30-сы йылдарҙағы Сталин режимының ҡәһәрле золомо осоронда Ислам дине әһелдәрен, шул иҫәптән ул заманда халҡыбыҙ өсөн ғалим да, табиб та, тура юлдан алып барыусы ла, аңыбыҙ етмәҫ ысулдар менән беҙҙе ҡурсалаусы ла булған изге әүлиәләрҙе лә ҡырыу башҡорт өсөн ҙур фажиғә булды. Был фажиғәнең ни тиклем тәрәнлеген төшөнөр көндәребеҙ алда әле. Уларҙың ысын мәғәнәһендә бөйөк кешеләр булғанлығын, Аллаға шөкөр, ана шул ҡанлы йылдар осорон мөғжизә менән имен-аман үтә алған бик һирәктәренең тормошо миҫалында күрә алабыҙ. Шуныһы үкенесле, ынйы бөртөктәреләй сүпләп, һәр береһен ҡәҙерләп кенә тарихыбыҙға алтын хәрефтәр менән яҙып, энциклопедиябыҙға теркәп ҡуйыу эшен дәүләт кимәлендә ойоштороп, улан-ейәндәребеҙгә улар хаҡында ғорурланып һөйләй торған урынға, беҙ был донъяның бөтмәҫ ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре менән көн үткәрәбеҙ, ә башҡа милләттәр тик ятмай, данлы тарихыбыҙҙы урлай, шәхестәребеҙҙе үҙләштерә. Шәмиғол хәлфә менән дә ҡыҙыҡһынып, йәһәннәм аръяғындағы американдар бынан 5-6 йыл элек үк килеп, әүлиәнең ейәнен күреп, ҡәберен фото һәм видеоға төшөрөп китә. Кемдәр улар, уның тураһында ҡайҙан белгәндәр? Бер кем дә, бер нәмә лә әйтә алманы. Ниәттәре изге булғандыр, тип ышанайыҡ.
Уларҙан күпкә һуңыраҡ булһа ла Аллаһ Тәғәлә миңә лә байтаҡтан күңелемдә йөрөгән хыялыма ирешергә – тап 30 йәшем тулған көндә ейәне Хөббулла ағай менән атаҡлы Шәмиғол хәлфәнең ҡәберен зыярат ҡылырға насип итте. Аллаһ ризалығы өсөн доғалар уҡып, әүлиәнең рухынан халҡымды динһеҙлек үә маңҡортлоҡ һаҙлығынан тартып сығарыуҙа ярҙам итеүен һораным.
Фәтхелислам ағай Сөләймәнов хәтерләй: Ейәнсура районы Ибрай ауылында донъяға тыуғанмын. 10 йәшемдә атайым вафат булды. Әсәйем колхозда һауынсы булып эшләй ине. Ауылдан 15 саҡырым алыҫлыҡтағы йәйләүҙә яттыҡ, шунда, ниҙән икәнен әйтә алмайым, мин ҡаты ауырып киттем һәм телдән ҡалдым. Ул ваҡытта ауылда табибтар ҙа юҡ ине, шуға күрәлер инде, мине әсәйем яҡын ауылдарҙағы муллаларға йөрөтөп ҡараны, ләкин файҙаһы булманы.
Әсәйем ауылыбыҙҙан бер олатайҙың Шәмиғол хәлфәгә барырға йыйыныуын ишетеп ҡалған да уны мине лә алып барырға күндергән. Ул ваҡытта беҙҙең яҡтарҙа Шәмиғол хәлфәнең әүлиәлеген белмәгән кеше булмағандыр. Табибтар аяҡҡа баҫтыра алмаған ауырыуҙарҙы ла аяҡҡа баҫтырған ул. Кем үҙ аяғы менән бара алмаған, арбаға йәки санаға һалып алып барғандар, Шәмиғол хәлфә барыһына ла ярҙам иткән.
10 йәшлек ауырыу, телһеҙ малай булараҡ, мин барыһын да аңлағанмынмы-юҡмы икән, шулай ҙа ҙур теләк менән юлға сыҡтыҡ. Бикбаев Шәмиғол хәлфәнең ул ваҡытта йәшәгән ере Күгәрсен районы Ишбирҙе ауылы ине. 100 саҡырым самаһы араны үтеп, Шәмиғол хәлфәнең ауылына барып еттек. Олатай ат-арбаны йылға буйына ҡалдырҙы ла, үҙе Шәмиғол хәлфәнең өйөнә рөхсәт алырға инеп китте. Мин йылғанан һыу эсмәксе булып, йылға ярына яҡынланым һәм шул ваҡыт мине өйәнәгем тотоп, иҫемде юғалтып, йылға ситенә ҡолағанмын. Ә рөхсәт һорарға Шәмиғол хәлфә ингән олатайға, Шәмиғол хәлфә иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та: “Ниңә баланы яңғыҙ ҡалдырҙығыҙ, ана, һыуға бата бит. Барығыҙ, баланы алып килегеҙ миңә”, – тигән.
Иҫемә килгәс, мине Шәмиғол хәлфәгә алып инделәр. Хәлфә мине янына ултыртты ла, башымдан һыйпай-һыйпай: “Миңә килә алмай күп зарландың, хәҙер юлды белдең инде,үҙең килерһең бынан һуң”, – тине. Шул ваҡыт мин, бер һүҙ әйтә алмаған кеше, үҙем дә һиҙмәҫтән: “Олатай!” – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ул миңә бер аҙнанан тағы килергә ҡушты. “Хәҙер юлды белдең, үҙең кил”, – тине. Бер аҙнанан һуң йәйәүләп юлға сыҡтым. Шуныһы ғәжәп, мине юл буйы бер ҡара ҡош (ҙурлығы һуйыр кеүек) оҙата барҙы. Күпмелер алға барып ултыра ла, мине көтә, килеп етһәм, тағы ла алғараҡ барып ултыра. Шәмиғол хәлфәнең ауылына барып етәрәк ул ҡош тирәктә ултырып ҡалды.
Хәлфә мине тағы өшкөрҙө. Шунан мин әкренләп һөйләшә башланым. Хәлфә мине һәр ваҡыт үҙ балаһылай ҡабул итте, үҙ өйөндә йоҡларға ҡалдыра, ашатып, эсерә ине. Шулай 10 йыл самаһы мин хәлфәгә йыл да барырға тырыштым. Шуныһы хәтерҙә, теге ҡара ҡош мине һәр ваҡыт юлда оҙата йөрөнө. Бер ваҡыт уға килгәндә ниндәйҙер ҡара ҡоштоң һәр саҡ минең алдан барыуы хаҡында хәлфәгә әйттем. Ул: “Ярай, бөгөн һине ул ҡоштан айырам, һин уны ҡабат күрмәҫһең”, – тине. Ысынлап та, ул ҡошто мин башҡа күрмәнем.
Бер саҡ хәлфә абыстай менән оҙаҡ ҡына ваҡытҡа икенсе ауылға (исеме Ыуары ине) ҡунаҡҡа китте, ә мине өйөн, кәртә-ҡураһын ҡарарға ҡалдырҙы. Өйөн дә, малын да ҡараным, ҡушылған эштәрҙең барыһын да башҡарҙым. Барыһы ла һәйбәт, тик бына, тәмле күрептер инде, хәлфәнең батмандағы ҡорт балын бик ныҡ кәметкәнмен. Ҡайтып төштөләр, сәй эсергә булдылар. Әлеге батмандан бал алып килгән килененә хәлфә: “Ниңә балды әҙ алып килдең, бына Фәтхелислам, балды кәметкәнмен, тип сурнып ултыра. Ҡурҡма, минең балым бөтмәй ул”, – тине, һис тә асыуланмай. Шунда миңә Шәмиғол хәлфәнең минең уйымды белеп тороуына тағы бер тапҡыр ышандым. Ундай хәлдәр минең менән генә түгел, башта кешеләр менән дә йыш була ине.
Шәмиғол хәлфә минең хәтеремдә бик тә уҡымышлы әүлиә булып ҡалды. Минең генә түгел, уны белгән бөтә кешеләрҙең дә күңелдәрендә ул Аллаһ биргән ҡөҙрәте менән, изге кешеләрҙең иң изгеһе.”
1876 йылда Ҡара Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто Бәҙретдин Бикбаевтың ғаиләһендә ир бала яңғырауыҡлы тауышы менән үҙенең был донъяға килеүен белдерә. “Тауышы бик көр, дин әһеле, аҙансы булыр, моғайын, минең улым”, – тип уйлай бәхетле ата һәм яңылышмай. Шәмиғол бала сағынан уҡ бик зирәк, өлөшлө бала булып үҫә, йәшләй генә етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, ир ҡорона ингәндә инде күренекле дин әһеленә әйләнә. Йәш сағында Шәмиғол һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа йәки ауылға килгән оло-оло хәҙрәттәр менән ярышып, яҡташтары әйтмешләй, һеүләп аяттар, доғалар уҡып ултырыр булған. Йәш егеттең шундай һынсыллығына һоҡланған хәҙрәттәр уны ҙурыраҡ урынға, Урта Азия тирәһендәге берәй күренекле мәҙрәсәгә уҡырға барырға өндәй.
Ана шул хәҙрәттәрҙең фатихаһы менән данлы Бохара мәҙрәсәләренең береһендә ғилем эстәү бәхете тейә буласаҡ әүлиәгә. Эй, Алланың хикмәте, үҙе кеүек үк 1876 йылда хәҙерге Баймаҡ районының Манһыр ауылында тыуған, әүлиәлеге менән дан алған һәм хатта урта быуын кешеләренең дә хәтерендә бик изге кеше булып ҡына һаҡланған Мөжәүир хәҙрәт Уйылдан улы Сиражетдинов менән бергә уҡый. Әйтеүҙәренсә, артабан икеһе лә Наҡшбәндиә тәриҡәтендәге мөриттәр булған был ике изге Мәккәләге Ҡәғбәгә фарыз хажды ла бергәләп ҡыла.
Шәмиғол хәлфә лә үҙенең ябайлығы, аҡыл етмәҫлек изгелеге менән бер рәттән аптыратырлыҡ донъяуилығы менән айырылып торған. Көн һайын урыҫы ла, татары ла, ҡаҙағы ла, үзбәге лә, башҡа милләт кешеләре лә, 20-30-лап кеше уға күренергә сиратта торған. Ҡабул иткәнен көтөп, өйөнә һыймағандары, эргәнән аҡҡан Энәк йылғаһы буйында ҡыуыш ҡороп, ҡаҙан аҫып, ашап-эсеп ятыр булған.
“Көндәр буйы кешеләрҙе ҡабул итеп, һәр береһенең хәлен һорашып, Аллаһ ризалығында йәшәргә өндәп, мөмкинлеге булһа, сәй эсереп, өшкөрөп, ауырыу урындарын ыуып, кискә хәлдән тайып ҡолаған саҡтары була торғайны”, – тип иҫләй ауылдаштары. Хәлфәнең ҡулынан һаулыҡ тапҡаны өсөн, әлбиттә, һәр береһе әжеренә саҙаҡаһыҙ килмәгән. Кемдең кем икәнен үтәнән-үтә күреп торған әүлиә береһенән дә бер ниндәй ҙә хаҡ һорамаған. Киреһенсә, күп балалы, ярлы кешеләргә, үҙҙәре алып килгәнде алмау ғына түгел, байҙар мулыраҡ ҡалдырғанды ла, ай-вайҙарына ҡарамай, көсләп биреп ҡайтарған. Берәй ергә аят уҡырға барһа, саҙаҡа аҡсаһын йә ултырған ерендә яҫтыҡ, түшәк аҫтына ҡыҫтырып, йә сыҡҡас бала-сағаға таратып китер булған. Ғөмүмән, донъя байлығына ҡыҙмау, бәндәнең фани донъяға һынау үтер өсөн генә килгәнлеген, бөгөн гөрләтеп йәшәп ятһаң да иртәгә булмауың бик ихтималлығын, ә байлыҡты үҙең менән алып китеп булмағанын белеп йәшәү – изгеләрҙең генә ҡулынан килә торған эштер.
Бөйөк Ватан һуғышынан алдараҡ Бустыбайҙан 15 саҡырым самаһы алыҫтараҡ ятҡан Тирмән ауылынан бер ярлы ғына ҡатын Шәмиғол олатайға күренергә, тип килә ятҡан. “Был ҡартҡа былай ҙа кеше нәмәне күп алып килә, тиҙәр, ҡайтҡанда кире алып ҡайтырмын, исмаһам, балаларым ашар”, – тип, хәйергә тип алған өс ҡаҙаҡ майының яртыһын ауылға етәрәк бер ҡарама ағасының ҡыуышына ҡалдырып китә.
Шәмиғол хәлфә уны ҡарап, үҙен өшкөрөп, тоҙ ҙа өшкөрөп биргәс: “Майыңды мин һинән алмаҫ та инем, кире алып ҡайт, балаларыңдың ризығына булыр, теге ҡарама ҡыуышында ҡалдырғанын да онотма, юғиһә, ҡош-ҡорт ашап бөтөп бара”,– ти. Ныҡ ҡына оялған теге ҡатын ҡараһа, ысынлап та, уның байтағын ҡоштар ашаған һәм бөжәктәр һырып алған була.
Шәмиғол олатайҙың зыялы, уҡымышлы булыуына тағы бер дәлил: төрлө осорҙа ауыл Советтары, башҡа власть органдары тарафынан бирелгән документтар, белешмәләрҙе ул йыйып барған, унан тыш тағы ике сумаҙан боронғо китаптары ла, араларында ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған ҙур ғына шәжәрә лә һаҡланған.
Район үҙәге Мораҡтан (Ҡыҙыл Мәсеттән) килгән НКВД кешеләре 1937 йылдың көҙөндәге ҡап-ҡара төндәрҙең береһендә Шәмиғол хәлфәне ҡулға алып, Мораҡҡа алып барып бикләргә лә маташып ҡарайҙар, ләкин яратҡан ҡолон Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте һаҡлай. Арҡаһына мылтыҡ терәп, сығарып машинаға ултыртһалар, машина һүнә лә ҡуя, төшөрһәләр тоҡана. Ҡабат ултыртһалар, тағы һүнә, аптырағас, ҡалдырырға мәжбүр булалар. Икенсе юлы ат менән киләләр, уны бит тоҡандырып торорға кәрәкмәй, йәнәһе. Әммә ҡара эштәре тағы барып сыҡмай. Хәлфәне өйөнән сығарып ултыртҡас, быға тиклем күндәм генә йөрөгән ат та урынынан ҡуҙғалырға теләмәй. Нисек кенә ҡамсыламаһындар, урынында тапанып тик тора. Ахырҙа, атты йәлләп, әүлиә үҙе төшә лә аттың ҡолағына ниҙер шыбырҙай һәм, кире килеп ултырғас, ул ҡуҙғалып китә. Тиҫтәләгән саҡырым йыраҡлыҡтағы Мораҡҡа алып барып бикләп, һаҡсы ҡуялар, әммә иртәнсәк ҡара таң менән ҡарауыл начальнигы тикшерергә килһә, һаҡсы йоҡлап ултыра, ишектәге йоҙаҡтар ҙа асылмаған, ләкин камерала Шәмиғол олатай юҡ. Туранан-тураға саптырып, һыбайлы милиционер килеп етһә, хәлфә өйөндә сәй эсеп ултыра. Был хаҡта ейәне Хөббулла ағайға Шәмиғол хәлфәнең 90-сы йылдар башында 102 йәшенә етеп үлгән балдыҙы, ғүмере һуңында ла хәтере бик шәп булған, башынан кисергән бик күп тарихи ваҡиғаларҙы хәтерендә тотҡан Хәлимә инәй һөйләгән.
Шунан һуң уны бүтән ҡулға алырға килмәйҙәр, шулай ҙа һәр аҙымын күҙәтеп торалар. Белешмәләрҙән күренеүенсә, ул үҙенең ауылында йәшәп ятыуын гел генә ауыл Советынан алынған ҡағыҙҙар менән раҫлап торорға, ә берәй ергә барып килер булһа, тәүҙә бара торған ауылдың ауыл Советынан рөхсәт ҡағыҙы алған, кире ҡайтҡанында ысынлап та шунда булыуы тураһында ҡағыҙ алып ҡайтҡан. Мәҫәлән, 1936 йылдың 17 июлендә тултырылған белешмәлә Байдәүләт ауыл Советы рәйесе Кирәев тарафынан Бикбаев Шәмиғолға ысынлап та Ибрай ауылына килергә рөхсәт бирелеүе тураһында әйтелә, ә 1948 йылдың 28 июлендә Күгәрсен районының Санъяп ауыл Советы рәйесе тарафынан бирелгән белешмәлә Бустыбай ауылында йәшәүсе “Энәк” колхозы колхозсыһы Бикбаев Шәмиғолдоң 19 июлдән 28 июлгә тиклем Санъяп ауылында булыуы раҫлана, һуңғы шундай белешмәләр 1950 йылға ҡарай.
Тимәк, кешеләргә изгелегенән башҡа бер зыяны ла теймәгән ҡарт әүлиә хатта ғүмеренең һуңғы йылдарында ла шундай баҫым аҫтында йәшәргә мәжбүр булған.
“50-се йылдарҙа Шәмиғол олатай йыл һайын, үҙ иҫәбенә бер нисә һарыҡ һуйҙырып, аш бешертеп, ашамлыҡтар алып, бөтә халыҡты йыйып, колхоз бесәненә өмә ойоштора торғайны, – тип иҫләй ғүмере буйы Бустыбайға күрше Түкәт ауылында йәшәгән, иҫән сағында әүлиә менән яҡындан аралашҡан 1928 йылғы Фазылйән Әхмәтғариф улы Юлмөхәмәтов. – Үҙе ат арбаһында ултырып, эшләгән халыҡты ҡарап, ҡеүәтләп йөрөй. Беҙ, йәштәр, дәртләнеп эшләйбеҙ һәм бер көн эсендә 25-ләп кәбән ҡоя торғайныҡ”.
Оло Эйеккә бәйле уның бер кираматын һөйләнеләр. Көнө еткән ауырлы ҡатынды ашығып дауаханаға алып китеп баралар, әммә йылғаны сығып өлгөрмәйҙәр, боҙ ҡуҙғала. Кешеләр ғауғаланып торғанда уларҙың арттарынан Шәмиғол хәлфә килеп сыға. Әйтмәһәләр ҙә, эштең нимәлә икәнен белеп килгән әүлиә аттың башынан бер генә һыйпай һәм егеүле ат, бөтәһен дә хайран ҡалдырып, санаһындағы кешеләр һәм теге ҡатын менән ҡуша боҙҙар өҫтөнән батмай-нитмәй сыға ла китә. Ә әүлиә уларҙың артынан йәйәү эйәрә, хатта аяҡтары ла еүешләнмәй. Бына был Аллаһ ҡөҙрәте!
Уға Аллаһ биргән көсө, кираматтары хаҡында һөйләһәң, күп инде. Бына, мәҫәлән, тағы берәүһе. Һуғыш башланғас, 42-се йылдар тирәһендә, ҡар аҫтында ҡышлаған башаҡты яҙғыһын сүпләп алып ашап, ауылда халыҡ бик күп ҡырыла башлаған. Баҡтиһәң, ундай башаҡ ағыулы була икән. Шунан олатайҙың ҡушыуы буйынса, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, һабан һөйрәп, ерҙең өҫтөн сыйып ҡына һөрөп, ауылды урап сыҡты, ә арттарынан Шәмиғол хәлфә менән бер нисә ҡарт, доға уҡып, тәҡбир әйтеп, эйәреп барҙы.
Ауылды урап сыҡҡас, бураҙнаның ике осон да бергә тоташтырманылар, кеше инеп сығырҙай ишек һымаҡ ара ҡалдырҙылар. Артабан Шәмиғол олатай, тағы ниндәйҙер доғалар уҡып, ауылдағы бөтә ауырыу кешене лә ошо ишек аша тышҡа ҡыуып сығарҙы ла бураҙнаның остарын тоташтырып ҡуйҙы. Шунан һуң кешеләрҙең үлеме шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Мин үҙем дә һәр саҡ унан дауаландым. 50-се йылдар башы ине, йәш саҡ. Бер мәл кискеһен эштән ҡайтып килә инек, арбала ултырған көйөнсә нимәгәлер терт итеп ҡалдым. Шунан алып эсемдә нимәлер шыуҡылдап шылып йөрөй һәм мин ауырый башланым. Был турала берәүгә лә әйтмәнем, теге нәмә ваҡыты-ваҡыты менән ҡуҙғалып ҡуя, шулай һыҙылып ҡына өс йыл тирәһе ауырып йөрөнөм. Ул саҡта халыҡты ныҡ эшләттеләр бит, күрәһең, олатайға барырға ваҡыт та тапмағанмындыр инде.
Эсемдең ауыртыуына сыҙай алмай, тәгәрәп йөрөй башлағас, ахырҙа велосипедта киттем Ишбирҙегә, Шәмиғол олатайға. Саҡ ҡына һелкетһә лә, эсем өҙөлөп төшөрҙәй була.
Барып ингәс тә ул әрләй башланы: “Нишләп быға тиклем килмәй йөрөнөң? Тағы әҙерәк килмәй йөрөһәң, үлер инең. Сихырлағандар һине, улым, сихырын үҙенә ҡайтарайыммы, әллә һыуғамы? Әгәр үҙенә ҡайтарһам, ул кешенең эсе ташып үләсәк”, – ти. Мине сихырлаусы ни тиклем яуыз булһа ла, уның кем икәнлеген һиҙемләгәс, сихырын үҙенә кире ҡайтартырға йәлләнем.
Шунан үҙемде өшкөрөп, һыуға һалып эсерһең, тип, тағы доғалыҡтар яҙып бирҙе. Килгәндә үлә яҙып саҡ килгән кеше,кирегә велосипедта уйнап ҡына ҡайтып киттем”.
Шул ваҡыт Фазылйән ағайҙың ҡатыны Фәрзиә апай ҙа һүҙгә ҡушыла: “Ике аяғы ла бик ныҡ һыҙлағас, 1944 йылдың йәйендә әсәйем дә (исеме Сәрбийыһан – С.Я.) бер мәл Шәмиғол олатайға барғайны. Кеше бик күп булғанғамы икән, зарын тыңлап бөткәс, хәлфә уға күҙ һирпеп кенә ҡараған да, төҙәлерһең, ҡыҙым, тип сығарған да ебәргән.
Шунан ул соланға сыҡҡан да: “Әллә алып килгән хәйерем әҙ булдымы икән? Исмаһам, аяғымды тотоп та ҡараманы. Төҙәлерменме икән?” – тип уйлап ултыра икән. Шул ваҡыт олатай уны әбейенән кире саҡыртып индереп: “Нишләп, ҡыҙым, улайтып һуҡранып ултыраһың? Хәйерең дә етерлек, һыйпамаһам да ҡайтҡас йүгереп китерһең, борсолма”, – ти икән. Ысынлап та, шунан алып әсәйем үлгәнсә аяҡтары һыҙлауына зарланманы. Ғүмере буйы Шәмиғол олатайға рәхмәт уҡып йәшәне”.
Күренеүенсә, әүлиә, Аллаһтың ҡөҙрәте менән, кешеләрҙең ни уйлағанын, улай ғына түгел, үткәнен һәм киләсәген, үҙенә кемдең ниндәй ауырыу менән килергә тейешлеген алдан белгән. Әммә бер ваҡытта ла кешеләргә уларҙы киләсәктә нимә көткәнен һөйләмәгән. Алыҫ юлдан арып-талып килә ятһалар, ул: “Әбей, килен, сәйегеҙҙе әҙерләгеҙ, шундай-шундай кешеләр килә”, – тиер булған. Яҙыусы Ғәлим Афзал улы Хисамов та уның шундай һәләттәрен үҙе күреп белгән кеше. “50-се йылдар уртаһы ине. 7-8 йәшлек сағымда атайыма иптәш булып урманға барҙым, – тип һөйләгәйне ул. – Бер ағас төбөнә ятып торғайным, арығанмындыр инде, йоҡлап киткәнмен. Атайым арбаға утын тейәп бөтөп, мине уятҡайны, тора алмайым, аяҡ-ҡулдарым эшләмәй. Атайым мине арбаға, утын өҫтөнә һалып алып ҡайтты.
Шунан төрлө дауаханаларға алып барып, врачтарға күрһәтеп ҡараны, әммә береһе лә ярҙам итә алманы. Ул арала бер ай самаһы ваҡыт үтеп китте. Ахырҙа Күгәрсен районында йәшәгән Шәмиғол хәлфәгә алып китте. Мәләүез районындағы беҙҙең Кинйәбай ауылынан уларҙың ауылына тиклем хәтһеҙ ара. Бустыбайға барып етеп, кешеләрҙән һорашып, әүлиәнең йортона яҡынлашыуға, ул үҙе ҡапҡаһы төбөндә көтөп тора: “Афзал, мин бит һине әллә ҡасандан бирле көтәм, ни эшләп улай баланы ыҙалатып, ошоға тиклем алып килмәнең, – ти ғүмерендә тәүгә күреп торған атайыма. – Йә, тиҙерәк өйгә индереп һалығыҙ”.
Мине күтәреп индереп урындыҡҡа һалдылар. Арттараҡ ҡалған хәлфә килеп инеү менән миңә: “Тор, нимәнде ҡарап ятаһың һаман”, – ти. Мин, бер ай буйы аяҡ-ҡулымды ла ҡыбырлата алмай ятҡан кеше, хәрәкәттең нимә икәнен онотоп бөткәнмен бит инде, аптырап ята бирәм. Эргәмә килеп: “Тор, тинем бит, ҡара әле, һаман тик ятасы, йә, тороп, атайыңа атлап күрһәт”, – тип төрткөләй башлағас, уның әйткәненә ышаныр-ышанмаҫ ҡына тороп ултырҙым һәм атланым да киттем”.
Ейәне Хөббулла ағайҙың һөйләүенсә, әүлиәгә килеп, уның ҡулынан аяҡҡа баҫҡан төрлө милләттән булған меңәрләгән кеше араһында Мәскәүҙә, Генштаб тирәһендә эшләгән юғары дәрәжәле бер генерал да була. Шәмиғол хәлфә хаҡында ҡайҙан ишеткәндер, әммә Мәскәүҙә әллә күпме дауахана тупһаһын тапап, йылдар буйы профессорҙар ҡулында дауаланһа ла, төҙәлә алмай, ә бына Шәмиғол олатай уны бер өшкөрөүҙә аяҡҡа баҫтыра. Мәҡәләне Фәтхелислам ағай Сөләймәновтың хаты менән башлағайным, уның аҙағында ла был бөйөк шәхесте үҙе күреп белгән, оҙаҡ йылдар буйы уның менән аралашып йәшәү бәхетенә ирешкән ошо кешенең хатындағы юлдарҙы килтергем килә. “Олатай бер ваҡытта ла кеше айырмай торғайны, бөтәһен дә тигеҙ ҡараны. Шулай бер ваҡыт хәлфә менән сәй эсеп ултыра инек, ҡул-аяғы бау менән бәйле урыҫ кешеһен алып килделәр. Уның аҡылы ярты, нимә эшләгәнен үҙе белмәй, тинеләр. Хәлфә уның аяҡ-ҡулдарын сисергә ҡушты: “Әйҙә, улым, минең менән сәй эс”, – тип бер сынаяҡ сәйҙе өшкөрөп бирҙе. Шул сәйҙе эскәндән һуң ауырыу урыҫ , минең күҙ алдында арыуланып, арбаға ултырып ҡайтып китте.
Бер саҡ мин Шәмиғол хәлфәгә: “Олатай, һиңә мин 15 йыл йөрөйөм инде, ниңә мине лә тиҙ генә шәбәйтмәйһең, һөйләшкәндә тотлоғам бит”, – тинем. Ул миңә: “Шөкөр ит, тапҡан ауырыуың бөттө инде, ҡалғаны яйлап сығыр”, – тине.
Шәмиғол хәлфә бик күп уҡымышлы муллалар менән таныш ине. Етеболаҡ ауылынан Сәғәҙәт мулла, Ҡолшай ауылынан Абдулла мулла, Ейәнсура районы Ибрай ауылынан Әбделкәбир, Сибәғәт муллалар, Үрген ауылынан Әхмәтбаҡый мулла бик танылған кешеләр булды.
Әүлиә мөғжизәләрен хәҙер аңлауы ла ҡыйын, ләкин беҙ, ул заман кешеләре, хәҙрәттәрҙең Хаҡ Тәғәлә биргән ҡөҙрәтенә ныҡ ышана инек һәм мин әле лә ышанам. Яҙмыштың мине шулай даны тирә-яҡҡа таралған Шәмиғол хәлфә менән осраштырыуына һаман да һөйөнөп бөтә алмайым. Хәлфәнең ярҙамы менән телһеҙлектән ҡотолдом, өйләндем, ҡатыным менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Юлыма Шәмиғол әүлиәне тап килтергәненә Аллаһыма әлеге көндә лә рәхмәттәр уҡыйым һәм уның Аллаһ биргән көс-ҡөҙрәте алдында баш эйәм.
Шәмиғол әүлиә арҡаһында төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолған, уның рухы алдында бурыслы кешеләр әле лә бик күп. Заманында йәшерәктәре: “Олатай, изгелегең өсөн нимә эшләйек?” – тип һораһалар, ул: “Мине, улым, анау ҡул арбаһына ултыртып, шул-шул әүлиә ҡәберенә алып бар әле”, – тиер булған. Ярайһы уҡ мыҡты кәүҙәле был ҡартты һөйрәп, хатта Өмөтбай ауылы эргәһендә 300 метр тирәһе бейеклектәге Әүлиә тауына менгән саҡта ла кешеләр арбаның да, хәлфәнең дә ауырлығын тоймаған – бына ул Алланың хикмәте.
1957 йылда донъя ҡуйған һәм тыуған ауылы Сәйетҡолда ерләнгән Шәмиғол әүлиә үҙе иҫән саҡта яҡын-тирәләге бөтөн әүлиә ҡәберҙәрен дә бик йыш зыярат ҡылып, улар рухына аяттар сығып торған, Аллаһ ризалығын алған. Уның үҙенең дә баҡый донъяға күсеүенә 50 йылдан ашыу ваҡыт үткән, башҡа әүлиәләр менән бер рәттән уның ҡәберенән дә зыярат ҡылыусылар аяғы өҙөлмәҫ, рухын Ҡөрьән аяттары менән ҡыуандырыусылар бөтмәҫ әле.
Cәлмән ЯРМУЛЛИН.
Башҡортостан – әүлиәләр иле /Төҙөүселәре КилдинС. Ә.,
ЯрмуллинС.Ш., Ғайсина Ф. Ф. Баш һүҙ, ҡушымта авторы
Ғайсина Ф. Ф. Мөхәррире Килдин С. Ә.
Өфө: “Китап”, 2012. – 334 бит.