҡыусылар өсөн, намаҙға әҙерләнеү ваҡыты. Ураҙа тоторға ниәтләнеүселәр ошо намаҙ ваҡытына тиклем сәхәрҙәрен дауам итә ала. (6.00). Был Өфө ваҡыты менән бирелгән – беҙҙә, мәҫәлән: Әбйәлилдә бынан ун минут алдараҡ йәшәйбеҙ. Намаҙ ваҡыттары минуттар менән айырылырға мөмкин, (ҡояш сыҡҡан ваҡытҡа тиклем сәғәт ярым йә иһә ике сәғәт). Сәхәрҙе төнгө 02 сәғәт 00 минутта башларға мөмкин, ләкин иң сауаплыһы, намаҙ алдынан таң алдынан тороу. Ураҙа тотор өсөн намаҙлы булыуҙа, тәһәрәт алыуҙа кәрәкмәй. Аллаһ ризалығы өсөн ниәтегеҙ булһын.
Сәхәрҙе намаҙға тиклем ярты сәғәт алдан ашап бөтөү мәслихәт (маҡтаулы). Әгәр һуңлап ҡалһағыҙ: 11 март көнө сәғәт 06. 00 минутҡа (намаҙ ваҡытына) тиклем сәхәрҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Көн һайын сәхәр ваҡыты шылып бара. Сәхәрҙе намаҙ ваҡытынан алданыраҡ тамамлағыҙ. Аҙан әйтеүҙән һуң иртәнге намаҙ башлана. Шуға ла әлеге сәхәрҙен ахыры ваҡытына тиклем, йәки ошо аҙанға тиклем әлеге намаҙ ваҡыты етеүгә сәхәрҙе тамамлар кәрәк.
Әгәр ҡулығыҙҙа намаҙ ваҡыты булмаһа календарҙан ҡарап ҡояш сығыуы ваҡытынан ике сәғәт алда сәхәрҙе тамамлау яҡшы. Иртәнге намаҙ ваҡытынан ярты сәғәт алданыраҡ сәхәрҙе тамамлау хәйерлерәк. Кемдәр белмәй — иртәнге намаҙ ҡояш сығыр алдынан сәғәт ярым алда уҡыла. Ҡалған ваҡытты тәһәрәт алыу, доға, зекерҙә, Ҡөрьән уҡыуҙа, йә салауаттар әйтеүҙә булһаң бик хуп, йәки мәсеткә юл тотоу ваҡытылыр. Ә инде ауыҙығыҙҙа ризыҡ булһа, иртәнге намаҙ ваҡыты етеү – аҙан тауышы ишетеү менән сәйнәп ҡуйығыҙ, тип әйтелә. Төкөрөп ташламайбыҙ, ә сәйнәп йотоп ҡуябыҙ. Сәхәрҙе йоҡлап, ашамай-эсмәй ҡалдырһағыҙ — ураҙаны дауам итегеҙ, уның өҙөлөү ҡурҡынысы юҡ. Сәхәрҙә, әгәр ашаһығыҙ килмәһә — һыу ғына булһа ла эсеп алығыҙ, сауабы күп.
Ураҙа ваҡытында сәхәр ашаусыға Аллаһ Тәғәлә бәрәҡәт бирә, тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ: кем ашамай, шул сауаптан мәрхүм була, сөннәтте үтәмәгәс, — тигән.
Аҙағынан ниәтләнәбеҙ инде ураҙаға. Доғаһың уҡыйбыҙ: Ғәрәбсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдданә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихлас күңелдән менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.
Йоҡлапмы, йә башҡа сәбәп менән бер-бер артлы ике көндән артыҡ сәхәрһеҙ ураҙаға кереү хупланмай. Ниәтегеҙҙе — рамаҙан ураҙаһын тоторға, тип әйтергә, онотһағыҙ – ҡурҡмағыҙ, төш мәленә тиклем ниәтләргә була (был хаҡта сайтта уҡығыҙ). Ниәтте лә, ҡайһы бер ғалимдар, айҙын башында бер әйтһәгеҙ, шул ай буйына етә тейҙәр. Шуға ниәт әйтергә онотһағыҙ, ҡурҡынысы юҡ. Ураҙаға тәһәрәтле булыу кәрәкмәй (тәһәрәтле йөрөү бик күп сауаптарға алып бара). Намаҙ уҡымаһағыҙҙа ураҙа тотоу Аллаһ Тәғәләнең бер әмерен үтәү була.
Кискеһен ауыҙ асыу, йә ифтар, ҡояш байығас, (ҡояш байып, горизонта бер аҙ ҡыҙылыҡ юғалғас) киске ахшам намаҙы ваҡыты еткәс: 11 март айына ифтар ваҡыты 19.16 сәғәт. Ошо ваҡыт еткәс ауыҙ асабыҙ, йә иһә аҙан тауышын ишеткәндән һуң. Ауыҙҙы берәй емеш үә һыу, тоҙ йәки башҡа нәмә менән асабыҙ /бешмәгән ризыҡ менән бик хуп/. Доғаһын ҡылабыҙ: Ифтар ашағандан һуң ошо доға уҡыла: «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм мин Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәккәл ҡылдым, Һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.
Кемдәр намаҙ уҡый, ауыҙ асҡандан һуң шул ғибәҙәткә керешәләр. Намаҙ уҡып бөткәс, ризыҡланалар.
Шуныһы ғәжәп: ниңәлер ашағы һәм эске килмәй. Үҙенде туҡ итеп тояһың. Көсләп тигәндәй ары-бире ҡапҡылап, бер-ике сынаяҡ сәй эсәһең, өсөнсөһөң көсләп тигәндәй һемерәһең. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең: һеҙ төнө буйы ашанып сығаһығыҙҙыр, тип әйтеүҙәре лә буш һүҙ. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ғәфү итһен. Сәхәрҙә лә шул бер аҙ ризыҡланаң инде.
Дауам итеп, тағыла шуны иҫкәртәм: Ураҙа байрамы көнө алдынан сәхәр ашалмай һәм ураҙаға ниәт ҡылынмай. Иртәнсәк байрамға сәй эсеп, йәки емеш ашап барырға була. Кем ниәтләһә, ул киске ахшамға тиклем ашарға тейеш түгел, ураҙаһы боҙола һәм был ураҙа нәфел ураҙаһы һымаҡ була. Боҙһа, ҡаза ҡыла инде. Байрам көндәре ураҙа тотмағыҙ тигән хәбәрҙәр бар. Былар насар эшкә һанала.
Ары ошо биттәрҙә уҡығыҙ:
Ураҙа: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a.html
Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/6081.html
Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a%D2%93a-ni%D3%99t.html
Ураҙа айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html
Ураҙа — Ҡөрьән айы: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-ajy.html
Ураҙа ниәте: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-ni%D3%99te.html
Ураҙалар: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99alar.html
Ураҙа ғәйете: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-%D2%93%D3%99jete.html
Ураҙа һәм һаулыҡ: https://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/ura%D2%99a-%D2%BB%D3%99m-%D2%BBauly%D2%A1.html
Рамаҙан айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html
Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы намаҙҙары: https://nazir1965.com/din/bajram-%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99%D2%99ary.html
Сәхәр ашау: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/s%D3%99x%D3%99r-ashau.html
Рамаҙан айы: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajy.html
Ифтар – ауыҙ астырыу: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/iftar-auy%D2%99-astyryu.html
Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы: https://nazir1965.com/din/%D2%A1atyn-%D2%A1y%D2%99%D2%99ar%D2%99yn-nama%D2%99y-%D2%BB%D3%99m-ura%D2%99a%D2%BBy.html
Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a%D2%93a-x%D3%A9rm%D3%99t-k%D2%AFr%D2%BB%D3%99te%D2%AF.html
Ауыҙ асыу доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/auy%D2%99-asyu-do%D2%93alary.html
Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-bajramy-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe-%D2%BB%D3%99m-do%D2%93alary.html
Фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/din/fityr-sa%D2%99a%D2%A1a%D2%BBy.html
Рамаҙан ғәйете вәғәҙе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99%D2%99e.html
Иғтикәф: https://nazir1965.com/din/i%D2%93tik%D3%99f.html
Ифтар: https://nazir1965.com/din/iftar.html
Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе:https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-a%D2%99a%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html
Ҡәҙер кисе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html