Архив рубрики: фотолар

Әбйәлил районында — грэпплинг

   Әбйәлил районының үҙәге Асҡар ауылы ФОК спорт һарайында грэпплинг — төрлө көрәш төрҙәрен берләштергән ярыш буйынса Башҡортостандың Урал аръяғы турнир сараһы үтте. Был ярыш Башҡортостандың Дини назаратының мосолман йәштәр ойошмаһы ярҙамында ойошторолды. Бер ыңғай мөфтий Ниғмәтуллин Нурмөхәммәт хәҙрәттең урынбаҫары Арсланов Айнур хәҙрәт урындағы имам хатыйбтар менән кәңәшмә үткәрҙе. 14 февраль 2017 йыл.

Әбйәлилдә, Озерный ауылында яңы мәсет

   Әлхәмдүлләһи, Аллаһы Тәғәләғә шөкөр: 7 сентябрь көнө Әбйәлил районында, Мулдаҡ күле буйында урынлашҡан Озерный (ошонда баҫ) ауылында Аллаһ йорты — мәсет асылды. Ошо изге эшкә — мәсет төҙөүгә бар көс-малын һалған Задина Әлфиә Булат ҡыҙына Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте һәм бәрәкәте булһын. Үтәлгән ниәтенең әжере ҙур буласаҡ Аллаһ насыйп итһә.

 

Ҡорбан байрамы 24 сентябрь 2015 йыл

Таштимер ауылы мәсете

Ҡөрйән уҡыусылар ярышы — Тупаҡ ауылы

Ураҙа байрам Таштимер мәсетендә 2015 йыл

 

Открытие мечети в деревне Абзелилово

Озерный ауылында буласаҡ мәсеттен нигеҙҙенә доға ҡылыу

Тал Ҡусҡарҙа мәсет асыу тантанаһы. Мэхмэт хәҙрәт