Ҡара халыҡ! Салауат
Александр Пушкиндең 1828 йылда «Ҡара халыҡ» «Чернь» шиғыры ваҡытында ҙур шау-шыу тыуҙыра. Иң баштағы «Чернь» — ҡара халыҡ тигән исемен 1836 йылда «Поэт и толпа» тип үҙгәртәләр. Шуға ул ваҡытта кемде Пушкин чернь һәм өҫтәп тупой тигән? Чернь светская или простой народ? Күренекле урыҫ философы, публицист, литуратура критиге Белинский В. Г.(1811 — 1848) поэзияны аңламағандар, тик дуҫлыҡ йә иһә мөхәббәт шиғырҙары ишетеүсе теләүселәр хаҡында бара ти.
И толковала чернь тупая:
«Зачем так звучно он поёт? <…>
Как ветер, песнь его свободна,
Зато как ветер и бесплодна:
Какая польза нам от ней?» Читать далее
Архив рубрики: тарих, риүәйәттәр, легендалар
Яйыҡ йорт, башҡорт
Яйыҡ йорт, башҡорт
Эй Яйыҡ йорт, яйыҡ йорт. Әлим Зарипов
«Башҡорт иле 1557 йылда үҙе теләп Рәсәйгә ҡушылған», — тигән рәсми пропагандаға ҡарата урынлы шик тыуа. Ни өсөн тигәндә, урыҫтарҙың бөтә хакимлығы Өфө крепосынан ары китмәгән, Башҡортостан менән фактик идара итеү Күсем хан һәм уның улдары, нөғәй мырҙалары ҡулында булған. Ошо айҡанлы урынлы һорау тыуа: был тулы мәғәнәһендә урыҫ дәүләте составында булыу тигәнде аңлата аламы? Зәки Вәлиди Туғандың «Башҡорттар тарихы» исемле китабында яҙылғандарҙы бер һүҙһеҙ ҡабул итәбеҙ икән (ә башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүселәр араһында Зәки Вәлиди торған бейеклеккә күтәрелгән ғалимдар Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә юҡ), беҙ бөгөн, «башҡорт халҡы 1557 йылдан Урыҫ дәүләте составында», — тигән раҫлауға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға һәм башҡорт халҡының урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы йүнәлтелгән 220 йыллыҡ азатлыҡ һуғышы тураһында асыҡтан-асыҡ әйтергә тейешбеҙ. Ошо ерҙә Зәки Вәлиди Туғандың үлемһеҙ һүҙҙәрен килтереү урынлы булыр: «Урыҫ баҫып алыуына ҡаршы был тиклем оҙаҡ һәм ныҡышмалы, аяуһыҙ көрәшкән башҡа һис бер ҡәүем һәм һис бер төрки ҡәбиләһе юҡ». Урыҫ тарихсыһы Дубровин башҡорттарҙы юҡҡа ғына «урыҫ хакимиәтенең көнсығыштағы иң дәһшәтле дошманы», — тип баһаламағандыр... Читать далее
Ялған «Имам Мәһди»ләр
Ялған «Имам Мәһди»ләр
Беҙҙең әлеге, тегенән-бынан алынған, түбән кимәлдә булған дин белемебеҙ менән хатта Ислам диненең ахыры алдынан буласаҡ иң мөһим ваҡиғаны – Имам Мәһди хәҙрәттең нисек һәм ҡайһы дәүерҙә килеүен белмәйбеҙ. Интернет биттәрен байҡаһаҡ, урыҫса Мәһди хәҙрәт тураһындағы хәҙистәрҙән алынған ары бире мәғлүмәттән башҡа хәбәр юҡ. Китаптарыбыҙҙала был ваҡиғаға ҡарата, заманаһына, сәйәсәтенә, фәни технологияларға бәйләнгән хәбәр юҡ, сөнки аңлатмалар диндең тәүге быуат цивилизация нигеҙҙәренән алынып, уның тәүге мәле сығыштырынан дәлиләнә. Ул ваҡыттарҙы бөгөнгө көндәр менән сағыштырһаҡ – улар ҡырағай мәлдәр булып сыға. Ә ошо яңы заманаларҙың, уның асыш-белем баҫҡыстарын, фән технологияһының тиҙ үҫеүен эшкә һанамай, һуңғы Ҡиәммәт ваҡиғаларына төшөнә алабыҙмы? Әлбиттә Ҡөръән Кәрим аяттары һәр яңы быуат өсөн асыштар алып килә, ул иҫкермәй.
Беҙ бала саҡта, октябряттәр значогында бөҙрә сәсле, ҡыҙыл битле бәләкәй дәджәлде күкрәктәрҙә йөрөттөк. Ҙурайғас коммунистик агитация менән колхозда көн-төнө, аҙна һайын туҡылған агитация менән коммунистәр рәтен яңы кешеләре менән тулыландырҙылар. Бына ошо Иблис идеологияһын ҡандарына һеңдергән Исламдың яңы «имамдар»ы, «бабайҙар» диненең тоғро һаҡсылары, — Имам Мәһди хәҙрәтте, Ленин бабай броневикә менеп Смольныйҙа сығыш яһаған кеүек, улда американдарҙың джип машинаһында, әллә Рәсәйҙең «Тигр» тигән бронеавтомобиле өҫтөнә баҫып, артынан мосолман армияһы эйәртеп, Мәккәне яулар тип, уйлайҙарҙыр ахыры.
90 -сы йылдың фәрештәләре һәм иблистәре
90 -сы йылдың фәрештәләре һәм иблистәре
Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү мосолман ҡәрҙәш!
Был «Әбйәлил» сайтымдағы Дәджәлдәрҙең ерҙә әллә ҡасандан булыуын, Дәджәл системаһында йәшәүебеҙҙең, Мәһди хәҙрәт килеүең, Ислам метафизикаһы темаһын дауам итер өсөн иң башта донъяла һәм илдә булған һәм барған тарихтарҙы, сәйәсәттәрҙе барламайынса ахыр заман йәмғиәтенең аҙашҡан ҡолдары икәнен аңламаясаҡбыҙ. Дәджәл тураһында хәҙистәр ишетәбеҙ, уҡыйбыҙ, ҡарайбыҙ һәм уның яуызлыҡтары алыҫ әле, беҙгә килеп етмәгән әле тип, ҡыуанабыҙ. Әммә беҙ барыбыҙҙа шуның ағыуында һәм йәшәү шарттарында! Беҙ бәләкәй саҡтан уҡ Иблис һәм Дәджәлдең йәшәү һәм уҡытыу системаһына индерелгән пропаганда тәьҫирендә.
Нимә ул пропаганда? Википедияны ҡарайыҡ: «Пропаганда (лат. congregātiō dе рrорагаndā fidē) ышаныс, ышаныу, инаныу, иман таратыу конгрегацияһы — кәрәкле йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу һәм йәмәғәтселек аңын манипуляциялау маҡсатында ҡараштар, факттар, аргументтар, имеш — мимештәр, мәғлүмәт (шул иҫәптән боҙоп күрһәтелгән) йәки шулай уҡ ялған мәғлүмәттәр таратыу». Был нәмә динебеҙгә лә ныҡ үтеп ингән. Был алым авторитар режим ваҡытында йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу һәм ил менән идара итеүҙең мөһим ҡоралы. Читать далее
Яуыз батша Николай II
Яуыз батша Николай II
Был мәҡәләне яҙыуҙың сәбәбе шул — ҡайһы бер наҙан мосолмандарҙың урыҫ поптары ыңғайына урыҫ батшаһы Николай II-сене, Рәсәйҙең һуңғы императоры һәм үҙең Бөйөк Финляндия кенәзе һәм Польша батшаһы тип йөрөткән әҙәм аҡтығын изгеләштерергә маташыуҙарынан сығып аңлатам. 20 миллиондан ашыу халыҡты һәләк итергә сәбәпсе булған Николай батша гонаһ ҡылмаған фәрештәләрҙәй «изге» булып китте бөгөнгө көндәрҙә һәм шуға наҙан мосолмандарҙа «ҡыуана». Рәсәй империяһы батшаһы Николай II 1894 — 1917 йылдарға тиклем тәхеттә ултыра. Читать далее
Ислам и Советское государство (1917—1936)
Ислам и Советское государство (1917—1936)
Секты
Последний вопрос, на котором я хочу остановиться, это вопрос о сектах.
В Исламе два основных направления — суннитское и шиитское. Что из себя представляет суннитское направление — вам известно. Главное отличие шиизма (государственная религия современной Персии) от суннизма заключается в том, что шииты не признают трех «праведных» суннитских халифов: Абубакра, Османа и Омара, возглавлявших мусульманскую общину после смерти Мухаммеда, — и утверждают, что по праву наследственности Али, зять Мухаммеда, должен был быть первым халифом, а его преемниками — сыновья его Хасан и Хусейн, убитые при последующих халифах, как и сам Али60. Память об убийстве Хасана и Хусейна строго чтится шиитами и ежегодно [отмечается. — Д. А.] в первый мусульманский месяц Мухаррам, когда проводится повсеместно обряд «Шахсей-Вахсей», когда шииты занимаются рубкой и самоистязанием. Читать далее
Ислам и ОГПУ
Ислам и ОГПУ
Ислам и Советское государство (По материалам Восточного отдела ОГПУ. 1926 год)
Журнал «Ислам маджалласы» («Исламский журнал») с подзаголовком «религиозный, моральный и философский журнал» начал выходить в 1923 г. под редакцией казыя Кашшафа Тарджемани. Риза Фахретдин в статье «Религиозный вопрос сегодня» призывал соединить Коран и хадисы с потребностями современности и вводить изменения в жизнь, сообразуясь с Кораном и Сунной, говорил о необходимости выполнения законов шариата. Причем Фахретдин прямо ссылался на правовую концепцию Абу Ханифы и его традицию сохранения порядка и уважения к режиму. Муфтий выступал за максимальное поддержание контактов, обмен информацией и взаимопомощь между всеми органами ЦДУМ: религиозным съездом, улемами, мутаваллиями, духовными и ответственными личностями. В заключение Фахретдин призывал к организации съезда для обсуждения изменившихся реалий и принятия решений. Читать далее
Урыҫ крәҫтиәндәре хаҡында
Урыҫ крәҫтиәндәре хаҡында
Максим Горькийҙың был шаҡ ҡатырғыс мәҡәләһе 1922 йылда Берлинда сыға. Уны Рәсәйҙә һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да, үҙгәртеп ҡороу ваҡытында ла баҫтырып сығармағандар, ғөмүмән, бер ҡасан да. Ул урыҫ крәҫтиән массаһының варварлығын һәм артта ҡалыуын һүрәтләй, уҡыусыға был яуызлыҡты тик ғәҙәттән тыш хәл менән генә бөтөрөп була тип әйтә. Дауам итеп автор: «Муса тарафынан Мысыр ҡоллоғонан сығарылған йәһүдтәр кеүек, урыҫ ерҙәренән һәм ауылдарының ярым ҡырағай, аҡылһыҙ, ауыр кешеләре — юғарыла әйтелгән бөтә ҡурҡыныс кешеләр юҡҡа сығасаҡ, һәм уларҙы яңы ҡәбилә — грамоталы, аҡыллы, дәртле кешеләр алмаштырасаҡ». Читать далее
Тамъяндарҙың ҡырылыуы
Тамъяндарҙың ҡырылыуы
Был хикәйәттә тамъян ырыуы мосолмандарының урыҫ баҫҡынсылары тарафынан аяуһыҙ ҡырылыуы тураһында бара. Тамъян ырыуҙарын Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Белорет, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары, Ырымбур өлкәһенең Әсәкәй (Асекеево) районы һәм Татарстан Республикаһының Сарман районы кешеләре тәшкил итә. Был хаҡта «История башкирских родов Тамъян» тигән китаптан уҡып белә алаһығыҙ. Ссылка ошо минең сайта: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/istoriya-bashkirskix-rodov-tamyan.html
Мин үҙемдә тамъяндар араһынан һәм элекке терәк күршемдәр, аталары репрессия замандарында Өфө яғы райондарының береһенән ҡасып килгән Ҡөръән хафиз эйәһе татар милләтенән булды. Ырыуы буйынса Тамъяндарға ҡарай һәм балаларының да йөҙҙәре буйынса тулыһынса һарыларҙан булды тиерлек. Беҙҙең арала үҫеп башҡорт теленә тулыһынса күстеләр, ә паспортарында ҡайһы берҙәре татар йә башҡорт тип яҙылды. Бер Тамъян булып та телдәребеҙ төрлө булыуыбыҙға шул боронғо төрки грамматикаһын һәм шул телдә аралышыуыбыҙҙы совет коммунистәре тарафынан 19 быуат башында бөтөрөу әфәтелер.
Ниндәй телдә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, мосолман булып ҡалайыҡ һәм беҙгә ҡаршы сыҡҡан дине дошмандарыбыҙға ҡаршы торайыҡ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәриме китабында изгелеккә һәм ғәҙеллеккә, хаҡлыҡҡа әйләй. Ялған тулы заманда, Иблис шайтандарынан алыҫ булайыҡ. Читать далее
Кем ул Зөлҡәрнәй?
Кем ул Зөлҡәрнәй?
Зөлҡәрнәй — Ҡөрьәндә дүрт тапҡыр телгә алынған Аллаһтың тәҡүә ҡоло. Уның шәхесенә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был турала аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, шуға күрә уның пәйғәмбәр, вәли йәки ябай тәҡүәле хаким булыуы тураһында бәхәстәр бар. Ҡайһы бер мөфассирҙар, Аллаһ Тәғәләнең "Әй, Зөлҡәрнәй! (Кахф 18/86), тиеп өндәшеүенән сығып, уның пәйғәмбәр булыуы тураһында фекерен белдерә. Башҡалар иһә уның вәли булыуы тураһында һөйләй. Беҙҙең башҡорт википедияһына Зөлҡәрнәйҙе Александр Македонский менән бутап яңылышлыҡ индергәндәр. Рәсәй мосолмандары, бигерәк тә урыҫтар Александр Македонскийҙе беҙҙең славян тамырҙарынан, тиеп ебәрәләр. Был грек башлығының уларҙа ни затты бар? Ә Зөлҡәрнәй ғәрәптәрҙән булған. Ни эшләптер Зөлҡәрнәйгә Искәндәр тип, өҫтәлмә исем ҡушҡандар, хәҙистәрҙә һәм Ҡөръәндә был исем юҡ. Читать далее