Ҡәҙер кисәһе көнө

                                                       Ҡәҙер кисәһе көнө

     Ҡәҙер кисәһе Ислам динендәге мөбәрәк кисәләрҙең иң ҡиммәтлеһе. Ҡәҙер кисәһе Рамаҙан айында була торған бер кисәлер. Шул ваҡытта рамаҙандың ҡайһы кисәһендә булыры асыҡ рәүештә билдәләнмәгән.
     Имам Шәфиғи мәҙһәбе буйынса Рамаҙан айҙың 17 сө көнө, имам Әғзәм Әбү Хәнифә (беҙ ошо Хәнифә мәҙһәбе) әйтеүенсә — 27-се кисәһе булараҡ ҡабул ителгән. Дөйөм ҡараштан Ҡәҙер кисәһе, рамаҙан айҙың 20-се көнөнән алып 30-нсы кисәләрендә булыр, тиелә.
     Ҡөръән Кәримдә раҫланыуынса, Ҡәҙер кисәһе — ҡиммәтле кисәлер. Сөнки Ҡөръән Кәрим Рәсүлебеҙгә тап ошо кистә тапшырыла башлай.
     Хәҙис шәрифтә: «Ҡәҙер кисәһенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһтарын Аллаһ Тәғәлә кисереп, ғәфү итер», — тиелә.
     Ғибәҙәттә ҡаза намаҙын ҡылыу (үтәлмәгән, йә төшөрөлөп ҡалған), Ҡөръән Кәримдән сүрәләр, доғалар уҡыу, тәүбә итеү, саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы һөйөндөрөү һәм башҡа сауаптарға ҡаҙаныу — былар барыһы ла был кисәгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүҙең ишараһылыр. Хөрмәт күрһәтеү гонаһлы эштәрҙе эшләмәү менән дә хасил булыр.


     Әйе, Ҡәҙер кисәһе бик ҡәҙерле бер кисә булғанға күрә, Аллаһу Тәғәлә ҡолдарына, ғәфләттә ҡалмайынса, һәр ваҡытта ғибәҙәттә булһындар өсөн ҡайһы көн икәнен ҡәтғи рәүештә белдермәгән. Тимәк, был кисәне эҙләгәндәргә рамаҙандың күп кистәрендә ғибәҙәт итеү фарыздыр.
     Был кисәнең ғәләмәттәре шуларҙан ғибәрәт: көнө асыҡ, еләҫ булыр, бик һалҡын да, бик эҫе лә булмаҫ. Ҡайһы бер ғалимдар әйткәнсә, Ҡәҙер кисәһендә эттәр тауышы ишетелмәҫ, иртә таңда ҡояш ҡыҙыл булып, күҙҙәрҙе сағылдырмайынса ҡалҡыр.
     Ҡәҙер кисәһе Мөхәммәд саллаһү ғәләйһис-сәләм өммәтенә айырым бер кисәләр. Башҡа пәйғәмбәрҙәргә бындай кисә бирелмәгән.
     Ҡәҙер кисәһе хаҡындағы хәҙис шәрифтәрҙә былай тип әйтелә:
     "Ҡәҙер кисәһендә бер тапҡыр «Иннә әңҙәлнәһү»(Әл-Ҡадр) сүрәһен уҡыған башҡа замандарҙа Ҡөръән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлөлөр";
     "Ҡәҙер кисәһендә бер тәсбих «Сөбхәналлаһ», бер тәхмид «Әлхәмдүлиллаһи», бер тәһлил «Аллаһу әкбәр» әйтеүсе Минең янымда ете йөҙ мең тәсбих үә тәһлил әйтеүсенән дә ҡиммәтлелер";
     "Был кисәлә һарыҡты һауып алған ваҡыт тиклем булһа ла ғибәҙәт иткән кеше (йәғни тиҙ генә намаҙ уҡып алған) бер ай дауамында бөтә кисәләрҙе таңға тиклем ғибәҙәттә булыусынан ла ҡиммәтлелер";
    «Ҡәҙер кисәһендә өс тапҡыр „Ләә иләәһә илләллаһу“ әйтеүсенең: беренсеһендә — гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер; икенсеһендә — йәһәннәмдән ҡотолор; өсөнсөһөндә йәннәткә керер»;
    «Ҡәҙер кисәһендә „Әл-Ҡадр“ сүрәһен уҡыған кеше Ҡөръән Кәримдең дүрттән бер өлөшөн уҡыған кеүек булыр» (йәғни , бының сауабына ирешер).
     Хәҙрәти Ғәйшә Расүлуллаһтан һораны: «Әгәр Ҡәҙер кисәһенә ирешһәм, унда нимә уҡыйым?» Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм:
     «Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн тухиббүл ғәфүә фәғфү ғанни», — доғаһын уҡырһың", — тип әйте.
     Мәғәнәһе: «Йә Рабби, һис шикһеҙ Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итеүҙе һөйәһең, мине лә ғәфү ит», — тимәктер.
     Аллаһ Рәсүле әйткән: «Ҡәҙер кисәһенә килгәндә, Джәбраил фәрештә йәмәғәт йыйылған ваҡытта төшәр. Намаҙ ҡылырҙар, аяҡта баҫып йә ултырып, Аллаһты зикер итәр, һәр кемгә сәләм бирер».
     Был йәһәттән Әбү Һүрәйрә былай тип әйтте: «Ҡәҙер кисәһе килгәс, бик күп һанда фәрештәләр Ер йөҙөнә төшәр. Уларҙың инеүҙәре өсөн күп күк ишектәре асылыр, нурҙар күтәрелеп яҡтырыр. Бөйөк бер Аллаһуға йүнәлгән ҡолдың йөрәгендә илаһи көс, ҡеүәт әҫәренең серҙәре күренер.
     Фәрештәләр ғәскәр кеүек теҙелешерҙәр. Бына шул ваҡытта кешеләрҙең әлеге ваҡыттағы хәлдәре лә үҙгәрер. Кемгәлер күктәрҙең үә ерҙең дә серҙәре асылыр, күктәге пәрҙәләр алыныр. Улар күктәрҙә фәрештәләрҙең ҡыям хәлендә, ултырған хәлдә, рөкуғ йәки сәждә иткән, зикерҙәр, шөкөрҙәр, тәсбих үә тәһлил әйткән хәлдә күрерҙәр. Кемдәргәлер бөтә эсендәгеләре менән бергә йәннәт юлдары асылыр — өйҙәре, тыҡрыҡтары, хурҙары, йылғалары, ағастары, емештәре менән, һис шикһеҙ!
     Был кешеләр Аллаһуның Ғәршен йәки күктең иң юғары ҡаты — туғыҙынсы күктән пәйғәмбәрҙәрҙең, сәхәбәләрҙең, шәһиттәрҙең үә тоғроларҙың ауаздарын тойорҙар. Был рухани донъяға хайран булырҙар. Рәхмәт дарьяһында йөҙәрҙәр. Йәннәтте, йәһәннәмде, йәһәннәмдең ғазап соҡорҙарын, иманһыҙҙарҙың буласаҡ урындарын күрерҙәр.
     Йәнә ул кисәлә мөьминдәрҙең байтағына Аллаһуның гүзәлек сифаттары асылыр».
     Хәҙрәте Ғүмәр риүәйәт итә: «Аллаһ Расүле әйтте:
     - Кем рамаҙандың 27-се кисәһендә таңға ҡәҙәр ғибәҙәттә булһа, ул миңә рамаҙандың башҡа кисәләрендә ғибәҙәт итеүсенән дә һөйкөмлөлөр».
     Хәҙрәти Фатима Рәсүлебеҙҙән һорай:
     - Эй, атайым, ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың ул кисәлә ғибәҙәт итерлек көс-ҡөҙрәте булмаған зәғифтәре нишләр?
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм:
     - Яҫтыҡтарын ҡуйып, шуларға таянып, был кисәлә берәр сәғәт ултырырҙар үә Аллаһуға доға ҡылырҙар.
     Хәҙрәти Ғәйшәнән риүәйәт: «Аллаһ Расүле әйтте:
     - Кем Ҡәҙер кисәһен ғибәҙәт менән үткәрһә, ул кисәлә ике сәғәт намаҙ ҡылһа, үә тәүбә-истиғфар итһә, Аллаһ уны мәғфирәт итәр, Аллаһтың рәхмәтенә ирешер. Джәбраил фәрештә уға ебәк ҡанаты менән ҡағылыр. Джәбраил кемде лә булһа ҡанаты менән һыпырһа, ул йәннәткә керер».
    Рамаҙан кисәләрендә Ҡәҙер кисәһенә тап килеү өмөтө менән йәшәгеҙ!

     Ҡәҙер кисе хаҡында хикмәттәр: — ошо биттә уҡығыҙhttps://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise-xa%D2%A1ynda-xikm%D3%99tt%D3%99r.html#more-6060    

     Ҡәҙер кисе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html

     Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-a%D2%99a%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html