Архив рубрики: Мөнәжәттәр һәм йырҙар, таҡмаҡтар

Әлбиҙәҡ

                                       Әлбиҙаҡ

                       Әлбиҙаҡ рамаҙан айын оҙатыу
     Әлбиҙаҡ (Рамаҙан айы менән һау булашыу мөнәҗәте)

     Әлбиҙаҡ — һау бул тигәнде аңлата. Ураҙаның айының һуңғы көндәрендә ошо мөнәжәтте әйтәләр. Аҫта «Аҡ Ҡалпаҡ» төркөмө башҡарыуында «Әлбиҙаҡ» мөнәжәтен рәхим итеп тыңлағыҙ. Читать далее

Шафиҡ Әминев-Тамъяни

                                         Шафиҡ Әминев-Тамъяни

     Шафиҡ Әминев-Тамъяни сәсәндең яңы табылған шиғырҙары
     «Ватандаш» журналының 1998 йылғы 6-сы һанында беҙ «Шафиҡ Әминев-Тамъяни әҫәрҙәре» тигән баш аҫтында уның тормош юлы һәм ижады тураһында тулы ғына мәғлүмәт биреп, егерме бер шиғырын һәм шиғырҙар шәлкемен баҫып сығарғайныҡ. Унда сәсәндең халыҡ араһында телдән һәм яҙмала бүтән шиғри әҫәрҙәренең йөрөү ихтималы хаҡында ла әйтелгәйне.
     Был бик раҫ килде. Шафиҡ сәсәндең тыуған яғы хәҙерге Әбйәлил районы төбәгендә, айырыуса тыуған ауылы Әбделғәзелә, туған-тыумасалары араһында, шиғриәтте яратҡан хәтерле һәм хәтирәлеләр телендә ҡағыҙға күсерелгән йә хәтерҙәрендә йөрөгән шиғырҙары әленән-әле табылғылай, мәжлестәрҙә һамаҡланғылай киленде.
     Сәсәндең сәскәне, ғәҙәттә, йыраҡ та төшмәй. Уның ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре, ижадҡа маһирҙар сәсән һүҙен, шиғырҙарын ятлап алыр, йыш ҡына ҡағыҙға ла теркәп ҡуйыр булыусан. Шундайҙарҙан, мәҫәлән, Асҡарҙан сәсәндең ейәне Шамил Әминев, Нәғимә Илһамова, Зилә Имәғилева, Дәлилә Сафиуллина Шафиҡ сәсәндең шиғырҙарын яттан белгән, байтағын дәфтәргә лә күсереп ҡуйған. Ә бына Йәнгел ауылынан сәсәндең бүләһе Салауат Әминев олатаһының быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған тиҫтәнән ашыу шиғырҙарын дәфтәргә күсереп һаҡлаған. Ул быларҙы Шафиҡ сәсәндең ижадын яҡшы белгән әсәһенән яҙып алған. Әммә улар, үҙҙәре әйтеүенсә, сәсән бабаларының һүҙен тотоп, берәүгә лә күрһәтмәҫ булған. Читать далее

Мифтахетдин Аҡмулла

                                                  Мифтахетдин Аҡмулла
                                                           Шиғырҙар
                         Нәфсе
     Бай уйлар, ҡалай ярлы булмайым, тип,
     Фәләнсә байҙай артҡа ҡалмайым, тип.
     Бер уйлаған байына малы етһә,
     Йәнә уйлар алдыма һалмайым тип.
     Йөҙгә малың еткәндә, йүгерерһең,
     Бер тинлек сығым булһа, йөгөнөрһөң.
     Ҡәнәғәтең аҙайып, шул ваҡытта
     Бер мал үлһә, йөҙ ҡайғырып, үкенерһең.
     Малың меңгә еткәндә тарыларһың,
     Ике меңгә етһәсе, тип зар ҡыларһың.
     Эрелек һәм тәкәбберлек шомлоғонан
     Шул көндә тәүбәләрең яңыларһың.
     Мең ерҙән табыш алған уңмай ҡалмаҫ,
     Табышһыҙ яланғастар туңмай ҡалмаҫ.
     Йәне һаран яман бай таштан ҡаты —
     Фәҡир түгел, Хоҙайын күңеленә алмаҫ.
     Ил маҡтаһа “бай”, “бей” тип, ҡыуанабыҙ,
     Әҙәмдән йөҙөбөҙ өсөн оялабыҙ.
     Ғәзиз торған тәңренән оялмайбыҙ —
     Шундайын бер аҡылһыҙ диуанабыҙ. Читать далее

Татарса мөнәжәттәр

                                                    Татарса мөнәжәттәр

     Мөнәжәт — (ғәрәпсәнән) яңғыҙлыҡта үҙ-үҙең менән һөйләшеү, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү, ярлыҡауҙы һорау тигән мәғәнәне аңлата: дини-интим эстәлектәге әҫәр... Мөнәжәттәрҙең барлыҡ төркөмдәре өсөн дә, саф дини мөнәжәттәрҙән ҡала, хас булған төп сифат — ул да булһа фәжиғәлек (трагизм). Ул барлыҡ төркөмдәр өсөн дә уртаҡ сифат. Фәжиғә тулы мөнәжәттәрҙе барлыҡҡа килтереүсе сәбәптәр кешенең ғүмер юлында йыш тыуа. Боронғо сығанаҡтарҙы, уртаҡ параллелдәрҙе, үҙ-ара оҡшаш булған жанрҙарҙы эҙләү, төрки халыҡтарҙың илау-һыҡтауҙарына килтерә. Бындай олоу-һыҡтауҙар төрки халыҡтарҙың яҙма ядкәрҙәрендә мәңгеләштерелгән.
     Бына шулай тип башлана «Мөнәжәтләр» китабы. Мөхәррире Шәехҗан Фәния Хуҗахмәт. Аҫта ошо мөнәжәттәрҙең бер өлөшөн татар телендә тәржемәһеҙ ҡуйҙым. Читать далее

Иманға инаныу

САДАКАИманға инаныу

Мәҙхиә

Бисмилләһир — рахманир — рахим! —
тип
Салауат әйтһәм, баҙнатлылыр
ҡәләм.
Йөрәк һүҙем һиңә, Хаҡ тәғәләм,
Һиңә, Раббым Рәсүле — изге әләм!

Сәхәрҙәрҙә — таңда күккә баҡһам,
Мең — мең йондоҙ — тәсбих
төймәләре.
Ай күрҙем мин аман, йәндә
иман,
Тәҡдиремә тәҡәттәр бир, Тәңре! Читать далее

Таҡмаҡтар

Таҡмаҡтар

Ниңә бәреләләр икән
Болоттарға болоттар?
Ниңә тиҙ үтәләр икән
Бергә булған минуттар?

Оса ҡаҙҙар, оса ҡаҙҙар,
Оса ҡаҙҙар Донбассҡа.
Мин дә уйлап торам әле
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.

Ҡыҙыл-ҡыҙыл бөрлөгәндәр
Юл буйына теҙелгән.
Булмаҫ инде минең кеүек
Һеҙҙең өсөн өҙөлгән.

Сәс үргесем, сәс үргесем,
Сәсемде үрер өсөн.
Таһир үлгән Зөһрә өсөн,
Мин үләм һинең өсөн. Читать далее

Мөнәжәттәр (Көйлө мөнәжәттәр)

Мөнәжәттәр (Көйлө мөнәжәттәр)

Ата-инәңә хөрмәт ҡыл
(көйләп уҡылған мөнәжәт)

Эй, мөьмине мосолман
Ата-инәңә ҡыл хөрмәт.
Хаҡ тәғәлә — Алланан
Алырҫың һин рәхмәт.
Тәрбиә ҡылған бәндәгә,
Бирер күркәм ҡөҙөрәт.
Хаҡ тәғәлә — Алланан
Бер хаж һауабы булыр.
Ата-инәңә ҡыл яҡшылыҡ,
Ҡайтыр изгелек менән.
Хоҙай тәғәлә ҫаҡлар
Йәһәннәм гүрҙәренән,
Урындарың булыр ҫинең
Йәнәттең түрҙәренән.
Ата-инәң, әруахларҙың
Зыяратын тәрбиә ҡыл.
Хаҡ тәғәлә — Аллаҡай
Бер хаж һауабын бирер.
Ата-инәң ҡәберенә
Нардуғандар ҡороп ҡуй.
Хаҡ тәғәлә рөхсәте менән
Ташына исемен ҡуй.
Ата-инәнең васыятына ҡолаҡ ҫалмағандарға
Хаҡ тәғәлә уға уҡыр бөтмәҫ ләғнәттәрҙе.
Ата-инәнең рухына тап төшөргән бәндәгә
Хаҡ тәғәлә уға бирер ризыҡларҙың тарлығын,
Тамуҡларҙың уттарын. Читать далее

Мөнәжәттәр

МӨНӘЖӘТТӘР

ҺИНЕҢ БИШ АСЫЛЫҢ

Кеше өсөн иң әүүәле — намыҫ, тигән,
Намыҫыңды һатып, итмә табыш, тигән.
Байлыҡ өсөң илен-көнөн һатҡан кеше
Ике донъя өсөн дә ул яуыз тигән
Икенсе иң ҡиммәтлеһе — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҡылһыҙҙа намыҫ та юҡ, иман да юҡ.
Ялғанға ант итеп барын һатыр, тигән.
Өсөнсө иң ҡиммәтлеһе — әҙәп, тигән,
Әҙәп—көслө мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Әҙәпһеҙҙә бәхет тә юҡ, тәүфиҡ тә юҡ,
Кеше исеме күтәреүе ғәжәп, тигән
Дүртенсе иң ҡиммәтлеһе — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ кеше—кеше түгел, тигән.
Боҙоҡтарға ер өҫтөнән аҫты яҡшы
Йәшәмә лә, үлеп ергә күмел, тигән.
Бишенсе иң ҡиммәтлеһе — сабыр, тигән,
Сабыр кеше ҙур, бәхеттәр табыр, тигән.
Бер ҙә юҡҡа асыуланып донъя боҙоу,
Бер ҡайғынан икенсегә һалыр, тигән. Читать далее

Бәдәүәм китабы

Бәдәүәм китабы

Белегеҙ Алла берлеген
Ислам дине хаҡлығын.
Әхмәт(Мөхәммәр ғәләйһиссәләм)
пәйғәмбәрлеген
Аллаһ!—тиген, бәдәүәм.
         Иманыңды яҡшы белең,
         Хаҡ бойороғоң тотоң.
         Расул фиғылың ҡылың
         Аллаһ! —тиген, бәдәүәм
Иманды яҡшы белмәгән
Хаҡ бойороғон тотмаған,
Улдыр әҙәми шайтан
Аллаһ!—тиген, бәдәүәм.
         Иман белмәҫ кафырҙыр,
         Һәм фәсиҡ, һәм фәжерҙер,
         Һәм мордардыр, мәлғүндер
         Аллаһ!—тиген, бәдәүәм. Читать далее

Пәйғәмбәребеҙ тыуған көн

                                                       Пәйғәмбәребеҙ тыуған көн

Ер йөҙөндә бар мосолман ниңә шатланған бөгөн?
Ҡайҙа барһаң — унда шатлыҡ, яҡтылыҡ тулған бөгөн,
Һәр урында мәғней бер көс хәким булған бөгөн. (2 мәр.)

Ер йөҙөндә бар мосолман ниңә шатланған бөгөн?
Сөнки хәҙрәте Мөхәммәд доньяға килгән бөгөн.
Ошбу көндә өргә күктән инде нур.
Бар күңелдәр шатланып, балҡый уларҙа яҡты нур.
Бер ваҡыт та ошбу көндә ергә күктән инде нур.

Донъялағы бар мосолман ниңә шатланған бөгөн?
Сөнки хәҙрәте Мөхәммәд донъяға килгән бөгөн.
Ошбу көндә шатлана барса фәрештә, барса йәннәт хурлары,
Ошбу көндә балҡый ерҙә сын Мөхәммәд нурҙары.
Шатлана кескенә һәм ҙурҙары.

Донъялағы бар мосолман ниңә шатланған бөгөн?
Сөнки хәҙрәте Мөхәммәд донъяға килгән бөгөн.
Ошбу көндә күп фәрештә шатланып ергә инде,
Аслы батыл булған уттары һүнде бөгөн,
Сын ҙәләләт шишмәһе ергә һеңде бөгөн,
Сөнки хәҙрәте Мөхәммәд доньяға килгән бөгөн.
Аҙашҡан саҡта уңышлыҡ, шатлыҡ, бәрәкәт илгә таралды бөгөн.

Донъялағы бар мосолман ниңә шатланған бөгөн?
Сөнки хәҙрәте Мөхәммәд донъяға килгән бөгөн,
Ошбу көндә мөғжизәнең әүүәле.
Барлыҡ ботлар ергә йығылып төштө.
Быны күреп ғибрәт алып, күп халыҡтар изгелеккә иреште.

Донъялағы бар мосолман ниңә шатланған бөгөн?
Сөнки хәҙрәте Мөхәммәд донъяға килгән бөгөн.
Донъяға килеп, хәҙрәте Мөхәммәд донъяны яҡтыртты.
Күп кешеләр, аҙашҡандар изгелеккә иреште.
Ул көн һәм илгә бәрәкәт таралды.

Донъялағы бар мосолман ниңә шатланған бөгөн?
Сөнки хәҙрәте Мөхәммәд донъяға килгән бөгөн.
Был көндән һуң халыҡтар татыулыҡҡа,
Шәфҡәтлеккә, изгелеккә иреште.
Ислам дине, ҡеүәт табып, тыныслыҡҡа иреште,
Тоғро юлға, тоғролоҡҡа халыҡтар бик ашыҡты.

Донъялағы бар мосолман ниңә шатланған бөгөн?
Сөнки хәҙрәте Мөхәммәд донъяға килгән бөгөн.

Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:

https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r