Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң
Беҙҙең халыҡ мәҡәлдәрендә бик күп мәғәнәле һәм тәрән хикмәт ята. Ул мәҡәлдәр халыҡ араһында нисек таралған һуң? Күбеһе ошо тормош тарихенән, шулай уҡ Ислам диненән алынған. Мосолман дине һәр саҡ халыҡты әҙәпкә, тәртипҡә, әхләҡҡә өндәгән һәм әле лә шуға саҡыра. Бына ошонан сығып беҙ шуларҙы һәм Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡаның үтәһәк иманлы булабыҙҙа инде. Әлеге беҙҙең Совет осоронда атеизм көслө булһа ла бар Конституция һәм тәртип (право) нормалары ошо Ислам диненең нигеҙенә таянып эшләнгән. Шулай уҡ үткән ваҡыттағы комсомол, пионер, октябрят ойошмаларының эшмәкәрлегелә шул тәртипкә таянған.
Бынан башҡа дин тәрбиәһендә үҫкән һәм ғүмер кисергән атай-әсәйҙәребеҙҙең, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең ҡатнашлығы был тәртиптә ҙур булды. Беҙҙе, күп ғәиләлә: Етешәр-уникешәр баланы – әхләҡтә, иманда үҫтергән ата-әсәгә беҙ һәр саҡ бурыслы. Хисапһыҙ әлеге әйтем – мәҡәлдәрҙән киләсәк ғүмеребеҙгәлә һабаҡ алаһы урыны һис шикһеҙ ҙур. Мәҡәлдәрҙә әлеге әхләҡ, әҙәп, тәрбиә һәм мәғәнәле тормош һабаҡтары һалынған. Әҙәм балаһының хаталанып, ҡыйыш эштәре арҡаһында яңылыш юлға баҫыуҙарын киҫәтеү хаҡында бында һүҙ бара. Мәҡәлдәрҙен мәғәнәһен төшөнгән һәм аңлаған кеше тура юлдан яҙмаҫ.
Өҫтә яҙылғанса Ислам диненең хәҙистәренән дә сығып төшөнсәләре бында аңлатыла. Динебеҙ һәр саҡ белемгә саҡыра. Бына: «Наҙан кеше һуҡырҙан яман, ялҡау кеше барынан да яман» йәки «Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр». Наҙан менән белемленең айырмаһын һәр кем аңлайҙыр? Наҙандың сөй ҡатырлыҡ һөнәрелә булмай хатта – был уға проблема! Нимә тейҙәр: «Аҡыллы тәкә һуйыр, ахмаҡ йүкә һуйыр» йәки «Һөнәрһеҙгә донъя тар». Бына ошоларҙан ғына сығып Аллаһ Тәғәлә миңә донъяны башҡаларҙан кәм бирҙе тип илап ултырыу кәрәкмәй. Ынтылығыҙ Аллаһыға, һорағыҙ һәм шөкөр итегеҙ, барыһыла булыр.
Кешеләргә ҡарата көнсөл булыуынды, уларға яманлыҡ эшләүеңде, йә иһә уйыңда булған һәр нәмәне Аллаһ Тәғәлә белеп тора. Бындай ҡарашта булыу ҙур гонаһ һәм шуның өсөн яуап тотасаҡбыҙ. «Әйткән һүҙ атҡан уҡ» йәки «Теле ямандың көнө яман». Шуға ла телебеҙҙе насарлыҡтан һаҡлайыҡ. Әйтелә бит: «Кем кеше менән булыша үҙе шул хәлгә төшөп ғүмер кисереп үлер» — тиҙәр. Миҫалдар әҙме? Әйләнеп ҡарағыҙ! Кем кемдең тотлоғоп һөйләшеүенән көлгән үҙе шул хәлгә ҡалған, кем эскесенән көлгән үҙе эскегә батып үлгән, йә ғәйбәттә булғандың донъяһын ҡарағыҙ... Былар бит әлегә был донъялағы ғына яза, ә тегендә нимә көтә?
Бына элек пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм заманынан килгән бер мәҡәл «Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң». Нимә хаҡында был риүәйәт?
Ҡүрәйеш ҡәбиләләренең затлы әҙәмдәре йыйылып, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде үлтереү тураһында хәйлә ҡорҙылар. Шулар араһынан Әбүджәһил исемлеһе: «Был эште миңә тапшырығыҙ, мин был сихырсыға берәр хәйлә табып, уны юҡ итеп, унан ҡотолорбоҙ», — тине. Минең уйым шул: мәсет ишеге алдына тәрән соҡор ҡаҙып, өҫтөн емеш сүбе менән күмеп ҡуярмын. Мөхәммәдтең ғәҙәте шулдыр: төндә мәсеткә килеп, намаҙ уҡый. Мәсеткә килгәндә ул соҡорға төшә, ул төшкәс, мин һеҙгә хәбәр бирермен, һеҙ килеп үлтерерһегеҙ", — тине. Был фекерҙе барыһы ла хупланы.
Шулай итеп, Әбүджәһил мәсет ишеге алдына тәрән соҡор ҡаҙыны. Өҫтөн емеш сүбе менән ҡапланы. Төндә, иртәңге таңға табан Мөхәммәд ғәләйһиссәләм мәсеткә барырға тип тәһәрәт алды. Шул ваҡыт Джәбраил фәрештә пәйғәмбәребеҙ эргәһенә килеп: "Әй, Мөхәммәд, Аллаһы Тәғәлә һиңә сәләм әйтте. Әбүджәһил тигән әҙәм һиңә ҡаршы бер боҙоҡ эш ҡыла. Мәсеттең тупһаһы алдына, Мөхәммәд ҡолап төшһөн тип, тәрән соҡор ҡаҙыны. Шуға ла мәсет ишеге алдына етһәң, хәҙер мин өйрәткәнсә доға ҡылырһың.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ошо иҫкәрткәндәрҙән шөкөр булып, мәсеткә барып етте лә Джәбраил фәрештә өйрәткән һүҙҙәрҙе әйттеп доға ҡылды. Аллаһы Тәғәләнең теләге менән соҡор өҫтө ер менән тигеҙләнде. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм тыныс ҡына мәсеткә шул соҡор өҫтөнән үтте. Ә быны күҙәтеп торған Әбүджәһил аптырап ҡалып, көнө-төнө берәйһе соҡорға ҡоламаҫмы икән тип көттө, ләкин бер кем дә ул ҡаҙыған соҡорға төшмәне. Әбүджәһилдең сабырлығы бөтөп: «Нимә булды икән?» — тип, мәсет ишеге алдына килде. Соҡорҙың әҫәре лә күренмәне. «Был соҡорға нимә булды икән?» — тип, баҫҡылап ҡараған ваҡытында Аллаһы Тәғәләнең әмере менән соҡор емерелеп төштө, Әбүджәһил үҙе ҡаҙыған соҡорға үҙе ҡолап төштө. Был хәлде пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм дә ишетте һәм әйтте: "Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң ". Әлеге ошо мәҡәлдең әйтелеше шул дәүерҙән ҡалалыр.
Әбүджәһилдең хәлен ишетеп иптәштәре килеп соҡорға бау төшөрәләр, бау уға барып етмәне. Икенсе бауҙы ялғап йәнә төшөрҙеләр, әммә яңынан Әбүджәһилдең ҡулына барып етмәне. Өсөнсө, дүртенсе бауҙы алып килеп ялғанылар, быларҙа етмәне. Бауҙы оҙонораҡ төшөргән һайын Әбүджәһил тәрәнерәк ер аҫтына төшә барҙы. Шул ваҡытта Әбүджәһил аҡылына килеп әйтте: «Зинһар, Мөхәммәдтән үтенеп һорағыҙ, моғайын уның хәленән киләлер, сығарһа тик ул ғына сығарыр. Был халыҡ араһынан бер кемдә мине бынан сығара алмаҫ».
Иманһыҙ иптәштәре йыйылып, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм янына килеп: «Әбүджәһилде соҡорҙан сығарһаң, һин генә сығара алаһың, зинһар, уны сығар». Мөхәммәд ғәләйһиссәләм уны сығарырға теләмәне. Шул ваҡыт Джәбраил фәрештә килеп, Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһы Тәғәләнең сәләмен тапшырып әйтте: «Әбүджәһил кафыр булһа ла, уны соҡорҙа ҡалдырма, Һинең мәрхәмәтлек ҡылғаныңды күреп ҡайһы бер кешеләр иман килтерерҙәр, тине».
Ошо хәбәрҙән һуң Пәйғәмбәребеҙ соҡор эргәһенә килде лә, ҡулын Әбүджәһилгә һуҙҙы, шул тиклем тәрән соҡорҙан уны тартып сығарҙы ла әйтте: «Әшһәдү әллә илләәһә илләллааһ, тип иманға кил». Әбүджәһил: «Мин сихырсыға иман килтермәйем», — тип тәҡҡәбер булып, китеп барҙы.
Бына шулай, әгәр Аллаһы Тәғәлә бәндәгә тәүфиҡ бирмәһә, иманға ла лайыҡ булмайҙыр. Ундайҙарға өгөт-нәсихәт ҡылһаңда шөкөр итмәҫтәр, күңелегеҙҙә иман сатҡыһы булһа Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы атлығыҙ, ярҙамынан ташламаҫ.
Әлеге риүәйәткә ышанмаған кеше Аллаһ Тәғәләне танымаҫ, сөнки Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе Аллаһ мөғжизәләре менән һәләтләндергән, икенсе яғынан мәҡәлдең мәғәнәһе соҡорҙа ғына түгел. Ә кешенең уйында булған яманлыҡта, телендә, көнсөлөгендә.
Бына ошоларҙан тыйылып һәм изге ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе күберәк ҡылыуға иғтибар бирергә, күңелебеҙҙе юғары әхләҡтә тотоуҙа. Барыбыҙғала был донъянан изге эштәрҙе күп ҡылып, иман менән мәңгелек донъяһына күсергә насыйп итһен.
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәрен ошо биттә ҡарағыҙ: https://vk.cc/4IqSSn