Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында намаҙҙың берәй вәджиб булған хәрәкәте төшөрөлөп ҡалдырылған булһа, йә иһә ваҡытынан иртәрәк, һуңыраҡ, йә иһә кәрәгенән артыҡ башҡарылһа, яһалған хатаны төҙәтер өсөн ике сәждә ҡылырға кәрәк (сәждәи сәһү).
Әгәр берәү намаҙҙың бер үәжибын онотоп йә яңылышып ҡалдырып китһә, ул кеше, намаҙының аҙағында ошо рәүешле сәждәи сәһү ҡылыр: әгәр ул яңғыҙ булһа, һуңғы ҡағдәлә «тәшәһһүд»те (әттәхийәттең беренсе яртыһы) уҡығандан һуң «салауат» үә доға уҡымайынса, ике тарафы сәләм биреп, ике тапҡыр сәждә ҡылыр. Һәр сәждәлә өсәр мәртәбә «тәсбих» әйтер. Унаң һуң яңы ҡағдәгә ултырып, «тәшәһһүд» менән доға (салауат) уҡып һәм сәләм биреп, намаҙын тамамлар.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: “Намаҙҙа һәр хата өсөн сәләмдән һуң ике сәждә ҡылынырға тейеш” .
Әгәр намаҙында хата ебәреүсе сәждә сәһүне ҡылырға онотоп, намаҙҙы тамамлағас һөйләшһә, таһәрәтен юғалтһа, мәсеттән сығып китһә, йә иһә ҡибла тарафынан боролоп китһә (һуңғы осраҡта сәждә сәһүне иҫендә тотоп булһа ла), сәждә сәһү ҡылыу вазифаһы өҫтөнән төшә. Был намаҙҙы яңынан уҡырға кәрәкмәй. Шулай уҡ, әгәр иртәнге намаҙҙан һуң таң ата, башлаһа, йә иһә икенде намаҙынан һуң ҡояш ҡыҙара башлаһа, сәждә сәһү ҡылыу вазифаһы намаҙ уҡыусының өҫтөнән төшә. Шулай ук, йома йәки ғәйет намаҙында күп кеше ҡатнашһа, артындағы кешеләрҙә бутамаҫ өсөн имамға сәждә сәһүне ҡылмаҫҡа хәйерлерәк.
Намаҙҙы имамға ойоп уҡыусылар уның артынан һәр хәрәкәтте, шул иҫәптән сәждә сәһүҙе лә, ҡабатларға тейештәр. Әгәр улар үҙҙәре хата ебәрһәләр, сәждә сәһү ҡылырға кәрәкмәй, сөнки имамға эйәреп уҡығанда, бөтә яуаплыҡ имам өҫтөндә була. Имам намаҙҙы тамамлағандан һуң, өлгөрмәгән өлөшөн кеше үҙе уҡыған саҡта хата ебәрһә – былары өсөн ул үҙ яуаплы була. Сәждә сәһүҙе башҡарыу өсөн етди сәбәп булғанда ғына дөрөҫ була (мәҫәлән, онотоу). Әгәр ҙә намаҙ уҡыусы хатаны аңлы рәүештә яһаһа, был хатаны сәждә сәһү ҡылыу ғына төҙәтә алмай. Был осраҡта намаҙҙы яңынан уҡырға кәрәк.
Түбәндәге килтерелгән осраҡта ғына, белә күреп яһалған хатаны сәждәи сәһү менән төҙәтеп була:
1) беренсе ултырышты ҡалдырыу;
2) икенсе сәждәне намаҙ аҙағына тиклем кисектереү;
3) намаҙ ҡылыу тәртибен боҙорлоҡ оҙаҡ уйланыуҙарға бирелеү .
Сәждә сәһү түбәндәге һаналып киткән хаталарҙы төҙәтә:
1) “Фатиха” сүрәһен уҡымайынса ҡалдырыу;
2) “Фатиха”нан һуң өҫтәлмә сүрәне уҡымайынса ҡалдырыу (“Фатиха”нан һуң
кәмендә бер ҡыҫҡа сүрә, йә өс ҡыҫҡа аят, йә бер оҙон аят уҡылырға тейеш).
3) Имамдың Ҡөрьәнде ҡысҡырып уҡырға кәрәк булған урындарҙа эстән йә иһә эстән уҡырға кәрәк булған урындарҙа ҡысҡырып уҡып китеү. Ҡайһы берҙә намаҙ уҡыусы яңылыш урында ҡысҡырып уҡый башлағанын, сүрәнең аҙ өлөшөн уҡып өлгөргәс аңлай. Әгәр ул ярамаған урында Ҡөрьәнде күләме буйынса өс ҡыҫҡа, йә бер оҙон аяттан кәмерәк
күләмдә уҡыһа, сәждә сәһү ҡылырға кәрәкмәй. Әгәр яңылыш уҡылған аяттар әлеге күләмдән артҡан булһа, сәждә сәһү ҡылынырға тейеш.
4) Өс, йәки дүрт рәкәғәтле намаҙҙа беренсе ултырышты ҡалдырыу. Әгәр намаҙ уҡыусы тәшәһһүд үтәмәгәнен ҡалҡҡанға тиклем иҫләһә, ултырып уҡырға тейеш. Был осраҡта сәждә сәһү ҡылынмай. Әгәр ҡалҡҡан ваҡытта, тура торошҡа яҡыныраҡ мәлдә ултырыштың онотолғанын хәтерләһә, намаҙын ултырып тормайынса дауам итергә тейеш, ә намаҙ аҙағында иһә сәждә сәһү ҡылып, хатаны төҙәтә.
Әгәр намаҙ уҡыусы һуңғы ултырышын ҡалдырып, яңы рәҡәғәткә тороп баҫһа, һәм яңы рәҡәғәттең сәждәһенә етмәгән булһа, кире ултырырға һәм сәждә сәһүҙе ҡылып, намаҙын уҡып бөтөрөргә тейеш. Әгәр ул яңы рәкәғәттең сәждәһен ҡылып өлгөргән булһа, уның намаҙы, фарыз намаҙ булып һаналмайынса, сөннәт намаҙына әүерелә. Шул сөннәт намаҙына рәҡәғәттәр һаны йоп булһын өсөн тағы бер рәкәғәт өҫтәргә кәрәк . Был осраҡта сәждә сәһү ҡылына .
Әгәр намаҙ уҡыусы намаҙ аҙағындағы ултырыштан һуң тороп баҫһа һәм яңы рәрәкәғәттең сәждәһен ҡылып өлгөрмәгән булһа, ул кире ултырып, сәләм бирергә һәм сәждә сәһү ҡылырға тейеш. Әгәр ул яңы рәкәғәттең сәждәһен ҡылған булһа, уға тағы бер рәҡәғәтте ҡушырға кәрәк. Был осраҡта ҡушылған рәҡәғәттәре сөннәт булып һанала. Унан һуң сәждә сәһү ҡылынырға тейеш. 5) Беренсе, йәки һуңғы ултырышта тәшәһһүдте уҡымау.
6) Намаҙ уҡыу тәртибен боҙоу.
Йәғни, намаҙ хәрәкәттәренең тәртибен боҙоу (Мәҫәлән, беренсе рәкәғәттең икенсе сәждәһен намаҙ ахырында ғына уҡыу), йәки намаҙҙың киләсәк хәрәкәтен кисектереү (Мәҫәлән, беренсе ултырышта салауат уҡыу өсөнсө рәкәғәттәге баҫып тороуҙы кисектерә) сәбәпле булырға мөмкин.
7) Намаҙ рөкөндәрендә тыныс тороу ваҡыты (бер тәсбих уҡырлыҡ ваҡыт) булмау.
8) “Фатиха” сүрәһе һәм өҫтәлмә аяттар, йәки сүрәләр* араһындағы тәртипте боҙоу.
9) Витр намаҙында ҡунут доғаһы алдынан тәкбир әйтмәү, йәки ҡунут доғаһын уҡымау.
10) Ғәйет тәкбирҙәрен ҡылмау.
11) Намаҙ уҡыусының нисә рәкәғәт уҡығаны тураһында шикләнеү.
Әгәр намаҙ уҡыусы беренсе тапҡыр шикләнһә, ул намаҙын яңынан уҡырга тейеш. Әгәр быға тиклем дә шикләнеүҙәр булған икән, үҙенең ниндәй фекерҙе дөрөҫөрәк һанағанына таянып, намаҙ аҙағында сәждәи сәһү ҡылып ҡуйырға кәрәк. Әгәр дөрөҫөрәк фекерҙе билдәләй алмай икән, иң аҙы нисәнсе рәкәғәттә булыуы мөмкин, шуға таянып, һәр рәҡәғәттән һуң Әттәхиәт уҡып, намаҙ аҙағында сәждәи сәһү ҡылырға тейеш. Мәҫәлән, кеше өсөнсө йә дүртенсе рәкәғәттә торғанын билдәләй алмай икән, иң аҙ һанлыһын-өсөнсө рәҡәғәттәмен икән, тигән фекергә туҡтала. Намаҙҙы артабан уҡығанда, ул һәр рәҡәғәттән һуң тәшәһһүд үтәй, намаҙын сәждәи сәһү менән тамамлай. Һәр рәҡәғәттән һуң ҡылына торған тәшәһһүд намаҙҙы боҙмаҫ өсөн ҡылына (мәҫәлән, ысынында намаҙ ҡылыусы дүртенсе рәҡәғәттә торған булһа).
Аңлайышыраҡ булһын өсөн икенсе китаптан шул уҡ хаталар тураһында:
Сәждәи сәһү ҡылыу үәжиб булыр:
1) намаҙҙың тәүге, ике рәҡәғәтендә ”сүрәи Фәтихә” урынына башҡа бер аят уҡыһа;
2) тәүге ике рәҡәғәттең береһендә «сүрәи Фәтихә»нән һуң сүрә уҡымай ҡалһа;
3) өс йә дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа тәүге ҡағдәгә ултырмай ҡалһа;
4) ҡағдәләрҙең береһендә “тәшәһһүд” уҡымаһа;
5) тәүге ҡағдәлә «тәшәһһүд»тән һуң «салауат»ты ла уҡыһа;
6) яңылыш тәүге ҡағдәлә сәләм бирһә;
7) ҡысҡырып уҡыла торған рәҡәғәттә имам ҡыйрәтте эстән уҡыһа;
8) эстән уҡыла торған рәҡәғәттә имам ҡыйрәтте ҡысҡырып уҡыһа;
9) витр намаҙында «кунут» доғаһы уҡылмай ҡалһа;
10) ҡыйрәт уҡыуҙан алда рөҡүғ ҡылынһа;
11) тәкбир әйтеп намаҙға керешкәндән һуң йәнә бер тәкбир әйтһә;
12) “сүрәи Фәтихә”ңе ике мәртәбә уҡып ебәрһә;
13) рөҡүғты ике мәртәбә ҡылһа;
14) сәждәне өс мәртәбә ҡылһа;
15) һуңғы ҡағдәлә «тәшәһһүд»тән һуң ҡыямға торһа;
16) һуңғы ҡағдәлә һис ултырмайынса ҡыямға тороп китһә;
17) нисәнсе рәҡәғәттә икәнен уйлап тороп йә аят, йә «тәшәһһүд» кеүек бер зикерҙе тейешһеҙ урында уҡып, намаҙҙың бер ғәмәлен һуңлатһа.
Фарыҙҙың сүрә ҡушылмай торған һуңғы рәҡәғәттәрендә «сүрәи Фәтихә»гә сүрә ҡушыу сәбәпле, намаҙҙа сөннәт йә мөстәхәб булған ғәмәлдәрҙең береһен ҡылмай ҡалдырыу сәбәпле сәждәи сәһу ҡылыу үәжиб түгел.
Яңылышып бер намаҙ эсендә сәждәи сәһү ҡылырлыҡ ике-өс эш ҡылынһа ла, сәждәи сәһү бер генә тапҡыр ҡылыныр.
Намаҙҙың һуңында сәждәи сәһү онотоп ҡылмай ҡалдырылһа, намаҙға кәмселек килмәҫ, уның өсөн намаҙҙан һуң һис бер ғәмәл ҡылыу лазым булмаҫ.
Намаҙҙа яңылышыу
1. Берәү дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа яңылышып, тәүге ҡағдәлә ултырмайынса, ҡыямға тора башлап, яңылышҡанын иҫләһә, ике хөкөм бар: 1)әгәр тубыҡтары турайып етмәгән булһа, ҡағдәгә ҡайтанан ултырып, «Тәшәһһүд» уҡыр, аҙағынан сәждәи сәһү ҡылмаҫ; 2) әгәр тубыҡтары турайып, ҡыямға яҡынлаған булһа, ҡағдәгә ҡайтмайынса, ҡыямға торор ҙа артабанғы рәҡәғәтте уҡый башлар. Ҡалдырылған ҡағдә өсөн һуңынан сәждәи сәһү ҡылыр.
2. Берәү дүрт рәҡәғәтле намаҙҙа һуңғы ҡағдәлә «тәшәһһүд »-те уҡығандан яңылыш бишенсе рәҡәғәтт уҡый башлаһа, йәнә ике хөкөм бар: 1) әгәр бишенсе рәҡәғәттең сәждәгә ҡылынғансы яңылышҡанын белһә, тиҙ генә ҡағдәгә ҡайтып, сәләм бирер ҙә сәждәи сәһү ҡылыр: 2) әгәр яңылышҡаны бишенсе рәҡәғәттең сәждәһе ҡылынғас беленһә, йәнә, бер рәҡәғәт өҫтәп, намаҙын алты рәҡәғәт итер, һуңынан сәждәи сәһү ҡылып, намаҙын тамамлар.
Артыҡ ике рәҡәғәте нәфел намаҙы булып ҡалыр.
3. Берәү һуңғы ҡағдәгә ултырмайынса бишенсе рәҡәғәттең ҡыямына торһа, тағы ике хөкөм бар: 1) әгәр бишенсе рәҡәғәттең сәждәһен ҡылғансы, яңылышҡаны иҫенә төшһә, — тиҙ генә ҡағдәгә ултырып «тәшәһһүд» уҡыр, унан һуң, сәләм биреп сәждәи сәһү ҡылыр;. 2)әгәр яңылышҡаны бишенсе рәҡәғәттең сәждәһе ҡылынғас хәтеренә төшһә, намаҙы фарыҙ хөкөмөнән сығып, нәфелгә һанап, фарыҙҙы өр-яңынан башлап уҡыр.
4. Берәү намаҙ эсендә нисә рәҡәғәт уҡығанын онотоп, нисәнсе рәҡәғәттә икәнен хәтерләй алмаһа, намаҙын боҙоп (намаҙҙы боҙғанда ҡайһы ерҙә булһа ла ике яҡҡа сәләм биреп боҙалар) яңынан уҡыр. Әгәр ҙә яңылышыу ике-өс тапҡыр ҡабатланһа, намаҙын боҙмаҫ, күңеле нисә рәҡәғәт уҡығанына инанһа, шунса уҡығанға иҫәпләп, намаҙын тамамлар. Әгәр нисә рәҡәғәт уҡығанын һис кенә лә хәтерләй алмаһа, үҙен әҙерәк уҡығанға һанар. Тәүгә ике рәҡәғәттә яңылышһа, бер рәҡәғәт уҡығанға хисаплар, өсөнсөһө менән дүртенсеһе араһында яңылышһа, өсөнсө рәҡәғәткә хисап ҡылыр.
5. Берәү дүрт рәҡәғәтле намаҙға керешеп, ике рәҡәғәт уҡығас, тәүге ҡағдәлә сәләм бирһә, ике хөкөм бар: 1) Әгәр сәләм биргәндән һуң намаҙҙы боҙорлоҡ эш ҡылмаһа, ҡыямға тороп, ҡалған рәҡәғәттәрҙе уҡып намаҙын тамамлар ҙа, ахырҙа сәждәи сәһү ҡылыр: 2) әгәр намаҙын боҙорлоҡ бер эш ҡылһа, намаҙҙы яңынан башлап уҡыр.
“Имамға ярҙам” һәм “Фикһүл Ислам” китаптарынан