Кем ул Иблис?

башкирский узор                                          Кем ул Иблис?

     Ҡөръән Кәримдә: Аллаһы Тәғәлә бар донъяны, күк-ғәләмде һәм беҙҙе һыуҙан яратты, бар ҡылды әйтелә. Хәҙерге ваҡытта фән ғәлимдәре быны иҫбатланылар. Шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә һыуҙан утты ла яратты. Ҡайһы берәүҙәр әйтерҙәр: «Һыу менән ут — дошман», — тип. Әммә был уй наҙанлыҡтан, хатта, һыуҙы әллә ҡасан машиналарҙын яғыулығы итеп ҡуланалар.

     Бына ошо уттан Аллаһ Тәғәлә бер ир затынан булған эйәне яратты.
     Ул уттан яратылған зат бик тә йылғыр булды, күккә осарға теләһә, күккә менде, ерҙә йөрөгөһө килһә, ерҙә сәйәхәт итте. Уның алдында йылға, диңгеҙ, тау, ҡая таш һымаҡ килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙың береһе лә кәртә булманы, барыһында үтә сығып йөрөнө. Ҡайҙа теләһә шунда иркенәйеп йөрөр ине. Әммә, буйһонған ут булараҡ, уның йөҙө-тәне сөм-ҡара күмер кеүек ине. Әгәр ҙә күҙенә дәрт уты төшһә, бөтөн тәне осҡонланып китә ине... Әгәр ҙә шуның өҫтөнә Аллаһы Тәғәлә исеме менән һыйынып таш ырғытһаң, янып юҡҡа сығар ине. Был хикмәттәре менән бик тә ғәжәйеп күренде.
   

     Беҙгә килеп еткән хәбәрҙәрҙән самум утының ялынан яратылған был затҡа Мәриж тигән исем биргәндәр.      Был зат донъялыҡта һөрөләсәк бөтә ендәрҙең беренсеһе һәм шуларҙың атаһынан ине.
     Мәриждың яратылға көнөнән башлап бар нимәгә ихтыяры етеп тә яңғыҙ булыуы хәүефле ине. Бөтә йән эйәләре, уның, кемлеген күреп торғанлыҡтан, эргәһенә килергә һәм уның менән дуҫлашырға ҡурҡтылар. Аллаһы Тәғәләгә һыйындылар һәм тағы ла тырышыбыраҡ табыныу итә, яҡшы теләк әйтә башланылар. Әммә Мәриж уларҙың ни эшләгәнлектәрен баштараҡ белә-күрә аңлап еткермәне, унан һуң, Аллаһы Тәғәләнән мәрхәмәт өмөт итеп табыныуҙарын күргәс, эштең асылын ныҡлы төптән аңламайынса, Хаҡ Тәғәлә алдында башын эйеп йөрөй башланы. Шул рәүешле уның яңғыҙлығы, тағы ла артты һәм ул:
     — Минең бәғеремде янғыҙлыҡ һалҡыны өшөтә, шунлыҡтан, әй, Хаҡ Аллаһы Тәғәлә, мөхәббәт утында янып сәждәгә килә алмай, — тип зарланды.
     — Теләген ниндәй? — тигән тауыш килде.
     — Бер иптәшем булһа ине, минең кеүектәр күп булһа ине... — тип теҙеп һалған Мәриж.
     Уның был үтенесе ҡабул ителде. Аллаһы Тәғәләнән бойороҡ ишетелде:
     — Мин һиңә иптәшкә бер йәр яратырмын һәм һеҙҙән үҙегеҙ кеүек балалар тыуар, әммә ғибәҙәттән, шөкөрҙән өҙөлмәгеҙ, боҙоҡлоҡҡа төшмәгеҙ, ә инде улай булһа ҡалһа, ғүмерегеҙ буйы менән яҡты донъяның күҙенән ҡасып йәшәргә мәжбүр булырһығыҙ, — тине.
     — Ниндәй талап итһәң, шул үтәлер, — тип һүҙ бирҙе Мәриж. Шулай ант менән теләге беркетелгәс, мәңге Аллаһы Тәғәлә алдында ҡолы булырмын, тип уйланы ул. Әммә, уның аҡылы һәм хәтере ҡыҫҡа булыр, Мәриждың аҫылы ла ут ине шул.
     Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән Мәриждың күҙ алдында ут теленән бер зат яратылды. Ул ҡатын затынан ине. Әйтерҙәр ине, ул ғәжәйеп дәрәжәлә сибәр ине. Йөҙөндә нур алһыулығы булып, күҙҙәрендә күмер осҡоны йәшеренгән ине. Исемен, Мәрижға оҡшатып, Мәрижа тип ҡуштылар... Мәриж менән Мәрижә бер-береһен күреүгә, әллә ҡасанғы таныштар кеүек, бер — береһенә йылмайҙылар.
     Әйтерҙәр, һөйөү бөтә йән эйәләре өсөн дә бер төрлө. Ул — рухты күтәрер, хыялдарға ҡанат бирер. Әгәр ҙә берәүҙе һағыш баҫһа, башҡаларҙан ситләштерһә, һөйөү уға киләсәк көнгә юл күрһәтер, яҡтыға сығарыр. Әммә һөйөнөс менән ҡайғы-хәсрәт икеһе пар итеп яратылғанға күрә, һөйөнөс артынан ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡаза артынан һөйөнөс бер-береһенә эйәреп йөрөрҙәр, бары тик икеһе бергә, йәнәшә генә килмәҫтәр. Әгәр ҙә бергә йөрөр булһалар, ул ваҡытта бер кемдең дә хәсрәте лә, бәхете лә күренмәҫ ине. Һөйөнөс һәм көйөнөс бер-бер артлы йөрөп, һәр бер бәндәләргә аҡыл һабағы бирерҙәр һәм Аллаһы Тәғәләгә һыйыныу ғилемен өйрәтерҙәр.
     Мәриждың Мәрижәғә күҙе төштө, улар береһенең ир енесенән, икенсеһенең ҡатын икәнлегенә төшөнөп алдылар. Икеһенең араһында теләк саҡмаһының осҡоно йүгерҙе, күҙҙәре янды, теләктәре ҡеүәтләнде. Быға тиклем Аллаһы Тәғәлә бар ҡылған йән эйәләре, йәғни фәрештәләр, барыһы ла енесһеҙ ине. Шуға күрә был хикмәтте береһе лә аңламанылар. Хаҡ Тәғәлә Мәриж менән Мәрижаның бындай үҙенсәлеген уларҙан йәшерҙе һәм, белмәһендәр өсөн; ул фәрештәләргә оят бирҙе. Ә Мәриж менән Мәрижа оятһыҙ булдылар. Шуға күрә лә кемдәрҙең енси бергәлеккә тәҡәте ирешһә, фәрештәләр уларҙан оялып, юҡ булырҙар. Ә ен ҡәүеме иһә, үҙ сираттарында, ояттың ни икәнен белмәйгәнлектән, күҙ йома йәки ситкә китә белмәҫтәр. Шуның менән ендәрҙән фәрештәләрҙе айырыуы еңел булыр. Хатта ҡатын-ҡыҙ башындағы яулығын сисһә, фәрештәләр оялып сығып китерҙәр.

     Был турала Мөхәммәд пәйғәмбәр менән ҡатыны Хәҙисә араһындағы булған хәл дәлилдер. Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә тәүге аяттар Джәбрәил фәрештә тарафынан ингәс: пәйғәмбәребеҙ хәүефләнеп, икеләнеп ҡатынынан һорай:
     - Миңә Аллаһ Тәғәләнән тип бер зат аяттар тапшырҙы, енме әллә фәрештәме икәнең белә алмайым, әле эргәбеҙҙә тора, — тине.

     Ҡатыны Хәҙисә: Бына башымдағы япмаһы алһам, әгәр фәрештә булһа оялып сығып китер, ен затынан булһа урынында ҡалыр.
     Башындағы япманы алғас, фәрештәнең сығып китеүен пәйғәмбәребеҙ күрә.

     Мәриж менән Мәрижаның бергәлегенән бер уғыл бала донъяға килде. Уға Ен тип исем ҡуштылар, «ендәр» тип атау бына ошо ваҡыттарҙан һуң ҡалды.
     Ендәр ер йөҙөндә бик тиҙ ишәйҙеләр, үҙ иректәрендә булдылар, теләһәләр, күктә гиҙҙеләр, теләһәләр, ерҙә йөрөнөләр. Шулай итеп, доньяның ерен-күген бер күреп йәшәнеләр. Башта Аллаһы Тәғәләгә табынһалар ҙа, дәүерҙәр үтеү менән, һуңға табан боҙолоп бөттөләр, ғибәҙәттең нимә икәнлеген оноттолар, үҙҙәренең ут асылы булыуҙары менән маҡтандылар, танау сөйҙөләр.
     Ә ендәрҙең ошо рәүешле ҡыланыуҙарына Ер бик ныҡ мәсхәрәләнде, уларҙан нисек арынырға белмәй, оҙаҡ ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә, үҙенең сабыр һәм түбәнселекле булыуы арҡаһында, үтенес менән мөрәжәғәт итә алманы. Әммә ендәрҙең ер йөҙөн тамам туҙҙырып бөтөүҙәренә инде түҙерлек түгел ине. Күңеленә зар йыйылып һәм сабыры юғалғас:
     — Аллаһы Тәғәлә, ҡөҙрәтең менән күбектән мине бар ҡылдың, түҙемлек һәм сабырлыҡ, күндәмлек һәм түбәнселек бирҙең, әммә минең йөҙөмә боҙоҡ заттарҙы ебәрҙең, уларҙы йәшәттең, хәсрәтем сиктән ашты, шәфҡәтеңде бирсе?! — тип Аллаһы Тәғәләнән үтенде Ер.
     — Мин уларға пәйғәмбәрҙәр ебәрәм, йәшәү тәртиптәренә өйрәтәм, донъя үә дин ғилеменән хәбәрҙәр бирәм, — тип белдерҙе Ерҙең зарына ҡаршы. Һәм Аллаһы Тәғәлә ен ҡәүеме араһына бер-бер артлы һигеҙ йөҙ пәйғәмбәрҙе ебәрҙе, әммә уларҙы былар үлтереп барҙылар, Аллаһы Тәғәләне бар тип таныманылар, ғибәҙәткә күңел ҡуйманылар, нәсихәттәрҙең асылын аңламанылар, сүпкә сығарҙылар һәм барыһы ла шул рәүешле бик күп хаталандылар.
     Ул ваҡытта ендәр араһында кешенең дошманы Иблис тыуған һәм үҫеп еткән инде ине. Уның ҡатыны булып, исемен Лиһә тип, атап йөрөтә инеләр. Былар бер-береһенә бик тә иғтибарлы инеләр, ғишыҡтары көслө булып, тормошто яраттылар.
    Аллаһы Тәғәләнең ен ҡәүеменең һигеҙ йөҙ пәйғәмбәрҙе үлтереүҙәренә асыуы килде һәм ул уларҙы ергә төшөрҙө, вәхи ирештереп ҡараны, булманы, шунан һуң өҫтәренә ут ебәрҙе һәм барыһын көйҙөрә башланы.
     Был тиклем мәхшәрҙәрҙе кешенең күҙ алдында килтереүе ауыр, хатта Нух ваҡиғаһы, йәғни ерҙе һыу баҫып китеү ҙә был тиклем ҡот осҡос булмағандыр. Ендәр барыһы ла тереләй көйҙөләр, әммә араларынан Иблис ғибәҙәткә теҙләнде, Аллаһы Тәғәләнән үҙенең һәм ҡәүеменең ҡылған гөнаһтары өсөн бер туҡтауһыҙ тәүбә итте, рәхимлеккә, шәфҡәткә өмөтләнде. Әйтерҙәр, Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдарын ярлыҡар, әгәр ҙә улар аҙашҡандарын аңлаһалар һәм Аллаһы Тәғәләнең бары тик үҙенә генә һыйынһалар, тип.
     Аллаһы Тәғәлә исеме менән ғибәҙәт ҡылған Иблискә ут яҡын килә алманы. Быны күреп, ул тағы ла нығыраҡ һәм көслөрәк итеп уҡыуын белде. Ғибәҙәте ысын мәғәнәһендә ысын күңеленән ине. Аллаһы Тәғәләнән ярлыҡау иреште һәм Иблисте ут дәһшәтендә ҡалған ер өҫтөнән, башҡа ендәрҙән айырып, күккә күтәрҙе. Был хәлдәрең кисергәнлектән, Иблис ғибәҙәтен ташламаны. Башҡа ендәр иһә ер йөҙөнән тамуҡ ҡырына ҡыуылдылар.
     Иблис күктәрҙең беренсе ҡатында ҡалдырылды. Мең йыл ғибәҙәттә булды. Был тиклем дә дин эйәһе һәм ҡолоҡ ҡылыуы өсөн Аллаһы Тәғәлә уға фәрештәләрҙең барлыҡ сифаттарын бирҙе һәм исемен Ғазазил тип — атаны. Быға Иблис бик тә һөйөндө, хәҙер инде ул Иблис тә түгел, ен дә түгел, ә Ғазазил һәм ниндәй генә бит — фәрештә.
     Аллаһы Тәғәлә уға тағы ла шәфҡәтен күрһәтте, ғилем эйәһе яһаны, күктәрҙең етенсе ҡатына күтәрҙе, йәннәткә индерҙе. Ғазазил һаман да ғибәҙәтен ташламаны, фәрештәләргә имам булып, уларға серҙәрҙе асып, ғилем өләшә башланы. Дәрәжәһе үҫте.
     Шунан ҡала әйтерҙәр: шайтан да имамлыҡ иткән тип. Был һүҙҙәр хаҡ булыр. Бының өсөн бер ҙә алыҫ бараһы түгел, кешеләр араһында үҙҙәрен ғилемсе бәндәләр итеп күрһәткән йәһилдәргә ғына бағырға кәрәк, барыһы ла асыҡтан-асыҡ күренер. Хәҙер шундай кешеләр бар, үҙҙәрен имам дәрәжәһендә йөрөтөрҙәр, әммә күңелдәре диндән бик алыҫта торор, ҡулдарына «Ҡөръән» алып, уны уҡыр булһалар ҙа, халыҡ алдында мөнбәр тотып, хөтбә үә намаҙҙа бәндәләрҙе үҙҙәренә эйәртһәләрҙә ни хикмәт, ҡылған ғәмәлдәре һәм һөйләгән һүҙҙәре менән Аллаһы Тәғәлә теләгән үә өмөт иткән фиғелдәрҙән алыҫта ҡалырҙар, ғәйепһеҙ бәндәләрҙе кәмһетеп, уларҙың өҫтөнә бысраҡ атарҙар, нисек тә булһа үҙҙәрен өҫтөн сығарырға теләп, башҡаларҙы иҙеп-йәберләп үтәрҙәр. Бындайҙар майҙан алдында бер төрлө һүҙ йөрөтөп, халыҡ артына баҫыуға, арҡаларына сыбыртҡы менән һуғырға ла күп һорамаҫтар. Ундай имамдарҙа иман да, дин дә тормаҫ. Ҡылған ғибәҙәттәре Хаҡ Тәғәләгә барып ирешмәҫ, аҙашыу үә алдау сыйфатын тотор. Шайтан да имам булған, әммә тәкәбберлекте үҙенә юлдаш итеп алған.
     Ғазазил етенсе күк ҡатламында ете мең етмеш йыл ғибәҙәт итә. Хәсән Басри хәҙрәттәренән бөгөнгө көнгә килеп ирешкән мәғлүмәт буйынса шул билдәле, Аллаһы Тәғәлә уны ожмах хазинаһының һаҡсыһы дәрәжәһенә күтәрҙе. Бындай ҙа оло хөрмәттәр өсөн, билдәле, шөкөрҙәр ҡылмайса мөмкин түгел. Ғазазил бәндәләр хисабында ҡалды. Йәннәт үә күктәрҙә уның ирке бар ине. Имам булараҡ, ул үҙенә бөтөн фәрештәләрҙең олоһон-кесеһен эйәртеп, Хаҡ Тәғәләнең серҙәрен күрһәтеп йөрөнө. Ҡулында йәннә хазинаһының асҡыстары булғанлыҡтан барыһына ла үҙен хужа итеп хис итте. Әммә, ни тиклем генә ғорур булмаһын, үҙен бик ожмаҡ эйәһе тип хис итеүенә ҡарамаҫтан, Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттән өҙөлмәне, башҡаларға ла өйрәтте ул. Йәннәттә үҙен мәңгелек ҡаласаҡ зат кеүек белде!
     Көндәрҙән бер көндө Ғазазил ғәҙәте буйынса йәннәт ишеген асып сыҡты, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр-рәхмәттәрен еткерҙе һәм:
     — И Алла, ер өҫтөндәге ваҡыттарымда күпме ауырлыҡтар күреп, был көнөмдә һарайында бик матур гиҙеп йөрөрмөн, ҡайғы-хәсрәттең ни-нимә икәнлеген дә белмәмен, рәхим-шәфҡәт эйәһе булыуҙарыңа һөйөнөс үә шатлыҡтар кисереп, сәғәҙәт диңгеҙҙәрендә йөҙәрмен, ҡайһы ҡолоңа был тиклем ниғмәттәр насыйп булыр, белмәмен, үҙемде затығыҙға ҡаратып тотармын, — тип доға ҡылды һәм өҫкә табан баҡты. Унда Аллаһы Тәғәләнең бөйөк серҙәренән булған береһе асылды, Ғазазилға тәҡдирен белдерергә теләне, күҙҙәрен йәннәт ишегенең өҫтөнә йүнәлдерҙе.
     Бынан шул билдәле булды, әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдарына килер көндәрҙә нимә күрергә яҙғанлыҡты белдерергә теләһә, берәй көнөндә ишара итәр, шуның менән тура, хәҡиҡәт юлын һайларға талап ҡуяр. Әгәр ҙә бәндәнең башында Хаҡ Тәғәләнән килгән ғилем юҡ икән һәм дә күңеле лә йоҡлап ҡалған булһа, эше — ҡурҡыныс. Күҙенә төртөлөп торғанды атлап үтәр, үҙен һәләкәт баҙарына килтерер һәм иманы менән һатыу итәр. Ғазазил менән дә шул уҡ хәл булманымы? Ул да үҙенә-үҙе соҡор ҡаҙманымы? Барыһы ла мин-минлек, тәкәбәрлек, үҙ-үҙеңә ышаныу билгеһе, барыһы ла ахмаҡлыҡ емеше, барыһы ла ҡылған эш менән күңел сафлығының бер-береһенә ярашмауы сәбәбенән. Әҙәм балаларының кемлеге үҙҙәренән булған кеүек, һайлаған юлдары ла тотҡан теләктәренән. Кешеләр башҡаларға атап бәддоға уҡыр алдынан үҙҙәренә күҙ сите менән генә булһа ла күҙ ташлаһындар. Юғиһә Мәккә ҡалаһынан һижрәт ҡылғансы кәферҙәргә атап ләғнәт уҡыуын кемдәр генә үтенмәне, әммә Мөхәммәд пәйғәмбәр уларға күнмәне, ҡарындаштарын ла, дошмандарына ла йәбер күрһәтергә теләмәне, уларҙың ахмаҡлыҡтарына түҙеп йәшәне. Хаҡ бәндәләр бына шулай үҙ-үҙҙәрен ҡулда тотҡанда ғына сөннәт эйәһе булып хисаплана алалар.
     Ғазазилдың күҙҙәре йәннәт ишегенең өҫтөнә табан күтәрелде, унда ул Аллаһы Тәғәлә әмерен тотмаған бер ҡолдың ожмахтан һөрөләсәге тураһында яҙылған яҙыуҙы уҡыны. Был хәбәрҙән һуң йөрәге әрнеп ҡуйҙы һәм үҙ-үҙен белештермәйенсә, үтенеп:
     -- Әй, Аллаһы Тәғәлә, әгәр ҙә әмереңде үтәмәйсә йәнәттән һөрөләсәк бер ҡоллоң буласаҡ икән, ул ваҡытта уға атап ләғнәт уҡырға рөхсәт бир?! — тип һораны.
     Ҡат-ҡат үтеүенән һуң Аллаһы Тәғәлә рөхсәтен ирештерҙе. Ғазазил мең йыл рәттән бер артлы ләғънәт уҡыны. Әммә уның үҙенә әйләнеп ҡайтасағын белмәне.
     Әйтерҙәр, кешене ҡарғама, яртыһы үҙеңә ҡайтыр, тип. Бынан шул билдәле булды: кешегә яманлыҡ теләгән үә ләғнәт уҡыған кешеләрҙең үҙ өҫтәренә яфаһы төшәр, бәддоғаның бергә бүлешергә тура килер. Бәндәләр өҫтөнә ямалыҡ юллаған бәндәләр, дөрөҫөн әйткәндә, ҡәһәр һуҡҡан Иблис эйәрсене булырҙар. Сөнки ләғнәтте уҡыусы кеше, иң беренсе, Шайтан ине, наҙандар уға эйәрҙеләр, итәгенә тағылдылар, ғазап баҙына табан юл тоттолар.
     - Мең йыл буйына ләғънәт уҡыны, Ғазазилдың күңеле тынысланды.

     Шунда Аллаһы Тәғәләнең хәбәре иреште: ер йөҙөнөң мәлиге итеп Әҙәмде яратасаҡ икән. Ниндәй хикмәт, тәкәбберлеге арҡаһында Ғазазилдың күңелендә көнсөллөк уты ҡайнап сыҡты. Әйтерҙәр, был ла уттан зәһәр ут юҡ, тип, хәсәтлек (хөсөтлөк), яғни көнсөллөк, Ғазазилдың күңел күҙен ҡаплап китте, һәләкәткә йүнәлдерҙе.
     Аллаһ Тәғәлә тарафынан Әҙәм ғәләйһиссәләм яратылды. Унан һуң Аллаһы Тәбарәкә үә Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмгә сәждә ҡылмаҡлыҡ менән фәрештәләргә әмер ҡылды, Иблистән башҡалары сәждә ҡылдылар. Ул ләғин сәждә ҡалмағанлығы өсөн Аллаһы Тәғәләнең эргәһенән һөрөлөп, ләғнәттә ҡалды, унан һуң Аллаһы Тәғәлә фәрештәләргә йәннәттән бер тәхет килтереп, Әҙәм ғәләйһис-сәләмде ултыртып, күктәрҙе сәйәр ҡылдырырға әмер ҡылды. Тәхетте килтереп, Әҙәм ғәләйһиссәләмде ултыртып, күктәрҙе сәйәр ҡылдырҙылар, унһигеҙ мең пәрҙәләрҙе һәм һәр береһендә нәмәләр бар, һәммәһен сәйәр ҡылды. Унан һуң Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләм өсөн ҡанаттары, баштары, ҡойроҡтары төрлө гәүһәрҙәр менән зиннәтләнгән Мәймүнә исемендә бер ат яратты. Әҙәм ғәләйһиссәләм атҡа атланып, тирә-яғында фәрештәләр йөрөгән хәлдә йәннәткә инделәр. Йәннәткә ингәндән һуң, Аллаһы Тәғәлә йоҡоны яратты.
     Әҙәм ғәләйһиссәләм йоҡланы. Аллаһы Тәғәлә шул ваҡыт Әҙәмдең һул яҡ ҡабырғаһынан хәҙрәте Һауаны яратты, уны зиннәт менән зиннәтләне. Шул хәлдә Әҙәм ғәләйһиссәләмдең башы осонда ултырҙы.
Хәҙрәте Әҙәм, уянғандан һуң, хәҙрәте Һауаны күрҙе. Фәрештәләр, һынар өсөн, хәҙрәте Әҙәмдән:
     — Был кем? — тип һоранылар.
Хәҙрәте Әҙәм:
     — Һауалыр, — тип яуап бирҙе.
Тағы бер ҡат: .
     — Ни өсөн Һауа тип әйтәһең? — тинеләр.
     — Ит менән ҡандан яратылғаны өсөн, — тине.
     Бер ни тиклем ваҡыт шул йәннәттә булып Аллаһы Тәғәлә тарафынан тыйылған нәмәне ашап, ғәйепле булып, Әҙәм Һауа менән йәннәттән сығарылалар. Өҫтәрендәге кейемдәре юғалды, бары ике япраҡ менән ғәүрәттәрен ураттылар, кәүҙәләре алмашынып, тәңкә менән ҡапланған тәндәре тирегә әйләнде. Бары тик, иҫтәренә төшөрһөндәр өсөн, бармаҡ остарында ғына ҡалды.
     Йәннәттән сығарылғас, Әҙәм — Сәрәндип тауына (Цейлонда), Һауа —Хижаз ере тирәһенә төштө, бер-береһенән өс йөҙ йыл айырым торҙолар һәм, үкенеп, һәр икеһе иланылар.
     Әҙәм менән Һауа хәҙрәттәребеҙҙең баштарына килгән бөтә бәләләр Аллаһы Тәғәләнең әмерен боҙғандары өсөн булған кеүек, Иблис өҫтөндә лә ләғнәт Хаҡ Тәғәләнең теләгенә буйһонмауынан килде. Шулай итеп, яратылыштарынан уҡ башлап ендәр менән әҙәмдәр бер-береһенә дошман итеп үҙҙәрен күрһәттеләр. Бынан һуң, хаҡлы бәндәләр һис ҡасан да Шайтанға эйәрмәҫтәр, тигән өмөттә ҡалырға мөмкин ине, әммә лә ләкин лә барыһы ла тигеҙ үә тәртиптә генә бара алманы шул.
     Боронғо ғәрәптәр Иблисты «Харис» тип атап йөрөттөләр. Аллаһы Тәғәлә Әҙәмде тупраҡтан бар ҡылыуға, уға йән индермәгән ваҡытта эргәһенә Ғазазил килде. Эсенә төрттө. Ауыҙынан кереп, артынан сыҡты. Имам һәм ғилем эйәһе булыуы менән ғорурланып, шәкерттәре алдында:
     — Был буш эсле бит. Нисек фәрештәләрҙән өҫтөн торһын, ти. Мин унан түбән булһам, гөнаһ алам, өҫтөн сыҡһам, үҙен һәләк итәм, — тип белдерҙе. Әҙәмде юҡ итеү юлдарын эҙләне.
     Иблис, Әҙәм ғәләйһиссәләмде хурлыҡлы итеүгә иреште, әммә үҙе лә күктәрҙән ерҙәргә һөрөлде, һәр хәлдә оса, йүгерә, йөҙә белә ине. Ә был һөнәрҙәрҙең береһе лә — Әҙәмдә күренмәне.
     Шайтандың ҡеүәте етешкән әйберҙәрҙең өстән беренә генә уның көсө етә ине, ул да булһа, аяҡ өҫтө йөрөү. Ә юлға сыҡҡан бәндәләрҙе аҙаштырыуы бик еңел, сөнки улар ҡанатҡа таянмайҙар, дөрөҫ барғандарын күктән күрә алмайҙар, һыуға керһәләр, хәлдәре бөтөп, һыу төбөнә батыр булалар. Шуның өсөн дә Шайтан әҙәмдәрҙе аҙаштыра, юлдан яҙҙыра торған ине. Был хәлдә Әҙәм ғәләйһиссәләм бик күп яуызлыҡтарын күрҙе һәм Аллаһы Тәғәләнән бер фәрештә үтенде, ярҙамын һораны.
     Бәндәләрҙе юлдан яҙҙырмаһын өсөн, Шайтанға ҡаршы Аллаһы Тәғәлә Әҙәмдең ярҙамына тип Һади исемле юл күрһәтеүсе фәрештәне яратты; исемен атаған һәр кемдең янына килә, аҙашҡан ерҙән сығара, мәкерҙән һаҡлай торған булды. (Был осраҡта Аллаһ Тәғәләнән һорар кәрәк ярҙамсы фәрештәңде ебәр тип)
     Әйтерҙәр ти, әҙәм балалары, үҙ-үҙҙәрен онотоп, юлда артыҡ һүҙ һөйләшеп барғас һәм, бәхәскә кереп, берһен-берһе кәмһеткәс, уларҙың ҡаршыларына бер зат осраны. Ҡиәфәте бер йолҡош кешене хәтерләтә ине. Юлсылар, уны туҡтатып, юл һоранылар. Был зат уларға, фәлән табанға барығыҙ, тип күрһәтте. Киттеләр. Әммә донъяның бөтөнләй икенсе яғына килеп сыҡтылар. Бында ендәр мәжлес ҡороп, эсеп — йырлашып ята инеләр. Юлсылар, аңдарыңа килеп, тиҙ генә боролдолар ҙа элекке эҙҙәренә төштөләр. Тағын шул кеше осраны. Әммә юл белешмәнеләр, бәлки, ҡамсыларын сығарып, һуғырға ниәтләнеләр, бары тик һуға ғына алманылар, теге зат юҡҡа сыҡты. Шуның менән беленде, Шайтан булған икән.
     Юлсылар төбәп барыуҙарын белделәр, бары тик аҙашҡан ерҙәренән сыға алманылар. Шунан һуң, саф урынға килеп, таҙа һыуҙан тәһәрәтләнеп, Аллаһ Тәғәләгә үтенеп намаҙ уҡынылар һәм юл күрһәтеүен үтенделәр. Аттарына менеп атланғас, теҙгендәрен ебәреп; юлдың йүнәлешен Аллаһ Тәғәләгә тапшырҙылар һәм барыр ерҙәренә килеп сыҡтылар. Әйтерҙәр, ат башынан Һади фәрештә тотоп барҙы, тип.
   

     Иблис:“Мин — уттан яратылған, ут булырмын, ул – ерҙән яратылған, ер булыр! – тип белдерә һәм: “Мин барыбер өҫтөн сығармын” – ти.
     Беҙгә Әҙәм балаларына, ошо донъяла аҙашмаҫ өсөн: “Әғүҙү билләһи минәш шайтанир раджим” — тип әйтергә ҡала. Мәғәнәһе: Иблис һәм уның ярандары шайтандарҙың ҡотортоуҙарынан ҡасып Аллаһ Тәғәләнең һағы аҫтына һыйынам.
                    Ҡайһы бер мәғлүмәттәр Фәрит Яхиндең “Пәйғәмбәрҙәр, фәрештәләр, Әхирәт” китабынан алынды